АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
24 Июнь 2025, 10:25

Сей утын

... Етмешенсе йылдар. Ауыл. Ҡышҡы сатлама һыуыҡ көн. Ҡарҙың күплеге! Ихатала ике үҫмер, ҡыҙ һәм малай, ҡар аҫтында ҡалған утындарҙы һөйрәп сығара. Оҙонораҡтарын утын бысыу өсөн эшләнгән яйланмаға һалып, арҡыры бысҡы менән урталай бысып алалар. Һуңынан әҙерләгән түмәрҙәрен ярып, өйҙәренә ташыйҙар. Һалҡындан биттәре генә түгел, аяҡ-ҡулдары ла өшөп бөткән был икәү сикһеҙ шат үҙҙәре, ана бит, ни хәтлем утын әҙерләп алдылар!

Ниңәлер, күҙ алдымдан китмәй ошо күренеш. Ә бит ярты быуаттай ғүмер үтеп киткән. Был икәү – ҡустым менән мин үҙем. Мин етенсе синыфта уҡыһам, ҡустым бишенселә. Мин ике йәшкә өлкәнерәк булһам да, көсөбөҙ бер сама. Егет кеше бит инде ул барыбер!
Атай фажиғәле вафат булғанда, мин икенселә генә уҡый инем. Береһенән-береһе бәләкәй биш бала менән яңғыҙ ҡалған әсәйемә 34 йәш, иң бәләкәй ҡустыбыҙға ете генә ай ине. Донъя тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Хөкүмәт беҙҙең өсөн түләгән илле туғыҙ һум ғына пенсияға йәшәүе ауырлашҡас, әсәйем күрше ауылдағы леспромхозға ашнаҡсы булып эшкә урынлашты. Ике йылдан һуң өйөбөҙҙө һатып, шунда күсендек. Эш еренән бирелгән баракта йәшәнек. Һыйырыбыҙҙы, ваҡ малды ла алып килгәйнек. Әсәйем мәктәптә эшләгән уҡытыусыға кейәүгә сыҡты. Ә ул ағайҙы ике йылдан һуң төпкөлдә ятҡан Егәҙе тигән ауылға эшкә тәғәйенләнеләр. Үҙе менән әсәйемде лә алып китергә булды, ике бәләкәй ҡустыларым менән. Ялда килеп-китеп йөрөрбөҙ, тине. Ҡайҙа инде! Поезд менән әллә күпме юл үтергә кәрәк, ялда ғына ҡайтып өлгөрөрлөк түгел шул. Минән өс йәшкә оло апайым һөнәрселек училищеһында уҡып йөрөй ине. Беҙ ҡустым менән ризалашып, икәү генә тороп ҡалдыҡ. Тағы – һарайҙа һыйыр бар. Тәүҙә, үҙебеҙ генә ҡалғас, йылы мәлдә ҡыҙыҡ та булғандыр. Мәктәпкә йөрөйбөҙ, ашарыбыҙға әҙерләйбеҙ, һыйырҙы тәрбиәләйбеҙ. Һауырға иренһәм, быҙауын ҡушып ҡуям...
Ҡыш иртә килә ине бит элек, былай-алайыммы ҡар яуыр ине, хатта тәҙрәләр ҡапланырлыҡ. Бына бер мәл алдан әҙерләнгән ҡоро утындарыбыҙ бөттө. Сей утынды яға башланыҡ. Өйҙә түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ, йоҡларға ятыр булһаҡ, бер- беребеҙгә арҡаларҙы терәп, көскә йылынып йоҡлап китер инек. Иртән шул уҡ хәл. Ут яғыуҙан толк юҡ, тоҡанмай ыҙалата. Мәктәпкә йүгерәбеҙ. Үҙ-ара килешәбеҙ, кем алдан ҡайта, ут яғып, сәй ҡайнатып ҡуя. Яғырһың, яҡмай ней! Ышандырып тоҡанып киткән була ла, кире әйләнеп килеүеңә һүнеп тә ҡуя. Тоҡандырам, тип, төтөнгә күҙ әсетеп бөтә ине. Ҡорораҡ сыра әҙерләп ҡуябыҙ, утындарҙы киптерергә ҡуябыҙ. Әсәйҙәр каникулда килеп киттеләр. Бына бер мәл ярылған утыныбыҙ бөттө. Ярылмағаны – ҡар аҫтында ҡалған. Ана шул мәл хәтерҙә ныҡ ҡалған икән шул... Ҡар аҫтынан сығарып, күпме генә әҙерләй алғанбыҙҙыр инде? Иң күҙҙе ҡыҙҙырғаны – йыуан ҡарағай ағасынан тороп ҡалған түмәр. Эй, шуны ярып алғыбыҙ килә, көсөбөҙ етмәй ҙә ҡуя шул! Эх! Сыралыҡ ҡынаһын тунаған булабыҙ. Шулай бер мәл, утын менән мәш килеп ятҡанда, әсәйемдең бер туған ҡустыһы, эштән ҡайтышлай, беҙгә килеп сыҡты. Тракторист ине. Хәлдәребеҙҙе һорашҡас, балтабыҙҙы алып, тауҙай итеп утын ярып бирҙе. Теге йыуан ҡарағай түмәрен дә! Беҙҙең ҡыуаныуыбыҙҙы һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгелдер. Һуңынан ағайыбыҙ күтәрмәгә ултырҙы ла, беҙҙе аптыратып, ысын күҙ йәштәре менән түгелеп иланы ла ебәрҙесе? " Эх, балаҡайҙар, атайығыҙ тере булһа, былай ыҙаламаҫ инегеҙ!"– тип ҡуйҙы һуңынан, әсенеп... Ниһайәт, ҡоро утыныбыҙ булды, өйөбөҙ ҙә йылынды...
Ике ҡыш шулай йәшәнек. Әсәйем, түҙмәй, ҡустыларым менән өйгә ҡайтты. " Ир, тип балларҙы тере йәтим итмәйем инде!" – тигәне иҫтә ҡалған...
Утын өсөн гел әрней торғайны: "Яңғыҙ бисә булғас ней, миңә утынды гел иң аҙаҡ әпкиләләр. Быстырып, ҡышҡа ҡоро утын әҙерләп булмай. Ҡыш буйына сей утын яғыла!"
Ярты быуатҡа яҡын ғүмер үтеп киткән, онотолмай икән һаман. Ул һыйыры, һаман төшкә инеп, яфалай. Ҡотом осоп әллә күпме уянғанмындыр: "Һыйырға бесән һалынмаған, ас тора!" Ә бит булды ундай хәлдәре лә ул саҡта. Уяныуға һарайҙа үкереп торғаны...
...Яратҡан ҡустым Винер егерме биш йәшендә генә яҡты донъяны ҡалдырып китте... Әсәйем дә күптән инде ожмах ҡошо... Йәнкәйҙәре йәннәттә булһын...

 

Сәлиә Ғатауллина.

Автор:
Читайте нас