АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
8 Август 2025, 04:38

Яҙылып бөтмәгән портрет (Повесть) Хәйҙәр Тапаҡов. Бишенсе киҫәк. (Аҙағы)

  Аласыҡтағы көндөҙ үк ҡабыҙылған май шәм ирей барып, бармаҡ башындай ғына бу­лып ҡалһа ла, һүнер-һүнмәҫ елпелдәп дөм ҡараңғыла янды ла янды…

Яҙылып бөтмәгән портрет (Повесть) Хәйҙәр Тапаҡов. Бишенсе киҫәк. (Аҙағы)Яҙылып бөтмәгән портрет (Повесть) Хәйҙәр Тапаҡов. Бишенсе киҫәк. (Аҙағы)
Яҙылып бөтмәгән портрет (Повесть) Хәйҙәр Тапаҡов. Бишенсе киҫәк. (Аҙағы)

   Таң һыҙылыуға ҡайтып инде лә һаҡ ҡына баҫып йөрөп кейемен элгәс сисенә ба­ш­л­а­ны.

      - Утты яҡ, балам, мин барыбер йоҡламайым, билем тынғылыҡ бирмәй.

      - Сәйнүк ҡайнатып йылы грелка килтерәйемме әллә, аҫтыңа тас ҡуяйым, бигерәк һуңлап кителде шул.

      - Йылытыу ғына баҫмай шул һыҙланыуҙы, тасҡа килгәндә яйын табып, имгәкләп тигәндәй үтәнем хәжәтемде. Сығарып түк инде һыҡрамды, ҡыйын бумаһа.

- Нишләп ҡыйын булһын, хәҙер, - аяҡ аҫтындағы һауытты сығарып түгеп, сайып кире урынына ҡуйғас әсәһенең түшәгенең эргәһенә һаҡты ла ғәйепле кешеләй башын эйеп шымтайып ҡалды.

      - Килендә булдыңмы?

      - Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотлап сыҡҡайным.

      - Һәйбәт булған, нисек йәшәп яталар?

      - Һәйбәт кенә, сәләм әйтеп ҡалдылар.

      - Былай килендең сәләмен кеше аша еткереп торалар тороуға. Балам, эргәмә ултыр әле, һөйләшеп-кәңәшләшеп тә ултырғаныбыҙ юҡ ошо арала, әйтәһе һүҙҙәрем дә бар.

   Бибиәсмә эргәһенә ҡуйылған ҡалай көрөшкәнән һыу уртлап тамағын сылатты, өҙ­л­ө­кһөҙ ятыуҙан туҙған сал сәстәрен ипкә килтерҙе.

      - Мине балнисҡа апарыуға килгәндә башҡаса ыҙаланма, враштарҙы ла ҡаңғыртма, тәҡдирем ошолор, сыпраңлауҙан фәтеүә күрмәйем. Бер генә нимә, ауыртыуҙы баҫа торған үкелдәр таптырып алһаң була, уны балниста саҡта яһай торғайнылар. Фильшер Ғәлимә лә әйләнгән һайын бында килеп йөрөй алмаҫ, минән башҡа ла ауырыуҙары етерлек, нисегерәк итеп ҡаҙарға унан өйрәнеп алырһың, моғайын да ҡуй, тимәҫ.

      - Ярай, уныһын ғына эшләрмен, әсәй.

      - Шунан силсәүиткә барып донъяны үҙеңә яҙҙыртып ҡуй, бөгөн тегеләй, иртәгә икенселәй.

     - Бына быныһы артыҡ, ҡалала йәшәмәйбеҙ бит, мине йортобоҙҙан бер кем дә ҡыуалап сығармаҫ.

     - Беҙҙе, тигән. Дөкәминт дөкәминт инде ни тиһәң дә. Тауҙай байлыҡ ҡалдыра алмайым, булғанына риза бул.

     - Әсәй, мәленән алда күңелгә шом һалма әле.

     - Хоҙай тәғәйенләгән көндәрҙе нисек тә теүәлләрбеҙ, тик алдан йыйнаулы булыуың хәйерле. Төнө буйы йоҡлай алмай ятҡас ни башҡа төрлө уйҙар килә. Һалыҡ булдым инде һиңә, йә Хоҙай йәнемде генә алып ҡуймай, этләндергәнсе. - Әсә һыҡтап илап ебәрҙе. Ләкин күҙҙәрҙән йәш сыҡманы, улар аға-аға күптән ҡороғайнылар.

      - Бушты һөйләмә, әсәй. Аяғыңа баҫырһың әле бер килеп.

      - Баҫырлыҡтан үткәнмендер инде, әйттем бит, маңлайыма яҙған тәҡдирем ошолор, тәнемдә сыҡмаған йәнем генә ҡалды. - Ул карауат башына эленгән таҫтамалды алып битен, балауыҙ төҫөнә ингән маңлайын һөрттө, көрөшкәне йәнә ирененә тейгеҙҙе. Берауыҡтан, тынысланғандай иткәс, дауам итте. - Киленде алып ҡайт, икегеҙ ике тарафта йөрөмәгеҙ улайтып.

      - Гөлзифа ҡаршы түгел.

      - Мин ҡамасауламам, аласыҡты ағартып бирегеҙ ҙә шунда ятырмын, тынысыраҡ та булыр.

     - Киленең былай ҙа һине һораша, хәле нисек әле бейемдең, ти, яңғыҙ үҙеңә уны бағыу ҡыйындыр бит, тип борсола.

     - Уға ҡалған көндө...

 

                                                                            10

 

   «Ҡурҡ… Ҡурҡ… Ҡу-у-у-у-ррҡҡ…»

   Ҡапыл һиҫкәнеп китте. Һөмһөҙ ҡарт ҡоҙғон аласыҡтың түбәһенә үк осоп килеп ҡунған, имеш. Һөмһөҙ ҡош ыҫмалаға оҡшаш шоморт ҡара, тырпайған ҡауырһындарын тупаҫ ҡыу томшоғо менән аралап ҡабартты ла былтыҡ тумалаҡ күҙҙәрен зәһәр йылтыратып уға төбәлде.

      - Көш… Көш… Йөрөйһөң асмәйел, мәйет аңдып… Урыныңдан тәкмәсеп дөмөккөр, тамағыңа таш тығылғыры нәмәкәй. Мә, һиңә! - Тупһа эргәһендә ятҡан йоҙроҡ ҙурлыҡ туң балсыҡты эләктереп ҡош яғына ҡарай атты. Яйһыҙ ырғытылған балсыҡ сәпкә түгел, аласыҡтың ишегенә барып те­й­еп сәсрәп ыуалды. Ҡоҙғон уны мыҫҡыллағандай тағы ла иләмһеҙерәк ҡур­ҡы­лда­ны ла ҡабаланмай ғына зыярат яғына осоп китте.

   Әллә ҡолағына ғына сағылды, әллә ысынлап та ишетте, соланһыҙ, ярым емерек тупһалы аласыҡ эсенән ыңғырашыуға тартым өн килгәндәй булды. Йәлт, итеп торҙо ла ҡабала­нып шул яҡҡа ҡарай атланы. Насар нығытылған, күгәндәре ҡаҡшаған ишекте шығырҙатып асып ингәс ҡараңғылыҡтан күҙе бәйләнеп, бер нимә лә күрмәй, ҡулдарын йәйеп, туҡтап ҡалды. Ишек төбөндә торған бысраҡ һыулы биҙрә аяғына эләгеп иҙән буйлап тәгәрәне.

      - Инәңдең... башы!

      - Ипләп ин, балам, күҙ ҡараңғыға тиҙ генә өйрәнә алмай шул. Тороп тор, эргәмдәге май шәмде ҡабыҙам. Ҡараңғыла ятма, тип Фәриғә әхирәтем килтергән булған. Оҙаҡ яғ­ыр инең, килеп тороп еҫе яман.

   Ҡулына эләккән биҙрәне кире урынына ҡуйҙы ла һәрмәнеп тиерлек килеп урындыҡ ситенә ултырҙы, үҙе аҡланғандай итеп һөйләнде:

      - Электрик Рауилгә ут үткәрәйек, тип күпме әйттем, күпме инәлдем, көнэлгәре араҡы таптырып аптырата.

      - Маҙаһыҙланма, миңә китап-гәзит уҡырға түгел.

      - Барыбер елкәһенән һөйрәп килтерәм мин уны.

   Тын ҡалдылар. Бибиәсмә уға ишетелерлек итеп шыбырҙап сүрәләр ятларға керешеп китте.

      - Әсәй, уҡыған доғаларың тиҙ арала тормошҡа ашып китһә ҡайһылай шәп булыр ине, ибет?

     -Уҡығандарым игелеккә, имен көн итеүгә ишара ғына бары. Әгәр һәр доғаға яуап ҡайтарылһа ул әйтешкә әүерелер ине.

     -  Ә бына мин бер доғаны ла яттан белмәйем.

      - Был һинең хатаң түгел, балам, замана бәләһе. Хәҙер кешеләр ҙә, аҡсалы байҙар төҙөп ҡуйған мәсеттәр ҙә, дингә әйҙәгән муллалар ҙа икенсерәктәр. Элек парторг булған мәктәп директоры Дәүләтша мулла булып киткәс ошо ерҙә тағы ни өҫтәйһең инде? Иманды ҡайһы бер иблес йәнлеләр аҡсаға тиңләштерә башланы, шуныһы аяныслы. – Һөйләшеүҙе көнитмештәре яғына ҡайырҙы. - Кисә көнө буйы инеп тә сыҡманың, исмаһам, - Бибиәсмә үпкәһен белдерергә ашыҡты, - ә мин көтөп ятам, көтөп ятам. Ярай әле әйләнгән һайын Ғәбиҙә апайың инеп-сығып йөрөй, шуныһы яҡшы, ҡабыштырып ятырға уныһын-быныһын индерә, мейес яға, ятҡан еремде хәстәрләй.

      - Көндәлек эш инде, эш, шул малдан ҡайтып инеп булмай. Ике йылдан ашыу ял иткәнем юҡ, беләһең, управҡа шул хаҡта әйткәйем, урыныңа ҡуйыр кеше юҡ ти, хәҙер бит йәштәр ауылда ҡалмай, ҡалаға һыҙалар. Шул утпыскыны алып алыҫ яҡтарға барып ҡайтҡым килә, бер кемде лә эйәрмәй, бер үҙем генә.

      - Ҡайҙа барғың килә?

      - Петербургҡа. Эрмитажға. Барғы килеү бер, аҡса юҡ, аҡса.

    Бибиәсмә үҙ хәлен тыҡый:

      - Килен ураҡ осоронда мине ашатлап тиерлек йөрөп стенаны ағартып сыҡ-ҡайны, шунан бирле башын да тыҡмай. Килеп тороп төн оҙон үткәреп кенә булһасы. Йә быҙауҙы, һарыҡ бәрәстәрен ошонда яп­ма­й­һығыҙ, ни тиһәң дә йән эйәләре эргәмдә булырҙар ине.

      - Эйе шул, бында мал өйө тиһеңме әллә, әйҙә тыныс ҡына ят.

      - Тыныс ҡына ятам, ятмай ни хәл итәйем. - Бибиәсмәнең тауышы дерелдәп сы-ҡты.

Ул тағы ла илай ине шикелле.

      - Балам, бәпесем, донъя хәлен белеп булмай, йышыраҡ хәлемде белеп тор инде. Кәфенлекте, ерләү өсөн башҡа кәрәк-яраҡты алдан хәстәрләгәнмен. Улар өйҙәге ағас һандыҡта. Ғәбиҙәгә лә беҙҙең ҡоҙоҡтоң һыуы менән мине һин йыуындырырһың, тип тумбыттым әле, ундай ерләү эштәрен белеп урын-еренә еткереп башҡара ул. Атайыңдың янына ҡуйырһығыҙ, уның зыяратта ятҡан урынын беләһең.

- Булмаҫтайҙы хәтергә төшөрөп күңелгә шом һалма әле, әсәй!

- Ә һин мәленән алда шомланма, Хоҙай Тәғәләнең ҡушҡандарының һәммәһен тейешенсә ҡабул итеп өйрән.  Ерҙә тыуым булғас үлем дә бар бит инде ул. Әҙәм балаһы фанилыҡта мәңге йәшәмәй, теләйме быны әллә юҡмы, бер килеп әхирәткә күсә.

      -  Йәшәйек әле, әсәй, йәшәйек! Хәҙер ҡайтып мейес тоҡандырам да ит беш-ерергә ҡуям.

      - Шуны ит үткәргестән үткәреп алһаңсы, билмән ауыҙ иткем килеп киттесе, әллә ысынлап та ашағым килә, әллә көнөм тамаҡ һайлауға ҡалды, белмәҫһең.

     - Уны ни һә, тигәнсе, мин үткәрермен, киленең ҡамыр баҫа һалып билмән бөгөр. – Хыялындағы йорт мәшәғәттәрен күҙ алдына баҫтырғанға йөҙө асылып китте, - Рауилгә барып әйтәм, электр үткәрһен. Шунан һурпаһын айырым көрөшкәгә ҡойоп күп итеп билмән индерермен, танһыҡ нимәне рәхәтләнеп ашап-эсеп алырһың.

   Хәбәрен ослап өлгөрмәне тышта ҡарлыҡҡан, йәнә әсе сәрелдәк йыр тауышы ишетелде:

 

                                            …Күгәрсен ояла, оялары быяла,

                                                Күгәрсендәр кеүек гөрләп

                                                Йәшәйек был д-о-о-о-нъя-л-а-а-а…

 

   Ишек алдында Зөфәр менән Гөлзифа йырлайҙар ине.

 

 

                                                                            11

 

 

      - Балам, бар ҡаршыларына сыға һал, ана, тегеләрең килде, хәйерһеҙ. Йә килен инеп һинең бындалығыңды күреп тауыш ҡуптарыр.

      - Зөфәр килгән, әсәй, мин ҡунаҡты ҡаршы алайым инде, булмаһа.

      - Һуң шулай тием түгелме?

      -Ҡабаттан инермен, оҙаҡламам, көт.

      - Көтөп ятам шул, эргәмдәге шәмде лә һүндермәйем.

   Урынында тапанып торҙо ла сығыу яғына ҡарай йүнәлде.

   Өйгә ингәндә өҫтәлгә ике шешә ҡуйылған, Зөфәр, өҫ кейемен ишек төбөндәге иҙәнгә өйөп, түргә үтеп ҡайҡайғайны.

   Уны күреүгә ҡәнәғәт ғыжылдап та ебәрҙе:

      - Хужа, һаумы? Хәстәрҙәр артынан таң ҡараңғыһында сығып кителгәйне, икебеҙҙең дә малдарҙы ҡарап ҡайтып киленә әле.

      - Арыу булған. – Ҡул биреп күреште лә өҫ кейемен Зөфәрҙең өйөмөнә ҡушып ырғытып ҡунаҡтың эргәһенә ултырҙы.

      - Нисек ятыш?

      - Сыҙарлыҡ.

      - Ҡайтып килешләй юлда Гөлзифа осраны, баш шаңҡығанын әллә ҡайҙан һиҙеп-белеп тора. Һинең әй, бисәң үтә лә шәп, эсһәң башыңды төҙәтеү хә­с­тәрлеген күрә, минең убыр ише мыжыҡ, ҡыҫмыр түгел.

   Түрбаш яғында уныһын-быныһын хәстәрләп аҙапланған Гөлзифаның күңеленә маҡтау май булып яғылды күрәһең, көн дә дауайлап, әрләп иренән өй йомоштарын эшләүҙе талап иткән ҡатын, уның яғына асыуһыҙ ҡарап алып еңелсә шелтәләүҙе генә кәрәкле һананы:

      - Көтмәгәндә килеп инә торғандар, өйҙө йыйыштырһаңсы, килеп тороп бола.

      - Өлгөрөрбөҙ.

      - Малды астыңмы?

      - Уны тәнәфес араһында Кәрим килеп ҡарай торған.

      - Ә ул бөгөн беҙҙә ҡунды бит, мәктәпкә киттеме?

      - Күреп тораһың, китте, хәстәрләп, әйтеремде әйтеп ебәрҙем.

      - Исмаһам, мейес яғып аш ултыртһаңсы, өҫтәлдә ҡабыр ризыҡ ҡалмаған, йә икмәге йомшаҡ түгел. Мин ни почта бүлексәһендә аҡсаға сират­та тороп ярты ғүмеремде шунда үткәрҙем. - Ләкин ниндәй аҡсаға икәнлеген сит кеше барҙа сурытып тороуҙы кәрәкле һанаманы. - Ҡайтышлай магазинға һуғылдым.

      - Шунан?

      - Нәзирә һинең йыйылып киткән бирәсәктәреңде шутлап һыпырҙы, шунан алғаныңдан күпме генә ҡала инде. Сәй-шәкәр, тигәнсе ике шешә һатып алдым, юғиһә ах та ух килеп бахмурҙан көнө буйы ята торғанһың.

      - Өҫтәп тәмәке алһаң булаһы икән тартырға бөттө.

   Гөлзифа эҙләнеп йөрөп ҡатҡан икмәк һыныҡтарын табып өҫтәлгә ҡуйҙы, башлы һуған ҡырҡты, соландан унан-бынан тырнап ашалған бер тәрилкә һары май индерҙе.

      - Һо-о-о-о, бындай хан һыйы барҙа башҡа бер нәмәң дә кәрәкмәй. - Ҡасып-боҫоп ри­з­ыҡһыҙ эсергә ғәҙәтләнгән Зөфәргә ҡуйылғаны ла баштан ашҡайны. Шулай ҙа өҫтәлдәге ара­ҡ­ыға ынтыла биреп ҡуйһа ла ҡағылырға ҡыйманы, әҙәплелек күрһәтеп уға  өндәште. - Йә, Хәйбулла ҡорҙ­аш, ҡой әле ошоно мул ғына итеп, һый һинеке, юғиһә ҡорһаҡта Баныу ҡарсыҡтың артаған балы даулаша, баҫайыҡ шуны.

   Насар йыуылған ҡырлы стакандарға яртылаш тултырып араҡы ҡойҙо, ингәндән бер һүҙ ҙә сыҡмаған ҡым­тыҡ ирендәрен яҙып өлөшөн сәкәштереп тә тормай ауыҙына түңкәрҙе. Йоҙроғон танауына килтереп сытырайҙы, ләкин тәғәм еймәне, екһенеүле ҡарашын ситкә борҙо. Күренеп тора, үҙе бында ултырһа ла уйҙары ситтә ине уның. Ләкин бер аҙҙан таш ятҡандай ауыр ашҡаҙанын наҙлы йылылыҡ семетеп алды, кикереп ебәрҙе, то­м­а­н­лы ҡараштары сафланды, йөрәген көйҙөрөп ятҡан юшҡын ирегәндәй итте.

   Зөфәр икенсегә ҡойолғанды эсергә ашыҡманы, йәшкәҙәк күҙҙәрен ялағай майландырып ҡатын-хәстәрҙәре менән уныһын-быныһын ҡуйып йөрөп ятҡан ҡатынға ҡараны, күңелендә ҡайнашҡан хистәрен тәртипкә килтереп, бар белгән яғым­лы һүҙҙәрен көскә бәйләп тост әйтте:

      - Быны мин…теге ни… Гөлзифа, юҡ Гөлзифаҡай өсөн ихлас йотам. Ошондай, абышҡаларын бар яҡтан да, туйыст, көнө-төнө риза итеп йә­шәрлек бисәләр күберәк буһын бы донъяла… Ызнамы шулай, шуны ҡеүәтләп ҡаплайыҡ ошо нәмәне бергәләп, ебәрәйек төп күтәрә...

      - Һырпаланма, юхалама йәме, минең үҙ айғырым үҙемә еткән. – Гөлзифа стакандағын төбөнә ҡәҙәр эсеп һуҡ бармағына элгәс һаһылдап ебәрҙе.

   Ире эргәһенә шылып ултырҙы, уның муйынынан ҡосаҡлап яурынына башын те-рәне.

   «Ниңә, насар йәшәмәй ҙә һуң, өйө, мал-тыуары бар, зәғиф булһа ла әсәһе, ҡатыны, ят бауыр малайы янында. Эше лә бар, наҡыҫ ҡына булһа ла ашы ла. Ә ул юҡ-барға көйәләнеп сәс ағартҡан була тағы, әсәһе ҡазаланғас ни хәл итәһең, бая үҙе әйтте лә баһа, тәҡдире, маңлайына яҙғаны шулдыр. Әсәһе хаҡлы, ҡартайғас, теләйбеҙме быны, әллә юҡмы, бөтәбеҙ ҙә шунда юлланабыҙ. Ә бисәһенә килгәндә, улар бөтәһе лә бер иш, бер ҡап та бер һап...» Араҡы ҡеүәтенә тиҙ бирешеүсән мейеһен өҙөк-йыртыҡ уйҙар йыбырлатты, ләкин улар айыҡ саҡ­та­ғылай үткер ҙә, әрнеткес тә түгелдәр ине.

   Оҙаҡ ултырҙылар. Һөйләшеүҙәре лә шул көндәлек хужалыҡ эштәренән, мал тирәһенән, эсергә табып баш төҙәтеү хәстәрҙәренән, ауыл ғәйбәттәренән ары китмәне.  Өҫтәлдәге наҡыҫ ризыҡ башҡа ҡабыр нәмә булмағас бик үтемле китте, ҡаты-ҡотолар ҙа ашалып бөттө, тәрилкәнең ситендәге керҙәренә тиклем ҡырып ҡаб­ып ҡуйҙылар.

   Ҡаралай-ҡоролай сәй эсеп, ҡабыр ризыҡһыҙ ҡаҡ өҫтәлгә текәлеп икенсе шешәне төпләүгә әле айнып та етмәгән Зөфәр бөтөнләй бәлйерәп төштө, тоноҡ күҙҙәре үҙҙәренән-үҙҙәре йомолдолар. Ул ялбыр башын услап өҫтәл ситенә тер­һәк­ләнде, көнгә ярылған ҡутырлы ирендәре ситенән ялтыр шайыҡ һыҙылып сыҡты ла ябыуһыҙ өҫтәл өҫтөнә һарыҡты. Ҡунаҡ бер аҙҙан һаташып уянғандай күҙҙәрен таһырайтып, ташбайтып асып һиҫкәнеп итте, ян-тирәһенә тексәйеп шешәләштәрен барланы, теүәлләне, шунан мәғәнәһеҙ ҡарашын түшәмгә терәп йыр башланы:

                                                 Эсеп ебәр һалғанын да

                                                 Һорама ҡайҙан алғанын…

   Һәр кемдең үҙ йыры, тигәндәй Гөлзифа ла үҙенсә һамаҡлап ебәрҙе:

                                                Эх, йөрәгем, таҡта сәй,

                                                Маргарин майы менән.

                                                Ташлаһа ла килер әле,

                                                Үҙенең яйы менән.                                              

     - Етте! Ошо эскелек таҡмаҡтары теңкәгә тейҙе, билләһи, башҡа арыуыраҡ йыр бөткәнме? - Ҡулдарын ян-яҡҡа болғап, өҫтәл өҫтөндәге стакандарҙы шауҙырлатып ауҙарып аяғүрә баҫты. Уға ла йөгө еткәйне. - Кисә радионан случайно өр-яңы йыр ишеттем. Нисегерәк әле… - Ул йырҙың көйөн, һүҙҙәрен хәтеренә төшөрөргә теләгәндәй йоҙроҡлап сикәләрен ҡыҫты. – Ә-ә-ә, бына иҫкә төштө нәкәнис, исемен хәтерләмәйем, кампазиторын да, әммә уның садиржаниеһы былайыраҡ… - Сыбыҡланған майлы сәстәрен бармаҡтарына аралап тарап алды, өҫкө төймәләре төшкәнлектән күлдәгенең шалбайған иҙеүен төҙәтештерҙе лә артистарса ҡоласын йәйеп йырлап ебәрҙе:

                                              Сорнап ҡына алды һары һағыш

                                              Яҙа баҫтым юлдарымдан яңылыш…

   Ҡарлыҡҡан, тамаҡ төбөнән ҡыҫылып сыҡҡан көслө тауышта семтем моң әҫәре булмаһа ла, унда әйтелмәгән һағыш сатҡыларын тойомларға мөмкин булыр ине. Йыр ауыр осоп ҡойто өй эсенән ураны ла сығыр ер тапмай тәҙрәләргә барып бәрлегеп уның ҡоршаулы быя­ла­ла­рын зыңлатты. Ҡабаттан йоҙроҡлап сикәләрен ҡыҫты, һағышлы күҙҙәренән һаран йәштәр һығылып сыҡтылар ҙа көнгә тутланған биттәр буйлап түбәнгә һарҡтылар.

- Йә, кем һаҡлай, яҡлай мине бы донъяла, кем мине ишетә, ә минең йәшәгем килә, әҙәмсә йәшәгем, аңлайһығыҙмы шуны?! Белмәйһегеҙ, төшөнмәйһегеҙ эсемдең көйрәп янғанын, муйыныма элмәк һалынғандай көн итәм. Инәңде орайым, сәсрәп китһен барыһы...

   Йырсыны тыңлаусы, уның өҙгөләнеп әйтеүен ишетеүсе булманы. Зөфәрҙең ялбыр башы өҫтәлгә бөтөнләй терәлде. Гөлзифа урындыҡҡа барып гөрһөлдәп ауып, тубыҡтарын бөгөп тарбайып салҡан ятты. Уның юғарыға шылған халатының аҫтынан, итәге йыртыҡ төнгө күлдәк, насар йыуылған ямаулы пантолоны асыҡ күренде. Өкәлтәктәге имеҙелмәгән ас быҙау стена буйын төрткөләп үҙәләнеп баҡырырға тотондо. Тороп тор, Гөлзифа мейескә яҡмағанһың тине бит әле, шул әйткәндәрҙе хәтерләп болғаңлай-болғаңлай ишек алдына сыҡты, таплыҡтан ҡосаҡлап сей утын индереп мейескә тығып ябыуҙы асты. Туҙ булмағанлыҡтан усаҡ аҫтына реклама гәзитен йомарлап тығып шырпы төрттө. Сей әрҙәнәләр ыжламанылар ла. Ауыр мәсьәләне хәл итергә теләгәндәй бер килке башын ҡушуслап ултырҙы ла төпкө яҡҡа инеп, туңҡаңлап, имгәкләп йөрөп диван аҫтын соҡорға керешеп китте. Бына ул эҙләгән, күптән онотолған теге ватман. Уны йәйеп ебәреп текәлеп ултырҙы, берсә тарбайған балтырҙарға, керле пантолонға күҙ атып, берсә аҙағынаса тамамланмаған портретҡа ҡарап ҡасандыр йәнен иңрәткән, булмышын йырлатҡан хыялындағы ҡыҙҙы бөгөнгө ысынбарлыҡтағы тупаҫ, әрпеш, хаяһыҙ ауыл бисәһе менән сағыштырып та ултырҙы шикелле, “дә-ә-ә, ысынлап та яңылышҡанмын, яңылыш юлдан киткәнмен” тип әле генә йырлаған йырҙағы һүҙҙәре ҡабатлап шыбырҙаны ла кинәт ватманды бер нисә тапҡыр йыртып мейес эсенә тыҡты һәм ҡабаттан шырпы һыҙҙы. Яҙылып бөтмәгән портретты тиҙ арала ялҡын телдәре ялап, йотоп та ҡуйҙылар. Хыялы менән мәңгелеккә хушлашҡанғалыр, ҡапыл күҙ алдары ҡараңғыланып китте, һәм ул тигеҙлеген юғалтҡандай урынында бер аҙ сайҡалып торғас ҡырҡылған ағастай бисәһенең эргәһенә барып тәгәрәне. Бөттө. Вәссәләм. Тамам.Түңкәрелде донъя.

         Был мәлдә инде күптән эңер төшкәйне. Һәүетемсә тыныс ҡына башланған көн төштән һу­ңға ҡарай ҡырҡа боҙолдо ла китте. Күҙ бәйләнеүгә гөнаһлы ер өҫтөн төпһөҙ асман менән болғап бутаған дауыллы ғәрәсәт ҡупты. Тотош ауыл, ауыл эргәһендәге урман ҡара ҡойон эсендә ҡалды. Әсе ыжғыр ел йыландай борғаланып туң ер өҫтөнән унда-бында күсеп йөрөп тотанаҡһыҙ боҙло бөртөктәргә әүерелгән ваҡ ҡырсынташтарҙы унда-бында ҡыуа­ла­ны, туҙан-ҡомдо күккә ашырып елгәрҙе, юлында осраған бесән, һалам өйөмдәрен йолҡҡолап туҙҙырҙы, өйҙәрҙең ҡалай-ҡыйыҡтарын ҡайырып ырғытырға теләп хәтәр даң­ғы­рҙатты, мөрйәләргә инеп илай-һыҡтай сеңләне. Әйтерһең дә, тәбиғәт ҡарынында ят­ып етлеккән ынйылай семәрле, аҡтан-аҡ ҡар бөртөктәрен тыуҙыра алмай тулғаҡ ғазабын кисерә ине.

      Аласыҡтағы көндөҙ үк ҡабыҙылған май шәм ирей барып, бармаҡ башындай ғына бу­лып ҡалһа ла, һүнер-һүнмәҫ елпелдәп дөм ҡараңғыла янды ла янды…

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас