

Шулай итеп, эсе күмһеһә лә, йәнен ризаһыҙлыҡ хисе кимерһә лә ҡалды, дөрөҫөрәге ҡалырға мәжбүр булды. Бер көн иртәнсәк иртә менән, эш һорап, һис ҡасан инеп сыҡмаған, баш тыҡмаған бүлексә кантораһына килде. Управляющий үҫмерҙең сибек кәүҙәһенә ышанмайыраҡ ҡарап алһа ла ғаризаһының мөйөшөнә ризалығын белдереп сыймаҡланы ла күрше ишеккә, бухалтерияға ымланы, хеҙмәт кенәгәһен астыр, закон нигеҙендә эш башла, йәнәһе.
Яңы урынға ауыр күнекте. Тәүге мәлдә йонсотҡос ауыр эш уның өсөн ысын мәғәнәһендә көн һайын ҡабатланып килгән тамуҡҡа әүерелде. Көҙ көндәре ферманан саҡрым самаһы ситтә урынлашҡан сеновалдан ат арбаһына тейәп, борғоса ағасы менән баҫтырып бесән, һалам ташыуға бирешмәһә лә, ҡышҡы селләләрҙә, күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа беләк йыуанлыҡ оҙон ломға беркетелгән ҡырҡҡыс менән силос соҡоуҙары ҡарыуын алды, үҙәгенә үтте. Көсөргәнеп тирләүҙән күлдәге тәненә һылаша, кискә ҡарай әллә өшөүҙән, әллә арыуҙан, әллә хәлһеҙләнеүҙән теҙ быуындары дер-дер ҡалтырай башлай.
Бер көн уның ҡырҡҡыс менән мөсһөҙ, бәсәл һелтәнеүен ситтән ҡарап күҙәтеп торған Яңыбай дәрәжә һаҡлап аушаңлата баҫып янына килде лә ҡулын уның иңбашына һалды:
- Улайтып ыҙалама, брат, немного отдохни, хәл йыйып ал, юғиһә капаешься в дерьме как навозный жук, - шулай тине лә һыйыр башындай туң силосты аяғы менән типкеләп тартып шунда ултырҙы, ымлап янынан урын күрһәтте. Ултырып тормай Яңыбайҙың ҡаршыһына баҫты. Армияла хеҙмәтен тултырып ҡайтып бында хәтһеҙ генә эшләргә өлгөргән егет үҙен башҡаларҙан һауалыраҡ, өҫтөнөрәк, бойондороҡһоҙораҡ тота, сит яҡтарҙы күп гиҙгәнлеген белдереп һөйләшеүенә урыҫ һүҙҙәрен ҡушыштырғылап ебәргеләй. Әле ул һөйәлләнеп ҡатҡан ҡыҫҡа бармаҡтарын йәпһеҙ хәрәкәтләндереп фуфайка төймәләрен ысҡындырып ебәреп эсе тәңгәленән ҡағыҙ тығынлы шешәне һурып сығарҙы. Араҡы-хәмер юҫығында тәжрибәле кеше булараҡ уның тослоғон самалап ҡулында һәлмәкләп тә ултырҙы бер аҙ, шунан костюмының түш кеҫәһенән ҡаҡашып ҡатҡан ҡырлы стакан алғас бармағын тығып эсен таҙартып аҙапланды, ары ҙур, һирәк тештәре менән тешләп бөкөнө ситкә төкөргәс һауытты сайпылтаһынан тултырып аҡһыл-буҙ шыйыҡса ҡойҙо. Үпкәһендәге һауаны шыйылдатҡансы ситкә өргәс ҡулындағын күккә өңрәйгән ауыҙына тотошлайы менән түңкәрҙе. Йотоп та аҙапланманы хатта, бары бармаҡ башындай ҡурылдайы хәтәр һикереп кенә ҡуйҙы. Әллә көмөшкәне йотто, әллә ҡоҙоҡ һыуын эсте, билдәһеҙ, тумбыҡҡан, елдә тутланған быжыр йөҙ нисек бар шулай, үҙгәрешһеҙ ҡалды. Өндәшмәй, суртандыҡылай түңәрәк күҙҙәрен асманға терәп онотолоп, эске ләззәт кисереп ултыра биргәс беренсеһенең артынан икенсеһе юлланды. Быныһы инде кәпәйгән ҡорһаҡ ҡыуышлығынан геүелдәк кикереүҙе һәм бойороҡҡа тартым өндәшеүҙе ҡыуалап сығарҙы:
- Ну-с, салага, хәҙер һинең сират!
Шундай уҡ өлөш уның ҡулына күсте. Стаканды ҡулында әйләндергеләп, еҫкәп ҡарап маташҡанын күргән Яңыбай асыулы ыҫылданы:
- Йә, нимә унда ҡыҙлығы алынмаған кәнтәйҙәй ҡыланаһың? Коль предлагают, тяпни.
- Бы нимә у, һыуға болғатылған одеколон түгелдер ҙә?
- Ты за кого меня принимаешь, технический спиртты, одеколонды башҡа эсер нимә булмағанда зарураттан ҡулланаһың, ә был настоящий самогон, первач, бындай хан ризығы күптәргә эләгә һалып бармай.
- Эскем кимәй бит әле.
- Эскем килмәй, имеш, аш ҡәҙере белмәгән таҙ, килтер, мында! – Яңыбай быныһын да ауыҙына оҙатты, шунан шешәлә ҡалғанын стакан төбөнә һарҡытты:
- Төбө һиңә төкөнө, давай ҡапла ауыҙыңды ошо нимә менән, закуска-фәлән не проси, уныһын ҡайтҡас ҡабырһың.
Резина, көйөк, уксус, тағы әллә ниндәй еҫтәр аңҡыған көмөшкә бигерәк зәһәр икән. Эсеп ебәрҙе лә бер килке тыны быуылып ултырҙы.
- Нисек?
Тегеһе аңламағандай яурындарын йыйырҙы.
- Ничего, брат, ваҡыт үтеү менән яйлап өйрәнерһең, айыу балаһын да бейергә өйрәтәләр. Тура килһә, яҙа ебәрмә, беҙҙә унһыҙ ярамай, если еще точнее – невозможно! – Ым-ишара менән йөпләүҙе, һүҙһеҙ ризалашыуҙы күреүҙән кәйефе күтәрелгән Яңыбай алаптай ауыҙын ҡул һырты менән һыпырып алғас дауам итте, - Это незаменимое, чудодейственное лекарство арығанлыҡты шунда уҡ һыпырып төшөрә, бөгөн араҡы ул бөтәһенә баш, араҡы ул тормош асҡысы, вот, - иркенләп фәлсәфә һатырға керешкән Яңыбай малсыларҙың аттарын келәттәр яғына ыңғайлатыуҙарын күреп ҡалды шикелле, мамыҡ менән һырылған салбарының төбөн ҡаҡҡылап урынынан торҙо. – Ярай, уҙғалайым, булмаһа, пошел, так сказать, минең дә комбикорм алынмаған әлегә. Имей в виду, һинең долянан бер тоҡ алам, буштың атаһы күптән үлгән, әйттем бит, не зря шешәнең төбө һиңә төкөнө! - Хәйләкәр күҙ ҡыҫты. Был мәлдә ул бер ҡатлы уҡыусыға һабаҡ биргән уҡытыусыны хәтерләтә ине.
Көн дә эңер төшкәс эштән ҡайтып арлы-бирле ҡапҡылай ҙа үҙенең буяуҙарына йәбешә. Тик ҡыуанып, илһамланып йәйғор буяуҙарҙың мөғжизәле, тылсымлы даръяһына сума алмай. Теләкһеҙ башҡарылған ауыр физик эш уның көндәлек дәртен, дарманын һурып алған. Көрәк, һәнәк, ауыр лом тотоп ҡатҡан бармаҡтары уға буйһоноуҙан баш тарта, ҡағыҙға яғылған юлдар дерелдәй, тарала, күҙҙәр йомола.
Иртәнсәк йоҡоһо туймай, тәне етерлек ял алмауҙан талсығып, тымбаҙап килеп тора ла әсәһенең ҡайнатып, әҙерләп ҡуйған сәйен өндәшешмәй-һүҙ ҡушышмай һөрпөлдәткәс силос һуты һәм еҫе аңҡыған кейемдәрен кейергә тотона һәм шул мәлдә башында ауыр уйҙар сыуала: “Хас та һөйәк ҡабырсағына мәңгелеккә бикләнгән бисара ҡусҡармын, тәнемә һылашҡан ошо алам-һоламдарҙан һис ҡасан ҡотола алмамдыр...”
Ваҡытлы ғына ҡалырға йыйынһа ла оҙаҡланы эшендә, ярты йыл тирәһе генә бында тотҡарланырмын тиһә лә ике-өс йыл эшләп тә ташланы.
Эшенән ҡайтып ингәйне, уны көтөлмәгән яңылыҡ көтөп торған. Әсәһе уға мисәт баҫылған ҡағыҙ киҫәген тотторҙо:
-Бына, улым, һиңә военкоматтан повестка ебәргәндәр, силсәүиттә эшләгән секретарь ҡыҙ килеп ҡалдырып, ҡултамғамды алып китте, аңлайым, ҡәтғилекте, рәсмилекте талап итә хәрби эш.
Киске сәйҙе эскәндән һуң әңгәмәне дауам итергә булып өҫтәл артына ултырҙылар.
-Бына, һиңә лә ил алдындағы бурыстарыңды ҡайтарыр ваҡыт етте, балам, - тине әсәһе. – Йәшермәйем, янымдан бер ҙә генә ебәргем килмәһә лә, ни хәл итмәк, һәр ир-егет башҡарып ҡайтыр бурыс, изге бурыс. Атайың да бит заманында, Армияла сағында дүрт йыл буйы диңгеҙҙә йөҙгән. Хеҙмәт итеп хәрби кейемдә ҡайтып инһәң ауылдаштар алдында йөҙөбөҙ яҡты булыр, тағы әрмегә бармағандарға ҡыҙ-ҡырҡын ҡырын ҡарап, күҙ һала һалып бармай. Мине ҡайғыртма, нисек тә көн итермен әле. Өндәшмәй, ауылдаштарҙан фатиха алмай сығып китеү килешмәҫ, әҙерләнеп, уныһын-быныһын бешереп-төшөрөп кисҡырын күрше-күләнгә йәүкәләп, бәләкәй табын ҡороп алған булырбыҙ, иртәнән һуң, һиңә юлға.
Иртәгеһен уны военкоматҡа саҡырыуҙары хаҡында бергә эшләгән малсылар белә ине инде. Гөлзифаны тап итте. Ул һауған һөтөн үлсәүҙән үткәреп, бедон-биҙрәләрен йыуып элеп ҡайтырға йыйына ине шикелле.
- Һаумы.
- Ә-ә-ә, привет!
- Мине Армияға алмаҡсылар, военкоматҡа саҡырҙылар.
- Һине, Армияға?! – Ҡыҙ яңылыҡты яңы ишеткән кешеләй ышанмайыраҡ ҡарап уны баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе. – Бындай буй-һының менән кемде генә һаҡларһың, яҡларһың икән?
Егет бирешергә теләмәне:
- Кәнишне, һине!
- Шул ғына ҡалғайны, һинән башҡа ла һаҡлаусылар, ҡурсалаусылар, ҡармаҡ һалыусылар менән быуа быуырлыҡ.
- Улайһа, ярай, мындағы һаҡлаусыларың менән бутал. – Башын баҫып китергә йыйынды.
- Йә, шаярттым, үпкәләмә, Хәйбулла Ғималетдинович, - исем-шәрифен ҡушып әйтеп ҙурлап ебәрҙе, - хәйерле юл, тырышып хеҙмәт ит, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерерлек булмаһын.
- Шулай тигән, юғиһә килделе-киттеле һөйләшәһең.
- Ҡасанға саҡырҙылар?
- Повестканы силсәүит секретары өйөбөҙгә килтереп ҡалдырған.
- Тура алып китәләрме?
- Юҡ, башта район враштары медкомиссия үткәрәләр, шунан һуң ғына хеҙмәт итер частҡа тәғәйенләйҙәр, ике тапҡыр саҡырмаҫ өсөн шулай эшләгәндәрҙер.
- Аңлашылды. Барыһы ла һәйбәт булыр.
- Мужыт бөгөн кис беҙгә килерһең?
- Ҡунаҡҡа саҡыраһыңмы?
- Әсәйем кискеһен күрше-күләнде йыйып алырға йыйына.
- Мине лә шунда күргең киләме?
- Мында ниндәйҙер хилафлыҡ күрмәйем.
- Күршеләрең ни уйлар?
- Былай ғына, һинең менән бергә булғы килгәнгә генә әйткәйнем дә, теләмәйһең икән көсләш юҡ, хуш, улайһа!
- Пока!
Шуның менән һөйләшеү тамамланды һымаҡ. Гөлзифа мыймылдата баҫып, янбаштарын килешле уйнатып китеп барҙы, ә ул уны күҙ яҙлыҡҡансы ҡарап оҙатты.
Ҡайтыуына мунса яғып томаланғайны. Барып йыуынып сыҡты, бер аҙ ятып һыуынып алғас күрмәлекле өҫ-кейемен кейҙе. Уңғансы ҡунаҡтар йыйыла ла башланы. Араҡыһыҙ булһа ла мәжлес, ихлас, йылы ғына барҙы, һәр береһе теләктәрен әйттеләр, килтергән бүләктәрен бирҙеләр, юллыҡ, тип аҡса тотторҙолар. Оҙон йырҙар йырлауға хирес Ғәбиҙә табынды йәмләп йыр һуҙып ебәрҙе:
Әрмеләрҙә йөрөп сәс үҫтерҙем,
Сәскенәйем етте лә үрмәгә...
Бына көтмәгәндә ишек ауыҙында һалҡын һауанан барлыҡҡа килгән томанға эйәреп Гөлзифа пәйҙә булды. Өҫтөнә килешеп торған, йөҙөн асҡан ҡыҙыл куртка, башына суҡлы аҡ башлыҡ, балтырҙарын кипсәлдергән джинсы салбар кейенеп алған. Көтмәгәндә ҡыҙҙы күргәс өтәләнеп урынынан ҡалҡты, баҙнатһыҙ ҡыланып янына килде, кейемен сисеп-элергә ярҙамлашҡанда танауына наҙлы хушбый еҫе бәрелде. Күршеләре һуңға ҡалған ҡунаҡҡа аптырай биреп ҡарап ултыралар.
Сәйерһенеүҙе Гөлзифа ла һиҙҙе, һиҙҙе лә иҙән уртаһына баҫып өҫ-башын рәткә килтереп көйәҙләнеп алғас бында юҡҡа килмәүен белдерҙе:
- Хәйбулла үҙе саҡырҙы, килмәй ҡала алманым, ни тиһәң дә бер мәктәптә уҡыныҡ, нисә йыл бергә-бергә эшләйбеҙ.
- Бик тә дөрөҫ эшләгәнһең, – тигән булды әсәһе ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, әммә йөҙөндә ирәмһеү, ихласлыҡ һыҙаттары күренмәне.
Ҡыҙҙы уның менән йәнәш ултырттылар. Өҫтәл түңәрәкләнгәс уға күңелле булып китте.
Мәжлес тамамланыуға табан бара ине, әсәһенә ашаулыҡҡа уныһын-быныһын ҡуйып ярҙамлашып йөрөгән Гөлзифа эшен ҡуйып кинәт ҡайтырға йыйына башланы:
-Хәйбуллаға тегендә, фермала саҡта теләктәремде әйттем инде, бына минән дә бүләк булһын! – Уның алдына сигеүле ҡулъяулыҡ һалды. - Ошо сепрәк киҫәге йәшлек йылдарын хәтерләтеп торһон. Ҡайтырға ваҡыт, былай ҙа оҙаҡ ултырып ташланым, һау булығыҙ.
Ҡыҙҙың артынан оҙата сыҡты. Ни тиһәң дә ноябрь баштары, миҙгел ҡышҡа тарта, киске һауа тағы ла ҡуйырып, һалҡынайып киткән төҫлө.
Тупһанан төштөләр, бәләкәй ҡапҡа ауыҙында туҡталдылар. Яңы яуған ҡарҙы шығырҙатып урынында тапанды:
- Ярай, Гөлзифа, килгәнең өсөн рәхмәтлемен, табыныбыҙҙы йәмләп, матурлап ебәрҙең.
- Беләм. Килгем килмәһә лә килдем, һине уйлап, һине ҡайғыртып.
- Әйҙә, өйөгөҙгә саҡлы оҙатып ҡуяйым.
- Уныһы артыҡ. - Кинәт уға терәлеп тиерлек килеп баҫты. – Һинән мунса еҫе килә.
- Шулайҙыр, эштән ҡайтҡас йыуынып сыҡҡайным.
- Тимәк унда йылы?
- Беҙҙең мунса ныҡ парлы, кискеһен яҡһаҡ иртәнсәккә саҡлы йылы тота.
- Улайһа, киттек!
- Ҡа-ҡайҙа?
Бер ни тип тә яуап ҡайтармаған Гөлзифа уны етәкләй һалып алды. Хәл-ваҡиғаның айышына аҙағынаса төшөнөп етмәгәнгәлер, етәктәге быҙау ише теләр-теләмәҫ атлай. Картуфлыҡ осондағы ҡыйыҡһыҙ мунсаның соланына инделәр, һәрмәнеп ишекте тартып асып төп яҡҡа үттеләр. Ысынлап та бында тынсыу икән, ҡайнарлыҡ йөҙгә бөрелә. Инеү менән Гөлзифа арт яҡтан ишеттереп ишеккә келә һалды.
- Шәмде тоҡандырайым, бумаһа. – Юғалып ҡалыуын белдермәҫ өсөн кеҫәләренә һуҡҡыланы.
- Нимә, мине юғалтырмын, тиһеңме әллә, шуны ла белмәйһең, бындай ерҙә яҡтылыҡ кәрәкмәй, бик беләһең килһә, барлыҡ йәшерен эштәр ҡараңғыла эшләнә. – Тиҙ арала сисенеп, кейемдәренән ҡотолоп өлгөргән ҡыҙ уныҡына йәбешеп тотошлай яланғасландырғас иҙәнгә йығып өҫтөнә менеп атланды. Ҡатын-ҡыҙҙан бындай ҡыйыу мөнәсәбәтте тәүге тапҡыр татығанға юғалды ла ҡалды, тотош тәне ҡорошто, тубыҡтары дерелдәне, еүеш, ҡайнар һауа һулағанғамылыр, тамағы кипте. Тығыҙ, бер аҙ еүеш балтырҙар кәүҙәһен ҡыпһыуырҙай ҡыҫҡан, һиҙемләүенсә саҡ ҡына юғарыраҡта тулы түштәр һалынғандыр.
- Йә, нимә ятаһың, боталған түмәр һымаҡ тырпырап?
- Ни-и-имә эшләргә миңә?
- Башлайыҡ!
- Хә-хәҙер, саҡ ҡына иҫемде йыйып алайым да...
Үрелеп ҡайнарлана төшкән түштәрҙән һәрмәгәйне, ҡыҙ ҡулдарын алып биле түбәненә йүнәлтте:
-Ошо тирәмде һыйпа, бына шулай... Тегендә бындай татлы нимә элгәгә һалып бармаҫ, шуға бер аҙ бушандырып ебәрәйем, тим. – Көтмәгәндә йылғыр ҡул бот араһын һәрмәне. – У-у-у, һинең шыпа ғына ла рәтең тойолмай ҙа баһа. – Кинәт ҡалҡып аяҡтар аҫтында ятҡан уны иҙеп-тапап кейенә башланы. – Ысынлап та былҡым икәнһең, кәүҙә яғынан да, был яҡтан да. Бындай килеш, һине кем генә яратыр тиһең, кемгә хәжәтең булыр. Рәхмәт, һыйыңа, хуш! – Гөлзифа ишек уйымындағы ҡараңғылыҡҡа инеп юғалды. Ишекте ҡаҡлыҡтыра ябыуҙандыр, түбәнән өҫтөнә ҡыштырҙап саң ҡойолдо.
Төнө буйы керпек тә ҡаҡмай көйәләнеп сыҡты: түшәгендә әйләнгеләне, теләмәһә лә бер нисә тапҡыр солан күтәрмәһенә сығып тәмәке төтәтте, кире инеп түшәгендә һерәйҙе. Мейеһен өҙлөкһөҙ асырғаныулы уй игәне: “Эшкинмәгән, бестерелгән кәзә тәкәһе, ауыҙыма ингән һары майҙы ла йота алманым бит, мәсхәрә, Гөлзифаны зерә ҡунаҡҡа саҡырылған, килмәһә күпкә яҡшыраҡ булыр ине.”
Улының үрһәләнеүен әсәһе үҙенсә ҡабул итте:
-Бөтөрөнмә, балам, илдә сәпсек үлмәй, нисек тә йәшәрмен әле...
Ауылдан бер үҙе генә саҡырылғайны, шулай булһа ла бүлексә уның өсөн тәғәйенләгән “Белорусь” тракторының тележкаһына һағып иртәгеһен район үҙәгенә барҙы. Башҡа пациенттарҙы был көн ҡабул итмәгән поликлиникала медкомиссия үтеүселәр бер ул ғына түгел икән, башҡа ауылдарҙан ҡырҡ-иллеләп егет йыйылған. Трусикка ҡәҙәр сисенеп, бер бүлмәнән икенсеһенә инеп тикшереү үтә башланылар. Комиссияла ултырған рәйес вазифаһын үтәгән хирург бик оҙаҡ итеп ентекләп тикшергәндән һуң уның документына ҡултамға ҡуйып, мисәт баҫып тотторҙо ла былай тине:
-Ҡустым, бына нимә, - урта йәштәрҙәге тумалаҡ кәүҙәле ир хөкөм ҡараһы сығарғандай һәр һүҙенә баҫым яһап әйтте, - военкоматта ултырғандарға барып әйт, ҡабат-ҡабат саҡыртып йөҙәтмәһендәр, хәрби хеҙмәткә бөтөнләй яраҡһыҙһың, һиңә аҡ билет яҙып бирһендәр!
Аяҡтары аҫтында ер убылдымы ни, оялды, түбәнһенде шул һүҙҙәрҙе ишеткәндә, үҙен башҡаларҙан кәм, зәғиф итеп тойҙо.
Ҡайтты ла тормошона төңөлгәндәй өйҙәренә бикләнде. Көндәрен йорт эштәре менән булашҡан була, китаптар уҡый, әммә бындай саҡта илһам киләме инде ул, буяуҙарға ҡулы тартылмай. Өсөнсө көнгә кантораға бүлексә управляющийы саҡыртып алды. Бармай хәле юҡ, ни тиһәң дә ауыл хужаларының береһе бит әле, йәнә ғариза яҙып эштән сыҡмаған.
Китте, иртә таң менән. Бәхетенә күрә управляющий үҙендә яңғыҙы ғына ине, инеп-сығыусылар ҙа күренмәй. Хужа бик тырышып алдындағы шаҡмаҡ дәфтәргә ҡәләм киҫәге менән нимәлер яҙып маташа ине, яҙа ла фекер туплағандай ҡарашын түшәмгә йүнәлтә. Уны күргәс эшен ҡуйҙы ла дәфтәрҙе, эргәһендә ятҡан ҡолаҡсын кәпәсте бер яҡ ситкә этеп, дүрткел эйәге менән стена ҡырлатып теҙелгән ултырғыстарҙың береһенә ымланы:
-Ултыр, нимә һерәйеп ҡаттың әле!
Фуфайка кеҫәһен һуҡҡылап “Беломор” килтереп сығарғас тоҡандырып бер килке быҫҡыны.
- Шунан, призывник, ҡайтҡаныңа ни заман, беҙҙән ҡасып, йәшенеп байкут ойоштороп ятаһыңмы?
- Бер ҙә ойоштормайым, прусты, ятыла.
- Нисек инде прусты, ә малдарыңды кемгә ҡалдырҙың у саҡта? Яңыбай менән Зөфәр сиратлап бағалар. Миңә скутник табыуы еңел тип беләһеңме әллә?! – Яртылаш тартылған төпсөгөн өҫтәлгә тызып һүндереп аяғы аҫтына ырғытты. – Армияға китмәгәнгә ғәрләнәһеңме? Зерә. Һинең йәштә мине лә әрмегә алманылар, - ауыр кәүҙәһен мөлкөп һелкетте, - йөрәктән сир, парук таптылар. Бирешмәнем шыпа, ауылда ҡалдым, башта куних, зиһенлегемде күрһәткәс учетщик итеп ҡуйҙылар, шунан ферма мөдире, ауыл хужалығы тихникумын ситтән тороп тамамлағайным, управ иттеләр. Шулай, мырҙа, башҡарыр ғәмәл һәр кемдең үҙенән тора, тырышаһың икән, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағаһың, юҡ икән, бөгөләһең һәм һынаһың. Бына шулай. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, бөгөн үк эшеңә сыҡ, әгәр тиҫкәреләнеп ары ла кәзәләнергә теләйһең икән, силсәүиткә саҡыртырҙар, ары эшең тунеядец булараҡ милитсиәгә китер. Бар, һинең менән ҡыялырға ваҡыт яғы самалы, бөгөн партсабрание, унда бүлексәнең, йәғни минең отчутты тыңлайҙар. Яҙырға йыйынып алдына дәфтәрен шылдырҙы.
Сығыу яғына йүнәлгәйне артындағы өндәшеү туҡтатты:
- Өйҙә ятҡаныңда ниндәй ҙә булһа пландар ҡорғанһыңдыр бит инде?
- Ситкә китергә ине, иҫәп, муйын буһа ҡамыт табыла!
- Муйын?! – Уны теге саҡта Гөлзифа ҡараған һымаҡ баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе. – Дә-ә-ә, муйын тиһәң дә муйын үҙеңдә. Ситтә һине көтөп торалар, тип уйлайһыңмы, унда һинең һымаҡтар менән мир тулған. Ярай, китерһең дә икән ти, унда ҡайҙа йәшәргә йыйынаһың, ә мындағы әсәйеңсе, уны кемдең ҡулына ҡаратып тилмертергә иҫәбең? Тураһын әйткәнгә үпкәләмә, дурак һин, сей дурак. Маңлайыңа юйылмаҫлыҡ, һеңеп юғалмаҫлыҡ итеп киртеп ҡуй, һин ошонда бикләнгәнһең, мәңге китмәҫ өсөн бәйҙәге сәүек эт ише бикләнгәнһең, так што сыпраңлама!
Канторанан сыҡты ла эргәлә теҙелгән ферма һарайҙарына ҡарашын атҡас башынан күңелһеҙ уй йүгереп үтте: “Мин яҙмыш ҡоло, сынйыр менән ояһына бәйләнгән сәүек, ә тоҡомһоҙ сәүектең хыялланырға, юғарыға ынтылырға хаҡы юҡ!”
Эшкә сыҡҡайны, әллә ысындан да шулай, әллә көйәләнеп йөрөгәнгә үҙе шулай ҡабул итте, барыһы ла уға түбәнһетеп, мыҫҡыллап ҡарайҙар төҫлө: эргәһенә яҡын килмәйҙәр, хәбәр ҡушмайҙар, эшкә ҡағылышлы йомоштарын һорамайҙар. Гөлзифаны ла тап итте, ул да терәлеп тиерлек эргәһенән үтһә лә һүҙ ҡушманы, бер нисә аҙым үтеп киткәс, артында мыҫҡыллы иһаһайлаған көлөүҙе ишетте, ишетте лә туҡмалған кешеләй башын баҫып ҡайтыу яғына ҡарай ыңғайланы.
Ваҡыт үтә торҙо, барыһы ла яйлап элекке кимәлгә ҡайтты һымаҡ, тик шулай эстән һыҙып, көйәләнеп йөрөгәндә йөрәген тағы бер ваҡиға көйҙөрөп үтте - Гөлзифа ҡапыл ғына, көтмәгәндә, күрше ауылдағы тракторист егеткә кейәүгә сығып китте. “Ауырлы булған икән, шуға эште ҡыҙыу тотҡандар”, тип һөйләнеләр, күптәр белмәгәнде белгән, бәғзеләр ишетмәгәнде ишеткән ауыл ҡатындары.
Шул хәбәрҙе ишетеп иҫәңгерәгән, һеңгәҙәгән егет малдарға һалам таратты ла күрше аҙбар яғына ҡарай атланы. Ҡайтырға йыйынып атын туғарып аҙапланған Яңыбайҙы күргәс, вайымһыҙ, бойондороҡһоҙ күренергә тырышып, янына барҙы, тартҡыһы килмәһә лә, тәмәке һорап алып тоҡандырҙы, йүтәлләй-йүтәлләй бер нисә тапҡыр һурғас эргәһендәге һыйырҙар ышҡынғанға йылтырап ҡатҡан бағанаға һөйәлде:
- Һаумы?
- Здравствуй, коль не шутишь.
- Хәлдәрең нисек?
- Беҙҙең хәлдәр күптән билдәле, көн һайын таң ата ла кис була, эләкһә, яҙа ебәрмәй эсәбеҙ, тап килһә ҡыҙҙар һәрмәйбеҙ. Гөлзифа китте, йәл, тағы ла бер ҡулланыу обьекты кәмене.
- Нисек?!
- Шулай, эргәлә генә тыу бейәләй йөрөп ятҡан ҡыҙҙы ҡулланмау, арҡыры ятҡанды ашатлап үтеү - үҙе үк гөнаһ. Ә ул һиңә оҡшай ине шикелле, оҡшай инеме, йә әйт?
Ҡайтарып яуап ҡайтарырға теләмәгәнгә ниндәйҙер үсле елкенеү менән тәҡдим яһаны:
- Давай, эсәбеҙ.
- Нимә, кемдән ишетәм был һүҙҙәрҙе?! - Яңыбай аптырауҙан ауыҙын асып ҡатты ла ҡалды. Иҫен йыйғас һыҙғырып уҡ ебәрҙе. - Бына был исмаһам номер, обалдеть!
- Миндә ярма бар, һинекен ҡушайыҡ та.
- Һе! Ҡайһылайтып йәшәргә кәрәклекте тормош шулайтып өйрәтә шул, бер ниндәй ҙә мәктәп учебнигы кәрәкмәй, - Яңыбай эшлекле ҡуҙғалып яңынан атын егә башланы.
Ауылда ярма хаҡы шулай ҡуйылған – ике тоҡҡа бер ярты көмөшкә, йә суррогат. Яңыбай тауарҙы тиҙ арала үткәреп килде.
Улар иң тәүҙә еңдәрен еҫкәй-еҫкәй аҙбар мөйөшөндә ҡурғаш бөкөлө, уҡшытҡыс уксус тәме килгән суррогат араҡы эстеләр. Етеңкерәмәгәс, Яңыбай «ҡара көнгә» ҡалдырған запасын сығарҙы, бының да “ғүмере” оҙаҡҡа барманы. Шунан аттарын туғарып дөйөм аҙбарҙа ҡалдырҙылар ҙа эйәртенешеп алып клубҡа киттеләр. Унда күтәрмәлә тороп ауыл егеттәренә ҡушылып кемдер килтергән бер яртыны бушаттылар. Эскә инеп, фуфайка төймәләрен ысҡындырып ебәреп, йыйылған йәштәрҙе аптыратып, көйгә тап килтермәй баҫып, оҙаҡ итеп бейене, күҙҙәре алдынан таныш һәм таныш булмаған йөҙҙәр өҙлөкһөҙ йүгерәшә башланы, стеналар, сәхнә зырлап әйләнде, клубтың түшәме ишелеп төшкәндәй булды. Ниндәйҙер ҡулдар эләктереп алып уны сығыу яғына һөйрәнеләр.
Башы ҡаты сатнап ауыртыуҙан, ауыҙы кибеүҙән уянып китте. Әсәһе маңлайына һалҡынса устарын баҫҡан да хәсрәтле ҡарап ултыра.
- Мин ҡайҙа?
- Ҡайҙа тисе, өйөңдә инде, кисә төн уртаһында Яңыбай менән Юлай килтереп ҡалдырып киттеләр. Лаяҡыл иҫерек инең. Ҡайтҡас ҡоҫа башлағайның өй эсе зәһәр еҫ менән тулды. Ағыу эскәнһегеҙҙер. Ярай әле ҡоҫтоң, юғиһә был эскелектең аҙағы насар барып бөтә ине.
- Әсәй...
- Әү, балам?
- Мин ауылдан башҡаса китмәҫмен инде, шулай хәл иттем, һәр тәлмәрйендең үҙ батҡағы, тиҙәрме әле?
- Улай тип әйтмә, балам, һин үҙ ауылыңдаһың, үҙ йортоңдаһың, мин яныңдамын, атайыңдың ҡәбере ауыл зыяратында, шулай булғас ауылдаштарға ете ят кеше түгелһең. Китеү-китмәүгә килгәндә инде, үҙең хәл ит, юл сығымдары кәрәкһә, һинең өсөн бер ни йәл түгел.
- Эрәхмәт. Буяу-акварелдәрҙе сығарып ырғыта алмайым, йәнемдең бер киҫәге бит улар, улар ҡыуанысым да, йәшәү мәғәнәм дә, әгәр һүрәт төшөрөүҙән биҙһәм, тимәк улың йәшәүҙән туҡтаған, тип хисапла. Ә минең көн итеүем яҙылып бөтмәгән портрет кимәлендә ҡалыр, моғайын, яҙылып бөтмәгән портрет...
- Аңлайым барыһын да, ярҙам итергә генә ҡулымдан килмәй, нисек тә йәшәйек инде, улым, йәшәйек, тик бер генә үтенесем бар?
- Ниндәй үтенес ул әсәй, әйт, ҡулымдан килһә һүҙһеҙ үтәрмен.
- Эсмә, эсеү һис ҡасан яҡшылыҡҡа алып бармай.
- Бына быныһын вәғәҙәләй алмайым, әммә үтенесеңде үтәргә тырышырмын бар хәлемсә. Тотош донъя эскәндә, бар тирә-йүн иҫерек булғанда, бар ҡиммәттәр, хаҡтар араҡы менән түләнгәндә, үлсәнгәндә бер үҙеңә генә айыҡ ҡалып буламы икән?
- Ҡайһылыр кимәлдә хаҡлыһың, һорауыңа яуабым юҡ, әммә үтенесем үҙ көсөндә ҡала, шул ҡәһәр һуҡҡыры эскелек арҡаһында ғаиләләр тарҡала, ир-егеттәр ағыулана, зәғиф балалар тыуа, ә зәғиф, ғәрип көн итмештең иртәгәге көнө, киләсәге юҡ.
Баҫылды тормошта, төңөлөүле баҫылды. Элекке һымаҡ эшенән ашығып ҡайтып буяуҙарға йәбешмәй хәҙер. Кистәрен салҡан төшөп түбә таҡтаһына текәлеп онотолоп ята, йә булмаһа яңғыҙы урам гиҙергә тотона. Йәштәргә лә ылыҡҡыһы, береккеһе килмәй. Башҡаларға оҡшарға тырышып тәмәке төтәтергә өйрәнеп алды. Элек малсылар ете ҡатлы һүгенеү һүҙҙәрен ысҡындырғанда бурҙаттай ҡыҙара ине, хәҙер теле тупаҫланды, уҫалланды. Тел сарлағанда, кәзекләшкәндә хатта бәғзе берәүҙәрҙе уҙҙырып та ебәрә. Шулай бысраҡ, шөкәтһеҙ урынға килеп эләктеме икән ни?! Юҡтыр. Ғәҙәти ауыл фермаһы, төрлө кешеләрҙе үҙенә йәлеп итеп үҙ хәстәрҙәренә күмдереп ҡабаланмай ғына йәшәй бирә. Күптәр бында көлөп-йылмайып килә, дәртләнеп эшләй, кисен ғаиләләренә ашыға. Ана бит, ҡайһы һауынсылар һыйырҙарын йырлай-йырлай һауа, һөнәрҙәренә ауырһынмайҙар ҙа, мыжымайҙар ҙа. Ә ул?! Үҙ хәлен үҙе лә аңламай. Ҡайһылайтып ҡына дәртләнһен, яратмай ул был эште, яратмай, күңеле тартмай. Башҡа барыр урын булмағанға ғына ошонда йөрөргә мәжбүр. Билдәле рәссам булыр кеше бит ул. Был ҡәһәрле шөғөл бармаҡтарын ҡатырып шырауландырып бөтөрҙө. Аҡса йыйыу уйы барып сыҡманы. Бол туплау теләге лә юҡтан ғына килеп сыҡманы. Ул мәктәптә уҡыған саҡтан уҡ алыҫ Санкт-Петербургҡа, элеккесә әйткәндә Ленинградҡа барып ундағы эрмитаж музейын күрергә хыялланды. Ул моғайын ябай музей ғына түгелдер, моғайын да әкиәт иленә оҡшаштыр, һәм ундағы ҡуйылғандарҙы барып күреү бик һирәктәрҙең, һайландыҡтарҙың өлөшөнә төшкән көмөш. Мәктәптә уҡығанда әле, почта аша китап яҙҙырып алып, билдәле рәссамдарҙың эштәре менән ҡыҙыҡһынды, Леонардо да Винчиның “Мадонна Бенуа”, Рембрандттың “Возвращение блудного сына”, Илья Репиндың “Бурлаки на Волге”, Василий Суриковтың “Боярыня Морозова” картиналарын күреп иҫе китте, сикһеҙ һоҡланды. Иван Шишкиндың иһә “Утро в сосновом бору” картинаһын ҡулына лупа алып ентекләп күҙәтте, һәм шундай фекергә килде, улай тәбиғи итеп эшләп тә була икән дә баһа, тип хайран ҡалды, картинаны ысынбарлыҡтан айырып алыуы һис тә мөмкин түгел. Китапты аҡтарғанда асыуы килгән саҡтар ҙа булманы түгел, булды. Каземир Малевичтың “Черный квадрат”ын улай ҙа әйләндереп ҡараны, былай ҙа, тик картинанан ниндәй ҙә булһа йәм, матурлыҡ тапманы. Ҡара дүртмөйөштән, ниндәй мәғәнә һәм аҡыл алмаҡ кәрәк?! Шул китапты һаман да янында тота, ваҡыт-ваҡыт биттәрен асыштырғылап ҡарай, шул рәүешле алыҫ ҡалаға барып урағандай була. Эш хаҡына бында, бүлексә фермаһында кеҫә ҡалынайтып булмай, алыҫ илдәргә, тарафтарға сәйәхәт итеү тураһында һүҙ ҡуҙғатыу ҙа урынһыҙ. Дөрөҫ, тормоштары көйләнде бер аҙ. Әсәһе ҡыуана-ҡыуана уның беренсе эш хаҡына йоҡа синтипун пальто алып кейгән булды, ә өй эсенә район үҙәгендәге мебель цехында эшләп ҡоршалған комод менән шифоньер алып ултырттылар. Өйҙәренә ҡот ҡунһа ла барыбер осто осҡа ялғай алмайҙар.
4
Һиҙҙермәй ваҡыт үтә торҙо, мал бағыу эштәренә әкренләп күнде, күнмәй ни генә ҡылһын, беткә үсләшеп тунды утҡа яға, башын ташҡа ора алмай. Эшендә лә, тормошонда ла элекке һымаҡ сәбәләнеп, үрһәләнеп бармай. Дөйөм тәртиптәргә лә өйрәнде, үҙ әшнәләре, үҙ ҡоро бар. Ауыр хеҙмәткә лә үңәсе өҙөлә яҙып ихлас йәбешмәй, үҙе һиҙмәһә лә оһоллана төштөмө, әллә илке-һалҡыраҡ тотонғанғамы, ҡара тир түкмәй һәр хәлдә. Иртә яҙҙан йәй буйы йәйләүҙән ҡайтып инмәйҙәр, сиратлап, тәүлек әйләнәһенә һауым һыйырҙарын көтәләр. Тән генә түгел йән дә ял иткән илаһи миҙгел. Онотолоп, бирелеп китеп хозур тәбиғәт ҡосағына сумаһың: теләйһең икән сәғәттәр буйы ҡайҙалыр ағылған болоттарға текәлеп хыялланып ятырға мөмкин, теләйһең икән талсыҡҡансы китап уҡы, бер кем ҡамасауламай. Мауығып китеп Александр Дюманың “Граф Манте Кристо”һын уҡый, төп герой Эдмон Дантес кисергәнде кисерә, уға ҡушылып таш ҡәлғәлә ыҙалана, уға ҡушылып иреккә атлыға. Уҡый ҙа икеһенең ынтылыштарының, хыялдарының тап килгәнлегенә хайран ҡала. Төп герой ғүмерлеккә диңгеҙ уртаһындағы таш ҡәлғәғә бикләнгән, ә ул ирекле була тороп күңел тотҡонлоғона дусар ителгән. Шуларҙы сағыштыра ла шундай фекергә килә, тотҡонлоҡтоң беренсеһенә ҡарағанда икенсеһе күпкә ғазаплыраҡ һәм өмөтһөҙөрәк икән. Салҡан төшөп ятып төпһөҙ күккә төбәлә, ҡарашына бер юлы тотош йыһанды һыйҙыра алғас ул үҙе ифрат ҙур булып күренә, икенсе яҡтан ошо мәңгелекте ҡосағына һыйҙырған сикһеҙлектә бер туҙан бөртөгө саҡлы ғына. Эргәлә генә һөттән тулышҡан елендәрен бәүелтеп, уфылдап ашап һыйырҙар утлап йөрөй. Һауа аңлата алмаҫлыҡ ҡуйы үлән, сәскәләр еҫенә тулған. Ҡарағусҡыл йәшел суҡтарын һалындырған миңле ҡайындар елһеҙ ҙә бер-береһе менән шыбырҙап серләшәләр төҫлө. Үләндән үләнгә һикергеләп сиңерткәләр йырлай, Һаҡмар йылғаһына ҡойған Тиләк буйында бер аҙ һаҡаулана төшкән кәкүк саҡыра, кемуҙарҙан ҡоштар сирҡылдаша. Һырғый ҡарағайҙар һылашып үҫкән бейек тауҙың йәшкелт түбәһе күк сатырына барып ялғанған һымаҡ күренә. Алыҫта, күҙ күреме ерҙә, зәңгәр яулығын болғай-болғай һағым бейей. Рәхәт. Ҡайһы саҡ илһамланып китеп кеҫәһенән ҡәләм киҫәге килтереп сығара ла тәмәке ҡабына күргәнен төшөрөргә тотона. Тик был ҡап тәмәкеһе бөткәс тә ситкә ырғытыла.
Һауым көтөүе ҡураларға индеме, игеҙәктәр һымаҡ бер-береһенә оҡшаған ялҡытҡыс көндәр башлана. Эштән һуң, өшөгән тараҡандар шикелле малсылар өйөнә йыйылалар. Бында буйҙаҡтарҙың урыны. Буйҙаҡтар, тигәне ҡатын айырғандар ҙа, өйләнә алмай йөрөгән, ғаилә ҡоронан тибәрелгән һәүеректәр, араларында күптән ҡырҡты үткәндәр ҙә етерлек. Ғаиләлеләр, тыныс көн итеүҙе хуп күргән ҡатын-ҡыҙ ҡайтырға ашыға, улар бында етәкселәр йыйғанда ғына сараһыҙҙың көнөнән инеп күренгеләйҙәр. Малсыларҙы әүәлгеләй йыш йыймайҙар, урындағы түрәләр ҙә, райондан килгәндәре лә зарураттан ғына баш тығалар был шыҡһыҙ мөйөшкә. Билдәлелек, үҙаллылыҡ ғәләмәтелер, үткәндә китапханасы килеп эскелеккә ҡаршы көрәш темаһына әңгәмә үткәрергә маташып ҡарағайны ла, лекция килеп сыҡманы. Яһил берәү, урынһыҙыраҡ булһа ла, араҡы дауайлай башлағайны, нотоҡсо үҙе уға ҡушылып юғарыла ултырған башһыҙ етәкселәрҙе тиргәргә керешеп китмәһенме! Араҡыһыҙ арҡыры ятҡан бүрәнәне буйға һалып буламы, ҡунаҡ саҡырып туй үткәреп ҡара, улар юғарыла ултырып ауыл халҡының көн күреүен ҡайҙан ғына белһен, төшөнһөн, фәлән дә фәсмәтән. Осрашыу Мәскәүҙәге хөкүмәтте отставкаға ебәреүҙе талап итеү кимәленә барып етте.
Ҡалған көндәрҙә йыйылыу ошонан сығышмағандар сценарийы буйынса үтә. Тәүҙә бөтәһе лә йыйылғансы оҙаҡ итеп тоҙһоҙ көләмәстәр һөйләнелә. Көлкөләре килмәһә лә көсләп һаһылдашалар. Сөнки улар ҡабат-ҡабат һөйләнелгән, теңкәләренә тейеп бөткән. Тел сарлау тейешле йүнәлеш алғансы шулай дауам итә. Фәлсәфә кәрәкле урынға килеп терәлгәс кемеһелер саҡ ҡына «туғарылып» алырға тәҡдим итә. Шундуҡ ризалашалар. Сөнки сиратсы күптән билдәле, һый табыу уның шәхси хәстәре. Был бихисап атҡарылған йола бар нескәлектәренә еткереп яйға һалынған. Уны бөтөрөү, үҙгәртеү, ҡаҡшатыу мөмкин түгел.
Шулай кисҡырын «туғарылып» алып, кәйефләнеп, аяғын ҡанатлы санаға кирә баҫып, атын йән фарманға саптырып ҡайтып килә ине:
- Ай, тапатаһың! - тигән сәрелдәк тауыш ҡолағын ярҙы.
Бар көсөнә дилбегәне үҙенә тартты. Ат үрәпсеп шып туҡтаны. Алда ауыҙлыҡты шаҡара тотоп торған ҡатын-ҡыҙ төҫмөрләнде.
- Гөлзифа?!
- Мин.
Көтөлмәгән осрашыуҙан телдән ҡалды:
- Һин... һин... ҡайҙан?
- Әле генә күктән килеп төштөм. Ҡурҡыттың. Рөхсәт тә һорап тормай өҫкә менеп киләһеңсе. - Ләкин һалҡындан биттәре алһыуланған, бөҙрә сәс шәлкеме маңлайына туҙырап төшкән һылыу ҡатындың йөҙөндә еңелсә ярһыуҙан башҡа ҡурҡыу әҫәре тойолмай.
Сәбәпһеҙгә ҡыҙарынып китте:
- Һаумы, штүли?
- Һау булһам доктор түгелһеңдер әле, доктор булһаң – яралы йөрәгемде дауалар инең, исмаһам.
-Ҡайҙа китеп барыш?
-Ҡайтып барам, атайымдарға.
- Улайһа әйҙә, өйөңә апарып ҡуям. - Килбәтһеҙ сүгәләне, аяғы аҫтындағы һаламды сананың ҡанат яғына шылдырҙы. – Утыр ошонда, йомшаҡҡа.
- Йомшаҡ һөйләп ҡатыға утырталар, бәғзе берәүҙәр, утырам инде, утырмай тағы, ҡурҡыуҙан тубыҡтар дерелдәй, атлай алмайым, - тине лә Гөлзифа егеттең ҡабырғаһына һыйынып тиерлек ултырҙы.
Ат керт-керт юртып үҙ яйына әкрен генә атлай. Был илаһи минуттарҙы оҙайтырға теләгәнгә моғайын ул да ашыҡтырмайҙыр. Осрашыу көтөлмәгәнерәк булғанғамы баҙаны ла ҡалды, телгә йүнле хәбәре лә килмәй.
- Нисек йөрөп ятыш?
- Төрлөсә булып китә.
- Ҡунаҡҡа килгәнһеңдер?
Гөлзифа билдәһеҙ ишаралап яурындарын йыйырып ҡына ҡуйҙы:
-Ҡайттым әле.
- Арыу буған.
- Өйләндеңме?
- Һинең ише күңелгә ятҡаны осрамай.
- Күп һайланһаң яңғыҙ тороп ҡалыуың да бар, һайланған һаҙға батҡан, тиҙәр, дәртле сағыңда өйләнергә кәрәк.
- Мин һәр ваҡыт дәртле.
- Әллә, теге саҡ мунсалағы һымаҡ баҙнатһыҙ ҡыланһаң, ҡайһы бисә яратыр икән һине?! - Гөлзифаның ҡаштары юғары сөйөлдө. Ул ғәҙәтенсә уны баштан-аяҡ күҙҙән үткәреп мәғәнәле йылмайып ҡына ҡуйҙы.
Ауыртҡан ерен хәтергә төшөрөүҙән кәйефе китеңкерәгәнгә өндәшмәй ҡалды, түш кеҫәһенән тәмәке килтереп сығарып тоҡандырҙы.
- Элек тартыу менән артыҡлап мауыҡмай инең һымаҡ. – Гөлзифа ҡаты бәрелеүен һиҙеп һин дә мин көнитмеш хәлдәренә күсте.
- Йөрәк янғансы эс янһын, үпкә ыҫланһын!
- Күңелгә ятҡандары юҡ, тиһәң дә йөрәгеңде яндырыусылар табылдымы әллә бында ла?
- Йөрәк яндырыусы ситтә шул. – Уйын кинәйәләп еткерҙе.
- Әйткәндәй, мин дә тегендә һине йыш хәтеремә төшөрҙөм, Хәйбулла. Ысын. Ни тиклем генә күҙгә бәрелеп бармаһаң да хәтеремдә уйылып ҡалғанһың нишләптер.
Кинәт күңеле елкенеп китте, тәмәкеһен ситкә сөйөп ебәреп аяғөҫтө тороп баҫты.
- Мәленән алда улай үрәпсемә, Хәйбулла, - яңылыш ҡыланған булып Гөлзифа уның быймалы аяҡтарынан ҡарманы, - йә көтмәгәндә икәүләп осоп ҡалырбыҙ тормош санаһынан.
- Ҡарттарыңдың хәлен белергә ҡайттың, ызнашит?
- Нимәгә уларҙың хәлен белергә, яталар шунда дәүләт елкәһен кимереп, пенсияларын ашап.
- Пенсия йәшенә етергә лә кәрәк бит әле. Байрамғол ағай менән Сания апайҙы күреп йөрөлә. Бер нисә тапҡыр уларға ярма ла ҡалдырып киттем әле, бушлай, ярҙам йөҙөнән.
- Маладис. Бибиәсмә апай нисек?
- Арыу әлегә. Т-р-р-ррр. Һүҙгә әүрәп өйөгөҙҙө үтеп тә барабыҙ.
- Рәхмәт изгелегеңә. Бында кистәрен эс бошоуҙан үлерһең, биллаһи. Ҡайтҡа-ныма аҙна тулып үтте, инеп хәлде белеүсе лә юҡ.
- Эштән ҡайтып инеп бумай бит, көнө буйы шунда. Әле осратмаһам һинең мындалығыңды белмәҫ тә инем әле.
- Ҡунаҡ итеп саҡырмайым, килгеләп йөрө.
- Ҡунаҡҡа саҡыраһыңмы?
- Ҡунаҡҡа түгел, мунсаға, беҙҙең мунса һәр ваҡыт яғылған була.
- Мунса төшкән бар.
- Был бит минең мунсам, уның ҡайнарлығы ла, пары ла икенсерәк, ир аҫтында көн иткәс әйләндереп-тулғандырып сабырға ла өйрәнеп алдым.
Тәжрибәле ҡатын фәлсәфәһенә нимә генә өҫтәһен инде.
-Туҡта, нимә күҙҙәреңде тупайтып ҡарайһың?! Шаярттым.
Гөлзифа торҙо, ултырғанда тығыҙ балтырҙары буйлап өҫкәрәк шылған күлдәк итәктәрен килешле итеп тубыҡтарына ҡарай тартты ла уның яғына ярһыулы йылмайыуын атып боролоп та ҡарамай өйҙәре яғына йүнәлде.
-Э-э-э-эх! - Йөрәгенә ҡайнар ҡан бәреүгә сыҙаша алмай кирелеп сыбыртҡы осон атының һыртына тамыҙҙы. Сананың артынан ҡар бураны ғына уйнап ҡалды.