Беренсе тәнәфестән һуң бейергә сыҡтыҡ. Алыҫтан да туғандары ҡайтҡан.
--И, матур пар, бына бит яҙмыш эше, икеһе ике ерҙә үҙ көсө менән йәшәгәнсе бер ғаилә булып йәшәйҙәр,--тине береһе.
Унан һуң тамада ҡунаҡтарҙы парлы бейергә сығарҙы. Мөнжиә апай һәм Илдар ағай ҙа ишле бейене. Бейеү туҡтауға Мөнжиә апай залдан сығып китте. Йөҙөндә борсолоу күреп, мин дә ҡунаҡтарға һиҙҙермәй генә сыҡтым. Бәҙрәфкә инде лә түҙә алмай илай.
– Таһирымды һағынам, был урында ул булырға тейеш. Нишләйем, ярата алмайым Илдарҙы, тын алыуына тиклем күңелгә тейә, – тине.
-Шулай әйтмәгеҙ әле, Мөнжиә апай, үҙеңдән күпме көлөп йөрөнө, һаман шуныңды онотмайһыңмы? Илдар ағай ҡулында ғына күтәреп йөрөтә бит үҙеңде, – тинем.
-Юҡ, һеңлем, яратыуҙы бер нәмә лә алыштырмай икән, – тине.
-Унан киткәнеңә үкенәһеңме? – тип һорайым.
Өндәшмәй. Ярай әле тамада егеттең ҡунаҡтарҙы табынға саҡырған тауышы ишетелде. Үткәндәрен иҫенә төшөрә башлаһа, белмәйем нишләр инек. Керпек буяуҙары ағып төшә, прическаһы ла боҙолор ине...
Мөнжиә апай уҡытыусы булып эшләне. Мин уның менән хеҙмәт йылдарында интервьюға барғас таныштым. Малайҙары ғына булғасмы, мине үҙ ҡыҙы һымаҡ яҡын күрҙе. “Бөтә серем һиндә, кешегә һөйләмә, берәй ваҡыт, бәлки, яҙырһың, яҙһаң исемемде үҙгәрт”,--тигәйне. Ул ваҡытта әле Мөнжиә апайға ҡырҡ ике генә йәш булған. Мин бөтөнләй йәш булғанмын. Шул тиклем ышаныс менән серҙәрен һөйләгән?! Күңелен бушатаһы килгәндер инде. Өс бала үҫтереп, матур ғына йәшәп ятҡанда, ире башҡа ҡатынға китә уның. Олоһона 17 йәш, кесеһенә 7 булған.
– Таһир менән бер класта уҡыныҡ. Мәктәптә уҡығанда уҡ гел ярҙам итеп йөрөнө, сумкаларымды ла күтәреп ҡайта торған ине. Мин уны оҡшатманым. Ҡыҙғылт сәсле, һипкелле булғанға күңелгә ятманы. Ярҙамсыл, бер ҡатлы булыуын белә инем. Армияға киткәндә проводына саҡырҙы. Ул саҡта яратҡан ҡыҙым тип минең менән туғандарын таныштырҙы. Бик уңайһыҙландым, асыуым килде. Армиянан яҙған хаттарына башта яуап яҙманым. Бер көн әсәһе өйгә килгән. Һинән хат алһа, ауылды һағыныуҙары баҫылыр ине. Йөрөмәһәң йөрөмәҫһең, ауыл хәлдәрен яҙып булһа ла бер-ике тапҡыр хат яҙ әле тигәс кенә яҙҙым.
Ул армиянан ҡайтҡанда мин педагогия училищеһын тамамлап ауыл мәктәбендә эшләй инем. Ҡайткан көндө мәктәпкә лә килгән. Ҡыҙғылт сәсле булғанғамы ҡояш кеүек килеп инде. Бала-саға яратты үҙен. Мин башта яраттым тип әйтә алмайым, яратыуҙан бигерәк ҡыҙғандым булһа кәрәк. Мәктәптән ҡаршы ала, кис ҡапҡа төбөнә килә башланы. Бер йылдан һуң өйләнешәйек тине. Башҡа йөрөгән егеттәрем юҡ ине, әсәйҙәрем дә үҙебеҙҙең ауылдыҡы, эшкә һәләтле йәш кеше, һинең өсөн нишләргә белмәй тигәс, сыҡтым. Беренсе балабыҙҙы алып ҡайтҡас ғашиҡ булдым мин уға. Бала йәнле булыуы менән дә яраттырҙы ахыры.
Эштәге ҡатындар гел ирҙәренә зарлана ине. Мин уларҙы тыңлаған һайын Таһирға нығыраҡ ғашиҡ булам. Минеке алтын икән бит, тим үҙ-үҙемә. Шуға күрә лә бер-бер артлы өс бала таптым. Йорт төҙөп сыҡтыҡ, "Жигули" машинаһы алдыҡ. Ул заман өсөн "Жигули" бына тигән машина ине. Бына шулай йәшәп ятҡанда ирең йөрөй тип килеп әйттеләр. Беҙҙең яҡшы йәшәүебеҙгә көнләшеп һөйләп сығаралар, тип уйланым. Ышанманым. Сәйер яҡтарын күрә башлағас, шик тыуҙы. Тормош ауыҙына ҡапмаған ир һағыҙ сәйнәй башланы. Балаларҙың ауыҙында һағыҙ күрһә лә ташлаттыра ине.
Бер йыуыныу бүлмәһенә инде, уның артынан ингәнде һиҙмәй ҡалды. Аптырап киттем. Ҙур көҙгө алдына баҫҡан да ҡашын йолҡа, матурыраҡ булып күренәһе килгәндер инде. Башҡа ҡатын-ҡыҙға китер тип уйыма ла инеп сыҡманы. Ауылға ирҙән айырылып бер ҡатын күсенеп килгән ине. Ул ҡатын мал тотҡас, Таһир тракторҙа эшләгәс, һалам-бесәнен дә ташып бирҙе, бөтә эштәрендә лә булышҡан. Ауылда кеше ярҙамлашмай тормай бит инде. Бик сая, үткер ҡатын ине. Бер ни тиклем "һуғырға" лә ярата торған булған. Бына шул ҡатынға эйәләгән Таһир. Алыштырып ҡуйғандай булды. Ул һөйләшеүҙәре, өйҙә аҡырып-баҡырып ҡына йөрөй, бер ни эшләмәй, балаларға ла ҡысҡыра, ҙурынан мине көнләшә башланы. Элекке Таһирға оҡшамай ине ҡыланыштары, ул үҙе түгелдер тип уйлай инем. Кем һин, тип биттәренә һуға-һуға илағанымды әле лә хәтерләйем. Сихыр эшелер тип тә уйланым. Балалар ҙа тотоп ҡала алманы, ауылдың үрге осондағы ҡатынға барҙы ла инде, – тип һөйләгән ине ул ваҡытта Мөнжиә апай.
Өс улын үҙе генә үҫтереп ул аяҡҡа баҫтырған. Уларҙы өйләндереп, яңғыҙы йәшәй башлағас, алтмыш йәшендә бына ошо Илдар ағай менән таныштыралар. Илдар ағайҙың ҡатыны һәләк булған. Яңғыҙ ҡартлыҡ бик ҡыйын, тип кәңәш итәләр уларға.
Янына яҡын йәрҙе таба, йәненә таба алмай...Шулай булмаһа Мөнжиә апай ҙа алтмыш биш йәшендә, үҙенә хыянат итеп тә, өс бала менән ҡалдырып сығып киткән ирен һағынып иламаҫ ине. Яратыу, һөйөү барҙыр, тормош ығы-зығыһына күмелмәгәндер ул.
– Был йәрҙәрҙең ҡайһыныһы насибым булды икән, тип уйланам ҡайһы саҡта. Йәшлектә ҡауышҡан, балаларымдың атаһы Таһирмы, ҡартлығымда терәк булған Илдармы, – тине Мөнжиә апай...
Замира Сәмиғуллина.