Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
4 Декабрь 2025, 14:15

Китап уҡыған бәхетһеҙ булмай...

"...Нисәмә йылға беренсе тапҡыр башын ҡайҡайтып, иркенләп йондоҙҙарҙың бер-бер артлы ҡабынғанын күҙәтеп торҙо. Ҡабынған һәр йондоҙ менән бергә тормошона ҡото ҡайтҡанын тойҙо. Араларында осрашырға насип булмаған Далан тигән ғәжәп егеттең күҙҙәре хуплап ҡарап торған кеүек булып китте. "Кешеләр ҙә йондоҙҙар һымаҡ"... Аңламаған ине был һүҙҙәрҙе Ғәфүрйән. Әле ҡапыл төшөндө: ысынлап та, кешеләр ҙә йондоҙҙар һымаҡ”.

Китап уҡыған бәхетһеҙ булмай...
Китап уҡыған бәхетһеҙ булмай...

Китап һөйөүселәр, айырыуса Гөлсирә Ғиззәтуллина ижадын яратыусылар аңлағандыр. Юғарыла һеҙ уҡыған юлдар нәҡ уның—яҙыусы, журналист, тәржемәсе, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлсирә Мирза ҡыҙының “Кешеләр ҙә йондоҙҙар һымаҡ” исемле повесынан алынған. Кешенең рухи донъяһын, психологияһын нескә тойомлаған һәм шуны үҙ әҫәрҙәрендә оҫта ҡулланған әҙибәнең ижадына битараф ҡалыу мөмкин түгел. Уның яҙғандарында тормоштоң үҙе ята, улай ғына ла түгел, тормош дәресе бирелгән. Сетерекле хәлдән нисек сығырға, ҡатмарлы мәлдәрҙә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндә ҡайҙан көс алырға, кеше менән мөнәсәбәттәрҙә тотороҡлоҡто нисек һаҡларға—ошо ише һорауҙарға яуап уның әҫәрҙәрендә ярылып ята. Эйе, уның һәр повесть-хикәйәһенән кәйеф күтәрерлек ҡанатлы һүҙҙәр табырға була. Миҫал итеп тағы бер өҙөк килтерәйек: “Бер нәмәне аңланым: ниндәйҙер бәләм бар икән, уның аша миңә һәр ваҡыт ниндәйҙер бәхет асыла. Шуға күрә бәләгә тарыһам, уның артынан килгән бәхетте көтә башлайым. Әйтерһең дә,
улар минең яҙмышымдың билдәләре. Ә, бәлки, һынауҙарылыр...”
Бына шундай һутлы телле, тормошто киң аңлаған әҙибә менән һәр кем осрашырға теләйҙер. Ә был бәхет сибайҙар өлөшөнә төштө. Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры Дилә Урал ҡыҙы Фәтҡуллина
интернеттағы социаль селтәрҙәге каналында күптәрҙең яратҡан яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллина менән осрашыу ойошторасағын һөйөнсөләп яҙғас, был сараны китап һөйөүселәр түҙемһеҙләнеп көтә башланы. Әҙибә Сибайға килгәнгә
тиклем уның ижадын тәрәнерәк өйрәнергә тырыштылар. Хатта сентябрь-ноябрь айҙарында ҡала китапханаларында Гөлсирә Мирза ҡыҙының китабын табыу ауырлашты, ни өсөн тигәндә улар барыһы ла китап уҡыусылар ҡулында булып сыҡты. Әммә уның ижадына ғашиҡтар әмәлен тапты: интернет киңлектәренән эҙләнде. Һәм, ниһайәт, осрашыу көнө килеп етте. Ул ниндәйҙер ялҡытҡыс телмәрҙәрҙән, тормош юлындағы уңыштарҙы барлауҙан, маһайыуҙан, өгөт-нәсихәттәрҙән торманы. Ә ябай ғына, йылы ғына дуҫтарса аралашыу форматында үтте. Сәғәттәр буйы һөйләшеүгә ҡарамаҫтан, һөйләшер
һүҙ бөтмәне, һорар һорауҙар ҡалды. Һис кенә ялҡытманы. Яҙыусының киң белем даирәһе, ябайлығы, фекерләү алымы, донъяға ҡарашы барыһын да әсир итте.
Башта Гөлсирә Мирза ҡыҙы бала сағы, үҙенең еңмеш, иркә, боҙоҡ ҡына төпсөк бала булыуын, ҙурая килә бөтә ерҙә лә уның теләгәне үтәлмәүен,барса кеше лә атай-әсәй кеүек яратып ҡына баҡмауын аңлай һәм артыҡ яратылып үҫкәндәрҙең
Китап уҡыған бәхетһеҙ булмай... йәмғиәттәге проблемалары менән
осраша. Ә инде 40 йәште уҙғас күңеле рухи азатлыҡ көҫәй башлай. 5 кенә йәшендә хәреф танырға өйрәнеп, бәләкәйҙән китап уҡырға яратҡан Гөлсирә Ғиззәтуллина үҙенең йомоғораҡ кеше булыуын да йәшермәне. Уның күп уҡыуы, хатта Библияны өйрәнеүе, башҡа милләттәрҙең ауыҙ-тел ижады менән
танышыуы фекерләү офоғон киңәйтә. Тормошҡа булған фәлсәфәүи ҡарашы матур-матур әҫәрҙәр тыуҙырырға булышлыҡ итә лә инде.
—Күп уҡыйым. Китап уҡыған кеше яңғыҙ һәм бәхетһеҙ булмай. Мине күберәк ҡатын-ҡыҙҙар яҙыусыһы тиҙәр. Сөнки гүзәл заттарҙың кисерештәрен, эске донъяларын асырға тырышам. Ир-егет яҙыусылар ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы матурлығын
ғына һүрәтләүсән. Ә мин уларҙың бай күңелен асырға теләнем. Шуға ла ижадыма гүзәл заттар нығыраҡ ынтылалыр,—тине Гөлсирә Мирза ҡыҙы. 

Һөйләшеү башлыса “Кешеләр ҙә йондоҙҙар һымаҡ” повесы буйынса барҙы. Тыуғас та бысраҡ сепрәккә уралып тышҡа ырғытылған баланың нисек үҫеп буй етеүе, табип булараҡ эргә-тирәһендәге кешеләргә һаулыҡтарын нығытыуҙа ғына түгел, күңел яраларын имләүҙә лә ярҙам күрһәтеүе, тормошто, хайуандарҙы, кешеләрҙе, хатта өйһөҙ ҡалған
берәҙәктәрҙе яратыуы, уның әйткән һүҙҙәре китап уҡыусыларҙы уйландыра, тетрәндерә.
—Көнсөл, күңеле тар кешеләр бәхетле була алмай. Ошоға бәйле бала саҡ хәтирәм дә йәшәй. Мин тыуғанда әсәйемә—41, атайыма 51 йәш булған. Ҙурайып мәктәпкә барыуға улар тағы ла олоғайҙы.
Әсәйем башлыса үҙе бәйләп кейҙерә ине. Бер мәктәпкә барһам, парталаш әхирәтем матур ғына сағыу кофта кейеп килгән. Уның ата-әсәһе йәшерәк, донъяға ғына түгел, кейемгә лә ҡараштары замансараҡ булғандыр инде. Шул кофтаға көнләштем бит. Ҡайттым да: “Мин башҡа мәктәпкә бармайым”,—тип хәбәр һалдым. Сәбәбен һорағас, атайым: “Ярай, барма”,—тине лә көнсөллөк хаҡында хикәйәт һөйләне. Бер кеше алтын балыҡ тота. Уныһы бер теләген үтәү шарты менән ебәреүен үтенә, тик кеше үҙенә теләгән нәмә, күршеһенә икеләтә биреләсәген әйтә. Әҙәм быға аптырап ҡала һәм бер төн уйларға ваҡыт биреүен һорай. Төнө буйы йоҡлай алмай уйлана ла иртәгәһенә килеп: “Бер күҙем сыҡһын”,—тип ҡуя.
Ошо хикәйәттән мин көнсөллөктөң шул тиклем алама икәнлеген аңыма һеңдереп үҫтем. Донъяға матур тип ҡарағандарға донъя матур бит ул. Беҙ ғәҙәттә үҙебеҙҙең аңға ялған уйҙарҙы тултырабыҙ ҙа шуға биреләбеҙ. Шулайтһам бәхетле булыр инем, былайтһам, тегеләйтһәм... Ә бәлки беҙ былай ҙа бәхетлелер. “Кешеләр ҙә йондоҙҙар һымаҡ” повесының төп геройы Даландың позицияһы—ул бәхет рецебы,—тине яҙыусы.
—Повесть геройы Далан бик күп ауырлыҡтар аша үтә, шуға ла ул ысын ир-егет булып ҡалған. Беҙҙең әлеге тормош бик уңайлы, ә уңайлы шарттарҙа ирҙәр деградацияға бирелә. Заман ирҙәре ҡайта ла әҙер тамаҡ ашап диванға ята. Ҡулда пульт,
телефон. Артыҡ ҡыбырларға, уйларға ла кәрәкмәй. Ә донъяла бәхетле булыу өсөн ир-егеткә ауырлыҡтарҙа
сынығырға кәрәк. Далан был йәһәттән өлгө ине. Тик ниңә уны әҫәр аҙағында “үлтерҙегеҙ”?—тип һораны китап уҡыусыларҙың береһе Айбулат Уразбахтин.
—Мин үҙем төшөнкөлөккә тиҙ бирелеүсән кеше. Үҫәһең, үҫәһең дә һәм бер мәл түшәмгә барып төкөлгәндәй булһаң, артабан юл юҡ. Шунан төшәһең, ә ҡасан кире күтәрелереңде аңламайһың. Депрессиянан сығыу юлын күрмәйһең.
Донъя ҡыҙыҡ ул. Бында бөтә нәмә үҙгәрә, тик кеше күңеле генә үҙгәрмәй, ул—мәңгелек сер һәм уны һәр яҙыусы асырға тырыша. Тыуабыҙ, маңлайыбыҙға ни яҙылғанын белмәйбеҙ, был тормошта үҙебеҙҙе эҙләйбеҙ. Тапһаң—бәхетлеһең! Тапмай китеүселәр ҙә була. Повестағы Далан бөтә юлды үтте. Артабан уға нимә эшләргә?! Уның бит эше лә ауыр, барыбер оҙаҡ йәшәй алмаҫ ине. Ул үлде, тик йондоҙ кеүек эҙ ҡалдырҙы,—тип яуапланы әҙибә.
Артабан сараны алып барыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы Моталлапова осрашыуға
килеүселәргә: “Даландың ҡайһы ҡылығы иҫегеҙҙә ҡалды?”—тигән һорау бирҙе. Залдан төрлө яуаптар ишетелде:
—Далан ниндәй генә ауырлыҡ кисермәһен, ул әсәһен ғәйепләмәй.
—Далан берәҙәк эттәрҙе хәстәрләй, уларға ашарға ташый.
—Далан хатта өйһөҙ ҡалып, урамда йәшәүселәрҙән ерәнмәй. Уларға үҙ кейемен кейҙереп, кафеға индереп
ашатып алып сыға.
Ысынлап та, тормошҡа асыҡ күңел һәм һөйөү менән тормошҡа баҡҡан төп геройҙың һәр ҡылығы, һәр әйткән һүҙе беҙгә был донъяны ҡатмарлаштырмай, бирелгән ғүмерҙе яратып ҡына үтергә әйҙәгәндәй.
—Бер фәйләсүф әйткәнсә, беҙ бөтәбеҙ ҙә бер океандан, һәр беребеҙ шул океан тамсыһы, әммә беҙ төрлө. Бер мөхиттә тәрбиәләнеп тә ике төрлө характерлы кешеләр була. Бары тик тормошто дөрөҫ аңларға кәрәк. Һынауҙар күп донъяла. Лайыҡлы үтеү мөһим. “Урал батыр” эпосын алайыҡ. Унда бөтә тормош фәлсәфәһе ята. Үлем менән йәшәү,
яҡшылыҡ менән яуызлыҡ—бар тема ла күтәрелә. Аңлап уҡыһаң, тормош асылын төшөнөргә мөмкин. Тормошта рухи байлыҡты алға ҡуйырға кәрәк. Йәһүдтәрҙә: “Ағыулы йыланды кеше ҡулы менән тот”, “Үҙеңде ярат” тигән һымағыраҡ әйтемдәр бар. Беҙҙә бит киреһенсә. Башҡортта нәфсенең булмауы, бер аҙ ялҡаулығы ҡайһы саҡ файҙағалыр тип тә ҡуям. Сөнки беҙҙә күпме байлыҡ бар, әммә башҡорт уны ҡаҙмаған, теймәгән, эш итмәгән. Тимәк, беҙҙең милләт матдиға түгел,
рухи байлыҡҡа ынтылған. Саф һауалы матур ерҙә йәшәгән. Халыҡтың көнкүреше уның телендә лә сағылған.
Мәҫәлән, чукчаларҙа “ҡар” һүҙенең 31 синонимы бар. Ә беҙ ҡарҙы башҡа төрлө әйтә лә алмайбыҙ. Уның ҡарауы “ат” һүҙен төрлөсә белдерәбеҙ. Көнкүрешебеҙ йылҡыға бәйле булғанға ла инде. Телде оноторға ярамай, юғиһә беҙҙән аҡыл китә. Бер мәл яһалма интеллекттан “күңел”, “йән” һүҙҙәренең руссаға тәржемәһен юрый һораным. Икеһендә лә “душа” тине. Ә бит ул ике нәмә. Күрәһегеҙме, беҙҙең тел ниндәй бай! Халҡыбыҙ мәҡәлдәрендә лә аҡыл ята. Йәннәт әсәйҙәр аяғы аҫтында, тибеҙ. Әлеге повеста Даланды әсәһе тыуғас та ташлап китә, ә ул үпкәләмәй, уны аҡлау өсөн мең сәбәп уйлап сығара,—
тине Гөлсирә Ғиззәтуллина.
Ғөмүмән, осрашыу аҡыллы, уйға һалырҙай фекерҙәргә бай булды. Яҙыусыны тыңлауы еңел һәм рәхәт ине. Уның әҫәрҙәре лә шулай: тәүге һөйләмдән үҙенә йәлеп итә лә айырылып булмай һәм һин баш-көллө шул геройҙар донъяһына инеп китәһең. Улар менән шатланаһың, көләһең, илайһың, ҡайғыраһың.
Тимәк, яҙыусы әйткәнсә, китап уҡыған кеше бер нисек тә яңғыҙ була алмай. Һәм ошо күңел байытҡыс, йән йылытҡыс рухи донъяны яратыуы менән ул бәхетле! Осрашыу һуңында барса йыйылыусылар рух уятырҙай матур сара ойоштороусы Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейына рәхмәт әйтһә, яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина китап уҡып, уның йөкмәткеһе буйынса фекер алыша алған кимәлле замандаштары булыуына ҡыуаныуын белдерҙе.
Бәхетлеләр күберәк булһын!

 

Һүрәттә: осрашыу аҙағында һәр кем яҙыусынан автограф алырға ашыҡты.

Автор: РЕЗЕДА УСМАНОВА
Читайте нас