АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
6 Август 2025, 03:27

Яҙылып бөтмәгән портрет (Повесть) Хәйҙәр Тапаҡов. Өсөнсө киҫәк.

Бәй, ҡатынының күҙҙәре асыҡ һоро төҫтә түгел, береһе ҡара­ғус­ҡыл һоро, икенсеһе йәшкелт икән дә баһа, тормошто ике төрлө ҡабул иткән ике төрлө күҙ, тулайым йөҙҙә ике ҡараш. Уларҙы портретта күрһәтеү еңелдән булмаясаҡ.  Төнгө ижад эшендә кәрәкле төҫтө ҡулына алғайны ғына… ах, харап итте – көтмәгәндә буяу һауыты ҡулынан төшөп китеп тиҫтәләгән ваҡ тамсылыр ҡағыҙға һибелде. Уны юйып ҡына бөтөрөрләк түгел, бөтә йөҙгә сәсрәгән. Ватманды йом­арлап диван төбөнә тыҡты ла утты һүндерҙе.

Яҙылып бөтмәгән портрет (Повесть) Хәйҙәр Тапаҡов. Өсөнсө киҫәк.Яҙылып бөтмәгән портрет (Повесть) Хәйҙәр Тапаҡов. Өсөнсө киҫәк.
Яҙылып бөтмәгән портрет (Повесть) Хәйҙәр Тапаҡов. Өсөнсө киҫәк.

      - Әсәй! Әсәй!

      - Ни булып китте? – Урындыҡта йөн иләп ултырған Бибиәсмә хафаланып китте.

      - Ҡайҙа минең буяуҙар?! - Дөбөр-шатыр килеп инеп өҫтөн һалыр-һалмаҫтан әйткән һүҙҙәре шул булды.

      - Ҡайҙа һалғанһың, шунда яталыр, мәктәп балаларына Яңы йылға гәзит сығарып булаша инең түгелме?

      - Яңы ғына уҡытыусыны тап иттем, балалар ҡушҡан эште тамамлай һал инде, тип үтенде.

      - Ашап ал башта, картуф та ҡурғанмын, сәйем дә күптән ҡайнаған. - Ул­ы­ның шарҙауай ҡылығына өйрәнмәгән әсәһе аңҡы-тиңке килеп ҡарап ултыра.

      - Мин туҡ.

      - Нисек инде туҡ, яңы эштән ҡайтып инеп тораһың.

      - Ашау һуңынан, шул гәзитте тамамлай һалырға кәрәк, иртәгә үк Ҡыш Бабай һүрәтле гәзит таптырып килеп етерҙәр, еүеш танауҙар. - Сәбәпһеҙгә киң итеп йылмайып ебәрҙе.                                                             

  Унда гәзит ҡайғыһы түгел ине. Алдашты. Ватман сығарып, аш өй яғындағы өҫтәлгә йәйеп һалып, аулаҡлап йәйелеп китеп ултырып, бөтөнләй икенсе шөғөлгә тотоноп китте. Шым ғына инеп-сығып уныһын-быныһын эшләп йөрөп ятҡан әсәһе төп яҡтағы диванға урын йәйеп, утты һүндереп йоҡларға ятты. Бирелеп китеп, онотолоп, илһамланып эшләне. Таң әтәстәре ҡысҡырыуға аҡ ҡағыҙҙа һылыу ҡатындың күрмәлекле йөҙө һын­ла­н­ды. Тик төҫлө портрет томанлы, һыҙмалары аныҡланмаған, нығытылмаған, тамамланмаған эскиз кимәлендә ине әле.

  Иртәгеһен дә эшендә дәртләнеп, осоп-ҡунып йөрөнө. Бесән-һаламын да ҡутараһынан тейәп иң беренсе булып алып килде, фуражсыны мыжытып санаһына саманан арттырып силос ырғытты. Ғүмерҙә ҡыланмағанын ҡыланып Тәтәй Мәрфуғаға тиҙәктәрҙе транспортерға этеп төшөрөргә ярҙамлаша башланы. Һауынсы ҡатын бындай ихласлыҡты элек күрмәгәнлектән ғәжәпләнеп аңҡы-тиңке килде:

    - Атаҡ, бынағайыш,  ғүмерҙә булмағанды, күрмәгәнде эштәп ни ҡыланаһың у, ҡәйнеш?

    - Еңгәйҙең ҡап яртыһы ҡәйнештеке, тиҙәр бит, шуға ағай күрмәгәндә бер аҙ ярҙамлашайым, тим.

    - Күпме генә телдәрләнһәң, тырышһаң да араҡым да, көмөшкәм дә, ҡойған балым да юҡ.

    - Араҡыңды үҙең эс! - Баш бармағы менән эргәһендәрәк өйрөлгән-сөйрөлгән һау­ын­сының бөйөрөнә төрттө лә тегеһенең кинәнеп сырылдауынан ҡыҙыҡ табып шаң­ҡы­л­д­ата көлөп сығып та йүгерҙе.

  Эшенән ҡайтып ингәс әсәһен яңынан аптырауға һалып, ғүмерҙә ҡыланмағанын ҡыланып ҡуҫтарланырға тотоноп китте. Булған күрмәлекле кейемендәрен кейҙе, оҙаҡ итеп, ентекләп ҡырынды, битен мул ғына итеп «Тройной» одеколон менән сылатырға ла онотманы. Сығыр саҡта йыуынғыс эргәһенә ҡаҙаҡланған көҙгөгә күҙ атты. «Күпме көтөргә була, кәләш алһаңсы, бил­ем тота ла ҡуя. Йорт тирәһенә шыпа ярамайым». Ҡайта-ҡайта шулайтып мыжыған Биб­и­ә­с­мәнең йөҙөнә серле өмөт ҡунды, был юлы ла ишек ябылыу менән үҙ алдына һөйләнде: “Иншалла, хәйерлегә генә булһын!”

  Гөлзифалар тәңгәлендә барып оҙаҡ тапанды. Урам баҡсаһының рәшәткә артына боҫоп үткән-һүткәндәрҙең күҙенә салынмаҫҡа тырыша өҫтәүенә. Тәҙрәләрендә ут күренһә лә мөгөҙһөҙ һыйырҙай барып инеп булмай ҙа.

«Һирәкләп булһа ла килгеләп йөрө, тине бит», - тип үҙен-үҙе дәртләндергәс ҡый-ыуланып ишек тот­ҡ­а­­һын тартты.

       - Шаҡып инһәң ни була, һөмһөҙ, төн ҡарағы һымаҡ йөрөп ятаһың тағы! - Ҡурҡып киткән булды Гөлзифа.

  Үҙе өҫтөндәге ҡыҫҡа халатының итәктәрен тартыштырҙы, иҙеүен ҡулдары менән бөрҙө, юнылғандай шыма балтырҙарын ишеп баҫты.  Шулай ҙа йөҙөндә шелтә, асыу күренмәне.

       -Ней, үтеп барышлай ғына, осраҡлы ғына һуғылғайным да, - ғәйепле кешеләй ҡулдарын ян-яҡҡа йәйҙе, - әллә ваҡытһыҙыраҡ булды инде.

  Аш өйҙөң урындығында уйынсыҡтарын йәйеп ташлап уйнап ултырған ике йәштәр самаһындағы ир бала инеүсенең ваҡытһыҙ йөрөүенә ишараларға теләгәндәй сәйерһенеп текәлеп ултырҙы ла, ҡулына эл­әк­кән уйынсығын эләктереп төпкө өй яғына ҡарай атланы.

       -Бик тә ваҡытлы, беҙҙә күреп тораһың, аулаҡ! – Гөлифа уға оҡшатып ҡоласын йәйҙе.

  Ниһайәт иҫен йыйып, телгә килеп, инеү сәбәбен аңлатты:

    - Ней, малығыҙға ярма кәрәкмәйме, тип боролғайным да.

    - Шул тиклем ярмаң мулмы ни?

    - Табырға була.

    - Ни хаҡ?

    - Һеҙгә тигәндә бушлай. Ёйттем бит, һин юҡта ла Байрамғол ағайҙы әбижәйт ителмәне, ярманан, тауыҡ еменән өҙмәнем.

    - Рәхмәт инде, ирһеҙ бисә тураһында улайтып ҡайғыртып йөрөгәс. Заманалар үҙ­гә­рә, бүлексә мөлкәтен дә кейенеп-яһанып ҡына йөрөп һаталар. - Хәйләнең нигеҙһеҙ икәнлегенә ишараланды.

    - Егеттәр менән домино һуғырға колопҡа китеп барыла.

    – Һәм кинәт пландарың үҙгәреп киттеме? Нишләп тораһың һерәйеп, әйҙә үт, атайымдар күршеләргә һуғым итенә сыҡ­ты­­лар. – Ишек төбөндәге элгескә ҡарап ымланы. - Беҙҙә йылы, курткаңды сис!

  Өҫ кейемен һалып, кәпәсен сатына йомарлап, ишек төбөнәрәк ултырҙы. Гөлзифа сәй әҙерләргә тотондо: электр сәйнүген тоҡандырҙы, урындыҡҡа ашаулыҡ йәйеп булған һыйын теҙ­ҙе. Шул арала хәбәрен һөйләп йөрөй:

    - Күршеләр миңә лә өндәшкәйне, барманым. Яңғыҙ үҙем күҙгә төшкән сүп һы-маҡ ултырғым килмәне. Тағы ҡарт-ҡороноң ҡартлыҡ еҫен еҫкәп, килделе-киттеле хәбәрҙәрен тыңлап ултырайыммы тағы, ҡыҙыҡ түгел.

  Йәш ҡатындан күҙен ала алманы. Уның сәләмәт, таушалмаған һылыу йөҙө, һо­м­ғол буй-һыны, күҙгә бәрелеп торған ҡабарынҡы ерҙәре албырғатты. Ымһындырғыс тумалаҡ тығыҙ балтырҙарҙы, һығылмалы билде, тар, саманан тыш ҡыҫҡа халатҡа саҡ һыйып бытлыҡҡан бүлкәтле янбашты, эйелгәндә иҙеүҙән тотошлайы менән һалынып күренеп остайған имсәкле мул түштәрҙе ашарҙай итеп күҙҙән үткәрҙе. Әллә халатын шыр яланғас тәненә кейгән инде?.. Ауыҙында эркелгән теләк шайығын ҡылҡылдатып йотҡас итле һөйәк көҫәгән ас эттәй яланып ҡуйҙы.

  Бетәүләй йоторҙай булып таһырайған ҡарашты ла һиҙә тегеһе, әммә-ләкин ниғмәттәрен ҡабат­тан боҫормалап йәшерергә ынтылмай, киреһенсә йә халат итәктәрен ялпылдатып асып ебәрә, унан ҡалһа килешле генә итеп янбашын мыймылдата, күкрәксәһеҙ түштәрен бәүелтә.

       Танауына ҡуҙғытҡыс та, танһыҡ та ир көҫәгән ҡатын-ҡыҙ еҫе бәрелгәс башы әйләнеп китте, тотош тәненән аңлайышһыҙ зымбырлау йүгереп үтте, теҙ-быуындары ҡалтыраны, мейеһен иләҫ-миләҫ хыялый уй йыбырлатты: “Их, хәләл бисәң ошоноң ише булһа, түшәктән тормай ятылыр ине…” Сабырһыҙ теләк менән ир булмышына йәшеренгән мөмкинлек тап килмәй шул йыш ҡына, күпме генә шулай хыялланһа ла кәүҙәһен ниндәйҙер тотҡарланыу, икеләнеү көсө быуа әлегә.

  Сәй янында ла әңгәмәне ялғап ҡыйыуланып китә алманы, шуға алдына шылдырылған уныһын-быныһын әҙ-мәҙ ҡапҡылап сәй һөрпөлдәтеүендә булды. Гөлзифа һаман да үҙаллы һөйләнә бирҙе:

         - Иремдән айырылам мин, кәнкритне айырылам. Йәшәрлек рәт ҡалманы.

         -Ҡыйырһытамы?

        - Ҡыйырһытыу нимә генә, ҡанһыҙ, хаяһыҙ кеше булып сыҡты. Ауылдағы бөтә ирҙәрҙән көнләй бына. Көнө буйы совхоз эштәрендә йөрөй-йөр­өй ҙә төнө буйы, управтан рөхсәтһеҙ, араҡыға алданып, кем етте шуға тракторы менән кәбән тарттыра. Таңға ҡарай ғына лаяҡыл ҡайтып инә, дау ҡуптарып талашырға, туҡмарға тотона. Ул юҡта уйнаш итеп ятам, йәнәһе. Тракторҙы һорауһыҙ ҡулланғаны өсөн бер нисә тапҡыр эш хаҡын да бирмәй ҡаранылар, белмәһә белмәй икән кеше. Бына, ҡара, семтеп бороп алып бөттө. – Халат иҙеүенең төймәләрен ысҡындырып ебәреп бер нисә урында күгәреп күренгән түшен күрһәтте. – Янбаш тирәһе тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

  Оҙаҡ итеп тәфсирләп ирен яманлай. Әйтерһең дә алдында ул түгел, уның ялыуын тыңлаусы прокурор ултыра.

          - Ҡайтайым инде.

          - Ултыра бирһәңсе, килгәнеңә яңы. – Өнһөҙ тыңлаусыны тиҙ арала сығарып ебәргеһе килмәй Гөлзифаның.

         - Баяғы әйткәнде иртәгә ҡараңғы төшөүгә килтереп китермен. –Ҡунаҡ теләр-теләмәҫ кенә урынынан ҡалҡты.

  Ҡатын соланға оҙата сыҡты. Өҫтөнә кейеп тә торманы.

   Солан ауыҙында, үҙенең хис-тойғоларын белдерергә теләгәндәй, йомшаҡ йылы ҡулдарҙы ҡатҡан уста­р­ы­на йомарланы:

       - Ярай хушығыҙ, әлегә.

       - Ай, ҡалай һалҡынайтып ебәргән, өтөп алып бара!  Килгеләп йөрө, һыуыҡтан булһа ла йылытып… - Туптай тығыҙ түштәр иңбашына яңылыш ҡына ҡағылғандай иттеләр. Уларҙың ҡуҙғыулы тығыҙлығы фуфайка аша ла беленде.  Башҡаса тыйылып ҡала алмағанға ҡатынды һығып ҡосаҡланы, ә тегеһе шуны ғына көткәндәй ирендәренә үрелде. Оҙаҡ үбешеүҙән тотош кәүҙәһе йомшарған Гөлзифа тыны бы­у­ы­лып бышылданы:

       - О-о-о, күптән былайтып үбешкән юҡ ине, хәтәр!

       - Ғәфү ит, тыйылып ҡала алманым. – Килеп сыҡҡан хәлдән уңайһыҙланғанға мөңгөр-мөңгөр килеп үҙ алдына һөйләнде.

       -Бындай осраҡта ғәфү үтенәләрме ни? – Етеҙ ҡулдар тарафынан төймәләре ысҡындырылған фуфайка эсенә яланғас кәүҙә йылғыр һыйынды.

       -Мужыт, ошонда...

       - Юҡ бында һалҡын, тағы минекеләр ҡайтып инеүе бар... Иртәгә кил… Мунса яғабыҙ… Кискеһен һуңғыһына инермен…

       -Һин шул тиклем дә башты әйләндерерлек, баш китерлек дәртлеһең?! – Тәүге тапҡыр үҙенең ир кәренең тыйып торғоһоҙ булып ташыуын тойҙо.

Быны һиҙеп өлгөргән Гөлзифа быуылып әйтте:

-Ҡабаланмайыҡ, ашыҡҡан ашҡа бешкән, иртәгә тегендә иркенләп, еренә еткереп... Һиҙәм, был юлы бирешерлек, ҡоро ҡапсығыңды тотоп ҡалырлыҡ самаң юҡ... Кил, килгәнеңде белдереп бер тапҡыр ғына аш өйөнөң тәҙрәһенә сиртерһең...

  Әҫәрләнеп ярһып ҡайтҡанға илһамланып кисәге башлаған эшенә ултырҙы. Аҡ ҡағыҙҙағы ҡатындың йөҙө, яңы буяуҙар өҫтәлгәс, тағы ла асыҡлана, баҙыҡлана тө­ш­тө. Хәҙер яҙылаһы портретҡа эске «йән» өрөүсе, үҙенә саҡырып тороусы һыҙат өҫтәйһе генә ҡалды. Ниндәй һыҙат, уны әлегә белмәй, әммә тойомлай, мотлаҡ уны та­ба­са­ғына ышана.

 

                                                                    6

 

  Хыялында йөрөткән, тик уның ҡайһылайыраҡ булырын күҙ алдына ла килтер-мәгән беренсе төнө ҡара мунсала үтте. Төн түгел, тәжрибәле ҡатын-кәнтәйҙең нәфсе һыуһынын ҡандырыусы ярым төш, ярым өнгә тартым һаташыулы мәл генә. Гөлзифа баҙнатһыҙ ҡыланған егеттең ҡулдарын үҙе тотоп кәрәкле урындарға йүнәлтте, тегеһе ары ла килбәтһеҙ маташҡас ҡыйыу ҡыланып үҙе тотондо; аҫта ҡалды, әйләнеп өҫкә ҡалҡты, ағасҡа уралған быуар йыландай бо­рғаланды-һырғаланды, ыңғыраш­ты, наҙлы иңрәне, һыуһынын ҡанд­ырып ярһып, ҡойондай бәүелеп буш­анған саҡта буҫлығып иларға тотондо, үҙе ыңғайы бер бышылдап һөйләнде:

       - Бына бит, ҡайһылай шәп килеп сыҡты...

       - Эрәхмәт, һиңә...

       - Ҡайтырға ашыҡма, саҡ ҡына ял итеп алайыҡ та тағы ҡабатларбыҙ.

   Мунсанан ир булыуын тойоп, ҡанатланып түгел, бите-ҡулы ҡоромға буялып, бысранып килеп сыҡты.

  Ҡырағай, хайуани, енси һыуһынды ҡандырыуға ҡоролған осрашыу бер нисә тапҡыр ҡабатланды, осрашҡан һайын үҙен көслөрәк, ғәйрәтлерәк итеп тойҙо. Ҡатын-ҡыҙ теләһә ирҙән арыҫлан, теләмәһә унан сепрәк яһай ала икән ул.

  Артабанғы яҙмышы еңел генә хәл ителде лә ҡуйҙы. Ҡайнар  ҡосаҡ уны тотошлайы менән үҙенә тартып алды. Гөлзифа ла оҙаҡҡа һуҙманы, бер нисә тапҡыр шул мунсала ҡунып сыҡҡандан һуң бүлексәнән арбалы «Белорусь» һорап алып күрше ауылда ҡалған кейем-һалымын, ваҡ төйәк ҡаралтыһын, һыйырын тейәп килеп төштө һәм… яҡты көн уртаһында йөктө туп-тура уларға алып килеп буш­ат­ты. Үҙенең  был үтә лә сәйер ҡылығын ябай ғына итеп аңлатты:

      - Ҡабат-ҡабат тейәнеп йөрөгәнсе ошолай ҡулайыраҡ булыр. Теге эшкинмәгәндән яйлап, закон нигеҙендә судлашып айырылышам әле. - Алдында тәүге ире торғандай итеп янап та алды. - Минән еңел генә ҡотолормон тиһеңме, килеп сыҡмаҫ, күрһәтермен әле мин һиңә күрмәгәнеңде, күҙеңде сығартып алимент ҡайырып аласаҡмын!

  Яҙылмаған ҡанундарҙы, йолаларҙы һанлаған, шуларҙы еренә еткереп үтәп, ша­р­тына килтереп йәшәргә күнеккән ауыл халҡы аптырашҡа ҡалды. Ғәйбәтләргә, берҙе бишкә ауҙарырға әүәҫ ауыл ҡа­т­ындары телдән яҙҙы. Яҙмаҫлыҡ, хайран ҡалмаҫлыҡ та түгел шул, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа, арттырып, ҡа­б­а­ртып, өҫтәп ебәреп бышылдарлығы ҡалманы, бөтәһе лә көн кеүек асыҡ, бөтәһе лә ус төбөндәгеләй күренеп тора.

   Хәбәр сурытырға оҫтараҡтары ғына бот сапты:

    - Китсе, яусылау, кәләш әйттереү, туйлап алыу заманалары һағынып һөйләргә генә ҡалды микән ни инде?! Ахрызаман бисәләре, ҡарыулы үгеҙ танһыҡлаған күп-ҡасар тана ише, ирҙән иргә күсенеп кенә көн итәләр ҙә ҡуялар.

  Түбәнге остан ҡайтышмауын күргәнгә янып-көйәләнеп йөрөгән әсәһе үпкәләп әйтеп тә алғайны:

       - Һиңә бәләкәйҙән атай тәрбиәһе етмәне.

       - Ништәп улай тиһең, әсәй?

       - Ғималетдин тере булһа ҡыҙған тимерҙәй бөгөп, йәлпәштереп кәрәгеңде бирер ине лә, ул юҡ шул, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булғыры.

       - Улайтып ныҡ итеп туҡмарлыҡ ни эш эшләнем әле?

       - Белмәмеш булып ҡыланма, йәме, ауыл ауыҙына иләк ябып булмай, тотош халыҡ һөйләй.

       - Һөйләһендәр, ғәйбәтселәрҙең ауыҙҙарын томалап бөтөрмөн тимә.

       - Фәриғә әхирәтемдекен дәме? Ғүмер буйы ҡатнашып йәшәгәс уға ышанмай кемгә ышанайым тағы? Оят, ыстырам, ти, Хәйбулла менән һөйләшеп ҡараһаңсы, ипкә килмәҫме, ти. Фәриғәнең мәктәптә эшләгән төпсөк ҡыҙы һиңә иш түгелме, үҙе уҡыған, үҙе ипле, үҙе эшлекле, иң мөһиме күргән-белгән, күҙ алдында үҫкән бала. Һиңә балалы ҡатындан башҡа ҡыҙҙар бөткәнме?

       - Кем тураһында һөйләйһең?

       - Борғаланма-һырғаланма улайтып, барыһын уртаға һалып асыҡтан-асыҡ һөйләшәйек тә ҡуяйыҡ. Ҡылый булһа ла, ҡыҙ яҡ­шы, тигәндәр боронғолар.

   Мөйөшкә ҡыҫырыҡланғанын күргәс тураһын әйтте:

       - Әсәй, мин уны яратам, ысынлап яратам!

       - Яратыу, һөйөү туйға саҡлы ғына, ә тормошта көн итеү икенсерәк. Алам тигәнең дә иренән закунлы айырылмаған, уныһы килеп тауыш ҡуптарып йөрөр тағы. Һылыулыҡты бит баҙарға сығарып һатып бул­май. Һиңә йәшәргә…

       - Әсәй, барыһын да хәл иткәнмен, етәктәге бала түгелмен!

  Өгөтләүҙән уҙғайны шул, күҙҙәре тонғайны.

  Гөлзифа көпә-көндөҙ, тартыныу-оялыуһыҙ күсенеп килеп төшкәс, Бибиәсмә бөтөнләй эсенә йомолдо.

  Килен төшкән көндө үк ҡазаланып та ҡуйҙылар: ауылдан-ауылға күсенеп өйрәнгән әрһеҙ мал кәртәгә ингәс тә өҫтөнлөгөн күрһәтеп тарбыҡ мөгөҙҙәре менән хужа һыйырҙың эсенән үтәләй алды.

    Ә йәштәр арыу ғына йәшәп киттеләр һымаҡ башта. Гөлзифа фермаға кире һау-ынсы булып урынлашты. Бәләкәй Кәрим ике өй араһында сыуала шунда. Бибиә-смәнең шо­м­ланыуы ла бушҡа булды. Күрше ауылдағы ир килеп даулашып, тау-ыш сығарып йөрөмәне, Гөлзифа вәғәҙәләгәнсә, шартына килтереп рәсми айырылышты, ә бына уның менән бата уҡытырға ла, силсәүиткә барып яҙылып законлы никахҡа инергә лә ашыҡманы. «Ҡағыҙҙа яҙылышмаһаҡ, наҙан мулланан рөхсәт алмаһаҡ та йәшәрбеҙ әле, буштан килгән аҡсанан, алименттан, баш тартайыммы тағы?» -  тине лә ҡуйҙы.

      Ҡәйнә менән килен араһы бер ҡыйыҡ аҫтына ингәндә үк һалҡын ҡалғайны, ар­т­а­бан да шул килеш үҙгәрешһеҙ дауам итте. Ҡәйнә менән килен булараҡ ирәбеләнеп, көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп, кәңәшләшеп ул­т­ы­р­ған саҡтары ла булманы.

      Тағы йәш ҡатын нишләптер башҡаса ауырға ҡалманы. Көндәлек мәшәҡәттәргә күм­е­леп, кистәрен түшәк бүлешеп ике-өс йыл йәшәп тә ташланылар, ә ул

  ҡылъяймай ҙа, төйөрөм кәүҙәһен ымһындырғыс уйнаҡлатып юрғалай бирә. Яйын тап килтереп ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатырға самалағайны ла яуап ярайһы уҡ тупаҫ һәм ҡыҫҡа булды:

      - Күреп йөрөйһөң, мин бит үтә лә дәртлемен, сәләмәтмен дә. Ғәйеп, бәлки, һиндәлер. Мужыт врашҡа барып күренеп ҡарарһың, бәлки файҙаһы тейер...

  Бындай яуапты көтмәгәнгә башына туҡмаҡ эләккәндәй тертләп китте. Ошо көндән ҡатынының түбәнһетеп, кинәйәләп әйткән иҫкәрмәһе күңе­ле төбөнә юшҡын булып ул­т­ы­р­ҙы, үҙенә ышанмау тойғоһон, шикләнеүен көсәйт­те. Былай ҙа ҡайнарлығы кәмей барған араларынан һалҡынлыҡ йүгереп үтте. Ир кеше көн дә эштә һин дә мин йөрөй, әммә кис етһә быуындарын хәлһеҙлек ҡоршай, булмышын икеләнеү биләй. «Бисә теләп тә әгәр риза итә алмаһам?.. Түбәнһетеп берәй һүҙ ысҡындыра ғына күрмәһен инде…» Ана шул эстән һыҙыу дәртен һүндерә, кәрен то­танаҡһыҙлай. Түшәккә яҡынларға ҡурҡа, күтәрмәгә сығып өҙлөкһөҙ тәмәке борхота, төпкө яҡ иҙәнен кәлепләй. “Нимә унда, көйҙөрөлгән башмаҡ үгеҙҙәй ыуаланаһың, ят!” Гөлзифа сымылдыҡ шаршауын ҡайырып шулай өндәшһә, түшәк ҡырына ята ла һыртын ҡуя. Үҙенә лә аңлашылып бөтмәгән шул шом­ла­н­ы­уын йыуып ташларға теләгәндәй, ныҡлап эс­еп ҡай­т­ҡан осраҡтары йы­ш­айҙы. Ҡатыны уны тый­ыр­ға уйламаны ла, хатта иҫерек ир­ен, ҡәйнәһенән ҡур­са­лап, яҡлашты. Яҡ­ла­ш­ы­у­ы­ның сәбәбе - ире төшөрөп алһа ҡыйыулана, йәненә шайтан инеп оялаймы ни, түшәктә таң һыҙылғансы ыҙалатырға әҙер. Ҡушарлап эйәртенешеп йөрөп эстеләр. Ныҡ­лап бай­рам итһәләр, Биб­и­әсмәнең артыҡ һүҙенән ҡасып түбәнге оста ҡуна ҡалалар. Ир­т­ә­гә­һен ҡатын ире­н­ең башын төҙәртеү сараһын таба, үҙе лә ҡоро ҡал­май. Араҡы ға­ил­ә­лә булған ҡытыр­шы­лыҡтарҙы яйға һалыу сараһына әүерелде.

     Башлаған портретын барыбер бөтөрә, ослай алманы. Бер нисә тапҡыр өйҙәгеләр йоҡлап киткәндән һуң, ут ҡабыҙып өҫтәл артында уйланып, һүрәткә текәлеп ултырҙы. Портрет тамамланған тиерлек, тик әлеге шул уны йәнләндерер һыҙат таб­ы­л­май ҙа ҡуя. Ҡағыҙҙан һылыу йөҙөн йылмайтып йәш ҡатын ҡарай. Ҡара сәс бөҙрә­лә­ре аҡ маңлайға шәлкемләнеп һибелгән, нимәлер һорарға йый-ынғандай ҡыйғас ҡаш­тар юғары сөйөлгән, бәләкәй, ослайыңҡыраған танау, ту-малап уймаҡланған бит ал­ма­лары, ҡабарынҡы ирендәр бергә ҡушылып шың-ғырҙатып көлөп ебәрерҙәр төҫлө. Ә бына күҙҙәр… Уларҙа аңлата алмаҫлыҡ бушлыҡ, уларҙан һалҡынлыҡ, битарафлыҡ, вайымһыҙлыҡ бөркөлә. Баштан уҡ нишләп шул етешһеҙлекте абайламаған? Тимәк, ул, күҙҙәрҙе килештерә алмаған. Әллә уның оҫталығы ла шул кимәлдә генәме? Күҙҙәрҙе еренә еткереп ҡағыҙға төшөрөү ябай эш түгел. Портретты портрет иткән төп нәмә бит ул күҙҙәр. Килештерҙеңме, ярты уңышҡа өлгәштең тигән һүҙ. Гөлзифаға һиҙҙермәҫкә тырышып уның күҙҙәренә төбәлеңкерәп ултырғаны ла бар.

   Тегеһе һиҙеп ҡалһа, «нимә тексәйәһең, мине күргәнең юҡмы әллә?» тиһә, ҡа­б­а­ланып ҡарашын ситкә бора. Бәй, ҡатынының күҙҙәре асыҡ һоро төҫтә түгел, береһе ҡара­ғус­ҡыл һоро, икенсеһе йәшкелт икән дә баһа, тормошто ике төрлө ҡабул иткән ике төрлө күҙ, тулайым йөҙҙә ике ҡараш. Уларҙы портретта күрһәтеү еңелдән булмаясаҡ.  Төнгө ижад эшендә кәрәкле төҫтө ҡулына алғайны ғына… ах, харап итте – көтмәгәндә буяу һауыты ҡулынан төшөп китеп тиҫтәләгән ваҡ тамсылыр ҡағыҙға һибелде. Уны юйып ҡына бөтөрөрләк түгел, бөтә йөҙгә сәсрәгән. Ватманды йом­арлап диван төбөнә тыҡты ла утты һүндерҙе.

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас