Шау - гөр килеп көлә - шаяра медицина колледжы корпусынан сыҡҡан бер төркөм студенттар һары япраҡтар түшәлгән тротуар буйлап ятаҡхана яғына ағылды. Егеттәрҙең көр тауыштары, ҡыҙҙарҙың һауа ярып шаңҡылдатып көлөүе шаулы ҡаланы тағы байытты ғына. Ана баралар улар. Тик араларында бер ни булмағандай ғорур һында, ҡолағына наушник кейеп текә атлап барыусы бер ҡыҙ ҙа бар. Ул көлмәй, ул етди. Юҡ, группа старостаһы булған өсөн түгел, бар булмышы ахры уның шулай. Исмаһам бер генә булһа ла егеттәрҙең ирмәк ҡыланыштарына йылмайыр ине бит аниһә?! Ә ул туң.Исеме матур былай, Рәзилә ул. Әле лә аяҡ аҫтындағы япраҡтарҙы сөр сорғотоп шаярышҡан йәштәргә тамсы ла иғтибар итмәй бер үҙе атлай бирә . Һүҙ ҡушҡан бер кем юҡ , өйрәнгәндәр күрәһең уның был холҡона.
Ятаҡхана яҡын, иңдәренә еңелсә сумка аҫҡан егеттәр -ҡыҙҙар гүйә бар шауҙы үҙҙәре менән эйәртеп эскә инеп киттеләр. Моңһоу тынлыҡ ҡалды урамда. Һаҫыҡ газ өрөп үткән машиналар шауы ғына ишетелә. Ә тротуарҙа, әле генә йәштәрҙең аяҡ - ҡулына эләгеп, әҙме- күпме һауала осонған япраҡтар әкрен елгә иләҫләнеп, йөрәкһеп ҡалҡына биреп ҡуялар. Шыптыр, шыптыр...
Күңелһеҙ бер көй сығарып тағын ҡабаттан ергә түшәлә улар..
Ятаҡхана эсе күс айырғандай гөр килә. Шулай булмай ни, дүрт көн байрам ялы, тыуған яҡтарына ҡайталар бит улар! Кейем кәрәк - яраҡтарын йыйнап әле был, әле теге бүлмәгә сабышҡан ҡыҙҙар күренә, кемдер кемгәлер ниҙер биреп торған да, бөгөн килеп шуны эҙләп саба. Кухняла ҡайнатырға ҡуйған сәйнүк тә күптән ҡайнап, һыҙғырып арыған, тик әсе сыйнау бер кемгә лә барып етмәй.
Ә Рәзилә бер ҡайҙа ла ҡабаланмай. Коридорҙан бүлмәһенә уҙып барышлай кухнялағы ҡайнар быуы бөрккән сәйнүкте һүндерҙе ул, кемдеңдер коридорҙа төшөп ҡалған таҫтамалын да бармаҡ осона элеп иғландар таҡтаһы янана һәлендерҙе, күрһен, алһын эйәһе йәнәһе лә.
Улар урынлашҡан 105 - се бүлмәлә Рәзилә менән бергә иҫәпләгәндә дүрт ҡыҙ йәшәй. Икәүһе Әбйәлилдән, берәүһе Хәйбулла ҡыҙы, ә Рәзилә Баймаҡ тарафтарынан. Ишек төбөнә барып етер -етмәҫ эстәге сар- сор көлөшкән тауыштарҙы тыңлап бер аҙ туҡтаны Рәзилә. Уларға күңелле...
Ишек асып инеп, бер ауыҙ һүҙ өндәшмәй сисенеп,үҙ карауатына барып йығылды ҡыҙ. Юл сумкаларын шыплап тултырған әхирәттәре Рәзиләнең бер ҙә ҡабаланмай шулай йөҙтүбән ятыуына бер -береһенә ҡарап аптырашлы йөҙ сығарҙылар. Артыҡ әңгәмәгә ҡушылмаҫ Рәзиләнең холҡона өйрәнеп тә бөткәндәр улар ҙа. Серләшеп әллә нимәләр хаҡында һөйләшеп көлөшһәләр ҙә Рәзилә һис ҡушылмай шул әңгәмәгә. Йөҙөндәге етдилеге ауыҙ асып һүҙ ҡушырға ирек бирмәй ҡыҙҙарға.Һөйләшәләр ул ҡайһы саҡ, тик биҙ аҙ ғына, ҡоро ғына уныһы ла.
Түҙмәне Хәйбулла ҡыҙы Айһылыу:
— Рәзилә, һин ҡайтмайһың мәллә?- тип һораны.
— Не ваше дело...- яуап ғәҙәттәгесә ҡоро һәм тәккәбер ине.
Аптырашҡан ҡыҙҙар юл сумкаларын йөкмәп ишеккә йүнәлделәр.
— Рәзилә, шулай ҙа, бына бүлмәнең асҡыс, сыҡһаң әгәр вахтала ҡалдырырһың уларҙы. Беҙ алдан килеп бүлмәгә инә алмай йөрөмәйек инде , йәме. Пока, беҙ ҡайттыҡ, тип тумбочкаға шыртлатып асҡыстарҙы һалып сыҡты ҡыҙҙар.Коридор менән бүлмәне бәйләгән ишек дыңҡ итеп ябылып ҡуйҙы.
Рәзилә йөҙ түбән карауатына ауған көйө коридорҙа атлап алыҫлашҡан бүлмәләштәренең аяҡ тауыштарын арыуыҡ ишетелгәнсе тыңлап ятты. Тыңланы, тик ҡыҙҙарҙың ишектән сыҡҡас та уҡ : Рәзиләгә ни булған ул? Әллә ата- әсәһе менән һүҙгә килеште микән, нишләп ҡайтмай икән?- тигән аптырашлы һораулы һүҙҙәрен ишетмәне.
Рәзилә бер үҙе бер ятаҡханала. Алмаш -тилмәш күрше бүлмәләр ҙә йоҙаҡҡа бикләнеп шым ҡалды. Исмаһам шылт иткән дә тауыш юҡ.Оҙон коридор бер аҙ шомло ла. Бығаса асҡыс тотоп ишек асып ингәне, йә ишек бикләп сыҡҡаны булманы Рәзиләнең. Башҡаларҙан алда йыйынып сыға ла, улар ҡайтып бүлмәгә йән өргәс кенә ҡайтып инә ине. Бөгөн тәүгә тапҡыр бер үҙе бер бүлмәлә. Бүлмә генә түгел бар йыһан киңлегендә бер яңғыҙы ҡалды кеүек ул. Күкрәген әсеттереп күҙҙәренән атылып сыҡҡан йәш бөрсөктәренә ирек биреп һыңҡылдап иланы Рәзилә...
Байрам ялы үтеү менән берәм һәрәм оло юл сумкаларын йөкмәп тын бүлмәләргә йән өрөп студенттар ағылды ятаҡханаға. Ғәҙәттәгесә Айһылыу тәүләп килде Хәйбуллаһынан.
— Привееет, вот и мы, -тине ишекте асыу менән ул.
— Сәләм, сәләм! Дүрт көн түгел, дүрт йыл кеүек булды был һеҙҙең ял, бигерәк оҙаҡ, - тине Рәзилә лә бүлмәләшенең килеүенә ҡыуанғандай.
— Ә миңә ял киреһенсә етмәй ҙә ҡалды, әсәйгә ярҙам иттем шунда әҙерәк, өләсәйҙәргә һуғылып хәл белеп сыҡтым, танцыға ла барып булманы йүнләп, -тине Айһылыу үҙ сиратында.
Рәзиләнең йөҙө моңһоу икәне һиҙелә. Ғәҙәттә уны гел салбарҙа күреп өйрәнгәнгәме, оҙон халат олоғайтып ебәргәндәй үҙен, етмәһә күҙенәсә төшкән сәс ҡырҡымдарын һыпырып яулыҡ менән бәйләп ҡуйған. Бөтөнләй икенсе Рәзилә тора кеүек Айһылыу алдында. Теге юлы улар ҡайтып киткәндә дорфа һүҙен әйтеп ҡалған Рәзилә түгел кеүек.
— Ә һин нишләп ҡайтманың һуң, Рәзилә?- ямғыр сылатҡан курткаһын һелкеп киптерергә элгән Айһылыу Рәзиләне тертләреп һорауын бирҙе.
Ауыр көрһөндө ул. Тәҙрә ҡашағаһына таянған устарын быялаға йәйеп терәп, ҡайҙалыр йыраҡҡа текләгән Рәзилә ҡымшанмай тын ғына :
— Айһылыу, әсәйем үлде бит минең, бергенәлә ҡайтҡым килмәй әсәйһеҙ өйгә, - тине.
Айһылыу ни тиергә белмәй, хатта өҫкә күтәргән ҡулын да төшөрөргә ҡыймай, шым ғына Рәзилә янына килде.
— Рәзиләкәйем, кисер мине, белмәнем бит, - һыңғар ҡулын әхирәтенең яуырынына һалып, башын терәгән булды.
Бите буйлап аҡҡан ике юлаҡ йәш тамсыларын күргән Айһылыу ҙа түҙмәне, иланы.
— Ҡайғыңды уртаҡлашам, бирешмә...
Кемдеңдер ҡаты итеп ишекте туҡылдатыуы ҡыҙҙарҙы һиҫкәндерҙе.
— Кем...- Айһылыу өндәшеп тә өлгөрмәне, ишек асылды.
— Ҡыҙлар, сәләм! Сабина килмәнеме әле?- башын ярым ишеккә ҡыҫып һорау биргәне егет кеше ине. Ерән бөҙрә сәсенән үк танынылар, Айтуған ул, Сабинаның йөрөгән егете.
— Ул бөгөн үк килмәй, иртән иртүк атаһы алып килә ти ине.
Һорауына яуап алған егет рәхмәтен әйтеп ишекте япты.
Мырш мырш танауын тартып Рәзилә карауатына барып ултырҙы. Һүҙҙе ни менән дауам итергә, нисек Рәзиләне йыуатырға белмәй йонсоно Айһылыу. Ҡыйындыр инде әсәйһеҙ, әле бына ҡапҡа тышынаса сығып оҙатып ҡалған, төн йоҡламай күстәнәстәрен әҙерләп төйнәгән әсәйең бер көн булмаһын да ҡуйһын әле?! Уф, уйлауы әллә нисек...
Тынлыҡты Рәзилә үҙе боҙҙо.
— Беләһеңме Айһылыу, бер үҙем ҡалып саҡ алйыманым бит әй! Уйламаған уйым ҡалманы, шулай ҙа бөтөнләй ҙә әсәйемдең ҡәҙерен белмәнәнмен икән мин тигән фекергә килдем. Ғаиләлә берҙән бер бала бит мин. Әсәйемә дуҫ һәм әхирәт, таяныс булырға тейеш булғанмын . Ә мин? Үҙ донъямда тик йөрөгәнмен, һантый...
Атайымды ла аңламайым, әсәйгә бер яҡшы һүҙле булманы. Как эсеп алһа миңә малай тапманың, улым юҡ минең тип енләнер ине.
Атай һорағас мин дә һорайым тинем микән, бәләкәйерәк саҡта ҡусты кәрәк миңә тип биҙунландым. Әсәйемдең мине йыуатып, үҫкәс аңларһың балам, тигәне иҫтә, - бит алмалары буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен тыймай ҙа, һөртмәй ҙә ине Рәзилә. Яндаш карауатҡа килеп ҡара -ҡаршы ултырған Айһылыуға тура ҡарамай, ике күҙен телефоны экранындағы әсәһе фотоһына текләп хәбәрен теҙҙе ул. Әйтерһең дә һыҙланыуҙарын һытып сығарырға теүәл мәле еткән. Ошоғаса бер асылмаҫ текә Рәзилә түгел ине Айһылыу алдында.
— Ун берҙе бөткәс медҡа бар балам тип инәлде әсәйем, мине врач итеп күргеһе килде, ә мин еңмешлегемә барып Өфөгә киттем. Әсәй яңғыҙымды ебәрмәйем тип эйәреп барҙы. Вуз ға инә алманым, баллдарым етмәне, юрфак ка түләүлегә инәм тип бөттөм. Ҡиммәт ине, йылына алтмыш меңләп аҡсаны ҡайҙан алырмын икән, тип әсәйем бошондо. Ятаҡ юҡ, квартира снимать итһәң, ашау, юлға ла арыуыҡ аҡса китә тип ҡайғырҙы. Ярай атыу , тип инәлтеп кенә ошонда килеп документтарымды бирҙем. Эй ҡыуанған булды, бисарам. Үҙең ошонда уҡы тинең дә тип, ураған һайын уҡыу ауыр тип мыжыным әсәйемә. Бер ҡайтҡанымда телефон яңыртам тип аҡса һораным, ун һигеҙ меңлек телефонға күҙ төшкәйне. Әсәй ыңһырҙаны. Мин бер бөртөк балағыҙ, аҡсағыҙҙы йәлләйһегеҙ, һарандар, тип күҙ йәше түгеп иланым. Әҙ генә эш хаҡына күнеп әбейҙәр ҡарай ине әсәйем, артыҡ аҡсаһы ла булмағандыр инде, атай ҙа илке һалҡы эштәрҙә булды, эсте етмәһә, шулай ҙа уфтанып ҡына һандыҡтан ҡулъяулыҡҡа ураулы аҡсаһын сығарып бирҙе. Шул аҡсаға ошо телефонды алдым, - Рәзилә итәгенән күтәреп телефонын әйләндереп күрһәтеп ҡуйҙы.— Ни кәрәге хәҙер миңә уның? Ҡайҙа, ни хәлдә, асмы -туҡмы йөрөүемде әсәй булмағас бер кем шылтыратып һорамай , ураған һайын, мин онотһам да әсәй хәл белешә ине. Өшөмәйһеңме, ауырып ҡуйма тийеүҙәренә ҡаты - ҡото яуаплап та ҡуя инем бит, эх...
Әле генә яуып үткән ямғыр әллә кире өйрөлөп килде, тәҙрә рамдарына һыбаштырып эре ҡар ҡатыш бөртөктәр яуа башланы. Һалҡын ҡараңғылыҡ, йән өшөткөс тынлыҡ хөкөм итте бүлмәлә. Урынынан ҡыбырларға ҡыймай ултырған Айһылыу, башын баҫып тын ҡалған Рәзиләнең яуырынынан һыйпай биреп урынынан ҡалҡты. Сәй ҡуйҙы, алып килгән өй күстәнәстәре менән өҫтәлде тултырҙы. Артыҡ әллә ни һөйләшмәй генә сәй һемерҙеләр. Мөлдөрәмә йәш тулы күҙҙәрен тәҙрәгә төбәп ултырған әхирәтенә Айһылыу иғтибар итмәҫкә тырышты, унан алда үҙе һытылыр кеүек тойҙо.
— Беләһеңме Айһылыу, бөгөн мин төш күрҙем. Әсәйем бала саҡтағылай икенән ярып сәсемде үрә икән тием. Ҡулдары башыма тейеү менән шундай рәхәтлек кисерә инем, оҙаҡ итеп үрһен ине сәсемде тип теләйем үҙем. Тик төш төш кенә булып ҡалды. Уянып киттем, бер үҙем бер бүлмәлә, - Рәзилә шым ғына ҡульяулыҡ ситенә күҙ төптәрен һөртөп ҡуйҙы,— үсегеп ҡайтмай ҡалһам, кемдән булһа ла берәйһенән күстәнәс ебәрә ине. Исмаһам телефон аша әсәй рәхмәт тиһәм ни булған икән? Шылтыратып алдыңмы балам, тиһә, алдым тип ҡоро ғына яуаплай инем. Аяҡтарың өшөп йөрөмәһен тип дебеттән иләп ойоҡ бәйләр ине , сәнсә тип уларын һелтәп ебәрә инем, эх ми-и-и-н, әсәй мәңге йәшәр тип уйланым микән ни?!
Бер ауыҙ һүҙ сығармай тын ғына тыңлаған Айһылыу:
— Ҡасаныраҡ үлде һуң әсәйең?- тип һорап ҡуйҙы. Һорауы ибәтәйһеҙ кеүек сыҡты, бер аҙ уңайһыҙлыҡ кисерҙе.
— Етенсе сентябрь. Уҡыу йылы башында ауылдан икәү бергә сыҡтыҡ. Ҡалаға барам, йомошом бар тине әсәй. Вокзалға килеп төшкәс, нишләптер мине ҡосаҡлап хушлашҡыһы килде, ә мин...- Рәзилә тамам һығылып карауатҡа ауып илай башланы, — мин һиңә баламы ни ҡосаҡлашып торорға тип ялтандым, белһәм әгәр шунда һуңғы тапҡыр күреүемде...алйот мин, диуана...
Ғәҙәттәгесә изге теләктәрен әйтеп китеп барҙы әсәйем, күҙемде алмай артынан ҡарап ҡалдым. Башымда бер уй юҡ ине, һәр аҙымын ҡарап тик торҙом. Һуңғы күреүем шул булды...
Больница яғына инеп китте, әсәй ниндәй йомош менән бараң, тип тә һорамағанмын бит?! Ә ул больницаға барған...
Тик һуң...- һыңҡылдап илауҙан танауҙары тоноп тауышы ла ҡарлыҡты Рәзиләнең.
— Илама, Рәзилә. Етәр, илама. Иртәгә уҡыуға, күҙ битең шешенер, килешмәй бит улай. Әйҙә, йыуын, дәрес ҡараштырайыҡ, - Айһылыу нисек тә Рәзиләне тынысландырып маташты.
— Ярай бөттө, Айһылыу, мин бер кемгә лә һөйләгәнем булманы эс серҙәремде, һиңә ышаныстан ғына шулай, - тине ул.
Аҙаҡ та эс серҙәре менән бүлешеп торорға килешеп ҡараңғы төшә барған урамға ҡорған ҡаплап һәр кеме уҙ урынына барып йығылды.
Бер сиселгәндә тигәндәй уйланымы Рәзилә һаман да әсәһен теленән төшөрмәне.
— Теге саҡ, мин телефонға тип һораған аҡсаны ла ул түләүле больницаға күренеү өсөн һаҡлағандыр ул. Мин мәктәптә уҡығанда уҡ, атай әсәйҙән аҡса таптырып , талап тиерлек алғайны. Больницаға тип һаҡлайым, тигән һүҙҙәренә яуап итеп атай: "һинең ауырыуың бөтмәҫ, сирләшкә!" тип екеренгәйне. Эстән һыҙып, май шәмеләй һүнгән әсәкәйем, мин дә, атайым да шуны күрмәгәнбеҙ...
Хәҙер килеп зыяратына ҡиммәтле мәрмәр таш ҡуям тип йөрөй атайым, үлеүен үлгәс әсәйемә нимәгә инде мәрмәр...?
Күңеле сикһеҙ даръялай урғылған был ҡыҙҙың уй кисерештәренең осо ҡырыйы ла күренмәй ине. Яңылыш ҡына бер ауыҙ һүҙ әйтеп, яраһына тоҙ һибеүҙән өрккән Айһылыу тын ғына тыңланы ла тыңланы. Ошоғаса ғорур һынлы, артыҡ һүҙ сығарып бармаҫ ҡыҙ, бөгөн бөтөнләй икенсе ине. Эстән һанһыҙ ҡоршаулы текә семәрле ваза кеүек. Саҡ ҡына һаҡһыҙлыҡ мең остоҡҡа бүленергә торғандай.
— Айһылыу?
— Әәү?
— Ә һин йән осоп йөрөүенә ышанаһыңмы?- сетерекле һорауҙан баҙап ҡалды Айһылыу.
— Ҡырҡ көнө тулғансы йән зыярат менән нигеҙ араһында йөрөй тиҙәр бит, ысындыр күрәһең, - тигән булды.
Бер аҙға ғына тынлыҡ урынлашты бүлмәлә. Күрше бүлмәләгеләрҙең иҙәнгә ниҙер төшөрөп әсе ҡысҡырып ебәреүҙәре, аҙаҡ көлөшөүҙәре, кемдеңдер йәпһеҙ һүгенеүе лә ап - асыҡ ишетелде.
Оҙаҡҡа барманы 105-се бүлмәләге тынлыҡ.
— Иҫләйһеңме, уҙған йыл тәүгә ата- әсәләр йыйылышы булды.
— Эйе, где - то ноябрь айы ине шикелле...
— Шунда мин төбәп атайҙы саҡырҙым йыйылышҡа, ул килде. Әсәй мәхрүм ҡарап ҡалды. Мин барһам ни була ҡыҙым, тине сығыр саҡта. Кешеләрҙең әсәләре сәстәрен матур итеп ҡырҡтырып прическа яһап йөрөй, ҡаш һыҙҙырып тырнаҡ буята, ә һин әсәй, гел яулыҡта, ҡашың да юҡ, короче оялам һине минең әсәйем тиергә, тинем. Көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы. Әле бына фотоһына ҡарайым да, иҫ киткес һылыу булған икән әсәкәйгенәм тием... Буяулы тырнаҡ, һыҙылған ҡаш ҡына йәмләйме ни кешене?! Ненормальная мин!- үҙен үҙе һүккән Рәзиләнең фекерҙәре дөрөҫ ине шул.
Башҡаса бер кем дә һүҙ башламаны тиерлек. Юл һуҡҡанмы, арыған ине Айһылыу. Урын йәйеп утты һүндереп ятып китте. Ә Рәзилә һаман телефонына текләп ята бирҙе.
Ғәҙәттәгенән иртәрәк ятҡанғамы, ете төн уртаһында уянып сәғәт ҡараны Айһылыу. Төнгө өс. Оҙаҡ йоҡлаған һымаҡ тойолдо уға. Ни бары биш сәғәт кенә йоҡлаған әле, ә йоҡоһо сәпсим бөткәндәй. Рәзилә лә йоҡлай ахры, тигеҙ тын алғаны ишетелеп ҡала.
Ҡорғандың етә ябылмаған ситенән күренгән төнгө күкте күҙләп тик ятты Айһылыу. Айлы һалҡын төн күгендә йымылдашҡан һанһыҙ йондоҙҙарҙың иҫәбен барлап маташты. Аҙашты һандар, талды күҙҙәре лә... Йомдо керпектәрен...
Рәзиләнең ыңғырашып ниҙер ауыҙ эсенән мыңғырлауына бер аҙ башын ҡалҡытып ҡарап ҡуйҙы Айһылыу. Һаташа шикелле...
Юҡ. Бер аҙҙан тағын ҡабатланды шул уҡ хәл. Тешен шығырлатып башын борғолаған Рәзилә ап асыҡ итеп бер мәл " Ғәфү ит мине, әсәәәй..."- ти ине.
Миңзәлә СИРҒӘЛИНА.