- Минең бер елле генә план бар әле Тимур!
- Һөйләп ташла әле Гена! Ниндәй пландар һине минең арттан шулай йүгертте икән? Тимурҙыңда бер аҙ ҡыҙыҡһыныуы артты, был Гена тигән дуҫының планына.
- Бында ярамай! Әйҙә анау тирәгәрәк барайыҡта шунда әйтермен. Гена тигәне Тимурҙы етәкләп, кеше һирәгерәк йөрөгән ергә әйҙәне.
- Кешенән йәшерерлек ниндәй серле планың бар һуң Гена? Тимурҙың ҡыҙыҡһыныуҙан күҙҙәре йылтыраны.
Кеше һирәк йөрөгән ергә килеп туҡтағас, Гена серле генә йылмайып Тимурҙан һорап ҡуйҙы.
- Тимур дуҫҡай һинең ожмахты күреп, етенсе күктә осҡоң киләме?
Генанан йүнле һүҙ көткән Тимур, дуҫының мәғәнәһеҙ һорауына йәне көйҙө.
- Һин альйотты тыңлап торған мин альйот! Тимур китергә ынтылды, ләкин һары баш бының юлына тағы арҡыры сыҡты.
- Тимур һин мине тыңлап бөтмәнең әле!
- Ха һинең мәғәнәһеҙ һүҙҙәреңде тыңлауҙан миңә ни мәғәнә? Кит торма юлда. Тимур Гена тигәнен ситкә этеп алға ынтылды. Һары башта бирешкәндәрҙән түгел ине.
- Бына ҡара Тимур миндә нимә бар! Ул кеҫәһенән шприц тулы шыйыҡса алып Тимурға һондо.
- Быныһы тағы ни була һуң? Тимурҙың һүрелгән ҡыҙыҡһыныуы тағын тоҡанды.
Дуҫының ҡыҙыҡһыныу артыуын күргән Гена, дуҫын тағыла ҡыҙыҡһындырырға тырышты.
- Бына ошо инде Тимур ожмаҡ ишектәрен асыр мәтдә! Был һиңә бензин, клей еҫкәп кенә альяу түгел, ә ысын мәғәнәһендәге кәйефләнеү буласаҡ! Бәлки икәүләп ҡабул итеп ҡарарбыҙ ә? Мин инде быны нисек ҡабул итергә икәнлегендә беләм. Бына ошолай итеп. Гена уң ҡулын асып нисек ҡаҙарға икәнендә күрһәтеп ебәрҙе хатта дуҫына.
- Һин мине упҡынға этергә уйлайһыңмы Гена? Был бит Наркотик! Һәм һиңә лә кәңәш итәр инем аның һымаҡ нәмә менән булашмаҫҡа. Тимур дуҫына асыуы килеп ҡараны.
- Юҡ.. юҡ был бит Наркотикка инмәй Тимур! Был унан көсһөҙ бит ул! Хатта бынан уға өйрәнеүҙә булмай! Гена был баш тартып ҡуймаһын тигәндәй өгөтләне лә өгөтләне дуҫын.
Әгәрҙә Тимур баш тартһа, уның бөгөн һуңғы көнө буласаҡ бит. Былайҙа башынан үтенескә сумған Генаға бөгөн һуңғы һүҙен әйтте баш Наркодилер.
- Әгәрҙә бөгөн берәй бай клиент тапмаһаң, иртәгә йәнең күктә буласаҡ! Әгәрҙә инде эшең уңһа, барлыҡ үтескә алғаныңды йыуып ташлап премияһында бирәрмен!
Шунлыҡтанда тырыша ине Гена дуҫын энәгә ултыртырға.
- Юҡ Булмай тигәс булмай Гена! Тимур ҡайтыу яғына ынтылды, әммә Шул саҡ Генаның әсе итеп һыҙғырыуы булды, ҡайһы аралалыр Тимурҙы өс дүрт егет уратып та алды.
- Ни эшләүең был һинең Гена? Ҡобараһы осҡан Тимур Генаға ҡараны. Ә уныһы балалыҡ дуҫын һатыуҙан ғәрләнеп башын эйҙе.
Гена урынына ҙур һары тештәрен йылтыратып көлгән берәү яуапланы.
-Күреүемсә дуҫҡай һин ожмахтан баш тарттың шикелле эйеме? Шуға һине үҙебеҙ көсләп алып барып күрһәтәек тигән инек. Аҙаҡ күреп тор үҙең беҙгә рәхмәт әйтерһең әле, ожмах тәмен тойоп алғас.
- Юҡ һеҙ мине ғумерҙә лә бойһондора алмаясаҡһығыҙ! Тимур зәһәр сәсеп ҡаршыһында торған егеткә ҡараны.
- Уныһын киләсәктә күрербеҙ дуҫҡай. Ә хәҙер егеттәр ошо аҡ һөйәкте машинаға тейәгеҙҙә, әйҙә алға. Уның ҡул һелтәүе генә булды, башҡалары Тимурға ташланды.
Егет аңына килгәндә ниндәйҙер бер ҡараңғы таш баҙҙа ята ине.
- Ха егет айныҡтыңмы? Үтә күп ебәреп ташланыҡ шикелле һиңә дозаны! Хатта үҙебеҙҙә ҡурҡып киттек, шундай бай кешенең малайын иртә юғалтып аҡсаһыҙ ҡалдыҡ тип.
Тимур көс хәлгә күҙен асып ҡаршыһында торған кешегә ҡараны, ҡаршыһында баяңғы эре тешле ялбыр баш тора ине.
- Мин ҡайҙамын ул? Тимур көс хәлгә, ятҡан еренән тороп ултырҙы.
- Ә бына быныһын белергә һиңә иртәрәк әле дуҫҡай! Бәлки башта танышырбыҙ? Мине Генаның дуҫы башлығы Варис тип беләрһең! Просто Варя тиһәңдә үпкәләмәм. Башлыҡ тигәндәре ғәҙәтенсә һары тешен йылтыратып Тимурға танышыр өсөн ҡулын һуҙҙы. Ләкин Тимур Варя тигәндәренең ҡулын алыу түгел, ә унан ерәнеп ситкә тайшанды.
Тимурҙың был ҡылығы, Варисҡа бер нисектә тәьҫир итмәне.
- Ярар ярар дуҫҡай кискә табан һин миңә тубыҡланып киләрһең әле, шунда инде ҡарарбыҙ кемдең кем икәнен! Ә хәҙергә хуш булып тор! Варис сығыу яғына атланы.
- Ҡуйсы Сәлимә бөтөрөнмәсе ул хәтлем! Табылыр әле ҡайҙа киткән тиһең. Хәлим ағай бер туҡтауһыҙ һыҡтаған ҡатынының иңенән ҡосаҡлап алды.
- Һиңә ни булды ни ҙә булманы ни!
Өсөнсө көн бит инде, өсөнсө көн. Ҡайҙа ғына юғалдың инде балам? Исмаһам мине Әсәңде уйлаһаңсы. Сәлимә апай ире ҡосағынан айырылып, һыҡтай-һыҡтай өйҙө арҡырыһы буйына тапаны.
Хәлим ағайҙа ни эшләргә лә, ни уйларға ла белмәне улы хаҡында.
Өсөнсө көн бит инде хәҙер улының уҡыуға тип сығып китеп ҡайтмауына.Бар мәктәпте һорап сыҡты. Әммә юҡҡа ғына, дәрестәре бөтөүе менән ҡайтырға сыҡҡанынан башҡаһын, бер кем күрмәгән. Берәй ергә сығып китте тиер инең, улай былай туҙып йөрөгән егеттә түгел бит уның улы.
Хатта бөтөн Башҡортостан буйлап эҙләгән милиция ла эҙенә төшә алмағас. Әллә тере ул?әллә үле?
Үҙенең һуңғы уйҙарынанһиҫкәнеп киткән Хәлим ағай, ауыр һулап ҡуйҙы.
Шул саҡ былайҙа шомло өйгә, шомлолоҡ өҫтәп телефон шылтыраны. Ике күҙен телефондан алмаған Сәлимә апай, йүгереп барып телефонды ала һалды.
- Һаумыһығыҙ Ғәлиевтар ғәиләһеме был? Телефондың икенсе осонда яғымлы ғына ҡатын тауышы яңғыраны.
- Эйе эйе Ғәлиевтар ғәиләһе! Сәлимә апай түҙемһеҙләнде.
- Улайһа һеҙгә еңел булмаған хәбәр еткерергә ине. Икенсе остағы тауыш ҡалтыранды, тулҡынланды.
- Тыңлайым һеҙҙе! Сәлимә апай үтә ныҡ Сабырһыҙланды.
Икенсе остағы тауышта быны һиҙеп әйтер һүҙен әйтергә ашыҡты.
- Һеҙең улығыҙ Ғәлиев Тимур, бөгөн таңға ҡарай ауыр хәлдә беҙең үҙәк дауаханаға килеп эләкте. Баш табип асыҡланыуынса һеҙең улығыҙға наркотик ҡулланыу буйынса передозировка булған.
- Йә хоҙай! Аңын юғалтып барған Сәлимә апайҙы ире тотоп ҡалды.
Ата менән әсә дауаханаға килеп ингәндә, Тимур ыҙалай ыҙалай яҡты донъя менән хушлаша ине инде.
Сәлимә апай улының ағарып барған йөҙөн күреү менән, шунда уҡ иҫен юғалтты, һәм уның үҙен тиҙ ярҙам рәүешендә күрше палатаға урынлаштырып һалдылар.
Тик Хәлим ағайғы на бирешмәҫкә тырышып уртын сәйнәп улына баҡты.
- Мөмкинме һеҙгә?
Ауыр уйға ҡалып башын эйеп торған Хәлим ағай башын күтәреп ҡаршыһында торған баш табипҡа баҡты.
- Бына ошо хатты улығыҙҙың кеҫәһенән тапҡан инек! Табип ҡулындағы хатты ата кешегә һуҙҙы.
Хәлим ағай хатты теләр теләмәҫ кенә алды ла, күҙ йүгертеп уҡый башланы. Хатты уҡый бара, уның күҙҙәре зәһәрләнде, үс менән тулды. " Сәләм, атай, әсәй! Кисерегеҙ мине хыялый улығыҙҙы, үҙ иркем менән яҡты донъянан киткәнгә. Эйе бында минең ғәебем юҡ. Сөнки мине көсләп энәгә ултырттылар. Атам байлығы өсөн. Әммә минең был донъяла улай кәм хур булып йәшәгем килмәй, шуға ла передозировка менән был яҡты донъянан хушлашам. Мине тик наркоман тип иҫкә алмағыҙ! Мин ғүмеремдә лә наркоман булманым. Хушығыҙ һеҙҙең улығыҙ Тимур!"
Бына Суд залында ғәйееплеләрҙе лә мәңгелеккә иркенән мәхрүм иттеләр, кәрәк язаһын биреп.
Әммә ни өсөндөр Хәлим ағай менән Сәлимә апайҙың ғына кәйефе артманы. Сөнки үс алыныу менән дә, йөрәккенәләренең аҫыл ғына таштары өҙөлөп кенә төшкәйне шул уларҙың...
Яҙма ла, фото ла интернеттан алынды