АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
28 Май 2025, 05:55

Биҙгәк

   Заставала ҡайһы ваҡыт төрлө ҡатмарлы хәлдәр булып ала. Пограничниктарҙың береһе эсе ауыртып, температураһы күтәрелеп, ныҡ ҡына ауырып китте. Заставаның фельдшеры булараҡ мин уны тиҙ арала айырым бүлмәгә һалып, кәрәкле дарыуҙар бирҙем. Температураһы төшөүен төштө, ләкин эсенең ауыртыуы шул килеш ҡалды. Был ауырыу мине ниндәйҙер аңлашылып етмәгән уйға һалды. Сөнки, ул беҙ күнеккән ғәҙәти инфекцияға оҡшамаған ине. Иртәнсәк дежурствоға сығыу менән тағы ике пограничник шу уҡ симптомдар менән килде. Шунда уҡ уларҙан ентекләп һораша башланым: ҡайҙа барғандар, нимә ашағандар,эскәндәр. Ни тиклем күберәк мәғлүмәт алһам, шул тиклем шигем бының "биҙгәк" булыуына арта барҙы.

                                                             

         

            Мин шунда уҡ был турала застава буйынса яуаплы, шул ваҡытта санчасҡа килеп ингән өлкән лейтенант Васильевҡа хәбәр иттем. Уға "биҙгәк" тең нимә икәнен аңлаттым. Комендатураға хәбәр итергә һәм тиҙ арала ауырыуҙарҙы дауаханаға һалырға кәрәклеге тураһында әйттем.

            Тиҙ ярҙам машинаһы менән ауырыуҙарҙы больницаның инфекция бүлегенә алып киттеләр. Кискә табан, минең диагнозым раҫланды, эйе был "биҙгәк"  ине.

Йоғошло ауырыуҙың сәбәбе ябай ғына булған. Бер көн алдан заставаның старшинаһы, был өсәүҙе аҙыҡ-түлек складына тәртип урынлаштырырға алып барған. Шул ваҡытта улар, ҡоро емеште тәмләп ҡарағандар. Был турала ентекләп һорашҡанда әйтеп һалдылар. Бынан һуң тиҙ арала бөтә заставала дезенфекция үткәрҙек. "Алыҫ көнсығыш скарлатинаға оҡшаш биҙгәге" тураһында лекция уҡыуым бик тә урынлы булды.

Ваҡытында үткәрелгән сара арҡаһында башҡа пограничниктарҙы был ауырыу ситләтеп үтте. Бер-нисә аҙнанан өсөһө лә кире ҡайтып артабан хеҙмәт итә башланылар.

 

                                                           Суднолағы пожар

            Йылы һәм елһеҙ сентябрь кисе. Дүрт сәғәтлек хеҙмәтем аҙағына яҡынлашты. Был минең "балдаға", йәғни күҙәтеү манараһына беренсе тапҡыр сығыуым ине. Ҡараңғы төшә башланы. Яңылыштан судноларҙы үткәреп ебәрмәҫ өсөн мин ныҡ иғтибар менән ҙур бинокль аша Татар боғаҙы акваторияһын күҙәтәм.

            Смена тамамланыуға ҡырҡ минут тирәһе ҡалғас, мине диңгеҙҙәге ут йәлеп итте.  Быларҙың барыһы ла ярҙан ун- ун ике миль тирәһе алыҫлыҡта ине. Биноклдән ҙурайтып ҡарағас унда ут ҡапҡан судно икәне асыҡланды. Шунда уҡ мин был турала заставалағы дежурныйға кординаталарын билдәләп хәбәр иттем. Тиҙҙән бының нейтраль һыуҙағы сит ил судноһы икәне асыҡланды. Янып киткән йөк ташыусыны яҡындағы кораблдәр тиҙ арала килеп етеп һүндереп алдылар.

Посты техник күҙәтеүселәргә тапшырып, Газ 66 -сының кузовына һикереп мендем дә, заставаға юлландыҡ. Минең күҙәтеү пунктындағы беренсе көнөм бына шулай ваҡиғалар менән тамамланды.

 

                                               Эт һәм май һыланған икмәк

 

            Йыйнаҡ һәм таҙа итеп йыйыштырылаған заставаның ихатаһына май айының йылы һәм ҡояшлы көнө үҙенсәлекле йәнлелек бирә. Ваҡыт көн үҙәгенә яҡынлаша. Күпселек пограничниктар төнгө хеҙмәттән һуң ял итә.Заставала дежурный, замполит, повар һәм урамдағы һаҡсы Паша ғына ине.

Аш-һыу бүлмәһенең асыҡ тәҙрәһенән тәмле борщ еҫе килә. Төшкө аш әҙерләнә. Әллә тәмле еҫтән, әллә ысынлап та асыҡҡанлыҡтан Павелдың ныҡ ашағыһы килеп китте. Ул кухняның асыҡ тәҙрәһенә килеп, ашнаҡсы Женянан икмәккә май һылап биреүен һораны. Ризыҡты ҡулына алыуы булды, бәләкәй ҡапҡаның асылғаны ишетелде. Әйләнеп ҡарауға унан өлкән лейтенанттың хатыны һәм уларҙың немец овчаркаһының инеп килеүе күренде. Ул икмәген тиҙ генә артына йәшерҙе һәм һаулыҡ һорашты. Шул ваҡыт уның эргәһендә йүгереп йөрөгән эт Павелдың артына килеп уның май һыланған икмәген ҡабып, ҡыуанысынан ҡойроғон болғап йүгереп ҡасып китте. Ләкин Павел юғалып ҡалманы: Мин эттәрҙе бик яратам, шуның өсөн әҙерләп ҡуйған инем тине. Күп йылдар пограничниктар араһында йәшәгән ҡатын барыһында аңлап алды һәм береһенә ҡарашып көлөп ебәрҙеләр.

 

 

                                                           Көтөлмәгән "бәлә"

            Иртәнге сәғәт алтыла Юранан дежурствоны ҡабул итеп, журналдарҙы тултырып ултырам. Ниңәлер ул ваҡытта итекте кейергә йыбанып тик сланцы менән генә инем. Кителдең төймәләре эләктерелмәгән, штык-нож ҡайыш менән өҫтәлдә ята. Бығаса булмағанса тыштағы һаҡсылар, Тулҡын менән Дим эскә инеп картуф бешерергә тип һоранылар. Оҙаҡ уйлап тормай уларҙы үткәреп ебәрҙем. Тиҙ генә таҙартып, ҡура ла башланылар, тәмле еҫ бөтә заставаға таралды.

            Бөтә ерҙә тыныс, бер ниндәйҙә "бәлә" булыры һиҙелмәйҙә ине. Ләкин, улай булмай сыҡты. Күпт тә үтмәне замполит килеп инде. Баҡтиһәң ул иртә менән комендатураға барырға йыйынған икән, ә мин ул турала бөтөнләйгә белмәгән инем. Шулай уҡ, төймәләр ҡаптырылмаған, итектәр кейелмәгән, ҡайыш тағылмаған килеш ултыра инем. Һикереп тороп доклад яһай башланым, мине тыңлап та тормаҫтан: -Ҡайҙа һаҡсылар? тип һораны. Уның тауышын ишетеп ҡалған теге икәү уҡтай атылып тышҡа сығып киттеләр.

Замполит үҙ сиратында застава начальнигына доклад яһаны. Сәғәт һигеҙ тулыуға капитан килде һәм мине дежурствонан алды. Беҙҙе "ҡаты" яза көтә ине, уның турала тик уға тарығандар ғына белә. Беҙ өсәүләп ары ни булырын көтә башланыҡ. Капитан беҙҙе саҡырып алды, әрләшмәйенсә генә нимә эшләргә кәрәк икәнен аңлатып бирҙе. Быға тиклем "ғәйеплеләрҙең" ниндәй эш башҡарғанын күргәнем бар ине. Китеп тә өлгөрмәнем, застава начальнигы мине кире саҡыртып алды. Күңелле тауыш менән: Һинең бәхетең бар икән, хәҙер мәктәптән өлкән класс уҡыусылары килә, уларҙы атыу урынына алып барырға һәм атыу буйынса дәрес үткәрергә кәрк тине. Ҡорал һәм патрондар алып атыу урынына йүнәлдек. Бына шулай итеп мин уҡыусылар арҡаһында "язанан" ҡотолоп ҡалдым. Башҡаса ул-был хәлгә тарыманым, ҡалған бер йылды яҡшы ҡына хеҙмәт итеп, тыуған яҡҡа ҡайттым.

 

                                                           Особист

            Сираттағы дежурство. Ваҡ-төйәк эштәрҙе тиҙ генә тамамлап, күрше заставаға беҙҙең территориянан үтеп барыусы траулер тураһында мәғлүмәтте тапшыра башланым. Шул ваҡытта ябығыраҡ, уртасанан оҙонораҡ кәүҙәле ҡупшы кейенгән майор килеп инде. Мин уға тәртип буйынса доклад яһаным. Ул үҙе менән таныштырып: хәүефһеҙлек бүлегенән, майор Гаврилов, тине.

            Документтарҙы ҡарағас, ҡорал бүлмәһен асыуҙы һораны. Барлыҡ ҡорал, патрондарҙы тикшерҙе, сигнал пистолеты торған бүлектә туҡталып, журнал буйынса барлап сыҡҡас, буш патрон урынын күрһәтеп -Ҡайҙа ҡыҙылы?, тип һораны. Уға, минән алдағы дежурныйҙың яҙыуын күрһәтеп, нимә өсөн ҡулланылғанын аңлатып бирҙем. Башҡа бер ниндәйҙә етешһеҙлек тапмайынса, застава начальнигы менән һөйләшкәндән һуң кире комендатураға ҡайтып китте.

Ә хәл былай килеп сыға. Телефон буйынса бәйләнеш өҙөлгән, ә рация боҙолған була. Күҙәтеү пунктында хеҙмәт алып барған Андрей сиктәге ҡатмарлы хәлде белгертер өсөн ҡыҙыл сигнал менән ҡулланырға хәл итә. Хәүефһеҙлек хеҙмәткәренә был нисек барып етеүе сер булып ҡалды. Бер хәл бының сәбәбен асыҡлыҡ индергән кеүек. Бер ваҡыт, юл ыңғайында  тәмәке алыр өсөн магазинға ингән инем, был турала застава начальнигы иртәгәһенә белә ине. Шулай итеп поселокта уныңда "үҙ" кешеләре булғандыр күрәһең.

 

 

                                                           Люси
            -Эй, матрос, ты мне нравишься, давай познакомимся! - Яңғырауыҡлы сағыу тауышты ишетеп, әйләнеп ҡараным. Минән алыҫ түгел, түңәрәк битле, йәшел күҙле ҡыҙыҡай йылмайып баҫып тора ине.

            -Һиңә форма килешә, матрос булып хеҙмәт итерһең моғайын.
Бығаса күрмәгән ҡыҙыҡайҙың үтә үткерлеге минең зитҡа тейһә лә, алсаҡ итеп йылмайыуы уның саялығы шулай булырға тейеш кеүек ҡабул ителде. Еңелсә тулҡынланған һарғылт сәстәре яулыҡ аҫтынан матур булып күренә. Ә ҡара-күк төҫтәге спорт костюмы, әйтерһең дә, уның өсөн тегелгәндәй килешле ине. Мин, уның эргәһенә килеп ҡул биреп, үҙемдең исемемде әйттем, ул да ҡулымды йомшаҡ һәм матур бармаҡтары менән ҡыҫып тотто. Ләкин, уның исеме бығаса әллә ни ишетеп өйрәнелмәгән, ят ине: Люси. Минең һорау-ҡатыш аптырашлы ҡарашымды күреп, тағы ла матурыраҡ йылмайып: "Эйе бына шундай минең исемем" , -тип яуап бирҙе. Ул ваҡытта мин ошо ҡыҙыҡай менән танышыуым артабанғы тормошомды бөтөнләйгә үҙгәртер тип күҙ алдыма ла килтермәгәйнем...
Район кимәлендәги хәрби йыйын шулай ҡыҙыҡлы башланып китте. Йыл һайын өлкән класс уҡыусылары май аҙағында НВП дәресендә үҙләштергәнде практик яҡтан нығытыу өсөн йыйыла торған ине. Әҙерлек көслө бара, барыһында өйрәнер өсөн барлыҡ күнекмәләр күп тапҡыр ҡабатлана.

            Был йыйындың мотлаҡ үтәлә торған тәртибе - хәрби кейемдең булыуы. Шуға күрә күбеһе ағайҙарының, дуҫ- таныштарының формаларын кейәләр. Мин дә әле генә армиянан ҡайтҡан матрос ағайымдың формаһын алдым. Шуныһы ҡыҙыҡлы, бында бер үҙем матрос кейемендә инем.

            Бер үк ваҡытта әлеге йыйын - армия алдынан сынығыу үтеү. Стройҙа йөрөү, атыу, алыҫ араға йүгереү, палаткаларҙа йоҡлау - барыһы ла өс көн дауамында яланда һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, үтә. Ысынлап та хәрби шарттарға яҡынайтылған һәм был күптәр өсөн һынау булып торҙо.

Ләкин Люси менән аралашыу бындай ҡыйынлыҡтарҙы артҡы планға күсерҙе. Көндә уңайлы мәл килеп сығыу менән уның янына һөйләшергә ашығамын. Бындай хәлде көтмәгән беҙҙең военрук мыйығы аҫтынан хәйләкәр генә йылмайып йөрөнө, аш-һыу бешереүсе класташ ҡыҙҙар ҡырын күҙ менән ҡарайҙар ине.

Өс көн һиҙелмәйҙә тиерлек үтеп китте, ҡайтыр алдынан бер-беребеҙҙең адрестары менән алмашындыҡ. Унан ары аралашыу хат аша барҙы. Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барыу тураһында һорау килеп сыҡҡас, оҙаҡ уйламайынса документтарҙы медицина училищеһына алып барып бирҙем. Һуңғы имтихандарҙы тапшырып, бер-нисә көндән инеү-инмәүҙе белер өсөн йәнә уҡыу йортона килеп исемлекте уҡый башланым. Һис көтмәгәндә, унда Люсинең дә исемен күреп бер аҙ аптырауға ҡалдым. Беҙ алдан кем ҡайҙа уҡырға барыуы тураһында хәбәрләшмәгәйнек. Бер аҙ айырылышып торғандан һуң йәнә бергә булдыҡ. Беҙҙең дуҫлыҡ тағы ла нығынып, бығаса булмаған нурҙар менән уйнап китте. Гелән бергә йөрөп, бер-беребеҙгә ныҡ өйрәндек. Әммә уҡыу йылдары бик тиҙ үтте, ҡулға диплом алғас, хатта быға ышанмай ҙа торҙоҡ.

Айырылышыу ваҡыты етте, мине армияға алдылар. Повестканы һуңлап ебәреү арҡаһында хушлашыу тиҙ генә булды, иртәгәһен военкоматта булырға тейешмен. Ә бер көндән һуң самолетта алыҫ диңгеҙ ярында урынлашҡан ҡалаға оса инем.
Люси дөрөҫ юраған булып сыҡты, мин диңгеҙ сиге ғәскәрҙәренә эләктем. Ике ай өйрәнеү курсы үткәндән һуң, беҙҙе хеҙмәт итәсәк хәрби частарға ебәрҙеләр.
Беҙҙең судно диңгеҙ вокзалына килеп туҡтаны һәм частҡа артабан китер өсөн автобус көтә башланыҡ... Шул ваҡытта таныш тауыш ишетәм: -Эй, матрос, ты мне нравишься!". Мин аптырауҙан артыма әйләнеп ҡарайым, минең алдымда Люси баҫып тора ине. Күҙҙәремә ышанмай, -Был һин? -тип һорайым.

-Мин, мин- тип яуаплай ул, тәү тапҡырҙағы кеүек ихлас йылмайып.
Ер ситендә ятҡан диңгеҙ буйы ҡалаһында таныш кешене, бигерәк тә Люсине осратырмын тип башыма ла килмәгәйне Ул бында йүнәлтмә буйынса ебәрелгән, ә вокзалға иптәш ҡыҙын икенсе ҡалаға оҙатыр өсөн килгән булып сыҡты. Бер-беребеҙгә яҙған хаттар ҙа килеп етмәгән көйөнсә, яҙмыш ҡушыуы буйынса йәнә осраштыҡ.
Ул ҡала больницаһында эшләй башланы, ә мин санчастә хеҙмәтемде дауам иттем. Минең ял ваҡыты уныҡы менән тура килгәндә һирәкләп булһа ла оср
ашып торҙоҡ йә телефон аша бәйләнештә булдыҡ. Һөйгәнеңдең яҡында булыуы - ҙур бәхет, был күңелгә тыныслыҡ бирә ине. Ваҡыт диңгеҙ тулҡындарын сәрпәп барған корабль кеүек йылғыр юрғаланы. Минең бер йыл хеҙмәтем үтеп киткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды.
Беҙҙең кораблде сираттағы алыҫ сәйәхәткә әҙерләнеләр. Алты ай дауамында беҙ сит ҡитға ярында булырға тейеш инек. Китергә бер көн ҡалғас, ял алып, Люсинең эргәһенә хушлашырға барҙым. Йөҙөндәге борсоулы үҙгәрештәрҙе күреп ниҙер булғанын аңланым. Мине күргәс, Люсинең күҙҙәренән йәш тамсылары атылып сыҡты.Ул әсәһенең ҡаты ауырып китеүе һәм уға ҡайтырға кәрәклеге тураһында хәбәр итте.
Шулай итеп, мин алыҫ ярҙарға, ул әсәһе янына ҡайтып китте. Сит ил ярҙарына сәйәхәтем алты түгел, туғыҙ айға һуҙылды. Әйләнеп килеүемә дембелгә әҙ генә ваҡыт ҡалған ине. Люси, әсәһе ныҡлап йүнәлмәйенсә кире килмәне. Хәҙер инде бер-беребеҙгә хат яҙышып, һирәкләп шылтыратышып торҙоҡ.

Диңгеҙ шауын, аҡсарлаҡтар ҡысҡырыуын һәм хәрби кораблдең тауышын ҡалдырып, ҡайтып китер ваҡыт та етте. Дембелдәрҙе оҙата сыҡҡан матростарҙың безкозыркаһы таҫмаларын ғәҙәттәгесә булмаған йылы ел елберләтә. Беҙҙе көтөп торған автобусҡа ултырып, аэропорт яғына юл тоттоҡ.

Үҙемдең самолетты көткән ваҡытта Люсигә тиҙҙән ҡайтырға сығыуым тураһында хәбәр иттем. Охота диңгеҙенең ярынан Урал тауҙарына тиклем аруҡ ҡына осҡандан һуң, самолет йомшаҡ ҡына килеп төштө. Ҡаршы алыусыларҙың шат тауыштарынан аэрапорт залы яңғырап тора. Шул ваҡыт, кемдеңдер ҡарашын тойоп, башымды бороп ҡарайым һәм йөҙөнән шатлыҡ нурҙары бөркөп торған Люсине күрәм, ул элекке кеүек: "Эй, матрос, ты мне нравишься"- тип өндәшә, мин уға: -"Һин дә миңә, Люси"- тип яуаплайым.

 

                                                           Эксклюзив тәмләткес

            Заставалағы хеҙмәт бик үҙенсәлекле һәм күп яҡлы булып китә. Мин, мәҫәлән бер ваҡытта ла аш-һыу оҫтаһы булып китермен тип уйламағайным. Барыһыла была  й башланып китте. Төп ашнаҡсы Олегт ҡыҫҡа ваҡытлы ялға тыуған яҡтарына ҡайтарырға булдылар. Һәм бер ҡышҡы кистәрҙең береһендә минең янға килеп, үҙенең урынына ҡалырға тәҡдим итте. Әҙерәк уйлағас, мин риза булдым. Сөнки яҡшы яҡтары күп ине. Заставала бөтәһе ун бишләп пограничник, күбеһе төнгө хеҙмәттә булғас иртәнге ашты әҙерләү кәрәкмәй. Бер-нисә көн уның менән берлектә өйрәнеү үткәс, мин үҙем генә бешерә башланым. Тәүге мәлдә ҡыҙыҡ хәлдәрҙә булып алды. Мәҫәлән, вермишелде күп итеп һалып,  артығынан  сусҡаларға  бирергә тура килде. Башҡа ваҡытта ла ҡалдған аҙыҡты уларға бирә инек. Шулай әкренләп яңы профессияны үҙләштерә башланым. Яҡшы ғына килеп сыға кеүек. Хатта бер ваҡыт үҙем яратҡан май икмәк бешереп тә ашаттым, бик оҡшаттылар.

Әммә минең повар эпопеяһы артығынан тыш һуҙыла башланы. Олег күптән заставаға ҡайтһа ла мине кире службаға ҡайтарырға ашыҡманылар. Көндәр шул тиклем тиҙ үтәләр, яҙ еткәне һиҙелмәйҙә ҡалды. Ҡар иреп бөттө, үләндәр йәшәрә башланылар. Яҙ еҫе, ҡоштарҙың ҡыуаныслы һайрауы, асыҡ тәҙрәнән яңғыраған "Любэ" төркөмөнөң йыра күңелгә айырыуса дәрт өҫтәй.

Заставаның ишек алдындағы баҡсала төрлө йәшелсә-емеш, тәмләткес үләндәр үҫтерәләр ине. Мин уларҙы әлбиттә аш бешергәндә күпләп ҡуллана торғайным, берәүҙә ҡәнәғәтһеҙлек белдермәйенсә ихлас ашайҙар.

Бер көн Олег үҙ вазифаһына ҡайтты, ә мин хеҙмәтемде дауам иттем. Мине иртәгәһенә үк "балдаға" йәғни күҙәтеү пунктына ебәрҙеләр. Ул диңгеҙҙең бейек ярында урынлашҡан, Татар боғаҙының акваторияһы ус төбөндәгеләй асыҡ күренә.

Матур тәбиғәтте, диңгеҙҙе күҙәтеп хеҙмәт урынына яҡынлаштым. Шул ваҡыт минең иғтибарымды укропҡа оҡшаған таныш үҫемлек йәлеп итте. Уларҙың бар ерҙәлә үҫеүенән минең аптырауымдың сиге булманы. Асыҡланыуынса, бер ай дауамында хеҙмәттәштәремде һыйлаған аш тәмләткес, ҡәҙимге ҡырағай үлән булып сыҡты.

 

Хәмит Карамалинский

 

 

 

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас