

– Ю-у-уҡ, әхирәт, мин хәҙер юлда, машинала.
– Эш менән йөрөйһөңмө?
– Эйе, бик мөһим эш килеп сыҡты. Ғөмүмән, Асия, мин һиңә күптән әйтергә тейешинем...
– Мин хәҙер бер нәмә лә аңларлыҡ хәлдә түгел, Гөлмирә! Азат мине бөтөнләйгә ташлап китте, тием. Һинең берҙән-бер әхирәтеңдең траур бөгөн! Шунан да мөһимерәк ниндәй эштең булыуы мөмкин? Йә, водителеңә әйтә һал инде, минең өй яғына боролһон!
– Ҡара әле, Асия, ниндәй траур һөйләйһең? Шатлан! Күптән ҡотолорға теләй инең бит иреңдән. Һин уны яратманың да... Азат һуң, Азат һуң...
– Яратмаһам да, китер тип уйламай торғайным. Минән яҡшырағын тапҡан да ҡуйған. Етмәһә, ул бисә байыраҡ тей. Кейемдәрен алырға бергә килгәндәр, тегеһе машинала ултырып ҡалған. Шул тиклем үк шәп булғас, нишләп өйгә инмәгән, бетле баш!?
– О-о, ипләберәк. Нисек инһен, һинән ҡурҡмай...
– Ызначит, минән һәйбәтерәк түгел! Минең иргә йәбешмәһә, ер йөҙөндә ир бөткәнме?
– Азат һуң, Азат һуң... ундай ир бүтән юҡ ул...
– Тьфу, ташҡа үлсәйем... Һин ҡайҙан беләһең? Ғүмереңдә ике тапҡыр күргән әҙәмде яҡларға? Уның менән ауыҙ асып бер һүҙ әйтешкәнеңде лә иҫләмәйем. Ә мин – һинең менән йөҙ йыл утты-һыуҙы бергә кискән кеше, дуҫым минең.
– Кешенең ниндәй икәнен бер күреүҙә үк белеп була. Уның сығып китеүендә үҙең ғәйепле.
– Һиңә нимә булған ул? Нишләп әллә ниндәй йөрөмтәл ирҙе яҡлап маташаһың?
– Асия, тыныслан. Мин һиңә күптән әйтергә тейеш инем...
– Гөлмирә, һинең эштәрең хәҙер мине ҡыҙыҡһындырмай, ишетәһеңме, мине Азат ташлап сығып китте. Кемгә киткәнен белергә кәрәк. Һин генә ярҙам итә алаһың, әхирәткәйем, алло-алло... Эй, ошо бәйләнеште... Гөлмирә, әхирәткәйем, миңә ауыр, мин яңғыҙым яландай бер өйҙә. Алло-алло!
– Алло, Асия... Етәр, хуш, чао!
– Гөлмирә, тим, алло. Уй, Азат, нишләп һин алаһың ул, мин Гөлмирәнең номерын йыям, һал тием трубканы, ысвулыч... Алло, Гөлмирә, дуҫҡайым минең, ҡарале, һиңә шылтыратһам, Азат аласы...
– ...
Рәзилә Рысҡужина.