+30 °С
Болотло


Яҡташыбыҙ исеме Урал аръяғы төбәгендә генә түгел, ә республикаға билдәле булған яҙыусы һәм журналист, бик күп һанлы китаптар авторы, башҡорт әҙәбиәтенә, республикабыҙ милли матбуғат үҫешенә тос өлөш индереүсе ҡәләм оҫтаһы Хәйҙәр Тапаҡовтың "Йәшлеккә ҡайтыу" китабының исем туйы һәм юбилярҙың ижад кисәһе үтте. Сарала Хәйҙәр Ниғәмәт улының дуҫтары, коллегалары, туғандары һәм яҡындары ҡатнашты. Юбилярға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!