АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
27 Май 2025, 10:30

Ыумас ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан.)

Түшәме бейек, затлы люстралар эленгән иркен залда затлы һыйҙан һығылған, мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылған табын артында ултырғанда гел генә сыйырсыҡ ояһылай өкәлтәктә көн иткән, киң күңелле, ҡунаҡсыл Гөлбаҙыян инәйҙе хәтергә төшөрәм, йәнә, һөткә туҡылып, йомортҡала әүәләнгән ҡамырҙан әҙерләнгән, ҡаймаҡ һалып һары май ҡушылған хандар ризығы ыумас тел осома килә.

    Үткән быуаттың етмешенсе йылдары. Беҙ класташ егет Фәнил менән ауылыбыҙҙағы урта мәктәпте тамамлағандан һуң медицина училищына уҡырға керҙек. Ошоғаса ситкә сығып йөрөмәгәнлектән ауыл ныҡ һағындыра, яйы сығыу менән ҡайтырға ашҡынып ҡына торабыҙ, мәгәр ундай форсат беҙгә бик һирәк эләгә. Сибай ҡалаһында үткән Октябрь байрамының демонстрацияһынан һуң, алдан әҙерләгән артмаҡтарыбыҙ арҡала булғас тура автовокзалға ҡарай йүгерҙек. Автовокзал алдындағы ҙур майҙансыҡ килгән-киткәндәрҙең сыр-сыуынан, һөрөм еҫен борхотоп килеп туҡтаған, ҡуҙғалып киткән транспорттарҙың шауынан мыжғып, ҡайнап тора. Башы бина эсенә инеп терәлгән, осо тышҡа ҡәҙәр һуҙылған оҙон сиратлы  кассаға яҡынлау хаҡында уйларға ла ярамай. Көнөнә бер тапҡыр, төштән һуң беҙҙең яҡҡа ҡуҙғалған иҫке автобусҡа һиҙемләүебеҙсә билеттар күптән һатылып бөткән. Автобустың ҡуҙғалыр урынында өйкөлөшкәндәрҙең араһына барып баҫтыҡ Бына тәғәйен ваҡытта, иҫкереүҙең сигенә еткән ылауыбыҙ килеп туҡтағайны, шуны ғына байҡап көткән юлаусылар уға ябырылды. Алғы асыҡ ишектән тығылыусылар ыңғайына машина еңелсә һелкенеп ултыра, бындай дәррәү этеш-төртөштән уның күңкәрелеп китеүе лә бик ихтимал. Бына салон төйөп тыҡҡандай тулды. Хәҙер инде билетһыҙҙарҙың, беҙҙең ише ҡотһоҙҙарҙың сираты, илла алла менән эскә үтеп ингәйнек, осамды ауырттырып ҡыҫып артымдан ишек ябылды. Бер яҡ ситкә, водитель яғына ҡыҫырыҡланған кондукторҙың сәрелдәк тауышы ҡолаҡты ярҙы: “Уважаемые пассажиры, срочно покупайте билеты, сидячих мест нет, без обилечивания автобус не поедит!” Һүҙ рәтен, хәбәр ҡоролошон белмәгән наҙан баҙар бисәһенә оҡшаған, ул иҫкәртмәһә, урын юҡлығын йәнәһе лә күрмәйбеҙ инде. Түш кеҫәмә тығылып аҡса сығарып кемдәрҙеңдер баштары, яурындары аша билдәһеҙлеккә һондом: “Мне, пожалуйста, одно висячее место!” “У кого там язык длинный, сейчас высажу!” Тартай теленән табыр, тиҙәр бит, төшөп ҡалыуҙан ҡурҡып телемде арҡыры тешләнем. Аҡсалар йыйылып билеттар һатылып таратылғас, ниһайәт ҡуҙғалдыҡ. Бер аяҡҡа ғына баҫып барабыҙ, әммә шуныһына ла мөкиббән китеп ризабыҙ. Баймаҡта, Юлдыбайҙа халыҡ аҙға ғына булһа ла кәмер тиһәк, кәмемәне, киреһенсә, беҙҙең ише әрһеҙҙәр өҫтәлде. Бына совхоз үҙәге иҫәпләнгән Матрайҙы, Сәлим ауылдарын үтеп Сиҙер тәңгәлендәге таҡтанан ҡоршалған туҡталышҡа килеп еттек. Төпкөлдә ятҡан ауылыбыҙ яғына был юлдан бик һирәк йөрөйҙәр, шуға беҙгә ошонда төшөргә һәм осраҡлы ылауға өмөт итмәй ҡырҡ саҡырым араны ары атларға. Тәүге тапҡыр түгел бит, йәйәүләргә күптән өйрәнгәнбеҙ, күнгәнбеҙ. Ошоғаса ҡайҙа ла сасҡау һыуығы менән өтөп алып барған ҡара көҙ ята ине, һуңғы көндәрҙә ер өҫтөн еңелсә буҙартып, саң-туҙанды баҫып ҡырпаҡ ҡар яуҙы. Ер йоҡа тунын кейгәс көндәр бер аҙ имшей төшөп йылынды. Шул ҡар ишараты күҙ күреме ерҙә күренгән ҡайындар, уҫаҡтар, урта буйлы ҡарағайҙар, юл ҡырлатып теҙелгән селек-тубылғылар өҫтөнә ҡунған. Бәҫте хәтерләткән йоҡа ҡатлам өйкөм болоттан ярты битен күрһәткән ҡояштың ҡыҙғылт нурҙарҙа емелдәп күренә. Матур. Был ер Йылайыр, Хәйбулла райондарының тоташҡан урыны. Шулай икәнлеге һүҙһеҙ ҙә аңлашыла: һул ҡулда сикһеҙлеккә барып тоташҡан ҡола дала ята, уң яҡта  тауҙарға һылашҡан ҡуйы урмандар башлана. Сиҙер урамы аша үтеп, әҙерәк барып һөҙәк тауға артылғансы офоҡ ситендәге ялбыр болоттар араһына сумып ҡояш  байыны, ыңғайы бер тирә-яҡ эңер шәүләһенә сорналды, бер аҙҙан ҡараңғы ла төштө. Хәйерсегә ел дә ҡаршы, исмаһам алдыбыҙҙы ай, йондоҙҙар яҡтыртһасы, юҡ, башыбыҙ осон ыжғыр ел ҡыуып килтергән көл төҫөндәге  болоттар былай ҙа ҡотһоҙ, шыҡһыҙ төндө тағы ла ҡараңғылатып ебәрәләр. Был юлдан күп тапҡырҙар үткәнлектән, барыр йүнәлешебеҙҙе дөрөҫ тоторға тырышып тоҫмаллап атлайбыҙ, ошоғаса дыңғырҙап туңып хәҙер ботинкалар үксәһен япҡан ҡарлы юлда тайғылап та китәбеҙ. Баштараҡ аҙымдарыбыҙ ырамлы һымаҡ ине лә, бара-тора аяҡтар талды, арҡам дымланды,  Фәнилдең хәле лә минекенә оҡшаштыр. Ул баҫалҡы, күҙгә-башҡа ташланып бармаған тыйнаҡ, аҙ һүҙле егет, барлығын-юҡлығын да белмәҫһең, әле лә тумалаҡ, тыңҡыш кәүҙәһен алға эйелдерә биреп апаруҡ ҡалып арттан эйәргән, хас та көтөүҙән айырылып аҙашып ыҙаланған бүлтерәк бәрәс.  Килделе-киттеле уйҙарымдан арынырға теләгәндәй урынымда һелкенә биреп ҡуйҙым, шул хәрәкәтем менән кейгән кейемдәремдең аҫҡа баҫыуынан, артҡа тартҡан биштәремдән ҡотолорға иттем. Улай тиһәң моҡсамда артыҡ нимәләр ҙә юҡ; күстәнәскә тип алған бер ҡуш ус лампасый ҙа, икенсе сорт грузин сәйе, тағы гел үҙем менән алып йөрөткән йыуыныу-ҡырыныу әйберҙәре, шунан таҫтамал, йәйәүлегә янсыҡ та ауыр икәнлеге һәр кемгә мәғлүм. Ултырып, дөрөҫөрәге бөксәйә төшөп хәл алыуҙарыбыҙ йышайҙы. Нисек тә барған тарафтан яҙмаҫҡа, алтын урталыҡты тотоп атларға кәрәк; уңға тартһаң Үрге-Ғәле ауылына барып юлығыуың бар, һулаҡайға китһәң инде Юлбарыҫҡа барып терәлеүең ихтимал. “Әллә, тим кире Сиҙергә боролайыҡмы, Бикйәнгә барып олғашһаҡ халҡы үтә ҡырыҫ, бер кем дә ишеген асмаясаҡ, ә дәлше атларлыҡ рәт ҡалманы!” тип тауыш бирҙе Фәнил. “Нимә, унда йоҡларға йыйынаһыңмы әллә?” “Юҡ та, инеп әҙерәк йылынып сыҡҡанда, тим дә.” “Атлайыҡ әле, давай рюкзағыңды мин тотайым да арттан төшәйем, ә һин алдан атлап барыр юлды ҡараштыр!” “Юҡ, алдан йөрөп өйрәнелмәгән, - Фәнил ҡырҡа баш тартты, - гел алдан юрғалаған һин юрғала!” Кинәт йәнде һиҫкәндергән олоуҙы ишеттек. Шып туҡтаныҡ. Тыңландыҡ. Ағастар башынан йүгергән әсе елдең һыҙғырыуына оҡшамаған. “Бүреләр микән әллә?..” тинем шиккә ҡалып. Фәнил дә шөрләгәндер, һәләт кенә эргәмә килә һалып хафаланып шыбырҙаны: “По моему, да... Нишләйбеҙ?!”“‘Әлеге мәлдә ни эшләргә тейешлегебеҙҙе арттан төшкән бүреләрҙән һора!” Ярайһы уҡ тупаҫ яуап бирҙем. “Уңмаған юлды ҡыума инде, зерә сығылған...” “Хәҙер был хаҡта сурытыуҙан ни файҙа?” Бер аҙҙан, ике яҡтан утлы күҙҙәр ялтыранылар, тимәк ҡамап алмаҡсылар. Арауыҡ һаҡлап эйәртеп бара башланылар, мәгәр яҡынларға ни сәбәптәндер тыйылалар. “Беҙҙең студенттар икәнлекте һиҙеп алдылар, шуға теймәйҙәр, - тинем Фәнилде тынысландырырға теләп, - ас, ҡаҡ һөйәк әҙәмдәрҙе мөнйөнөң ни ҙә мөнйөмәнең ни!” “ Сәйнәрлекте табырҙар ине әле.” Фәнилдең атаһы Ғәлиән ағай ауыл Советында бухгалтер булып эшләй, шуға уның көн итмеше минекенә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. “Улай булғас, көр икәнлегеңде белеп мине түгел, һине аңдыйҙар. ”Әгәр һөжүм итә ҡалһалар? Тиктомалға бүреләрҙән ашалғы килмәй бит әле...” “Улайһа иң әүәл үҙеңде ҡайғырт, тегеләр бында минең менән мәшәҡәтләнгән арала Бикйәнгә лә барып етәһең! Шунан ҡайтып еткәс ауылдаштарҙы эйәртеп килеп һөйәктәремде йыйып алырһығыҙ.” “Батыр булып күренергә тырышма, йәме, моғайын һинең дә теҙ быуындарың ҡалтырайҙарҙыр әле?” “Шыпа ла ҡалтырамайҙар! – тумбыҡҡан балтырҙарыма һуҡҡылаштырып алдым, әйҙә, үҙебеҙҙе язаға алып барғандарҙай итеп хис итәйек, ә әжәлдән ҡурҡмағандар үлемгә йырлап баралар!” тинем дә йыр башланым:

                                                 Йүгереп китәрҙәй булам да,

                                                 Ҡайтып етәрҙәй булам...  

     Бер тапҡыр ҙа йырлап ҡарамаған, йыр-моңдоң ни икәнлеген белмәгән Фәнил асырғаныулы тауышы менән миңә ҡушылды:

                                                  Тыуған-үҫкән ерҙәргә...

   Семтем һәләтһеҙлектең дә бер файҙаһы тейҙе, ташты ярырҙай итеп яр һалған, хәтәр тертләтеп тирә-яҡҡа таралған тауыштарыбыҙҙан бүреләр ҙә һипһенде булыр, моңһоҙҙарҙы кимереп тамаҡтары туймаҫтарын һиҙеп, арыраҡ сигенделәр. Уңғансы ҡаршыбыҙҙа Бикйән ауылының уттары күренде. Ҡыуаныстан йәнә ҡоласымды йәйеп киләһе йырымды һуҙҙым:

                                                  Ҡайтыр инем тыуған ауылым,

                                                   Йәшлегемде һағынып.

                                                   Күңелемдә тулы һағыш,

                                                   Осар инем ҡош булып...

    Күптән йоҡоға талып уттарын һүндергән ауыл урамына инеп ҡайһы ҡапҡаға төртөлөп тәҙрә шаҡыһаҡ та асыусы табылманы.

- Әйттем бит, былар ҡырыҫ бикйәндәр, беҙҙәге Кананикольскиҙа йәшәгән старовер масалдар һымаҡ игелекһеҙҙәр, - тине Фәнил.

- Һиңә оҡшағандар!

- Һалдың хәбәр, ҡасан да булһа һиңә берәй кире эш эшләгәнем, һорағаныңдан баш тартҡаным булдымы? Тегендә аҙыҡ-түлек артынан хисаплашып ыуаҡланмай гел мин йөрөйөм, көнөнә өс тапҡыр ашарға хәстәрләйем, айырып тормай кейемдәреңде лә йыуам. Ә һин әҙергә-хәҙер!

    Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, тегендә, ятаҡта, Фәнил менән бер бүлмәлә йәшәйбеҙ, йыуаш, тешекмә кеше булараҡ барлыҡ эштәр уның өҫтөндә, уның яуаплылығында, әйткәнде лә, әйтмәгәнде лә һүҙһеҙ башҡара.

    Һәр йортто теүәлләп этләнә торғас ауыл ситендәге мунсалай ғына өйҙөң уты тоҡанды, ләкңелдәп сәүек өрөп ҡуйҙы ла тымды, кемдер ығыша-мөштөрҙәй таҡта соланға сыҡты:

- Кем йөрөй, эт өрҙөрөп, ете төн уртаһында, бимазалап, Ҡашҡар, тик кенә ятһаңсы, һин дә минең ише йоҡлай алмай ыҙаланаһыңмы?  – Ризаһыҙ тауыш, һәм тамаҡ төбө менән йүтәлләү ишетелде.

- Беҙ әле, инәй, мөмкин булһа асығыҙ!

- Мөмкин булһа, имеш, һорашмай-белешмәй хәҙер келәне ысҡындырам, көтөп тороғоҙ, һеҙ кем тағы?

- Юлаусылар.

- Юлаусылармы, әллә юл баҫыусылармы, этем белһен һеҙҙе.

- Һабырға ҡайтып барабыҙ!

- Төнө менәнме?

- Студенттар беҙ, төштән һуң автобус менән ҡайтырға сыҡҡайныҡ, бында йәйәүләп килгәнсе һуңлап кителде.

- Һе, Һабырҙан тиһең, кемдең балаһы булаһың?

- Йәмиләнең малайы.

- Һабырҙа билдәле булыуынса ике Йәмилә, ҡайһыныҡыһың?

- Кашауарҙыҡы.

- Дауны шулай тиҙәр уны, беҙ уның менән бер ризыҡты урталай бүлеп ашаныҡ, бар михнәтте уртаҡ кисерҙек, бер шатлыҡты  ике иттек. – Солан ишеге шар асылып китте. – Үтегеҙ, балалар!

     Оҙон урындыҡ, наҡыҫ ҡашығаяҡ ҡуйылған өҫтәл, ултыра торған еренә биҙәкле япмалар һалынған артлы ике ултырғыс, һулаҡайҙағы ишек төбөндәге мейес, уң яҡ стена ҡырындағы  бәләкәй газ плитәһе саҡ һыйған ҡыҫынҡы, түшәме тәпәш өй йылы, йылы ғына түгел, тынсыу. Бөтә урында ла тәртип, таҙалыҡ күҙгә ташлана. Ҡарсыҡ илле йәштәрҙе үтһә лә үҙенең йәшенән күпкә оло күренә; уртасанан саҡ ҡына бейегерәк, сирҙәрҙән миктәгән кәүҙә, ябыҡлау һурынҡы йөҙ, соҡорҙарына батҡан күҙҙәр талсыҡҡандай йонсоп ҡарайҙар, йоҡа сәстәр далала тирбәлгән ҡылғанды хәтерләтә.

     Минең ҡыҙыҡһынып һирпелеүемде абайлап өлгөргән ҡарсыҡ урындыҡ ҡырлауында ятҡан яулығын алып ҡыя тартып ябынды ла күҙҙәрен секрәйтеп миңә төбәлде:

- Һуйған да ҡаплағанмы ни, әсәйеңә ныҡ оҡшағанһың, паспыртыңды сығарып күрһәтеп иҫбатларға кәрәкмәй. – Ике ултырғысты иҙән уртаһына ҡуйҙы.

   Аяҡтарыбыҙҙы сисеп, өҫ кейемдәребеҙҙе ишек төбөндәге сөйгә элгәндән һүң үтеп  тәҡдим ителгән урынға ултырҙыҡ, хужабикә күпмә түшәк йәйелгән урындығы ситенә һаҡты.

- Күреп һөйләшмәгәнгә ҡай заман да булып китте, Йәмилә әхирәт нисек йәшәп ята әле?

- Имен-аман ғына.

- Балниста ауырыуҙарға аш бешерә, тип урыҡ-һурыҡ ишетеп ҡалғайным, һаман да буһа шунда эшләп йөрөйҙөр?

- Быйыл пенсияға сыҡты.

- Ғөмөрө буйы ҡулы эштән бушаманы: калхузда эшләне, фермала мал дабаҡты, яҙ, сәсеү осоро етһә ҡырға сыҡты, йәйгеһен йәмәғәт малына бесән сапты, ҡышын иһә келәттә сәсеү орлоғон таҙартты, шулай буғас пенсияһы юғарылыр? – Ҡарсыҡ үҙ һорауына үҙе үк яуап бирҙе. – Ауыҙын арандай итеп асып тот ҡапсығыңды, юғары пенсия тотторҙолар ти, тоттормай ҙа, бына миңә лә ус яларлыҡ ҡына итеп тәғәйенләнеләр, бар юллап, таптырып, иҫбатлап ҡара, эшләгән бер ереңдә зарплатаң түбән булған, шуға күп түләй алмайбыҙ, тип ыжламанылар ҙа бойоракраттар.

     Әйтелгәндәрҙе ҡайһылайтып күтәрмәләйһең инде, шымтайып тик ултырабыҙ.

     Һөйләшеүҙең үтемһеҙлеген һиҙгән ҡарсыҡ бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы, беҙ ҙә арығанлыҡтан баштарыбыҙҙы эйгәнбеҙ, мәгәр хәбәргә әүәҫлек сыҙатманы булыр, яңынан һүҙ ялғанды:

- Һиҙемләүемсә Сибайҙан ҡайтып килеүегеҙҙер, студенттарбыҙ ҙа тинең бит әле, унда ҡайһы уҡыу йортонда уҡып йөрөйһөгөҙ?

- Икебеҙ ҙә медучилищыла.

- Духтыр булаһығыҙ инде, әләйгәс. -Улай уҡ түгел, бары фельдшер ғына.

- Духтыры ла фильшере лә бер ҡалыптан, айырма юҡ. Мына мин дә һаулыҡҡа туйманым һис ҡасан, ашҡаҙаным ауырта, дәвлинйем юғары, кис буһа быуындарым һыҙлай. – Ултырған еренән яҙыла бирҙе лә сытырайып билен тотто. – Ай, ҡоромағыр, ана, шулайтып теңкәне ҡорота бит, йүнһеҙ раҙикулит.

       Ҡарсыҡ унан-бынан тотоп хәбәргә кереште, ә беҙ иһә йылыға иҙерәп ултырған ерҙән йоҡомһорап та киттек.

- Һүҙ сурытҡанға аптырамағыҙ, балалар, яңғыҙлыҡ шулайтып һөйләндерә, ҡартайһағыҙ белерһегеҙ әле. Көндәр буйы этем менән генә һөйләшәм дә серләшәм, у мине аңлай, мин аны. – Йәнә теремекләнеп, билен ҡармап урынынан ҡалҡынды. - Һеҙҙе ете төн уртаһында ҡайһылайтып сығарып ебәрмәк кәрәк, иҙәндә

ятырһығыҙ, матрасым бар у, өҫтөгөҙгә соландан керетеп, йылытып ҡартымдан ҡалған толопто ябырмын.

- Юҡ, инәй, саҡ ҡына йылынып, хәл алып алабыҙ ҙа ары ҡуҙғалабыҙ, беҙгә бөгөн ҡайтып етһәк, иртәнән һуң ҡабаттан уҡырға китергә кәрәк. – Әүелйеп йоҡомһорағанға саҡ ишетелерлек итеп яуапланым.

- Бынау көндә һеҙҙе сығарып ебәрергә башым икәү түгел, ҡалаһығыҙ тигәс ҡалаһығыҙ!

- Юҡ, инәй, бер нисек тә ҡала алмайбыҙ шул! – тип мин әйткәнде ҡеүәтләне Фәнил.

- Әй, әттәмгенәһе, ул сағында миңә ни эштәргә?!

- Хафаланмағыҙ, инәй, бер нимә лә кәрәк түгел. Асып индереп йылындырҙығыҙ, шуныһына ла рәхмәт.

- Атаҡ, астығыҙ, тисе, кешегә һәр саҡ кеше кәрәк, кеше кешегә бара, ҡат-ҡат төпсөнөп үткәреүем, ҡош-ҡорттан һаҡланыуым ғына. , Һе бына бәлә, йә бешергән төшөргәнем дә юҡ бит әле! Тороп тороғоҙ, - шау һөйәк бармаҡлы усы менән яҫы маңлайын сәпелдәтте, - у саҡта еңел ҡулдан ыумас хәстәрләйем!

- Нимә була ул, ыумас? – Фәнил йәнә һүҙ ҡатты.

- Уныһын ауыҙ иткәс һорарһығыҙ.

    Ҡарсыҡ газ плитәһенә ҡайнатырға һыу ҡуйҙы ла ишек менән мейес араһындағы шаршауҙы бер яҡ ситкә тартып түрбашҡа үтеп ҡоштабаҡҡа һалынған онға йомортҡа һытып, һөткә болғап тыш та быш килеп ҡамыр баҫырға тотоноп китте. Оҙаҡ баҫты, баҫа ла ҡулына алып һәлмәкләп ҡарай, тығыҙлығын тикшерә. Ентекләп, тәфсирләп хәстәрләгәне әҙер булғас ҡамырҙы семтеп-семтеп, өлөшләп алып, устарында ыуып уны шул уҡ һауытҡа төшөрә башланы.

- Ыуып-ыуып әҙерләгәнгә ла бы ризыҡ ыумас тип атала ла инде. Аны урын-еренә еткереп бешерә белһәң иң татлы һыйҙан былайыраҡ. Әсәйемдән отоп алдым, әсәйемә моғайын да өләсәйем өйрәтеп ҡалдырғандыр, шулай буғас быуындан-быуынға күскән тәғәм була ла инде. Совет власының тәүге йылдарында көн иткән әсәйем ыумасын ыуған һайын үк бер таҡмаҡты ҡат-ҡат тыҡырға яратты:

                                                    Советский власть,

                                                     Эскәне ыумас.

                                                      Ас та түгел,

                                                      Туҡ та түгел,

                                                      Өйрәнгәс юҡ та түгел!

  Шулай итеп ыумас эсеп үҫте инде өлкән быуын, уны татыу беҙгә лә эләкте. Мин бит егерме беренсе, йот йылында тыуғанмын, әллә күпме халыҡ ҡырылған шу осорҙа, ә мине атайым менән әсәйем имеҙлек менән ыумас имеҙеп һаҡлап ҡала алғандар. Йәмилә менән Күркәтауҙа ҡарағай йыҡҡанда арып-талып ҡайтып инәбеҙ ҙә, ас ятып булмай бит инде, ошо ыумасты әүәләргә керешәбеҙ, ул ғына ла түгел, иртәгеһен үҙебеҙ менән эшкә лә алып китәбеҙ. Арып-талғанда шешәнән һемереп алһаҡ тәнгә йылы йүгерә, ҡулдарға көс ҡайта ине. – Ҡарсыҡ ҡабарып күренгән ҡамыр ыуалсыҡтарын ҡуш услап һыуы бығырҙап ҡайнаған кәстрүлгә төшөрә башланы, ҡалҡып бешкән ашына мул ғына итеп ҡаймаҡ та өҫтәп ебәрҙе. – Бына хәҙер, күҙ менән ҡаш араһындағы һыйым әҙер ҙә инде. – Өҫтәлгә ҡуйылған ҙур тәрилкәләргә баш бармаҡтай һары май ҙа һалды.

       Аштың ҡәҙерен ас ҡына белә бит инде ул, боламыҡҡа тартым ҡайнар ашамлыҡ телде йоторлоҡ тәмле ине.

      Тиҙ арала һауыттарыбыҙҙы ялтлатып ҡуйғайныҡ, уларға яңыһы өҫтәлде. Былары ла тирмәндәй ашҡаҙандарыбыҙға ауырлыҡһыҙ төшөп киттеләр. Күҙҙәребеҙ асылды, ысынлап та тәндәребеҙ рәхәтлектән иҙерәне.

- Рәхмәт, инәй, беҙ ҡуҙғалайыҡ, булмаһа. Тиҙ арала Байғужаға етһәк тау түбәненә тәгәрәп төшөп, ары күтәрелергә генә ҡала.

      Ҡарсыҡ бер түтәрәм арыш икмәген ҡырҡты, ике шешәгә ҡалған шыйыҡ ризыҡты тултырҙы ла артыбыҙҙан оҙата сыҡты:

- Йәмиләгә минән сәләм әйт, Гөлбаҙыян әхирәтеңдән, тигән!

      Салбар кеҫәбеҙгә тығылған шешә йылытҡас атлауҙары шул тиклем дә еңел ине.
      Түшәме бейек, затлы люстралар эленгән иркен залда затлы һыйҙан һығылған, мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылған табын артында ултырғанда гел генә сыйырсыҡ ояһылай өкәлтәктә көн иткән, киң күңелле, ҡунаҡсыл Гөлбаҙыян инәйҙе хәтергә төшөрәм, йәнә, һөткә туҡылып, йомортҡала әүәләнгән ҡамырҙан әҙерләнгән, ҡаймаҡ һалып һары май ҡушылған хандар ризығы ыумас тел осома килә.

 

                                                        

      

             

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас