Эйелә биреберәк үтеп, артҡы рәттәрҙән хәҙер ир уртаһына еткән, әммә йәшенән күпкә олораҡ күренгән, тормош юлында ныҡ таушалған икәнлеге күҙгә салынған, йонсоу йөҙлө кеше урын алды. Урынына ултырғас та тиҙ-тиҙ генә ҡаранып тирә-яғын өйрәнде, таныш кешеләр күренмәйме? Аҙаҡ ултырғыс арҡаһына терәлеп, аҫҡараҡ шыуышып ултырыуына ҡарап, бындағы кешеләрҙең уға күбеһе таныштыр тигән уйға килергә мөмкин, тик аралашырға теләмәй күрәһең, боҫоңҡорап ултырыуы шунандыр.
Тыуған көнгә, композиторҙың етмеш йәшенә арналған кисә башланды, сәхнә түренә ҙур алҡыштар аҫтында олпат кәүҙәле юбиляр күтәрелде, уның янына әле лә төҫ ташламаған, нәфис кәүҙәле һылыу ҡатынын, тамылйып бешкән еләк кеүек берҙән-бер еткән ҡыҙын саҡырҙылар.
,, Берҙән-бер ҡыҙын", алып барыусы ошо һүҙҙәрҙе әйткәндә арттағы рәткә һуң ғына килеп урынлашҡан ирҙең күкрәге ҡыҫып ҡуйҙы, ай-һай берҙән-берме икән, ә беҙ ҡайҙа? Мин? Ағайым?
Артабан юбилярға арналған маҡтау һүҙҙәрен тыңлағанда үҙен ниндәйҙер бер билдәһеҙ һаләттә тотто, берсә үҙен томандар эсегдә осоп йөрөгәндәй хис итте, һөйләгәндәрҙе ишетһә лә мәғәнәһен аңламаны, айырым һөйләмдәрҙе тыңлап тәрән уйҙарға бирелгәнлектән, кисәнең күп өлөшөн аңы ҡабул итмәне.
Атаһының яҙған йырҙарына үрелеп барған матур кисәлә, береһенән-береһе уҙҙырып маҡтау яуҙыралар.
,,Районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы, республикабыҙҙа Бөйөк кеше иҫәпләнә юбилярыбыҙ ...
Ах, алай ҙа әсәй генәһе ишетмәй ошо һүҙҙәрҙе, ул ултырырға тейешле ине лә сәхнә түрендә атаһы менән йәнәшә. Ир күҙ йәштәрен һөртөп һығылып төштө, йонсоу йөҙлө, күндәм, хистәрен сығара һалып бармаған әсәһенең йөҙөн хәтерләне.
Атаһы менән әсәһе яратып өйләнешкәндәренә иманы камил, тәүге мәлдәрендә бер- береһенә һөйөү менән йылмайып баҡҡан күҙҙәре әлегеләй хәтерҙә. Атай һөйөүендә, әсәй ҡосағында үткән сабый саҡтарын бик хәтерләмәй ир, ә булды ундай бәхетле мәлдәре, кешелә өйҙәш йәшәгәндәрен, барак бүлмәләрендә үткән йылдар, ятаҡ тығыҙлығын белмәне ул балалығы менән, уйнарға дуҫ-иштәр күп, күңелле, атай-әсәй эргәлә, тамаҡ туҡ, ашаталар, кейендерәләр, ауылдан ҡартатайҙар, туғандар киләләр, йәй көнө ауылға барыу, иркенлеккә сығыу...
Яңы квартираларына күскәс кенә иҫ ингәндәй булды, туҡһанынсы йылдар башы, әсәһенең иң ҙур ҡыуанысы, эшләгән урынынан өс бүлмәле квартира биреүҙәре булғандыр. Ни тиһәң дә әсәһе өсөнсөгә бәпәй көтә, күсенеү мәшәҡәттәрен атаһының дуҫтары күтәрҙе, бер диван, балалар карауатын, өҫтәл-ултырғыстарҙы күтәреп ташынылар. Машина ялларға аҡсалары булмағанмы, яҡын йәшәгәндәрме, әйберҙәре әҙ булғанмы, былар балалар аңына барып етмәне, шатлыҡлы көн булып хәтерҙә ҡалған.
Ә бына аҙаҡ дуҫтары менән яңы квартираны йыуыуҙары, әлегеләй хәтерҙә, әсәһе ниңәлер һытыҡ сырайлы, балалар уны ауырыйҙыр, тип тә белмәй, бүлмәнән бүлмәгә йүгерешәләр. Аталары берҙән-бер өҫтәлде ҙур бүлмәгә сығарып дуҫтарын һыйлай, үҙе кеүек үк талантлы, дәртле дуҫтары шиғырҙар һөйләйҙәр, магнитофонға ҡушылып йырлайҙар, шиғырҙарға йыр яҙалар, дөрөҫөрәге шиғырҙарын көйләп уҡырға тырышалар, гармун көйҙәре яңғырап торҙо.
--Атаһы, мин хәлем хөртәйҙе, бер аҙ шаулашмаһағыҙ ине, әллә ҡунаҡтарҙы оҙатаһыңмы?...
Ишетмәй атаһы, әсәһе улдарын айырым бүлмәгә йоҡларға һалып эргәләренә кәкерәйеп кенә ятты, иҙәндә, әммә бәхетле, тәүге төн үҙҙәренең йылы иҙәндәрендә.
Белмәне балалар әсәйҙәренең шым ғына "Тиҙ ярҙам" машинаһын саҡыртып үҙе генә подъезд ишеге төбөнә сығып ултырып киткәнен. Аталарына әйтмәгән, иҫерек булғанында йөрөмәһен тигәндер, яңы күршеләре күрмәһендәр, сит кешеләр белмәһендәр, тигән изге уйҙа. Күңелле табындарын боҙғоһо килмәгәнме...
Бала табыу ваҡытын үткәргән булған, үле тыуған һеңлеләрен дуҫтары менән алып ҡайтып ерләне атаһы, ҡайғыһынан әсәләре дауахананан ҡайтҡансы айныманы, хисле кеше булғанғалыр, ауыр кисерҙе ҡыҙының үлемен.
Әсәһенең хисләнеп торорға ваҡыты булманымы, үҙе юҡта аслы-туҡлы йөрөп йонсоған балаларын тәрбиәләне, матур күлдәк-салбарҙар тегеп кейҙерҙе, башлыҡ-свитерҙәр бәйләне, ғөмүмән ике ҡулын һәлендереп буш ултырған сағын хәтерләмәй әсәһенең, бер ваҡытта ла.
Уҡытыусы булып эшләне ул, кеше әйтмешләй көрәп алған аҡсаһы мәңге етешмәне. Атаһының киләһе гонорарға тиклем генә тип, инәлеп һорап алған аҡсалары кире әйләнеп ҡайтманылар. Уның һәр саҡ бөтмәҫ бурыстары булды, төрлө банкеттарҙан, кисәләрҙән, осрашыуҙарҙан башы сыҡманы. Талантлы булды, әммә бөгөнгөләй уны бөйөк, тип атамайҙар ине әле.
Ауылдан килгән туған-тумасалар өҙөлмәне уларҙан, әсәһе лә ҡаршы килмәне. Ни тиһәң дә картуфы, майы, һөтө уртаҡ, ара-тирә һурпалыҡ ит тә эләгә. Килгән кешеләр булғанда талантлы йырсы-композиторҙар ҙа йыйылып төн уртаһына тиклем иҫерек йырын һуҙмай, ошо йырҙы тыңла, тип тәмле йоҡоңдан уятмай.
Ағаһы менән икеһе тулыһынса әсәй тәрбиәһендә үҫтеләр, иртәнсәк бергә сығып китерҙәр ине бер мәктәпкә, әсәһе эшкә, балалар уҡыуға, ҡайтһалар әсәһе дәфтәрҙәр тикшерҙе, киләһе көнгә пландар төҙөнө, балаларының дәрестәрен тикшерергә лә өлгөрҙө.
Бергә эшләгән уҡытыусы-коллегаһы үҙе олоғайғанлыҡтан баҡса участогын тәрбиәләп, ҡарап тороу шарты менән әсәһенә биргән, әсәһе ҡыуанып ең һыҙғанып баҡса сәсергә кереште, ни тиһәң дә ауыл ҡыҙы, эштең рәтен белә. Балаларын да эшкә ылыҡтырмаҡсы, эшләп үҫһендәр тигәр уйҙа, тик аталары ғына баҡсаға барырға ҡырҡа ҡаршы булды, ваҡыты ла юҡ ине, баҡсаға түтәлдәр өлгөргән, сәскәләр атҡан мәлдә генә барып, ижад итеп, моңайып ултырырға яратты.
Ҡайнатмаларҙы, салаттарҙы, әселе-тоҙло консерваланған йәшелсә-емештәрҙе әсәһе үҙе генә асып, ирәүәнләп тыныс ҡына ашағаны булдымы икән, атаһының бөтмәҫ дуҫтары менән йышлап ҡунаҡ булыуҙары, килгән-киткәндәр туғандар, төнгә саҡлы тауыш, шау-шыу, хатта үҙҙәренә йоҡларға урын ҡалмауы, өйҙә тыныслыҡты ебәрә ине.
Атаһының эштән-эшкә күсеүҙәре йышайҙы, эскелек арҡаһында ҡыуылды, тигән һүҙ сыҡманы, әммә өйҙә эшһеҙ ятҡан саҡтары күп булды. Етешһеҙлек үҙәгенә үткәндер әсәһенең, магазинда эшләгәндәр менән танышып, боҙолған, һаҡлау ваҡыты сыҡҡан ризыҡтарҙы сүплеккә сығарып түккән саҡтарында барып йыйып алып ҡайтыр ине. Оҙаҡ ҡына ҡарауыллап көткән мәлдәрендә өшөнө, туңды, буш ҡайтҡан саҡтарында ҡайғырҙы. боҙолған йәшелсәләр эләкһә лә һөйөндө, балыҡтарҙы, серей башлаған алмаларҙы бик теләп алды.
Тәмле алма бәлештәре, балыҡ котлеттары, майға ҡыҙҙырылған картуф бәлештәре... Былар ҡайҙан килгәнен береһе лә белмәне, ә ашаусылар күп ине, йәнәһе әсәһе уҡытыусы, аҡсаны көрәп ала, уңған киилен, еңгәй...
Әле бына яҡын туғандары, ағайымдың ишеге һәр саҡ асыҡ булды, өҫтәленән һый өҙөлмәне, тигәндәр быны беләләрме, һис юҡта әсәйҙәрен иҫкә төшөрәләрме...Юҡ, береһе хәтерләмәне ҡунаҡсыл, һәр саҡ ярҙамға килгән изге күңелле әсәйҙәрен.
Ағаһы тырыш булды, яҙмышын үҙе теләгәнсә ҡорҙо. Юғары белем алыуы, яҡшы урын биләүе үҙ тырышлығы, әсәһе этәргән юл. Ғаиләле, уны ла юбилейға саҡырмағандар, саҡырылмаһа ла кесе улы килде. Бына әле юбилей кисәһендә арттағы рәттә урын алған, йәшенеңкерәп ултырған ҡустыһының ғына юлы һикәлтәле булды, әсәһенә күп ҡайғылар килтерҙе, күҙ йәштәрен түктерҙе.
Һәләтле ине ул уҡыуға, йәшенән күпкә иртәрәк уҡырға, яҙырға өйрәнде, әсәһе ағаһына уҡырға өйрәткәнде ул мейеһенә һеңдерҙе. Беренсе, икенсе синыфтарҙа тик ,,бишлегә" генә өлгәште, тик күңелһеҙ ине уға дәрестә ултырыуы, теманы белә, һораһалар яуап бирә, ә ҡулы, уйы икенсе эштәр менән мәшғүл, төрлө мәҙәктәр уйлап табыуға маһир. Тиңдәштәре уға тартылдылар, күрә алмағандары ағаһынан ҡурҡтылар, тыныс, төплө, аҡыллы ағаһының тынһыҙ ҡурсыуында үҫте.
Әсәһенең йәйге ялдарында, шөкөр уҡытыусының ялы йәйгә тура килә, баҡсала ҡаҙыныуына, туҡтауһыҙ эшләүен күреп, ярҙам итте. Ағаһы менән түтәл ҡаҙышалар, ҡый үләндәрен утайҙар, емеш-еләк йыйышалар улар, тик быларҙың ниндәй көс, хеҙмәт талап иткәнлеген, тир түгеп алынғанын белә, яйлап сит кеше баҡсаларына төшөргә әүәҫләнде.
Баштараҡ ташландыҡ баҡсаларҙан йыйҙым тип аңлатып, йыйып алып ҡайтҡан ҡурай еләктәренә әсәһе ҡыуанып рәхмәт әйтте, ҡыярҙар өҙөп алып килтереп түтәл өҫтөнә күрһәтмәй генә һалды, аҙаҡ үҙе үк ,, уңышты" йыйып әсәһен ҡыуандырҙы. "Ташландыҡ" баҡсаларҙан йыйылған сейә, алмаларҙы ла ҡабул итте әсәһе, тик виноград үҫтергән бабай эҙәрлекләп килеп әсәһенә әйткәс кенә әсәһе һиҫкәнде, илай-илай ҡайыш менән бер һыҙырҙы. Атаһы белдеме ул ҡылығын, әйткәндерме әсәһе уға улының хилаф эш ҡылғанын, һәр хәлдә ул турала һүҙ ҡуҙғатманы. Хәйер, атаһы үҙе йөҙгән хыялдар болотонан ерҙәге йәшәйеш уға тик томандар аша ғына күренә ине. Эсһә лә мәғәнәһеҙ кеше булманы атаһы, күп кенә яуаплы вазифаларҙы биләне, тырышып эшләне, ҡул аҫтындағылар менән уртаҡ тел таба алды, өҫтәгеләргә ярай белде, үҙенсә әйткәнсә тормош ваҡлыҡтарынан азат булды. Әле сәхнәнән һөйләүҙәренсә һәр кем менән, олоһонан алып кесеһенә тиклем уртаҡ аралашыу темаһын табыр ине. Өйҙә әсәләре менән, балалары менән аралашыу ғына уға ауыр ине, квартплата түләү, кран боҙолоу, ашарға ризыҡ табыу бөйөктәр эше түгел, талант ҡанаттары күккә осора, дан бейеклегенә күтәрә, хистәр диңгеҙендә йөҙҙөрә, ә һин бында душ краны боҙолған имеш, йыуына алмаһағыҙ ауылға ҡайтырбыҙ, унда мунса, саф һауа, таҙа һыу, тәбиғәт!.. Экзотика!
Йыш ҡайттылар ауылға, әсәһе яҡлап та, атаһы яҡлап та туғандары көтөп алырҙар ине. Дуҫ иштәренә яңы ғына бешеп өлгөргән йырҙарҙы йыуҙырыу, тәбиғәт ҡосағында илһам алыуҙар эҙһеҙ үтмәне, йыш ҡына таңға саҡлы яңғырар ине иҫерек буҙлауҙар, һуңынан ауырыған баштарҙы төҙәтеү. Әсәһе лә ауылда буш ятманы, йыуҙы, йышты, еләк йыйҙы, муйыл тирҙе, бесән сабышты, картуф күмеште. Кеше өлөшөнә инмәҫкә тырышыуы ине, үҙҙәренә күстәнәс булып киләсәк ризыҡҡа ҡара тире һеңһен тине, һау-сәләмәт балалар үҫтереү ине маҡсаты.
Сәхнә түрендәгелергә күренергә теләмәгәненең дә бар үҙ сәбәбе. Тормошо үҙе теләгәнсә барып сыҡманы, әсәһе аҙаҡ урлап йыйған емештәрҙе ҡабул итмәгәс, һыраға, виноға алмаштырыу йүнен таптылар, аҡсаға алыштырҙылар. Һуңғараҡ баҡса йорттарына төшөү ҙә төшөмлө икәнлеген белделәр, атаһы әйтмешләй "талант не пропьёшь! ", был өлкәлә лә бер нисә йыл тотолмай уңышлы эшләнеләр.
Әсәһе тәҡдим иткәнгә генә юғары белем биреү уҡыу йортона йүнәлде, тик эсеп тотолғас ҡыуылды, урта профессиональ белем биреү йортона индерҙе әсәһе. Бында ауылдан килгән баланың телефонын тартып алып туҡмаған өсөн өс йылға иркенән мәрхүм ителгәндән һуң, әсәһенең түҙемлек ептәре өҙөлдө, атаһы менән айырылышты, өс бүлмәле квартираны бүлдереп йәшәүгә килешкән ата-әсәһе, айырым йәшәй башланы.
Әсәһе унда ла ташламаны атаһын, юҡ-юҡта барып уның өйөн йыуыштырҙы, керҙәрен алып ҡайтып йыуыр ине, кисәләрҙең түрендә булған атаһының костюм салбарҙарын йыуып үтекләп алып барыр ине, ҡасандыр ҡәҙерле булған кешеһенең һашшағына батып йөрөгәнен күргеһе килмәне, кеше араһында күрмәлекле булһын.
Балаларына аталарын яманлап һөйләмәне, ысынлап та яманларлыҡ кеше лә булманы аталары, тауыш күтәрмәне, һуғышманы, бары үҙен генә яратҡан, былағай, характерһыҙ йомшаҡ әҙәм ине. Үҙен йәлләгәнде, күтәремләгәндәрҙе хөрмәт итте, кемдеңдер ышығында йәшәргә тырышты, дан, аҡса, ҡунаҡ-төшөм яратты.
Һәм тиҙ арала әсәһенә алмаш та тапты, күренекле кешенең ҡәҙерле балаһына тош булды. Ҡайны кеше теҙгенде ҡыҫҡа тотто, эсмәйһең! Юл сатында һайлау алдында торған атаһы дөрөҫ юлды һайланы, ташланы элекке тормошон, эскелеген, йәш, дәртле ҡатын ыңғайына матур йәшәрлек, муллыҡ, байлыҡ, дәрәжәгә илткән юл.
Онотто элекке ғаиләһен, кәрәкмәй ине уға проблемалы малайҙар, береһенә уҡырға ярҙам кәрәк, икенсеһе төрмәлә посылка һорай. Бында йәш ҡатыны алмалай ҡыҙ табып бирҙе, шул саҡта ғына белде үҙендә атайлыҡ хистәрен, үткәндәрен хәтеренән юйырға теләне, һыҙып ташлар ине ғүмеренең шул өлөшөн.Унда эскелек, етешһеҙлек, ғүмеренең ҡараңғы яғы, бында байлыҡ, һөйөү, наҙлылыҡ, матурлыҡ...
Ниндәй генә түләүле түңәрәктәргә йөрөтмәнеләр ҡәҙерле мөхәббәт емештәрен, ни теләһә алдында булды. Ҡыҙ ҙа әсәһе өлгөһөндә алға, тик алға ынтылды, нәзәкәтле, иркә, талантлы туташ булып буй еткерҙе.
Бәхет диңгеҙендә ҡолас ташлап йөҙҙө етмешкә еткән уҙаман.Элекке квартираларында йәшәгән ҡатынының хәлен белешергә ҡыймай ҙа, булған, бөткән, үтте, китте, уның өсөн элекке тормошо юҡ, һыҙып ташланы.
. Афишаларҙан белде атаһының етмеш йәше айҡанлы үтәсәк юбилейҙы , юғиһә бер нисә тапҡыр иркенән мәхрүм ителгәнгә тыуған яҡтарында күптәнән күренгәне юҡ ине. Ҡулындағы бүләге лә ябай, элек ағаһы менән икәүләп атаһының яҙған йырҙарын йырлап төшкән баласаҡтағы видео, әсәһе атаһының утыҙ йәшенә бүләк итеп яҙҙырған видео ине, ваҡытында тапшыра ғына алманылар, ағаһы ла матур йырлай, оҙон көйгә моңо бар тигәйнеләр өлкәндәр.
Атайығыҙ яҙған йырҙар мәңгегә күңелегеҙҙә ҡалһын, күңелегеҙҙә үпкә йөрөтмәгеҙ, беҙҙең яҙмыш һеҙҙең тормошоғоҙҙо боҙмаһын, атайығыҙҙы онотмағыҙ, был әсәйҙәренең күп тапҡырҙар ҡабатлаған һүҙҙәре.
Иртә киткән мәрхүмә, әсәһенең һағыш-ҡайғыларында үҙенең өлөшө күп икәнлеген белә ир, атаһы ташлағас бар ғүмерен балаларына бағышланы, осрашыуҙар һорап тейәнеп килеп йөрөнө улы янына. Бүлешкәндән ҡалған квартираһын уға яҙҙырған, хатта ағаһына ул ҡайтҡансы коммуналь түләүҙәренә түләр өсөн барлыҡ йыйынтығын ҡалдырған, ә үҙе һәр саҡ үҙе теккән күлдәктәрендә йөрөнө, салбар, костюмдәрен үҙе текте.
Хәтерендә дуҫтары менән ниндәйҙер осрашыуға парлап саҡырғандарында атаһы әсәһенән, ошо кейемдә бармаҫһың инде, тип көлдө. Әсәһе эшенә ярашлы гел уҡытыусы талаптарына тап килтереп кейенә ине, кисәләр өсөн күлдәктәре лә булмағандыр. Шул саҡта әсәһенә матур-матур күлдәктәр алып бирергә хыялланғайны ла улыҡайы, бары хыялда ғына ҡалды, тормош юлы сатаһында яңылыш юлдан китте.
Бала-саҡтағы атаһының яҙған йырҙарын йырлап төшкән флешканы кисәне алып барыусыға тапшырған, үҙ сиратын көтөп ултырған ир тынысһыҙланды. Нимә тип башлар атаһына ҡотлау һүҙҙәрен, барлыҡ ғаләм алдына сығып баҫҡас юғалып ҡалмаҫмы...
Башына ҡыҙыу ҡан югерҙе, әйтер һүҙ тапмауҙан түгел, күп ул әйтер һүҙҙәре, оҙаҡ әҙерләнде бында килерҙән алда атай, тиер, беҙҙең арала егерме һигеҙ йыл ята, тиер. Һағындым тиер, һин ныҡ кәрәк булдың, кәңәшеңә мохтаж инек тиер. Тағы... Күҙҙәренә йәш төйөлдө, танауы мыршылданы, юҡ, әҙер түгел икән бөйөк кешене мәртәбәле юбилейы менән ҡотларға, ата менән ул араһындағы күпер емерелгән, икеһе ике ярҙа. Тыныслыҡта ҡалдырырға кәрәктер уны, йәшәһен үҙенсә республиканың бөйөк кешеһе, үҙ районының Йөҙөк ҡашы, район өсөн ниндәй эштәр башҡарҙы, бары ошонда тыуып үҫкән өсөн генә бөйөкмө...
Ә әсәһе ҡашһыҙ йөҙөк инеме, әллә бөйөк кеше, үҙенә таман булмағанға, тап килмәгәнгә ташлап киттеме уны. Затлы йөҙөккә алыштырҙы, үҙе шул йөҙөккә тиң булырға тырышып үтте ғүмере.
Залдан сыҙамай сығып китте исемһеҙ ир күҙ йәштәренә быуылып, бына ҡотларға уның сираты етте, кейенеү бүлмәһендә үҙенең бала саҡта йырлаған йырын ишетеп ашыҡты, хәҙер уның сығышы, ҡабаланып сығып китте, әйтерһең уны кемдер ирекһеҙләп туҡтата. Хәйер, аҙағынаса йырлатып та бөтөртмәнеләр шикелле флешкаға күсерелгән балаларының йырын, бөйөк кешенең бер ҡарашы етте туҡтатырға, башҡаса һүҙ ҙә булманы был турала, күптәр белмәнеләр кемдәр йырлай башлағанын.
Кисә аҙағына яҡынлашты, барлыҡ ғаләм аяғүрә баҫып юбилярҙы тәбрикләне, алғыштарға күмеп устарын йәлләмәй ҡул сапты.Яҡындары янына килеп ҡулын ҡыҫырға тырыштылар бөйөк кешенең.
Гөлдәр Кәлимуллина.