

- Гөлзифа, Гөлзифа, бисә, тим, ҡайҙа юғалдың, һыу килтер срушны, ауыҙ кипте! – Кисәге эскелектән һуң теле аңҡауына йәбешкән Хәйбулла ҡатҡан, ел ярғылаған ирендәрен көскә ҡыбырлатып башын ҡалҡытмай ғына ишек яҡ мөйөштә йәйелгән түшәк яғына ҡарап ҡысҡырҙы. - Нимә унда өндәшмәйһең, телеңде йоттоңмо әллә, йоҡлап ятмайһыңдыр моғайын? - Яуап ишетелмәне. Тотонолоуы етеп, әҙ генә ҡуҙғалһаң да тауышланырға әҙер селтәрле иҫке тимер карауат шығырламағас, ауырлыҡ менән ҡалҡып, ығышып тороп ултырҙы, ялбыр ҡаштарын, ситтәренә эрен ҡатҡан күҙҙәрен бысраҡ йоҙроҡтары менән тызып алғас, сипыҡ ҡарашы менән өй эсен теүәлләне.
Күренеүенсә урын буш. Ундағы оҙаҡ ябыныуҙан төҫөн юғалтып өлбөрәгән, аша-төшә эс мамығы күренгән ҡорама юрған яртылаш иҙәнгә һалынған, ҡолаҡсындай ғына, йылтырап ҡатҡан яҫтыҡ та шунда ята. Ошоғаса шул ишек төбөндә әсәһе йоҡлай торғайны, хәҙер кем етте шул тәгәрәй. Мөйөштө ҡамап иҫке-моҫҡо таҡтанан арлы-бирле әтмәләнгән өкәлтәктәге кәзә-һарыҡ бәрәстәре араһында ятҡан быҙау, өйҙәге хәрәкәтте тойоп ҡойроғон шешкәйтеп тороп баҫты ла сөбөрләтеп иҙәнгә һарҡыта башланы.
- Бәйелһеҙ, тотанаҡһыҙ орғасы, инәңде эт орған, тыума! – Быны күргәс ҡаты итеп һүгенеп ебәрҙе лә юрғанды өҫ яҡҡа ҡайырҙы, яҫтыҡты иһә мөйөшкә быраҡтырҙы.
Остары серей башлаған иҙән таҡталарынан килгән күгәргән еҫкә, ауыр һыҡра ҡушылып уҡмашҡас өй эсендәге былай ҙа ауыр һауа тағы ла тынсыулана төштө. Күнегелгән еҫ булһа ла нишләптер уҡшыны, ауыҙында эркелгән ҡара һыуҙы ласҡылдатҡансы иҙәнгә төкөрҙө.
Кисә башҡа һатыр, үткәрер нимәһе булмағанлыҡтан, аҙбар янындағы келәттән сығарып, умраһынан ит сабып алып өйбөрөнсә тиерлек әйенселәне, мәгәр һуғым осоро булғанғамылыр, тауарын үткәрә алманы. Оҙаҡ ҡына шулай тинтерәгәндән һуң, аптырағандың көнөнән ауыл осонда яңғыҙы ғына көн иткән Баныу ҡарсыҡҡа боролдо. Унан да артығын “һыға” алманы, ике литрлыҡ банка менән өҫтөндә ҡомалаҡ йөҙгән, артаған бал сығарҙы, һаран. Шуны ферма аҙбарының аулаҡ мөйөшөндә әшнәһе Зөфәр менән төпләгәйнеләр ҙә, бөгөн башы сатнап ярыла, түҙеп кенә тор. Уф!..
Тәҙрәләргә һиҙелер-һиҙелмәҫ таң ойотҡоһо ҡунған, әммә ул өй эсендәге бөләңгертлеккә саҡ ҡына булһа ла яҡтылыҡ өҫтәй алмай. Аш өй менән төпкө яҡты бүлеп уртаға ҡуйылған мейес яғына ҡарап алды. Өй эсе һалҡын һымаҡ, шуны иҫкә төшөргәнгә әллә, ҡалтырай биреп ҡуйҙы һәм ыңғайы бер урындыҡ төбөндә тиретун бөркәнеп йоҡлап ятҡан малайҙы шәйләне.
-Кәрим, тим, Кәрим!
Өндәшеүгә тегеһе ыжламаны ла.
-Тор, ништәп бөгәсә йоҡо һимертеп ятаһың? Һине әллә ҡасан киткәнгә һанап ултырам тағы.
Башта теге кейем һелкенгәндәй итте, шунан уның аҫтынан өлтөклө йоморо баш күренде.
Унда-бында сәселгән кейемен эҙләп табып, оҙон итеп иҫнәп, кирелеп-һуҙылып кейенә башлаған малайына бойороғон бирҙе:
- Хәҙер үк марш мәктәпкә!
- Ниңә шу ҡәҙәре аҡыраһың, мине һаңрау, тип беләһеңме әллә?
- Аҡырмайым, әйтәм.
- Һин әйтмәһәң дә барам у.
- Эйе барҙың бармай ҙа, ыжығанда-мыжығанда саҡ әле, тегендә ҡайнымдар нисек?
- Яталар.
- Яталар инде, башҡа ни ҡылһындар, - малайының әйткәндәре менән килешкәндәй шулай тине лә ыңғайы бер ҡыҙыҡһына һалды:
- Нисә тапҡыр инде класс етәксең мәктәпкә саҡырҙы, ә мин ызнать, не знаю, һин нисәнсе класта уҡып йөрөйһөң әле шу?
- Бишенселә.
- Яртылағанһың икән, бара! – Тартҡыһы килеүен һиҙеп ары теҙҙе, - тегендә апарып сумкаңды ырғытырһың да иң тәүлә миңә тәмәке әпкилерһең.
- Бармайым!
- Нисек бармайһың, ҡайҙа бармайһың?
- Магазинға.
- Ништәп?
- Таң менән магазинды һиңә кем асһын?
- Ну, асҡас, бер-ике сәғәт уҡығас барырһың.
- Барыбер бармайым, наҙайыл.
- Һин, малай аҡтығы ҡайҙа ҡайымлашырға өйрәнеп алдың әле?
- Ҡайымлашмайым, әйтәм, һатыусы инде лә ҡоро ҡул килһәң, һуңғыға бирмәйем, тине.
- Аҡсаны мин ҡайҙан табырға тейеш?
- Уныһын ҡайҙан беләйем, Нәзирә апайҙың үҙенән барып һора.
- Бында өҙлөкһөҙ аҡса шапылдатып ултырырға станок бар тип беләме икән ул эш рәтен белмәгән тәтәйбикә? Йылдан ашты бит инде эш хаҡы бирмәгәндәренә. Ярай, әйт, бурыстарым өсөн әҙерәк тауыҡ еме апарып ырғытырмын, йә бумаһа бер-ике тоҡ ярма, шуны көҫәйҙер.
- Әсәй, бөгөнгө көн аҡса булыр, һиңә кинаға ла бирермен, тигәйне.
- Ҡасан әйтте, бер ҙә хәтерләмәйемсе, кем тотторор икән уны уға?! - Миңрәүләнгән зиһенен төйнәп иҫен йыйырға маташты. Хәлбүки килеп сыҡманы. Шулай ҙа һиҙенеүен белдереп һуҡ бармағын юғарыға сәнсте. - Әһә, тимәк иренең алиментын ала, шуның артынан темеҫкенеп сығып киткән. Аңлашылды…
Үҙ алдына һөйләнә башлаған атаһын тыңлап бөтмәгән малай мәктәп сумкаһын эләктереп сығыу яғына ҡарай атланы.
- Туҡта, ҡайҙа тайырға самалайһың, ишетһен ҡолағың, иң элек минең йомошто йомошлайһың, шунан ғына уҡырға. Үткәндә класс етәксең урамда тотоп алып иң тәүлә миңә бәйләнде, шунан дәресте күп ҡалдыра, тип һиңә һүҙ тигеҙҙе, йәнә итек башындай ғына була тороп тәмәке ҡапҡылайһың икән, свулыштан тыуған нәмә!
- Тоттомо у мине, йә әйт, тоттомо?
- Һин хаҡлымы, әллә мөғәллимме, уҡытыусы кеше юҡты һөйләмәҫ. Һигеҙҙән үрелгән сыбыртҡыны хәтереңә төшөрөрмөн, әгәр йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтереп йөрөһәң.
Ишек шартлап ябылды. Яман-хәтәр һөйләшһә лә, сыбыртыҡлау түгел, барм-ағы менән дә сирткәне булманы Кәримгә, сиртәсәк тә түгел кеше балаһына. Уғата шашынып, бәйҙән ысҡынып китмәһен, тип кенә ҡыланыуы. Ни тиһәң дә, яҡшымы-яманмы, бәләкәй генә сағынан уға атай хөкөмөндә йөрөй. Дөрөҫ, ата тәрбиәһе, әсә наҙы күреп үҫмәй малай. Уның тураһында өйҙәгеләр бөтөнләй оноттолар ҙа шикелле. Шуғалыр, ахыры, Кәрим күп ваҡытын түбәнге оста йәшәгән ҡартаталарында үткәрә, бында онотҡанда бер ҡайтып, дөрөҫөрәге килеп урай. Кисәге көн нишләптер уларҙа ҡуна ҡалған.
Ығышып үҙе лә кейенә башланы: силос еҫе һеңгән һырма салбарын, көпөһөн, ҡырҙары ҡырылып йөнө кейеҙләнә башлаған төлкө кәпәсен сөрәкә башына ҡапланы, яланаяҡ икәнлеген иҫенә төшөрөп ойоҡбаштарын эҙләп бимазаланды - соҡалтайға киптерергә ҡуя торғайны ла баһа, моғайын да бисәһе берәй ергә тыҡшырғандыр. Эҙләгәнен таба алмағас, резина галош кейҙерелгән сүсинкә быймаларын ҡуңалтаҡ килеш ҡатып тыш яҡҡа ҡарай атланы.
Аңламаҫһың был тәбиғәтте, боларҡы заман ише зерә лә буталып бөттө. Элек һәр миҙгелдең исеме есеменә тап килеп, Хоҙай Тәғәлә тәғәйенләгән шарт һис тайпылышһыҙ үтәлер булды. Декабрь уртаһы яҡынлаған, исмаһам күңел өсөн ер өҫтө әҙерәк буҙарып булһа ла ятһасы. Аҡ ҡарҙан донъя яҡтыраҡ та, сафыраҡ та күренә, ҡар юрғанын ябынған ер өшөмәй ҙә. Ҡара ҡыш. Ҡарғыш һүҙе ошондай мәлгә төбәп әйтелгәнме икән әллә? Тирә-йүндә ҡап-ҡаҡ туҙанын борхотҡан туң ер ята. Сасҡау һалҡындар ни ҡуйһын, ер өҫтө уның һөйәлле, ҡатҡан ҡулдары һымаҡ урын-урыны менән сатнап ярғыланған. Кәртә артындағы картуфлыҡ баһыуҙарына терәлеп тиерлек ҡалҡҡан урман да өшөүҙән шоҡорайып ҡатҡан, шуға ла ел ҡамсыһының ҡайыҙлауына сыҙамай өҙлөкһөҙ илай-һыҡрай.
Саҡ ҡына ел иҫһә лә ишелеп ятҡан тотанаҡһыҙ ерҙең өҫкө ҡатламы туҙғып, ала томан ала саңға әүерелеп ҡойонло дауыл ҡуба, юлында осраған бөтә нәмәне, вата-емерә, һындыра, асманға олғаштыра, бысраҡҡа болғай. Көҙ көнө ағартылған өйҙәр шул туҙан даръяһында йөҙөп төҫһөҙләнеп, шыҡһыҙланып ҡалған. Ана, бисәһенең илке-һалҡы ғына аҡбалсыҡлаған аласығы бөтә ишек алдын йәмһеҙләп ҡарасҡы һымаҡ һерәйгән - тере көйөк. Гөлзифа шул илке-һалҡы эшен дә оло һүҙгә олғаштырып күрше-күләнгә һөйләп йөрөгән булды: «Үҙебеҙҙең өйҙө аҡларға ҡул теймәһә лә, бейемдең ятҡан ерен эсле-тышлы ағарттым бына, түшәм ауҙарын һөртөп алдым, иҙәненә саҡлы ҡырып йыуып сығарҙым, ятһын маҙырап, эрәхәтләнеп…»
2
Бер яҡҡа янтая биреберәк кеҫәһенән бөкләнгән гәзит киҫәге килтереп сығарҙы, икенсе яғынан ярты ус самаһы тәмәке төпсөктәре алды, шуларҙы бик тырышып ҡағыҙ киҫәгенә ватып ҡағып ҙур ғына «кәзә тояғы» яһап ҡапты. Тоҡандырҙы. Тәрән итеп һурҙы. Төргәне бик әсе булып сыҡты, тын юлдарын ҡороштороп үпкәһенә барып тулды. Ҡулындағын төтәтә-төтәтә бер аҙ урынында ыуаланып торҙо ла болдор тупһаһына ултырып арҡаһын таҡта солан стенаһына терәне, тирә-яғына, шыйыҡ томанды хәтерләтеп болоттар япҡан төҫһөҙ күккә битараф ҡарашын атты. Көндәр аяҙға ултырырға йыйынмайҙар шыпа. Быуындары ҡапҡан кәүҙәһен шытырлатып кирелә биреберәк ҡуйҙы; ҡайҙа ҡабаланырға, өтәләнергә, бөгөн-иртән фермаға бараһы түгел, Нисә йыл бергә эшләп, аралашып йәшәгән әшнәһе Зөфәр алдағы йомала балдыҙымдың туйы, хуш аяғынан һуң уны Аҡнаҙарға оҙата барабыҙ, әлегә ял итеп тор ҙа урынымда ҡалырһың, тип хәбәр һалғайны. Ул да кисә ныҡ ҡына «тейәне» шул, алдан эскән булғандыр, Баныуҙың балын өҫтәгәйне, ныҡ ҡына иҫерҙе лә китте. Тағы эшкә сыҡмай ҡуймаһын, бахмурҙан лыпын ята ла ҡуя торған. Ятһа ни унда уның ни хәсрәте, кәрәкһә, бригадир килеп йәүкәләр, саҡырыр. Күргеһе килмәй шул, бесән, һалам кәбәге, һыҡра, тиҙәк, әсегән һөт еҫтәре аңҡыған ферманы, көрәк-һәнәктән биҙерәп бөткән. Эш урынын иҫенә төшөргәс кейемдәренән дә бер юлы ҡотолорға теләпмелер, йылтырап ҡатҡан көпөһөн, йәшкелт төҫ алған һырма салбарын тарта биреп ҡуйҙы.
Уңманы был тормоштан, шыпа ла ғына уңманы. Күптән түгел ҡырҡ уртаһын ашатланы, йәштән ауыр хеҙмәттә ҡыялғанғанмы, сибек, йоҡа кәүҙәһе быуынға ултырып нығынаһы урынға бирешә, бәлйерәй генә төштө, ә үҙе ғүмер уртаһына ыңғайлай тороп та һаман да булһа йәшәй башламаған төҫлө. Әйтерһең дә ул, был бысраҡ, мәрхәмәтһеҙ, эңер шәүләһеләй төҙһөҙ донъяға ваҡытлы ғына килгән кеше. Бына көсөргәнеп ынтылыр ҙа йәнәшәлә генә ҡайнаған йылыраҡ, яҡтыраҡ, мәғәнәлерәк тормошҡа барып юлығыр төҫлө. Юҡ. Шул ике тарафты айырып, бикләп тотҡан, күҙгә күренмәҫ сикте, шаршауҙы йыртып сыға алмай ыҙалана. Күреп йөрөй бит, тормош ни тиклем генә ауыр, мәшәҡәтле булмаһын, бәғзеләр һәүетемсә генә һин дә мин йәшәп яталар, сөнки баштан уҡ икенсе һуҡмаҡтан киткәндәр. Һуңғы осорҙа тотош илдең көнитмеше кирегә тәгәрәй башлағас әҙәмсә йәшәү хыялынан бөтөнләйгә төңөлдө.
Быуынға ултырып та өлгөрмәҫтән ярты етем ҡалды. Мәктәпкә уҡырға төшөргә йыйынып ҡына йөрөгәнендә, тырышып, дәртләнеп донъя ҡыуалаған, киләсәккә өмөт менән ҡарап йәшәгән, бүлексә тимерлегендә тир түккән атаһы үлеп китте. Алып һуғып ат өркөтөп йүгермәләгән ир бер заман һарғайып кибә, һүнә башланы, өҙлөкһөҙ йүтәлләне, ҡаҡырҙы, аҙым һайын түшен ыуаланы. Медпункттан әллә ниндәй дауалар ҙа алып ҡайтып эсеп ҡараған булды, шифаһы, файҙаһы теймәне, бик димләгәстәр, район дауаханаһынан йүнәлтмә алып Өфөгә лә барып әйләнде, ярҙам итә алманылар. Ауырыуҙың килеп сығыу сәбәбен урам ҡаршыһында йәшәгән, им-томға әүәҫ Гәүһәр ҡарсыҡ ҡына үҙенсә юраны: «Өҙлөктөң, һин Ғималетдин ҡәйнеш, ғүмер буйы тимер туҡмап өҙлөктөң. Бүрәнә башын шылдырышырлыҡ та яҡын әҡрәбәң булмағас ни, һәммәһен яңғыҙың ысҡанып тартып өҙлөктөң, тимерҙең тимере бер килеп һына, әҙәм балаһы тураһында әйтеп тораһы ла түгел...» Шулай тип һөйләнһә лә имсе сырхау ирҙе имләргә, сәләмәтләндерергә ашыҡманы. Нисек кенә булмаһын, атаһының төҙөгән алты мөйөшлө йорто, кәртә-ҡураһы шауҙырлап торҙо ла ҡалды.
Иренең тапҡан-таянғанын аш итеп, иҫәпләмәй тотоноп, ҡатын-ҡыҙ хәстәренә генә күмелеп көн итергә күнеккән әсәһе юғалып ҡалды башта, шунан ҡайғыһынан бер аҙ арына төшкәс, аптырағандың көнөнән бүлексәгә төрлө эштәргә сыҡты. Төрлө тигәне ҡырсылыҡ бригадиры ҡушҡан мәшәҡәттәр инде шунда: көҙ, ураҡ осоро етһә ырҙын табағына килгән ашлыҡты елгәргестән үткәреп әүеш-тәүеш итеү, ҡыш оҙоно бураларға һалынған орлоҡто таҙартыу, ағыулау кеүегерәк эштәр. Унан килгән ус яларлыҡ ҡына килем ике кешенең тамағын туйҙырырлыҡ ҡына. Әл дә аҙбар тулы мал-тыуар ҡалды атаһынан. Тик улары ла, әсәһенең бесән әҙерләргә әүәҫлеге, оҫталығы, бер һүҙ менән әйткәндә теләге булмағас, туҡал һыйыр, ярты тиҫтә бәрәс-бәрәндәргә тороп ҡалды, ауыл хисабына һалғанда - күп түгел.
Тирә-яҡ ауылдарҙан һоратыусылар, димләүселәр булһа ла утыҙҙы яңы ашатлаған, геүелдәтеп, парлашып тормош көтөрлөк күрмәлекле әсәһе башҡаса кейәүгә сыҡманы, иренең төҫө булған малайының етемгә терәлеп ҡағылып-һуғылыуын теләмәгәндер.
Уҡыуға бик тырыш булды, барлыҡ фәндәргә лә берҙәй тигеҙ ҡараны, яратып, теләп үҙләштерҙе. Уҡытыусыларҙың аңлатҡанын, һыу йотҡан ҡомдай зиһененә һеңдереп кенә ултыра. Иң яратҡан шөғөлө – мөкиббән китеп һүрәт төшөрөү. Ҡулына төҫлө ҡәләмдәр алдымы, хистәргә бирелеп, икенсе, мөғжизәле әкиәт утрауына барып эләккәндәй бар донъяһын онота, уны тиҫтерҙәре менән уйнарға саҡырма, аулаҡта ҡалдырып һүрәт төшөрөргә ҡуш. Эшләгәне лә ыҡсым, күрмәлекле килеп сыға. Һәләтен шәйләп өлгөргән рәсем уҡытыусыһы өйҙәрендә булып уны дәртләндереп, әсәһен ҡыуандырып китте. «Һүрәт төшөрөүҙән биҙмәһә, ҡәләмен ары ла ташламаһа, киләсәктә Хәйбулланан бынамын тигән рәссам сығасаҡ», - тине. Бындай маҡтауҙы, күтәрмәләүҙе ишеткәс тағы ла тырыша төштө. Буш ваҡыты булдымы, акварель буяуҙарын, альбомын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтыра ла урман-ҡырҙарға сығып китә, илһамланып, бирелеп, онотолоп тәбиғәт күренештәрен ҡағыҙға күсерә. Пионерҙар дружинаһы уны ай һайын сыға килгән “Белем өсөн” тип аталған мәктәп гәзитенә рәссам итеп тәғәйенләне. Һүрәттәре лә уҡыусылар ижадынан айырылып тора, почта аша редакцияларға ебәргәне бер нисә тапҡыр балалар өсөн сығарылған республика гәзит-журналдарында ла баҫылғыланы. Был шөғөл уның өсөн ябай мауығыу түгел, хыялына илтеүсе, бейеклектәргә ашырыусы, яҡты киләсәккә илтеүсе өмөт баҫҡыстары.
Мәктәпте тамамлағас та, уҡырға ҡайҙа барырға, тигән уй борсоманы. Әллә ҡасан хәл итеп ҡуйған - тәүҙә сәнғәт училищеһының графика бүлегенә барып бәхетен һынап ҡарар, уны тамамлаһа, ары күҙ күрер.
Китергә документтарын әҙерләп, юлға йыйынып ҡына бөткәйне, әсәһе сәй табыны артында тыйнаҡ ҡына һүҙ ҡушты:
-Хәйбулла, улым, күптән һинең менән һөйләшеп-кәңәшләшеп алырға йыйынып йөрөйөм дә яйы сыҡмай ҙа ҡуя.
Ауыҙындағын сәйнәй-сәйнәй тороп китергә йыйынһа ла туҡталды:
- Тыңлайым, әсәй.
- Ҙурҙан ҡубып, орҙо-бәрҙе ҡыланып йыйынғасың туҡтатырға ҡыймаһам да, әйтмәйенсә, кәңәш-төңәш итеп алмайынса бумай.
- Әйт һуң.
- Әллә саҡ ҡына тотҡарланып, кәсепләнеп алаһыңмы, аҡса төйнәштереп?
Бындай һөйләшеүҙе көтмәгәнгә ирендәрен турһайтты:
- Юллыҡ ҡына аҡса юҡмы ни?
- Сберкнижкәлә атайыңдың төйнәп ҡалдырғаны әҙерәк бар, тик ул оҙаҡҡа етмәҫ шул.
- Юғары уҡыу йорто түгел бит, училищелыҡ ҡына табылыр әле.
- Юғары уҡыу йорто ни ҙә махсус уртаһы ни, ҡала ҡала инде, унда аҙым һайын, ҡымғырлаған һайын аҡса кәрәк.
- Минең менән управтың ҡыҙы, мәктәп директорының малайы китергә йыйына, ни тиһәң дә бер ауылданбыҙ бит, нисек тә аралашырбыҙ, беребеҙ икенсебеҙгә ярҙам итешербеҙ әле.
- Кем балалары менән тиңләшергә йыйынаһың, түрәләр ғаиләһе менәнме? Ярҙам, тигәне һуңғыға бирелер үтестер, уны ла ваҡытында кире ҡайтарырға кәрәк. Бында һине мәктәп етәкселәре яртылаш кейендереп аҫырашты, тегендә ҡалайтырһың?
- Китеп тә өлгөрмәгәнмен, киренән һаплай ҙа башланың.
- Нисек бар шулай әйтәм, ҡайҙан табайым мин һиңә өс йыл дауамына етмәле мөлкәтте?!
- Бөйрәкәйҙе һатайыҡ.
- Ай Аллам, еленләгән бит һыйырыбыҙ, бөгөнме-иртәнме быҙауларға тора, аҡһыҙ ҙа булмай. - Әсәһе ултырғысҡа бөгөлөп төштө, тубыҡтарына терһәкләнеп саллана башлаған сәстәрен ҡуш усланы.
Үрһәләнеп улай-былай йөрөп алды ла әсәһенең ҡаршыһына баҫты:
- Улайһа минең уҡыуға барыуыма ҡаршыһың инде?
- Уҡыма, тип әйтмәйем, уҡы, тик уйлашайыҡ.
- Нимәне уйлайһың тағы, аттестаттағы оценкаларым башҡаларҙыҡынан һис тә кәм түгел, артыҡ булмаһалар әле.
- Дөкәминттәге 4-5-тәр ғына билдәләмәй шул киләсәкке тормошто, атай-әсәйҙәрҙең ҡайҙа эшләүе, уларҙың кеҫә ҡалынлығы билдәләй, был осраҡта юрғанға ҡарап аяҡтарҙы һуҙырға ҡала. Рәсем төшөрөү, әртисләнеү, гармун тартыу, яҙыу-һыҙыу ауыл һөнәрҙәре түгел, ауылда бил бөгөп, ергә эйелеп тир түккән кеше генә әҙәмсә көн итә. Әҙерәк баш-күҙ алышҡас агроном, зоотехник, механик һөнәрҙәрен һайларһың, уларын да ситтән тороп уҡып тамамларға мөмкин.
- Ә мин һүрәт төшөрөп йәшәргә теләйем!
- Әйттем түгелме, кинәнескә һүрәт төшөргән өсөн эш хаҡы түләмәйҙәр ауылда, ер һөрөп, иген игеп, мал баҡҡан өсөн түләйҙәр. Әйттем дә бөттөм, балам, ҡалғанын үҙең ҡара.
- Шулайтып ҡаршы төшөрөңдө алдан һиҙгәйнем дә, ызнашит ҡалаға миңә юл ябыҡ?
- Был тормошта һис ҡасан асылмаҫ ишектәр ҙә була, уларға рөхсәтһеҙ инергә маташыу – мәғәнәһеҙлек.
Ҡарарында ҡәтғи ҡалғанлығын белдереп ишекте ҡаты ябып сығып китте.
Яндырайланып күпме генә үрле-ҡырлы һикрәңләһә лә, тиҙ арала һыуынды, һылтауын тапҡан булып уҡырға китергә йыйынған класташтарынан тороп ҡалды. Ысынлап та яңғыҙ әсәһен ташлап, күҙ терәп торған һыйырҙарын һатып, сберкнижкала ятҡан тиндәрҙе ҡырып-юнып алып ҡайҙа олағырға йыйына, хыяллана тағы? Малайын зимагорландырып сит тарафтарҙы гиҙҙереү өсөн үҫтерҙеме ни әсәһе? Бер килеп тормошобоҙ еңеләймәҫме, баламдан игелек күрмәмме тип үҫтерҙе. Әсәһенең кире һаплауы ла һыйырын ҡыҙғаныуҙан түгел, айырылып яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡыуылыр. Был тормошта икеһе генә бит улар, яҡын, кәрәк саҡта иң терәр туғандары ла юҡ ауылда. Ярай, һыйырҙарын һаттылар ҙа икән ти, ярҙам итерҙәй яҡын туғаның булмағас, ул ғына нәмәгә уҡырһың уҡымай ҙа. Шулай ҙа үҙенең күптәнге хыялынан кире һүрелмәне. Фермала малсы булып эшләп әҙерәк өҫ-башын бөтәйтеп аҡса туплап алыр, шунан уҡырға китер. Йәнә ул белгән рәссамдарҙың күбеһе уҡыу йорттарын бөтөрмәһәләр ҙә киң танылыу яулағандар, шөһрәт ҡаҙанғандар.
Бер йыл барышында Юлдыбай СПТУ-һын тамамлап тракторға ла ултыра ала ине, ә ул шундуҡ ферманы һайланы, уның унда барырға теләүенең йәшерен сере, сәбәбе лә бар - унда Гөлзифа эшләй, күҙе төшкән, төн йоҡоларын алған Гөлзифа. Ауылда һигеҙенсе класты тамамлаған ҡыҙ уның ише осҡалаҡланып ситкә китергә уйламаны ла. Мәктәп партаһы артынан сыҡты ла һауынсы булып тура фермаға килде, нисәмә йыл шунда баш баҫып эшләп тик йөрөй. Унан ике-өс йәшкә оло ҡыҙ башҡаларға нисектер, уға бөтөнләй буй еткергән, кейәүгә бирмәле булып күренә. Кисен клубта иһә егеттәр, балға һырыған һағыҙаҡ өйөрөләй уның тирәһендә урала. Бигерәк һылыу ҙа шул, суҡынмыш, һылыу ғына тип әйтеү аҙҙыр, һыуһыҙ ҡалаҡҡа һалып йотмалы, сибәрҙең сибәре, һөйкөмлөнөң һөйкөмлөһө. Ирҙәүкәрәк, ҡырыҫ, хатта ҡайһылыр кимәлдә тупаҫыраҡ фиғелле булғанғамы, ҡыҙ үҙе лә бисә-сәсә сөсөләнеүен түгел, ир-ат ҡорон хуп күрә. Егеттәр араһында тартыныуһыҙ бутала ла ул, әммә бер кеменә күҙ һалмай, бер кемен янына яҡынлатмай. Ҡыҙ күк сатырының иң түрендә һайраған һабан турғайына, зәңгәр күлдә йөҙгән ҡупшы аҡҡошҡа тиң, ә ул - килбәтһеҙ, әрпеш өйрәк бәпкәһе генә бары, шунан да юғары түгел. Барыбер рәхәт, уның эргәһендә булыуы, ташып барған сәләмәт һылыулығын күреүе рәхәт. Юғарынан осраҡлы ғына һирпелеп ҡарауға ла йәне яҙғы боҙҙай иреп китә.