Әҙәби мѳхит
9 Июнь 2025, 05:55

Өс тарих. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Хәйҙәр Тапаҡов

Хәҙер һәр кем тимер ишектәре артына бикләнде, сыҡмаҫ өсөн бикләнде, тәҙрәләренә ҡоростан рәшәткә ҡаҙаҡланы. Байығандарҙыр күрәһең, яттар күҙенән һаҡлар, йәшереп тотор нимәләре барҙыр. Ә әҙәм балаһының байыған һайын күңеле ярлылана,  булмышы һыуы ҡасҡан инештәй ҡорғаҡһый, тормош ярҙары сикләнә һәм бикләнә бара, булмағанды булдырғыһы, үҙе ише байлыҡ йыйғандарҙан көнләшеп юҡты бар иткеһе килә. Байлыҡ бер айлыҡ, тиҙәр бит, ул теләһә ниндәй мәлдә бер килеп устан шыуған ҡом ише ишелеп юҡҡа сығыуы бик тә ихтимал, әҙәм балаһы ғүмер буйы урау юлдар менән, төрлө сәбәптәр ҡылып йыйғанын, тыҡшырғанын, өйгәнен үҙе менән мәңгелеккә алып китә алмай, был ябай аксиома, йәғни иҫбатлау талап итмәгән хаҡиҡәт. Аяғыбыҙ аҫтында беҙ баҫып торған, беҙҙе йылытҡан, көс биргән, ашатҡан, һаҡлаған һәм ҡурсалаған ер, башыбыҙ осонда иһә ҡояш менән нағышланған зәңгәр келәмдәр ҙә бар бит әле. Шуларҙы күреү һәм тойоу үҙе үк бәхет түгелме ни?! Самаһыҙ ҡомһоҙланыуыңды, нәфсеңде ситкә ҡуйып, бер аҙға ғына туҡталып, ошолар хаҡында уйлап ҡараһаңсы Кеше?!  

Өс тарих. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан.  Хәйҙәр ТапаҡовӨс тарих. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан.  Хәйҙәр Тапаҡов
Өс тарих. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Хәйҙәр Тапаҡов

                                                                                                  Лимон

 

Ошо йыйнаҡ ҡына уймаҡ хикәйәмдә үҙем белгән һәм күргән, үҙем кисергән өс тарих хаҡында теҙеп яҙырға  булдым, сөнки уларҙың барыһы ла үткән быуаттың алтмышынсы, һикһәненсе йылдарындағы юҡлыҡ осорона барып олғаша. Юҡлыҡ, тинем, әммә яланғас хәйерселектә, йотлоҡҡа еткән аслыҡта көн иттек тип раҫларға йыйынмайым, телем дә әйләнмәй, ул йылдарҙа бар өлкәләргә тиерлек ҡағылған наҡыҫлыҡ ни тиклем генә күҙгә бәрелеп барһа ла икмәкле тамағыбыҙ туҡ, йырлы-моңло күңелебеҙ көр, тәрбиәле йәнебеҙ бөтөн булды,  бер килеп муллыҡта, байманлыҡта маҙырап көн итеребеҙгә өмөтләнеп сәмләнеп, тырышып ал-ял белмәй эшләнек, тыуыр таңдарҙың тыныс, бәлә-ҡазаһыҙ атырҙарына инандыҡ, һәм улар шулай аттылар ҙа. Көнөбөҙ һәр саҡ сәсеү, урып-йыуыу, төҙөү, яңыртыу хаҡындағы яңылыҡтарҙан, һөйөнөслө хәбәрҙәрҙән башланды. Билдәле, яҡшылыҡ үҙенә эйәртеп матурлыҡ, яҡтылыҡ, сафлыҡ алып килә, ә янғындан һуң көл-күмер, ыҫ еҫе генә ҡала. Үрт хаҡындағы хәбәрем, әле беҙ йәшәп ятҡан хафалы, борсоулы, ҡәһәрле көндәргә ауаздаш. Ҡала мәктәптәренең береһенә осрашыу мәлендә уҡыусы егет аяғүрә баҫып минән һораны: “Бөгөн барған бәрелештәргә ҡарашығыҙ нисек?” “Һеҙ әйткән бәрелеште мин яҡшы менән ямандың, игелек менән гөнаһтың, иман менән иблеслектең, аҡ менән ҡараның алышы, тип атар инем. Әкиәттә генә түгел, тормошта ла  һәр саҡ хаҡиҡәт һәм дөрөҫлөк еңә, еңергә тейеш, әйҙә шулай булырына ышанайыҡ һәм өмөт итәйек!”

  Шулай итеп һатыу кәштәләре сағыштырмаса таҡыр, алыш-биреш, сауҙа дефицит менән сикләнгән заман. Шуныһы ғәжәп, һәр кем аҡсалы ла һымаҡ, әммә бер ҡайҙан да йәнең теләгәнде, күңелеңә ятҡанды табырмын, һатып алырмын тимә. Аҙыҡ-түлек кибетендә күнеп, күнегеп бөтөлгән ваҡ-төйәк, көндәлек кәрәк-ярыҡ, атап теҙгәндә, ағас мискәле көнбағыш майы, камауай шәкәр, грузин таҡта сәйе, кәнсирле павидло, кәнсирле хәлеүә, ойошоп уҡмашҡан манпасый, ҡатҡан прәник, ҡалын, ҡырҡлы таҡтаға оҡшатып туңдырылған минтай балыҡтары, ҡаплы, бик тә мал-тыуар тоҙһорап китһә ат башылай ата тоҙ, маршанский махоркаһы, “Север”, “Прибой” папиростары, табын йыям тиһәң сургуч бөкөлө, тимер тутын йыуып төшөргәндән һуң көрән төҫ алған болғансыҡ һыуҙы хәтерләткән вермут шарабы, шырпы, тимер мискәле кәрәсин, йәғни шәм майы, промтауарҙа иһә көпөгә оҡшаш фуфайкалар, һырылған салбарҙар, сүсинкә быймалар, кирза, резинанан ҡойолған итектәр, әлүмин көрөшкә, сеүәтә-ҡалаҡ, яһалма йөн йәбештерелгән, ҡалған өлөшө бумазыйҙан хасил ҡолаҡсын кәпәстәр, быймаларға кейҙермәле йоҡа, шунан әбейҙәр ҡунаҡҡа кейеп йөрөмәле йылтыр тышлы сөм галоштар, төрлө ҙурлыҡтағы салғылар, һәнәк баштары, яныуыстар, балта-сүкештәр, иҙәнгә һөйрәлеп торған ҡатын-ҡыҙҙарҙың эске күлдәктәре, солоҡтай йыуан бисәләргә тәғәйен иркен билле, мул итәкле буҙ төҫтәге, Эстәрле теген фабрикаһы теккән күрмәлекһеҙ халаттар һатылды. Һайланаһы, наҙланаһы түгел, булғанына шөкөр итә белеү ҙә аҡыл, ошоларына ла бик тә риза ине ауыл халҡы. Хәҙер күгәрсен һөтөнән башҡаһы һатылған супермаркеттарға инһәм ҡарашым менән камауай шәкәр, таҡта сәй эҙләргә керешеп китәм дә эҙләгәндәрем күҙгә салынмаһа, егерме беренсе быуатта, юғары тиҙлектәр осоронда йәшәйбеҙ имеш, ошоларҙы етештерергә лә ҡулдарынан килмәй быларҙың, тип йәнем көйә. Бала саҡ аҙығы шул тиклем дә танһыҡ бит инде ул, шул йоҙроҡтай камауайҙы салғы бысаҡ, сүкеш ярҙамында ваҡ киҫәктәргә ватып, бармаҡ башылай таҡта сәйҙе ҡырҡ ҡоршау сәйнүккә һалып быҡтырып, тирләп-бешеп, теге шәкәр валсығып керт иттереп тешләп, оҙон тартып һөрпөлдәтеп сәй эске килеп китә ҡайһы саҡ, тик ул илаһи уйым тормошҡа ашмаҫ хыялда ғына.

       Көнъяҡ еләк-емештәренән һығылған кәштәләргә ҡарайым да иҫем китә, быныса ожмах һыйы әүәле ҡайҙа булған, кем йәшереп, боҫормалап тотҡан икән, тим?!

    Ауыл Советы башҡарма комитеты председателе итеп һайланғас район етәкселеге беҙҙе үҙҙәренең номенклатураһына хисаплап ҡулдарыбыҙға ҡатҡан шоколад, сөрөшкән өс бөртөк алма, кибеп ҡатҡан лимон һалынған кулёк тотторған булдылар. Шул төргәкте оло байлыҡтай күреп алып ҡайтып әсәйемдең алдына һалғайным, ул ризаһыҙ ҡарап йөҙөн йыйырҙы: “Атайың мәрхүм калхузда, шунан силсәүиттә рәйес сағында һис ҡасан улай итмәне, ә һин эшкә төшөп тә өлгөрмәгәнһең, халыҡтың ауыҙына эләкмәгәнде өйгә ташый башланың инде, хәйерлегә булһын!”

    Лимонды, әгәр хәтерем яңылышмаһа бишенсе класта уҡып йөрөгәндә тәүге тапҡыр күрҙем һәм ауыҙ иттем шикелле. Яҡтылыҡтан күҙҙәр сағылған салт аяҙ көн, иҫкесә март башы, ҡыйыҡтан йырлап тамсылар тама, турғайҙар ҡыуанышып сырҡылдаша, танауҙы иреү тупраҡ еҫе ҡытыҡлай ине. Ошо сағыу көн яҡтылығы, күңелде иңрәткән юғалтыуы менән хәтеремдә уйылып ҡалған.

   Тау һарҡыуына ҡарай аҫҡы яҡ күршебеҙҙә Зәкирйән менән Зәлифә Теүәлбаевтарҙың йорто. Теүәл ғаиләләрендә ике ҡыҙ, ике малай үҫте, ағайҙың оло йәштәге әсәһе йәшәне.  Тәбәнәк буйлы, йоҡа кәүҙәле, етеҙ хәрәкәтле, мөләйем йөҙлө ине Зәкирйән ағай, мин иҫ белгәндә участка дауаханаһында бухгалтер вазифаһында эшләне. Әбей-һәбейҙың сала-сарпы һөйләүҙәренә ҡарағанда ул һуғышта ҡатнашып, Пүлша иленең Варшау ҡалаһындағы ҡуңыслагерҙа өс йылдан артыҡ әсирлектә лә интеккән икән. Ул Майданек тип аталған концлагерҙа ҡылынған йыртҡыслыҡтарҙы, вәхшилектәрҙе, аслыҡтан ҡырылған, крематорий мейестәрендә яндырылған йөҙәр меңләгән тотҡондар хаҡында бик һуңлап ҡына, өлкән класта уҡығанда тарих китабын аҡтарып белдем. Уны кем күреп тороп раҫлағандыр, иҫбат иткәндер, бер Хоҙай ғына белә, әммә бәғзеләр тарафынан һатлыҡ йән, ҡурҡаҡ иҫәпләнгән Зәкирйән ағай Еңеү көнөндә, башҡа ветерандар ише өй беренсә эйәртенешеп, ирәйеп йөрөп ҡунаҡ булмай гел өйөнә бикләнә торғайны. Еңеү көнө – уның өсөн ғазап көнө лә ине шикелле, шул тантана яҡынлаһа йөҙө тартылып, күҙҙәре күгелйемләнгән соҡорҙарына батып китә, өндәшмәй-һөйләшмәй эсенә йомола, былай ҙа ҡураныс кәүҙәһе күләгәләй ҡымғырлаған ҡарасҡыға оҡшап ҡала. Ҡайҙа ла, теләһә ниндәй шарттарҙа ла кеше кеше булып ҡалырға тейеш, күршебеҙ ҙә мәрхәмәттән, имандан, әҙәм сифаттарынан яҙмағайны, ипле һүҙле, йыуаш фиғелле булды, ауылдаштарға ғына түгел, баҡҡан ҡош-ҡортона ла һис ҡасан ҡатырғанманы, бер һүҙ менән әйткәндә ҡырағаһыҙ, мәрхәмәтле, игелекле кешелекле ине.

   Иртә таң менән һыйыр-һарыҡтарына бесән таратырға тип ялан кәртәһенең башына менеп ярпайып баҫа. Уның тотош ишек алдын яңғыратып,үҙ алдына һөйләнеүенә өйрәнеп бөткәнмен. Бына әле лә кәртәнән асылған малдары менән көңгөр ҡаңғыр итергә керешеп китте:

- Сибәркәй, ниңә улай мөштәйеп ҡалғанһың әле? Хәҙер Зәлифә быҙауыңды алып сығып ҡушыр, һин уны рәхәтләнеп еҫкәрһең, яларһың. – Һарыҡ-кәзәләренә лә сират етә. – Ағуна, Ҡупшы, туймаҫтай булып, харамлашып Сибәркәйҙең алдындағын йыпыраһығыҙ, һеҙгә үҙ өлөшөгөҙ ҙә еткән! – Көнбайыш яҡҡа ҡарашын ата. – Тегендә саҡта, беләһегеҙме нимә хаҡында хыялландым мин?! Имен-аман ҡайтырға һәм Ситлек сабынлығында ҡолас киреп бесән сабырға. Бер яҡтан хыялым тормошҡа ашты һымаҡ, икенсе яҡтан ҡайттым да  маңлайыма “сит кеше” мөһөрө баҫылып тормош ситлегенә бикләндем, бер кемдең дә миндә эше лә, кәрәгем дә, хәжәтем дә юҡ. Ят әҙәм булыу ҡурҡыныс ул, ай, ҡайһылай ҡурҡыныс: кәүҙәң дә урыныңда, һин бар һымаҡһың, әммә һине терәлеп тә күрмәйҙәр, үтә, аша ҡарайҙар,  әйтерһең дә иртәнге шыйыҡ томанмын, дерелдәк һауа – һағымымын. – Ҡабаттан малдарына өндәшә. -  Ярай әле, яуап ҡайтара алмаһағыҙ ҙа һөйләшергә, серемде сисергә, эсемде бушатырға һеҙ барһығыҙ. Шунан Зәлифәм. Әсирлектән ҡайтҡас та яңғыҙым ун биш йыл ҡаңғырҙым бит инде, ә ул мине аңланы, ышанды, ярай әле ҡатыным бар, ярай әле балаларым янымда. – Иғтибар минең яҡҡа йүнәлтелә, ул беҙҙең яҡҡа ҡайырыла:

- Бәләкәй хужа, хәйерле иртә!

- Мин бәләкәй хужа түгел, дауны малайлыҡтан үтелгән!

- Ул сағында ир ҡорона ингән дастоин хужаның хәлдәре нисегерәк?

- Арыу әле, - тигән булам дәрәжәмде һаҡлап. – Ни саҡлы ғына тартһам да бесән самалы ҡалып бара, мал ҡараға баҫҡансы әллә етә, әллә юҡ.

- Юҡ менән башыңды ҡатырма, беҙҙә бар бит, алырһың. Күпме кәрәк?

- Бер ат йөгө.

- Уға ғына ҡалған көндө, ҡутараһынан тейәп бирермен.

- Йөгө ни хаҡ?

- Ваҡланмайыҡ, беҙ бит ут күршеләр.

- Эрәхмәт.

- Төндә, Аҡташ яланы яғында, эргәлә генә тейерлек, бүреләр олоно ишетмәнеңме?

- Ишетмәнем шу, ныҡ йоҡлалған.

- Ишетмәүең хәйерле. – Шулай ти ҙә йәнә үҙ алдына һөйләнеп ҡуя. – Мин дә шул өйөрөнән ҡыуылған яралы бүре хәлендәмен, хаҡһыҙ ҡыйырһытҡандарында, күрәләтә кәмһеткәндәрендә, миңә ышанмай ҡырын ҡарағандарында башты асманға йүнәлтеп асырғанып илағы, олоғо килә, тик ярамай, ни тиһәк тә беҙ ир-ат затынан бит әле... Йәшәйек әле ҡустым, ауырлыҡтарға баш эймәй, бәлә-ҡазаға бирешмәй йәшәйек, йәме?!

- Кәнишне! – Әйткәнемә ышандырырға теләгәндәй көр тауыш менән яуап ҡайтарам.

     Зәкирйән ағай минең менән, малдары менән аралашыуын ҡуя ла ҡойто, боларҡы тормошона үс иткәндәй йырлап ебәрә:

                                                Әжәлдәрең етһә, әйт үҙемә,

                                                 Зәлифәм, Зәлифәм,

                                                 Һинең өсөн үҙем үләрмен...

     Бүреләргә килгәндә тағы шуны өҫтәп әйтмәксемен, бик яҡын танышым бер һөйләшеп ултырғанда былай тип әйтә ҡуйҙы: “Һин өйөр закондарын ҡабул итмәгән, һанға һуҡмаған, өйөрҙән айырылып үҙаллы ғүмер һөргән ҡарт бүрегә оҡшағанһың, һәр ваҡыт уртала һымаҡһың, иғтибар үҙәгендәһең, әммә ҡайҙа ла яңғыҙһың, мәңге яңғыҙлыҡҡа дусар ителгәнһең. Аңлайым, йыртҡыс булмышлы шакалдар, хәйләкәр төлкөләр хакимлыҡ иткәндә бүре булыуҙары еңел түгел...” Танышым бәлки, бер аҙ хаҡлылыр ҙа, тик шуныһы – ул миңә артыҡ юғары баһа бирҙе буғай, яңғыҙ бүре булыу өсөн иң беренсе ихтыяр көсө, тыйнаҡлыҡ, әҙәп, ғорурлыҡ, үҙ урыныңды белгән, шәхесеңде түбәнһетмәгән баһа, баш эйә белмәү кеүек сифаттарҙың булыуы кәрәк. Мин дә, бүре затынан булмаһам да, тирә-яҡта булған, булып ятҡан хәл-ваҡиғаларға ҡарайым да аяҡтарымды салып ултырып, ҡулдарымды тубыҡтарға һалып, күккә төбәлеп, бысраҡ итектәр менән типкеләнгән сәүектәй үкһеп олоғо килә йыш ҡына, әгәр шулай итһәм миңә ҡушылыусылар табылыр ине, һис һүҙһеҙ табылыр ине...

      Зәкирйән ағай дауахана хеҙмәткәрҙәренә авансҡа аҡса алырға тип район үҙәгенә юлланған да, ҡайтышлай кинәт ауырып китеп өйөнә ҡайтып йығылған, дөрөҫөрәге юлдаштары тейәп килтереп ҡалдырғандар. Ауыл ерендә ниндәй ҙә булһа яңылыҡты йәшереп ҡалыу мөмкин түгел, был күңелһеҙ хәбәр беҙгә сәғәтендә, минутында килеп ишетелде.

    Иртәнге ҡояш офоҡтан тышау буйы күтәрелгәс беҙгә Зәлифә еңгә һуғылды, туптай тулы кәүҙәһе бөршәйеп ҡалған, ҡобараһы осҡан, кәйефе юҡ. Инде лә фуфайка кеҫәһенән сығарып өҫтәлгә бер бөртөк лимонды һалды:

- Хәйҙәр, Зәкирйән ағайың һиңә тип инселәп ошо емеште алып ҡайтҡан, хәҙер үк индереп бирергә ҡушты.

- Ҡустының хәле нисек әле? – тине әсәйем. – Беҙҙән берәй ярҙам кәрәкмәйме?

- Кәрәкмәй.

- Улай тимә, ҡорот иҙеп, май туғып һурпа эсерһәк сәләмәтлеге еңеләйер бәлки, арҡаһын ҡаҙ майы менән дә һылаштыра алам, ҡулым килешә у! Йөк атылай көсәнеп, ҡатырғанып йөрөп ҡатыуы ҡалҡҡандыр, ҡулы эштән бушамай шыпа...

- Һин әйткәндәр артыҡтыр, бикәм. Хәленә килгәндә шәптән түгел, бер тас итеп ҡан ҡоҫто.

- Ыста, бына яр аҫтынан яу сыҡҡан, враш саҡырттыңмы?

- Ул беҙҙә... ҡайта һалайым бумаһа... – Еңгә шулай тине лә күләгәләй ҡымғырлап юҡҡа сыҡты.

    Күстәнәсте ашаулыҡ уртаһына киҫеп ҡуйып сәйгә үрелеүебеҙ булды, сәстәре ялбыраған Нәйлә күренде:

- Һеҙ мында лимунлап сәй эсеп утыраһығыҙ беҙҙә атайым үлеп ята! – Шулай тине лә илай-илай сығып та йүгерҙе.

      Хәҙер әсе лимонды ҡапһам уртымды түгел, аңымды ҡороштороп ғүмерендә күп михнәттәр күргән, ауырлыҡтар кисергән мөләйем йөҙлө Зәкирйән ағай күҙ алдына килеп баҫа, һәм ҡолағымда Зәлифә еңгәгә бағышланған “Йәнбикә” йыры яңғырап китә.

 

                                                                                                  Пинжәк

 

        Ауыл ерендә костюм-салбар төшөнсәһе юҡ бит инде ул, ир-аттың күрмәлеклегә кейгән өҫ кейемен пинжәк, ти ҙә ҡуялар. Уҡыу йылы яҡынлаһа әсәйем Бүребай баҙарына йәйәүләп сығып китә лә, башҡа кәрәк-яраҡҡа ҡушып шул нимәне табып алып ҡайта. Уныһы ла аҙ тигәндә биш-алты размерға ҙур. Ҙурмы, бәләкәйме, уныһы мөһим түгел, мөһиме шул, тулайым юҡлыҡта әсәйем уны ниндәйҙер юлдар менән, ҡайҙалыр күреп ҡалған, һәм һәм хаҡына ҡарамай һатып та алған.

    Алып ҡайта ла оҫта тегенсе булараҡ теге, киндер тоҡҡа тартым шалбайған әйберҙе ихласлап рәт-яйға һалырға тотоноп китә: балаҡтарҙы ҡыҫҡарта, еңдәрҙе кесерәйтә, итәкте эскә ҡарай бөгә, бил тапҡырын килештереп ҡымтый. Һәм ниһайәт, миңә тигән пинжәк әҙер, уны кейеп алып һис тартынмайынса Хрущев менән йәнәшә баҫып торорға мөмкин. Өҫтөмдәге ил башлығыныҡынан артыҡ булмаһа һис тә кәм, ҡайтыш түгел, уныһын нисек бар шулай, һис арттырмайынса иҫбатлай алам. Беренсе сентябрь етһә өҫтөмә пинжәкте, аяҡтарыма бутыйҙарҙы кейеп, ҡулыма юл ҡырлатып үҫкән әрһеҙ күк сәскәләр ишаратын тотоп мәктәпкә барам. Һәр уҡыусы хәленә самалап ҡуҫтарланған, кейенгән, әммә минеке шәберәк, шуға барыһы ла һоҡланып, бер аҙ көнләшә биреп ҡарай.

     Икенсе уҡыу йылы етһә әсәйем теге ептәрҙе яңынан һүтеп яңыса ҡыҫҡартырға керешә, үҙе үҙ алдына һөйләнә: “Бигерәк тиҙ үҫәһең, балам, йә, саҡҡа ғына буһа ла туҡталып тормайһың...” Икенсе, өсөнсө йылына ла ошо хәл ҡабатлана. Шулай итеп, мәктәпте тамамлағансы минең өҫтөмә, аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, өс пинжәк етә.

     Хәҙер атҡаҙанған дәрәжәләре биргәндәрендә, түшемә миҙалдар таҡҡандарында башымда гелән бер уй сыуала: “Был бүләкләү көтөлгәндән ҙурыраҡ булды шикелле. Ярай, йүрмәп, ҡымтып кесерәйтеп ҡабул итһәм, бер дүрт-биш йылдан был исем миңә тап-таман булыр!” Ә әсәйем, ошо ерҙә моғайын былай тип тә өҫтәр ине: “Ҙурланылар, үҫтерҙеләр тип маһайып та китмә, осонма ла, үҙеңдең ниндәйерәк пинжәктең эсенән килеп сыҡҡаныңды һис ҡасан онотма!”

 

                                                                                                   Келәм

 

       Өйләнешкәндән һуң, оҙатып алғансы, кәләшем Вәсилә район үҙәгендәге ике ҡатлы йорттоң бер бүлмәһендә йәшәне. Бүлмәнең ишек ишараты – фанера менән ДВП ҡатырғаһынан ҡоршалғайны, бикле ишекте нығыраҡ итеп тартһаң ауырлыҡһыҙ асылырға әҙер. Бер ҡайҙа сыҡһаҡ ишекте үҙебеҙсә йоҙаҡлаған булабыҙ ҙа асҡысты ишек ауыҙындағы балаҫ киҫәгенең аҫтына һалабыҙ. Дуҫтар беҙ юҡта бүлмәгә иркен инеп, сәй эсеп, ял итеп сығалар. Бүлмә түгел, дөйөм ятаҡҡа тартым урын ине ул. Кәләшемде ауылға оҙатып алғас та ишеккә йоҙаҡ һалыу ике ятып бер төшөбөҙгә инеп сыҡманы. Өйҙә юҡлығыбыҙҙы иҫкәртеп йоҙаҡ урынына һепертке селеге тыға ла ҡуябыҙ. Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда промтауарға матур келәм килгән һәм йәнәһе лә, йәрәбә-талонға ярашлы ул беҙгә тәғәйен. Бына бит уйламағанда күктән төшкән бәхет! Келәмде оло ҡаралтылай күреп, тотош мирға күрһәтеп, урам буйлап күтәреп алып ҡайттыҡ. Уны иҙәнгә йәйеп ебәргәйнек, әйтерһең дә өйөбөҙгә ҡояш нурҙары, ете төҫтәге йәйғор инеп тулғандай булды. Ҡыуаныстан ойоҡтарымды сисеп ташлап келәм өҫтөндә тыпырҙап алған булдым.

        Иртәгеһен таң менән мәктәпкә эшкә китеп барабыҙ. Вәсилә ниҙер юғалтҡандай кинәт урынында туҡталды.

- Берәй әйбереңде онотоп ҡалдырҙыңмы әллә? –тим.

- Ә һин ишекте бикләнеңме ул? – Һорауға һорау бирелде.

- Нимәгә?!

- Нимәгә, тип келәмебеҙ бар ҙа баһа!

- Уға кем тейер тиһең?

- Тейәме-юҡмы, дефицит әйбер, уны һаҡларға, ҡәҙерләргә кәрәк. Мына һин кисә, ойоҡтарыңды сисеп келәмебеҙҙә бейегән булдың, бер белекһеҙе инеп бысраҡ аяҡтары менән уны таплаһа, бысратһа ул саҡта нисек?

    Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, ишекте ныҡ итеп бикләп килергә тура килде, һәм иң һуңғы мәлдә бығау-йоҙаҡтың сифатын тикшереп тартып та ҡараным. Бирешерлек, кеше инерлек түгел.

   Хәҙер һәр кем тимер ишектәре артына бикләнде, сыҡмаҫ өсөн бикләнде, тәҙрәләренә ҡоростан рәшәткә ҡаҙаҡланы. Байығандарҙыр күрәһең, яттар күҙенән һаҡлар, йәшереп тотор нимәләре барҙыр. Ә әҙәм балаһының байыған һайын күңеле ярлылана,  булмышы һыуы ҡасҡан инештәй ҡорғаҡһый, тормош ярҙары сикләнә һәм бикләнә бара, булмағанды булдырғыһы, үҙе ише байлыҡ йыйғандарҙан көнләшеп юҡты бар иткеһе килә. Байлыҡ бер айлыҡ, тиҙәр бит, ул теләһә ниндәй мәлдә бер килеп устан шыуған ҡом ише ишелеп юҡҡа сығыуы бик тә ихтимал, әҙәм балаһы ғүмер буйы урау юлдар менән, төрлө сәбәптәр ҡылып йыйғанын, тыҡшырғанын, өйгәнен үҙе менән мәңгелеккә алып китә алмай, был ябай аксиома, йәғни иҫбатлау талап итмәгән хаҡиҡәт. Аяғыбыҙ аҫтында беҙ баҫып торған, беҙҙе йылытҡан, көс биргән, ашатҡан, һаҡлаған һәм ҡурсалаған ер, башыбыҙ осонда иһә ҡояш менән нағышланған зәңгәр келәмдәр ҙә бар бит әле. Шуларҙы күреү һәм тойоу үҙе үк бәхет түгелме ни?! Самаһыҙ ҡомһоҙланыуыңды, нәфсеңде ситкә ҡуйып, бер аҙға ғына туҡталып, ошолар хаҡында уйлап ҡараһаңсы Кеше?!

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас