АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
23 Август 2025, 06:40

Мин нисек ҡолаҡлы булдым

Бер ваҡыт аптекала ҡолаҡ һатыла тигәнде ишеткәс барып алғайным, рәхәтен оҙаҡ күрә алманым, шунда уҡ боҙолдо. Улай иттем, былай иттем, сәйер тулдымы тип соҡоп та ҡараным, өр-яңы, документы бар, эшләмәй. Көйҙөм, яндым, мин өҫтәүенә ауыл ағинәйҙәре ағзаһы, концерт ҡуябыҙ, осрашыуҙарға йөрөйбөҙ, ишетмәгәс ней бер ҡыҙығы юҡ, йөрөмәй башланым, яңыһын алырға аҡса юҡ.

Күптәнән аңлатыуымса ишетмәйем шул, ҡатты ла ҡуйҙы ҡолағым, тәүҙәрәк яҙа-йоҙа ишетә инем, ҡәһәр һуҡҡыры Ковид тигәне килеп сығып бөтөнләй ишетмәй башланым. Табибтарға күрен, дарыуҙар ал, фәлән-фәсмәтән тимәгеҙ, полиция менән табибтарҙан ҡурҡам. Юҡ, юҡ, эш боҙғаным юҡ, йоғошло ауырыуым юҡ, ҡурҡам, и все, электән ҡурҡам.
 Концерттарға йөрөйөм, кеше ниңәлер алғы рәттә ултырмаҫҡа тырыша, миңә рәхәт, йәнем-тәнем менән рәхәтләнеп күңел асам, ишетәм, бына спектаклдәрҙә ауырыраҡ инде, ишетмәйем.
Бер ваҡыт аптекала ҡолаҡ һатыла тигәнде ишеткәс барып алғайным, рәхәтен оҙаҡ күрә алманым, шунда уҡ боҙолдо. Улай иттем, былай иттем, сәйер тулдымы тип соҡоп та ҡараным, өр-яңы, документы бар, эшләмәй. Көйҙөм, яндым, мин өҫтәүенә ауыл ағинәйҙәре ағзаһы, концерт ҡуябыҙ, осрашыуҙарға йөрөйбөҙ, ишетмәгәс ней бер ҡыҙығы юҡ, йөрөмәй башланым, яңыһын алырға аҡса юҡ.
Күршең һуҡыр булһа күҙеңде ҡыҫ, тиҙәр, күршем Сәләх тә ковидтан һуң ишетмәй башлаған, осрашһаҡ аңлашабыҙ былай, кем ҡысҡыра, кем ҡулын болғай, күрше хәлен былай ҙа белеп торам, күҙ күрә, утыҙ сантиметр  оҙонлоҡта булһа ла аяҡ йөрөй, Аллаға шөкөр, күҙлек бар.
.   Минең янған йөрәгемде уттай яндырып Себерҙән ҡайтҡан улы быға ҡолаҡ алып ҡайтҡан, әйтмәһәм дә беләһегеҙҙер, күрше Сәләхкә.
.   Инеп кейеп ҡараным, ух шәәәәп, ишетәм, һорап алып, бушҡа түгел инде, бер ярты һораны бер кискә, ағинәйҙәр концертында шиғыр һөйләнем, маҡтанылар, ишеттем, дәрт-дарманым артты. Их, үҙемдең ҡолағым булһа, күрһәтер инем мин һеҙгә, шаулатыр инем данымды тирә-яҡҡа.
.    Шул көндән алып Сәләхте һағалай башланым бит, күҙ яҙҙырмайым, ул да һиҙгер, осрағанда күкрәген киргән булып, шаяртырға маташа, миңә уның ҡолағы ғына кәрәк, үҙе түгел, шуны аңламай.
.    Һаран түгел ул былай, һораһаң биреп тора, тик кәрсенгә бер ярты, миңә ялҡытты самогон ҡыуырға,  ир өйҙә айыҡмай, һемерә генә, йәшереп ҡарайым, эҙләй, таба, булмаһа таптыра башланы.
.    Ауыл хужалығы байрамы инеме икән, хәҙер оноттом инде, бар халыҡ ҡунаҡ саҡырған, мин әлеге лә баяғы Сәләхте ҡарауыллайым, ир тигәнем һаман ҡайтмай, юҡ, эскәндер күп булһа. Бына Сәләхте килтереп төшөрҙөләр, иҫерек, әһә, сығып бабайҙы һорашҡан булайым.
Сыҡтым, ҡапҡа төбөндә ике ҡуллап мул ғына  түшемде күтәрҙем, эсемде тарттым, арт һанымды һикертеп ҡырыныраҡ баҫтым.
.  -Сәләәәх, минеке күренмәйме, ниңәлер оҙаҡланы, бишбармағым ҡуйыра инде...
.   Һиҙҙе әй шильма, минең ишетмәгәнлекте файҙаланып яҡыныраҡ килеп хәбәр һөйләмәксе, бисәһе тәҙрәгә ҡапланған. Минең күҙ Сәләхтең ҡолағында, тора урынында, их ошо ерҙә ҡолап китһә ине лә, ҡолағы өҙөлөп төшһә ине, бесәйҙәй етеҙ ҡыланып эләктерер инем.
.   Ҡоламаны, бисәһе тәҙрә туҡылдатты, башын эйеп инергә боролдо, ҡолаҡ та бергә китте.
.   -Ашым ташып ҡуймаһын,- һөйләнә һөйләнә мыймылдап атлап инеп киттем, Сәләх ирендәрен ялап ҡуйҙы, эш беште былай булғас, аш бешмәгән ул, уныһы буш һүҙ генә.
.    Көтөңкөрәйем, ҡапҡанан Сәләх инеп килә,  иренде буяным, билде алъяпҡыс менән һыға быуҙым, тупайғаны тупайып тора, уйпат ерем урынында, инде, ишек төбөндәге ултырғысҡа ултырҙы, ҡолаҡ урынында.
.     Атаң башыыыы,.. Ваҡытһыҙ ир генәм ҡайтып килә, эште боҙҙо былай булғас, былай ҙа һуғышҡаҡ әтәс  кеүек кеше Сәләхтең аяҡ кейемен күргәс үк ярһыған.
.    -Кем менән ...
.   Минең ҡолаҡҡа тондорҙо, күҙҙә йондоҙҙар сәсрәне, ғәрлегем килде, миңә һуҡҡансы Сәләхкә һуҡһа, ҡолағы төшөр ине.
.   -Күрше йомошҡа ингәйне, һине һорап...
.   -Бирермен уға ла һорағанын...
.   Ҡыҙып алған ир күҙе аларып уға ла йәбеште, Сәләх бисә түгел, ҡаршы тора, бына былар айпалаша, аунаша башланылар, иҙәндә торған ашлы-майлы һыу түгелеп китте, кемеһе картуф ҡабығында, кемеһе майлы һыуҙа аунай, мин әйләнә тирәләй йөрөп Сәләхтең ҡолағын һағалайым, төшмәй генә әй, ҡыҙған мәлдәрендә айырған булып эләктерҙем тегенең ҡолағына. Ҡолаҡ китте ҡолап, мин тегене тиҙ генә холодильник аҫтына эттем, хәҙер Сәләхтең кәрәге юҡ, тиҙ генә һелкетә тартып ирҙе карауатҡа йыҡтым, һөрсөктөрә төртөп Сәләхте сығарып ебәрҙем дә ҡапҡаны бикләнем. Шулай ҙа ҡойма ярығынан Сәләхте күҙәтәм, ах бисәһе тәҙрәнән ҡарап торғанда ҡолап китһә генә ярар ине, ҡоламаны, өйөнә инеп китте.
.   Мин ингәндә ир хырылдай ине, иҙән һөртөү юҡ, тиҙ генә осло бысаҡ алып теге ҡолаҡты бора башланым, үҙемдекенең эшләмәгән ерен сисеп алып Сәләхтекен тығып ҡуйҙым.
.  Оһһо эшләй, ҡолаҡ булды, Сәләхтең хәҙер кәрәге лә юҡ, бисәһе уның әллә нимәһен ҡыҙғанғандыр ҙа, миңә ҡолағы булғас етте.
.   Ҡапҡаны берәү туҡылдата, Сәләх малайы, теге атаһына ҡолаҡ бүләк иткәне, ҡулға йыуғыс, биҙрә алдым, шулай ҙа ҡолаҡты сисеп урынына һалдым, шөрләтә әй.
.   Нимә тиҙәр әле урыҫтар, самый лучший способ защиты, нападение, көйөп йөрөгән кеше булам.
.    -Йә, атайың инеп иҙәндә ултырған ашлы һыуға эләгеп йығылды, әйҙә инеп күр әле, гөлдәй өйөмдө бығорлоғом итеп сығып китте, ағайың иҫерек ҡайтып инде лә тәгәрәне урынына.
.  Күреп тора, өй эт ояһылай, еҫе ниндәй һуң әле, уңайһыҙланып ҡына һүҙ башлай:
.   -Атайымдың ҡолағы һеҙҙә төшөп ҡалмағанмы тип ингәйнем.
.   Бисәһе инһә былай тип кенә тормаҫ ине, минең бәхет бар ул!
.   -Атаҡ, атаң ҡолағын юғалтҡанмы, ҡолағының ине бар инеме һуң, минең үҙемдең дә ҡолағым бар, ине лә бар, документы бар, бына ҡара, номеры, һаны тап киләме, һин йәш кеше уҡы, минең күҙ күреңкерәмәй, - тип ебәргән булдым.
.    -Ныҡ иҫерек ине лә, урам буйында әллә нисә ҡоланы, төшмәгәнме шунда.
.  Алдашам инде, ҡоламаны шул, үҙем ҡарап торҙом.
.  Сағыштыра,  уҡый, тап килә, минең шул арала алыштырғанға башы етмәйме, һиҙһә лә өндәшмәйме, мин ғәйепһеҙ кешеләй күҙҙе сылт-сылт йомоп торам, үҙем холодильник аҫтындағы Сәләхтең ботарланған ҡолағын төпкә этәм.
.   Үкенесле башын эйеп сығып китте, йәл булды инде, тик минең хәлде кем аңлай, минең дә ҡолаҡлы булғым килә.
.    Һиҙҙе, Сәләх, үс алырға, ҡолағын ҡайтарырға тырышты, һәр аҙымымды ҡарауыллап ҡына торҙо, йылға буйында балаҫ йыуғанда һөжүм итте, урманда еләк йыйғанда килеп баҫты, бирешмәнем, яғаға яға тотоп көрәштем, иллә мәгәр ҡолаҡты һаҡланым, тәки бирмәнем.


Гөлдәр Кәлимуллина.

Автор:
Читайте нас