АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
18 Март 2025, 11:40

Яҙмыш мине иркәләтмәне...

—Илама,—тине атайым.—Хәҙер мин һиңә икенсе әсәй алып ҡайтам. Атайымдың ошо һүҙҙәре һаман да ҡолаҡ төбөндә торғандай. Шул көндән минең маңлайға аяныслы яҙмыш яҙылғандыр һымаҡ

 

 

—Илама,—тине атайым.—Хәҙер мин һиңә икенсе әсәй алып ҡайтам.

Атайымдың ошо һүҙҙәре һаман да ҡолаҡ төбөндә торғандай. Шул көндән минең маңлайға аяныслы яҙмыш яҙылғандыр һымаҡ.

Ул саҡта мин аңлап етмәй инем. Әсәйем дауаханаға тип китте лә башҡа ҡайтманы. Бер нисә көндән туғандар беҙҙең өйгә йыйылды, ағайҙарым илашты. Барыһының да илауына ҡушылып мин иланым. Өс йәш ине миңә. Туғандарым мине алмаш-тилмәш ҡосаҡлай, арҡамдан тупылдатып һөйә, йәлләп ҡарағандай ... Бер аҙҙан өйҙән аҡ тауарға төрөлгән нимәнелер күтәреп алып сыҡтылар, тағы ла илауҙар көсәйҙе. Мин дә ҡушылып илайым... Шулай тейештер тип уйлағанмынмы, белмәйем. Аҙаҡ ҡына әсәйем үлгәнен аңланым.

Атайым менән әсәйем йыш ғауғалаша ине. Атайым яндырай, ҡыҙыу, эсергә лә аптырамай. Ә әсәйем йыуаш, тыныс, баш баҫып эшләй ҙә йөрөй. Атай өйҙә һирәк була ине: йә ҡайтмай, йә һуң ҡайта. Эштә булғанмы ул, ҡайҙалыр—белмәйем. Әммә ҡайтһа әсәйҙе йәберләй ине.

Ҙурайғас ҡына әсәйемдең яман шештән иртә китеп барғанын белдем. Ә мине 3 йәштән 14 йәшкә тиклем көткән әсәйем—атайымдың шул саҡтағы һөйәркәһе булған икән. Миңә 14 йәш булғанда ул әсәйем беҙҙе ташлап китте, үҙ ауылына ҡайтты. Мин эскән атай һәм 4 ағайым ҡулында тороп ҡалдым. Берҙән-бер ҡыҙ булараҡ, өйҙө бөхтә тотоу, аш-һыу әҙерләү, кер йыуыу—барыһы ла минең елкәгә һалынды. Мәктәпкә бармай ҡалған саҡтарым йышайҙы. Арый инем.

Бер мәл уҡытыусым мине алып ҡалды ла:

—Гөлнәзирә, әйҙә, Өфөгә уҡырға бар. Гимназияла һиңә яҡшыраҡ та булыр,—тип баш ҡалабыҙҙың беренсе гимназияһы хаҡында һөйләргә кереште. Ул миңә ожмах йортолай күҙ алдына килеп баҫты. Уҡытыусым менән килештем, дәртләнеп ҡайтып атайыма теләгемде белдерҙем.

—Мин һиңә аҡсаны ҡайҙан алайым, унда нисек алып барайым!—был атайымдың яуабы ине.

Бар хыялдарым селпәрә килгәндәй булды. Иртәгәһенә уҡытыусыға был хаҡта әйткәс, ул район үҙәгендәге интернат-мәктәпкә булһа ла барырға кәңәш итеп, үҙе ярҙам итергә һүҙ бирҙе. Шулай итеп, юғары класты район үҙәгендә уҡыным. Эскән атайымдан, уға оҡшап ир етеп килгән ағайымдарҙан ял иттем. Мәктәпте тамамлағас, баш ҡалабыҙға барып юғары белем алырға теләй инем. Атайымдан файҙа булмаҫын белдем дә мине үҫтергән әсәйемә киттем. Ул хыялымды ишеткәс тә дәртләнеп, ҡыуанып китте. «Атайыңдың һинән баш тартыуы яҡшыраҡ булыр. Мин һине үҙемә яҙҙырам да, етем тип уҡырға индерһәм, стипендия яҡшы булыр»,—тине. Шулай итте лә... Мин етем булараҡ, стипендия алып уҡый башланым. Каникулда ҡайтып һыйыныр кешем юҡ ине. Сөнки атайыма эйәреп ағайымдар ҙа эскегә һалышҡан. Үҫтергән әсәйемә ҡайтып йөрөнөм. Нишләптер стипендиямды уға бирә инем. Был хаҡта уйлап та бирмәнем, баш төртөр урыным булғас, ҡыуанып тик йөрөнөм. 4-се курста дуҫлашҡан егетемә кейәүгә сығам тигәндә генә баяғы әсәйем ҡапыл үҙгәреп китте, йәмһеҙ һүҙҙәр менән мине битәрләй башланы. Шул саҡта ғына уға минең аҡсам ғына кәрәк булыуын аңланым.

Егетемә барыһын аңлаттым, туйһыҙ ғына йәшәргә килештек. Әммә уның әсәһенә был оҡшаманы. «Ул ни тигән һүҙ, бер туғанһыҙ ҡыҙҙы кәләш итеп алаһыңмы? Туй үткәрмәйбеҙме ни? Кешеләрҙән оят»,—тине ул.

Егетем уның һүҙенә ҡарап торманы. Мине мәсеттә никах уҡытып ҡына алды, ЗАГС-ҡа барып яҙылдыҡ.  Әммә ҡәйнәм ризаһыҙлыҡ күрһәтеп килде. Йәшәүебеҙгә йыл ярым булғанда: «Ана, һаман ауырға ла ҡалмай, йүнле тиһеңме? Тәрбиә күрмәй үҫкән нәмә теләһә ҡалай йөрөгәндер»,—тип йөрәгемә ут һалды. Әсәһенең көн дә тызыуына ирем дә түҙмәнеме, эскеләй башланы, ҡул күтәрергә лә аптыраманы. Айырылдыҡ. Үҙ яғыма ҡайтып, район үҙәгендә эшкә төшөп, яңы тормош башларға булдым. Медосмотр үтеп йөрөгәндә ауырлы икәнемде белеп ҡалдым. Инәйемдең, йәғни атайымдың апаһының фатирына туҡталған инем. Инәйемә ҡайтып хәлемде аңлаттым.

—Үҙеңде индергәнгә рәхмәт әйт, бала тапһаң, йәшәргә урын эҙләрһең,—тине.

Йәшәр урыным, морон төртөр ерем юҡ шул. Аборт эшләтәм тиһәм, һуң тинеләр. Тапҡас, ҡалдырырға булдым. Тик ҡалдыра алманым... Йөрәгем түҙмәне, алып ҡайттым. Инәйем йәшәргә урын эҙлә тине... Эскелеккә батҡан атай һәм ағайҙар янына ҡайта алмайым, үҫтергән әсәмә кәрәк түгелмен. Инәйем ҡуртымға бирелгән бер усаҡлыҡ барлығын әйтте. Хужабикәһе айына 500 хаҡ ҡуйып, мине индерҙе. Мейес менән йылытылған өй һыуыҡ ине, һыуҙы урамдан ташырға кәрәк. Бәпесемде алып ҡайттым һалҡын йортҡа. Атайым айыҡҡанда килеп китә ине, килгәнендә 500 һум биргән була. Уны ҡуртымға түләһәм, нимә ашарға тейеш булғанмындыр инде? Аслы-туҡлы йәшәнек. Ыҙалай торғас, баламды бер йәшкә еткерҙем. Инде балалар баҡсаһына биреп, эшкә сыҡһам да була тип, колясканы этеп мәғариф бүлегенә юлландым. Шул саҡ юлда ҡолағанмын. Дауаханаға барып эләктек. Үҙем генә түгел, балам да ас булған. Йәшлек менәнме аңлап та етмәгәнмен, 1 йәшлек балаға күкрәк һөтө генә етмәй бит инде. Дауаханала ятыуҙан баш тартып, мәғариф бүлегендә хәлемде аңлатып, баламды—балалар баҡсаһына, үҙемде шунда эшкә алыуҙарын һораным. Ыңғай яуап алдым. Балалар баҡсаһы мөдире лә яҡшы кеше булып сыҡты, бер танышы дөйөм ятаҡтағы бер бүлмәне ҡуртымға биреүен әйтте. Һалҡын усаҡлыҡтан ошо бүлмәгә күскәс, ожмахҡа килеп ингәндәй ҡыуандым: бәҙрәф эстә, крандан һыу аға. Шулай йәшәп, эшләп киттем. Ниндәйҙер программа менән ер участкаһы алып булғанын белеп, документ юллап, сиратҡа торҙом. Илдар исемле ир менән таныштым, айырылған ине ул, хоҡуҡ һаҡлау органында эшләй ине. Уның менән танышҡас, бығаса булмаған туғандарым килеп сыҡты, ҡунаҡҡа, ялдарын мунсаға саҡырыусылар күбәйҙе. Хатта Илдар: «Аһһ, бығаса япа-яңғыҙ инең, минән ярҙам һораған туғандарың күбәйҙе лә китте»,—тип көлдө.

Уның менән уртаҡ балабыҙ тыуҙы. Әммә ирем йөрөй ине. Хыянат иткәнен белдем, әммә бығаса яңғыҙ күп ыҙалағас, терәк-таяулы булып йәшәү күпкә яҡшы икәнен, ике баланы яңғыҙ үҫтерә алмауымды аңлап, теш ҡыҫып түҙҙем, айырылырға ашыҡманым. Әммә бында ла ҡәйнә уҫал булып сыҡты. Мине нахаҡҡа рәнйетә ине: «Кеше ирен тартып алып, балаларҙы йәтим итеп йәшәүе рәхәтме?»,—тип йыш ҡабатланы. Мин Илдар менән танышҡанда ул айырылған ине, кеше ғаиләһен бутаманым тип аңлатыуымды ишетергә лә телмәне. Ысынлап, кеше ғаиләһен болғауҙан Хоҙайым аралаһын. Ҡасандыр атайым менән әсәйем араһына һөйәркә төшөп, әсәйем күпме туҡмалды. Күпме хәсрәттән, көйөүҙән, борсолоуҙан бөлөп барып, яман шеш менән үлеп киткән. Әсәйем яҙмышын берәүгә лә теләмәҫ инем. Уның йәшләй китеүе мине лә, ағайҙарымды ла бәхетһеҙ итте. Әсәй булмаһа, атай еҙнәгә әүерелә тигәндәре хаҡ икән шул. Ағайҙарым да йүнләп йәшәп китә алманы: кемеһелер эсеп, кемеһелер аҫылынып, кемеһелер яман ҡулдарҙан үлеп китте. Ҡартайған көнөндә атайыбыҙ япа-яңғыҙ ҡалып, ғазаптар кисерҙе. Анттар, вәғәҙәләр биреп йәшләй һөйөп алған кәләшен ҡәҙер итмәүенә Хоҙай үҙ язаһын биргәндер, тим. Мин дә уға ярҙам итә алманым. Ятаҡта ғына йәшәп ятҡан мәл, үҙ хәлебеҙ үҙебеҙгә саҡ тигәндәй... Ул үҙе лә тура юлға баҫырға теләмәне, эсте лә эсте... Шулай, гүр эйәһе булды...

Ә мин Илдарҙың хыянатына, ҡәйнәмдең әсе һүҙенә түҙмәнем. Айырылдым. Сират буйынса ер участкаһы алдым. Шул саҡ Илдар кире килде... Уртаҡ балабыҙ хаҡына ғәфү иттем, ЗАГС-ҡа башҡа тормай ғына йәшәп киттек, өсөнсө баламды таптым. Ҙур өй һалдыҡ. Әле өлкән ҡыҙым баш ҡалала эшләп тә, уҡып та йөрөй, икәүһе —мәктәп уҡыусылары. Тәүге баламды бала табыу йортонда ҡалдырмауыма ҡыуанам. Аслы-туҡлы, сибек кенә булып үҫһә лә бөгөн ул сос ҡыҙыҡай. Уға ҡарайым да үткәндәрем иҫкә төшһә илайым, бөгөнгөһөн күреп ғорурланам.

һәр кем үҙ атаһы, үҙ әсәһе менән үҫһен ине. Айырылмағыҙ, кешеләр! Хыянат итмәгеҙ бер-берегеҙгә, балаларығыҙҙы яҙмыш упҡынына ташламағыҙ! Һәм тағы: кеше ғаиләләрен болғамағыҙ!

 

 

Булған хәл ГӨЛНӘЗИРӘнең һөйләүе буйынса яҙып алынды.

 

*Исемдәр үҙгәртеп алынды.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас