+30 °С
Болотло
Бер мәл атайым Шаһымгәрәй апа тимәй Шаһым тигән өсөн ҡолаҡты борҙо:" Нимә оло кешене ололамайың, уның бит исеме бар - Шаһымгәрәй. Бынан һуң кешегә исем тағаһы, кешенән көләһе булма!"-тип ауыҙҙы йырҙы. Башҡалар Шаһым тигәндә лә беҙ Шаһымгәрәй апа тинек. Атайымдың ошо һабағы ғүмергә етте. Бер оло ғына йәштәге инәйҙе беләм: һәр кешегә исем таға. Уйлап ҡуям: эх, ваҡытында ҡолағын бороусы булмаған, тип...
АЙҺЫЛЫУ ҒАРИФУЛЛИНА