

Үләндекүлдән Һултан күленә һарыҡтарыбыҙҙы ҡыуып алып килдек. Ҡыуыш-ҡурабыҙ менән күсенеп килдек, дөрөҫөрәге. Иртән иртүк, ҡояш ҡалҡмаҫ элек ҡара ҡомған, йомро сүлмәкте арба артындағы тимер ырғаҡтарға элеп,түшәк -юрғандарҙы төйнәп, балта-сүкештәрҙе, сеүәтәләрҙе оло киндер тоҡҡа тығып , ике әйҙәнсеҡ һарыҡты арба артына тейәп алып ҡуҙғалғайныҡ,төштән һуңға Һултан күленә килеп туҡтаныҡ.Сыҙап торғоһоҙ эҫелә сарсаған,хәле бөткән һарыҡтарыбыҙ бер-береһен тапарҙай булып һыуға йомолдолар.Быйыл ямғыр юҡ.Ямғыр түгел,иртәнсәк ергә ысыҡ та төшкәне юҡ!Күлдең һыуы һайыҡҡан.Кәртәнең һайғауҙарын,ҡыуышыбыҙҙы,оҙон тимер һыу һауыттарын тракторҙың арбаһына тейәтеп ебәргәйнек,тракторсы ағай күл буйына бушатып киткән икән.Атай менән Сәйҙеғүмәр бабай кәртәләрҙе йыйып,ҡора башланылар.
—Улым,атыңды туғара һал да,сәйнүкте тағанға элеп ебәр!Һауыттарға һыу ташы.
Арбанан һикереп төшөп, арҡалыҡты сисәм,дилбәгәнең остарындағы ырғаҡтарҙы йүгәндең дүңгәләктәренән ысҡындырам. Шунан ыңғырсаҡты сисеп алып арбаға һалам, шаҡырайта бәйләп ҡуйылған тамаҡ бауын сисеп, дуғаның ике яғына эләктерелгән тәртәләрҙе ысҡындырам, унан дуғаны алып, арбаның алғы тәгәрмәсенә һөйкәтеп ҡуям, ышлия, ҡамытты сисеп алып арбаға ырғытам. Атым башынан югәнен һыпырып ағанымды сабыр ғына көтөп тора. Йүгәнем менән атымдың һыртына ипләп кенә һуғып алһам, ҡолатым Сәйҙеғүмәр бабайҙың саптары артынан күлгә төшөп китә. Улар күлдең һыуын бер аҙыраҡ еҫкәп торалар,шунан ҡомһоҙланып һыу эсергә керешәләр.
Юл саңына бысранған ҡомғаным менән сүлмәгемде ике ҡулыма тотоп, һыҙғыра-һыҙғыра аттар артынан эйәрәм. Тәүҙә услап-услап танһығым булғансы һыу һемерәм , шунан күлгә сумып сығам,аҙаҡ сүлмәк менән сәйнүккә һыу һоҫоп алып, тағанға эләм дә, утын эҙләп тирәктәр араһына инеп китәм.
Атайҙар кәртәләрен ҡороп бөтөүгә минең сәйем ҡайнап,сүлмәктә картуф бешеп сыға.
—Атай,Сәйҙеғүмәр бабай,сәй эсергә килегеҙ!-арбаға менәм дә көтөүселәрҙе һөрәндәйем.
Сәйетғүмәр ул бабайҙың ысын исеме.Сәйхүр ғына булғасы мин уны Сәйҙеғүмәр, тейем.
Арбаға яҡын ғына итеп табын ҡороп ебәрәбеҙ,сөсө икмәк,эре шәкәр, эҫегә шып-шыйыҡ булып ирегән һап-һары ғына май,ҡаты ҡорот та,боһорап ултырған картуф! Бай-түрәләр табыны ары торһон!
Ботинкаларымды арба аҫтына ырғытам да,ашъяулыҡ янына ултырам.Шым ғына тамаҡ туйҙырабыҙ,аҙаҡ тирләп-бешеп сәй һөрпөлдәтәбеҙ.
Сәйҙеғүмәр бабай бишенсегә яһап алған сәйен тәмләп кенә һемерә лә,көрөшкәһен ашъяулыҡҡа түңкәрә.
—Аллаһу әкбәр!Сәйҙән башҡа бер ни көтөүсенең һыуһынын баҫмай.Бына тамырҙар киңәйеп,зиһендәр асылып китте,күҙҙәр күреп ҡалды!Һыйыңа рәхмәт, улым !
Унан теүәтәйе менән битен яба ла,ергә түшәлгән юрғанға һуҙылып ята .Биш минут үтәме-юҡмы,танауы һыҙғыра ла башланы.
—Ана, Яйыҡ яғынан болот күтәрелде түгелме,атай?-һуҡырҙың теләгәне- ике күҙ !Ямғыр көтөүем!
—Трактор төтөнө, балам. Бынау малдар хаҡы өсөн ямғыры һибәләп китһәсе .Һарыҡтарҙың һуң...ней гонаһтары бар ?Бахырҙарҙың тояҡтары нисек көймәйҙер ,көндөҙ түгел,төнөн ергә баҫҡыһыҙ ,табан өтөлөп бара...-атай шымып ҡала,оҙон уйҙарға батып ултыра,шунан ауыҙ эсенән генә йырлай.Көн оҙоно ҡыҙыу ҡояш аҫтында көтөү ҡыуып,кәртә ҡороп йөрөп арыны улар.атай кирза итектәрен сисеп,сылғауҙарын итек ҡуңысына ташланы .Баш аҫтына костүмен төрөп һалды ла , Сәйҙеғүмәр бабай артынан әүен баҙарына китте.
Күктә ай ҡалҡты, йондоҙҙар йым-йым килделәр, Айҙың шәүләһе йылтыр ғына күл өҫтөнә төштө,әкрен генә ел иҫте лә ,күл ситендәге ҡамыштар быш-быш серләштеләр,күлдең аръяғында өйрәк ҡысҡырҙы,күл өҫтөнән аҡсарҙаҡтар осоп үтте,сиңерткә тауыштары ишетелде.Сиңерткә күп быйыл,көндөҙ генә түгел,төнөн бер туҡтауһыҙ нимәһен сүкейҙер?
Үләндегүлдә тынысыраҡ ине.Бында
төнө шомло .Һарыҡтар ҙа бөгөн тынысһыҙ һымаҡ.Нимәнәндер ҡапыл өркәләр ҙә,бер-береһен тапап алып барған һымаҡтар.Етмәһә,атайҙар минән алда йоҡлап бөттөләр.Көслө еле сығып китте,тирәктәр шаулашты, түлҡындар йүгерешеп ,ярға бәрелеп-һуғылдылар,күл өҫтөндәгә түңәрәк айҙы үткер бысаҡ менән телгеләп ташланылармы ни.Баяғы аҡсарҙаҡтар хас кеше һымаҡ ҡысҡырып көлөп ебәрҙеләр.Улар беҙ килгәнгә шатмы икән шулай?Әллә киреһенсә кәйефтәрен ҡырҙыҡмы беҙ ?
Сәйнүҡ эленгән таған аҫтында күмерҙәр көйрәй әле.Атай менән Сәйҙеғүмәр бабай йоҡлайҙар.Улар икеһе лә ҡаҡса ғына,бәләкәс кенә булып яталар.Сәйҙеғүмәр бабайҙың теүәтәйе битенән шыуып төшөп киткән,таҡыр итеп ҡырылған башы ялтырап ятҡан һымаҡ,ә атайҙың бөҙрә сәстәре оҙон булып етеп киткән.Икеһе лә йонсоғандар,таған эргәһендә түңкәреүле ятҡан сөгөндөң аҫты һымаҡ дөм ҡара булып ҡояшҡа көйгәндәр.
Мин арбалағы алама куфайкы өҫтөнә һуҙылып яттым.Аяғым осонда дуға,ыңғырсаҡ,баш осомда ҡамыт ята.Сыбыртҡы ла янда ғына! Ҡамыт еҫенә йылан килмәй,имеш.Быға тиклем йылан күренмәне.Яңы ерҙә нимә булмаҫ!
Күктәге ай бөгөн шундай яҡты.Ул Ифаратты,Һултангүлен,Оҙонғырҙы,Олобейек һырттарын,Ирәндекте,бүтән алыҫ тарафтарҙы , тирәк баштарын, кәртәләге һарыҡтарҙы, тәрән йоҡоға талған көтөүселәрҙе ,хатта үлән араһындағы сиңерткәләрҙе сихри нурына ҡойондорҙо бөгөн.Ифрат яҡты бөгөнгө төн!Ҡәҙер киселер был!
Тау баштарындағы таш һындар алыҫтан ҡарасҡы һындары һымаҡ күренәләр миңә.Ана шул таш һындар эсендә тау эйәһе йәшәй , имеш,тигәндәрҙе ишеткән бар ололарҙан !Хаммат кошарының да эйәһе бар,тип ҡурҡыталар.Әҙәм күҙенә ҙур ҡыҙыл үгеҙ булып күренә имеш!
Ҡурҡҡанға -ҡуш!Тау башындағы һындар бер мәл ҡыбырҙап киткән һымаҡ,улай ғына ла түгел,беҙ торған ергә бер һын атлап килгән һымаҡ!Сыбыртҡы һабын усыма нығыраҡ ҡыҫтым,эргәмә килеп етһә,һауаны ярғансы шартлатып ебәрмәксемен!
Шулай ята торғас,йоҡлап киткәнмен.Бер заман көңгөр-ҡаңғыр һөйләшкән тауыштарға уянып киттем.Сыбыртҡым- усымда !Арбала ятҡан килеш күҙәтеп ятам.Атай тороп ултырған, табын янында ҙур кәүҙәле ир ултыра,Сәйҙеғүмәр бабай баяғы урынында күккә баҡҡан көйө ята.Ай Олобейек өҫтөндә эленеп тора.Һарыҡтар тып-тын,тирәк аҫтында саптар менән ҡолаттың ҡара шәүләләре күренә.Сиңерткәләр йоҡламаған, һаман нимәлер сүкейҙәр.
Был төнгө ҡунаҡ тауҙан төшкән теге мин күргән һын бит!Эске бер тойғо шулай һиҙҙерҙе.Ә ул бер ваҡытта ла алдамай!
Ирҙәрҙең әңгәмәһенә йоҡо аралаш төшөнә алмай яттым бер аҙ.
-Шау алтын өҫтөндә йәшәп ятаһығыҙ,ниңә һарыҡ көтөп интегәһегеҙҙер...-баяғы уҙаман шулай тей атайҙарға.Ул миңә арты менән ултырған.Йөҙөн күрә алманым.
-Ул алтындың ҡайҙа ятҡанын белергә кәрәк бит әле,йәшерелгән урынын табырға,-атайҙың тауышы быныһы.
-Һеҙҙең ата-олатайҙарығыҙ йәшергән бит,ҡайһы тәңгәлдәрәк икәнен әйтмәй китеп бөттөләрме ни?-баяғы ир шыбырлауға күсә.
-Беҙҙең,ҡустым,хазина эҙләй торған ҡоралыбыҙ юҡ шул.Икенсенән ...алтын кемгә бәхет килтергән...Йәшерһәләр-фәҡәт ҡайҙа йәшергәндәрен әйтеп,аңғартып китерҙәр ине,тимәк йәшерерлектәре булмаған.Унан ,ҡустым,бик анһат байып китергә теләгәндәр ҙә,тау аҡтарып,алтын соҡоғандар ҙа,бәхеткә ирештеләрме икән?Ҡуштүбәлә алтын тейәлгән ылауҙы талап алып ҡасҡандар бәхет таптыларҙамы,Олобейектә ат башындай алтын тапҡан Навалихин бәхетле булдымы икән?-атай тәмәкеһен тоҡандырҙы.
Тынлыҡ урынлашты.
-Түбәһе күккә тейгәндер инде Навалихиндың!Ат башындай алтынды күтәреп бейеп китмәҫ ине!
-Әллә инде.Түбәһе күктең нисәнсе ҡатына барып еткәндер...Анау ағастар аҫтында уның ҡәбере.Барып һора!Ҡустым, хазина тапһам ине,тип хыял итә лә ул әҙәм,ул хазинаһы менән ҡайҙа бара һуң ул?
-Тапһам,нисек аҡсаға әйләндереү юлын табыр инем,-төнгө ҡунаҡ бер тәмәкеһен тартып бөттө лә икенсеһен ҡабыҙҙы.-Нишләп ул бәхет ер аҫтында ята икән ул,ә,көтөүсе ағайҙар,нишләп?Нишләп уны ер өҫтөнә һибеп кенә ҡуймаған икән ул Хоҙай?
-Ер өҫтөнә һибелгән ул бәхет!Һибелгән ул!Һин,ҡустым,ер өҫтәнә һибелгән бәхетте эҙләп ҡараманыңмы һуң?Ер өҫтөндәген эҙләп ҡара!
-Кәртә эсендә торған һарыҡтарыңды әйтәһеңме,ағай?Дала буйлап һибелеп киткән һарыҡ артынан оҙон сыбыртҡы һөйрәп йөрөү бәхетме һинеңсә?-ҡунаҡ ағайҙың һүҙҙәре мыҫҡыллы яңғыраны.
Сәйҙеғүмәр бабай тороп ултырҙы. Сәйнүктәге сәйҙең һарҡындыһын көрөшкәһенә ҡойҙо.
-Бына ,ағай,һин дә ер өҫтөнә һибелеп киткән бәхетте эҙләп йөрөйһөңмө?Таптыңмы һуң һин ул бәхетте?-ҡунаҡ Сәйҙеғүмәр бабайға боролдо-,әллә һинең дә бәхетең ошо һарыҡтармы?
-Бәхетте әйтәһеңме,ҡусты? Таптым мин ул бәхетте!Һин әйткән ер аҫтындағыһын да,ҡәйнеш әйткән ер өҫтөнә һибелгәндәрен дә таптым!
-Ысынды һөйләйһеңме?
-Бушты һөйләп ултырырға мин малаймы әллә?Бына ошо йоҙроғом хәтле алтын таптым!Бөтә ауыл күрҙе!-Сәйҙеғүмәр бабай төйөлгөн йоҙроғон теге ирҙең танауына эргәһенә ҡуйҙы.
-Китсе!!-ирҙең күҙҙәре аҡайҙы,-ҡайҙа иттең инде һин уны?
-Ай буйы ошо алама кәстүм кеҫәһендә йөрөнө лә ул хазина,бер көн юғалттым мин уны!-Сәйҙеғүмәр бабай моңһоу йылмайҙы,-кеҫәлә йөрөткәнемдә үҙемде бер хәсрәт йөрөткән һымаҡ тойоп йөрөнөм,биллаһи!Кемгә хәсрәт,кемгә бәхет ул алтын...Сәйҙеғүмәр бабай тау башында ултырған таш һынға төртөп күрһәтте-Анауы тау эйәһенеке бит ул хазина!
-Китсе.Йоҙроҡ хәтлем алтын түш кеҫәңдә йөрөһөн дә,нисек бәхетте тоймайһың инде?-ҡунаҡ һаман төпсөндө.
-Ә кем әйтте һиңә ул алтын түш кеҫәһендә йөрөнө тип? Уны маһайтып,түш кеҫәһендә йөрөтөргә һин мине кем тип белдең?Ул алтын киҫәге бына ошо кеҫәмдә йөрөнө!-Сәйҙеғүмәр бабай ҡулын кеҫәһенә тыҡты ,костүм эсенән кеҫәне йыртып тос йоҙроғо килеп сыҡты. Терт итеп ҡалды ҡунаҡ ир,атайым күл буйын яңғыратып көлдө,уға Сәйҙеғүмәр бабай ,аҙаҡ теге ир ҙә ҡушылды.
Шунан улар тынып ҡалдылар.Телдәренә таш элгәндәй арыуыҡ ултырҙылар.Һәр береһе шул бәхет килтерер алтын тураһында уйлаштылармы икән?Белмәйем.
-Бол таратҡан ерҙәргә эләгеп булманы инде.Тапҡан-ҡапҡаныбыҙҙы тир түгеп алдыҡ,-атайым тынлыҡты боҙҙо.
-Йә булмаһа,сәй ҡайнатайыҡ,ҡ унаҡты сәй менән һыйлайыҡ,-тине Сәйҙеғүмәр бабай-үҙе таған аҫтына сытыр ырғыта башланы.
-Көтөүселәргә ҡунаҡҡа килеп,сәй генә һемереп ултырмаҫмын инде, ит бешерегеҙ давай,һуйығыҙ һарыҡ!
-Һин,ҡустым,беҙҙе көтөүсе,тигәс тә, көн дә һарыҡ һуйып,төпөш елек һурып ултыралар,тип уйлайһыңмы?Отаралағы ете йөҙ һарыҡтың бөтәһе лә иҫәптә.Баяғы һыуыҡ картуф бар оҡшаһа...-атайым сепрәк ябылған ашъяулыҡты асып ебәрҙе.
—Кил , улым ,сәй эсәйек!—атай минең аяғымдан тартты.
—Юҡ, йоҡом килә, атай...—бөгәрләнеп кенә яттым.
—Арбала кеше бармы ни?—ҡунаҡ ағай атайымдан һораны.
—Эйе. Минең иң ҙур хазинам ята унда.Бәхетем!Улым ята.Беҙҙең һымаҡ көтөүсе ,—атайым өҫтөмә кәстүмен япты ла арҡамдан ҡатып бөткән устары менән һөйҙө.
Мин төш күрҙем. Һарыҡтар минең арбамды уратып алғандар ҙа: «бәә!бәә!бәәхеет!» тип баҡыралар икән тим.
Иртәнсәк уянып китһәм ҙур ҡыҙыл ҡояш өҙәңге буйы күтәрелеп киткән. Ергә ысыҡ төшкән дә, һылыу ҡамыштар, көмөш әремдәр, ап-аҡ мамыҡлы ҡылғандар, юл япраҡтары, ҡыуарған үләндәр, билсән өҫтәрендәге ысыҡ тамсыларында ҡояштың нурҙары төрлө төҫтә һикерешеп бейейҙәр.
Атай менән Сәйҙеғүмәр бабай һарыҡтарҙы ҡыуып алып киткәндәр.Улары ер ҡаплап Ҡаратауға менеп баралар.Мин күлдән услап алып һыу эстем дә,көтөү артынан йүгерҙем.
-Атай,Сәйҙеғүмәр бабай!Күрҙегеҙме?Ергә бәхет һибелгән!Бәхет һибелгән!
Атайҙар мине ишетмәне.Һайт-һайтлап һарыҡтарҙы ҡыуып киттеләр.
Тау үрендә таш һындар араһына бер шәүлә инеп киткәндәй булды!Тау эйәһе ул!
С.Тамимдар.