АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
18 Июнь 2025, 05:15

Үҙеңде танытыу. Хикәйә. Хәйҙәр Тапаков

 Зәйнәб-Зояның һуңғы яуабы мине һеңгәҙәтеп кенә ҡалманы, бөтөнләй тәгәрәтә һуҡты: - Уҡыу йылдары бөтөнләй иҫтә ҡалмаған... Бигерәк йәш инек шул, ул саҡтағы ныҡ өлкән уҡытыусыларҙың бөтәһен хәтерләп бөтөү ҡайҙа, һеҙ беҙҙе ҡайһы фәндән уҡыттығыҙ ул?

Үҙеңде танытыу. Хикәйә. Хәйҙәр ТапаковҮҙеңде танытыу. Хикәйә. Хәйҙәр Тапаков
Үҙеңде танытыу. Хикәйә. Хәйҙәр Тапаков

    Сибай медицина училищыһында уҡып йөрөгәндә шәфҡәт туташтары төркөмөнә Бөрй-ән районының төпкөл ауылдарының береһенән бер ҡыҙ килгәйне. Зәйнәб исемле. Һүҙ ҙә юҡ, күркәм яңғырашлы, күңелгә лә, телгә лә, йәнгә лә ятышлы исем, әммә ул тәүге танышҡанда уҡ һәр кемдән үҙен Зоя, тип атауҙы үтенде, үтенеп кенә ҡалманы, ҡәтғи талап итте, аҙаҡ йүнле исемен йүнһеҙ есемгә тап килтерергә теләпмелер, шоморт ҡара, ҡалын, биленә ҡәҙәр төшкән сәстәрен киҫтереп ырғытты, шунан ҡып-ҡыҫҡа итеп мөнтәгәнен водород перекисы  менән төҫһөҙләндереп ебәреп ҡыҙыл-ерән төҫкә буяп бөҙрәләне. Сәс толомо - ҡатын-ҡыҙ сибәрлегенең, нәзәкәтлегенең айырылғыһыҙ бер өлөшө, шулай итеп ярты матурлыҡ күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыҡты. Өҫтәүенә Зәйнәб-Зоя үҙен бәләкәйҙән ҡалала үҫкән ҡыҙ тип танытырға теләпмелер, таҙа башҡорт районынан килһә лә, ике һүҙенең береһенә урыҫса һүҙҙәр ҡатыштырып ебәргеләй ине, килешле балитәкле сатин күлдәген туптай тығыҙ балтырҙарын ҡыҫып күрһәткән тар джинсы салбарға, ауылдан кейеп килгән, сандалиға тартым дермантин туфлиҙарын осло тағалы, ҡуңыстары тубыҡтарынан юғары күн итектәргә алмаштырҙы. Ишетелеүенсә, ул кемдәрҙеңдер берҙән-бер иркә ҡыҙҙары икән, шуға күрә унан аҡса тартманылар, йәлләмәнеләр шикелле. Бит-йөҙөн күк-талаҡҡа, эт алғыһыҙға ҡалдырып, аллы-гөллө итеп кремдар, пудра-помадалар, ҡаралы-ҡыҙыллы биҙәнеү ҡәләмдәре менән һылап-һыйпаһа ла үтә һылыу булды, суҡынмыш, сибәр, тип кенә әйтеү аҙҙыр, һыуһыҙ ҡалаҡҡа һалып ҡылҡылдатып йоторлоҡ танһыҡ зат ине, тышҡы ҡиәфәте яңы сәскә атырға тумаланған нәфис гөлгә тиңдәш; талсыбыҡтай һығылмалы нескә буй-һын тиһеңме, шыма итеп юнылған аҡ мәрмәр таштай ылыҡтырғыс йөҙ тиһеңме, нәҙекәй бил, тиртеп тупайған, яңы ғына йомарланған йәш ҡороттай йоморосай түштәр, ҡалҡыу оса, тумалаҡ балтырҙар тиһеңме, барыһы ла нәҡ, тапҡырлап Хоҙай Тәғәлә тәғәйенләгән урында, тағы һис кемгә тоттормаҫ кейек ҡоралайҙай мыймылдата баҫып атлап китеүе генә лә ни тора ине уның, атламай, әүрәткес, үҙенә әйҙәгес итеп бейей. Артыҡ та түгел, кәм дә түгел, һис тә икеләнмәйенсә, туранан-тура “Ер шары һылыуы 1975” конкурсына ебәрерлек гүзәллек өлгөһө – фотомодель, беҙҙең телдә, ябайлаштырып әйткәндә, асмандан төшкән гөнаһһыҙ фәрештә һынынан ижади әүәләнгән алиһә. Бөләңгерт эңерҙә, ҡара төндә осҡон сәсеп тирә-йүнде яҡтыртҡан, нурлы, тамылйып бешкән, ҡара муйылдай шаян күҙҙәр ныҡлаңҡырап, тексәйеңкерәп баҡһа ғашиҡ, диуана йөрәгеңде үтәнән-үтә тишәләр ине. Ни сәбәптән ҡыҙ-ҡырҡын тыумыштан бирелгән ылыҡтырғыс нәфислегенең ҡәҙерен, баһаһын белмәй уны йәмһеҙләй, боҙа икән, аптыраҡ, Зәйнәб-Зояның тәбиғәт биргән йәмен косметика, химия ярҙамында тағы ла сағыуыраҡ итергә маташыуы кире һөҙөмтә бирҙе, ә ул уны һиҙмәне лә, һиҙергә теләмәне лә. Һушым китеп, ауыҙ һыуым ҡороп һүрәтләһәм дә бары ситтән генә ҡарап һоҡлана инем тегеңә, алиһә, тинем дә инде, ә ундайҙарға һаҡһыҙ оронорға, урынһыҙ тейергә, осраҡлы ҡағылырға һис тә ярамай. Тотош училищы егеттәре, йәш, өйләнмәгән уҡытыусылар, шул иҫәптән мин фәҡирегеҙ ҙә йән атып яратып, йәшерен һөйөү йөрөтә инек Зәйнәб-Зояға ҡарата, тамсы ла ышаныс ҡалмаған, өмөт сағылмаған яуапһыҙ һөйөү. Тик ни сәбәптәндер тиҡый ҡыҙ беребеҙгә лә күтәрелеп ҡараманы, иғтибар итмәне, яҡты йөҙ, ыңғай мөнәсәбәт күрһәтмәне, иректә ирәйгән байталға кейҙерелергә тейеш ауыҙлыҡланыу билдәһе – томолдороҡто һанға һуҡманы, тәртәгә тығылырға ҡаршылашып-сығынлап урынында тыбызыҡлаған тайҙай эргә-тирәһенә юлатманы ла, яҡынлатманы ла. Хатта ки, шуныһы донъяуи аҡыл кимәленә һыйғыһыҙ күренеш, һомғол, һоҡланғыс йәш ҡарағайҙай буй-һынлы, мөләйем, ылыҡтырғыс йөҙлө, хыялый фиғелле, шиғри күңелле, һапалы холоҡло миңә ҡарата ла итәғәтлек күрһәтмәне остоҡай-һайлансыҡ. Кем кәрәк булғандыр инде уға, һайлансыҡҡа, аҡ толпарға атланған принцмы, әллә байлығынан шашып балда йөҙөп май кикергән хан улымы, һис юғында хөкөмдар батшаның шәхсән үҙеме, этем генә белһен. Унда-бында оҙатып, ятаҡҡа килгеләп йөрөгән егете лә булманы шикелле, булған хәлдә һис шикһеҙ бер күрмәгәндә икенселәй яҙа ҡарамаҫ, бер һиҙмәгән осраҡта икенселәй тойомлар инек. Абайлар инек тә, ятаҡтағы көнсөл-ғашиҡтарҙы йыйып-туплап, ят, һөйкөмһөҙ әҙәмде тотоп-ҡамап алып, башҡа беҙҙең тарафҡа килеп юлыҡмаҫлыҡ итеп һуҡҡылап-бәргесләп, һыу эскеһеҙ торошҡа килтереп ҡайтарыр инек. Алтын тәхеткә төшмәҫ өсөн мәңгелеккә менеп ҡунаҡлаған аҡһөйәк батшабикәләй ғорур, текә, тәкәббер, аҙаҡҡаса эргәһенә яҡынлап яғыла алмаҫлыҡ мәғрур ҡалды, өшәндергес һалҡынлыҡ бөрккән боҙ ҡаялай, океанда яңғыҙы йөҙгән, юлында осраған караптарға хәүеф янаған айсберг тауылай, башҡалар менән ихласлап һөйләшмәй-аралашмай япа-яңғыҙы көн итте Зәйнәб-Зоябыҙ. Йылыға йылан да эйәләй, тигәндәй ир-егеткә ҡатын-ҡыҙ яғынан иң әүәл йылы ҡараш, яғымлы мөнәсәбәт, иғтибар, көслө затҡа тәғәйен ихтирам етмәй йыш ҡына, бәлки шуғалыр ҙа улар ширҡаңдаҡ, елғыуар ҡыҙҙар менән ваҡытлыса мауығалар ҙа, мәле етһә, һауалағы торнаға ымһынғансы, ҡулыңдағы сәпсекте ысҡындырмауың күпкә хәйерлерәк, тип тормош көтәрлек, эшлекле, яғымлы, һөйкөмлө, әҙәпле, урта сибәрҙән күпкә түбән, ҡайтыш ҡәҙимгеләргә өйләнә лә ҡуялар, өйләнәләр һәм бәхетле йәшәйҙәр, ә сибәрлекте, билдәле, баҙарға сығарып һатып булмай, ул бөгөн бар, иртәгә – юҡ. Был аҡыл бик һуңлап килә шул ир-егеттең башына, йәш, дәртле, дыуамал саҡтарында хас та тәтәйгә ҡыҙыҡҡан ҡулсыр, мыжыҡ малайҙай ҡыланалар, уларға мәлендә, минутында һорағанын, ынтылғанын, ымһынғанын тоттор. Йәш саҡта ҡыҙ-ҡырҡын – күҙҙе ҡыҙҙырған болон сәскәһе, ә егет -елән сәскәнән сәскәгә ҡунған һайлансыҡ бал ҡорто. Бына ошондайыраҡ сағыштырыу.

    Зәйнәб мине күҙгә элмәне, тиһәм дә бер осор, бер аҙ араларыбыҙ яҡынайып алды алыуға. Ул ваҡиға былайыраҡ булды. Мин күрмәлекле булыу өҫтәүенә буш ваҡытта мәғәнәһеҙ мәжлес таҡмағынан ары китмәгән, ялҡытҡыс мөнәжәтте, эсте бошорғос бәйетте хәтерләткән шиғырҙар әүәләп, шул сыймаҡлағанымдан оло кинәнес ала, сикһеҙ гүзәллек таба торғайным. Хатта һоҡланғыс юғарылыҡ, айырым иғтибар талап иткән ижадым шул кимәлгә барып етте, ҡалала сыҡҡан “Сибайский рабочий” редакцияһына алып барған ус аяһылай ғына, тапалған, теңкәгә тейеп бөткән юлдар менән яҙылған “Любовь огромная страна” тип аталған шиғыр йоратым көтмәгәндә-уйламағанда гәзит битендә баҫылып сыҡҡас оторо ярһып, үрәпсеп, дәртләнеп киттем, үҙемде бөйөк Пушкин уҡ булмаһа ла  йәшләй дуэлдә үлеп ҡалған Лермонтов-мәрхүм кимәлендәге шағир итеп тойҙом. Һөйөү лирикаһына һалып ҡабатланмаҫ бөйөк ода яҙырлыҡ мөхәббәт объектын йыраҡтан эҙләйһе түгел, онға яңылыш төшкән тараҡандай лыс буяҡ булып эргәлә генә йөрөп ята. Төн йоҡоларымды ҡалдырып Зәйнәбкә бағышланған, йәнде иңрәтерлек, зар илатырлыҡ шиғырҙарым ярты дәфтәр самаһы булып киткәс, сыҙаманым, бер көн тегене күгәргән еҫ аңҡыған, ярым ҡараңғы ятаҡ коридорында туҡтатырға батырсылыҡ иттем:

- Зәйнәб, теге, ней, һаумы!

    Ҡыҙ үпкәләгәндәй итеп таһырайҙы:

- Зәйнәб түгел мин, Зоя, Зоя, аңланығыҙмы?!

- Ғәфү итегеҙ, яңылыштым, Зоя, хәйерле көн!

- Тогда привет! – Ошоғаса баш ҡағып сәләмләшеүҙе иҫәпкә алмағанда, һис ҡасан аралашмай, һүҙ ҡушышмай йөрөп тә кинәт, көтмәгәндә өндәшеүемә ғәжәпләнгән Зоя урынында шып туҡтаны ла күкле-йәшелле, ҡыҙыллы-ҡаралы буяҡтар быуаһына батҡан күҙҙәрен хәтәр секрәйтеп төбәлде. – Если я не ошибаюсь, әгәр яңылышмаһам, һеҙҙең исемегеҙ Хәйҙәр шикелле, ә үҙегеҙ фельдшерҙар төркөмөнән, Урман Йылайырынан, шулаймы?

   “Әһә, - тип ҡыуанып фекер йөрөттөм эстән, - мине белмәмеш-күрмәмешкә һалышһаң да ҡайһы райондан икәнлегемде беләһең, тимәк, ҡыҙҙар иғтибарынан мәхрүм түгелмен, быныһы яҡшы...”

- Яңылышманығыҙ, тап шунан. – Иркен итеп йылмайып ебәрҙем.

- Ә һеҙ ниңә май ҡояшылай балҡыйһығыҙ? – Һантыйҙай рәхәтләнеп ауыҙ йырыуым Зояға оҡшаманы.

- Тышта көн һәйбәт, шуға шатланам.

- Таптығыҙ сәбәп. – Ҡыҙ ҡыйғас ҡаштарын төйөрҙө. - Слушаю, вас внимательно, Хәйҙәр.

- Ништәп йөрөп ятаһың әле у? – Бер ҡатлы ауыл кешеһенә хас мәғәнәһеҙ һорауымды бирҙем.

- Как видишь, яңы ғына ҡала дауаханаһынан практиканан ҡайттым да коридорҙан китеп барам. Ары нимә эшләйһең, тип тә ҡыҙыҡһынырһың, бәлки?

- Мужыт әйтерһең, әгәр теләгең буһа...

- Хәҙер йыйылып киткән керҙәремде йыуып алырға йыйынам, - бөҙрә сәсле йомро башын һыпырҙы, - шунан парикмахер салонына барам, ары ҡала мунсаһындағы саунаға, ауылдан күп итеп аҡса ебәрҙеләр, уны нисек тә, тиҙ арала юҡ итергә кәрәк бит, иртәгә, ял көнө ҡала магазиндарын, косметика киоскыларын ҡыҙырырға ла иҫәп бар. – Маҡтанырға-маһайырға теләгәндәй көтмәгәндә асылып китте. -  Минең атай-әсәй ҡайҙа эшләйҙәр, беләһеңме?

- Әйт һуң.

- Атайым баш лесничий, әсәйем шул лесничествола бухгалтер.

    “Бына ҡайҙан килә икән аҡса, тимәк тотош Бөрйән урманы Зәйнәбтең өҫтөндә, ә мин аҙна һайын вокзалда вагондар бушатып осто-осҡа ялғайым тағы...”

- Ә һинекеләрсе? – тип төпсөндө Зоя.

- Дөрөҫөрәге һинеке, әсәйем – ашнаҡсы.

    “Ҡойто кейемдәрең шул хаҡта һөйләйҙәр!” Зәйнәбтең түбәнһеткән ҡарашынан уның шулай уйлауын һүҙһеҙ ҙә төшөндөм.

    Аҡҡа ҡара сатраш төшкән күлдәгемдең яғаһын төҙәттем, бумазый пинжәгемдең салғыйынан тарттым:

- Ә мин бүлмәлә яңғыҙмын, яҡын-тирәнән килгән егеттәр ҡайтып бөттөләр, шуға ҡамасаулаусы бумағас аулаҡта иркенләп шиғырҙар яҙып сығып киленә.

- Здорово, получается ты – поэт?!

- Пашти. Яңыраҡ ҡына бер тетрәндергес шиғырым ҡала гәзитендә баҫылып сыҡты, әле шуның һүҙҙәренә республикалағы бер билдәле композитор йыр яҙмаҡсы. - Ыҙмамды тағы ла юғарыраҡ күтәрергә теләп һуңғы әйткәндәремде лөғәткә һыймаҫлыҡ итеп арттырып ебәрҙем.

- Бына нисек!

- Композитор менән хеҙмәттәшлек итергә теләмәй баш тарттым әле, нимәгә у, кем етте шуға тағылырға?!

- Бындай мөмкинлек аҙым һайын бирелмәй, ты что! – Зоя ҡулдарын сәпәкәйләне.

  Вайымһыҙ ҡыланып ҡулымды ғына һелтәнем:

- Яҙғаным менән Александра Пахмутова ҡыҙыҡһынмаҫмы, тим дә.

     Бер аҙ һүҙһеҙ торҙоҡ.

- Значит, һин регулярно шиғырҙар яҙаһың? – Зәйнәб-Зоя әңгәмәне терелтте.

- Знашит түгел, тучны.

- Ҡасан яҙаһың инде уларҙы?

- Көндә лә, төндә лә, хатта илһамым бимазалап уятһа таңға ҡарай ҙа. Миңә ашарға бирмә - шиғырҙар, поэмалар, сонеттар яҙырға бир.

- Вот по какой причине ты худой. – Зәйнәб шулай тине лә тәү тапҡыр күргәндәй минең килбәтһеҙ һонтор буйымды, урттары эскә тартылған асҡалаҡ йөҙөмдө, остайыңҡырап күренгән танауымды, ҡурылдайы айырым-асыҡ һыҙатланып беленгән оҙон муйыныма ҡунған, булыр булмаҫ күнәктәй ҙур башымды баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе.

- Ябыҡ булыуым атайым мәрхүмдән килә, шағирлыҡ иһә – әсәйемдән.

- Тимәк это – наследственная болезнь.

- Ауырыу түгел инде у ижад итеү, у – айырым, бик күптәргә бирелмәгән, тәтемәгән һәләт.

- Кемгә бағышлап яҙылған ул шиғырҙарың, если не секрет, кому они предназначены?

- Ятаҡтағы бер ҡыҙға...

- Вообще-то педучилищы общежитиеһы эргәлә генә.

- Ошоғаса у яҡҡа ике аяғымдың береһен баҫҡаным юҡ, у мындағы ята-а-ҡта. – Тулҡынланыуҙан тауышым ҡалтырап сыҡты.

- Моданың ни икәнлеген аңламаған, белмәгән берәй ауыл ҡыҙы менән дружить итәһеңдер, бәлки?

- Итмәйем шу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы...

- Нимәһе ҡыҙғаныс?

- Яңғыҙлыҡ – үҙе үк ҡыҙғаныс.

- Улайтып бер кем менән дә дружить итмәгәс, йөрөгән ҡыҙың булмағас, ҡайһылайтып шиғырҙар яҙылһын?

- Ситтән генә ҡарап, һоҡланып яҙам.

- Кем һуң ул?

- У-у-у... һи-и-ин!.. – Шулай тинем дә бурҙаттай ҡыҙарып киттем. Ошоғаса һөйөү һүҙҙәрен бер кемгә лә әйтмәгәс, еткермәгәс башым әйләнеп китте хатта.

- Ах, вот оно как! – Ҡыҙ-ҡырҡын ҡыҙыҡһыныусанлығы еңгән Зәйнәб-Зоя буялған тырнаҡлы һуҡ бармағын йөрәгем тапҡырына сәнсте. – Вы меня заинтриговали, ну-ка прочти!

- Ни-нимәне уҡырға?

- Мөхәббәт шиғырын.

- Хәҙер үк, шунда уҡ килеп сыҡмаҫ, бәлки, мне надо как-то сосредоточится. - Зәйнәб-Зояға оҡшатып урыҫсалап ебәрҙем. – Мужыт, иртәгә... – Баштағы яндырайлығымдан ҡайтып, шул тороуҙа наҙлы лирикаға һуғарылырға тейеш осрашыуҙы, прозанан торған иртәгәге көнгә күсерергә булып киттем.

- Хәбәр бутҡаһы бешергән мәмәйҙәрҙе, боламыҡтарҙы йәнем һөймәй! – Зәйнәб-Зоя ҡырт боролоп китергә йыйынды.

- Мәмәй түгелмен, туҡта, тор ошонда! – Үҙ сиратымда мин дә ҡәтғилек күрһәтеп бармағымды урын-урыны менән сереп таушалған иҙәнгә сәнстем. - Нишләптер вдруг тамағым кибеп киттесе... Хәҙер! – Шулай тинем дә ишеге асыҡ дөйөм кухняға инеп ҡоштабаҡ ҙурлыҡ сүместе сайпылтаһынан тултырып түңкәрәһенән эсеп ебәргәйнем, урынынан ҡупҡан зиһенем яҡтырғандай, зыр әйләнгән зимогор башым, әйләнеүенән туҡтап сафланғандай итте.

    Сығып ҡыҙҙың алдына баҫтым да ҡул һыртым менән еүеш ирендәремде, тымбаҙаған яҫы маңлайымды ҡул һыртым менән һыпырҙым.

- Йә, тағы ҡайһы ерең кибеп китте?

- Кипкән ерҙәр сиратлап еүешләнделәр, кәжетсә.

- Еүешләнгәс уҡы! - Ҡыҙ ҡабаландырҙы.

- Шиғырға килгәндә ул былайыраҡ яңғырай... Теге, ней, Зәйнәб, һин ҡыйын бумаһа артың менән боролоп баҫ әле...

- Башҡаса ҡабатлатма, Зоя, тинем бит! Ништәп артым менән баҫырға тейешмен әле? Шиғырың миңә бағышланған, тинең дә баһа!

- Һиңә шу...

- Шулай булғас?!

- Барыбер, тартындыра... Миңә йомшаҡ яҫтыҡтай шыма арҡаңа, аҡҡош муйынылай нәфис елкәңә ҡарап һөйләүе күпкә еңелерәк...

- Һинең яратып йөрөгән ҡыҙың бармы ул? – Көтөлмәгән һорау бирелде.

- Бар ҙа...

- Яҡындамы, алыҫтамы?

- Яп-яҡында ғына.

- Сибәрме?

- Ундайҙар хаҡында һыбайлы атынан төшөп, йәйәүле ятып ҡаралыҡ, тиҙәр беҙҙә, тик уны осраҡлы күреп ҡалһам, осратһам тубыҡтар дерелдәй, быуындар тотмай башлайҙар...

- Әгәр теге ҡыҙ һинең эргәңә килеп үҙе ҡосаҡлап алһа?

- У сағында ят та үл, башҡаса юлы юҡ!

- Ярай, аптыраттың тамам, мин артым менән баҫам, ә һин уҡы, юғиһә һинең менән тел сарларға ваҡыт тар!

- Ярай, Хоҙайға тапшырып башлайым. – Шулай тинем дә үпкәмде тултырып һауа һулағайным, һыу тулы ас ҡорһағым хәтәр тауыш сығарып, асыҡ ишеттереп шыуҡылдап ҡуйҙы.

    Бер аҙ тын торғас Пушкинға оҡшатып уң ҡулымды аҡбалсығы ҡойолоп ҡырҙарында ауҙары һалынып күренгән түшәмгә сөйҙөм:

                                                Ал ғына Зәйнәбем,

                                                Гөл генә Зәйнәбем.

                                                Һиңә тигән ал таҫманы,

                                                Һиңә тигән паҙарыҡты,

                                                Суҡ ҡайынға бәйләнем...

- Зәйнәбте Зоя, тип үҙгәртеп булмаймы?

- Ким Әхмәтйәновтың “Әҙәбиәт теория”һына ярашлы шиғыр яҙыуҙың да ғилләһе, үҙенә күрә үҙенсәлектәре бар, ауаздаш һүҙҙәр тап килеп тормаһа рифма, ритм боҙола. Улар боҙолдо ниһә – шиғыр ҡанаты һынған  ҡошҡа тиң.

- Ярай, не спорю. Ошоноң менән бөттөмө?

- Ты што, ишшу бер куплеты бар!

- Һуңғы юлдарыңды тиҙ генә һөйлә лә китә һалам, эштәр күп! – Зәйнәб урынында тапанды.

- Ызнашит былай, мыныһы иң аснаунайы, - шулай тинем дә шул арала кибеп өлгөргән йоҡа ирендәремде яланым, ҡымырйыған тамағымды ҡырҙым:

                                                Ал ғына Зәйнәбем,

                                                Гөл генә Зәйнәбем.

                                                Һинең хаҡта уйлай-уйлай,

                                                Төндө көнгә әйҙәнем.

                                                Төнөм көнгә йүнәлгәйне,

                                                Мөхәббәткә бәйләнде.

                                                Ә үҙем нежданно, ҡапыл,

                                                Хыялыйға әйләндем.

- Бына быныһы миңә оҡшаны, аңлайышлы, конкретно яҙылған! – Зәйнәб ижадыма ыңғай баһа бирҙе. - Ошоға саҡлы бер егет тә миңә бағышлап шиғыр яҙғаны юҡ ине әле, сәскәләр бүләк итеүсе лә табылманы.

- Нәкәнис табылды бит!

- Спасибочки!

- Улай булғас мин беренсе?! – Ир-егет һәр саҡ, ҡайҙа ла беренсе булырға ынтыла, ана шул алдынғылыҡтан бөтмәҫ кинәнес ала.

- Беренсеһең, беренсеһең! – Ҡыҙ ирештергәндәй ҡабатланы.

   Бына Хоҙайҙың амин, тигән сағына юлыҡҡанмын, хәҙер килеп бынау һутлы ирендәрҙе һурып үпкәндә, шунан бүлмәгә индереп, карауатҡа һалып ҡуйып биленән ҡармағанда, ары баш лесничий-ҡайнымдың ярҙамы менән Иҫке Собханғолда ҡарағайҙан өй күтәргәндә... – Хистәргә бирелеп урынымда бәүелеп тора инем Зәйнәб-Зояның ҡырыҫ тауышы ысынбарлыҡҡа алып ҡайтты:     

 - Әйҙә мине киноға саҡыр.

    Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, ишетмәһәң ишет! Албырғаңҡырап һораным:

- Ҡасан?

- Хоть бөгөн, хоть иртәгә, иртәнән һуңға можно, главное – приглашай, не откажусь.

       Тәҡдим ысынлап та көтөлмәгән ине:

- Саҡырам, барайыҡ, тик ҡайҙа?

- Һәр хәлдә ҡала ситендәге ташландыҡ “Ирәндек”кә түгел инде, центрҙағы престижный “Мир”ға.

- Унда индийский кино бара.

- Эйе, “Дорога к счастью” тип атала.

- Улайһа мин билеттар артынан остом?

- Бар, әлегә мин әҙерләнә торормон, тик бер шартым бар?

- Ништәп берәү генә у, өс шартыңды һә, тигәнсе үтәргә әҙермен!

- Берәүһе лә достаточно.

- Әйтегеҙ генә!

- Кинотеатрҙан билеттар алып ҡайт та мине киноға бүлмәбеҙгә инеп саҡыр, чтоб некоторые Зояға ҡарамайҙар, уның егете юҡ, тип тел сарламаһындар.

     Һәм шулай эшләнем дә, әммә бүлмәләге башҡа ҡыҙҙарҙың күҙҙәре шаҡмаҡланғандармылыр – юҡмылыр, абайлап торманым, ике күҙем йыйынып-яһанып бөткән Зәйнәбтә ине. Ә ул ғәҙәттәгенә ҡарағанда ла нығыраҡ биҙәнеп ташлаған, иғтибарлаңҡырап ҡарамаһаң уны кем менәндер бутауың бик тә  ихтимал. Бутаһаң, әйләндереп һалһаң илау тауышын сығарған Барби ҡурсағы менән бутарға мөмкин.

  Сәхнәлә сығыш яһарға йыйынған актерҙай кәүҙәмде тура тотоп ҡыҙҙың ҡаршыһына барып баҫтым:

- Зәйнәб...һылыу...

- Зоя!..

- Эйе, Зоя, һеҙҙе “Мир” кинотеатрында барған индийский киноға саҡырырға рөхсәт итегеҙ! – Ҡиммәтле байлыҡтай күреп билеттарҙы алға һондом.

    Ҡыҙ теге Барбиҙыҡына оҡшаған ҡыуаныслы ауаз сығарҙы ла ҡояштай балҡыған йөҙөн кинәт етдиләндерҙе:

- Минең хаҡта поэма яҙған егеткә баш тартып буламы инде ул!

   Был һүҙҙәр ысынлап та бүлмәләгеләрҙең һушын алдылар шикелле, тегеләр асҡан ауыҙҙарын да йоморға онотоп ултыралар.

   Өтәләнеп ҡыҙға кейенергә ярҙам иттем, алдан төшөп, бөгөлөп-һығылып ишекте астым. Шулай бик тә дәрәжәле, кәттә ҡыланып тышҡа сыҡтыҡ, Зәйнәб мине ҡултыҡлап алды, үҙе мулланан ижаб уҡытып барған хәләл бисәмдәй бер аҙ һыйыныңҡырап атлай, ысынлап та беҙ икәүләп, әле ҡарап өлгөрмәгән “бәхет юл”ынан китеп барабыҙ төҫлө. Башыбыҙ осонда болоттарҙан азат төпһөҙ зәңгәр күк йөҙө, байып барған ҡояш тирә-йүнде ҡыҙғылт нурҙарға ҡойондора, төпһөҙ бейеклектән өҫтөбөҙгә ынйы ҡарҙар һибәләй, рәхәт, күңелле. Ҡышҡы саф һауаны баштан-аяҡ ҡойонған “Шипр” одеколоным тынсыуландыра, боҙа бер аҙ, әммә сыҙарлыҡ. Зәйнәбем нисектер, ә мин ҡала үҙәгенә урынлашҡан кинотеатрға барып еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Фырт, зыялы кавалерҙарса нәзәкәтле ҡыланып, универмагтағы сәскәләр һатыу салонына боролоп, һуңғы тиндәремде сығарып өс бөртөк ҡәнәфи алып Зояға тотторҙом. Һатыусы ҡыҙҙың баҡыр тиндәремде оҙон-оҙаҡ хисаплауын оҡшатмай танауым аҫтынан мығырҙаным: “Сдачи не надо!” Кинотеарҙағы тамашасылар залына инеп урынлашыуыбыҙ булды, шуны ғына көткәндәй стенаға беркетелгән лампалар әкренләп һүнеп тирә-йүн ҡараңғыланды. Кино башланды. Уңға-һулға ҡарашымды аттым. Зал шығрым тулы. Башлыса ҡатын-ҡыҙҙар. Ул саҡта бар халыҡ иҫе китеп шул һинд киноларын ҡарай ине бит, кинола күргәндәрен көндәлек тормошта ҡабатларға тырышалар, көйләһәләр иһә шул ят көйҙө көйләп йөрөйҙәр, яңы йылдағы маскарадтарҙа ла сари күлдәген кейеп алып яланғас билдәрен уңлы-һуллы болғаңлатҡан ҡыҙҙарҙан быуа быуырлыҡ. Сеанс башланып та өлгөрмәне кинолағы төп ролдә уйнаған ҡыҙға баш юғалтырлыҡ дәрәжәлә ғашиҡ булдым да ҡуйҙым, вәт, аяҡ аҫтында ятҡан бәлә, төп егет-герой урынына үҙемде ҡуйып йырлап та ебәрәм, ғашиҡ булам, көрәшәм, еңеләм, еңәм, ғазапланам, бер һүҙ менән әйткәндә ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнайым. Кинолағы ҡырҡыу бер мәлдә, Зәйнәб-Барби “ах” итеп, сеңләү тауышы сығарып беләгемә сат йәбешкәйне, уны тупаҫыраҡ итеп бер яҡ ситкә эттем, йәнәһе, бәйләнмә әле, һинең ҡайғың төштән һуң, бөтә иғтибарым экранда, бар хистәрем, күңел наҙым шунда йүнәлтелгән. Бына ниһайәт кинола күрһәтелән бәхет юлы, бәхетле тамамланды. Ҡайтырға сыҡтыҡ. Беҙҙең ауылда ир-ат урамда саҡта ҡатындарын ике-өс аҙым артҡа ҡалдырыңҡырап атлай, шулай тейеш, шулай өйрәнгәндәр.

  Мин дә яҡынларға самалаған ҡыҙҙы ташлап алдан төштөм. Башымда бер генә уй - иртәгә был киноны ҡабаттан барып ҡарарға кәрәк, кем менәндер түгел, мөхәббәт тулҡынында кинәнеп йөҙөп бер үҙем рәхәтләнергә тейешмен. Шунан таҡыр кеҫәмә утыҙ һум степендия төшһә тағы ла барырмын, тағы. Һөйөү һыуын һемереп һыуһыным ҡанғансы.

    Шулай үсеккән кешеләрҙәй эйәртенешеп ҡайтып еттек. Ҡала үҙәгенән “беренсе участок” биҫтәһенә сығып тимер юлды аша үткәнсе апаруҡ ҡына ваҡыт. Зәйнәб ҡараңғы юҡта нисек тә минән ҡалмаҫҡа тырыша, ә мин бәйләнсектән нисек тә булһа ҡотолорға теләп аҙымдарымды ҡыҙыулатам. Ҡыҙ нисектер, әммә минең арҡаға тир бәреп сыҡты. Коридорға ингәс һаубуллашыуҙы ла кәрәк һанамай бүлмәмдең ишеген Зәйнәбтең танауының осонда шартлатҡансы яптым.

    Иртәгеһен иһә, Зәйнәб түшәмгә текәлеп, текә баҫып эргәмдән үтеп китте, һаулыҡ та һорашманы. Минең хыялый аңымды һаман булһа ла теге һинд ҡыҙы томалағанлыҡтан Зәйнәбтең үсегеүенә иҫем дә китмәне. Иртәгеһен дә шул уҡ хәл ҡабатланды, иртәнән һуңға ла.

     Араларыбыҙ тамам боҙолғас Зәйнәбкә бағышланған шаҡмаҡ дәфтәрҙең иң һуңғы битенә былай тип яҙып ҡуйҙым:

                                                   Ал ғына, Зәйнәбем,

                                                   Гөл генә Зәйнәбем.

                                                   Һине йүнле ҡыҙға шутлап,

                                                   Зерә, юҡҡа, бәйләндем!

    Шуның менән, башланыу ғына түгел, моронларға ла өлгөрмәгән мөхәббәт тарихым тамамланды. Вәссәләм!  

     Уҡыуҙы тамамлағас, беҙ, махсус урта белемле йәш белгестәр  Башҡортостан райондарындағы бихисап дауаханаларға таралып юҡҡа сыҡтыҡ. Апаруҡ йылдар үткәс бер нисәүһен осраттым осратыуға. Мәрхәмәтһеҙ йылдар шауҡымы, тормош ыҙалары ни ҡуйһын, олоғайғандар, танымаҫлыҡ булып үҙгәргәндәр, бирешкәндәр ине һабаҡташтарым.

      Яңыраҡ Зәйнәб-Зояның исем-фамилияһын көтмәгәндә теш поликлиникаһының ҡабул итеүсе табиптар исемлегендә уҡып тертләп киттем. Әүәлге, ҡыҙ фамилияһында ҡалғайны ул, әллә һаман да тормошта түгел, әллә инде икенсе сәбәп, яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигәндәре шулдыр. Зәйнәб, тигәс, теге һылыу ҡыҙҙы, уға ғашиҡ булып йөрөгән мәлдәрҙе, коридорҙа һөйләшеп тороуыбыҙҙы, ҡултыҡлашып киноға барыуыбыҙҙы, эйәртенешеп ҡайтып килеүебеҙҙе бөгөнгөләй күҙ алдыма баҫтырҙым, һағынып, яманһыулап иҫкә төшөрҙөм. Ниндәй генә хәлдә лә йәшлеккә бер ҡайтып әйләнге килә бит инде ул, шуға фәҡәт уға ғына тип, кисекмәҫтән ҡабул итеүгә яҙылдым. Осрашыу урыны ла ҡулай түгел, ни хәл итмәк, бары менән байрам.

      Оҙон сиратты сабыр үткәреп инеүемә стоматология аппаратының янындағы креслола эркет гөбөһөләй рәбәғәтһеҙ, һалпыш, йәйенке кәүҙәле тәбәнәк буйлы ҡатын ултыра ине. Ерән буяу яғылған йоҡа, һирәк сәстәренең араһынан һыҙатланып аҡһыл сал, ялтыр ҡойҡа күренә, бешеүҙән үткән грушаны хәтерләткән һалынҡы биттәре селлә ипкенендә һөйәк төшөнә кибеп йәбешкән өрөк емешеләй һанһыҙ һырҙар менән сыймаҡланған, йыйырсыҡлы, иттәре ҡасҡан сырыш муйын тиреләре эсендәге бойҙайы яртылаш бушаған ямаулы киндер тоҡтай һалынып күренәләр. Әүәлге ҡарлуғас ҡанатылай һыҙылған ҡыйғас ҡаштары пеләшкә ҡалып бөтөнләй ҡойолоп бөткәнгәмелер, урынына яҫы һәм килешһеҙ итеп йөҙөнә тап килмәгән ҡара һоронан яһалма ҡаш әтмәләгәндәр. Улар күрмәлекһеҙ сырайҙы йәмләмәй, киреһенсә былай ҙа ҡурҡыныс йөҙҙө өркөткөс-һипһендергес итеп күрһәтәләр. Ҡалын һөйәк тирәсле күҙлек эсендәге тоҙ күҙҙәр төҫһөҙ көлгә күмелгән, былт-былт итеп бына-бына юҡҡа сығырға әҙер күмерҙәй һүрәнке йызылдайҙар, шуға улар тереме, әллә туҙан баҫҡан быяла ярсығынан ҡоршалғандармы тип уйларға, шиккә ҡалдырырға мөмкин. Зиһенемде көсәндереп алдымдағы ҡатынға тағы ла бер тапҡыр һирпелдем; яңылышмағанмын, тап үҙе, тик уны яҙмыш елдәре һуҡҡылап-ҡаҡҡылап танымаҫлыҡ кимәлдә ҡартайтҡайны, бәлйерәткәйне. Кеше иң элек сит-яттарҙы күҙәтергә, һүрәтләргә, баһа бирергә әүәҫ, ә үҙенең тышҡы ҡиәфәтенең башҡаларға нисегерәк йоғонто яһауы хаҡында уйлап та ҡарамай. Әле лә Зәйнәб-Зояның бит-йөҙөнә, буй-һын торошона тейеш тапҡыр баһамды бирҙем: “Ҡош-ҡортто һипһендерер баҡса ҡарасҡыһы!” Оҙаҡ бызмырҙаны табип, хәрәкәттәре үтә яй, килбәтһеҙ, ауыҙымды өңрәйтеп оҙон-оҙаҡҡа астыра ла ниҙер хәтерләп, мәрткә киткәндәй онотолоп ултыра. “Күптән пенсияға сыҡҡандыр, әммә яңғыҙлығынан ҡасып эшкә йөрөүелер, ә ҡартлыҡ яңғыҙлығынан ҡасып ҡына ҡотолоп булһа ҡана ла һуң, ул һәр кемдең маңлайына яҙылған тәҡдире, кисектереп булмай торған яҙмыш кисереше... Шулай тип уйлап ҡуйҙым.

 “Дауаларлыҡтарын ҡараштырҙым, яһалма тештәргә билдәле булыуынса дауа кәрәкмәй!” Ҡабул итеүен шундай һығымта менән тамамланы Зәйнәб-Зоя.  Сығырға йыйынып ишек тотҡаһына үрелдем дә һуңғы сиктә үҙемде танытырға теләнем:

- Ғәфү итегеҙ, берүк...

- Һеҙгә тағы ла нимә кәрәк, мине башҡаса борсомағыҙ, тешһеҙҙәр поликлинакаға йөрөмәйҙәр!

- Килмәм, башҡаса килмәм, тик бер һүҙ генә әйтмәксе инем...

- Ниндәй урынһыҙ һүҙ ул тағы, тиҙерәк, мине башҡа пациенттар көтә!

- Әйтерем шул, хәтерегеҙҙәме ҡаланың беренсе участкаһындағы медицина училищыһы? Беренсе бүлмә... шунан беҙ, егеттәр йәшәгән өсөнсө бүлмә...

- Беренсе бүлмә тинегеҙме? – Һорау ҡабатланды.

- Эйе беренсе ятаҡтың беренсе бүлмәһе.

- Беренсе бүлмәлә йәшәнем, беренсе партала ултырҙым, гел алда, алдынғы булырға тырыштым, тик нишләптер күрмәнеләр, иғтибар итмәнеләр. Хәҙер бына, бер үҙеммен...

- Өс йылдан ашыу бергә уҡыныҡ...

 Томан, нәҫ баҫҡан быяла күҙҙәргә бер аҙ ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сатҡылары ҡунғандай итте, әруахтарға тартым йөҙҙө бөтөнләйгә ташлап сығып ҡасырға ынтылған, йыйынған, ыҙғырыҡта күшеккән, әрпеш турғайҙың һалпыш ҡанатылай яһалма ҡаштар юғарыға сөйөлдөләр.

   Зәйнәб-Зояның һуңғы яуабы мине һеңгәҙәтеп кенә ҡалманы, бөтөнләй тәгәрәтә һуҡты:

- Уҡыу йылдары бөтөнләй иҫтә ҡалмаған... Бигерәк йәш инек шул, ул саҡтағы ныҡ өлкән уҡытыусыларҙың бөтәһен хәтерләп бөтөү ҡайҙа, һеҙ беҙҙе ҡайһы фәндән уҡыттығыҙ ул?

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас