АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
31 Октябрь 2025, 05:05

Сихырлы килен. Дауамы

Юл оҙон ғына, Рәшиҙә уйҙары менән бала сағына әйләнеп ҡайтты. Эмилия менән икеһе бер көндә тыуған улар. Эмилия иртәнсәк, Рәшиҙә төштән һуң. Әсәйҙәре больницала бергә ятҡандар, бер палатала. Ҡәртәсәһе бешеренеп Рәзинә еңгәһенә төбәп килгән, Әлфидәнең дә шунда булыуы иҫенә лә төшмәгән. Иң ҡыҙығы - Рәзинә еңгәһе өйҙән килгән ризыҡты уның әсәһенә ашатмаған.

Юл оҙон ғына, Рәшиҙә уйҙары менән бала сағына әйләнеп ҡайтты. Эмилия менән икеһе бер көндә тыуған улар. Эмилия иртәнсәк, Рәшиҙә төштән һуң. Әсәйҙәре больницала бергә ятҡандар, бер палатала. Ҡәртәсәһе бешеренеп Рәзинә еңгәһенә төбәп килгән, Әлфидәнең дә шунда булыуы иҫенә лә төшмәгән. Иң ҡыҙығы - Рәзинә еңгәһе өйҙән килгән ризыҡты уның әсәһенә ашатмаған. Ошоно уйлаһа, асығып ҡына ятҡан, килер кешеһе булмаған әсәһен йәлләүҙән күҙҙәренә йәш тула Рәшиҙәнең. Тағы ла бер хәлде онотмай Рәшиҙә. Икеһенең тыуған көнө бер көндә булғас, тәүҙә - Эмилияға, шунан Рәшиҙәгә баралар ине дуҫ ҡыҙҙары. Ҡәртәсәһе Эмилияға матур күлдәк һәм ҙур ҡурсаҡ алған ине. Шундағы күҙе ҡыҙыуын! Илап ҡайтты өйҙәренә:

- Әсәй, ҡәртәсәй беҙҙең дә ҡәртәсәй түгелме әллә? Эмилия минеке генә тей.

Әсәһе ҡыҙын күкрәгенә ҡыҫып, башынан һыйпаны:

- Балам, үҙем әпирәм мин һиңә ҡурсаҡты.

- Миңә ҡәртәсәй кәрәк, ул әпирһен ҡурсаҡты...

Тәгәрәп илаған ҡыҙына алып бирҙе әсәһе ҡурсаҡ, тик ҡыҙыҡай ҡыуанманы. Уның кескәй йөрәге уның атаһының әсәһе уға ҡәртәсәй булмауын аңлай алмай ине...

Бына хәҙер ҡәртәсәһен алырға Эмилия түгел, Рәшиҙә китеп бара. Йәш ҡатын уфтанды. Ниңә шулай үкенесле икән был тормош...

 

 

 

Минзифа Ҡашҡарова.

Автор:
Читайте нас