

Мин дингә ураҙа тотоп килдем. Тәүҙә бер-ике йыл иртәнге намаҙҙы ғына уҡыным. Бер мәл редакцияға Ҡолғанала уҡытып киткән саҡтағы уҡыусым килде. Хәл-әхеүәл белеште. Мин уға иртәнге намаҙҙы уҡыуым тураһында әйттем. "Ой, апай, Аллаһ беҙгә бит көнөнә 5 ваҡыт намаҙ уҡырға ҡушҡан, ни эшләп бишеһен дә үтәмәйһең?"-ти был. Шул хәтлем оят булды. Булһа, ер тишегенә инеп китер инем... Юҡ, мәйтәм, миңә килеп хәҙер үҙемдең уҡыусылар аҡыл өйрәтә, былай булмай... Ҡайттым да 5 намаҙға баҫтым. Ошонан алып , шөкөр, ташлаған юҡ. Кешене аҡылға ултыртыу өсөн УҠЫТЫУСЫ булыу ғына етмәй икән, бәғзе саҡ УҠЫУСЫ ла иң шәп, аҡыллы УҠЫТЫУСЫ була ала! Ул уҡыусыма мең рәхмәт!
Айһылыу Ғарифуллина.
ФОТО ИНТЕРНЕТТАҒЫ АСЫҠ СЫҒАНАҠТАРҘАН