

Өйҙәге ике ҡатын араһында барлыҡҡа килгән һалҡын мөнәсәбәт тора-бара дошманлыҡҡа әүерелде. Бибиәсмәгә лә ауыр, бар булған йорт мәшәҡәттәре уның өҫтөндә: ҡышын-йәйен шишмәнән бөксөңләп һыу ташыған да, кер йыуған да, өй эсен йыйыштырған да, тамаҡ бешергән дә ул. Килен кеше эшенән ҡайта ла йәш ҡыҙҙар һымаҡ көҙгө ҡаршыһына баҫып бит-йөҙөн һыйпаштырып кейенеп яһанғас урам ҡыҙырырға сығып китә, ҡайҙа йөрөйҙөр, кемдәргә инеп аралашалыр, билдәһеҙ, эңер төшкәс кенә ҡайтып инә. Өйҙә сағында ла ҡырын ятып иҙәнде ҡыйлап көнбағыш сиртә, унан ҡалһа китап уҡый. Ҡәйнәһе үпкәләңкерәп өндәштеме – өй эсендә оло ғауға сыға.
Йорт тотҡаһы булып йәшәп ята ине әле, көтмәгәндә әсәһе ҡазаланды. Үткән көҙ ҡарлы-ямғыр өҙлөкһөҙ һибәләп оҙаҡ маҙаһыҙланы. Шунан бар тирә-йүнде шыҡырлатып туңдырып та ҡуйҙы.
Ауыл урамы, ишек алдары кеше йөрөй аламаҫлыҡ ялтыр һырғалаҡҡа әүерелде. Ҡабаланып аяғына һырһыҙ сөм галош ҡына ҡатып утынлыҡтан тап-топ күтәреп инеп килгән Бибиәсмә, тайып китеп, тупһа ауыҙына һалынған яҫы таш өҫтөнә йәнтислимгә ултыра төштө. Илла-аллаға өйгә индереп һалдылар, фельдшер Ғәлимә лә бер ни ҙә ҡыла алманы, ыуынырға һыҡма дарыуҙар тәҡдим итте бары. Өс көндән һуң район дауаханаһына алып барғайнылар, рентген үткәргәндән һуң умыртҡа һөйәгенең бил бүлеге һынған, тигән диагноз ҡуйҙылар, ни тиһәң дә йәше лә үтеп бара, шуғалырмы республика дауаханаһына йүнәлтмә яҙырға ла теләк белдереүсе табылманы. Кендектән түбән яҡ ағзалары кәүҙәгә буйһонмаҫ булды ла ҡуйҙылар. Район дауаханаһында ике аҙна тирә ятҡайны, ауырыуҙы урын юҡлыҡҡа һылтанып килеп алырға ҡуштылар. Бибиәсмәне өйгә алып ҡайтҡас оло ғауға ҡупты - килен кеше шуны ғына көтөп йөрөгән, тиерһең, бейемен төпкө бүлмәләге диванға индереп һалғас, уратып-суратып тормай тураһын ярҙы:
- Тимәк, һинең зәғиф әсәйең төпкө яҡты ҫаҫытып ятырға тейеш, беҙ өсәүбеҙ был яҡҡа тығылырға тейешбеҙме?!
- Әсәйҙе ял итергә генә ҡайтарҙылар, тиҙҙән кире больницаға бара.
- Белеп ҡуй, дауалай алғандарҙы унан ҡайтармайҙар!
Бибиәсмәнең күҙҙәрендә ҡайнар йәш эркелде лә йонсоу йөҙө буйлап түбәнгә һарыҡты. Ул башын ситкә борҙо.
Асыуына сыҙаша алмағанға яһиллана барған Гөлзифа йүгереп йөрөп әйберҙәрен йыйып иҙән уртаһына өйөргә кереште.
- Ҡайҙа төйнәлә башланың?
- Атайымдарға ҡайтам, былай ҙа күптән йыйына инем.
- Һантыйланма әле.
- Етте, түлһеҙ ир менән йәшәү ялҡытты, – ҡатын усының ҡыры менән муйыны тапҡырын ҡыйып салыу хәрәкәте яһаны.
- Тел һөйәкһеҙ, нимә лыбырҙайһың?
- Нимә ишетәһең, шуны. Эшкинмәгәнлеген йәшереп төнө буйы һүрәт төшөрөп маташҡан була, художник, ә миңә ғәйрәтле ир кәрәк, төнө буйына кәрәк! - Гөлзифа тирмәндәй осаһын уйнатты, мул түштәрен һелкетте.
- Әсәйҙән тартыныр инең исмаһам.
- Ул һалыҡтан мин ни бысағыма тартынырға тейеш әле?
- Етте, өнөң тығылһын!
-Ҡысҡырма, барыбер ҡурҡмайым. Иң тәүҙә һүрәтемде төшөрә, шунан рәхәтләнеп-кинәнеп битемә ҡара һибә. Башҡалар ише ҡәҙимге ир булһаң, улайтып уратҡансы-суратҡансы тураһын әйт.
- Хәйбулла, килен, тауыш ҡуптармағыҙ улайтып, күршеләрҙән тартынығыҙ әҙерәк...
- Кемдән тартынырға, беҙҙең нисегерәк көн иткәнде бар ауыл белә, һеҙ икегеҙ ҙә миңә так надоели, күргем килмәй һеҙҙе, ҡайтҡым килмәй ошо өйгә!
Ошо ерҙә түҙеме бөттө, туңҡайып, бөксәңдәп, имгәкләп йөрөп әйберҙәрен төйнәп маташҡан бисәһенең артына йән асыуына типте. Уныһы аш бүлмә яғына һөрлөгөп барып ятты ла бындай тупаҫлыҡты һис ҡасан күрмәгәнлектән әсе сәрелдәп тә ебәрҙе: “Ҡарауыл, үлтерәләр!..” Ғүмерҙә ҡул күтәрмәгән ире эшләнеме был эште, булмаҫ. Бер килке күҙҙәрен тупайтып ҡарап өйәҙәп ятты, шунан йөгөнөкләп тороп ашыҡ-бошоҡ кейенде лә илай-илай сығып та йүгерҙе. Йоҡларға ҡайтманы, иртәгеһен дә.
Был юлы әйберҙәрен тейәргә техника бирмәгәндәрҙер, өс көн үткәс егеүле ат алып килде. Ҡатыны әйберҙәрен теүәлләп йыйып күсенергә йыйынған арала башын баҫып утынлыҡтағы түмәргә һағып өҙлөкһөҙ тәмәке быҫҡытты. Ишек алдынан ҡуҙғалырға йыйынған Гөлзифа атының дилбегәһен ҡамтарҙы ла янына килеп сүкәйҙе:
- Йә, ни әйтерһең?
- Әйтеремде әйтеп бөткәнмен күптән.
- Шулай уҡмы?
- Шулай.
- Аҙаҡтан үкенергә тура килмәгәйе?
- Үкенмәм.
- Терһәгеңде тешләрҙәй булырһың да.
Ошо ерҙә өҙә-йырта барған аралашыу өҙөлдө, әммә Гөлзифа нишләптер китергә ашыҡмай.
- Бәлки, тегендә йәшәрбеҙ, беҙҙең ҡарттарҙа. Уларҙың да ҡарыуы ҡайтҡан, мал-тыуарҙарын да ҡарай алмайҙар, үҙҙәрен дә.
- Бында минең зәғифләнгән әсәй, уны ташлап бер ҡайҙа ла бармайым.
- Уны кем ташла, ти, бер ауылдабыҙ бит.
- Уйымдан кире ҡайтмайым.
Гөлзифа урынынан торҙо куртка салғыйҙарына йәбешеп өлгөргән бысҡы онтаҡтарын ҡаҡты, шунан китә бирҙе лә кире ҡайырылды:
- Беләһеңме ни өсөн беҙҙең йәшәүҙең ҡото юҡ, - оҙаҡ көттөрмәй үҙе үк яуап бирҙе, - бата уҡытып Аллаһы Тәғәләнән рөхсәт алмағанбыҙ.
- Иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, яңы Алла иҫеңә килеп төштөмө, булғас булһын, бәлки ЗАГС-ҡа ла барып яҙылырбыҙ, ә?
- Бик теләһәң былай ғына йәшәп ҡарайыҡ, кем олоһо кем кесеһе йәштәбеҙ, миңә лә ирҙән иргә йөрөүе еңел тиһеңме әллә... – Ҡайһылыр кимәлдә әҙәпкә, тәүфиҡкә ҡайта башлаған Гөлзифа ат дилбегәһенә барып йәбеште.
Уның өсөн ысын мәғәнәһендә ҡара көндәр башланды. Бөтә ҡатын-ҡыҙ мәшәҡәттәре, ир хәстәре өҫтөнә ауҙы: фермаһына ла йүгерә, өйҙәге малын да ҡарай, икмәген дә былсымлатып йә ҡара көйҙөрөп бешереп алған була, ҡаҡашып киткән күлдәктәрен дә сайыштырып элә. Иң ауыры әсәһенең хәжәттәренә ярҙам итешеү. Дауахананан алып ҡайтҡан махсус тасты әсәһенең осаһы аҫтына тығыу ҡыйын түгел уға, тартыныуҙан, зәғифлегенән ғәрләнеп өнһөҙ илаған әсәһен күреүе ауыр.
Хәҙер һүрәт төшөрмәй. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем баш баҫып эшләй-эшләй ҙә ҡайтыу яғына тәнтерәкләй. Малсылар йортон да онотто, әшнәләренә лә берекмәй. Ҡатыны ла эшләп йөрөй, һауымға китешләй йә ҡайтышлай осраштырғылай, тик бушлыҡҡа ҡарағандай бер-береһен шәйләмәй үтәләр. Уның әхирәттәренә эйәреп кәйеф-сафа ҡорорға яратыуы тураһындағы хәбәрҙе лә еткерҙеләр еткереүен. Был яңылыҡҡа иҫе лә китмәне, хәҙерге ҡатындар эйәртенешеп ирҙәрҙән былайыраҡ байрам итә. Ул ғынамы, бөгөн ауыл ерендә эсмәгән кеше бармы икән? Тәрбиәле, аңлы халыҡ булып иҫәпләнгән уҡытыусыларҙан башлап тештәре төшөп бөткән ҡарттарына тиклем урамда һөйрәлеп йөрөй. Бер нисә йыл элек эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороп маташҡайнылар маташыуын, тик өгөт-нәсихәткә, ялтырауыҡ шау-шыуға ҡоролған саранан бер ниндәй файҙа ла сыҡманы.
Уға ла эсергә табыуы күпкә еңелләште. Эш хаҡы бирмәгәстәр магазинда талонға кейем-һалым, сәй-шәкәр өләшкән булалар. Нимәгә ул уға сепрәк-сапраҡ?! Араҡылата ала. Ҡайтып инә лә мейеһен игәгән ауыр уйҙарҙан арынырға теләгәндәй сираттағы шешәне өҫтәлгә тыпылдата. Шулайтып яңғыҙы өйөнә бикләнеп, ҡырлы стаканын шешәгә сәкәштереп эсә. Әсәһе телен йотҡандай өнһөҙ-һүҙһеҙ, түшәгенә ҡаҙаҡланған ҡураныс кәүҙәле йән ни генә өҫтәп әйтһен дә ни генә ҡылһын инде?!
Оҙон, ялҡытҡыс ҡыш үтте. Ҡояш аҡ юрғанын ябынып иҙерәп йоҡлаған ер өҫтөнә иркә нурҙарын йәлләмәйерәк һибә башланы. Яҙ яҙ инде. Март баштары булыуға ҡарамай ҡыйыҡтарҙан тамған тәүге тамсылар иртә ярмалана башлаған ҡарҙы көмөш суҡыштары менән сут та сут суҡырға тотондо. Йылы ел урман-ҡырҙарҙы урап яңы тиртә башлаған бөрөләрҙең әскелтем, ҡарағай тубырсыҡтарындағы имшегән сайыр еҫтәрен ауыл урамдарына килтереп тултырған. Ала-солаланып урыны менән асылған ерҙәрҙә ирәүәнләп ҡара ҡарғалар тибенә. Улар урман ҡырындағы ағастарға оя ҡора ла башланылар инде. “Ҡарға килһә ҡар китә”, ти халыҡ мәҡәле, тиҙҙән бар тирә-яҡ ҡышҡы юрғанын һалыр һәм миҙгел тулыһы менән үҙ хаҡимлығына күсер.
Иҫерткес, ярһытҡыс яҙ еҫе. Шуғалырмы бер кем дә өйҙә бикләнеп ултырырға те-ләмәй, арттан шыуғаны тышта. Өлкәндәр ирегән ҡар аҫтынан сыҡҡан сүп-сарҙы өйөштөрә, кәртә ҡураға йүнәлгән бәләкәй йырғанаҡтарҙы ситкә бора, ҡыш оҙоно келәт-аҙбар ураталарына тыңҡыслап тулған ҡаты көрттө ситкә ырғыта.Ҡатын-ҡыҙ тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек йорт мәшәҡәттәренән әҙгә генә булһа ла арынып икешәре-өсәре бергә йыйылып ауылдың һуңғы яңылыҡтарын бүлешә. Көн йылытҡан һайын уларҙың һаны ла яйлап артасаҡ, малдың ҡырға сығыр, көтөү ҡыуыр осоро етеүгә уларҙың өйкөлөшөүе үҙе бер ҙур йәрминкәгә әүереләсәк. Бала-сағаның ҡыҙыҡһыныуы бөтөнләй икенсе юҫыҡта. Ҡағыҙ елкәнле кәмәләрен йөҙҙөрөргә теләп яңы күренә башлаған йырғанаҡтарҙан быуа быуып ҡарайҙар ҙа, ат тояғы ҡәҙәре генә күләүектәргә риза булмайынса, сыр-сыу килеп еүеш ҡарҙы йомарлап Ҡыш Бабай әүәләшергә керешеп китәләр, йә бер-береһенә ҡар бәрешеп уйнайҙар. Араларында һирәк-һаяҡ Кәрим дә күренеп ҡалғылай, мәгәр ул уны танымағандай ҡылана.
Яҙ байрамы яҡынлашты. Яҡындарына бүләк эҙләп ир-ат магазин юлын тапаған була. Ауыл ерендә, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙарға бирерлек сәскә, гөлләмә-маҙар табып булмай, шулай ҙа кеҫәләренә яулыҡ йә хушбуй тығып сығалар, шулайтып, барына ризалар.
Тәмәке алырға тип шунда боролдо һәм магазин ишегенең төбөндә Гөлзифа менән саҡ бәрелешмәне.
8
- Абайлаңҡыраһаң ни була?! - Асыуланғандай итеп әйтте.
- Ә-ә-ә, абышҡа!
- Таптың абышҡаны!
- Һинеңсә булһын, Хәйбулла Ғималетдинович, байрам менән тигән?!
- Байрам ҡайғыһы юҡ әле.
Һүҙ ялғарға иҫәбе барлығын белдергән Гөлзифа магазин ишеген тыш яҡтан ныҡ-лап этте лә күтәрмә рәшәткәһенә һөйәлде.
- Яҡшымы-яманмы нисәмә йылдар арҡа йылытыштыҡ бер түшәктә, инеп сығ-ыр инең, унда-бында булһа ла, хәлде белеп.
- Минән башҡа ла байрам менән ҡотлаусылар, хәл белешеүселәр етерлектер бит?
- Теләһәң табырға була, бер яҡ ауыл осонда ирең була тороп, икенсе оста өҫтө-нән йөрөүе генә оят.
- Биғәйбә, тәүфиҡләнгәнһең.
- Һин минең гел насар яғымды ғына күрҙең. Әйткәндәй, Кәрим һине күреп йөрөй икән, ҡасан ҡайтабыҙ, ти.
Һүҙ өҙөлдө. Тегеһе шулай ҡыйпаңлай биреңкерәп тороуында булды. Кеҫәһе төбөнән таушалып бөткән һуңғы папиросын сығарып тоҡандырҙы. Һурҙы. Быуылып йүтәлләргә тотондо.
- Ҡараусы булмағас, ана, һалҡын да тигеҙгәнһең.
Был юлы ир һүҙҙе әрепләшеүгә борғоһо килмәне. Күҙҙәренән атлыҡҡан йәштәрен фуфайка еңенә һөрттө лә ҡатынына асыла биреңкерәп ҡараны:
- Һин теге, ни, әллә тағы тулыланып киткәнһең инде?
- Йонсотоусы булмағас… Килеп сыҡ исмаһам, байрам хөрмәтенә. Беҙҙекеләр бөгөн Кәримде алып Байғужалағы апайымдарға китә. - Гөлзифа мыймылдата баҫып тупһанан төштө. – Килерһеңме?
- Ҡарап ҡарарбыҙ. – Уратып яуапланы.
- Тимәк, киләһең. Әйткән һүҙ атҡан уҡ, улайһа көтәм...
- Әсәй, байрам менән, бына бәләкәй генә булһа ла, бүләк алдым әле. - Ингәндән лауылдап хәбәрен һөйләргә керешеп китте. Түш кеҫәһенә һалынған ике яулыҡтың береһен алып түшәк ҡырына һалды.
- Рәхмәт улым, урынлы-урынһыҙға сарыфланмаһаңсы. - Шулай ҙа әсәнең һар-ғылт йөҙөнән ҡәнәғәтләнеү, йылмайыу сатҡылары йүгерҙе.
Мал-тыуарын ҡараштырып ингәс, ашығып кейенә башланы.
- Егеттәр менән тегендә, малсылар йортонда әҙерәк кәрт һуғып алырға һөйләшкәйнек. - Әйткәндәре ышанысһыҙ, аҡланырға теләгән һымағыраҡ килеп сыҡты.
- Бар улым, һиңә лә әҙерәк ял итеп алырға кәрәк, миңә генә текәлеп ултырырға тимәгән бит, тик донъяңды онотоп китмә. - Әсәһенең тауышы хәстәрлекле лә, яғымлы ла. Әйтерһең дә быуынға ултырған иргә түгел, уйнарға атлығып торған шуҡ малайға өндәшә.
- Рәхмәт, оҙаҡламам… - Үҙ яуабына үҙе уңайһыҙланып ҡыҙарынып китте һәм сығыу яғын ҡараны.
Гөлзифа әҙерләнеп көтөп торған, килешле генә итеп кейенеп-яһанған, ғүмерҙә ҡыланмағанын - йөҙөндә буяҡ эҙҙәре төҫмөрләнә, үҙенән хуш еҫ килә. Йыйыштырылған өй эсен тултырып тәмле аш еҫе таралған. Ул инеүгә кәстрүлдәге ит һоҫолдо, самауыр шаулатып ебәрелде, өҫтәл түренә мөгәрәптән сығарылған сифатлы “Пшеничная” араҡыһы ҡуйылды.
Уңайһыҙланған ҡиәфәттә алып килгән бүләген түш кеҫәһенән сығарып өҫтәл ҡырына һалды:
- Мә, мыны һиңә әпкилдем.
- Миңә?! Бына исмаһам бүләк, үҙе килеп тороп сағыу, үҙе шау сәскә! - Гөлзифа яулыҡты яурынына һала һалды, көйәҙләнеп көҙгө алдында әйләнгеләгәс, килеп иренең битенән «әп» итеп алды. Урынһыҙыраҡ килеп сыҡты һымаҡ, көсөргәнешлек кәмемәне.
Телдәр сиселмәһә лә, табын аҙағында инде ирендәрен сылатҡан араҡынан икеһенең дә йөҙҙәре алһыуланды, ҡараштар сафланды, ултырған аралары ла һиҙелерлек яҡынайҙы. Оҙаҡ итеп сәй һемерҙеләр. Ябыуын асып мейес ауыҙына тәмәке төтәтергә сүгәләне, ҡыйыуланған ҡарашын ҡатынына ҡаҙаны. Уныһы ла беше кәүҙәһен уйнаҡлатып ҡабаланмай ғына ҡашығаяҡ йыуырға керешеп китте. Эшен бөтөргәс мендәрҙәрҙе гөпөлдәтеп ҡабартып урын йәйҙе, ҡабарынҡы ерҙәрен ымһындырғыс тирбәлдереп өҫтөндәге атлас халатын тартыныуһыҙ һалды ла түшәккә сумды.
- Йә, утты һүндер ҙә ят, нишләп ултыраһың? - Аҡҡош ҡанатындай аҡ, нәфис, тулы ҡулын һоноп эргәһендәге буш урынды һыйпаны, шунан юрған эсен ти-рбәлтеп эске кейемдәренән ҡотолдо. Түшәк эргәһендә ятҡан шул нәмәләрҙән тән-де зымбырлатҡан, кәрҙе ҡуҙғытҡан таныш еҫ килә. Ҡатын-ҡыҙ танһыҡлаған ирҙең башҡаса сыҙап ултырыр әмәле ҡалманы. Арзанлы пинжәгенән, бумазый күлдәгенән, һырма салбарынан нисек етте шулай ҡотолғандан һуң түшәккә сумып арыҡ, кәлберләк кәүҙәһен яланғас кәүҙәгә һыйындырҙы.
Ярты төн ауғас ҡатын ләззәттән арыған дымлы яланғас кәүҙәһен иренә һылаштырып йыбанып ҡына өндәште:
- Хәйбулла, ә Хәйбулла, бер кем дә ҡамасауламағанда ҡайһылай һәйбәт, рәхәт, ә?
Өндәшмәне.
- Бейем менән килешә алманыҡ шул, бөтә талаштың сәбәпсеһе ул ғына. – Әйткәндәрен раҫлағандай башын ҡултыҡ аҫтына тыҡты, усы менән арыҡ түште яратып тупылдатты. - Ус аяһылай ғына өйҙә аҙым һайын күҙгә төшкән сүп һымаҡ ҡаҙалды ла торҙо.
Яуап юҡ.
- Ништәп ҡайт, тимәйһең?
- Мин һине өйҙән ҡыуманым.
- Шулай ҙа?
- Ҡайт һуң, моғайын да әсәй ҙә ҡаршы булмаҫ.
- Саҡ менән Суҡ ише йәшәү ялҡытты, әҙәмсә көн итке килә. Кәрим дә хәҙер етәктәге бала түгел, уға ла ир тәрбиәһе кәрәк.
- Уныһы шулай.
- Ҡайтырмын да ул, тағы ла шул бейем, башым күренеү менән әпәт башланыр ошоғаса ҡабатлана килгән мәхшәр.
- Башҡа варианттар юҡ, ул беҙҙең менән ҡала.
- Уның ғүмерлек һалыҡ икәнлеген дә, унан еңел генә ҡотолоп булмаҫын да аңлайым.
- Нимә, унан ҡотолорға йыйынаһыңмы? – Тыныс ятҡан еренән башын ҡалҡыта һалды.
- Яңылыш ысҡынды, һәр әйткәнде ҡолағыңа элә һалып барма әле.
Кәйефе киткәнгә һыртын ҡуйыңҡырап ятты.
-Терпеләй энәңде ҡабартып барма, борол был яҡҡа. Әйҙә әбейҙе аласыҡҡа күсереп һалайыҡ, ә? Унда мейес тә бар, урындыҡ та. Нигеҙен нығытып стеналарын һылап ағартып ебәрһәң, үҙе бер торлаҡ булырлыҡ. Бейемде ситкә типмәйбеҙ ҙә инде, үҙебеҙ ҡарайбыҙ. Шул турала урамда һеҙҙең эргәләге Фәриғә әбейгә лә әйтеп торҙом әле.
Телен йотҡандай өндәшмәй.
- Хәйбулла, ә, Хәйбулла… - Гөлзифа көсләп тиерлек иренең йөҙөн үҙенә борҙо, шырт биттәрҙе иркәләне, эҫе тыны менән тәнен бешерҙе. Әле шауҡымы ла сығып бөтмәгән араҡы ҡеүәте, ҡайнар тын, ҡуҙғытҡыс еҫле, йомшаҡ, яланғас тән бөтәһе бергә буталды.