Уҙған быуаттың ҡанлы 37-се йылында нахаҡ бәлә яғып бер ғәйепһеҙ кешене Йылайыр төрмәһенә ултыртып ҡуялар. Ул яманаты сыҡҡан төрмәнең лагерь, тип аталған айырым бикләп тотоу урындары бөгөнгө Ейәнсура районы менән сикләш Үрге Казарма ауылында ла булған икән.
Йылайыр төрмәһендә урын етмәгәнлектән теге ирҙе шунда ебәрәләр. Ошо хаҡта кемдән-дер сала-сарпы ишетеп ҡалған ғәйепләнеүсенең ҡатыны көҙгө ыҙғырыҡта аҙыҡ-түлеген яулығына төйнәп алып ирен күрәм, тип алыҫ юлға сыҡҡан. Ул саҡта ылау тигәнең ҡайҙа инде, йәйәүләп. Кейеме килеп тороп йоҡа, аяҡтарында - сабата, ә ул нәмәләр ни шыпа ла ғына йылы тотмай, ыҙғыр ел тәнде үтәнән-үтә һуға, өҫтәүенә аяҡ аяҡ кейеме йораты юл ҡойоһона бүртеп аяҡтарын еүешләй. Ҡырҡ михнәт менән ике тәүлек тигәндә Үрге Казар-маға саҡ барып етә. Ҡара кистә. Ауыл буйлап инәлеп-ялбарып йөрөп кемдеңдер өйөнөң ишек төбөндә, ҡаҡ иҙәндә ҡунып сыға. Ауыҙға ризыҡ ҡабыу, тәғәмләнеү теләге уйында ла юҡ, төйнәгәне – иренә тәғәйенләнгән, бында, йән биргәнгә йүн биргән, иректә нисек тә тү-ҙерҙәр, сыҙарҙар, ә хәбәрһеҙ юғалған ире бит йылдан ашыу тотҡонлоҡта интегә.
Лагерь янына килә, ә ундағы казармалар әллә ҡайҙан сәнскеле тимер сыбыҡ менән ур-атып алынған. Дүрт мөйөштә лә бейек вышка, эттәр өргән тауыш ишетелә. Бер нисә кеш-енән торған һаҡ ҡуйылған ҡапҡа ауыҙына килә. Билдәле уны эскә үткәрмәйҙәр. Оҙаҡ тора ямғыр аҫтында күшегеп. Әллә аслыҡтан, әллә һалҡындан тотош тәне ҡалтырай. Көн төш-көлөккә ҡарай ауыша. Бер надзиратель йәлләгәндер күрәһең, ҡатындың янына килеп бы-лай ти: “Посещение посторонних людей у нас сторого запрещено... Наш начальник с утра уехал в Зилаир. Ладно уж, так и быть, что у тебя есть?” Аптыранып ҡала. “Что молчишь, деньги давай, иначе не пропущу?” Ҡатын берҙән-бер байлығын, көмөш беләҙеген һалып һона. “Чистое серебро, значит, годится... Тебе полчаса, и не больше. Какая казарма?” “Не знаю...” “Тогда как-нибудь сама найдешь, через окошко пообщаешься немного, и обрат-но. В случае малейшего нарушения пущу на тебя собак, имей в виду!”
Казармаларҙы урап оҙаҡ йөрөй. Ә уларҙың ишектәре бикле, һәр урында һаҡ, тәҙрә-ләре буй етмәҫлек юғары. Шулай ҡаңғырып йөрөй торғас эс яҡтан таныш йүтәлләү тауы-шын ишетә. Бына бит шатлыҡ, күҙҙәренән йәш атылып сыға. Ул ҡәҙерле кешеһен ҡосҡ-андай һалҡын таш стенаға һыйына. Бер килке онотолоп тора. Шул саҡ ҡапҡа яғынан бой-ороулы тауышты ишетә: “Что так долго копошишься, уснула что ли, а ну, обратно!”
Тәҙрә тапҡырына төйөнсөгөн ҡалдыра ла ҡапҡа ауыҙындағы надзирателгә үтенә:
- Там, возле окон оставила продукты для мужа, передайте пожалуйста...
Надзиратель татлы ризыҡ ҡапҡандай тамшанып ала ла ауыҙын оятһыҙ салшайта:
- Как же, передам, передам обязательно!..
Ҡайтырға сыға. Билдәле, китеү ауыр булһа ла ҡайтыу һәр саҡ еңел бит инде ул. Аяҡ-тары ла үҙҙәренән үҙҙәре йүгерәләр һымаҡ. Өйөнә инеү менән асыҡҡан, өшөгән балала-рын дәртләндерергә теләгәндәй ҡысҡырып та ебәрә: “ Барҙым, балалар, атайығыҙҙы эҙләп таптым, уны күрергә яҙмаһа ла йүтәлләүен ишеттем, Аллаға шөкөр, ул тере!” Был стена аша аралашыу һуңғыһы була...
Яңыраҡ бәйләнештәге төркөмдә махсус операция барған мәлдең видеоролигын һал-ғандар. Алыш бара, унда ла бында ла аталар, шартлауҙар ишетелә, кемуҙарҙан егеттәр-ебеҙ бер-береһен дәртләндерергә теләп ҡысҡырыша. Видеоролик аҫтындағы комментар-ийға бер ҡатын былай тип яҙған: “Баламдың тауышын ишеттем, таныным, бутамайым, ул, ул ғына!”
Яҡын кешеһенең, берҙән-беренең йүтәлләүен, көрһөнөүен, ишетелер-ишетелмәҫ кенә өн сығарыуын арауыҡ, алыҫ саҡрымдар аша тик уны яратҡан, көткән, зар-интизар булған кеше генә айыра, тойомлай ала...