Вәлимә Хәйрулловна ауыр көрһөнөп ҡуйҙы, яулыҡ осона күҙенән сыҡҡан йәштәрҙе һөрттө һәм телефонын комодҡа һалды.
Артурҙың телефоны тынып ҡалды. Ул тыныслыҡҡа кинәнде. Мәғәнәһеҙ видеолар, юҡ-бар стикерҙар килеүҙән туҡтаны.
--Ниһайәт, аңланы әсәй,--тип уйланы ул.
Эш менән аҙна үтте. Йома кис дуҫтары менән кафеға барҙы. Һүҙ араһында бер дуҫы телефонына ҡарап: “Әсәйем ҡыяр тоҙларға өйрәткән видео ебәргән”,--тип көлөп ҡуйҙы. Уға башҡалар ҡушылып көлдө. Шул мәл Артур телефонына күҙ һалды. Уның әсәһе инде бер аҙна бер ни ебәрмәй. Статусында ла: «Был(а) в сети: 6 дней назад» тип яҙылған.
Артур һиҫкәнеп китте. Әсәһе бер аҙна тиерлек интернетҡа ла инмәгәнме ни?! Артур әсәһенә шылтыратты. Гудок бармай. Артур ҡабат шылтыратты, яуап биреүсе булманы. Тиҙ генә тороп кафенан сыҡты ла машинаһына ултырып ҡасабаға йүнәлде. Төн етеп килеүгә ҡарамаҫтан, юлда күрше инәйгә шылтыратты.
--Инәй, минең әсәй күренмәйме?
--Уй, Артур, Вәлимә күптән күренмәй шул. Ике көн элек ишеген шаҡығайным, асманы, бер ҡайҙа киткәндер тиһәм.
Артур тиҙлеген арттырҙы. Солан ишеген бер-ике туҡманы ла, асыусы булмағас, солан тәҙрәһен ярып, ҡулын эскә тығып, ишекте асты. Дөбөр-шатыр барып ингәндә әсәһе йоҡлап ята ине. Ул тертләп китте:
--Улым, бер нәмә булдымы әллә? Ҡурҡыттың бит.
Артур тәрән тын алып яйлап сүкәйеп ултырҙы. Ҡалтырай ине ул.
--Әсәй, нишләп телефоныңды алмайһың?
--Үҙең әйттең бит юҡҡа маҙаһыҙлама тип. Телефонды ни шунда һалғайным, һүнеп яталыр.
Артур комод янындағы телефонға күҙ алды. Ысынлап “үлеп” ята икән. Янында блокнот ята. Унда һәр көн хәбәр яҙылып барған:
“Шишәмбе. Бөгөн ҡояшлы көн. Артур, һинең менән паркта йөрөгән саҡтар иҫкә төштө. Бәләкәй инең әле. Шунда туңдырмаңды яңылыш төшөрөп ебәрҙең дә илап ебәргәйнең. Ииий, яратам, улым”.
“Шаршамбы. Ҡан баҫымы шаяра. Дарыу эстем. Һиңә әйтеп тормайым, ҡамасаулағым килмәй. Эшең күп бит һинең. Тик бел: мин һинең менән ҡорурланам, балам!”
“Кесе йома. Төшөмдә атайыңды күрҙем. Һиңә сәләм әйтте, үҙен һаҡлаһын тине”.
Артур был юлдарҙы уҡыған һайын тулҡынланды, үҙенең иҫәрлегенә көйҙө. Әсәһе бит көн дә смс-хәбәр ебәреп үҙенең иҫәнлеген, улын яратыуын белдереп барған. Был йәшәү пульсы булған. Ә Артур ул пульсты туҡтатып маташҡан. Ә инсульт булһа шунда? Белмәй ҙә ҡалыр ине бит.
Артур ялға әсәһендә ҡалды, ҡоймаларҙы, телевизорҙы йүнәтте, яңы ҙур экранлы телефон алып бирҙе.
--Әсәй, көн дә хәбәр ебәреп тор, йәме,--тине китер алдынан.
--Нимә ебәрәйем, улым?
--Нимә булһа ла! Бесәйҙәреңде, открыткаларыңды, һауа торошон, пирог рецепттарын. Көн һайын. Ишетәһеңме? Һәр таң. Һәр иртәң хәйерле икәнен белеп торғом килә. Был минең өсөн мөһим. Стикер килә икән, тимәк, һин бар, әсәй!
Артур юлға сыҡты. Шул саҡ телефонына хәбәр килеп төштө: унда ромашкалар тотҡан бесәй тора ине һәм “Хәйерле юл!” тип яҙылған.
Артур яуап яҙҙы: “Рәхмәт, ӘСӘЙ!”
Әхлаҡ:
Ата-әсәләрҙән килгән хәбәрҙәр спам түгел. Был уларҙы һеҙҙең донъя менән бәйләгән берҙән-бер еп. Уны өҙмәгеҙ. Бер көн телефонығыҙ мәңгелеккә өндәшмәҫ, һәм һеҙ «хәйерле иртә» тип яҙылған бер открытка өсөн бар донъяғыҙҙы бирергә әҙер булырһығыҙ, әммә уны бер кем дә ебәрмәҫ.
Интернеттан ирекле тәржемә.