

Гәзит уҡыусыбыҙ яҙа, үҙенең исем-шәрифен йәшереүҙе һораны:
Бөтә тәбиғәт ҡоштар тауышына күмелгәндә, тирә-яҡ йәшеллеккә күмелгән саҡта ауылда эш ҡайнай... Нәфисә безәүкәйҙәрен эйәртеп ҡуйы үлән араһына инеп китте...
—Үлән ашағыҙ, тиҙерәк үҫерһегеҙ...—тип уларҙың күк үләндең утлауын оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо... Шәп - шәп атлап, сәсендәге сулпылары сылтырлатып, ҡуйы ҡыуаҡлыҡ араһынан, йәшенә-йәшенә, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә атланы...
—Арттан эйәреп ҡайтып ҡуймаһындар, өйрәтеп алғансы ҡыйыныраҡ шул... Йә, ярар өйрәтер беҙ, бер бөгөн быҙау ҡыумайбыҙҙа баһа...
Алыҫтан ҡаҙҙар тауышы ишетелде.
—Таң тишегенән кем тағы ҡаҙын ҡыуа икән, себештәре сығыуға иртәрәк түгелме әле?—тип Нәфисә ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып ҡаҙҙарҙы күҙәтә башланы...
—Эй, теге Әхмәҙулла бабай икән.... Тәки ҡаҙҙары себеш сығарған икән,—тип һөйләнә-һөйләнә бабайға яҡынлашты...
—Һаумы, кейәү, был бәләкәй бәпкәләрҙе бер аҙ көтмәй, йылғаға нишләп ҡыуаһың ул? Әбейең барҙа ла ҡош-ҡортоғоҙ уңа ине шул... Ҡулынан килмәгән эше юҡ ине ..Ҡулы ҡотло ине...
Әхмәҙулла бабай ауыр көрһөнөп ҡуйҙы...
—Шулай ине шул, әбейем мәрхүм булғас, атым ярты юлда туғарылып ҡалғандай булды... Ни эшләйһең, тормош дауам итә.... Яңғыҙ ҡыйын тип, бер әбей алған инем дә, уныһы эсергә ярата шул... Шуға ҡаҙ көтөүҙе үҙ өҫтөмә алдым инде...
—Әбейең салт, сөс ине шул... Һеҙҙәге ҡаҙ өмәһен онотоп буламы, гөрләшеп үткәрә инек... Бер саҡ ҡаҙҙың иҫәбендә белмәгәнбеҙ икән, арыу ғына һуя инегеҙ бит... Тышта өткән саҡта бер ҡаҙ таҡта аҫтына төшөп киткән, нисек эт алып китмәгән, аҙаҡ табып алып, бер көлөшөп алдыҡ бит әле... Бер йылы биш бөртөк кенә ҡаҙ өсөн дә беҙҙе саҡырып өмә үткәргәне әле лә хәтерҙә... Йолаһын үтәп, өмә үткәргән ине. Ысынлап та, икенсе йылына ишелеп уңды бит...
Бабай ҙа кеткелдәп көлөп алды....
—Эй, ҡош-ҡорт көтөү үҙе бер бәхет ине, әллә үҙем етемлектә үҫкәнгәме, ҡәҙерле донья малы...
—Ҡаҙҙарың ишелеп уңа, бер ғилләһен беләһеңдер инде...
—Ояһына һаламды дөрөҫ, уңайлы һалыр кәрәк... Бәпкәләр сыҡҡас, бик бәпләп тормайым, шунда уҡ ем ашатам, бер аҙнанан йылғаға ҡыуам... Ана, күрәһеңме, ғорур баҫып, текә генә атлап барған ҡара моронло ата ҡаҙҙы?.. Шуным һау булһын... Бик уҫал, себештәрҙе күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай...
—Ярар, мин ҡайтайым, теге быҙауҙар күреп ҡалмаһын, эйәреп ҡайтырға ғына торалар...
Әхмәҙулла бабай теҙелешеп кенә атлап барған ҡаҙ бәпкәләрен яйлап ҡына ҡыуып китте... Ата ҡаҙ иң алдан һаҡ ҡына баҫып, тирә-яҡты тыңлап ҡына атлап бара ине... Инә ҡаҙҙар һары себештәрен эйәртеп, яйлап ҡына баҫып баралар...
Йылға күренгәс, инә ҡаҙҙар бәпкәләрен ҡурсалап, бер аҙ ҡысҡырып алдылар....йәнәһе, ҡабаланмағыҙ, ипләп кенә төшөгөҙ, тигәндәй. Себештәр әсәләренә эйәреп йылғаға төшөп тә киттеләр..
Әхмәҙулла бабай ҡулын артҡа ҡуйып, ҡаҙҙарын бер аҙ ҡарап торҙо.
Шулай ҡаҙҙар кис етеү менән көндә, парадта йөрөгәндәй теҙелешеп ҡайта инеләр... Барыһы ла һоҡланып ҡарайҙар ине... Көҙгә тиклем бик матур йөрөнөләр... Йәш бәпкәләр ҡаҙ ҡорона инделәр...
Тик көн дә тигәндәй, берәрләп, икешәрләп ҡаҙҙар юғалды... Эҙләп тә ҡаранылар, һыу төбөнә киткәндәй, таба алманылар... Ауылда һүҙ тиҙ йөрөй бит инде... Теге Әхмәҙулла бабайҙың ҡаҙҙарын, йылға янында йәшәгән Әхмәт, улдары менән тотоп, һуйып ашайҙар икән, тигән хәбәр таралды. Әхмәт эсергә яратҡан, эш һөймәгән иркә генә малай булып үҫте. Ир ҡорона ингәс, өйләнеп, ике малайға атай булды... Ҡыҙыу холоҡло, эш яратмағас ҡатыны менән айырылыштылар... Алма ағасынан алыҫ төшмәй тигәндәй, улдары ла үҫкәс, бар яҡтан да атаһына оҡшап киттеләр... Егет ҡорона ингәс, атаһы янына күсеп килеп кәйеф сафа ҡорҙолар... Үҙемдеке мал түгел, кешене йәл түгел тип, әҙер тәмле, ҡаҙҙарҙы тотоп ашанылар ғына. Хатта ҡайҙалыр кәйеф сафа ҡорғанда «эх, тәмле ҡаҙ ите, ашап туймаҫлыҡ, закуска ла шәп», тип ысҡындырып ебәрҙеләр...
Утыҙ ике тештән сыҡҡан, утыҙ ауыҙға етер, тигәндәй был хәбәр Әхмәҙулла бабайға ла килеп етте... Һуңғы ҡаҙҙы ла ашап ҡуйҙылар, бабай ҡаҙһыҙ тороп ҡалды... Әбей эсеүҙән бушаманы, уға ни барыбер ине... Шулай, ҡаҙ үҫтереп ул көҙ ҡаҙҙарын һуя алманы... Тоҡомо ла ҡороно, ҡабат ҡаҙ көтә алманы...
Бабай бик ҡайғырҙы, йәне әсенеп, күҙ йәштәрен түкте...
Ҡаҙҙы ашаған кеше ҡаҙ һымаҡ ҡаңҡылдап донъя ҡуйһын, минең күҙ йәштәре ебәрмәҫ тип, күҙ йәштәрен һөртөп алды.
Әхмәҙулла бабай етемлектә, бик ауыр үҫкәнгә микән, күңеле нескә, ябай, бер ҡатлы ине... Һәр саҡ йылмайып, кеткелдәп кенә көлә ине... Кешегә ауыр һүҙ әйтмәҫ ине...
Йылдар үтте, был ваҡиға ла онотолоп бара ине... Әхмәҙулла бабай ҙа бер аҙ тынысланды буғай..
Тик ҡышҡы бер көндә шаңдау кеүек, эсергә яратҡан Марат ағайҙың өйө янып китте... Өй шул тиклем көслө ялҡын менән янды, хужаһы бер кемде лә индермәй, өй янына ебәрмәне... Хужаһы тере ҡалды...
Бер нисә көн үткәс, Әхмәтте улдары, апаһы эҙләй ине... Кемдер, Әхмәтте шул янғын өйөндә кәйеф сафа ҡорған Мараттар ҙа күреүен еткерәләр... Өй нигеҙе генә ҡара күмер булып ҡалған ине... Дөрөҫмө, юҡтыр, өй хужаһы Мараттың, Әхмәттең ата-әсәләренең йәш саҡтағы бәйләнештәре күптән борсолдора ине тиҙәр.... Ошо ултырышта ыҙғыш сығып китеп, үлемесле хәлгә килтерҙе лә инде Әхмәтте... Марат ҡабат төрмәгә ултырмаҫ өсөн өйҙә янғын булдырҙы ла инде...
Өсөнсө көнөнә генә Әхмәттең һөйәктәрен улдары йыйып алып ерләне.... Ниңәлер тикшереү эше барманы, дәлилләй алманылар, ахыры...
Икенсе йылына өлкән улы бағана башына менеп, тимер сым урларға йөрөгән саҡта, ток һуғып ҡап- ҡара булып көйҙө... Бәләкәй улы ла өйләнеп, күмәк ғаиләле булып етешер-етешмәҫ донья ҡорҙо... Тик ниңәлер үҙенә ҡул һалды...
Белмәйем, Әхмәҙулла бабайҙың ҡарғышы төштөмө, әллә рәнйешеме... Кем белә инде, тик Хоҙай ғына белә...Боронғолар белеп әйткәндәр бит: ҡарғыш алма, алғыш ал тип...
Р.
Сибай ҡалаһы.
Һүрәт интернеттан алынды.