Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
12 Февраль , 15:25

Бәхеткә юл

- Алло! Алло?!- Гәүһәр? Һинме?..Гәүһәрҙең йөрәге алҡымына килеп тығылғандай булды.- Алло! Кем кәрәк һеҙгә? - бөтөн тәне дерелдәп китһә лә, тыныс ҡалырға тырышып һорашҡан булды.- Был мин... Рөстәм...Танымай буламы һуң инде. Таныны...- Ирең эргәләме? Һөйләшә алмайһыңмы?- Ғәфү итегеҙ, не туда попали! - телефондың ҡыҙыл төймәһенә баҫам тигәндә һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡалтыранған бармаҡтары үҙен һатып ҡуймаһын тип иренә ҡарап алды Гәүһәр. Уныһы үҙенең телефонына ғарҡ булған икән алай ҙа.- Кем булды шул? - тип һораны Хәлим Гәүһәрҙән.- Әллә, яңылыш шылтыратты шикелле.- Ир тауышы ине түгелме? Мин шул тине бит? - вайымһыҙ ғына ятҡан һымаҡ булһа ла, ҡолаҡ ҡарпайып тыңлап ятҡан, имеш.

- Һуң, әйтеп торам бит, кемдер яңылыш шылтыратты, номеры ла юҡ, бына, үҙең ҡара, ышанмаһаң, - тип телефонын иренә тотторҙо Гәүһәр. Ғүмере буйы шикләнер инде, сәбәп булмаһа ла, тип уйланы эстән үҙе.
Ул арала ире ят номерҙы үҙенең телефонында ниндәйҙер ҡушымта аша тикшереп:
- Һы, бында Иван тип яҙылған?...
- Белмәйем, ниндәй Ивандыр, башҡортса һөйләште. Ҡуйсәле, үҙең ишетеп яттың бит, ни бер төбәшәһең ул?
Гәүһәр ире эргәһенән тороп китте лә, бер ни булмағандай, бөтмәҫ ҡатын-ҡыҙ эшенә тотоноп киткән булды. Мөңгөрләп көй көйләп төшкө аштан һуң йыуылмаған һауыт-һаба йыйыштырырға тотонған ҡатынының телефонын энәһенән-ебенә тиклем тикшереп, бәйләнерлек йә СМС, йә башҡа йөй таба алмағас, Хәлим еңел һулап,
- Йә, ярай, үпкәләмә, ниндәйҙер ир тауышы ишеткәс, күңелгә шик килеп ингәйне шул. Етмәһә, Гәүһәр тине, мин шул тигән һымаҡ ишетелде. Мин - эшкә. Һине алып барырғамы?
- Юҡ, миңә һуңғараҡ, үҙем барырмын яйлап.
Ирен оҙатты ла быуынһыҙланды ла ҡуйҙы Гәүһәр. Сикәләре уттай янып, йөрәге дөпөлдәп китте, үҙен хыянат өҫтөндә тотолған һымаҡ тойоп, устары тирләп сыҡты, тамағы кибеп, крандан һыу ағыҙып бер уртланы ла, һалҡын һыуҙың, эсендәге утты бер аҙ һүндереүен тойоп, тыныслана төштө.
Ҡыҙыҡһың инде, Гәүһәр. Бәлки ул булмағандар, бәлки ысынлап та икенсе кеше яңылыш шылтыратҡандыр, бөткәнме һуң был донъяла Рөстәм исемле ир заттары. Дөрләп ян да кит бер тауыштан. Тыныслан, ҡыҙыҡай!
Үҙ-үҙенә көҙгө аша бармаҡ янаны ла ҡатын, бергилке ип-һапҡа ҡалып эшкә барырға йыйына башланы.
Ҡапыл телефоны зыңғырлап тауыш биреүенә тағы йөрәге урынынан ҡупты, экранда янған исемһеҙ номерға текләне лә ҡатты.
- Алло?
- Гәүһәр, һаумы!
- Тағы һин?- Шылтыратма миңә, Рөстәм! Нимә кәрәк, нимә уйлап шылтыратаһың ул һин? Бының ире бар, бәлки ул ҡыҙғансыҡтыр, ғаиләһен болғап ҡуйһам тип башыңа килмәйме ул?
- Тауышыңды ишеткем килгәйне...
-Тауышымды?!
- Мине тегендә алып китәләр.
- Ә?.. Ҡайҙа? Һуғышҡамы?
- Эйе, әле учебкалабыҙ. Барған ыңғай ут эсенә йомарлап тыҡһалар, һуңғы тапҡыр тауышыңды ишетеп ҡалайым тигән ынтылыш менән номерыңды йыйҙым. Ғәфү ит, ғаиләңдә ыҙғыш сығып ҡуйыр тип уйламаным шул.
- Ҡатының? Балаларың?
- Мин ғүмерем буйы һине генә яраттым, Гәүһәр.
- Оялмайһыңмы? Һинең дә бит үҙ ғаиләң бар? Нисек инде иң беренсе уларҙы уйламай сит кешегә шылтыратып ултырырға була?
- Ҡатын менән айырылыштыҡ бит беҙ. Балаларға ярҙам иткеләп торам.
- Бына, имен-һау йөрөп ҡайт та, кире ҡайтар! Атайһыҙ, ирһеҙ итмә уларҙы!
- Бәхетлеме һин, Гәүһәр?
- Мин һиңә "а" тейем, һин миңә "б"! Әлбиттә, бәхетле! Ирем, балаларым, сынъяһау донъям, яратҡан эшем бар.
- Һөйлә, һөйлә, Гәүһәр, тауышыңа ныҡ сарсағайным...
- Рөстәм! Үтенеп һорайым, башҡаса бер ҡасан да миңә шылтыратма, һәм, Аллаһы тәғәләнең ҡөҙрәте менән, имен-һау әйләнеп ҡайтып, емерелгән тормошоңдо яңынан ҡор, әллә ҡайҙа ҡалған йәшлек, балалыҡ һөйөүен һағынам тип юҡ менән булып йөрөмә, ишетәһеңме мине?
- Ишетәм, Гәүһәр, ишетәм. Һин бәхетле булғас мин дә бәхетле. Минең менән бер-бер хәл була ҡалһа...
- Эгоист һин, Рөстәм, белдеңме? Ир була бел. Йәлләтеп маташыуыңмы? Һин бит шул тиклем башлы, дәртле, шәп егет инең! Бынамын тигән итеп донъя көтөрлөк, терәк, таяныс булырлыҡ атай, ир була торған! Ә бөгөн һин - ҡамғаҡ!...

 

Телефон төймәһенә шартлата баҫып һүндерҙе лә Гәүһәр тыныслана алмай, ишекле-түрле йөрөргә кереште.
- Һағынам, имеш! Оятһыҙ! Бисәңде, балаларыңды һағын, битһеҙ...- Ә һин үҙең һағынмайһыңмы һуң, Гәүһәр?
Көҙгөләге сағылышына һорау бирҙе ҡатын.
- Һағынам... Тәүге ғашыҡ хистәремде, тәү тапҡыр етәкләшеп йөрөгән сихри кистәремде, аңғармаҫтан, ҡыҫып ҡосаҡлап, беренсе тапҡыр һурып үпкәнендә, күктең етенсе ҡатына талпынған хозур мәлемде һағынам...
Уйҙары менән тиҫтә йылдар артта ҡалған, уларҙы осраштырған көҙгө йылы кискә табан елде Гәүһәр...
- Илүзә, әйҙә, клуб яғына төшөп киләйек, кино булмаймы икән , афиша ҡарап киләйек?
- Әйҙә һуң, түлкә тиҙ генә, йәме, уҡытыусылар белеп ҡалһа, эләгер.
Мәктәптә "Көҙгө бал" байрамынан һуң барған дискотеканан шым ғына сығып һыҙҙы ике әхирәт.
Мәктәп спортзалында ҡараңғы булһа ла, тышта әле яҡты, әбейҙәр сыуағы бара. Йүгерә-атлай клубҡа ла барып еттеләр.
- Ура! Кино була! Һин киләңме?
- Әллә инде, әсәйем сығарыр микән? - Илүзәнең әсәһе уҫалыраҡ шул.
-Фьюююиииттт!
Ҡапыл әсе итеп һыҙғырған тауышҡа әхирәттәр тертләп сыр-сыу итеп ҡалдылар. Быларҙы ҡурҡытҡанына ҡәнәғәт булып шарҡылдап көлөп ебәрҙе берәү. Әйләнеп ҡараһалар, эскәмйәлә ауыҙы йырылып бер егет ултыра.
- Шунан, киноға киләгеҙме, әсәйең сығарамы?
Гәүһәр менән Илүзә бер-береһенә ҡараштылар ҙа, оялыштан, тотто ла мәктәп яғына йүгерҙеләр. Шаян егет тағы ла әсерәк һыҙғырып, көлөп ултырып ҡалды арттарынан.
- Кем булды ул, Илүзә?
- Әй, Рөстәм тигән бер бабник шунда.
Гәүһәрҙәр был ауылға күсеп килгәненә бер-нисә генә йыл, ә ҡыҙҙың танауына еҫ инеп, егеттәр күҙләй башлауы бына ғына, шуға күрмәгән дә, белмәгән дә инде бығаса Рөстәмде. Күҙҙәренән шаян уттар сәсрәтеп, йылмайыуы менән арбаны ла ҡуйҙы Рөстәм Гәүһәрҙе.Шул кисте, кинонан һуң беренсе тапҡыр егет оҙатты ҡыҙҙы. Нимә һөйләшкәндәрҙер инде, ҡыҙыҡ. Икенсе көнө, мәктәптә Рөстәмдең ҡустыһы шыпырт ҡына ҡыҙҙың усына бер ҡағыҙ киҫәге йомдороп китте. Ҡулын яндырып барған хат остоғонда нимә яҙылғанын белә алмай әй йонсоғайны Гәүһәр. Асып ҡына уҡыр ине, класташтары белеп ҡалһа ояты ни тора, егет менән йөрөй тип күҙен дә астырмаҫтар. Ипләп кенә китап араһына ҡыҫтырып асып уҡыны шунан. "Бөгөн сығаңмы?" тигән ике генә һүҙҙән үҙендә тәүге мөхәббәт уты дөрләп тоҡанып киткәнен тойҙо ҡыҙсыҡ. Матур булды уларҙың дуҫлығы. Ата-әсәһе лә әллә ни ҡаршы төшмәне ҡыҙҙарының үҙенән биш йәшкә ҙур егет менән дуҫлашыуына. Аралары саф, керһеҙ булыуына ышанғандарҙыр инде. Үҙенә генә хас матур һыҙғырыуы менән саҡырып сығарыр ине Рөстәм Гәүһәрҙе.
- Ана, һандуғасың килде, оҙаҡ йөрөмә, ишетһен ҡолағың, - тип ҡалыр ине әсәһе.
Етәкләшеп төнгө урам гиҙеүҙәр, клубтың иң артҡы рәтендә ҡосаҡлашып кино ҡарауҙар, яңылыш ҡына көндөҙ осрашһалар, бер-береһенә күҙ һирпеп ҡарарға ла оялыуҙар. Ҡулъяулыҡ сигеп бүләк итеүҙәр, әрмегә оҙатыуҙар, ике аралар осҡан хаттар... Һәм ике яҡҡа айырылған юлдар...Нишләптер һыуынды ла ҡуйҙы Гәүһәр. Рөстәмдең һуңғы хаттарына яуап та яҙмай башланы. Ул ваҡытҡа студентка булып та киткәйне. Шаулы, күңелле студент тормошона сумды ла онотолдо шикелле. Яңы дуҫтар, яңы танышыуҙар, яңы осрашыуҙар. Сорнаны, сырманы үҙенә Гәүһәрҙе был сағыу донъя. Рөстәм дә инде яҙмаҫ булды.
Хәйер, араларҙа бушлыҡ, һалҡынлыҡ барлыҡҡа килеүҙең сәбәпсеһе Рөстәм үҙе булды ла инде. Аҙна-ун көн тирәһе икенсе районда туғандарында булып ҡайтҡайны ул. Һағынып, һарғайып бөткән Гәүһәргә, мин һине яратам, тик беҙ бергә була алмайбыҙ, тип яҙған запискаһы аяҙ көндә йәшен атҡандай булды. Арыуыҡ ҡына ваҡыт килмәне лә, клубта, йә башҡа ерҙә осрашҡан ваҡытта күҙҙәрен ситкә алып, вайымһыҙ ҡиәфәт менән үтеп китер ине. Һай, иланы ла шул саҡта Гәүһәр, мөхәббәттең тик бәхет кенә булмауын, әсе күҙ йәштәрен дә түктерә торған хис икәнен дә белде.
Бер кис, дәресен ҡарап ултыра ине, ҡыйыуһыҙ ғына яңғыраған таныш һыҙғырыуҙы ишетеп осоп тигәндәй барып сыҡты Рөстәмдең эргәһенә.
- Ғәфү ит мине, Гәүһәр... Мин бер күрәҙәсегә барғайным, ул беҙҙең киләсәк юҡ, барыбер бергә булмаясаҡһығыҙ тине. Шуға, аралар өҙөлгәс хәҙер үк өҙөлһөн тип йөрөнөм. Тик, булмай, өҙөп тә, онотоп та булмай...
- Рөстәм... Күпме илаттың мине һин, - Гәүһәр егеттең ҡосағына сумды. Ә, барыбер бергә булмаясаҡбыҙ тигән һүҙ әрнетеп, һулҡытып йөрәгенә барып ҡаҙалды, һәм мәңге онотолмай шунда ҡалды.Буласаҡ тормош иптәшен осратҡас, Рөстәмде яратҡан һымаҡ хистәр солғанышында ҡалғас, бына ул минең яҙмышым тип уйланы Гәүһәр. Сөнки, бүтән улай бер кемде лә ярата алмаҫмын тип ваз кискән ине. Өйләнешеп, матур ғына донъя ҡороп, йәшәп киттеләр. Бер-бер артлы бәпестәре тыуҙы, ғаилә тигән карапта, тормош тигән диңгеҙҙә етәкләшеп, алға ҡарап, матур ғына йәшәп ятҡанда, бына һиңә, һаумы, мин Рөстәм, мин һине һағындым имеш...
- Бәлки ул да һине түгел, алыҫта, йәшлектә ҡалған Гәүһәрен һағыналыр?
Сағылышы биргән һорауға Гәүһәр һиҫкәнеп китте. Әллә ҡыйығы китә башланы инде, үҙ-үҙе менән һөйләшеп ултырасы.
... Бәлки ул да, тәүге саф хистәрен, ғәмһеҙ, эскерһеҙ, бер ҡайғыһыҙ мәлен юллап, мәшхәр эсенә инерҙән алда, хыялында булһа ла шул йылдарға әйләнеп ҡайтырға булғандыр?...
- Алло! Рөстәм!
- Нет, это не Рустам.
- Дайте, пожалуйста, трубку Рустаму!
- Алло?
- Рөстәм! Мин дә Һағынам! Мин дә йәшлегебеҙҙе, шундай матур, таҙа, саф мәлебеҙҙе Һағынам! Тик, кире ҡайтарып булмаҫ мәлдәрҙе юҡһынып, әле булған бәхетебеҙҙе ҡулыбыҙҙан ысҡындырмайыҡ, йәме, Рөстәм! Хыянат менән бысратмайыҡ үҙебеҙҙең тәүге мөхәббәтебеҙҙе, Рөстәм! Иң ҡәҙерле тойғолар булып, был донъяла ысын һөйөү барлығына дәлил итеп һаҡлайыҡ уны, йәме!
- Ярай, Гәүһәр! Мин дә, Аллаһ бирһә, имен-һау йөрөп ҡайтһам, бәхетле булырға һүҙ бирәм һиңә!

 

Ҡасандыр өҙөлгән ике һуҡмаҡ килеп киҫелеште лә, үҙ юлына, үҙ бәхетенә кире боролоп китте...


ГҮЗӘЛ МУРЗАЕВА.
БАЙМАҠ ҠАЛАҺЫ.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас