Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
19 Ғинуар , 15:55

Бисә алып бирмәйһең...

(Рәсәйҙә бер ир-егеткә йөҙ ҡатын-ҡыҙ тап килә...)Әүәлерәк әрәпе алдынан ҙур «Уфа» электр машинаһы менән кер йыуам. Ғәйет байрамы хөрмәтенә йыуынып-йышынырға бер нисә көн алданыраҡ башламаһаң әрәпе көнөндә генә өлгөрөп булмай, ете уландарым да ҙурайып бөткәндәр инде, шулай ҙа үҙ эштәренән бушамайҙар, ололары хөкүмәт эшен бөтөрөргә тырышһалар, кеселәре уҡыуҙа, һыу, утын яғынан ярҙам итәләр ҙә, тик барыбер керҙәрен үҙем ҡарап, сүпләп, түшәк-яҫтыҡ тыштарын үҙем йыуам, аҙаҡ һүтек-йыртыҡтарын ҡарап, тегерлеген тегеп, йыйыштырып ҡуйырға йәтеш. Ауыр, тик ҡалайтаһың, үҙ балаларым, риза булып тәрбиәләйем, дүрт-биш бала булғанда беленмәй ине, ете уланды ҡарау ауырашты, йәш тә ыңғайлай шул, был да бер сәбәпсеһелер. Кеселәре  үҙҙәренсә йыйыштырырға тырышалар ҙа, әммә арттарынан төҙәтеп, туралап үтергә ғәҙәтләнгәнмен  Юҡ-юҡ, малайҙарығыҙ эш мәне белмәй үҫәләр, ялҡауҙарҙыр, тип әйтә күрмәгеҙ, мунсанан һуң эс кейемдәрен, эш кейемдәрен үҙҙәре йыуалар, шулай ҙа әлдән әле ошолайтып тауҙай өйөп үҙем бер быуа кер йыуып алырға күнеккәнмен, сүпләһәң табыла керле кейемдәре, балалар мәрәкәләгәнсе ревизия үткәреп алам.

 Муйындан батып йыуырға өйгән керҙәремдең осона сығып бөтөүгә еткәндә, алыҫ туғаным килеп керҙе, ҡулында бәйләме, ярай, арығанды күрә, ойоҡ-носкиҙәрҙе әйләндерешеп элешһә, үҙем тиҙ генә эш урынымды йыйыштырырып ҡуйһам , бергәләп ризыҡланырбыҙ, иртәнге яҡҡан мейескә ит менән картуф тыҡҡанмын, барыбыҙға ла етер.
— Малайҙарыңа бисә әпирмәй дауна, йөрөйһөң үҙең ыҙаланып, шуларыңа эстерәпкә булып,...-оҙон-оҙон тимер сыбыҡтарға эленгән керҙәремде күреп баш сайҡай.
Арып-талған билем тәнемде тотмай башланы, быуындарым хәлһеҙләнеп, күҙ алдарым ҡараңғыланып китте, иртәгә әрәпе, унан изге Ғәйет  байрамы етә, тигәндә лә кешенең шулай битенән алыр  икән кеше. Мин алып бирмәйем тигәнем юҡ та, алам тиһәләр ҡыуанып риза булырмын да, юҡ шул, һәр кемдең үҙ яҙмышы.
—Айбулатың утыҙға етеп бара инде, аҡсаларын услап тотоп яман өйрәндең хәҙер, бисә алһалар миңә эләкмәҫ, тиһеңдер инде, ана, автомат машинка алдыр, городта хәҙер керҙе шулай йыуалар тей.
Өндәшмәнем ҡаршы, юғиһә кисә генә балалар алып ҡайтып ҡуйҙы уныһын, Ғәйет  байрамы бүләге әсәй һиңә тинеләр, ваҡыттары булһа тоташтырырҙар, еренә еткереп эшләп тә бирерҙәр, Иншаллаһ.
 Рәнйене күңелем, уландарымдың  аҡсаһы өсөн бәхеттәренә арҡыры ятам тип уйлайҙар микән кеше, эйе, эшләгән аҡсаларын үҙем барып алам кассирҙән, икәүһе карталарынан алып ҡулыма бирәләр, үҙҙәре шулай теләне, кәрәкһә һорап алалар, туй-фәлән үткәрһәләр тигән йыйған йыйынтығым да байтаҡ, ауылда техникаһыҙ ҙа булмай, алығыҙ тип кенә торам, кәләш алһалар йәшәрлек ерен дә хәстәрләү минең өҫтә булыр тип уйлайым. Кәләш тә тимәй бит ҡотһоҙ, бисә алып бир имеш. Көйҙөм ныҡ, шул арала носкиҙәрҙе әйләндереп бөтөп, сайып, урын еремде йыйыштырып ҡуйғанымды ла һиҙмәнем, вәт, үҙем автоматҡа  әйләнгәнмен, хатта арыуым да онотолған.
— Әйҙә, сәй эсергә өйгә инәйек, тамаҡ кибеп киткән...
—Кибер ҙә шул, бисә алһалар үҙең сәй әҙерләп кенә торор инең килен йомошап, бисә алып бир малайҙарыңа, ат буғы шикелле өйөлөшөп ятмаһындар.
—Әллә, әллә, кәләш алһалар тағы ла йыуырға үҙемә кер өҫтәлмәҫме, эш артмаҫмы икән, хәҙерге ҡыҙҙарҙы белеп булмай...-рәнйеүемде белдермәй шаяртыуға бормаҡсымын.
—Миңә төрттөрөүеңме, минекеләр әйтһәң һыпырып эшләйҙәр ул, әле бына береһенә иҙән йыуырға, икәүһенә баҡса тәрбиәләргә ҡушып сығып киттем, уларҙың эшләгәненә ҡарап көйөп ултырғансы, күҙең күрмәүе һәйбәтерәк, асыҡһалар берәй нәмә юнәтеп ашарҙар әле, өйрәнһендәр бешеренеп, ошо телефон боҙа балаларҙы, бер сепрәк тоталар ҙа телефондарына тексәйәләр, түтәлдәрҙәге ҡыйҙы ла күрмәйҙәр, эйелһәләр ҙә интернет, торһалар ҙа интернет.
Өйгә инеп өҫтәл әҙерләйем, оло суйындан һурпа, ит менән картуф алып һалам, ҡулдарын йыуып йәһәт кенә өҫтәл янына килеп көткән туғаным һаман үҙенекен һөйләй.
—Шөкөр, ҡыҙҙарым шәп, һәр береһе биш малайыңа торорлоҡ, бына олоһо ун берҙе бөтһәм, юғары белем аласаҡмын, тип тырыша, икенсеһе туғыҙҙан уҡ һөнәр алырға ниәтләй, артабан тағы уҡыясаҡмын ти, бәләкәстәре лә мах бирмәҫ, башы нисек, аҙағы шулай инде, юғары урында ултырырҙар, уҡытырбыҙ!..
Һинекеләрҙең башы булһа ла, әллә ниңә ҡара эштән баштары сыҡмай, яҡшы уҡынылар ҙа, әллә  аҡсаға ҡанығып алдылар әйтәгүр, эш тә эш, ней бисә алмайҙар.
 Йөрәк яраһын аяуһыҙ соҡой был, уға яуабын табырға тырышып ауыҙымды асҡайным ғына, ҡапҡан ризығым тын юлына китеп сәсәй башланым, өҫтәл артынан тороп китеп үк иркенләп тын алырға тырышам, юҡ үтмәй сәсәүем.
 Ҡыҙарынып-бүртенеп, көскә тын алып, һыуынған сәйемде йотоп ебәргәс кенә, бер аҙ тынысландым, унан ихласлап ашаған һеңлемә ҡарап, уның аппетитын боҙғом килмәне, юғиһә телемә килгән әсе генә яуабым да әҙер ине...
Эйе, үткәреп ебәрҙем, ауылда бер ул ғына әйтмәйҙер был һүҙҙе, ауыҙымды асҡан ерҙән сәсәп китеүем лә тәккә түгелдер,  Аллаһыбыҙ иҫкәртеүелер, алдан хәбәр һөйләмә, тиеүелер, кем белә.
 Һуңлаңҡырап булһа ла өйләнделәр уландарым, өс йылда дүрт улыма туй үткәрергә тура килде, береһенең туйында икенсеһе ҡыҙ күҙләп ҡайтып, йәһәт кенә үҙ насибын таптылар, бына тағы береһе таныштырырға ҡыҙын алып ҡайтты әле, быуа йырылды, насиптан булмай ҡасып, хәҙер һәр береһе өйлө-эшле, ярай әле уңған килендәр тап килде, бала-сағалы һәр береһе, йыйнаулаған йыйынтығымда ярап ҡалды, етмәгәненә ишле малыбыҙҙы тотондоҡ, әлбиттә ваҡытында ныҡ ауыр булды, үтте хәҙер барыһы ла, балаларым имен-һау йәшәһендәр, һәр икеһе лә.
Теге саҡта үпкәләткән һеңлемдең ҡыҙҙары ғына үҙ ишен таба алманылар.
Дүртеһе лә юғары белемле, тәүфиҡлы, тәртипле балалар, квартиралы, эшле-ашлы булыуҙары менән мәртәбәле, тик ғаилә бәхетен тапмайҙар, бәпес һөйөүҙән мәхрүмдәр.
 Әйтергә ине лә хәҙер һеңлемә ниңә ҡыҙҙарыңды кейәүгә бирмәйһең тип, әүәлге үҙенең һүҙен иҫенә төшөрөп, юҡ, ярамай! Кешенең битенән алыу булыр был, Аллаһыбыҙ ҡушыуы, күҙәүле муйынсаҡ ерҙә ятып серемәҫ, ебе табылыр ҙа, тик көнө бөгөн түгелдер.
 Ҡоҙағый-ҡоҙасаларымдың да ҡолағына төшөрөп торам ҡыҙҙар тураһында, белгән-күргәндәр ҙә ҡармаҡ һалып ҡарайҙар, юҡ бит, ҡыҙҙар үҙҙәре оҡшатмайҙармы, үҙ-ара килешмәйҙәрме, әллә ниңә никах сәғәттәре һуҡмай.
Ә һеңлем өндәшмәй хәҙер, үҙемдең уландарымдың да әле өсәүһе никахланмаған, бына-бына тағы берәүһенә кәләш әйттерһәк тип торабыҙ ҙа, ни бирер Хоҙайым, ҡалғандарына ла башлы-күҙле булырға яҙһын инде. Ете улымды ла эйәле-башлы итә алһам Аллаһ ҡаршыһында бурысымды үтәгәндәй булыр инем дә, бирһен Илаһым, һәр икеһе үҙ ишен тапһын, илебеҙгә тыныслыҡ килһен, ғаилә бәхетен татырға яҙһын.
Шулай булыр Иншалла.

 

Гөлдәр Кәлимуллина.

Автор:
Читайте нас