Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
27 Ғинуар , 18:55

Рәнйеш

Ниңә төшкә быҙау ингән өсөн дә ҡайғырып ятырға әле? Ана, тормош ҡайһылай матур! Гүзәле лә: "Мал күреү — байлыҡҡа!" — тисе. Дөрөҫ әйтә ул, ғүмер буйы ырым-шырымға ышанмағанды, иллегә еткәндә бер күрәҙәсе аҡтығының һүҙҙәрен ысынға юрасы.

 

Суҡынмыш күрәҙәсеһенә лә инмәҫ ине. Әлеге шул, аҙҙырыр көн яҙҙырыр, тигәндәй, юлда йөрөгәндә машинаға кемде генә ултыртмайһың да, кемде генә төшөрмәйһең. Донъя бөтәйтәм тип ағас юллап йөрөгәндә ултырҙы бит бер бисә. Һүҙ артынан һүҙ китте: йомош-юл сәбәптәре, фәлән дә төгән... Ошо юл өҫтөндә ятҡан удмурт ауылына барыуы икән бының. "Ирем юғалғайны, ике айҙан һыу буйынан таптыҡ, үлтереп кенә ырғытҡандарҙыр инде", — тип, күҙ тирәләрен дә һөрткөләп алды. Билдәле, Әһли уны йыуатҡан булды, арҡаһынан ҡағып һөйҙө. Ошо мәл тәне сымырлап китте, йөрәге ярһыны: ҡатындың тән ҡайнарлығына ирмен тигән һәр кемдең түҙемлеге етмәҫ ине, билләһи. Уныһы ҡаршылашманы ла. Сабый бала шикелле, Әһли һөйләгәндәргә тынысланып, көйләгәндәргә көйләнеп, уйнап әйткәндәренә йылмайып барҙы. Әйтеп аңлатмаҫлыҡ кисереш солғап алды ирҙе. Ҡосһа ҡуйында иреп китерҙәй сибек кәүҙә, һурып үпһә нәфсеһенә кәрәсин һиберҙәй һутлы ирендәр — барыһы ла үҙенә тартты. Тик... Тик юлы ғына ҡыҫҡараҡ булды — теге ауылға килеп тә еттеләр. Ләкин Әһлиҙең ҡатындан һис айырылғыһы килмәне, уны үҙе янында көнө буйы ултыртып йөрөткөһө, ҡайнар ҡосағына алғыһы килде.

Уларҙы һикһән йәштәрҙәге әбей ҡаршы алды. Кейеменә ҡарап, һис күрәҙәсе тимәҫһең. Урамда осраһа, алдан кем икәнен белмәһәләр, ябай ауыл ҡарсығынан айырмаҫтар ине: боронғосараҡ бала итәкле күлдәк кейгән, башына ап-аҡ яулыҡ бөркәнгән, етеҙ хәрәкәтле, әбейҙәргә хас матурлығы йөҙөнә сыҡҡан — эске бер нур бөркөлә.

— Һин, һеңлем, бәләкәй яҡта ултырып тор. Бөгөн тәүгеһегеҙ, шуға эште ир-аттан башлайым, — тип, Әһлиҙе үҙе артынан эйәртте.

Ирҙең йөрәге жыу итеп ҡалды. "Был берәй хөсөтлөк уйлай күрмәһен, ниңә мине алдан саҡырҙы әле, әллә был ҡатынды арбар өсөн юрый ғына инеүемде белдеме?" — тигән уй үтте уның башынан.

— Ошонда, яҡтыға килеп ултыр. Мин хәҙер, тәңкәмде генә алам, — тип, әбей һандығынан көмөш тәңкә сығарҙы. Уны усына һалып, Әһлиҙең ҡаршыһына килеп ултырҙы. — Ҡана, ун һум бир әле, тәңкәне шуға һалып ҡарайыҡ.

"Әһә, ошо аҡса тип кенә күрәҙә ҡарай бит ул, нимәһен белһен?" Әһли әбейҙең усына унлыҡты һалды. Үҙе ҡарсыҡтың һәр ҡыланышын күҙәтте. Аҡса һорағанса булған шик-шөбһәләре тамам юғалды, торған һайын, тик аҡса өсөн генә бизнес асҡан был уғры ҡарсыҡ, тигән уйы нығынды. Сихырсы (Әһли уға күңеленән шулай тип исем ҡушҡайны) усына аҡсаны йәйҙе, уның өҫтөнә тәңкәне һалды.

— Һинең күрәҙәгә ышанмағаныңды беләм, уныһы үҙеңдең эш. Бында ла осраҡлы ғына керҙем, тип уйлайһың. Юҡ, нәфсең индергән миңә, шуға ла һине тәүләп саҡырҙым. Ул ҡатын менән ҡабат осрашыр булһаң, ғаиләңдән ҡалыуың бар, — тип һөйләп алып китте күрәҙәсе.

Әһли өнһөҙ булды. Ултырғысына һеңә төштө, күңелен шик-шөбһә солғаны, сихри көс ҡарсыҡтың ауыҙына ҡаратып ҡуйҙы ла ҡыбырларға ла ирек бирмәне.

Әбей Әһлиҙең бар тормош юлын теҙеп сыҡты. Ир шаҡ ҡатып, мәңгерәп тик ултырҙы. Шул саҡта теге:

— Алда ни көтөрөн дә әйтергәме? — тип һораны.

— Эй-йе... Үҙем дә аптырап ултырам, ҡайҙан беләһегеҙ ошо тиклем?

— Тәңкә күрһәтә. Ҡыйын булһа ла әйтәм, һинең гонаһың күп. Ләкин береһе хәтәр... — Күрәҙәсе, әйтергәме-юҡмы тигәндәй, тынып ҡалды.

— Ниндәй гонаһ ул? Әйҙә, мин ҡурҡмайым, һөйлә...

— Мал рәнйеше. Тәүбәгә килмәһәң, уныһы ебәрмәүе мөмкин. Ғәҙәттә, мал рәнйеше ебәрмәй. Шуға хужаларына барып әжерен бир.

Мал рәнйеше. Харап икән, тип уйланы Әһли, ҡарай алмағас, ниңә уларҙы аҫрайҙарҙыр инде? Йәй булһа иген баҫыуында патрау яһайҙар, көҙөн сөгөлдөрҙән ҡайта белмәйҙәр. Аптыранылар бит шул быҙауҙар менән. Әһли ҙә, прсиҙәтел Насрый ҙа, сатан Нурис пеләүәт тә күтәнен сығарғансы тырышып ҡараны, юҡ, аңламанылар, һалынған штрафтар ҙа, эшләгән игендәрен бирмәүҙәр ҙә өркөтмәне хужаларын. Бер мәл бик шәп уйға килделәр: күрше ауылдарға, хатта унан да ары ҡыуырға!

Ләкин был да ҡурҡытманы халыҡты — барып таптылар, алып ҡайттылар.

Бер көндө Насрый Әһлиҙе саҡыртты.

— Дә, абзый, нишләйбеҙ? Һинең баҫыуҙар тапала бит, — тип елкәһен ҡашыны прсиҙәтел.

Әһли бер аҙға шымып ҡалды. Уйлағандарын әйтергәме-юҡмы тигән шикелле, уратып ҡына һүҙ башланы:

— Насрый Ғәлләмович, минең бер уй бар ҙа ул...

— Йә-йә, әйтеп ҡара, ниңә фекереңде эрзинкә һымаҡ һуҙаһың?

— Ней, ҡомаҡтарҙың арҡаһын ярып, тоҙ һибеп ебәргәндәрен ишеткән бар. Шунан ни, теге сыйнап саба, ҡалғаны ҡурҡып йорт тирәһенән ҡаса, имеш.

Рәйес кеше ҡорһағын тотоп, һыны ҡатҡансы көлдө. Күҙҙәренән бәреп сыҡҡан йәштәрҙе һөртә-һөртә, туҡтаған арала Әһлиҙе лә маҡтап алғыланы:

— Ну һиндә баш, абзый, ну, баш! Бынан ары: "Минең быҙау баҫыуға инмәй, минең быҙау бәйле тора", — тип әйтеп ҡараһындар инде. Ну, баш һиндә, абзый!

Пеләүәт Нурис менән Әһли быҙауҙарҙың баҫыу эргәһендә генә үҫкән ҡайын төбөндәге күләгәгә сығып ятҡандарын оҙаҡ көтмәне. Көн ҡыҙыулата башлағас яҡындағы быуанан төшөп һыу эстеләр ҙә, бер ни һиҙенмәгән хайуанҡайҙар өйрәнгән урындарына йүнәлде. Егермеләп булырҙар. Алдан "ата ҡаҙ" Мәснәүиҙеке бара. Үҙенә оҡшаған — һөмһөҙ; һағыҙын сәйнәй-сәйнәй бошонмай ғына атлай. Уның артынса "скилет" Шәрәфтеке. Үҙенән тыуһа ла был тиклем оҡшамаҫ: оса һөйәктәре тырпайған, ҡабырғалары сығып тора. Әстәғәфирулла, һыйыр малы түгел был, торғаны кәзә бәрәсе.

Һәр бер быҙауға килешле һүҙен табып, хужаларына оҡшатып, оҙаҡ көлөштө улар. Мәле еткәс, тик бер генә сетерекле мәсьәлә килеп сыҡты: ҡайһыһының арҡаһын ярып, тоҙ һибергә?

— Ата ҡаҙҙыҡын инде, ул бит важактары, — тине Нурис, һис уйлап тормай.

— Йо-оҡ. Ул һөмһөҙөң өҫтөңдән төшмәҫ, судҡа бирер. Йә, берәр ҡабырғаңды һанар. Унан тағы, ҡустыһы милисәлә эшләй түгелме?

— Дә-ә... Ә скилет Шәрәфтеке нисек булыр?

— Дауай! Ул өндәшмәҫ. Быҙауын түгел, ҡатынының артына тоҙ һипһәң дә тауышы сыҡмаҫ. Сыҡһа тағы, һаламына ла, трахтырына ла миңә килә, — тип йөпләне уны Әһли.

Быҙауҙар ҡурҡманы. Һуҙылған муйындарын күтәреп, моңһоҙ күҙҙәрен алартып ҡаранылар ҙа, һағыҙҙарын сәйнәй-сәйнәй, иренеп кенә ҡойроҡтары менән себен ҡыуыуҙарын белделәр. "Скилет" бик тиҙ табылды. Нурис уның муйынына элмәк һалды, йәһәтләп моронона тиклем бәйләп алды.

Әһли ветврачтан алған скальпелын быҙауҙың умыртҡа һөйәге буйлап батырҙы. Хайуанҡай, әсе мөңөрәп, һикереп торҙо ла, башын уңлы-һуллы һелтәй-һелтәй, әйләнергә тотондо. Тик Нуристың ебенән тиҙ генә ысҡынырлыҡ түгел ине. Арт һанын һикерткән быҙауҙы ҡайынға терәнеләр, яраһына услап-услап тоҙ һалдылар. Әрнеүгә түҙә алмаған быҙау, ебен өҙөп, ауыл яғына ҡарай — өйөнә табан сапты. Уның артынса, әсе "мө-ө"лдәп, бүтәндәре эйәрҙе.

...Әһли кинәнеп кирелде. Тәнендә ҡалған бар йоҡо ғәләмәтен сығарып бөтөргәс, ауыҙын ҙур асып, йәмһеҙ итеп иҫнәп алды.

— Нисек унда, кәләш, сәй ҡайнанымы?

— Әҙер булмай, уятҡанға ни ваҡыт, һин һаман тормайһың. Ай-һай, быҙау инмәгәндер төшөңә, берәй мәрйә кергәндер әле, түшәктән айырылыр инең бығаса. Әйҙә, тор, район үҙәгенә лә бараһың бар...

Юлда йөрөргә ярата Әһли. Бигүк яңы булмаһа ла, "Москвич"ы әлегә тиклем һынатҡаны юҡ. Ҡайһы кешенән, "Москвич" та булдымы машина, кәзә лә булдымы мал, тигәнде ишеткәне бар барлыҡҡа, тик уға һис иҫе китмәй. "Ауыл ерендә самай хадауай инде ул, — тип ебәрә. Аҙаҡ былай тип өҫтәп ҡуя: "Волга"ға ла хут етерлек тә, бензинды күп ашай, "Жигули"йы аҙ ғына бысраҡта ла бызылдап ултыра. Ҡыҙҙар артынан сабырға түгел әле, ултырғандары бынан да буш төшмәй, ха-ха-ха..."

Юлы әллә ни оҙон түгел, шулай ҙа уйланып барырға ла, хыялға бирелергә лә ваҡыт етерлек. Машинаһын ҡыумай ул. Ғәҙәте шулай. Ун минут алдан барып сиратҡа баҫтың ни, һуңғараҡ ни — бер ни үҙгәрмәй, тигән ҡарашта. Ауыл туҡталыштарына етәрәк тиҙлекте тағы ла аҡрынайта төшә. Ана, Исмәғил ауылы күренә. Ары — боролма. Ярата ул ошо боролманы. Бик ашыҡмағанда машинаһын ситкәрәк ҡуя ла, төшөп, ҡоштар тауышын тыңлап ала, аҫта ғына көмөш тәңкәләй ялтыраған күлдән силәгенә һыу алып менә, тәҙрәләрен йыуа.

Туҡта! Аяҡтар муфта педале менән тормозға баҫты. Ни күрһен — юлдың эргәһенән генә быҙау, яңы ғына тыуған быҙау тәнтерәкләп бара!

Әһли үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Машинаһынан төшөп, иҫе китеп тәбиғәт мөғжизәһенә ҡарап торҙо. Яңы ғына донъяға килгән мышы балаһы! Аяҡтарында ла йүнләп баҫып торалмай, бахыр, сайҡала, бер-ике аҙым атлай ҙа хәл ала, тағы китә, абынып йығылырҙай була. Әсәһе ҡайҙа икән? Моғайын, юлдан ситтәрәк, ағастар араһында сабыйын тапҡандыр ҙа оло ғазаптан һуң һыуһынын ҡандырырға күлгә төшкәндер. Ә был мәхлүк тәнтерәкләй-тәнтерәкләй имей эҙләп сыҡҡандыр. Шул саҡ, күк көмбәҙеләй, Әһлиҙең хәтере асылып китте, бынан бер нисә сәғәт элгәре генә күргән төшө иҫенә төштө. "Белгең килһә, төштә мал күреү — байлыҡҡа ул", — ти Гүзәлдең тауышы.

— Бына һиңә, мә, бирермен тигән ҡолона, сығарып ҡуйған юлына, тигәндәре ошолор инде, — тине ир үҙ алдына. — Вәт була сюрприз! Бөгөнгә районы ла, йомошо ла суҡынып китһен...

Әһли быҙау өҫтөнә иҫке пинжәген япты. Шул ыңғайы уны ҡосоп күтәрмәксе булды. Тик мышы балаһы тиҙ генә бирешергә теләмәне: ауыр ҙа, теремек тә ине.

Артҡы ишектән саҡ индерҙе ул. Үҙенең дә хәле бөттө. Етмәһә, быҙауы бер туҡтауһыҙ мөңрәй, күңеленә шом һала, былай ҙа урынынан ҡупҡан йөрәген дарҫлатып типтерә.

Ни ғәләмәт, кирегә борола башлаған машина һелкенергә тотондо. Уйламаған, кәрәкмәгән яҡҡа ҡайыра. Әһли "Москвич"ын туҡтатты ла артына әйләнде. Йә, Хоҙа-ай... Унда сатай-ботай ботаҡҡа оҡшаған эре мөгөҙлө мышы машинаны күтәрә, тояҡтары менән багажникты иҙгеләй, тәҙрәгә бәрә. Ир ни эшләргә белмәне. Алға ла ҡуҙғалырлыҡ түгел: икенсеһе капотты иҙә, ишеккә тибә. Мәхшәр, мәхшәр ине был. Бына тәҙрәләр "һөткә" әйләнде, уның артынса ҙур тояҡ эскә үк килеп керҙе. Машина ауырҙай булып бер һауаға күтәрелә, бер "дыңҡ" итеп урынына ултыра.

Әһли артҡы ишектең тотҡаһына үрелде. Нисек тә быҙауҙы сығарырға кәрәк бынан, тип уйланы ул.

— Бар, йәһәтерәк сыҡ инде, инәңде, — тип, аяғына баҫалмай аҙапланған быҙауҙы этәрергә кереште. — Имгәк, ни тип алғанмындыр мин һине. Әй, Аллам, ҡотҡар мине зинһар, бынан ары һиңә генә һыйынырмын, һиңә генә! Ҡотҡар, зинһар...

...Бер юлы меңләгән йондоҙ йыһанға һибелде. Ҡараңғылыҡ яйлап ҡына ирҙе лә йондоҙҙар артынан үҙенә һурҙы. Ошо мәл бер дәү быҙау пәйҙә булды. Ҡан һауған күҙҙәрен алартып, шөкәтһеҙ телен әйләндергеләп Әһлигә ҡарап торҙо ла, ҡойроғон сәнсеп, ары сапты. Уның артынса, әсе "мө-өлдәп", бүтәндәре лә эйәрҙе…

 

Рәлис Уразғолов.

Автор:
Читайте нас