Иштуған ҡарт олоғайған көнөндә үҙенән һуң яҡты эҙ, яҡшы һүҙ, күҙгә эләгерҙ-әй ҡомартҡы ҡалдырырға ниәтләп, тыуған, ғүмер кисергән ауылында үҙ иҫәбенә мәсет төҙөргә ҡарар итте, ҡырҡа ҡарар итте. Ҡартайған көндәрендә мөлкәт, бол инселәрлек балалары булмағас, нимәгә беҙгә, биҙәүҙәргә былар, шуға йыйғанды, төйнәнгәнде изге маҡсатта ҡулланып ҡалырға кәрәк, тип эстән генә фекер йөрөттө лә уйындағын һүҙ араһында олоғайған көнөндә тешекмәгә ҡалған ҡарсығына еткерҙе. Тегеһе йомоҡ холҡона ярашлы ҡайтарып яуап ҡатманы, бары ҡан ҡасҡан, йоҡа ирендәрен ҡымтып, төҫһөҙ, хис сатҡыһы ҡунмаған һүрәнке ҡарашын битараф ҡиәфәттә ситкә йүнәлтеп ҡуйыу менән генә сикләнде. Йәшәй-йәшәй бындайыраҡ ым-ишараға төшөнөп, күнегеп, күнеп бөткән күптән, күренеп тора, әле уның эстән, уйынан ныҡлы ҡабул ҡылғанын Гөлнәзирәһе хупламай була. Бисә-сәсә һүҙен тыңлап, уларҙың әйткәндәрен һанлап, иҫәпкә алып өйрәнмәгән кеҙелеге, кирелеге еңде һуңғы сиктә, шуға, уйымды асҡас ошоноһо ла баштан ашҡан, тип өнһөҙ киреләнеүгә иҫе лә китмәне, ҡылъяйманы ла, хәлбүки эште ҡыҙыу, ҡыҫҡа тотто, оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай яңы урында ер бирелгәнлеге хаҡында хакимиәттән рәсми рөхсәт ҡағыҙын алғас та үҙҙәренә өй һалырға тип ҡырҙа, диләнкәлә әҙерләгән, шыңғырап торған ҡарағай бураны тиҙ арала элекке мәсет түңендә күтәрергә итте. Иҙән-түбәлеккә тигән төрлө ҡалынлыҡтағы таҡталар ҙа әллә ҡасан шифер ҡыйыҡлы лапаҫ аҫтына киптерергә тип өйөп һалынған. Башлағанын бер аҙ яйға һалһа һайғау тартып ваҡытлыса кәртәләп алынған ихата эсенә усаҡлыҡҡа тигән уҫаҡ бураһын да килтереп ултыртыр. Быныһы инде ыҡсым ҡунаҡхана ролен үтәр. Ошо изге теләге бойомға аша ҡалһа күҙ терәп килерлек, ҡаршы сығып атын бәйләрлек тә яҡындары ҡалмаған ауылдаштары тура бында ҡайтып төшә алалар – мәрхүм туғандарға, элек күҙ күргән, хәҙер әхирәткә күскән әрүахтарға аят бағышлатып хәйер-саҙаҡа һалам тиһәң мәсет эргәлә генә, болдорға сыҡһаң ауыл ус төбөндәгеләй асыҡ күренә, алыҫҡа йәйерәгән тыуған төбәктең тәбиғәте бар хозурлығында балҡый, күҙ күреме ерҙә, тау аҫтында Һаҡмар бормаланып ағып ята; һулаҡай яҡта күктәргә олғашҡан Аҡтау ҡаяһы, уң ҡулда ярҙарында тирәктәр теҙелеп үҫкән, һыу юлын ике яҡлап талдар ҡайыған Ҡаулан кисеүе, ауыл яғындараҡ балан, муйыл ҡыуаҡлыҡтары уратып ҡайыған Баланлы Үҙәк, битләүен башлыса селек, тубылғы, ноҡот, ара-тирә сейә һәрпенделәре япҡан Сейәле Түң. Дөйөмләштереп әйткәндә һағыныуҙы, йән болоҡһоуын баҫыр биләмәгә әйләнер ошо ҡалҡыулыҡ!
Әүәле бынау урында, текә ярға тартым ҡашлаҡтың ҡырлауындараҡ ине ауыл мәсете. Иҫ белгәнендә ул заманда дингә ҡаршы уларҙа ғына түгел, тотош ил буйынса киң көрәш йәйелдерелеүҙең кире эҙемтәһе булараҡ ҡарағастан һалынған алты мөйөшлө йорт та дөйөм иғтибар, тейеш хәстәрҙән яҙғанлыҡтан етемһерәп ташландыҡ хәлгә ҡалғайны. Шунан бураның ныҡлығын, ҡаҡшамағанлығын иҫәпкә алып тәҙрә рамдарын яңыларына алыштырып, һипләп, ян-тирәһендәге баһыуҙарын яңырттылар ҙа бинаны ауыл советының ҡулланылыуҙан, әйләнештән сыҡҡан документтары һаҡланған архив келәтенә әүерелдерҙеләр, ары бейек итеп ашлыҡ бураһы һуғылған колхоздың иген һаҡлағысына ҡалдырҙылар, ул егет ҡорона ингәндә манара ҡырлауына ҡыҙыл әләм сығарып ҡатып клуб иттеләр, әммә ләкин ауыл ҡарттарының ҡәтғи талабын иҫәпкә алып уның ярым айлы манараһына, эстәге мөнбәргә оронорға ҡыйманылар. Мәктәп янында блоктарҙан яңы клуб ҡоршағайнылар, мәсеттең бер кемгә, һис нимәгә хәжәте ҡалманы, һуңғы сиктә ишегенә ат башындай йоҙаҡ элделәр, тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡталар ҡаттылар. Һуңғараҡ ташландыҡ харабаны ауылда пожарник вазифаһын башҡарған, әммә кисекмәҫтән янғын һүндерергә кәрәккәндә ҡулында көрәк-ломдан башҡа ҡорамалы булмаған Яндырай Абдулла һатып алып, төҙөкләндереп, һипләп мәшәҡәтләнмәй генә ғаиләһенә морон төртөр торлаҡ итте. Абдулла йорто янына ҡыйығы арыш һаламы менән ябылған лапаҫҡа оҡшатып уҫаҡ-ҡайын ағастары остарынан шыҡһыҙ ғына итеп мал аҙбарын әтмәләне, кешелә тән керен ҡалдырып күнеккәнлектән мунса эшләп йыуынырға елкәһе етмәне. Ғаилә ағзалары иһә, атап әйткәндә ҡатыны Мөфәзә менән берҙән-бер улы Кәбир боҫоп хәжәтләнер урын таба алмағанлыҡтан мал аҙбарына, йорттоң ян-тирәһенә сүгеп бысраттылар. Абдулла үҙе иһә манараны каланчалай күреп иртәле-кисле шунда күтәрелә лә янғын һағы хеҙмәткәре булараҡ “кәзә тояғы” итеп әүәләнгән махоркаһын ҡара мунсалай борхотоп тирә-яҡты күҙәтә, ҡабаланмай, оҙаҡ тексәйеп күҙәтә. Көндәр, айҙар ағымында башҡарған түләүле, үҙе әйтмешләй тотош мир өсөн кәрәкле хеҙмәте шунан ғибәрәт. Абдуллаға ҡағылышлы бер ҡыҙыҡ ваҡиғаны лаҡап итеп һөйләп сығарҙылар бер осор. Итек ҡуңысынан ары китмәгән малай тыны быуылып йүгереп килеп етә быға: “Ағай, йортобоҙ соланына ут ҡапты, атайым тиҙ генә килеп етергә ҡушты!” Сей иренсәк, ғәмһеҙ фиғелле пожарник былай тип яуаплаған, йәнәһе лә: “Хәҙер малға бесән һалып, еңгәйең өлгөрткән сәйҙе эсеп бер аҙ ял иткәндән һуң мотлаҡ барып етермен, әлегә үҙегеҙ генә һүндерә тороғоҙ!” Ялҡаулыҡ, хаяһыҙлыҡ хөкөм һөргән ерҙән ҡот та, бәрәкәт тә ҡаса ғәҙәттә. Шулай итеп ҡасандыр изге иҫәпләнгән түң әшәкелек ояһына әйләнде, ә манара каланча кимәленә төштө.
Берҙе бишкә түкмәстереп һөйләүгә әүәҫ шапыран фиғелле йорт хужаһы ҡорған нигеҙендә мандып оҙаҡ йәшәй алманы, яман сирҙән яфаланған ҡатыны оҙаҡ ҡына түшәгендә ятып үлеп китте, күҙ терәп көткән малайын Афған яуынан ҡурғаш таб-утҡа һалып ҡайтарҙылар, үҙе олоғайған көнөндә ҡайғынан эскегә һабышып ҡараусыһыҙ ҡалды ла ишеге алдында тегәнәк, кесерткән япҡан аҡ таш эргәһенә ятып берәҙәк эттәй йән бирҙе. Өйө тирәһендә, манара башында, урам араһында күренмәгәс, эҙләү һалып өсөнсө көнгә генә табып алдылар, тын алғыһыҙ эҫе йәйге селләлә мәйет еҫләнергә лә өлгөргәйне. Үҙҙәрендә генә түгел, тирә-яҡ ауылдарҙа ла дини ғәмәлдәрҙе белеп атҡарырлыҡ мулла булмағанлыҡтан, күршеләре кәфенлек индереп, шулай тейеш булғанға хәйер өләшеп йыназаһыҙ-ниһеҙ генә ерләнеләр Абдулланы. Ерләнеләр ҙә уны тиҙ арала оноттолар, әйтерһең дә ул был ерҙә йәшәмәгән, әйтерһең дә ул осраҡлы ел, күктән тиҙ арала осоп үткән үткенсе болот киҫәге булған бары. Теге йорт ауыл ситендә тора; ҡул эштәренә һумалтыр Абдулла мәлендә тырышлыҡ һалмағанлыҡтан ваҡыт үтеү менән элекке мәсет, хәҙер эйәһеҙ торлаҡ бигерәк ҡарауһыҙға ҡалып күҙ алдында туҙа, емерелә башланы. Ошондай хәлдә лә төп өлөш – бура замана ел-ямғырына бирешмәй әле, шыпа ла бирешмәй. Эш башларға йыйынғас башта шуны ҡулланырға иткәйне лә, тартынды, кеше өлөшөнә ингеһе килмәне, әлеге мәлдә тәғәйен хужаһы булмаһа ла ул уның тир түгеп тапҡан хәләл мөлкәте түгел бит, йәнә иҫкегә бәйләнеп, йәбешеп иҫең киткәнсе, баштан уҡ яңыға тотоноуың хәйерле. Шулай итеп яңыны төҙөргә ҡарар итте, мәгәр Абдулланың аяныслы яҙмышын ҡабатлағыһы килмәгәнлектән иҫке мәсеткә ҡағылыу ғына түгел, уны яңынан һүтеп-ҡороп урынынан ҡуҙғатырға ҡыйманы - һурылып сыҡҡан нигеҙ таштарын ҡабаттан тыҡшырып тығып, ҡыйығын артыҡ аҡса сарыф итмәй генә шифер менән көпләп, тәҙрәләргә быялалап рамдар батырыу менән генә сикләнде. Ошо килеш тә оҙаҡ торор әле яр ҡырына терәлгән мәсет, оҙаҡ. Түңдә урын етерлек, яңыһын ауыл яғына тартыбыраҡ эшләр, айырып кәртәләп алыр.
Ҡырҙан трактор тағылмаһына тейәп ҡайтарылған бураһын йоманан һуң ир-ат, егет-елән йыйылышып сығып күтәрешкәйне, эштең ауырын ауҙарырға, ырыған өрлөктәрҙе арҡандар ярҙамында юғарыға мендереп һалыуҙа, уларға ҡыйыҡ асам-айҙарын йәтешләп ҡалҡытыуҙа ҡулдары буштар ярҙам итте, инде килеп ҡалған ваҡ-төйәген ҡабаланмай ғына үҙе урын-еренә еткерергә тырыша. Яңғыҙы аулаҡта эшләп өйрәнгәс күмәк хеҙмәтте, шаулы өмәләрҙе өнәп еткермәй: ҡырҡ ата бала-һы алып-һуғып, ат өркөтә лә ҡомға һеңгән тамсылай ҡайҙалыр юҡҡа ла сыға. Аҙ-аҡтан йөрө инде, ҡыйшайған-салшайғанды төҙәтеп. Ә былай үҙ яйыңа, самаңа, мөмкинлегеңә ҡарап ҡымғырлауы рәхәт, ерле-юҡта күҙгә төртөлмәйҙәр, аяҡтарға сыбалып ҡамасауламайҙар. Ваҡ-төйәге ҡалды, тиһә лә мәсеттең манараһына тотонорға йөрьәт итмәй әлегә, элгәре бындай айырым оҫталыҡ талап иткән нимәне бер тапҡыр ҙа башҡарып ҡарамағас ҡайһы ерҙән тотоп башларға белмәй аптырана, өҫтәүенә ян-тирәһен килештереп көпләп, үрелеп ҡарағанда кәпәс төш-өр юғарылыҡҡа ярым айҙы мендереп урынлаштырыу яңғыҙ кешенең ҡулынан килер шөғөлмө?! Һүҙ ҙә юҡ, ауыл биләмәһе башлығының тел ярҙамы менән ситтән эҙләп табып манара ҡалҡытыу нескәлектәрен белгән оҫталарҙы саҡыртыр, тик улар ни хаҡҡа яллана бит әле, уныһы айырым мәсьәлә. Ярар, әлегә ҡулымдан килгәнен бөтөрә торайым, ҡалғаны аҙаҡтан, эш барышында күренер, асыҡланыр, юлға һалыныр, тип тынысландырҙы үҙен. Шулай ҙа һәр нимәнең үҙ яйы, үҙ рәте – ҡыйыҡтың ҡап уртаһына манара ултыртыр ергә йорттоң эс яғынан, бер яҡ ҡырҙан, баҫҡыслап менер өсөн уйып, ишек яңаҡтары һуғып урын ҡалдырыр, кипкән ҡарағас һуйындыларын бейеклеккә ярашлы самалап ҡырҡып әҙерләр. Төҙөлөштә ҡарағасҡа тиңләшер ағасты тапмаҫһың, тәғәйен еренә урынлаштырып ҡатһаң – кипкән хәлдә лә ек ҡалдырып ҡалтаймай, ҡуйған урынында ныҡ тора.
Көтөүҙе ҡыуып, кәртә-ҡура тирәһендәге мәшәҡәттәрен теүәлләй ҙә иртәнге сәй-ен ҡабалан, ашыҡ-бошоҡ эскәндән һуң кәрәк-ярағын алып, елтәңләтә баҫып төҙөлөш барған ергә йүнәлә. Көн оҙоно шунда мөштөрҙәй, ҡайһы саҡ шөғөлөнә әүрәп онотолоп китһә ашау-эсеүгә лә ҡайтып әйләнмәй. Ул саҡта инде ашантыһын яулығына бөрөп тотоп янына күләгәләй ҡымғырлап ҡарсығы килә. Була бит үҙенең барлығын белдермәгән, һиҙҙермәгән, юҡтан яралған, юҡҡа терәлгән әҙәм балаһы?!
Үпкәләгәндәй итеп ҡараштарын йәшереп, бер-береһенә һырттарын ҡуйып һерәйәләр, өнһөҙ-һүҙһеҙ һерәйәләр. Килтерелгән ризыҡты ҡабаланмай ғына ҡабып сепсенә башлай, ә Гөлнәзирәһе өнһөҙ-һүҙһеҙ уныһын-быныһын сиратлап алдына шылдыра. Ҡуйһаңсы, әллә был өнһөҙ ҡарасҡы телен йотҡанмы? Берәй сәбәбен, йә берәй йомошон табып, юҡ тигәндә ауыл яңылығын яңыртып өндәшһә, һүҙ ҡушһа ни була инде! Улай тиһәң, уның да әйтере ҡалмаған, элеккене, үткәнде хәтерләгеһе килмәй, көндәлеге яңылыҡ түгел, бөтәһе күҙ алдында. Йәш саҡтан уҡ йәндәре, тәндәре берегеп, әңгәмә-хәбәрҙәре ялғанып барманы шул. Әүәле ылғый ирешәләр-талашалар, битәрләшәләр, шайма-шай йөҙ йыртып һуғышалар ине, ә хәҙер ҡартайған көндәрендә яттарға көнләшерлектәре, тапҡандарын бүлешерлек-тәре ҡалманы, шуға хәүеф-хәтәрҙән ҡабырсағына йәшеренеп боҫҡан ҡусҡарҙай эс-тәренә йомолдолар. Тәғәмен тамамлағас хуш ҡылып биттәрен һыпыра ла ашыҡмай ғына урынынан тороп эш барған ергә йүнәлә, ә ҡарсығы инде ҡалған ризыҡты, һауыт-һабаны ашаулыҡ итеп йәйгән яулығына ҡабаттан бөрөп тотоп ҡайтыр яҡҡа ҡарай тәнтерәкләй. Үпкәләгәндәй арты менән баҫып торһа ла Гөлнәзирәһенең яйлап алыҫая барыуын һиҙә, бер аҙҙан бөтөнләй күҙҙән юғалыуын тоя.
Бөгөн эшенең рәт-сүрәте күренмәне нишләптер, ҡулы балта-бысҡыға тартманы. Шуғалырмы бик йыш ҡына ишек алдындағы ер ҡыртышын йыртып сығып иҫке мәсет янындараҡ ятҡан, булыр-булмаҫ бесән күтәремеләй ҡалҡып күренгән йомро аҡ таш өҫтөнә барып ултыра ла ҡаҡ һөйәк сираҡлы тубыҡтарына терһәкләнеп, нуры ҡайтҡан күҙҙәрен алыҫҡа, офоҡтағы тау киртләстәренә төбәп оҙон-оҙаҡ хәтирәләргә бирелә. Бүкәндәй сысайған таш өҫтөнә ҡолап төшөп бынан бик күп йылдар элек яҡын дуҫы ҡазаланғайны, шунан ошо ергә ятып араҡыға янған Абдулла кәкерәйеп ҡатҡайны. Эшкә тотонорға ниәтләгәс тә әле күтәреләсәк бураның бер мөйөшөнә тап килеп ҡамасаулаған ошо нәмәне алып ырғытырға теләп ян-тирәһен тәрән итеп көрәк менән ҡаҙып, лом менән соҡоп оҙаҡ аҙапланды, ҡасандыр тимерлектән урлап алып ҡайтҡан дәү сүкеш менән йән көскә киҙәнеп һуғып ватып маташты, тегеһе “ыһ” та итмәне, ҡаҙнаһына һеңгән аҙау тештәй ныҡ ине таш, булмышы ер ҡуйынына тәрән һеңеп батҡайны, шуға саҡ ҡына ҡымғырлау түгел, ҡымшанманы ла, йөҙөнә бәрелеп кире ҡаҡлыҡҡан дәү сүкештең йөҙө йәмшәйеп, сирылып бөттө, һуңғы сиктә йыуан һап ҡап уртанан ярылып сыҡты, ә бының исмаһам бармаҡ бителәй бер өлөшө кителһәсе, юҡ, әйтерһең дә утта сыныҡтырылған суйындан ҡойолған. Һуҡҡан һайын ҡаршылашып асыуланғандай уттарын балҡытып ала теге таш, ул да яуапһыҙ ҡалмай, эсенән ҡаты һүгенеп бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай: “Ҡырсынташҡа ҡалдырып онтайым мин һине, юҡ, ҡом итәм, туҙанға ҡалдырам!” Маташып-маташып та ҡулынан килмәгәс ҡорамалдарын бер яҡ ситкә атып-бәреп ҡаршы урамда йәшәгән ҡорҙашы Хәлфетдиндең төпсөк улы Рәмилде сүмесле, эттергесле тракторы менән саҡыртып ҡараны. Ҡатырылған цементтай дыңғырҙап ятҡан ҡаты ҡатламды тырнап һоҫа алмаған сүместең ҡорос тештәре һынып сыҡты, эттергескә бәрелгән һайын осҡондарын сәскән сусаҡ ҡара төтөн сығарып көсәнгән тракторҙы бар тип тә белмәне. “Ни етте шуның менән булашып күҙ терәп торған техникамдан яҙырға штули!” Һирәк тештәре араһынан серт иттереп төкөргән Рәмил башҡаса саҡырып йонсотма, тигәндәй елтәңләп барып тракторына ултырып, кабина ишеген шартлата ябып китте лә барҙы. Йәне көйгәнлектән, үртәлгәнлектән көйәнтәләй бөгөлгән ломы, һабы ярыҡ сүкеше яғына нәфрәтле ҡарашын атып ласылдатҡансы төкөрҙө лә тамағын ярып лауылданы: “Ҡара ҡаҙандан ары китмәгән бер ташты онтай алмасы, дасадны!” Нисәмә йыл күҙәтә йөрөп шуны күҙаллай - был таш киҫәге ниндәйҙер ҡөҙрәткә, юғарынан килгән илаһи көскә эйә нишан. Ары ни ҡылһын инде, нигеҙ билдәләгәндә лә ниргәне бер яҡҡа тартыңҡырап ҡорорға мәжбүр булды. Әле лә боҙ киҫәгеләй өшәндергес тыныуын бәреп, биленә һуғып, тәнен дерелдәткән таштан шылып ултырырға ашыҡмай урынында суҡая бирҙе. Ер ҡуйынынан килгән һалҡындан ойоған булмышы, зиһене уяна, башында мыжғышҡан иҫтәлектәре епкә теҙелгән сәйләндәй ниндәйҙер мәғәнәүи тәртипкә киләләр төҫлө.
Ниәтләгәненә тотонорҙан алда күңеленә шикләнеүгә, икеләнеүгә тартым хис ин-еп оялағайны, хәҙер шул икеләнеүле шөбһәһе үҫкәндән-үҫә барып йәненә тынғы-лыҡ бирмәй, салғы йөҙөн иҙеп төйгән тапауыстай өҙлөкһөҙ мейеһен сүкей. Мәсет төҙөр кимәле бармы, изге ғәмәл атҡарырға лайыҡмы ул? Ошо һорауҙы ҡат-ҡат үҙ-енә үҙе бирә лә яуап таба алмай ҡаңғыра. Йәнә, уны бит йәш сағында Динһеҙ Иш-туған тип тә йөрөттөләр, бәғзеләр елғыуар, тотанаҡһыҙ алкаш, зимагур, тип тә еб-әргеләйҙәр ине ҡайһы саҡ. Шулай булмай тағы, бит-йөҙө ҡатын-ҡыҙ иғтибарын йәлеп итерлек ылыҡтырғыс ҡына булһа ла тотош тышҡы ҡиәфәте юлбаҫарҙарҙы-ҡынан артыҡ булмаһа һис тә кәм түгел; мыҡты буй-һын, көслө, көҙрөй елкәгә ул-тырған тумалаҡ баш, текә маңлай, тоташып тиерлек үҫкән яҫы, тура ҡаштар аҫты-нан уҫал ҡараған ҡыҫығыраҡ күҙҙәр, тулы биттәрҙе бергә тоташтырған йәмшек та-нау, дүрткелләнеп күренгән эйәк, ҡалын иренле ауыҙында иһә һәр саҡ тәмәке тө-тәй, үҙе ылғый һуҡмыш йә ҡыҙмаса, башҡалар менән аралашыуы ла килделе-кит-теле, эткеле-төрткөлө. Йылдар үтеү менән булмышына айырылмаҫлыҡ кимәлдә йәбешкән “динһеҙ” ҡушаматын яйлап-яйлап оноттолар. Аңлашыла, шыҡһыҙ ат-аманы таҡҡан оло быуын сиратлап баҡыйлыҡҡа күсеп бөтөп бара, ә пәрей туйы ҡоторған осорҙа йәшәгәндәр имаҡлыҡты имандан алғараҡ ҡуялар, аҡсаға, матди байлыҡҡа Хоҙай Тәғәләнең үҙенә табынғандай табыналар. Хәҙер уны йәш-елкен-сәк Иштуған олатай, тип ололай, бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалған тиң-тошо Иштуған, йә Иштуған ҡарт тип өндәшә, түрә-зыялы берәй рәсми, тантаналы сар-ала кәйефе килгәндә, хөрмәт, ихтирам йөҙөнән хәтерҙән юйыла барған атаһын иҫкә төшөрөп Иштуған Ишмөхәмәтович, тип мөрәжәғәт итеп ебәргеләй, тик таҙ бөтһә лә табыты ҡала, ҡапҡаға яғылған дегеттәй йәнен таплаған ҡушаматы барыбер тынғылыҡ бирмәй, башҡалар онотһа ла мин бындамын әле, тигәндәй унда-бында бер булһа ла күңел төбөн әрнетеп-әрнетеп, семетеп-семетеп ала. Йәшәйештә динһеҙҙәрҙең күплеген, фанилыҡта гөнаһһыҙҙарҙың, фәрештәләй сафтарҙың булмағанлығын да белә. Хаталарын мәлендә танып тәүбәгә килгәнде, хаҡ юлға баҫҡанды Тәңре лә хуплай, кисерә тиҙәр, әммә ләкин ҡылынғандың юйылмаҫтайҙары, онотолмай торғандары ла осраштырғылай…
2
Бар донъяны шаулатып, үҙе әйтмешләй дыу теттереп көн итте, йәш, дәртле са-ғында. Урта мәктәпте, бер класта ике йыл ултырып ҡалмаһа ла этеп-төртөп там-амлағандан һуң Армия сафында, алыҫ көнсығышта, һалҡын Сахалин тарафтары-нда хеҙмәт итте лә ҡайтҡас Юлдыбай ауылындағы профтехучилищыла механиза-торҙар курсында йыл ярым самаһы уҡып үҙҙәрендәге, совхоз бүлексәһендәге ҡа-ҡшауы еткән, аҙым һайын ремонт талап иткән Т-75 маркалы сылбырлы тракторға ултырҙы, тик хеҙмәткә, бил бөгөүгә барымы булмағанлыҡтан ауыр эшкә шыпа ла ғына ылығып барманы. Яратмаған, күңел тартмаған эш менән шөғөлләнеү – ғазап майҙанына язаланыуға дусар ителеп барыуға оҡшаш. Ус яларлыҡ ҡына аҡсаға көн оҙоно рычагтар тартып көсәнергә, ҡышын-йәйен мазутта батып, йүнәтәм, тип иҫ-ке техниканың аҫтында ятып этләнергә, осаһын өшөтөргә теләмәне, балтаһын ал-ды ла күрше-тирә ауылдарҙағыларға ялланып оҫталыҡ шөғөлө менән булаша ба-шланы. “Атанан күргән уҡ юнған”, тигәндәй, уға ағас эшкәртеүгә һәләт, ынтылыш тоҡомдан күскәйне, ҡартатаһы тирә-йүндә таныулы балта оҫтаһы булған, атаһы ла бысыу-йышыуға хирес, тырыш кеше ине, бирелгән заказдарға ярашлы һырлап артлы ултырғыстар, лакка ҡатырылған бүкәндәр, семәрләп, маҡбалланған бирнә һандыҡтары, ҡапҡастары быялаланған, артҡы яҡтары көҙгөләнгән шкафтар, тәс-әйҙәй күркәм сәңгелдәктәр, ыҡсым балалар өҫтәлдәре әтмәләп һатты заманында. Һәр кем күңеленә ятҡаны менән йүнен күрә, тамаҡ туйҙыра, тип һылтауланы берәмтәләп, теүәлләп ауылдар ҡыҙырыуын. Яйын яйлап, ашыҡмай ғына шиферҙән, йә ҡалайҙан йорт ҡыйыҡлаһаң, иҙән һалһаң, өрлөктө ырып, ек ҡалдырмай түбә таҡтаһын теҙһәң, бураны уйып тәҙрә яңаҡтары ултыртһаң, асылмалы ҡапҡастар ҡуйып уларҙы семәрләп ебәрһәң, рамдар эшләп быялалаһаң, килешелгән, алдан беселгән хаҡты услап тоттора ла ҡуялар, ә бит бүлексәлә тракторсы булғанында былай ҙа түбән генә эш хаҡынан ҡутараһынан килем налогын тотоп ҡалып аптыраталар ине. Ирекле, үҙаллы хеҙмәттә йөрөгәс ни ҡайт та, әйҙә, ирәүәнләп ял ит, тиңдәштәреңде йыйып табын ҡор, көн һайын иртән эшкә сығырға мәжбүр итеүсе, һәр аҙымыңды тикшереүсе, күҙәтеүсе, иҫкәрмә яһап мыжыусы юҡ. Ауыл Советына саҡыртып рәйес менән бүлексә управляющийы бер нисә тапҡыр тракторға ултыртырға тырыштылар тыр-ышыуын, иллә тиҫкәре үгеҙҙәй ышаһыҙ егеттең ыжламай аяҡ терәп ҡаршы тороуын күргәс, киләсәктә, кәрәккәндә төрлө йомоштарға йәлеп ителәсәге хаҡында киҫәтеп, ауылға бәйләп тотоу маҡсатында хеҙмәт кенәгәһен тартып алып яңынан бүлексәнең штатына төрлө хеҙмәт башҡарыусы булараҡ кереттеләр ҙә сетерекле мәсьәләне тамамлағанға иҫәпләнеләр. Бик ҡулай ҡарар уның өсөн, сөнки ярты ауылдың ир-аты күҙгә эләгерҙәй, файҙа килтерерҙәй эш ҡыйратмаһа ла совхоз бүлексәһендә иҫәпләнә, ваҡ-төйәк мәшәҡәт көн һайын табылып тормағанлыҡтан тегеләр төш ауғансы кәнсә алдындағы ултырғыста ауылдың һуңғы яңылыҡтарын ҡайта-ҡайта сәйнәп тәмәке борхоталар ҙа төштән һуң инде өйҙәренә таралалар, бәғзе аҡсалылары кеҫәләре төбөндә сылтыраған тиндәрҙе бергә ҡушып араҡылы, шау-шыулы, ҡайһы саҡ ыҙғыш-талашлы табын ойошторалар. Йылдар ағышында игеҙәктәрҙәй ҡабатлана килгән ошондай йәшәү рәүеше, маҙаһыҙ тереклек итеү ваҡыт үтеү менән ауыл ирҙәренең ҡылыҡ-фиғеленә һеңә. Ә хеҙмәт кенәгәһенә килгәндә бөгөн-иртән пенсияға йыйынмағас ул уға әлегә кәрәкмәй ҙә. Бүлексә штатына алыуҙары төптәнерәк уйлап ҡараһаң уның файҙаһына – исмаһам аҙмы-күпме хеҙмәт стажы барыр. Өйҙәгеләр ҙә уның елфай тормош алып барыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдереп мыжып ҡаранылар ҡарауға, мәгәр аҙна-ун көн арауығында тракторсының ике-өс айҙа тапҡанын бер юлы көрәп алыуын күргәс шымып ҡалдылар, әйҙә, әлегә, беләгендә көс барҙа бол туплап алһын да башлы-күҙле булғас моғайын да баҫылыр, ыҡҡа килер тип өмөтләнделәр. Өҫтәүенә атаһы, Ишмөхәмәт ҡарт ныҡ биреште һуңғы йылдарҙа, ҡарыуы ҡайтты, кәртә-ҡура тирәһенә сығып ҡымғырларлыҡ та рәте ҡалманы. Ата-әсәһенең алған пенсияһы ла ташҡа үлсәйем, айыныҡы айына бөтә, осто-осҡа ялғарлыҡ түгел. Ошондай шарттарҙа кемдер ғаиләне ҡарарға, аҫрарға тейештер бит? Класташтары, тиңдәштәре өйләнеп, кейәүгә сығып бөтһә лә ғаилә ҡамытын кейергә, тормош тәртәһенә тығылырға ашыҡманы, ниңә башты мәленән алда никах боғалағына тығырға? Бала саҡтан бергә уйнап үҫкән йән дуҫы Рәүеф тә Атанғол ауылының ҡыҙына өйләнде лә ирекһеҙҙән ғәйре өйләнеү йүгәнен кейеп ауыҙлыҡланғас үкенеп бөтә алмай хәҙер, шуға һаман элекке, буйҙаҡлығы менән йәшәргә, ел ҡыуып бойондороҡһоҙ көн итергә тырыша. Ә дуҫының ҡатыны Лира бигерәк сибәр суҡынмыш: һылыу йөҙ, уйнаҡлап торған һығылмалы буй-һын, ҡыҫҡа итәкле тар күлдәктең асыҡ иҙеүен бытлыҡтырған тығыҙ, йомро түштәр, тулы, мәрмәр таштай шыма балтырҙар, итәкте хәтәр ҡалҡытҡан туптай тумалаҡ осалар, осҡон сәсеп йылтыраған һоро күҙҙәр, бүлтек ирендәр ымһындырып, ҡотортоп үҙҙәренә саҡырып ҡына торалар төҫлө. Уны тәү күргәнендә үк йәне сабырһыҙ тертләп, тулап китте, мейеһенә ҡайнар ҡан бәрҙе. Әгәр ошо, ир кәрен ҡуҙғытҡыс ҡатын уның өлөшөнә төшһә көнө-төнө түшәктән тормай ятыр ине лә бит, үкенесле, нишләп уны элгәре күрмәгәндер, тап итмәгәндер. Алтындың ҡулда саҡта ҡәҙере юҡ шул, тыу байталдай бисәһенә мөрхәтһенмәгән дуҫының сәйер ҡылығын аңлап та етмәй. Тегендә, Атанғолда ла, бында килен булып төшкәс тә һатыусы булып эшләгән шаталағыраҡ, шарҙауайыраҡ холоҡло Лира ла ауыл уртаһындағы мунсалай бәләкәй кибеткә тәмәке йә шырпы артынан һуғылғанында, кеше юҡта кинәйәле шаяртып ирәбе һүҙ ҡуша, кәүҙәһен килешле уйнаҡлатып дәртте ҡуҙғытҡыс, саҡырыулы ярһыу ҡарашын ташлағылай. Ҡыйшаңлауҙың, һырпаланыуҙың да тикмәгә түгеллеген тойомлай. Йәш ҡатын-ҡыҙҙар һынсыл булалар ғәҙәттә, күңелдәрен күрер, йәнен, тәнен ҡәнәғәтләндерерлектәрҙе әллә ҡайҙан күреп, көс-ҡарыуҙарын арауыҡ аша һиҙеп алалар. Тағы, иң ғәжәпләндергәне шул – йәш ғаилә Рәүеф бөтөрөп әҙерләгән айырым йортта апаруҡ ҡына йәшәп тә ташланы, әммә Лираның кәүҙәһенең ауырайғаны, ҡалынайғаны күренмәй нишләптер, кейәүгә сыҡмаған, тормош ауырлыҡтары баҫмаған, ҡыҙлығынан яҙмаған йәш ҡыҙҙай еңел юрғалап йөрөй бирә. Ғәйеп кемдә, араҡыға хиресләнгән, бисәһенә битараф ирҙәме, әллә ауырға ҡалырға теләмәгән ҡатындамы, белмәҫһең.
Рәүефте эйәртеп, балталарын билдәренә ҡыҫтырып, бысҡыларын ҡулдарына тотоп Ишәй менән Ҡушайҙай эйәртенешеп сит тарафтарға сығып китәләр ҙә кеҫәләрен ҡалынайтып ҡайтып төшкәс бар ауылды дер һелкетеп байрам итергә тотоналар, көн дә табын, көн дә туй тигәндәй, тәүлек әйләнәһенә булмышты алйытҡан, зиһенде мәшәүләндергән, хәмер, шарап йылға булып аҡҡан эскелек. Аҡсаны иҫәпләмәй ырғытҡан һыйлаусылар балыуан, йомарт ҡыланғас әҙергә хәҙер, эргә-тирәләрендә дуҫ-иштәре, шешәләш әшнәләре лә етерлек. Аулаҡ урын табып көн оҙоно табын ҡоралар, ҡайһы саҡ – ҡара кистән таң һыҙылғансы. Илерткес, йоҡоһоҙ һаташыулы, өн менән төш буталған пәрей туйы. Ошондай мәлдәрҙә Рәүеф өйөнә ҡайтырға кәрәклекте лә онота, тәм тойоуҙан яҙған ауыҙҙарына ни эләгә шуны ейеп, һайланмайынса ҡайҙа етте шунда аунап төнәйҙәр. Бергә йоҡлауҙары ҡулай, иртәгеһен эҙләп, йәүкәләп табышыу ҙа кәрәкмәй, таң һарыһынан күнегелгән “әйенселәүгә” сығып олағалар.
Яйын тап килтереп һорай ҡуйҙы: “Дуҫ, нишләп әле ғаиләңдән биҙәһең, ҡаса-һың, бисәң шәп күренә түгелме?” “Уның шәплеген ҡайҙан беләһең?” “Бында күр-әҙәсе булыу кәрәкмәй, бөтәһе лә күҙ алдында!” “Күҙ алдында… Күҙ алдында булмағандары аяныслыраҡ, ана шулары мине һиҫкәндерә, өркөтә…” “Аяныслыны әйтеп ебәр, әгәр сер булмаһа?” “Теле менән әйтмәһә лә күҙҙәренән күрәм, кәрәкмәйем мин Лираға, шуға ҡайтҡым килмәй… Тағы уның ҡыҙыҡһыныуҙары түшәктән ары китмәгән, бар белгәне, бар талап иткәне шул…”
Бер көн эңер төшөү менән иҫереп алып клуб хеҙмәтен үтәгән элекке мәсеткә килделәр, йәштәр шаулы уйын-көлкөнән, ихлас күңел асҡандан һуң тотҡарланмай таралышһалар ҙа улар ҡайтырға ашыҡманы, иҫәптәре - артыҡлап күҙ-башҡа салынмай ғына бәләкәй ҡорҙа аулаҡлап табын ҡороп, гәп һатып алыу. Клуб мөдире Рауил сәхнә артындағы өкәлтәгендә наҡыҫ ҡына булһа ла һый ишараты хәстәрләне, һый тигәне лә шул ҡаты-ҡото; таҙартып киҫәктәргә ҡырҡылған башлы һуған да гәзиткә төрөлгән ит киҫәге, кәнсирле килька балығы, литрлыҡ банкала тамаҡ сылатырлыҡ ҡоҙоҡ һыуы. Аҡбур төҫөндәге буръяҡлы һыуҙы хәтерләткән бер ярты первач көмөшкөне бушатҡас, клуб мөдире ҡайҙалыр сығып юғалып торған арала, йөктәре еткән ике иҫерек юғарыға менә торған ишектең йоҙаҡ күгәнен мейес эргәһендәге стенаға эленгән тимер тәртешкәнең һабы менән ҡайырып асып баҫҡыстарҙы теүәлләп ауа-түнә шунда үрмәләнеләр, әйләнәһе билдән юғары таҡта кәртә менән ҡайыулы манараға сығып баҫтылар. Ошоғаса белмәгәндәр ҙә, күрмәгәндәр ҙә, был илаһи бейеклектән тирә-яҡ ус төбөндәгеләй асыҡ күренә икән дә баһа. Төнгө уттарын яндырып серлелеккә сумған, йорттарында уттарын балҡытҡан Имәнлекүл ауылының киске күренешенән, картуфлыҡтарға терәлеп тиерлек ҡалҡҡан ҡара урман серлелегенән илһамланғанға ҡулдарын алға һоноп, ҡартәсәһенә оҡшатырға тырышып тәкбир әйткәндәй көйләп ебәрҙе:
Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр,
Әшһәдү әллә иләһә илләллаһ…
Ысынбарлыҡтан яҙлыҡҡан мәғәнә, айыҡ аҡыл ҡасҡан ташбыҡ күҙҙәрен алартҡан лаяҡыл иҫерек Рәүеф ҡулдарын сәбәләнеп болғап ҡыҙыл буҫтауҙы күреүҙән ярһы-ған нәҫел үгеҙеләй тамаҡ төбө менән үкерҙе:
- Һин нимә бында әҙәм ышандырып аҙан тәзелдәгән мөәзиндәй әртисләнәһең, ә, свулыш?! Кто тебе дал такое право? Бик беләһең килһә, эскән килеш сүрәләр ятлау яҙыҡ иҫәпләнә, йыуылмаған ҡулға Ҡөрьән тотоу гөнаһ. Быны, дингә бирелгәнлектән түгел, прусты так әйтәм. Если на то пошло, Алла тигән, ошоғаса бер кемдең дә күҙенә күренмәгән йән, бер ҡасан булмаған һәм булмаясаҡ та! Әгәр ысынлап та бар икән, ҡайҙа у, ә, йә күрһәт? - Эт саҡырғандай ауыҙын остайтып һыҙғырып етек сәсле башын уңға-һулға борғаланы. - Эй, таварищ, Алла, бер тапҡыр ғына булһа ла күрен әле беҙгә, һин кемгә оҡшағанһың, ниндәйерәк буй-һында икәнһең? – Манара ҡашағаһына йәбешеп бәүелеп бер аҙ тора биргәс уға ҡайырылып тексәйҙе. – Күрҙеңме, бырат, бер ярыҡтан да күренмәне, бер ерҙән дә килеп сыҡманы, ызнашит, кәнкритне юҡ. Бөттө-китте – юҡ! Ул әҙәм балаһын, йыйын аңраларҙы тәүфиҡ талаптарына ярашлы, ҡалып сиктәрендә ҡыҫып, наҙан баштарын эйҙереп тотоу өсөн уйлап сығарылған татлы алдыҡ ҡына бары, дерелдәк һауа ағымы, һағым! Ызнашит, Иштуған бырат, Алла булмағас беҙҙе ситтән күҙәтеүсе, һәр аҙымыбыҙҙы хисаплаусы фәрештәләр ҙә юҡ, теләгәнеңде эшлә, уйыңдағын ҡыл, урла, тала, йән ҡый, уйнаш ит, йөгөнөкләп тәгәрәгәнсе, ғарҡ кикергәнсе эс, гүләйт ит! Беҙҙе бер кем тыя ла, тота ла алмай, мына шу, ҡарап тор, күреп кинән, хәҙер күрһәтәм мин һи-ңә бер та-ма-ша, к-ә-ә-әм-и-ит! - Бил быуар кәртәнән аша сығырға ынтылып ярты кәүҙәһен тыш яҡҡа ҡарай һалындырҙы. Төҙөлгәндән алып ремонт төҫөн күрмәгән иҫке манара ваҡытһыҙ маҙаһыҙлауға үпкәләгәндәй ел-ямғырға бирешеп нәҙегәйгән һайғауҙарын, кибеп ныҡ һирәгәйгән таҡталарын ҡалсылдатып ауыр сыйнап ҡуйҙы. Рәүеф ҡыйыҡҡа сыҡты ла арҡан буйлап атлаған һауа гимнасылай ҡулдарын ян-яҡҡа йәйеп туҡтап ҡалды башта, шунан сағыштырмаса тигеҙлек һаҡлау торошона килгәс, ҡара, мин нисегерәк шәпмен, тигәндәй уның яғына һирпелде:
- Заруби себе на насу, бырат, күр, ныҡ баҫып торам, мине бер ниндәй араҡы, самагун, самопал да аяҡтарымдан йыға, яҙҙыра алмай!
– Рәүеф дуҫ, эсә барып һуңғы сиктә ҡыйығың киттеме, дүрәкләндеңме, миң-рәүләндеңме әллә, шаярҙыҡ, һәр мәрәкәнең, ҡыҙыҡтың да аҙағы була, етте, инде, дауай төштөк, ҡайтайыҡ! – Ара алыҫ булмағанлыҡтан ынтылып төймәләре ысҡы-ндырылған пинжәк салғыйынан эләктереп өлгөрҙө.
- Кит әле м-м-ы-ы-нан, ян-ым-дан, Иш-ш-т-у-уған, уйнаштан тыуған! Пошел, отсюда! – Ус ҡабырғаһы салғыйҙы матҡыған бармаҡтарҙы ауырттырып һуғып төшөрҙө лә буй етмәгәнерәк алыҫлыҡҡа шылды, шунан аяҡтарын алмаш-тилмәш баҫып тыпырҙатыу хәрәкәте яһап һамаҡларға тотондо:
Эсеп ебәр һалғанын,
Һорама ҡайҙан алғанын.
Һораһаң ҡайҙан алғанын,
Ауыл буйлап темеҫкенеп,
Хәйерселәп алғаным. – Үәт, күрмәһәң күр, ишетмәһәң – ишет!
- Ҡайтайыҡ, тим, дауай, имен-аман саҡта ҡайтайыҡ! - Был тәүфиҡһеҙ, иманһыҙ илереүҙең тиген бөтмәҫен эске тойомлау менән һиҙенгәнгә ҡулдар-ын алға һоноп инәлә башланы, дуҫын әүрәтеп ипкә килтерергә теләп өҫтәне. – Өйҙә минең тағы ла бер ярты самагун запаста ята, һарай ҡыйығына, яңы сабылған бе-сән араһына йәшергәнмен, әйҙә, беҙгә барып шуны эсәбеҙ, шунан ҡайтып мәшәҡәтләнмәҫһең беҙҙә ҡалырһың, хуш еҫле сәскәләргә генә төрөнөп маҙырап таң аттырырбыҙ…
- Сәскәләргә күмелергә, мин бит тере, үлмәгәнмен! – Рәүеф уҫал бүлдерҙе.
- Һәр сөскөргәнгә бәйләнеп барма, йәме, һүҙ араһында ғына әйткәйнем! Иртәнсәк, торғас та яйын табып башыңды үҙем төҙәтәм!
- Һинең иҫәпкә һыйланырға башҡалар һымаҡ мин кеше көнлө хәйерсе түгелмен әлегә!
- Кем һине хәйерсегә хисаплай, яҡын кешем булараҡ ҡына әйтеүем. Вапше-то ошондай табын ҡороуҙар ялҡытты, иртәгә башты төҙәтербеҙ ҙә, иртәнән һуң шабашҡаға сығып китербеҙ, хыуатит, әйттем дәһә, һәр нимәнең аҙағы була, урынын тапҡанмын, икәүбеҙгә лә етерлек хаҡын һөйләшкәнмен. Килештекме, кил мында? – Дуҫының ипкә килеренә өмөтләнеп ҡулын һондо.
– Тороп тор, пастуй, тамашам тамамланмаған бит әле! – Һыпырылып төш-өп барған салбарын биле тапҡырынан өҫкә тарта бирҙе лә ал яҡтағы төймәләрҙе ысҡындырып ебәреп ҡыйыҡты буйлатып сөбөрҙәтте.
- Һин ни ҡыланауың у, бы бит колоп иҫәпләнһә лә элекке мәсеттең ҡыйығы!
- Ну и што дәлше?! Төкөр... юҡ, төкөрмәнем, бес иттем мин һинең мәсетеңдең ҡаҡ башына, белдеңме?!
- Гөнаһ бит был, төҙәтә алмаҫлыҡ гөнаһ!
- Кемдән ишетәм һуң әле был изге һүҙҙәрҙе, Иштуғандың, уйнаштан тыуғандың үҙенән түгелме?! Это еще не все, в-о-о-т ысматри! – Кесе хәжәтен башҡар-ғандан аҙаҡ пинжәк салғыйҙарын осоп барған ҡоштай ярпылдатып ҡоласын йәй-еп ебәргән Рәүеф шашыныуын дауам итте:
Айға оса, айға оса,
Айға оса көтөүсе.
Мин дә айға осор инем,
Юҡ бит арттан этеүсе!
Иләмһеҙ мәжлес таҡмағын тамамланы ла кире боролорға итеп ҡайырылғай-ны ғына, көтмәгәндә терәлеп баҫҡан аяғы ныҡлығын юғалтып тубыҡ тапҡырынан бөгөлдө лә ҡуйҙы. Ул тигеҙлекте һаҡларға теләп унда-бында янтайып бер килке бәүелеп торғас кинәт, ауырлыҡ еңгән яғына мәтәлеп йығылып китте, әммә һуңғы минутта бер ҡулы менән ҡыйыҡ киртләсен һәрмәп өлгөрҙө һәм тамағынан ғыры-лдаҡ өн һығылып сыҡты:
- Яр-ҙа-а-ам ит, И-ш-т-у-у-у-ғ-а-а-аннн!
- Мин хәҙер, һин, бирешмә, ныҡ тор! – Мыштырҙап манара тышына сығып, ҡыйыҡҡа атланып Рәүеф яғына шыуышҡансы оҙаҡ ҡына ваҡыт китте. Эйелеп ятып тигәндәй ҡулын һондо:
- Ҡулыңды бир!
Аҫтан унда-бында йүгергеләгән Рауилдың тауышы ҡолаҡҡа салынды:
- Держись, мин хәҙер күрше өйҙән баҫҡыс килтереп һөйәйем, һин аҙға ғына сыҙа…
Рәүеф ирекле сысаңлаған ҡулын юғарыға ҡарай һонғайны ғына центнерҙан ашыу ауырлыҡты тотоп ҡала алмаған бармаҡтары яҙылды һәм ул түбәнгә, упҡын-дай ҡараңғылыҡҡа тәкмәсте: «А-а-а-аааа!..»
Рауил менән өтәләнеп эләгә-йығыла килеп еткәндәрендә биле ер өҫтөнән сысайып сыҡҡан аҡ ташҡа тап килеп бөгөлөп төшкән ир иҫһеҙ-оҫһоҙ ята ине инде. Ҡазаланыусыны бер яҡ ситкә һөйрәнеләр. Ул эйелеп сикәләрҙе һуҡҡылап ялбарыулы өндәште:
- Рәүеф, ә, Рәүеф, һин тереһеңме у?..
Иңрәүле ыңғырашыу ишетелде, тимәк, әлегә тере.
Ауылдан бер яҡ ситтәрәк, Кәкре урамда йәшәгән медпункт фельдшеры Рәйсәне барып уята һалдылар. Ул оҙаҡ көттөрөп өйөнөң уттарын тоҡандырып, ишеген асып, йыбаныулы йыйынып эргәһендә тыбызыҡлаған егеттәр артынан теләкһеҙ генә эйәреп, ығышып килгәнсе апаруҡ ҡына ваҡыт үтте. Фельдшер йығылыу сәбәбен асыҡлағандан һуң бил тирәһен ҡапшаштырып ҡараны ла, был осраҡта бер ни ҡыла алмайым, тип аҡланғандан һуң салбарҙы һалдырып та тормай оса тәңгәленә ауыртыуҙы баҫа торған укол ҡаҙаны ла берәй ылау табып ҡазаланыусыны участка дауаханаһына алып барырға ҡушты һәм килгәндәгеләй рыя ҡыймылдап ҡайтыу яғына ҡарай ыңғайланы. Шуның менән беренсе ярҙам күрһәтеү тамамланды.
- Рәйсә апай, ылауын табырбыҙ у, мужыт алып барышырһың, ә? – Ярҙам өмөт иткәндәй шулай тип үтенде.
- Кесе ҡыҙым тимпиратурить итә, уны ҡарарға кәрәк, еҙнәйең, ырауанъян бахмурҙан ята.
- Нисек кенә булһа ла өйҙә лә инде?
- Ауыҙына араҡы эләкһә тере мәйеткә әүерелә, уға донъя ла, бисә лә кәрәкмәй, ята шешәһен ҡосаҡлап.
- Ни генә тимә ир ир инде, хужалығығыҙ ҡараусыһыҙ түгел.
- Барыбер, баланың яңғыҙын ҡалдыра алмайым… - Юҡ сәбәпте бар итеп һылтаулаған тауыш ҡараңғынан ишетелде.
Ни ҡылырға белмәй өтәләнеп, ҡымйып унда-бында йүгергеләнеләр ҙә фельдшерҙың кәңәшен тотоп йыйына башланылар; Рауилдың атаһының атын ҡараңғыла, һәрмәләнеп йөрөп оҙон арбаға егеп, Рәүефте яңы сабылған бесән өҫтөнә һалғас, ҡурҡыныс хәбәрҙе ишетеп, ни сәбәптәндер бәләкәй ҡул сумкаһын тотоп килеп еткән Лира менән икәүләп, төн тимәй күрше ауылдағы участка дауаханаһына ҡарай юлландылар. Күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғыла йүнәлеште тоҫмаллап барыу еңелдән түгел, шуға ул дилбегәне унда-бында тартҡылап маҙаһыҙламаны, теләһә ниндәй шарттарҙа ла юлды ҡыуалата белгән ҡарт алашаны үҙ иркенә ҡуйҙы. Барышлай күк күкрәп, йәшен йәшнәп, биҙрә менән ҡойғандай күк менән ерҙе тоташтырып ямғыр яуырға тотондо. Һуңғы епкә ҡәҙәр еүешләнделәр, күшектеләр. Ошоғаса айнып етмәгән тубал башынан араҡы шауҡымы тамам сығып осто. Ярты юл үтелгәс баш осондағы ялбыр болоттар ҡайҙалыр ағылып китеп күк ҡабағы салт аяҙға ҡалып асылды, әйтерһең дә әле генә ер өҫтөн аяуһыҙ һыҙырған ямғыр ҡамсыһы һис ҡасан булмаған да. Урман юлының ыҫмалалай ҡара мәтеһе тәгәрмәстәргә урала, арҡаһынан боҫ бәргән алаша ауыр арбаны көсәнеп тарта, шуға төшөп, юл ҡырлатып ҡыртыштан барырға тырышалар. Мул ямғыр тамсыларынан эйелгән һәрпенделәрҙе кисеп бара торғас бил быуарҙан һыуландылар, өҫтәүенә үләнле ҡыртыш иҫәпләнһә лә аяҡтарға ҡайҙандыр ҡойо һылаша. Лира атларға яйһыҙ тағалы туфлиҙарын һалып ҡулдарына тотоп яланаяҡланып бара башланы. Итек ҡуңыстарына һыу һарҡҡанлыҡтан сылғауҙары бөтәрләнеп аяҡтарын өйкәй, әсеттерә. Тәмәке тартып алырға иткәйне лә, тәмәке, шырпы ҡаптары еүешләнгән, ҡәһәрең. Арбала һуйҙайған Рәүеф тә үҙенең әлегә тере икәнлеген белгертеп онотҡанда бер тамаҡ төбө менән шыңшып, ыңғырашып ҡуя. Эргәлә ҡарайып ҡалҡҡан урман эсенә боҫҡан өкө кинәт ҡаршыларында пәйҙә була ла уларҙың аяныслы хәленә ингәндәй күҙҙәрен ялт-йолт яндырып ауыр уфтана, шунан мыҫҡыллағандай итеп шашып көлөргә тотона: “У-у-уф-ф-фф… Ха-ха-ха…” Биҙәкле ситса күлдәге аша йомро тәненең һәр һыҙаты тулған ай яҡтыһында асыҡ тимгелләнгән Лира тигеҙгә сығып арба ситенә һаҡҡас дерелдәгән, әммә наҙлы йылылыҡ һәм үҙенсәлекле танһыҡ еҫ бөрккән ыҡсым кәүҙәһе менән уға ихласлап һыйынды. Ирекһеҙҙән, осраҡлы ғына ҡыланып тулы балтырҙарға һалып итәк аҫтын ҡармаған ҡулды ла күрмәмеш-һиҙмәмешкә иҫәпләгән Лира ҡаршылашып аҙапланманы. Офоҡҡа таң ойотҡоһо ҡунғанда алыҫта берәм-һәрәм йызылдаған уттар күренде, тимәк совхоз үҙәге иҫәпләнгән, дауахана урынлашҡан Матрайға яҡынлашалар. Барып етеп, ауыл уртаһында урынлашҡан дауахананың ҡапҡаһы асыҡ ихатаға ингәс, иҫенә килгән Рәүеф, ниһайәт, аҡылһыҙ башына төшкән фажиғәһенең асылын бар тәрәнлегендә аңлағандай, төшөнгәндәй асырғаныулы аҡырып иларға тотондо:
– Билең урталай һынғас ят инде ҡымғырлай ҙа алмай кеше көнлө булып, инәңде орайым!..
- Бөтәһе лә һәйбәт булыр, бына күрерһең, үҙ аяҡтарыңда йүгереп ҡайтып та күренерһең әле! – Дуҫының ҡотолғоһоҙ хәленә инеп күтәрмәләргә тырышты.
- Пашул ты!
- Ипләңкерәп һүҙеңде үлсәңкерәп әйт, дуҫың һиңә ярҙамлаша, ә һин юҡты һөйләйһең! – тип ара төштө Лира.
- Тоже мне аҡыллы бисә, һинең арҡала быларҙың барыһы ла, һалҡынлығың, мине яратмауың арҡаһында ошолайтып ятыла!
Лира башын баҫып ситкә ҡарап ҡуйыу менән генә сикләнде.
Дауахананың ишеге ауыҙында йоҡоһона иҫергән шәфҡәт туташы күренде:
- Ҡайҙан килдегеҙ?
- Имәнлекүлдән! – тине ылау хужаһы булараҡ.
- Фельдшер ҡаранымы?
- Ҡараны, кәнишне.
- Ҡарағас направление яҙырға тейеш, ҡайҙа ул?
- Ниндәй направление тағы, бөгөн төн ҡыйыҡтан йығылып төшөп билен ауырттырҙы, тура бында әпкилдек!
- Төнө менән унда нимә ҡараған ?! Айыҡ кеше ҡараңғыла юғарыға үрмәләмәй, тимәк иҫерек булған. Фельдшерҙың направлениеһыҙ эскән кешене ҡабул итеп өҫтөмә яуаплылыҡ ала алмайым!
Инергә йыйынған шәфҡәт туташының юлына арҡыры баҫты:
- Нимә эшләргә беҙгә хәҙер, кире ҡайтырғамы? Глау врашҡа шылтыратығыҙ хәҙер үк!
Иллә-аллаға мәсьәләне ыңғай хәл иттеләр. Кире ҡайтҡандарында Лира аулаҡ-тан файҙаланып тартыныуһыҙ уның түшенә һылашты, өшөйөм тиһә лә тәне ут-тай янып бара, һәм еүеш сәстәренән иҫерткес, башты әйләндергес хуш еҫ килә. Ул да яуапһыҙ ҡалманы, алашаны тағы ла үҙ яйына ҡуйып, яҡыныраҡ шылып ултыр-ып һығылмалы билдән ҡарманы, йәнендә тулышҡан нәфселе теләген тыя алмай ҡабаттан тығыҙ балтырҙарға ҡағылды. Ҡулдарын тағы ла кире этәрмәне Лира, ки-реһенсә уға ҡулайлыраҡ булһын өсөн аяҡтарын тарбайтыбыраҡ ебәрҙе. Йәнендә урғылған хистәрен тота, ҡырағай ир теләген ауыҙлыҡлай алмағанлыҡтан һығыл-малы, күндәм һынды арбалағы бесән өҫтөнә йыҡҡайны, ҡатын көсәнеп, ауырлыҡ менән шыбырҙаны: “Эһ-һ-һ, ҡыҫма улайтып, өтәләнмә, мин дә таштан әүәләнмәгән бит, иркенләр инек тә урыны был түгел, өйөмдә аулаҡ, өлгөрөрбөҙ ҡайтҡас…”
Ҡатынды йортона боролдормай тура эшенә алып барғайны, тегеһе һәләт ҡуҙ-ғалып-йүгермәләп йөрөп кибеттән итәгенә бөрөп бер ярты араҡыны алып сығып арбалағы бесән араһына тыҡты ла күлдәгенең өҫкө төймәһен сабырһыҙ ҡулдары менән осраҡлы, яңылыш ысҡындырғандай ҡыланып тырпайған түшенең өҫкө яғын күрһәтә бирҙе лә ярһыу ҡарашы менән өтөп серле бышылданы:
- Теләгең булһа килеп сыҡ, яңғыҙҙы яңғыҙлатмай, хәлемде белеп, түшәгем еүеш түгел, хәҙер ҡамасаулаусы ла юҡ…
Һәр нимәнең үҙ урыны, ул ярһыуынан һыуынып, ҡайһылыр кимәлдә айыҡ аҡ-ыл менән фекер йөрөтөр торошҡа ҡайтып өлгөргәйне инде. Әгәр унда барһа баш-ынан хыянатҡа батасағын аныҡ белә, шуға бер ни тип тә яуап ҡайтармай ҡарашын ситкә алды ла ошо ерҙә дуҫлыҡ тойғоһона тоғро икәнлегенә ишаралап бойорған-дай әйтте:
- Иртәгә таң менән дуҫтың янына барам, уныһын-быныһын әҙерләп ҡуй!
- Бәлки, матайыңа мине лә һаҡтырырһың?
- Кеше бисәһен ултыртып унда-бында сабып йөрөргәме миңә?
Лираның йөҙө үҙгәреп китте: - Тағы ла был, һырпалана тип уйлама берүк, үҙең ҡара. Тураһын ғына әйткәндә уның хәлен белеүҙән мәғәнә самалы хәҙер, ҡап уртанан һынған бит, ятыр инде миңә һалыҡ булып!
- Ниндәй генә хәлдә лә ул бит һинең ирең!
- Ҡатынын иркәләй белмәгән ир шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы…
- Әйтеп бөтөр?
- Нимәһен әйтәһең, яңылыш сыҡтым мин уға кейәүгә, яңылыш… Ә ундай яңылышлыҡты төҙәтеү еңелдән түгел. Оҡшайһың һин миңә, Иштуған, йәшермәй әйтәм, оҡшайһың! Күреп-һиҙеп йөрөйөм һин дә миңә тартылаһың…
- Тартылыу – түшәгеңә ятыу, түгел бит әле. Мине башҡаса өйөңә саҡырма, әгәр ирең юҡта берәйһен эйәләтә ҡалһаң, ысматри, ят, тип тормам! – Йоҙроғон төйнәп киҫәтеп ҡуйыуҙы ла кәрәк тапты.
- Ят, тиһеңме? – Лира шул һүҙҙе ҡайтанан ишетәһе килгәнгә ҡабатлап һораны. - Ят тигән булаһың, үҙең мине бөгөндән үк кемдәндер көнләйһең, ҡыҙғанаһың, ярай, һинеңсә булһын, Рәүефкә түгел, һиңә тоғро ҡалырмын, һәр хәлдә хыянат итмәҫкә тырышырмын!
- Килештек!.. – Берәйһенең ишетеп ҡалыуынан шикләнгәндәй уҫал ҡарашы менән тирә-яҡты һөҙөп күҙәткәс арбаға менеп ултырҙы.
Алашаға ары дилбегә ҡағыу кәрәкмәй ҙә ине, ул тура тартып юрттырып хужаһының асыҡ ҡапҡаһына инеп тә китте. Әмәлгә баҡҡандай өйҙә Рауил бер үҙе генә икән, тимәк уртаҡ фажиғәне бар тәрәнлегендә аңларлыҡ, төшөнөрлөк кеше бар. Бер хәбәрҙе ҡырҡ тапҡыр тыҡып, иләмһеҙ буҙлап, ҡайһы ерендә моңһоҙ итеп йырлап, теге “аҡбаш”ты түңкәргәнсе эсеп шул ҡайғыны йыуҙылар, әллә бер төн эсендә кисергәндәре йоғонто яһаны, әллә икенсе сәбәп, тиҙ иҫерҙеләр, тиҙ бәлйерәнеләр, Рауил аҙаҡтан өҫтәл эргәһендәге диванға ҡырын ауып әүелйеп тә китте, ә ул инде, аша-төшә баҫып ҡайтыу яғына ҡарай тәнтерәкләне.
Ҡайтып ингәс арманһыҙ булып түшәгенә ауҙы һәм шундуҡ йоҡлап та китте. Төшөнә теге хәйерһеҙ таш инде. Ул Рауилдың теге алашаһын тау битләүенә ты-шап түбәнгә ҡарай китеп бара ине, ҡайырылып ҡараһа, аҡ таш ер ҡуйынынан ҡубарылып сыҡҡан да артынан тәгәрәп килә, имеш. Хәүефте абайлап өлгөрөп йү-герә башланы, таш та тиҙлеген арттырғандан-арттыра барып һабан төрәненән аҡ-тарылған бураҙналай тәрән эҙ ҡалдырып артынан елә генә, уңға ынтылһа уңға та-шлана, һул яҡҡа ялтанһа шул яҡҡа йүнәлә, ҡасып ҡотолормон, берәй ышыҡҡа боҫормон тимә. Бына ҡыуып етте лә һымаҡ, салбар балаҡтарынан эләктереп-эл-әктереп ала, хәҙер ауырлыҡ аҫтында ҡалып иҙеләсәк, һытыласаҡ юҡҡа сығасаҡ! Бер яҡ ситкә Лира баҫҡан да ҡул болғап саҡыра: “Бында кил, беҙҙә аулаҡ!” Юҡ инде, әүрәтмәһен дә, саҡырмаһын да, унда бороласағы юҡ! “Кит янымдан, Лира! Ҡотҡарығыҙ! А-а-а-а!..” Ҡара тиргә батып уянып, ауыр уфтанып, урынында әйлән-геләп ята ине, янына, төпкө яҡҡа инеп яҙып ябынған яулығын төҙәткеләп түшәк ситенә һаҡҡан ҡартәсәһе ауыр уфтанды:
- Бисмиллаңды, көлһыуаллаңды әйтеп ятһаңсы, балам, ныҡ һаташаһың түгелме?!
- Ҡаңғыртма әле, шул бисмиллаң менән, наҙайыл!
- Наҙайыллаһам да мин һинең ҡартәсәйең, насарлыҡ, хаслыҡ, аламалыҡ теләмәйем, шуны һис ҡасан онотма. – Ҡарсыҡ ҡаты төйөр ҡапҡандай тешһеҙ ау-ыҙын мөйтәңләтте. – Теге ҡазаланған Рәүефтең бисәһенең исемен дә ҡысҡырғандай инең?
- Миндә һинең эшең булмаһын, белдеңме?
- Һиндә генә ниндәй эшем буһын инде, һеҙ йәштәр үҙегеҙсә, беҙ ҡарт-ҡоро үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күреп тереклек итәбеҙ. Рәүефкә килгәндә, барына ла үҙе ғәйепле, башҡа бер кем дә түгел, Аллаһы Тәғәлә ғәҙел язаһын бирҙе.
- Ниндәй яза, уны ҡайҙан алдың?
- Ил ауыҙына иләк ябып булмай, тотош ауыл шул хәбәрҙе һөйләп шаулай.
- Нимә сыбалталар инде, ауыл ғәйбәтселәре?
- Ҡуналҡаға ҡунған көҙгө әтәстәр ише мәсет ҡыйығында һерәйеүегеҙҙе бөтәһе лә күргән.
- Прәме, төнө менән күргәндәрме, ышанғы килмәй!
- Һөйләнелгән хәбәр ел менән бер, иҫкән һайын уға ҡый-һай өҫтәлгәндән өҫтәлә бара.
- Өҫтәлә имеш, һәр нимәгә тығылып ултырырға Алланың ҡашҡа бәрәнеме әллә һин?
- Был тәңгәлдә тығылыу кәрәкмәй, һәммәһе күҙ алдында. Ә һине, балам, бәлки, минең ихлас, ысын күңелдән уҡыған доғаларым аралағандыр, ҡотҡарғандыр, кем белә…
- Юҡ ул Алла, юҡ, уның барлығына ышанмайым, мәктәптә беҙҙе шулай тип уҡыттылар!.. - Килеп тыуған, аяҡтары аҫтында ятҡан бәләгә тамам албырғағ-анға ышанысһыҙ яуапланы ла әйткәндәренән ҡасырға, йәшеренергә теләгәндәй керле, етек сәстәре тырпайған сөрәкә башын яҫтыҡ аҫтына йәшерҙе.
- Дөйәғоштай башыңды ҡомға тығып ҡотолорға итәһеңме? Файҙаһыҙ, бәлә тигәнең ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй. Тәүбә тиң, балам, тәүбә тиң, был аҡылһыҙ һүҙҙәрҙе ейәнем түгел, юлдан яҙған иблис әйтә! Йәшәүгә ҡулай ша-рттар булдырып тереклекте Тәңре яралтҡан. Бынау өҫтәлде атайың эшләп ҡуйғас ул бар, донъяла ла шулай, юҡтан бар яһап булмай… Мәсет - иман йорто. Унда ҡылынған гөнаһ ҡына түгел, бәләкәй генә хилафлыҡ та оло ҡазаға юлыҡтыра. Шу-ны һис ҡасан онотма! – Йәшен тиҙлегендә тотош ауылға таралған хәбәргә үҙенсә баһа биреп һығымта яһағандай итеп өҫтәне. - Рәүефтең мәсет ҡыйығынан ҡолап төшөүе лә тикмәгә түгел, түгел… Әүәле иҫ белгәндә мәсетебеҙ мәхәлләгә, игелек нурын һибеп балҡый ине. Мәсет бит ул ауылдың күрке генә түгел, динебеҙҙең изге билдәһе, ер кендеге. Кендеге ысҡынған арбаның ни хәлдә ҡалыры һүҙһеҙ ҙә аңла-шыла. Ил буйынса таралған мәсеттәрҙе ил хужалары бысратып ана, ни кимәлгә төшөрҙө. Мәсет ҡыйығына флаг ҡаҙап ҡуйыу менән генә күптәр вәғәҙәләгән ожмахҡа олғашып бумай. Күреп тор, беҙҙәге халыҡ тиҙҙән инәһеҙ ҡалған күстәй ҡайҙа етте шунда тырым-тырағай һибеләсәк…
- Тоже мне философ, күрәҙәсе!
- Күрәҙәсе түгелмен, түгеллеккә, ә һин, балам, тәүбәңә кил, башҡаса эсмәйем, тип эҫе мәлендә әйтеү әйт!
Күңеле болғанғанға ауыҙын баҫып тештәрен шығырҙатты:
- Бар сыҡ әле янымдан, бер кемде күргем килмәй, һинһеҙ ҙә баш зыңҡып ярылып бара!
Ап-аҡ сәсле, тәбәнәк буйлы, йоҡа кәүҙәле, еңел һөйәкле ҡарсыҡ нотоғоноң үт-емһеҙлеген самалап алып ары һүҙ көрәштереп торманы, башындағы яулығының бер яҡ сите менән йоҡа иренле ауыҙын ҡаплап ейәне өсөн үҙе көлһыуалланы бы-шылданы ла сығыу яғына ҡарай атланы, һәм ишек төбөнә килгәс боролоп тормай ғына ҡыҙыҡһынды:
- Ҡайнар һыуға ҡорот иҙеп, бармаҡ башылай май төшөрөп индерәйемме әллә?
- Ҡоротоңдо тығылғансы үҙең һемер!
- Ит изгелек, көт яуызлыҡ, тигәндәре ошо була инде… - Бышылдап әйтелгән һүҙҙәр ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡалдылар.
Ошо тетрәндергес ваҡиғанан һуң, теге, мәсет башындағы йәмһеҙ тамашала ту-ранан-тура ҡатнашлығы булмаһа ла уға динһеҙ ҡушаматы тағылды. Уны иң беренселәрҙән булып ауылдың арғы осонда йәшәгән Рәүефтең ата-әсәһе таратты. Аҡ этең бәләһе ҡара эткә, тигәндәй, баштан себен осороуға тартым ине был ғәмәл, бәлки ошо юл менән яҡындары берҙән-бер улдарын аҡларға, яҡларға теләгәндәрҙер, кем белә.
Хаслығына күрә хаҡ язаһын алған Рәүефте кисекмәҫтән участка дауаханаһынан районға ебәрҙеләр, район инде үҙ сиратында тиҙ арала санитар самолет саҡырт-ып Өфөгә оҙатты.
Ата-әсәһе лә үҙҙәренсә ҡабалан сара күрҙе, ҡарар ҡабул итте. Ғаилә ҡамытын ке-йҙереп тынысландырыу маҡсатында күршелә ятҡан Бикбирҙе ауылының ултыраҡ ҡыҙына яусы ебәреп, йәрәшеп, ике яҡтан да яҡын туғандарҙы йыйып бата уҡытып ҙур булмаған табын ҡорҙолар ҙа уны ҡабалан ғына башлы-күҙле иттеләр. Һауын-сы булып эшләгән Гөлнәзирәне ошоғаса бер нисә тапҡыр осратҡаны булды булы-уын. Иртә яҙ менән теге ауыл эргәһендәге һауын фермаһы йәйләүен йәйгелеккә әҙерләргә ялланғайны: тиләшкелә урынлаштырылған будкала ҡуна ятып сереп ау-шайған кәртә бағаналарын алыштырҙы, урын-урыны менән төшкән һайғауҙарҙы ҡалҡытып ҡатты, һауынсылар, көтөүселәр йоҡлап йөрөгән таҡта будкаларҙың ҡы-йыҡтарын, менеп-төшөргә яйһыҙланған тупһаларын яңыртты. Бер һүҙ менән әйт-кәндә оҫталыҡтан бигерәк ҡара көс талап иткән ваҡ мәшәҡәт. Йәйләүгә яңы сыҡ-ҡан һауынсылар ҙа уның тарафына шаян, ҡыҙыҡһыныусан ҡараштарын атып, ши-рҡаңдашып эргәнән генә үтеп-һәтеп йөрөп яталар, тик тәбәнәк, йыуантаҡ, сибәр-лектәре урта саманан үтмәгән ҡыҙҙарҙың береһе лә күңеленә ятманы. Эргәһендә-геләргә ылығып бармаған, йомоҡ холоҡло бер ҡыҙға ла иғтибар итте. Итте лә он-отто, сөнки ул башҡаларға ҡарағанда өлкән дә, күрмәлекһеҙ ҙә күренде, бары ҡыҫ-ҡа аяҡтарға ултырған тулы кәүҙә, еҙ төҫөндәге оҙон сәстәр, өркөп ҡараған йәшкелт күҙҙәр генә хәтерендә ҡалған. Атаһы шул ҡыҙҙың атаһына, әрмелә бергә хеҙмәт иткән ҡорлашының йортона яусы ебәрергә йыйыныуы хаҡында әйткәс, һүҙһеҙ ри-залашты ла ҡуйҙы. Яңғыҙлыҡтан, мәғәнәһеҙ буйҙаҡлыҡтан, маҡсатһыҙ йәшәүҙән, ел ыңғайына тәгәрәгән ҡамғаҡтай унда-бында бәргеләнеп көн итеүҙән ялҡый баш-лағайны шул. Эйәле-башлы булыу – ҡыутомшоҡ көнитмешенә ҡарағанда отошло-раҡ та баһа, юҡтың көнөндә өҫ-башын йыуыр, тамағына яраштырыр кеше була эргәһендә, тағы ауылдарҙағы ирһеҙ бисәләрҙе, ҡаланан ҡайтҡан ултыраҡ ҡыҙҙар-ҙы теүәлләп йөрөп, йоғошло ауырыу эләктереп бәләгә тарыуы ла бик ихтимал.
Тәүге, ҡушылыу төнөндә, келәттә, кәләшенең ҡыҙ түгеллеген самалап алып тү-шәктә ятҡан килеш бәргесләп ташланы. Тегеһе аҡланып маташманы, тауышын баҫып сеңләне генә бары. Ә ул әле кисә генә ҡоролған ғаиләһендә сыңлаған тәүге һауыт-һаба тауышын башҡаларға ишеттермәне, улайға уҡ китһә ул да ҡыҙ сафлығын айырмаған суфый түгел бит әле. Иртән йоҡонан торғас та ҡәтғи талабын ҡуйҙы:
- Короче, миңә саҡлы ир тәмен татығанһың, шулай булғас гөнаһһыҙ түгелһең. Ярай, был сер икәүбеҙ араһында ғына ҡалһын, булыры булған, буяуы уңған, но имей в виду, мине ошо хәлдә ары тотоп, сикләп маташма, файҙаһыҙ, нисек теләйем шулай йәшәйем ары, белдеңме?!
Бойондороҡһоҙлоҡҡа, элеккеләй иркен йәшәүгә ишара ине был.
Өйләнеп аҙна самаһы үткәс тәмәке артынан кибеткә һуғылғайны уны айҙай балҡып, ауыҙына инерҙәй булып ҡаршы алырға ғәҙәтләнгән Лира был юлы үсеккәндәй һыртын ҡуйып баҫты ла үсәгәндәй итеп сатнатып, маңлайына бәреп теҙҙе:
- Һайлана торғас, ниһайәт һаҙға батҡанһың икән, һыйыр, һөт еҫе һеңгән ул байғоштоң ҡайһы еренә ҡыҙыҡтың, ни бите, ни ите тигәндәй?
- Кеше тикшергәнсе иң тәүлә үҙеңде ҡара!
- Нимәһен ҡарарға, һәр ағзам теүәл, үҙ урынында. –Ир күҙҙәрен ҡыҙҙырырға теләгәндәй тығыҙ түштәрен бәүелтте, арт һынын уйнатты.
- Ошоға саҡлы бисә-сәсә байлыҡтарын күп күрелде, у нимәләрең менән мине ҡыҙыҡтыра алмаҫһың.
- Ҡарап ҡарарбыҙ, тип әйткән ти борон берәү, йылға күрмәйенсә итектәреңде, - күлдәк итәген ойоҡһоҙ аяғын күрһәтеп юғарыраҡ тартты, - сисмәй тор, йәме?
Йәш килен артыҡлап тотҡарланмай фермаға һауынсы булып сыҡты ла өнһөҙ-һүҙһеҙ баш баҫып эшләргә тотондо лә китте. Ә ул инде оҙаҡҡа һуҙмай ауыл осон-дағы яртылаш төҙөлгөн йортон бөтөрҙө, ҡыш етеп ҡырпаҡ ҡар яуыуға мунса, уса-ҡлыҡ, мал ҡураһын, келәтен, көймәле матайы өсөн гаражын төҙөп тә ҡуйҙы. Ҡар-тәсәһенең талабына ярашлы нигеҙгә аят бағышлатып, өй мөйөштәренә аҙан ҡыс-ҡыртып, йоманан һуң күсенделәр. Дөйөм табын артында башҡаларға эйәреп бит һыпырып ултырырға теләмәгәнгә саҙаҡа өләшеүҙе ҡатынына тапшырып, күрше ауыл муллаһы йоланы үтәгәнсе йомош табып, юҡ эште бар итеп аҙбар яғында йө-рөп торҙо. Әммә нишләптер яңы йортҡа ҡот, йылылыҡ ҡунманы, ҡапҡан аштар-ына бәрәкәт өҫтәлмәне, йәш кәләше менән уртаҡ һүҙ тапманы. Иғтибарлаңҡырап текәлһә беренсе ҡушылыу төнө хәтеренә төшөп асыуы ҡабара, һарыуы ҡайнай, ене ҡотора ла китә, ҡатынын ваҡ ҡына киҫәктәргә өҙгөсләп ташларға әҙер. Ундай саҡта инде ғауға-талаш сығырын көт тә тор. Өҫтәлмәгән бәрәкәткә килгәндә, ҡатыны аш-һыу яраштырыуға сымры ине, һәммәһен тәмле-татлы итеп бешерә-төшөрә, әммә сүптән сүмәлә өйөп алдына ҡуйылған ризыҡтан да кәмселектәр, етешһеҙлектәр таба, йә ҡапҡаны ҡырҡыу, йә тоҙһоҙ булып сыға. Улар яңы өйгә күсеп күп тә үтмәй таңға яҡын атаһының йорто янып китте. Ете төн уртаһындағы йоҡоларына иҫергән ауыл халҡы уянып, иҫ-оҫтарын йыйып килеп еткәнсе йортто тулыһы менән ут ялмап алған ине инде, шифер ҡыйыҡ тирә-яҡҡа таш киҫәктәрен ата, яҡынлармын, тимә. Тәҙрә уйымынан һөрөмлө ялҡын телдәрен күрһәткән янғынға бер кем дә яҡынларға, ишекте асып эскә ташланырға теләмәне, биҙрәләрҙән һибелгән һыу һүндермәй, геүләп, тауышланған оло усаҡты киреһенсә ҡотортоп ебәрә төҫлө. Төтөнгә тонсоғоп, тереләй утта бешеп бер төптән атаһы, әсәһе, ҡартәсәһе үлеп киттеләр. Һуңынан район үҙәгенән килгән медицина хеҙмәткәрҙәре көйрәгән һөйәктәрҙе айырым тоҡтарға йыйып алып уға тапшырған булдылар. Ҡайһы тоҡта кемеһе ятҡанын да айырырлыҡ түгел. Шулай ҙа дәррәү күтәрелеп сыҡҡан халыҡ янғынға ары йәйелергә ирек бирмәне, ут кәртә-ҡураға ҡапманы, мал-тыуар имен ҡалды. Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре янғындың сығыу сәбәбен боҙоҡ электр сымына һылтап, ҡағыҙ тултырып, уның ҡултамғаһын алдылар ҙа эште тамамланғанға иҫәпләнеләр. Нишләптер ҡайғырманы, хәсрәтләнмәне, яҡындарының фажиғәле вафатын күргәс тәүге уйы шул булды: “Ярай әле күсенеп өлгөрөп ҡалынды, юғиһә мин дә шунда бикләнеп ҡалып бешеү ихтималлығы бар ине… Ә бына Гөлнәзирә шуларға эйәреп дөмөгә ҡалһа?.. ” Үҙенә-үҙе шул һорауҙы бирә лә аныҡ яуап таба алмай. Тейешлекте үтәп мәрхүмдәрҙе теҙеп ҡәбер ҡаҙып ерләгәндән һуң уларҙың өсөн уҡытты ла, кискә ҡарай тотош малды яңы кәртәһенә күсереп алды, ә иртәгеһен нигеҙҙе, көйөрәп, быҫҡып ятҡан торомбаштар өйөмөн бүлексәнең бульдозеры менән яр яғына ҡарай эттереп күмеп йорт урынын ер менән тигеҙләп ҡуйҙы. Ҡайтып килешләй урам сатында арғы оста яңғыҙы йәшәгән Мөхипъямал ҡарсыҡ осрап үҙенсә һығымта яһаны:
- Шунан, улым, тәү башлап айтай баҫҡан тупһаңды туҙҙырып ҡайтып киләһеңме?
- Ә мин нимә эшләй алам был осраҡта? Яҙмыштан уҙмыш юҡ. Өйөмдө янған нигеҙгә шылдырып ултырта алмайым да баһа. Һарайҙы суҡайтып -ҡалдырып булмағас бесәне-ние менән Фәриткә һаттым. Башҡа юлдарын күрмәйем.
- Һәр ғәмәлдең үҙ әмәле. Атайыңдың нигеҙен һөрөп ташларға ашыҡһаң да мәрхүмдәрҙең етеһе ҡырҡы уҡытылмаған әлегә, шуларҙың үткәнен көтһәң ни була?! Ә мин янған йортоғоҙ урынында һинең кендегеңде ҡырҡҡайным, шунан исемеңде ҡолағыңа ҡысҡырғайным. Ҡуй инде, буш торған өйҙәргә тағы ла бер янған нигеҙ өҫтәлде. Бөтәбеҙ, салғы аҫтында ҡалған үләндәрҙәй сабылабыҙ, ҡырылабыҙ…
3
Ярты йылдан һуң, яңы йыл байрамы алдынан, Мәскәүҙең үҙенә саҡлы тикшере-үгә ебәрелгән Рәүефте алып ҡайттылар. Ауырыуҙы Имәнлекүлгә район дауахана-һының “Тиҙ ярҙам” машинаһы алып килде. Ҡаршыларға барҙы ла дуҫын бәпес-тәй күреп күтәреп түр яҡтағы түшәккә индереп һалды. Ошоғаса ныҡ, беше, уҫла-птай ҙур кәүҙә кибеп ҡорҙайға ҡалып еңеләйгәйне, ә яҫтыҡланып шешмәкләнгән күҙ төптәренә фажиғә, өмөтһөҙлөк, битарафлыҡ тамғаһы юйылмаҫлыҡ дәрәжәлә һеңгәне. Яҡын әшнәһе булараҡ ҡаршы алырға килеүселәрҙән аҙаҡҡараҡ тороп ҡалғайны, хужабикә өҫтәлгә бер ярты араҡыны тыпылдатты, һары май ватты, ик-мәк телде, башлы һуған ҡырҡты. Өндәшмәй-һөйләшмәй, ауыҙҙарына һыу уртлап ҡына ҡалмай, зәһәр араҡыны тамаҡ төбөнә сытыраймай оҙатып теге шешәне бу-шатҡайнылар, күҙҙәренә йәш алған Рәүеф ҡылыс менән һелтәнгәндәй ҡулын болғаны:
- Тамам өҙөлдө өмөт, Иштуған, тере мәйеткә ҡалынды!
- Бәлки, ваҡыт үтеү менән рәт-яйға китер, ә?
- Ярты йыл балнис карауатында файҙаһыҙға аунағандан һуңмы?! Тот ҡапсығыңды, әҙәм ышанмаҫ хәбәрҙе ысын булһа ла тылҡыма, белдеңме?!
- Ни тинеләр һуң тегендә?
- Мине дауалап аҙапланған профессор башҡаса аяғына баҫа алмаҫһыңдыр, тип төңөлдөрөп ҡайтарҙы. Билдең түбән яғы иҫ белмәй, ә йәнем тулыһы менән үлек! - Ары аралашырға теләмәгәнен белгерткән Рәүеф стена яғына боролоп ятты.
Ауырыуҙы бер кешегә ҡарау мәшәҡәт булғанғалыр инде, Лира Атанғолда яңғы-ҙы көн иткән әсәһен үҙенең янына күсереп алды. Шул көндәрҙә Имәнлекүлгә тағы ла бер ҡаза килде. Кис эш урынында ауыл егеттәре менән эскелек ойошторған ләх иҫерек Рауил иң аҙаҡ ҡалып клубты бикләп сыҡҡан да ҡышҡы сасҡауҙа теге таш янына ятып бөгәрләгән, ҡатыны эҙләп тапҡансы бейәләйһеҙ ҡулдары, дермантин ботинкалы аяҡтары туңып өлгөргән. Аяҡ-ҡулының бармаҡтары мөнтәлгән ауыр-ыу район дауаханаһында оҙаҡ ятмай газ гангренаһынан үлеп китте. Ошо ваҡиға уны тертләп китергә мәжбүр итте, башына ҡайнар ҡан бәрҙе, фекере сыуалды: “Тағы ла шул ҡәһәрле таш, тикмәгә түгел был, бында ниндәйҙер ғиллә, сер, иҫкәр-теү бар…”
Үлгәндәр үлә лә ҡотола, тереклек иткәндәр көндәлек мәшәҡәттәрҙе хәстәрләргә, осто-осҡа ялғарға тырыша - Лира ла сауҙа мәшәҡәттәре екһендергәнгә райондың мәҙәниәт бүлегенә барып клуб мөдире булып эшкә төшөүе хаҡында бойороҡ ал-ып ҡайтты. Көндәр буйы мейесһеҙ кибетте һаҡлауға ҡарағанда бында ни ҡулай, мәҙәниәт усағында эшләү өсөн ойоштороу һәләтенә эйә булыу, йыр-моңға, нәфис һүҙгә маһирлыҡ кәрәкмәй, домино һуғып, шахмат уйнап биллиард шарҙарын ҡыуыусы егет-еләнгә, аҙнаһына бер тапҡыр “Украина” киноустановкаһынан күр-һәтелгән киноға килеүселәргә клубты асып-япһаң шул да еткән, ә ҡалған ваҡытта өйөң тирәһендә йорт мәшәҡәттәре менән булаһың. Кисәге һатыусы, бөгөнгө мәҙә-ниәт хеҙмәткәре, мөдир, кәүҙәһенә һылашып ҡатҡан кибет халатын сисеп ырғыт-ып яңы мөхиткә яраҡлаштырып көйәҙ кейенеп алды; ҡуңыстары тубыҡ быуында-рынан юғары килешле күн итектәр, ҡыҫҡа итәкле, асыҡ иҙеүле ҡиммәтле күлдәк, аҡтан аҡ төҫтәге еңел пальто, шундай уҡ төҫтәге башлыҡ, ҡыҙыл шарф, бит-йөҙөн дә кейгән кейеменә яраҡлаштырып һылап-һыйпап ебәрҙе, дөйөмләштереп әйтк-әндә һыбай атынан төшөп, йәйәүле ятып ҡарарлыҡ күркәм, ылыҡтырғыс һынға әүерелде.
Ә үҙенә килгәндә инде, һуңғы осорҙа ситкә сығып йөрөмәй тиерлек, ялланайым, тиһәң ауылда ла ҡулға эләгерҙәй ваҡ-төйәк мәшәҡәте табылып ҡына тора, тип һылтаулай, ысынында иһә табыш еҫен һиҙеп өлгөрөп һунарсы ҡомары уянған януар ише уны бында ниндәйҙер ымһындырғыс көс бәйләп тота. Ҡулға эләгерҙәй оҫталыҡ кәсебенән ҡайтып инеп ашыҡ-бошоҡ ҡапҡылай ҙа дауахананан ҡайтҡас кәйефе һиҙелеп ыңғай яҡҡа үҙгәргән дуҫының янына бара һала, сәғәттәр буйы донъя хәлдәре, ауыл яңылыҡтары тураһында гәп һатып ултыралар, шахмат уйнайҙар, кәрт һуғалар, береһен ташлап өлгөрмәй икенсеһен ҡабып тәмәке быҫҡыталар. Кис етеп эшенән ҡайтып ингән Лира ишекте шар асып ҡуйып өйҙө елләттә лә сәрелдәк тауышланып икеһен бер юлы тиргәргә тотона. Белә, һиҙә, тиргәүҙең дә төрлөһө була, Лира уны ҡыуалаған мәлендә яңылыш ҡына бәпес башындай ҡабарынҡы түштәре менән ҡағылып-ҡағылып ала, ишектән дә ҡулы менән түгел мамыҡтай мыймылдаҡ осаһын ҡыйшаңлатып этеп сығара. Уға шул ғына кәрәк тә, иртәгеһен һылтауын табып тағы ла дуҫына, дөрөҫөрәге дуҫының ҡатынына бара ла яңынан ошондайыраҡ ҡыуалауҙы көтә башлай. Ошоғаса екһенеп ҡараған ҡатынынан бөтөнләй ситләште, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәп тә ете-ятҡа әүерелделәр; ауыҙҙарына йөҙөк йәшереп тәғәмләнәләр, ым-ишара менән тейерлек аралашалар, иллә көндәр, аҙналар барышында былай йәшәү мөмкин булмағанлыҡтан көсәнеп һүҙ ҡушырға, өндәшергә мәжбүрҙәр, тик улары ла ыҙғыш-талашҡа ялғанырға әҙер.
Бер көн кис шахматҡа мауығып китеп оҙағыраҡ ултырып ташлағандар. Лира ла был юлы мыжымай, ризаһыҙлығын белдермәй эргәлә генә уныһын-быныһын эш-ләп йөрөп ята. Ҡайтырға сыҡҡанында ҡуйырып эңер ҡараңғылығы төшкәне инде. Артынан оҙатырға сығып, кире инергә ашыҡмай солан ишегенең яңағына һөйәлг-ән Лира менән ҡабалан ғына хушлашты ла ошоғаса кисектерелеп килеп тә әле мо-тлаҡ ҡылынырға тейеш гөнаһтан ҡасырға теләгәндәй йүгерә-атлай урам буйлап китте. Апаруҡ алыҫлашҡайны ла, артынан үҙәләнгән саҡырыуҙы ишетте:
– Иштуған?!.
Боролоп ҡараны – артынан яурынына фуфайка һалған Лира эләгә-йығыла йү-герә. Килеп етте лә ҡаршыһына баҫып бер килке текәлеп торғас ҡосағына тартын-ыуһыҙ һыйынып өҙөп-өҙөп бышылданы:
- Инде күпме ныҡлығымды һынарға иҫәбең? Тәҡәтем ҡалманы, нәһерем ҡороно…
Сабырлығын, ихтыяр көсөн юйғанлыҡтан үҙ-үҙен белешмәй тумалаҡ һынды үҙенә тартты, эленмәгән фуфайканы ҡайырып ебәреп тартыныуһыҙ мул түштәрҙе һәрмәне, ҡомһоҙланып текә осаны үҙенә ҡарай тартты ла һутлы ирендәргә ҡаҙал-ды.
Лира уны ситкә этә бирҙе лә быуылып бышылданы:
– Ашыҡмайыҡ… Мин үҙем…
- Юҡ, тиҙ генә һеҙҙәге мунса соланына инәйек тә…
- Унда яғылмаған, һалҡын. Хәҙер ҡайтам да уныһын-быныһын эшләгәс клубта айлыҡ отчетты яҙып әҙерләйһем бар, тип Рәүефте алдаштырам. Ышанмай ҡайҙа ғына барһын, һәр хәлдә мине тикшереп артымдан юрғалай алмай бит инде ул.
- Улайһа әйҙә, әйҙә, хәҙер үк! – Ярһыуына сыҙаша алмай ҡабаттан түштәргә үрелде, һығылмалы билде ҡосоп үҙенә тартты, һутлы ирендәрҙе ҡабаттан һурҙы.
Оҙаҡ үбешеүҙән тамам хәле алынған, булмышы ярһыу сигенә еткән ҡатын өҙ-өп-өҙөп әйтте:
- Сабыр ит, сабырлыҡ төбө… - әйтеп бөтөрмәй кире өйҙәре яғына ҡайырылды. – Клуб янында, солан мөйөшөнә боҫоп көт, оҙаҡламам…
Клуб янына яҡынланы ла абайламаҫтан теге ташҡа эләгеп һөрлөгөп китте. “Тағы ла шул нимә, хәйерһеҙ! Юл эсендә лә ятмай ҙа һымаҡ, әммә үткән-һүткән-дә һәрмәп эләктерергә әҙер.” Ҡабалан ғына кейемен ҡаҡты ла ғәмен икенсе теләк биләп алғанлыҡтан солан мөйөшөнә барып һыйынды, тынысланырға теләп эйел-еп ҡарҙы һоҫоп алып биттәрен, маңлайын ыуҙы, мул итеп ауыҙына ҡабып ҡорғаҡһыған тамағын сафландырҙы, шунан сигарет тоҡандырып ҡомһоҙланып тартырға кереште.
Бер аҙҙан ипле баҫып атлаған һын яҡынлашты, уның Лира икәнлеген белге-рткән осраҡлы ел танауына татлы хушбый еҫен килтереп бәрҙе.
Суғырмаҡлы ҡулын йомшаҡ ус ҡарманы, ҡараңғы юҡта ҡолағын наҙлы өнд-әшеү наҙланы:
- Клубҡа инәйек, һалҡын мунса соланы түгел, унда яғылған, йылы, ҡабаланаһы ла түгел, иркенләрбеҙ… – Шулай тине лә эргәһендәге йорт яғына ҡарай етәкләне.
Эскә үтеп сәхнәгә күтәрелгәс ҡарһаланып сисенә башланылар, өҫ кейеме шар-шау артындағы элек мөнбәр урынлашҡан, хәҙер гардероб хеҙмәтен үтәгән стен-алағы ҙур уйым яғына ҡарай осто. Гөнаһлы ҡауышыу ашыҡ-бошоҡ, ҡабалан, һәм шул уҡ ваҡытта йәшен йәшнәүендәй сағыу, илерткес килеп сыҡты. Ярһып буша-нғандан һуң уны өҫтөнән төшөрмәй ҡыҫып ҡосаҡлап ятҡан Лира ни сәбәптәндер түгелеп иларға керешеп китте лә әле ҡылынғанға үҙ баһаһын бирҙе:
- Сәләмәт сағында ла Рәүеф минең күңелемде күрмәне нишләптер. Саты араҡыға бешкәнгәме, әллә икенсе сәбәптәнме, шыпа кәре, дәрте юҡ ине уның. Артыҡлап теләге булмаһа ла минең күңелде күрергә теләпме, ике аҙнаға бер тапҡыр яҡынланы, уныһы ла ашыҡ-бошоҡ. Мин дә ҡатынмын да инде, миңә лә көн һайын наҙиркәләү кәрәк…
- Ә минең менән нисек?
- О-о-о, бындайҙы күптән күргән, татыған юҡ ине! – Ҡауышыу ҡеүәтен хуплағандай ирҙең сикәһенән үбеп алды.
Үҙе лә абайламаҫтан йылан ағыуынан ҡотолорға теләгәндәй еүеш сикәһен ытырғанып ыуҙы, ә аңын кинәт асырғаныулы уй шаңҡытты: “Ни ҡыландым һуң әле мин, нимәгә кәрәкте? Лиранан башҡа бисәләр бөткәнме? Күҙ күрмәгән яттар менән сыуалыу бер ни түгел, мин бит йәндәй күргән яҡын дуҫыма хыянат иттем. Был бит яҡшы барып бөтмәйәсәк!”
Кейенде, ҡулына йомарлаған кәпәсте башына батырҙы ла үҙе ҡылған хәшәрәт-лектән ерәнгәндәй асыу менән ласылдатҡансы иҙәнгә төкөрҙө:
– Тор, нимә ятаһың айғыр менгән бейәләй ҡул-аяҡтарыңды йыя алмай тырпырап!
Ҡалҡыу урындарын, бөгөлгән-һығылған ерҙәрен күргәҙмәгә ҡуйғандай ялтлат-ҡан Лира яйлап тороп баҫты ла стриптиз күрһәткәндәй борғаланып-һырғаланып ашыҡмай ғына кейенергә тотондо. Ҡабаттан кәре ҡалҡыуҙан сығырынан сыҡҡанға яланғас ҡатынды ҡабаттан стенаға ҡыҫты. Клуб эсендәге бөләңгерт тынлыҡта яңы-нан татлы иңрәү яңғырап китте.
Ишек алдына сыҡҡанда ябалаҡлап яуған ҡарҙы ер өҫтөнән йүгертеп һепертмә буран башланғайны. Ҡараңғы күккә уҡтай ҡаҙалған иҫке манара көслө елгә шағыр ҙа шоғор килеп гөнаһлыларҙың өҫтөнә ауып икеһен дә бер юлы иҙер төҫлө. Иштуған тиретун яғаһын торғоҙоп, ҡулына йоран бейәләйҙәрен кейҙе лә беләгенә тағылып ҡатынды асыу менән өйө яғына этәрҙе:
- Бар ҡайт, ирең көтә!
- Көтһөн, шунан ары нимәгә эшкинә ул! – Ҡырағай ләззәт алыуҙан ҡәнәғәтләнеүе йөҙөнә сыҡҡан Лираның иҫе лә китмәне. – Иртәгә эңер мәлендә тағы ла кил, тәҙрәләрҙә ут булмауға ҡарама, ишекте бикләмәйем. Улай уғын уҡ көтмәгән инем, ә һин бик дәртлеһең, ҡеүәтлеһең икән, ә ундайҙарға бисә-сәсә һылашып ба-рыусан!
- Көтмә, инде килмәйем башҡаса, ваҡытым юҡ!
- Ул бүктермәй торған нимәгә ваҡыт кәрәкмәй.
- Иң глаунайы шул, иреңә һиҙҙермә!
- Һиҙҙе лә икән ти, нимә эшләй ала ул, түшәгендә һаҫып ятҡан килеш арты менән кәртә емерерме?
- Ни тиһәң дә ул минең дуҫым!
- Дуҫың?! Ә мин белмәгән дә инем!
- Мында минең ғәйеп юҡ, үҙең ҡоторттоң, бына шул, юғиһә яҡынлай буламмы тағы.
- Ҡара сәле, шулай уҡмы? – Лира тауышын баҫып селтерәтеп көлөп ебәрҙе. – Улайһа мин ғәйепле булып сығам?
- Һин генә, башҡа бер кем дә түгел!
- Еүеш Иштуған һыуҙан ҡурҡмай түгелме?
Һинең менән буш һүҙ сыбалтҡансы китеп ҡотолам, тигәндәй ҡулын асыулы һел-тәп ебәреп ҡайтыр яҡҡа йүнәлгәйне генә юл ҡырындағы ҡар һырынтыһына күме-лергә өлгөргән теге ташҡа аяғы эләгеп яңынан тәгәрәп китте.
- Инәңде, ошо нимә булманы ла баһа!
Лира кинәйәле иһаһайланы:
- Һармышҡайым?..
- Ништәп мин һиңә һармыш булайым тағы? - Иштуған яндырай ырғып тороп өҫтөндәге ҡарҙы ҡаҡҡыланы, ситкә осҡан кәпәсен табып алып кейҙе.
- Һармыш инде, һармыш, өйҙә ятҡан, эшкә ашмаған бәйнәтем абышҡа, ә һин – һармыш.
- Ярай, һармыш та икән ти, әле генә нимә әйтмәксе инең?
– Алды-артыңды ҡарап йөрө, аҙымыңды үлсәп баҫ, тимәксемен, ана бит, кә-пәсең ситкә осто, абайламай башһыҙ ҡалып ҡуйма! Ошо ерҙә минең абышҡа бил-ен имгәтеп сатын ҡоротто, Рауил ятып туңды, ә һин башһыҙ башыңдағы муйын-ыңды һындырып ҡуйма тағы! Иҫкәртәм, хәйер, мин түгел, йәнһеҙ, ҡаты, һалҡын киҫәтеүсе бар! - Ҡар араһынан сысайып күренгән ташҡа ымланы.
Ҡайтып ингәс ашың тоҙло, тип һылтауын табып Гөнәзирәне ҡаты ғына тиргәп ташланы, иллә ҡул күтәрергә ҡыйманы. Тауыш ҡуптарыуы ла айырым ятырға те-ләү генә ине, әммә йәшерен уйы барып сыҡманы, ҡатыны түшәкте уртаҡ йәйҙе лә аталығының тәнендә өйөккән ят кәнтәйҙең еҫен тойомлаған инәлек ише ятыу мен-ән ҡылтайғандай һыртын ҡуйҙы. Йоҡлап китә алмай оҙаҡ түшәктә әйләнгеләне, бер нисә тапҡыр йорт күтәрмәһенә сығып тәмәке лә быҫҡытып ҡараны, мәгәр йән тыныслығын, күңел бөтөнлөгөн юғалтҡайны, башында выждан ғазабына ҡушылғ-ан ҡапма-ҡаршылыҡлы, икеләнеүле, үкенеүле уйҙар сыуалды.
Сәйер төш күрҙе Иштуған. Ерҙе асманға ялғаған, оҙон ҡара арҡанға тартым ҡойон бағанаһы әллә ҡайҙан килеп сыҡты ла кәртә-ҡуралар һыртлатып Имәнле-күл ауылы тирәләй өйрөлә башланы. Ҡойон үҙәгенә ҡара саңға ҡушылып болға-нып ҡағыҙ киҫәктәре, кипкән ботаҡ-һатаҡ, ҡый-һай, тағы әллә нимәләр тартылғ-ан. Йотҡаны менән ҡәнәғәтләнмәгән шайтан бағанаһы ауылды уратҡан һайын бе-рәүҙе эләктереп алып юғарыға күтәрә. Күптәрен танып та бөтөрмәй, тик шуны ғына тойомлай - улар барыһы ла ауылдаштары. Ҡойонда мәсетте клубҡа әүерел-дергән элекке ауыл Советы рәйесе Таһир ҡарт, уның ҡатыны завклуб Зөлхизә, парторг Әҙеһәм, Алла юҡ тип иҫбатлаусы тарих уҡытыусыһы Иҙрис, тупыс Рауил, шыр яланғас Лира, тән тиреһе мунса ҡоромолай ҡап-ҡараға әүерелгән ул, тағы әллә кемдәр әйләнә, зыр түңәрәк әйләнә. Һөрәнләп ярҙамға саҡырыр ине лә, ҡул-аяғы тышалған, кипкән теле аңҡауына йәбешкән. Түбәндә, мәсет эргәһен-дә, уларҙы атаһы, әсәһе, ҡартәсәһе, элекке Указлы Харис мулла күҙәтәләр, имеш. Күҙәтәләр, әммә ярҙам итергә теләк-яйҙары ғына юҡ. Ҡулдарын ҡаушырып баҫҡ-андар ҙа үҙҙәрен тыныс тотоп, сабыр ғына ҡарап юғарыға төбәлгәндәр. Ҡойон тот-ҡондары - ихтыярһыҙҙар, улар барыһы ла ғәрәсәт әсирлегендә. Бына шашыныу-ҙан көс-ғәйрәте ҡайтышланған ҡойон тегеләрҙе берәмләп түмәләстәге аҡ таш өҫт-өнә атып-бәрә башланы: кемеһенеңдер башы сәсрәп ярылды, кемеһенеңдер биле имгәнде, бәғзеләренең ҡул-аяҡтары өҙөлөп ситкә осто. Алынған яраларҙан ҡыҙыл ҡан түгел дегеттәй ҡара шыйыҡса атылып сыға, йәнәһе лә, сыға ла сәсрәп тирә-яҡ-ҡа һибелә. Шул төҫ ауылды, ер өҫтөн, күк йөҙөн яба барып, һуңғы сиктә ҡояшты һүндереп яҡтылыҡ сығанағын томаланы. Тормош, көнитмеш, йәшәйеш һүнде. Дөм ҡараңғынан ғазап тауыштары, ыңғырашыу ауаздары ғына ишетелә...
Һаташыуынан көскә арынып ҡара тиргә батып уянды. Урынында тороп ултыр-ҙы, башта һәрмәнеп ҡайҙалығын тоҫмалланы, шунан ҡул-аяҡтарын, башын ҡап-шап теүәлләне, ағзалары урынында һымаҡ. Өйҙә, түшәгендә ята икән, эргәһендә бисәһе эркет тултырылған тоҡтай күлбеп, ауыр мышнап йоҡлай. Ҡул һырты менән еүеш маңлайын, шырт баҫҡан сикәләрен һыпырҙы, тәҙрә ҡорғанын тартып урам яҡҡа ҡараны. Киске ел бер аҙ баҫыла төшкән, ауылды күмеп, бурап ҡар яуа икән дә баһа. Күргәненең бары төш кенә икәнлегенә инанғас ялан аяҡтарына табанлы быймаларын ҡатып, яурынына тиретунын һалып, башына төлкө кәпәсен батырҙы ла сығып күтәрмә тотонғосона терһәкләнеп маҡсатһыҙ ғына бер аҙ
һерәйгәс кеҫәһенән сигарет сығарып тоҡандырҙы. Кисәнән алып быҫҡый бит инде, сираттағыһы тын юлын ҡурып хәтәр әсеттереп ебәргәс ҡулындағын ситкә ырғытып, артынан ҡаҡырынып-төкөрөнөп ҡуйҙы. Инеп яңынан түшәккә бөгәрләнеп ятты. Һаташыуҙан, әле генә һалҡынға сығып инеүҙән йоҡоһо тамам осҡайны. Тыныс таң аттырырға теләп тәүге тапҡыр тупаҫ теленән иманлы һүҙ ысҡынды: “бисмилла...”
Ә иртәгеһен иртәнсәк инде ул үҙенең тәбиғи булмышына, яҡшы менән яман-ды бутаған гөнаһлы көнитмешенә әйләнеп ҡайтҡайны инде.
4
Асыҡҡандан ғәйре ҡаныҡҡан яман, тигәндәй башҡаса унда ике аяғымдың береһен баҫмайым, тип үҙенә-үҙе ант итһә лә, туҡран тәүбәһенән фәтеүә самалы, кеше аяғы һилдә хыянат, боҙоҡлоҡ, аламалыҡ һуҡмағын таҡырлауы бермә-бер йышай-ҙы. Зиһен офоҡтары сикләнгән, хис инеше һай, тыйнаҡлыҡ, тотанаҡлыҡ төшөнс-әһе фиғеленә яғылмаған Лира алдатҡыс, ҡыҫыр баҙлауыҡҡа оҡшаш, иллә телә-һә ниндәй ир-атты ымһындырырлыҡ ҡатын-ҡыҙ байлыҡтары үҙ урынында. Шул-ар үҙенә тарта ла инде. Йылы яҡ ҡошо тауис та бит ҡарап тороуға иҫте китәрмәле, йәйғор төҫөндәге ҡойроғон яҙып ялпылдатып ебәрһә ҡарамаҫ ерҙә ҡарарһың, һо-ҡланмаҫ ерҙә һоҡланырһың, ә асылда ул бит тауыҡ, башҡаларынан бер ни яғы ме-нән дә айырылмаған, әтәс тапауын көҫәгән тауыҡ! Уның этеп алып барған дәртле кәренән үтә ҡәнәғәт ине йәш бисә, шуғалыр йылыға йылан эйәләй, тигәндәй, ыҫм-ала ише сат йәбеште, үҙенән ысҡындырмай йәбеште. Рәүеф дуҫы боҙоҡ йәнле ҡат-ынынан юҡҡа ғына ситләшмәгән икән. Көслө затты бит иң әүәл наҙ, оялсан әҙәп, тыйнаҡлыҡ, күҙгә бәрелеп бармаған нәзәкәт йәлеп итә. Ошо күркәм сифаттар ҡат-ын-ҡыҙҙың күңел сырағын яҡтыраҡ яндыра, булмышын байыта, тормошон йәмл-әй, матурлай. Ул да аңлай, ваҡыт үтеү менән тышҡы ялтырауыҡ бөләңгертләнһә бер килеп аралары һыуыныр, һыуынып ҡына ҡалмай икеһенең береһен туңдыр-ыуы ла бик ихтимал. Шыҡырлап туңырҙар ҙа хәрәсәтле ҡойон ҡарамағына тапш-ырылырҙар. Ә ҡойондоң хөкөмө ҡаты, аяуһыҙ.
Бер көн ҡат-ҡат һөйөшкәндән аҙаҡ сәхнә иҙәнендә, ләззәт тулҡынында туғарыл-ып тырпырап яталар ине, соланға өтә баҫып килеп ингән аяҡ тауыштары ишетел-де. “Кем йөрөй икән был мәлдә, Гөлнәзирәме? Улай тиер инең, ул теле менән ҡа-йымлашырға ғына һәләтле, былайтып ҡараңғы ергә эҙләү һалып килеп етергә йө-рәге етмәҫ. Ул сағында кем йөрөй икән ете төн уртаһында?!.” Уны-быны абайлап өлгөргәндәренсә түшәмдәге лампа гөлтләп ҡабынды. Ишек ауыҙында Лираның әсәһе Гөлйыһан ҡарсыҡ баҫып тора ине. Тимәк һиҙенеп, эҙ ҡыуалатып килгән. Баҡса ҡарасҡыһылай, юҡ, ҡурҡыныс албаҫтылай кейенеп алған; аяҡтарында сама-нан тыш ҙур, табанлы быймалар, өҫтөндә итәге иҙәнгә тейә яҙған иҫке пальто, ба-шына һиҙерәүе еткән дебет шәл уралған, шул шәл аҫтынан сал сәстәр таралып сығып күренәләр, соҡорҙарына тәрән батҡан күҙҙәр күмерҙәй яндырып, өтөп ҡа-райҙар. Клуб мөдире спектаклдең беренсе өлөшө тамамланғандай шаршауҙы ҡабалан япҡайны, ышыҡта саҡ ашыҡ-бошоҡ кейенеп өлгөрҙөләр. Лира башын ба-ҫып йүгерә-атлай сығып китте, ә ул ҡаршыһына баҫып өлгөргән ҡарсыҡ тарафын-ан юлы быуылғанлыҡтан ары ни ҡылырға белмәй аптыранып туҡтап ҡалды.
- Ней, мин дә ҡайтайым әле, инәй… - Эш боҙоп уҡытыусыһы алдында башын эйеп баҫҡан уҡыусы ише фиғеленә тап килмәгән йыуаш тауыш менән инәлде. – Уйламағанда хата килеп сыҡты, тәүге тапҡыр, башҡа ҡабатланмаҫ, тучныһ-ын әйтәм…
- Уйламағанда, хата, беренсе тапҡыр, тиһеңме? Ышандырып ҡуйма!
- Әйтттем дәһә, беренме тапҡыр, һуҡмыш баштан…
- Иблис, әҙәм аҡтығы, аңһыҙ хайуан кимәленә төшкән хыянатсы! –
Ҡарсыҡ быуынһыҙланғандай иҙәнгә сүкте лә салланған сәстәрен ҡыу бармаҡтары менән аралап йыйырсыҡтар сыбарлаған сикәләрен ҡушусланы. - Һине юҡҡа ғына динһеҙ, иманһыҙ тип йөрөтмәйҙәр икән! Мәсеттең тышын үҙгәртһәләр ҙә, манараһына флаг элһәләр ҙә уның Хоҙай Тәғәлә тарафынан билдәләп ҡуйылған игелек билдәһе һуғылған тәғәйенләнеше ҡала. Үҙеңдең элекке изге урында уйнаш иткәнлегеңде беләһеңме, кафыр? - Һорауына үҙе үк яуап бирҙе. - Белмәйһеңдер, белһәң был тиклем дә түбәнселеккә төшмәҫ инең. Шуны хәтереңә киртеп ҡуй, бер килеп һине Алла һуғыр, шуны онотма! Бар, дүрт яғың ҡибла! Әгәр ошо хәл тағы ла ҡабатланһа устарымдың һырты менән хуш итеп бәддоға уҡырмын! - Төҫһөҙ күҙҙәре сая янған, сәстәре ялбырап таралған, ҡаҡ һөйәккә ҡалған ҡарсыҡ был мәлдә албаҫтынан ғәйре мәскәй әбейҙәй ҡурҡыныс күренде, шуғалыр ҙа ҡурҡҡандай, һипһенгәндәй ҡыланып стена ҡырлатып сығыу яғына ҡарай атланы, артынан тағы тауыш ишетелһен генә, тәгәрәп китер хәлдә.
Гөлйыһандың ҡарғышына тетрәнгәнгә тәнтерәкләп ҡайтырға йүнәлгәйне, теге ташҡа эләгеп йығылып китте. Нисәнсе тапҡыр! Был ни ғиллә, ошо тәңгәлдә абай-лап баҫҡандай ҙа һымаҡ, суйырҙы гелән ситләтеп үтергә лә тырыша - юҡ, арбаған-дай, күҙҙе бәйләгәндәй, зиһенде юйғандай үҙенә тартып, әмәлен табып эләктерә барыбер. Ҡәһәрле, үсле нәмә тере йәндәй үткән-һүткән һайын уға аяҡ сала баш-ланы.”Был тикмәгә түгел”, тип иңрәне шөбһәләнгән күңеле. Йығылған еренән то-роп ултырҙы ла урынһыҙ рәнйетелгән сабыйҙай һыҡтап илап ебәрҙе…
Аҙна самаһы түҙеме етеп таныш тарафҡа ҡайырылманы. Һыу юлында, тыҡрыҡ тәңгәлендә Лира менән тап булыштылар. Һаулыҡ һорашып башын баҫып үтеп китмәксе ине лә, ғәйепләүгә тартым шелтәле өндәшеү туҡталырға мәжбүр итте:
- Һауғынаһыңмы, һармыш?!
- Һау булһам духтыр түгелһеңдер әле! – Түбәнселекле өндәшеүгә тиҫкәре яуап ҡайтарҙы.
- Мине өйөр айғыры ише бысраттың да ҡойроғоңдо һыртҡа һалырғамы иҫәбең?
- Һәр нимәнең дә башы, аҙағы була. - Аҡланғандай танауы аҫтынан мығырҙаны.
- Шулай уҡмы, белмәгән инем!? Ә бына быға нимә тип яуап бирерһең, башҡалар алдында нисегерәк аҡланырһың икән? - Фуфайка аҫтынан ҡабара биреп күренгән ҡорһағын ҡармап ыуҙы. - Бел, был донъяла бер нимә лә эҙһеҙ үтмәй!
- Ауырға ҡалыуыңды минән күрмәксеһеңме, Рәүеф тә ир бит әле.
- Эйе, ир, тик уның биленән түбән яғының ҡыу ағастай ҡороғанлығын бөтәһе лә белә. Элегерәк маташыуы ла эҙһеҙ үтә килде, тоҡомдан ҡалған ул.
- Э-э-э... - Ары нимә тип яуап ҡайтарырға белмәй аптыранып ҡалды. – Нимә эшләйбеҙ?
- Нимә, нимә, – үсектергәндәй итеп ҡабатланы ҡатын, - әлегә бер ни ҙә. Ҡалғанын ваҡыт күрһәтер.
- Беҙҙе ҡапсыҡта һаҡлап булмай, осо сыға ҡалһа бәлки икенсе берәүҙе һылтарһың, ә?
- Әйткәнеңде ҡабатла әле?!
- Ни тиһәң дә Рәүеф бит минең яҡын дуҫым, шуны ла иҫәпкә алайыҡ.
- Итәғәтле, йыуаш дуҫ булып ҡыланма, йыуаштан йыуан сыға, һинән, тик һинән, башҡа бер кемдән дә түгел! Тотош ауыл буйҙаҡтарын эйәләтергә мине кү-пҡасар бейә тип белдеңме?
- Эҫе мәлендә бәлки берәй сараһын күрерһең, бәлки, ә? Бикйәндә бер имсе әбейҙе беләм. Өйөн бушлай ремонтлау иҫәбенә килешергә мөмкин.
- Мине ремонтлауың күрҙең бит, нимә менән барып бөттө. Ҡарап ҡарарбыҙ. Икенсе яҡтан уйлап ҡарағанда был минең беренсе бәпесем. Ауылдарға шаб-ашкаға сыҡҡанда әүәләгән балаларыңды иҫәпләмәгәндә һинең дә тәүгең.
- Бығаса Рәүеф һиҙгәндер инде?
- Бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәйбеҙ.
- Нимә ти?
- Нимә тиһең, бына! - Һиҙелер-һиҙелмәҫ күгәреп күренгән сикәһен ыуҙы.
- Сәсемдән эләктереп алып ятҡан еренән тондорҙо.
- Д-ә-ә, эш тәрәнгә киткән бит! – Башҡа әйтер һүҙ тапмағас шулай тип һуҙҙы.
- Әсәйем дә уны яҡлай.
- Теге саҡ мәсеттә холҡон күрһәтте бит инде.
- Уның урынында булһаң һин ни эшләр инең?! Ғүмере буйы ғәҙел йәшәргә
тырышты, гел үҙ көсөнә генә таянды, эшсән дә ине, тура һүҙле булғаны өсөн дә, тегендә Атанғолда “Судья Гөлйыһан” тип йөрөттөлөр үҙен. Ҡулына алған һуңғы ҡабымын бүлеп ашатып, башҡалар алдында кәм-хур итмәй кейендереп, ҡарап, ҡәҙерләп үҫтерҙе, ә мин барыһына аламалыҡ һәм гөнаһ менән яуап ҡайтарҙым. Хәҙер телен йотҡандай һүҙһеҙ, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәһәк тә аралашмайбыҙ.
Һөйләшеү өҙөлдө. Һүҙһеҙ торҙолар. Лира шуҡ янған күҙҙәрен ҡыҫа төшөп
тирә-яҡты һөҙөп байҡаны:
– Мир алдында һерәймәйек. Былай ҙа беҙҙең хаҡта өй беренсә ғәйбәт һөй-ләйҙәр. Әсәйем, минең менән аралашырға теләмәгәс һылтауын табып Атанғолда йәшәгән элекке әхирәтенә бер нисә көнгә ҡуна ҡалырға китте, аҙна-ун көн самаһы ҡайтмаҫ әле, Рәүеф аҙна самаһы инде көн яҡтыһын абайлар хәлдә түгел, лаяҡыл иҫерек, шешәләрҙе карауаты эргәһенә теҙеп ултыртып ҡуйып эсә. Гел клуб та клуб тигәнсе өйгә инеп күренгеләмәй генә эңер төшкәс кил, мунса яҡтым.
- Ваҡытым юҡ!
- Ваҡытым юҡ, тигән сәле?..
- Кәнкритне әйттем түгелме, әллә тағы ҡабатларғамы?
- Ярай уныһын үҙең ҡара, әммә мунса яғылған, урын-еренә еткереп
таҙартылған, томаланған булыр. Пока!
Ҡараңғы төшөүгә ҡараҡтай алан-йолан ҡаранып кәртәләр артынан, баһыуҙар ҡырлатып үҫкән кесерткәндән сағыла-сағыла картуф баҡсаһы осондағы ҡара му-нсаға йүнәлде. Лира уны көтөп торған, электр уты үткәрелгән йылы соланға бә-ләкәй өҫтәлгә һыйын теҙгән, уртаға бер шешә көмөшкә ҡуйырға ла онотмаған. Бындай осраҡта ашау-эсеү, мунса ҡайғыһымы, шешәне муйынынан тотоп тон-соға-сәсәй яртылаш бушатты ла кейем-һалымын шытырҙата тартып сисенә баш-ланы. Сер яланғас сисенергә өлгөргән ҡатын уға булашып аҙапланды.
Һуңлап ҡына ҡайтып инде лә бер ни булмағандай залдағы утты ҡабыҙҙы. Түр-баш яғынан ҡаршыһына сыҡҡан Гөлнәзирә йәшел күҙҙәрен нәфрәтле яндырып ҡаш аҫтынан тексәйҙе:
– Еңел пар менән тиер инем, мунсала йүнләп йыуынмағанһың түгелме?
- Ниндәй мунса?!
- Ҡоромло, ҡара мунса!
- Башты ҡатырып юҡ-бар лыбырҙама, йәме?!
- Ҡайтып күренерҙән алда бит-йөҙөңдө тәртипкә килтерһәңсе, әйтәгүр! Ыстырам!
Трюмоға күҙ ташланы ла көҙгөлә сағылған әҙәмде күреп шаҡ ҡатты ла ҡалды: һалпыш биттәр, яҫы маңлай эт алғыһыҙлыҡ булып ҡоромға буялғайны, ҡара йөҙ-ҙә кәкес танау торомбаш киҫәүеләй сысайған, ипкендә тиргә ҡатҡан сәстәр терпе энәләреләй тырпайғандар, ағы еңгән ташбыҡ күҙҙәр, йөҙөмдө ни хәлгә төшөрҙөң, хаин тигәндәй нәфрәтле аҡайып ҡарайҙар, маңлайҙа мөгөҙ генә етешмәй - тор-ғаны бер ибәтәйһеҙ һыу инәһе, шүрәле, итәғәтһеҙ һаҙ албаҫтыһы булыр ине, билләһи.
Ҡойроғон бот араһына тартып мөйөшкә ҡыҫырыҡланған бурҙай хәлендә ҡал-һа ла үҙен ҡулға алып өлгөрҙө:
- Һәр аҙымымды күҙәтергә һин пракарур штүли?!
- Тамам күҙҙәрең тоноп, бәйелдән аҙҙың, мине эшкә һанамаһаң күрше-тирәнән оялыр инең!
- Улар иң тәүлә үҙҙәрен һәрмәп ҡараһындар, арттары таҙамы икән?! -
Көҙгөләге шыҡһыҙ бапаҡтан ҡарашын алғас тамам тынысланып тауышын көрәйтеп ебәрҙе.
- Йәш-елкенсәктән, етеп килгән бала-сағанан тартын исмаһам, тотош ауыл һөйләй бит.
- Ят көсөктәрҙән өркәһем юҡ, әйткәндәй, ҡайҙа беҙҙең бала? Юҡ, һәм бер ҡасан булмаясаҡ та, сөнки кәнкритне биҙәүһең! Һыуһыҙ ҡоҙоҡ икәнлегеңде белгә-ндә эргәңә яҡын юламаҫ инем. Кыстати, беренсе ҡушылыу төнөн хәтерлә әле, ҡыҙ-лыҡһыҙ ҡыҙ инең бит, хәҙер килеп мине оялтырға самалайһың!
- Күпме битәрләргә иҫәбең? Бик беләһең килһә, бала саҡта велосипедтан йығылып сатыма резинаһыҙ педаль тимере инеп киткәйне, бар кәмселектәрем шунан килә.
- Һе… - Ары ни әйтергә белмәгәнлектән бер аҙға тотлоғоп ҡалды. – Ышандырҙың ошо ерҙә!
- Йыйынмайым да, алдап ғүмер кисергән әҙәм дөрөҫ хәбәргә ышанмай һис ҡасан! Бергә йәшәгең килмәһә айыр, хурлыҡлы тереклек итеүҙән ҡотолорм-он исмаһам!..
- Хурлыҡлы, тиһеңме? Ас-яланғас тилмергәнең бармы, быйыл көҙгөһөн башҡалар кеймәгән йылы күн итектәр әпирҙем, яңыраҡ импыртный пәлтә, шәш-ке бүрек. Теге аҙнала хәтәр сексүәлней бөсгәлтер, панталун…
– Улайтып ыштан, түшелдерек иҫәпләп бисәкәйләнгәс алғандарыңды үҙең кей! - Ҡатыны шифоньерҙы шар асып ебәреп һаҡлап тотҡан кейем-һалымын иҙ-ән уртаһына быраҡтырҙы.
Кәсекләшеү әргә, әр тауыш ҡуптарыуға ялғанғас сыҙаманы, ҡоромло йоҙроҡтар-ын төйнәп бисәһенә ташланды ла уны еңелсә, йомшаҡ ерҙәрен төйөп бәргесләп ташланы. Үҙенә лә эләкмәне түгел апаруҡ ҡына эләкте. Көрмәкләшкәндәрендә шифоньерға беркетелгән дәү көҙгөнөң бер яҡ сите йәнселде. Көҙгө сатнау бер ни ҙә түгел һымаҡ, әммә һынсыл кеше булараҡ шуны тойомланы – ошо мәлдә тор-моштары ыуалды уларҙың, йәшәүҙәренең ҡото, йәме китте, ҡабыр аштарының бә-рәкәте ҡасты.
Өйләнгәндән алып тәүге тапҡыр икеһе ике түшәктә, ҡатыны түрҙәге диванда, ә ул ишек төбөндәге эскәмйәгә тартым киң һәндерәлә төн уҙғарҙылар.
Иҫерек булһа ла йоҡо алманы, ҡулдарын баш аҫтына һалып түшәмгә оҙаҡ тек-әлеп бошаланып ятты. Күрмәһә, ишетмәһә лә һиҙә, төпкө яҡта Гөлнәзирәһе, теге ҡушылған саҡтағы һымаҡ тауышһыҙ ғына илай, тыштағы ыжғыр ел мөрйәне әсе һыҙғырта, өй ҡыйығын яман дыңғырҙатып ҡаҡҡылай. Артыҡлап беленмәһә лә ишектән һалҡын бәрә икән дә баһа, кешегә эшләйем, тип өй-тирәһенә ҡулы етм-әй шул, таң атыу менән ишек яңаҡтарын йышып, ел өрөрлөк ек ҡалдырмай йүн-әтеп ҡуйыр. Хәйер, нимәгә һәм кемгә кәрәк әле ул? Ишек ярығынан килгән һалҡ-ын нимә генә, тормоштарынан ғаилә йылылығы, эске нур ҡасты тамам, шуныһы өшәндерә. Тыштағы ыҙғырыҡ ҡасан да булһа, бер килеп үтер, өй эсендәге һауа то-рошоноң һәйбәт булыуы мөһим, ә тормоштарының һауа торошо баштан уҡ төм-һәреп, талашлы, болалы башланғайны, һаман дә үҙгәрешһеҙ дауам итә. Кем ғәйепле? Билдәле, ул, бары ул ғына, тик бик тырышһа, теләһә лә ҡыйғыр бөркөткә әүерелә алмай, уның яҙмышына ҡоҙғон булыу яҙған. Ҡалтыранып китте лә үрелеп ыҫ еҫе һеңергә өлгөргән тиретунын башынан аша бөркәнде.
Һуңғы осорҙа ҡатынына ҡарата ҡаты ҡыланмай, ҡатырғанып өндәшмәй, ни тиһ-әң дә бата уҡытып алған хәләле бит, ә ауылда унан башҡа бер кеме юҡ. Яҡынына хыянат итергә ярамағанлыҡты ла белә. Ҡайһылай ғына итһен, ғәҙәт ҡалһа ла тоҡ-омдан күскән холоҡ ҡалмай икән, маңлайға яҙылғанды ус менән генә һыпырып ырғытырмын тимә. Атаһы ла йөрөмтәл, тотанаҡһыҙ елғыуар булды йәш сағында, әсәһен күпме ҡан илатты. Эсеп, ҡайҙалыр ҡунып һуң ғына ҡайтыр ине лә уларҙы урамға ҡыуып сығарыр ине, көн йылыла һарай башында, һалҡындарҙа мунсала йоҡлап йөрөнөләр. Ә Гөлнәзирәгә килгәндә уны айырыу ҡайҙа, унһыҙ ҡалайтыр, өйҙәре эсе ҡотһоҙланып бушап ҡалыр бит!? Әле боларғандарында ла тегеһе сығ-ып китәм, тип әйберҙәрен төйнәп алып ишеккә уҡталғайны, беләгенән эләктереп төп яҡҡа елтерәтте, ятһын шунда. Йылыла.
Иртәгеһен Рәүеф дуҫы күршелә йәшәгән ир аша саҡырып сәләм ебәрҙе. Ябай саҡырыу түгеллеген белгәнгә ишетелгән хәбәрҙән йөрәге жыу итеп ҡалды. Күрше ир ҙә үсәгәндәй ҡыланып, һауалы ҡарап, мыҫҡыллағандай тексәйгән. Теге сығып киткәс тынысланырға теләп өй эсен үрле-ҡырлы кәлепләп йөрөп алды, өтәләнеп аҙбар яғына сығып әйләнде, ҡат-ҡат тәмәке тоҡандырҙы, мәгәр күңеле урынына ултырманы, киреһенсә төҫһөҙләнеп атҡан таңы тағы ла ҡараңғыланып киткәндәй итте. Ярай әле, әмәлгә баҡҡандай, Гөлнәзирәһе өйҙә юҡ, ҡайҙалыр сығып киткән, янында булған хәлдә, сүпкә сүмәлә өҫтәп берәй ағыулы иҫкәрмә сәпәр ине, моғайын.
Аяҡтары тартмағанлыҡтан ҡурҡа-ҡурҡа ғына барҙы. Әҙәп йөҙөнән ишекте шаҡ-ыны, әммә эске яҡтан рөхсәт биреп өндәшеүсе ишетелмәне. Ҡыйыуһыҙ ҡымғырлап инде, сисенеп түргә уҙҙы, карауат янындағы ултырғысҡа ултырып бө-ршәйҙе. Тамағына ҡаты төйөр килеп тығылғанлыҡтан өнө быуылған, ғәйебен таныған йүгерек ҡарашын ҡайҙа туҡтатырға белмәй ыҙалана. Рәүефтең эскенән ныҡ таушалған йөҙө тағы ла һурыла төшкән, күҙ алмаларына һиҙелеп һары ҡунған, шулай булһа ла күрешеүе ҡаты, йығырға теләгәндәй ҡулын ынтылып тартып алып бер килке ебәрмәй тотто.
- Йә, һаумы, Иштуған, гөнаһтан тыуған!
- Һаумы, дуҫ?
- Дуҫ, тигән сәле, йән дуҫ, тип өҫтәп ебәрһәң арыуыраҡ булыр ине. Рөхсәт бирмәһәм дә инергә иттеңме?
- Һуң саҡырғанһың бит...
- Үҙең килергә шөрләп йөрөгәсең, саҡырмай әмәлем юҡ, хәлдәрең нисек, Иштуған, гөнаһтан ғына түгел, уйнаштан тыуған? - Тишерҙәй итеп төбәлде.
Ирешкә тартым өндәшеүҙе ишетмәмешкә һалышып һин дә мин яуапланы:
- Әкренләп барғандай.
- Әкренләһә лә бара бит әле. - Бөтәрләнеп бөткән түшәгенә ымланы. – Һәр хәлдә минең ише урыныңа ҡаҙаҡланмағанһың, тере килеш дүрт стена менән ҡамалмағанһың.
– Нимә, дуҫ, байрам итеп ятышмы?
– Эйе, миңә хәҙер көн дә байрам, көн дә туй. - Урыҫсалап ебәрҙе. - Лафа! – Уның йөҙөндәге үҙгәрешкә ымлап иҫкәрмә яһаны. – Сикәңде әйтәм, сапсылған тү-гелме?
- Профилактик маҡсатта бисәнең туҙанын бер аҙ ҡаҡҡылап алғайным, көтмәгәндә сәүек эттәй өҫкә ырғыны ла ҡуйҙы бит, сәсенән эләктерәйем, тип ын-тылғайным ғына битте тырнап өлгөрҙө, свулыш.
– Ҡатын-ҡыҙ юҡтан ғына тырнағын тырпайта һалып бармай, сәбәбе барҙыр?
- Замана бисәләре сәбәпһеҙ ҙә өҫкә ырғырға әҙерҙәр.
- Бына быныһын дөрөҫ әйттең, минең бисә лә һуңғы осорҙа сит ирҙәргә ырғып ҡуныуҙы ғәҙәт итеп алды, ят әтәстән даими тапалғанды күрше тауығы, ти-ҙәрме әле?
- Улар барыһы ла бер ҡап та бер һап инде!
- Яңылыштың ошо ерҙә, минең бисә, - һуҡ бармағын түшәмгә сәнсте, - особая, неповторимая!
- Ни тиһәң дә Лира әлегә һине ҡарай бит әле, бисәң яныңда булмаһа ни ҡылыр инең, теге оста йәшәгән әсәйең ҡалыр ине бит көнөң, ә уның, билдәле, үҙ хәле үҙенә саҡ, тигәндәй.
- Яҡыныңа һүҙ тигеҙергә теләмәй яҡлашырға булып киттеңме?! Ҡарамағ-ан ҡайҙа, ҡарай, тик шуныһы - ситкә ҡарай! Элгәре, тупһабыҙға туҙан ҡундырмай инең, килеп йөрөүҙе оноттоң ошо арала.
- Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тиҙәрме әле, ялланып ситтә бер аҙ эшләп ҡайттым, юғиһә һуңғы осорҙа ауыл тирәһендә йүнле эш тә ҡалмай бара, ә тамаҡ туйҙырырға кәрәк. - Күрәләтә алдашты. - Бисәне әйтәм, бәлки оҙағыраҡ тотҡарл-аныуымды хыянатҡа иҫәпләп шайтаны аҙғандыр, кем белә.
- Ояттан яҙған уйнаштарҙы алыҫтан эҙләйһе түгел, ундайҙар беҙҙә лә етерлек.
Кинәйәле әңгәмә өҙөлдө. Тынлыҡ, йәнде кимергән ауыр тынлыҡ урынлашты. Стеналағы сәғәттең һуғыуынан ҡолаҡ ярылары ярылыр төҫлө. Енәйәт өҫтөндә тотолған кешеләй башын баҫып ултырыуында булды, ауыр ҡарашы менән һөҙгән Рәүеф һынап ҡараны:
– Тегендә, шабашкала, өй башын яптыңмы, әллә мунса ғына һалдыңмы? Беҙҙеке ише ҡара мунса?
- Иҙән-түбә түшәнем, шунан ҡыйыҡ яптым.
- Ҡыйыҡтың урынында булыуы мөһим, юғиһә күптәрҙең шул нимәһе ситкә шылыңҡырап китә йыш ҡына, урыҫтар әйтмешләй “крыша едет”. Мунса, тигәндәй миңә лә йыуынып алырға ине.
- Алып барайым һуң.
- Быныһы инде артыҡ, кәрәкмәҫ. Үҙегеҙ генә инеп йыуынығыҙ инде.
Минһеҙ генә. Тик бер иҫкәрмә, таҙа итеп, ентекләп йыуынығыҙ, барлыҡ гөнаһтар-ығыҙҙы йыуып төшөрөгөҙ. Хәйер, һыу менән йыуып ҡына күңелдәге керҙән быср-аҡлыҡтан арынып буламы икән, ә, нисек уйлайһың иптәш, ауылдаш? – Үтәләй тишеп төбәлә, унан, йәшен уғылай яҡты сатҡынан ҡасып ҡотолоу йәшеренеү мө-мкин түгел. Зәһәр ҡарашты күтәрә алмағанға башын эйҙе. - Кәрт һуғабыҙмы?
- Ваҡыт тар ине бит әле.
- Минең дә үтә ҡабалан ергә бараһым бар!
- ?!?
- Ниңә яңы ҡапҡаға ҡарап һеңгәҙәгән бәрән ише таҫыраяһың? Аяҡһыҙ ҙа китеп була икән ҡайһы саҡ, теләгән яғыңа...
- Бәлки ярҙам итермен, һин тигәндә мин...
- Эйе ярҙам көт һинән, ярҙан этеүҙән арыға эшкинмәгән дуҫһың һин! – Әйтеп бөтөргә бирмәй уҫал бүлдерҙе. – Мине дүрәк итергәме теләгең, улайһа тарат, ҡарап ҡарарбыҙ. Ваҡыт тар, тиһеңме? Барыр ереңә барып өлгөрөрһөң. Ашыҡма. Әҙәм балаһы иртәме-һуңмы бөтәһе лә шунда юллана. Кемдер иртәгә үк, кемдер хаслыҡҡа, яманлыҡҡа батып, гөнаһын йөкләй алмай бер нисә йыл үт-кәс. Күңеле, йәне һуҡыр кеше түшәккә ятты ниһә зиһене яңырып, күңел күҙе ас-ылып күрәҙәсегә әүерелә икән, һуңғы сиктә, шуны белдем, төшөндөм әле.
Фекере тарҡау булғанғамы отолдо кис буйы. Шунан шахматта ла еңелде.
- Бөгөн һинең көн, Рәүеф, ҡотлайым.
- Эйе. Минең көн.
Шул мәлдә Лира килеп инде лә сырайын ҡараңғыландырып, ҡулдарын ҡаушырып ситкәрәк баҫты.
Рәүеф әсенеүле йылмайып уға мөрәжәғәт итте:
– Бына минең һөйөклө ҡатыным да ҡайтып инде! Һаумы, берҙән-берем, хәлдәрең нисек?! Бөгөн кис клубты йылытып әҙерләйһеңме, әллә мунса ғына яғаһыңмы?
– Кис буйы бергә булырбыҙ, яратҡан ашыңды яраштырырмын, юғиһә эш тә эш, һин дә ҡарауһыҙға ҡалып мөҙөрөп киттең ошо арала.
Рәүеф асырғаныулы ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Үҙе көлдө, күҙҙәре көлмәне, ас-ыҡ ауыҙҙа ыржайған тештәр ҙә һөжүмгә ырғырға йыйынған йыртҡыстыҡына та-
ртым.
- Иҫ китмәле, тәүфиҡле бисәм мине нисегерәк ҡайғырта, ә, иҫең китмәле! Ундай хәстәрлекле фәрештәне көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табырмын тимә! Яуаплы эше лә үтә ауыр һәм мәшәҡәтле бигерәк. Айлыҡ, квартальный отчеттарҙы кис һайын клубҡа барып аулаҡта ғына яҙа, аулаҡта микән, уныһы ла ышандырып етмәй. Хәҙер бер урында ҡыҙыҡ булмай башлағас ҡара мунсаның соланына күсте. Әл дә хәстәрлекле ҡәйнәм эргәлә, юғиһә яңғыҙлыҡтан хет бүре булып оло. - Уға нәфрәт менән ҡараны ла һуҡ бармағы менән ишек яғына төрттө. - Ә һин, Иштуған Ишмөхәмәтович, ҡайт. Короче говоря, пошел вон, подонок! Ҡабаттан беҙгә килеп йөрөмә. Кәртә артынан да, ишектән дә. Әгәр тағы ла беҙҙә күренә ҡалһаң, - аҫтына ҡара кер йыйған оҙон тырнаҡлы ҡулдарын алға һоноп тырпайтты, - ошо ҡулдар-ым менән быуып үлтерәм!
Сығырға йыйынғайны, хөкөм сығарғандағылай ҡырҡыу яңғыраған тауыш ҡа-йырылырға мәжбүр итте:
- Хәтереңә һеңдереп ҡуй, подлец, мин бер ҡасан да дурак булманым, булмаясаҡмын да, һәм еңелеп, бахыр хәлендә ҡалып та өйрәнмәгәнмен! – Лираға нә-фрәт менән ҡараны. – Һин дә бар, сығып кит янымдан, күҙемә күренеп йөрөйһө булма! Эргәмдән хәҙер үк ҡаты әйберҙәрҙе алып ҡуй, юғиһә башыңды сәсрәтә һу-ғыуым бар!
Иртәгеһен таң менән ауыл буйлап йәшен тиҙлегендә ҡурҡыныс хәбәр таралды: ”Рәүеф түшәгендә ятҡан килеш аҫылынып үлгән!” “Кеше көнлө булғыһы килмә-гәндер, ғорур ине бит!” тиеште, ҡотолғоһоҙ тейешлекте ҡабул ҡылған ауыл ха-лҡы. Имәнлекүлдә зыяратҡа ҡәбер ҡаҙырға тотош ауыл ирҙәре сыға. Шулай тей-еш, яҙылмаған ҡанунға ярашлы шулай ҡабул ителгән. Ә ул һылтауын табып, йом-ошо булмаһа ла ҡара таң менән йәйәүләп күрше ауыл яғына ҡарай йүнәлде. Оло юлдан йүнәлде лә зыяраттан алыҫ булмаған сауҡалыҡҡа ҡайырылып боҫто. Был ерҙән зыяратта ни ҡылғандары бермә-бер асыҡ күренә. Әгәр башҡаларға эйәреп ҡәбер ҡаҙырға сыҡһа тиҫтәләгән ҡараш уға ғәйепләп төбәлер төҫлө тойолдо.
Шулай ҙа дуҫы алдындағы бурысты үтәргә ҡарар итте. Рәүеф ҡазаланғас уҡ мал-тыуарын һатып бөтөргән Лираның ҡулынан килмәҫен белгәнгә һарайындағы һи-меҙ бәрәнде һайлап алып уны фидиә итеп боронғо йолаларҙы, Көрьән талаптар-рын яҡынсалатып булһа ла белеп, ауылда имам-хатиб вазифаһын ваҡытлыса баш-ҡарған Хәмзәгә илтте.
5
Игеҙәктәрҙәй бер иш, үҙгәрешһеҙ көндәр үҙ яйына ағыла торҙолар. Хәйер, бындағы көнитмеш үҙенсәлекле шул, үҙгәреш, яңырыу, бөтөүгә, юғалыуға дусар ителгән ауылға яғыла һалып бармай, яңылыҡҡа килгәндә, яңылығы ҙур ерҙәге һымаҡ яңғырамай, ишетелә лә ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа күсә торғас таралған һайын ҡеүәте кәмегән ҡайтауаздай тынып ҡала, онотола. Лира менән бер нисә тапҡыр урамда тап булыштылар, әммә ете-яттарҙай баш ҡағып иҫәнләшеүҙән ары уҙманылар. Теге саҡ бүлтәйә башлаған ҡорһаҡ тапҡырында артыҡ үҙгәреш һиҙелмәне, тимәк мәлендә сараһы күрелгән.
Көҙгө төн уртаһында кемдер һаҡ ҡына итеп солан тәҙрәһен сиртте. Ҡатыны менән аралары тамам һыуыныуы шулдыр, мәленән алда түшәк айыра башланы-лар. Кис етте иһә икеһе ике яҡта ауыҙҙарына һыу уртлап һерәйешәләр ҙә йоҡлар ваҡыт етһә, ҡайҙа етте шунда ятып бөгәрләнәләр. Ныҡлап һалҡындар төшмәгән-гә верандала төнәп йөрөй, әле бошаланып карауатында әйләнгеләй ине. Һиҫкән-еп китте лә кинәт тороп ултырҙы. Тыңланды. Яңылыш ишеткәндер. Тыштағы ел йортҡа терәлеп тиерлек бейек булып үҫеп киткән муйылдың суғын тәҙрәгә бәргә-нгә оҡшай. Бер кешегә иҫәпләнгән тар карауаттың пружиналарын шығырҙатып кире ятҡайны, кемдер усы менән ишекте ҡапшағандай итте.
Йоҡоһо осто, аяҡтарына сылғау урап итектәрен кейҙе лә һаҡ баҫып ишеккә яҡ-ынланы.
- Кем? - Тыштан яуап бирмәнеләр. - Нимә унда телеңде йоттоңмо әллә?!
- Мин… Ас әле… - Тауышты таныны. Осрашмағандарына байтаҡ булып китте, нишләп килергә итте икән, етмәһә төнө менән, әллә яһилланырғамы яйы? Булмаҫ. Шикләнһә лә келәне ысҡындырҙы, ышанысһыҙ ҡыймылдап тупһа күтәрмәһенә аҙымланы. Биленән бөгөлгән ҡатын ҡарасҡылай күтәрмә тотонғосона һөйәлгән.
- Лира! – Тауышынан танып, буй-һынын сырамытһа ла ҡабатлап һораны.
- Танының ниһайәт, рәхмәт… Төнө менән уғрылай өй баҫып йөрөй, тимәксеһеңме? - Килеүсе шыбырҙап тиерлек һораны.
- Улай тип әйтмәгәнмен бит әле.
- Ниңә улайһа оҙаҡ мыштырҙайһың, ишегеңде асмаҫҡа ла ине шикелле яйың?
- Өтәләнергә, өлтөрәргә төнө менән бер кемде лә ҡунаҡҡа саҡырманым.
- Саҡырылмаған ҡунаҡмын шул.
- Нимә артынан килдең?
- Беҙ хәҙер бер-беребеҙҙе һис яҡынлай алмаҫ ят кешеләр… Киттек беҙгә! - Лира яуапты ла көтөп тормай көйәнтәләй бөгөлөп, ҡорһағын ҡосаҡлап төн ҡараңғылығына инеп юғалды. Иштуған өйҙөң төпкө яғында йоҡлаған ҡатын-ын уятыуҙан ҡурҡып шыпырт ҡына өҫтөнә пинжәген кейҙе лә тауышһыҙ хәрәкәт-ләнеп күҙ күреме ерҙә ҡыймылдаған шәүләнең артынан эйәрҙе. Төн күҙгә төртһәң күрмәҫлек ҡараңғы. Күктән шыҡһыҙ итәктәре ергә ҡәҙәр һәлберәп-һөйрәлгән суйын ҡара болоттар ерҙәге ошо ҡараңғылыҡ менән ҡушылып береккәндәр төҫлө. Шым-шырыҡлап ваҡ ҡына ямғыр һибәләй. Ямғыр һибәләй, әллә күктәге болоттар ваҡ ҡына киҫәктәргә бүлгеләнеп ҡойола, белмәҫһең. Тиҙҙән итектәренә яланғас урам һуҡмағының ҡойоһо һылашты. Донъя бар гөнаһлыларҙы үҙенә, бер урынға йыйыр тамуҡҡа оҡшап ҡалған. Хәҙер уның шыҡһыҙ ишектәре шығырҙап асылып китер ҙә Лира менән ҡушарлап шунда барып керерҙәр төҫлө. Иманһыҙҙарға ҡылған гөнаһтарына, эшләгән хилафлыҡтарына ярашлы ҡотолғоһоҙ яза күптән әҙерләнеп ҡуйылғандыр унда. Рәүеф дуҫы ла һис шикһеҙ шунда ғазапланалыр, изге мәсетте бысратҡан әҙәм башҡаса ҡайҙа булһын? Урынында туҡтай биреп икеләнеңкерәп ҡалды хатта, ни тиһәң дә мәленән алда тамуҡҡа инеп язаға юлыҡҡыһы килмәй. “Әллә кире ҡайырылып ҡайтырға ла китергәме? Ҡайтыр ҙа иртәгәге таңдан тороп мунса яғыр, Рәүеф таҙарынып булмай тиһә лә йүкә йыуғыс менән тотош тәнен ҡыҙартҡансы ышҡып йыуынып алыр, шунан ошоғаса ҡылғандарын онотоп, һәр хәлдә оноторға тырышып әйтеү әйтеп, тәүбәгә килеп әҙәмсә йәшәй башлар. Башҡаларҙыҡынан ҡайтыш булмаған йорттары бар, хужалығы бөтөн, мал-тыуары ишле, ҡатыны эргәһендә, өҫтәп тағы ла ни кәрәк уға? Ниңә олоғайған көнөндә йәш елкенсәктәй үҙ башыңа кәмит, мәрәкә, мажара эҙләргә? Яҙғы ташҡындай болғанды бит инде бер тапҡыр, хәҙер күнегелгән тормош ярҙарға ҡайтып тыныс ҡына, һил генә ағырға күптән ваҡыт. Хәл иттем, ниңә бисә саҡырыуына эйәреп ҡайҙалыр китеп барырға, етәктәге быҙау түгелмен дә баһа! Боролам ошо ерҙә!”
- Нимә, туҡтап ҡалдың, атла! – Ҡара шаршау эсенән Лираның бойороулы тауышы ишетелде.
Йоҙаҡ һалынмаған ишекте шар асып уттары балҡып янған өйгә башта хужа-бикә керҙе, арттан ул эйәрҙе. Өй эсендә дөйөм тәртипһеҙлек. Кейем-һалым вай-ран килеп таралып, сәсрәп ята, иҙән һеперелмәгән, өҫтәл өҫтөнә йыуылмаған ҡа-шығаяҡ өйөлгән. Йорттарына саң ҡундырмай Гөлнәзирә, һәр ерҙә таҙалыҡ, тәр-тип, тәҙрә төптәрендә гөлдәр сәскә ата. Ошо әрпешлекте күрҙе лә ризаһыҙ тана-уын йыйырҙы. Быны абайлап, күреп өлгөрҙө Лира.
- Бер нимәгә күңелем ятмай, тотҡаным ҡулымдан һыпырылып төшөп бара. Тамағыма ла аш үтмәй, ҡалын итеп кейенһәм дә, нишләптер өҙлөкһөҙ ҡалты-рата, йылына алмайым. Рәүеф өйҙөң ҡотон, йәмен, йылыһын, йәшәүҙең мәғәнәһ-ен үҙе менән алып китте һымаҡ. Әҙәм ҡәҙере үлгәс кенә беленә икән. – Йыйышты-рылмаған түшәгенә барып ултырған хужабикә боланың сәбәбен аңлатҡандай ти-рә-яғына ҡарашын һирпте лә карауаттың ялтыр башын усы менән һыпырҙы. – Үткәндә Рәүеф ошонда еп таҡҡан да яйын тап килтереп аҫылынған. Еңел ҡотолдо. Йөрөмтәл ҡатыны менән ары ҡалғыһы килмәгәнгә, бәлки, дөрөҫ тә эшләгәндер. Ә минең ошо хәлдә лә йәшәгем килә, нишләптер, кемгәлер кәрәк булып, уны ҡурс-ып йәшәгем килә, тик уға хоҡуғым бармы икән, бына мәсьәлә ниҙә?!. Иркен өйгә икәүбеҙ һыя алмайбыҙ, мин - бында, әсәйем - усаҡлыҡта. Атанғолға кире ҡайтам, тип йыйынып бөткән ерҙән ялынып алып ҡалдым уны. Бер үҙем ҡалғы килмәй. Тере сағында Рәүеф, кешеләр араһында йәшәп тә яңғыҙ ҡалыуың ҡурҡыныс, тип ысҡындырғайны һүҙ араһында. Һыуы ҡороған ҡоҙоҡ һымаҡ әсәйем менән һөйләшер һүҙҙәребеҙ бөткән, бына нимәһе ҡыҙғаныс. Мине яҡты донъяға тыуҙырған ғәзиз кешемә артыҡ булғас, тимәк мин бер үҙеммен, бер кемгә лә кәрәгем, хәжәтем ҡалмаған.
Һылыу йөҙҙән ҡан әҫәре ҡасҡан, бүлтек ирендәр ҡыҫылғандар, күҙ аҫтары күгә-реп күренә.
Ултырырға теләмәгәнгә иҙән уртаһында һерәйеп тороуын дауам итте лә урам яҡҡа ялтлап күренергә теләмәгәнгә тәҙрә ҡорғандарын ентекләп тартып ҡуйғас тауышын күтәрмәй генә һораны:
- Ниңә саҡырттың?
- Элегерәк, өйөккән эттәй уйнаш иткәндә ошо һорауыңды бирмәй инең түгелме?
- Эйе бирмәй инем, мин дә һаташыулы төштән айыҡҡан һымаҡмын.
- Һаташыулы төш? Хаҡлыһыңдыр. Һине ғәйепләмәйем, барыһына мин - кәнтәй ғәйепле. Бейә кешәнәмәһә айғыр яҡынламай, тигәнде ишеткәнең бармы? Әгәр шул бысраҡ бәйләнеште яңыртырға теләй икән был, тип уйлай ҡалһаң яңы-лышаһың. Бынан бүтән бик теләһәң дә яныма яҡынлатмаясаҡмын. Ошоғаса йәш-әгән көндәрем һин әле генә әйткән өндәге һаташыулы төшкә оҡшаш. Аҙғынлыҡ шаршауы күҙҙәремде бәйләгәндер, ҡолаҡтарымды томалағандыр, күрәһең…
- Иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, ҡасандан алып аҡылға ултырҙың әле?
- Көнө-төнө тынғылыҡ бирмәй йәнемде ашаған уйҙарымды ғына еткерәм.
Аҡылға ултырмағанмын, һаман да ташҡын ағымына эйәргән ихтыярһыҙ юнысҡы хәлендәмен.
- Нимә кәрәкте, саҡыртыуыңдың сәбәбен әйтә һал да, миңә ҡайтырға кәрәк, өйҙә ҡатыным көтә?! - Артыҡлап һүҙ ҡуйыртырға теләмәгәнгә тауышына ҡәт-ғилек, талапсанлыҡ һыҙаттары өҫтәп урынында тыбызыҡланы.
– Өтәләнмә улай, ҡатыным көтә, имеш, күҙгә ҡарап ялғанлайһың, һине бер кем көтмәгән һалҡын торлағыңа ҡайтырға өлгөрөрһөң. Һиҙемләүемсә һин дә өйөрөнән ҡыуылған ҡарт алирләндәй верандала йоҡлап йөрөйһөң. Ярай, уныһы һеҙҙең эш. Миңә тик бөгөн генә ярҙам ит тә, ары тормош һуҡмаҡтарыбыҙ мәңгегә айырылыр.
- Төн уртаһында ниндәй ярҙам ул тағы, елтәкәй?
- Елтәкәй? Бына миңә тәғәйен, тап-таман ҡушаматын да таптың. Ябалаҡтар ҡорбандарын ҡараңғыла аулаған һымаҡ бар гөнаһтар төндә, ҡараңғыла эшләнә.
- Мин ябалаҡ түгел!
Лира уны тәү тапҡыр күреп хәтерендә ҡалдырырға теләгәндәй итеп текәлде лә кибеп ярғысланған ирендәрен ялап ҡуйҙы:
- Юҡ, яңылыш әйттем, һин ябалаҡ түгел, иблис, гөнаһ иблисе!
- Төн уртаһында әрепләшер өсөн саҡырҙыңмы, әгәр шулай икән – пока! - Сығыу яғына боролғайны ғына хөкөмдарҙың өндәшеүенә оҡшаш ҡырҡыу тауыш туҡтатты:
- Һыпыртырға ашыҡма, ҡойроғоң мәке боҙона туңған бит һинең, һинеке
лә, минеке лә… Кәрәк тирәкте йыҡтыра, тиҙәр, башҡа ярҙам итер яҡыным бул-мағанға ғына һиңә мөрәжәғәт итәм…
- Йә, әйтә һал да, юғиһә сурытып сурытаһың!
- Эңерҙә балам төштө...
- Нисек? – Аңламағандай таҫырайҙы.
- Ҡатын-ҡыҙҙың балаһының нисегерәк төшкәнен ишеткәнең юҡмы ни?
- Һин теге саҡ аборт яһатманыңмы ни?
– Ниндәй аборт ул тағы, ошоғаса ҡорһағымды корсет менән ҡыҫып йөрөн-өм. Шулайтып тыумаған баламды, бәпесемде ҡарында уҡ быуып үлтерҙем... - Бит-ен ҡушуслап бөгөлөп төштө. Яурынбаштар дерелдәй башланы. Бына һыҡтаған Лира ауырлыҡ менән ҡалҡты ла яй ҡыймылдап соланға сығып китеп үҙе менән ҡағыҙ ҡумта тотоп инде. Ҡулындағын иҙән уртаһына ултырғыс тартып шунда ҡу-йҙы. Үҙе урынына барып суҡайҙы, шунан иҙәнгә шыуып төшөп тубыҡланды. Йән-де баҫҡан ауыр тынлыҡ урынлашты. Шыбырҙап тиерлек әйтелгән һүҙҙәр ҡолағын зыңлата:
- Ир йынысынан ул. Тере тыуҙы. Фанилыҡта ике сәғәт кенә йәшәне. Шуға күңелемдән генә исем дә ҡуштым. Быныһы һиңә мөһим дә кәрәк тә түгел.
- Юҡ, мөһим, кем тип ҡуштың исемде?
- Ғәзизйән уның исеме... Хәҙер уны зыяратҡа апарып ерләргә тейешһең. Бик үтенгәс әсәйем инеп ясин сыҡты, йыназа уҡыны.
- Зыяратҡа? Төндәме?
- Төндә.
- Кеше күҙенән ҡасыпмы? Ә нишләп көндөҙ түгел?
- Йәне, тәне таҙа булһа ла уйнаштан яралған зат бит ул. Тағы ошо хәлдән һуң ауыл халҡы миңә ҡырын ҡараясаҡ.
- Был эш закунныймы һуң? Бала тере тыуҙы, тиһең бит. Тимәк уның да әҙәмсә ерләнергә хоҡуғы бар. Фильшер Рәйсәнән баланың үлеме хаҡында ыспр-авка ла алырға кәрәктер, уның рәте шул, шунһыҙ кешене зыяратҡа сығарыу тый-ыла.
- Ҡасандан алып законға буйһоноп йәшәй башланың әле?! Ауырға ҡалғанымды бөтәһе лә белеп бөтмәй, башта әҙерәк шаулап алдылар ҙа баҫылдылар бит. Рәйсәгә лә мөрәжәғәт иткәнем булманы, медпунктта ауырлыларҙың иҫәбендә лә тормайым. - Бойорғандай әйтте. - Теге саҡ Рәүефтең әйткәндәрен онотмағанһ-ыңдыр бит? Беҙгә башҡаса килеп йөрөйһө булма, ишектән дә кәртә артынан да, тине бит әле ул! Минән шул һүҙҙәрҙе ҡабатлатма, бар, әйткәнде эшлә, шунан беҙ-ҙең өйгә юлды онот!
Апаруҡ тос ҡумтаны ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып ҡайтып, ҡараңғы-юҡта һәрмәнеп, осло башлы көрәкте, ләхетлек таҡта киҫәген тапты ла ҡараңғы булһа ла кәртә аҫл-атып зыярат яғына ҡарай йүнәлде. Мәсет янындағы аҡ таш уға аҙым һайын аяҡ са-лып аптырата ине, хәҙер һуҡмағындағы һәр нимә эләктереп, тартып, семетеп ҡал-ырға тырыша, абынып йығылып китә лә ҡабат ҡалҡып алға ынтыла, ташҡа бәрел-гән тубығы дыулай, асыҡ ерҙәрен әле һулырға өлгөрмәгән кесерткән саға. Ҡумта эсендәге мәйет ҡымғырлағандай итте. Тереме икән әллә? Шул уйынан тәне зымб-ырҙап китте. Туҡталды, тыңланғандай итте. Юҡ, бер ни ҙә юҡ, бары йөрәге күкрәк ситлеген дөбөрҙәтеп һуға икән дә баһа. Зыярат ҡапҡаһын таба алмай бер килке аңҡы-тиңкеләнеп ҡаңғырҙы ла кәртәнән ек табып шыуышып эс яҡҡа үтте. Ауылда йола шундай - һәр ара үҙ кешеләрен билдәле бер урынға ерләй. Тоҫмал менән үҙ-ҙәренекеләрҙең ҡайҙа ятҡанлығын билдәләп алды ла шул тарафҡа китте. Атлауы бигерәк яйһыҙ, ниндәйҙер түмәләстәргә барып менеп китә, ҡәбер таштарына элә-гә, йә бәрелә. Шаңҡығанлыҡтан, иҫәңгерәгәнлектән ҡурҡыу тойғоһон тамам онот-то, һеңгәҙәгән зиһене генә нимәнелер эшләргә ҡуша, алға әйҙәп хәрәкәтләндерә. “Минекеләр ошонда ятырға тейеш...” Сираттағы ҡәбер кәртәһенә килеп терәлгәс кеҫәһенән шырпы сығарып тоҡандырырға маташты. Һыуланып бөткән салбар ке-ҫәһендә ятҡан еүеш ҡапҡа шырпы бөртөгөн ҡабат-ҡабат сыйһа ла файҙа сығара алманы. Оҙаҡ мәшәҡәтләнде шулай. Йонсой-этләнә торғас һуңғы бөртөк ауырлыҡ менән тоҡанып китте. Усындағы һүрән яҡтылыҡ сығанағын ҡәбер ташына йүнәл-ткәс тотлоға-тотлоға уҡыны: “Иш-мө-хә-мә-т Иш-ҡәле улы Бая-зи-тов... Шөкөр... Таптым...” Көрәк менән тәрән булмаған соҡор ҡаҙығас ҡумтаны, ләхет таҡтаһын шунда төшөрөп тупраҡты ҡулдары менән ышырып күмә башланы. Бына, ниһай-әт уның да балаһы тыуҙы, тыуҙы һәм мәрхәмәтһеҙ ерҙә иблис тоҡомонан булған ата-әсәһе менән йәшәргә теләмәй фанилыҡта артыҡлап тотҡарланмай әхирәткә күсте. “Улым…” Тамаҡ төбөнән ғырылдауға тартым өн һығылып сыҡты. Шуны ғы-на көткәндәй ҡараңғы бейеклектән ошоғаса аҙға ғына туҡталып торған ямғыр шым-шырыҡлап ҡабаттан яуырға тотондо. Уның да тамағын әсеткән төйөн һыты-лды ниһайәт, еүеш тупраҡҡа бысранған ҡулдары менән йөҙөн ҡаплап бөгөлөп тө-штө лә үкһеп илап ебәрҙе. Бер аҙҙан сәстәре еүешләнде, биттәре буйлап һалҡын тамсылар һырғаланы, еүеш кейеме тәненә һылашып тәнен өшөттө. Юғарыға ҡар-ағайны - көтмәгәндә баш осондағы болоттар уртаға йәнселеп унан һарғылт ай ер өҫтөн аҙға ғына һарғылт нурҙарға ҡойондорҙо ла уның күләгәһен шайтан һынына әүерелдереп әле генә күмгән ҡәбер өҫтөнә йәйҙе, йәйҙе лә күҙ менән ҡаш араһын-да юҡҡа ла сыҡты. Сыҡҡан сағында ниндәйҙер бейек үк тимер кәртәгә барып тер-әлде, ары алға үтер сара тапмағас һонолған ҡулы һәрмәп тапҡан ишекте асып эс-кә үтте… һәм мурҙаға килеп ингән шамбылай тоҙаҡҡа эләкте, уңға ҡайырылһа ла кәртә, һулға һонолһа ла ҡулы һалҡын тимер рәшәткәне һәрмәй. Оҙаҡ әйләнгелә-не кәртә эсендә, тик ни сәбәптәндер ингән ҡапҡаһын табып аса алманы. Аптырағ-ас урталыҡҡа ынтылғайны бите ярым айға килеп терәлде. Һалҡын тимергә ирендәрен тигеҙҙе лә күңеленән ялбарҙы: “Аллам, ҡотҡар мине был бәләнән, ҡотҡар, үтенеп һорайым, ҡотҡар, гөнаһтарымды кисерә алһаң ярлыҡа. Әйтеү итеп әйтәм, тәүбәгә киләм, мин башҡаса, сит-яттарҙы йәберһеткән, рәнйеткән гөнаһтарға һис ҡасан бармам, әҙәмсә йәшәп, әҙәмсә әхирәткә күсергә тырышырмын…” Шул мәл күктәге болот ҡап уртаға ярылып китеп баяғы һарғылт ай күренеп зыярат эсен, баяғы үҙе асып ингән, әле ярым асылып күренгән кәртә ҡапҡаһын бер аҙға ғына яҡтыртып ебәрҙе…
Ҡайтҡан сағында бер аҙ бара ла туҡтап ҡала, йә тубыҡтарын ҡосаҡлап сүгәләп төшә; йөрәге алҡымына килеп тығылғанлыҡтан тыны быуыла, бушаҡ, көсө ҡайт-ҡан быуындары таралып баралар. Күңеле бер үк һүҙҙәрҙе тыҡып иңрәй: “Тегендә, зыяратта ярлыҡау һораһам да Тәңре, ал минең йәнемде, ал, йәшәүҙән туйҙым та-мам, тормошомдан екһендем!” Күк ҡабағы асылғандай төн бер мәлгә генә баяғыл-ай балҡып китте лә, ошо мөхиттә ыҙаланып йәшәйһең бар әле, тигәндәй, ҡараңғы билдәһеҙлеккә йүнәлгән ҡойоло, соҡор-саҡырлы һуҡмаҡтың бер өлөшөн яҡтырт-ты. Ирекһеҙҙән аяҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре тартып мәсет-клуб яғына ҡарай ыңғайл-аны, йәнһеҙ, хәрәкәтһеҙ булһа ла хас дошманына әүерелгән таштың өҫтөнә барып ултырҙы. Ғәжәбенә ҡаршы, ҡасып-боҫоп булһа ла әҙәмсә ғәмәл ҡылғанын хуплағ-андай, ошоғаса өшәндергес һалҡынлыҡ бөрккән таштан был юлы йылымыс йыл-ылыҡ килеүен һиҙҙе. Әллә үҙенең күшеккән тәне уттай янып барғанға шулай той-олдомо, белмәҫһең…
Ҡайтып инде, мәгәр ут ҡабыҙып маташманы. Ҡабаттан маңлайын усы менән ҡарманы, ул ысынлап та ипкен бөрккән мейес ҡуҙылай янып бара, күҙ алмалары соҡорҙарынан атылып сығырға әҙер. “Ауырыйым шикелле. Юҡ, миңә бирешергә, бәлйерәргә ярамай, ярамай!..” Һәрмәнеп һыуытҡыстан араҡы шешәһен килтереп сығарҙы ла тонсоғоп эсергә керешеп китте, ауыҙы ситенән һарҡҡаны күлдәген еү-ешләп түбәнгә һарҡты. Бына ул шешә төбөндәге менән сәстәрен, муйынын ыуҙы ла сөйҙәге тиртунды табып ҡатынының карауаты эргәһенә иҙәнгә ятып бөгәрлән-де.
Иртәнсәк Гөлнәзирә уны ҡулы менән түгел аяҡ остары менән төрткөсләп уятты:
- Бөгөн таңға саҡлы ҡайҙа темеҫкендең, төн ҡарағы, кемдең малын тамаҡланың? - Һуңғы йылдарҙа ҡыйыулана төшкән ҡатыны күҙҙәренә тура ҡараны.
Йәшереп маташманы:
– Бөгөн төн улымды ерләп ҡайттым. Ғәзизйән улымды. Тағы ла һорауың бармы?
– Өйләнешкәндән алып тәүге тапҡыр алдашманың. Шуныһына рәхмәт...
Ҡояш ҡалҡыуға әүеҫлек аҫтынан апаруҡ йыуан ҡарағас һайғауын табып алып бер осон ослап, икенсе осон ялпаҡлап сабып унда улының исемен, тыуған һәм ба-ҡыйлыҡҡа күскән көнөн сыймаҡланы ла иң аҫҡа Иштуған улы, тип өҫтәне. Бер ҡу-лына шул беләк буйы ағас киҫәген тотоп, икенсеһенә балта алып зыяратҡа йүнәл-де. Ғәжәпкә ҡаршы уның был ҡылығын ауыл күләмендә ғәйбәтләүсе табылманы. Йәшерен гөнаһын алдан һиҙгәндәрҙер, белгәндәрҙер, бәлки. Иртәгеһен ҡапыл ғы-на үлеп киткән Гөлйыһан ҡарсыҡ та зыяратҡа күсте. Был юлы инде ҡасып-боҫоп аҙапланманы, төндә улын ерләгән көрәкте яурынына һалып, башҡа ауыл ирҙәренә эйәреп, зыяратҡа сыҡты. Лира менән уға ҡарата ҡаты, мәрхәмәтһеҙ ҡыланһа ла күңеле йомшаҡ булғандыр күрәһең, ҡарсыҡтың ятыр урыны йомшаҡ, ҡомло ине, ҡаҙып йонсоманылар, һирпеп һоҫоп ҡына алды ла ҡуйҙылар.
6
Киләһе йыл йәй аҙаҡтарында Лира тәрбиәгә малай алып ҡайтты. Башҡалалағы балалар йортонан алған, тигән хәбәр сыҡты ауылда. Беренсе сентябрь көнө иртә таң менән Лираны мәктәп яғына киткән тыҡрыҡ ауыҙында тап итте. Ул 8-9 йәштәр тирәһендәге малайҙы етәкләп мәктәпкә китеп бара ине. Бөхтә итеп кейенеп алған, ҡулына ҙур гөлләмә тотҡан ҡатма малай уны күреү менән ҡурҡҡандай ҡыланып бер яҡҡа тартыла бирҙе. Лира тегенең башынан һыйпап ҡосаҡланы.
- Һаумыһығыҙ, Лира? - Арауыҡ һаҡларға теләгәнгә рәсми иҫәнләште.
- Үҙең ни хәлдә йөрөп ятыш, Иштуған? - Лира йылмая биреп яуапланы ла малайына өндәште. - Ағай менән һаулыҡ һораш, улым!
- Здравствуйте, - тине, тегеһе.
- Башҡорт ул, исеме Әлфәрит, тегендә тәрбиәләнгәс телде белеп еткермәй.
- Альфред, меня так зовут! – Малай үпкәләгәндәй итеп төҙәтә һалды.
- Альфред матур исем, әммә беҙҙең өсөн Әлфәрит булырһың, йәме?
- Назовите, как хотите, не против! – Малай ҙа ҡайтымһаҡланды.
- Нисек йәшәйһегеҙ?
- Иҫ китмәле шәп. Бына әле икәүләп белем байрамына китеп барабыҙ. Йортома ҡот ҡунды, йәшәүемә тел менән аңлата алмаҫлыҡ мәғәнә һалынды. - Лира шулай тине ла башын ғорур тотоп ары атланы. Уны бындай ҡиәфәттә күреп өйрәнмәгәнгә урынында һенағастай ҡатып торҙо ла ҡалды.
Тағы ла бер йыл үтте. Күрше ауылдан ҡайтып төшөп кенә тора ине, кемдер ишек шаҡыны. Сыҡһа - Әлфәрит.
- Һаумы, улым?
- Һаумыһығыҙ. - Малай был юлы башҡортсалап яуапланы ла йомошон әйтергә уңайһыҙланғандай туҡталып ҡалды.
- Ни йомош, берәй ярҙам кәрәк булып киттеме әллә?
- Әсәйем сирләй, килеп сыҡһын әле, ти.
Уңайһыҙланғандай ҡатынына һирпелде, уныһы ыңғай яуапланы:
- Барып сыҡ, бик етди сирләй тиҙәр уны. Әйтере барҙыр.
Блантҡа ингәйнеләр Әлфәрит усаҡлыҡ иҫәпләнгән бәләкәй йорт яғына ымла-ны:
- Өйҙә түгел, шунда ята. Хәҙер ике көн сығып күренгәне юҡ.
- Ә үҙең нисек туҡланып йөрөйһөң һуң?
- Икмәк-май бар әлегә. Сәй ҡайнатып эсәм.
Ҡояш төшмәгәнгәлер усаҡлыҡтың эсе ярым ҡараңғы. Инде лә урынында туҡ-талып ҡалды.
- Килдеңме, Иштуған?.. Бына, бынауында ултыр…
Артһыҙ ултырғысты алып шунда һаҡты.
- Бына, сырхап киттем әле, көтмәгәндә, - тине Лира ғырылдаҡ тауыш менән.
- Бөтә кеше лә ауырыштырғылап ала инде ул, ауырып ала ла сәләмәтләнә.
- Минең ундай сир түгел шу. Сирҙең үлемеслеһенә юлыҡтым, шуны һиҙәм... Нишләп һине саҡырттыммы?.. Башҡа өндәшер яҡыным булмағанға. Ауылда һин дә, Әлфәрит. Ә баланы хафаға һалып бөтәһен дә һөйләй алмайым. Ике аҙна элек йыйыштырыусы Мәстүрә апай менән клубты йыуып алырға иткәйнек. Шун-да сәхнә артындағы стеналағы тутыҡҡан ҡаҙауға ҡулым һыҙырылғайны. Ғәҙәти сыйылыуға хисаплап эшкә һынамай йөрөгән ярам эренләп аҙҙы ла китте. Фильшер Рәйсә килеп ҡарағайны, кисекмәҫтән район балнисына барырға кәрәк, ти. Әле ылау эҙләп шуның артынан сығып китте, хәҙер килер ул. Сирем үлемесле, унан ҡотолоу юҡ. Ҡулым һыҙырылған мәлдә нишләптер иң тәүҙә шул уй башыма килгәйне. Ғәфү ит, бер генә үтенес менән саҡырттым һине. Үлә-нитә ҡалһам, Рәүефемдең янына ҡуйығыҙ. Тағы Әлфәрит кемгә ҡала инде?..
- Ә мин ҡәбер таҡтаһына Ғәзизйән тип яҙһам да беренсе улым тыуһа Шат-
морат тип исем ҡушырға хыяллана инем. Беҙҙең тоҡом сылбырында ошондай ма-тур исем бар, шуны мәңгеләштерергә ине иҫәп.
- Һәр кем үҙенсә хыяллана был йәшәйештә. Балалар йортона барғайным,
ҡаршыма ошо бала килеп сыҡты ла күҙҙәремә төбәлеп әйткәне шул булды: “Мине алырға килдеңме, апай, ә минең исемем - Альфред!” Уны үҙ баламдай күреп эйәрттем дә ҡайттым. Иң бәхетле көндәр бүләк итте ул миңә. Үкенесле, һуңлап ҡорған ҡотло, бәрәкәтле донъям ҡала. Тик кемдең ҡулына ҡала, бына бер бәлә. Әгәр бирһәләр малайымды уллыҡҡа ал да ҡуй. Өйөгөҙгә йәм, яҡтылыҡ алып килер. Эргәңдән ебәрмә уны. Ә беҙҙең икебеҙгә килгәндә изге йортто бысратып гөнаһтың юйылмаҫтайын ҡылдыҡ, ярлыҡау юҡ беҙгә... һәм һуңғы үтенесем – зыяратҡа алып барғанда мине саҡҡа ғына теге аҡ таш янында туҡтатып үтегеҙ...
- Аңлап етмәнем әйткәнеңде?
- Һәр енәйәтсе иртәме-һуңмы үҙенең енәйәт ҡылған еренә бара. Беҙҙәге гөна-
һлылар шул урындан ҡуҙғалалар тамуҡҡа...
- Тере килеш ожмах, тамуҡ хаҡында һүҙ алып бармайыҡ әле!
- Уйымдағын әйттем, ҡабул итеү, итмәү һәр кемдең үҙ ихтыярында...
Уңғансы ишек ауыҙында Рәйсә күренде.
Фельдшер уны еңенән тартып кәртә яғына алып китте лә борсолоулы бышыл-даны:
- Күреп сыҡтың бит инде, Лираның хәле шәптән түгел. Һыҙырылған ҡулы аша
тәненә инфекция күскән, медицина теле менән әйткәндә – заражение крови. Сәлә-мәтлеге көнләп түгел, сәғәтләп үҙгәрә. Тегендә ебәреүҙән дә файҙа күрмәйем. Шу-лай ҙа нимә лә булһа эшләргә кәрәк бит, “Скорый”ҙы саҡырттым.
Әлегә, әсәйең балниста саҡта беҙҙә йәшәп тор, тип Әлфәритте эйәртеп үҙҙәр-енә алып ҡайтты.
Бер аҙнанан Лираны теге, таныш “Тиҙ ярҙам” машинаһы үле килеш тейәп кил-терҙе. Мәрхүмәне Рәүефтең эргәһенә ерләнеләр. Ә уллыҡҡа алыуға килгәндә күп-ме генә тырышып документтар юллап, дәлилдәр килтереп ҡарамаһын, уға ауыл-даштары, күрше-тирәһе ышаныс күрһәтмәгәс Әлфәритте ҡайҙалыр алып киттел-әр. Хушлашыр алдынан малайҙы район үҙәгенә алып барып баштан-аяҡ кейенде-рҙе, усына кеҫәһендә йөрөткән аҡсаны йомарлап тотторҙо. Әлфәрит автобусҡа ултырырҙан алда янына килеп аяғынан ҡосаҡланы ла күҙҙәрен йәшкәҙәтте:
- Минең һеҙҙән башҡа бер кемем дә юҡ. Мин һеҙҙе бер ҡасан да онотмам, хаттар яҙырмын!
Ҡайҙа инде, Әлфәрит һыуға ырғытылған таштай юҡҡа сыҡты, вәғәҙәләгән хаттар ҙа килмәне…
Балтаһы һыуға төшөп йөрөгән көндәрҙә кеше менән аралаша һалып бармаған йомоҡ Гөлнәзирәһе барыһын аптыратып изге эш ҡылды - һығылып торған табын әҙерләп Лираның өсөн, етеһен, ҡырҡын, һуңынан йыллығын уҡытты, мул итеп хә-йер өләште.
7
- Иштуған олатай, һаумы? - Һиҫкәнеп китте. Эргәһенә үк ауыл хакимиәте башлығы Илшат килеп баҫҡан имеш.
- Ә-ә-ә, һаумы, улым? - Таш өҫтөнән ҡалҡып салбарын һыпырып ҡаҡҡандай итте лә ике ҡулын һоноп күреште.
- Төҙөлөш барамы?
- Барған ерендә бара, тик ултырһаң туҡтай ҙа ҡуя.
- Улай тип әйтмә әле, яңғыҙ булһаң да ана күпме эш ҡыйратып ташлағанһың! - Илшат шулай лауылдап һөйләнеп мәсеттең эсенә инеп ҡарап сыҡты. – Мө-гәрәптән нигеҙҙе нығытҡанһығыҙҙыр? Һалҡын бит иҙәндән бәрә.
- Быны миңә өйрәтеү кәрәкмәй, ғүмер буйы башҡарған эшем. - Үпкәләгәндәй итте.
- Йә, ярай, ҡылтайып барма инде, олатай, һүҙ араһында ғына белешеүем.
- Ҡыйыҡҡа ҡарашын атты. - Күрәм, ауырын ауҙарғанһың тиерлек, тик манараны нисек ҡалҡытырға иҫәп?
- Кипкән ҡарағас һайғауҙарын йышып етерлек кимәлдә әҙерләнем былай, - тип уратып яуапланы.
- Бик һәйбәт, әләйгәс, был өлөштө бөтөрөүгә оҫталар, ярҙамсылар кәрәгер инде. Манара һынлы манараны ослауҙы яңғыҙ кеше атҡара алмаҫ.
- Уныһы билдәле.- Әйтерен урата бирҙе. - Һин әйткән нимәне башҡарыу артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмаҫ, тик ярым айҙы килештереп эшләтеп уны иң түбәгә ҡундырырға ла кәрәк бит әле. Аҡсаһын тапҡан хәлдә күпмегә төшөр икән, тағы уны ҡайҙа эшләтәләр, шуны белешергә ине.
– Алтын һымаҡ итеп һары ялатып ялтыратһаң байтаҡ ҡына сығым талап итер инде ул, тик алдан киҫәтәм, ауыл хакимиәтенең артыҡ аҡсаһы юҡ. Был төҙө-лөш проектланып, планға инеп, уға бюджет сығымдары бүленмәгән. Вапше-то ха-кимиәт ауылда мәсет ҡалҡытырға ни имеет право! - Ни сәбәптәндер урыҫсалап еб-әрҙе. - Дин хөкүмәттән, мәктәптән айырым, тип бик күп йылдар элек сығарылған Указды әлеге көндә лә отменять итмәгәндәр. Хөкүмәт дингә йөҙ менән боролған хәлдә лә ошо документ ғәмәлдә ҡала килә. Шулай булғас теләктәре барҙарға дини биналар төҙөргә рөхсәт итәләр, әммә финанс ярҙамын күрһәтеүҙе юғарыла хупла-майҙар... - Аллаһы Тәғәләнең үҙенә күрһәткәндәй һуҡ бармағын юғарыға сәнсте.
Оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған телмәрҙе ризаһыҙ бүлдерҙе:
- Һин әйткән ярым айҙы эшләткән осраҡта уны урынлаштырыу өсөн кран кәрәк буласаҡ.
- Уныһына ғына ҡалған көндө! - Илшат фильтрлы сигарет сығарҙы ла тартырға тәҡдим итеп ҡапты уға ҡарай һуҙҙы.
- Ул һаламдай нәмәңдең шыпа ла ҡеүәте юҡ, мин ғүмер буйы “Беломор” тарттым.
Кеҫәһен һуҡҡылап күнеккән таш тәхетенә барып ултырҙы, башлыҡ йәнәшәһе-нә баҫты.
- Мин шуға һинең янға һуғылдым әле, олатай, - Илшат тәмәке төтөнөн ситкә өрҙө, - мәсетте ҡорбан ғәйетендә асҡанда арыу булыр ине.
– Арыу булыр ине лә эштең нимәгә килеп төртөлгәнен күрҙең дә.
- Ул мәсьәләне бик еңел хәл итергә мөмкин.
Ышанмайыраҡ текәлеп ултырҙы ла яртылаш тартылған папиросын үксәһе аҫ-тына һалып ныҡлап иҙеп ҡуйҙы, шул хәрәкәте менән ишеткәнен буш һүҙгә алыуы ине.
- Көн барышында миңә берәү инеп сыҡты әле. Башҡаланың үҙенән килгәндә йомошо булғанғалыр ситтә ятыуыбыҙға ҡарамай дилбегәһен беҙҙең тарафҡа ҡайырған.
- Бөтә барған ташландыҡ ауылда ни ҡалған уға?
- Уныһы хаҡында һуңынан. Мәсет тураһында һүҙ сыҡҡайны, көтмәгәндә тоҡанды ла китте был. Сығымдарға иҫе лә китмәй ярҙам итәмдән һалдырып ныҡ-ыша башланы.
- Буштың атаһы күптән үлгән, ни хаҡ һорай?
- Әйтәм бит, миңә сығымдар мөһим түгел, ти.
- Ҡайҙан килгәнлеген әйттең. Сүтәки, йомаҡ өймә, кем әле ул сумарт, аҡсаһын иҫәпләмәгән әҙәм?
Илшат күҙҙәрен шуҡ ҡыҫты:
- Әйткәндәй ул беҙҙең өсөн ят әҙәм түгел. Ҡайтышлай хакимиәткә һуғыл, шунда һөйләшербеҙ.
8
Хакимиәт янында ҡара төҫтәге ике джип ултыра. Машиналарҙың эргәһендә сп-орт кейемендәге йәш егеттәр күренә. Сәстәре ҡыҫҡа, май бөргән йөҙҙәре йылтыр быжыр, бөтәһе лә ҡара күҙлектә, эре һөйәклеләр, һүл ағасынан ашыҡ-бошоҡ әт-мәләнгән һумалтыр шкафтай уҫлаптай кәүҙәлеләр. Туҡталып, аңшая биреберәк һоҡланып торҙо, бындай шәп машиналарҙы ошоғаса күргәне юҡ ине әле. Үткәндә Имәнлекүлгә район башлығы килеп киткәйне. Уның да ултырып йөрөгәне үтә лә кәттә ине, әммә бындай уҡ затлы түгел.
Егеттәрҙең лас та лос һағыҙ сәйнәгәне ҡултығы аҫтындағы алтатарының кабура-һын ҡапшай биреберәк яҡынланы ла тәртәләй оҙон ҡулын ишек яғына һуҙҙы:
- Что уставился, как ночной филин, дядя?!
- Һаумыһығыҙ, уландар?
Сәләмләү ҡабул ителмәне:
- Если к Хозяину, он там, - һаҡал баҫҡан яҫы эйәк ишек яғына ҡарай ымланы, - проходи не задерживайся!
Башлыҡтың кабинетында стена ҡырлатып теҙелгән ултырғыстарҙың береһендә ят кеше ултырған. Затлы пинжәгенең аҫҡы төймәләрен ысҡындырып, аяҡтарын тарбайтып ебәргән, үҙен иркен, бойондороҡһоҙ тотоуына ҡарағанда урында эшләгән берәй түрәлер. Улай тиһәң галстук таҡмаған, елкәһе ныҡ, ҡалын, ысҡындырылған иҙеүенән ишелгәндәй итеп бер-береһенә тоташҡан эре ҡулсаларҙан ғибәрәт алтын сылбыр күренә, һулаҡай ҡулының сәпәкәй бармағында алмас ҡашлы алтын балдаҡ. Урта буйы өрөп тултырылған туптай тумалаҡ. Ҡойола башлаған йоҡа ерән сәстәренең сикә өлөшөнән башланған бакенбардалар ике яҡлап һалынҡы танау аҫтындағы һирәк мыйыҡҡа килеп ялғаналар. Яҫы, тура ҡаштар текә маңлайҙы беректергәндәй тоташып үҫкәндәр. Кабинет эсенә ҡояш төшмәһә лә был әҙәм ни сәбәптәндер ҡара күҙлеген һалмаған. Ҡунаҡ менән күреште лә ишек ҡырынан урын алды. Ир уның ҡулын ҡыҫҡан мәлдә ҡалҡына биреп ҡуйҙы ла, эреләнеүе, һауаланыуы шул ҡәҙәрелер, битлеккә тартым битараф йөҙөн тыш яҡҡа ҡарай йүнәлтте.
- Бындараҡ яҡынлаһаңсы, олатай! - Башлыҡ ҡул ишараһы менән эргәһенән урын тәҡдим итте.
Ихлас саҡырыуҙы ишетмәгәндәй урынынан ҡуҙғалманы. “Был кешене ҡайҙа-лыр күргәндәймен…”
- Таныш бул, олатай, Альфред Фәтхуллович!
“Әлфәрит?! Таныш исем. Әллә был теге, детдомдан алынған Лираның улымы? Нисә йылдар үтеп киткән, танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Мал бер килеп ашаған ер-енә ҡайта, тигәндәре шулдыр, ниндәйҙер ят әҙәмдең ауылға килеүенә ғәжәпләнгә-йне, бына бит, ғилләһе асыҡланды…”
Күҙлеген һалған ирҙең йөҙөндә лә һиҙелер-һиҙелмәҫ йәнләнеү ишараты сағ-ылды:
– И вас не забыл, дядя Иштуган, до сих пор помню!
- Эйе… Һин теге… Әлфәрит…
- Да, вы же постоянно твердили одно и тоже – Альфарит! Не ошиблись, он самый!
Ҡабаттан ҡалҡып ҡунаҡтың ҡулын һәрмәп ҡыҫты ла яҡын кешеләй күреп эр-гәһенә ҡунаҡлай һалды:
- Китсе, нисә йылдар үткәс! Үәт исмаһам осрашыу! Икенсе урында тап итһәм танымай үтеп китер инем, билләһи.
- Да, годы летят, меняется мир, меняемся мы.
- Ҡайҙа йәшәйһең, улым?
- В большом городе. – Ҡайһы ҡала икәнлеген аныҡлап тормай уратып яуапланы. – Хәҙер ауыл ерендә открыть новое дело, получить прибыль, невозможно. Әле һеҙҙең райцентрҙа икмәк цехы асыу буйынса веду переговоры с местным рук-оводством. Если этот проект сработает, процесс пойдет, бер нисә ауылда магазин асырга ла теләк бар. Потом займусь фермерством, у вас очень много неиспользов-анных земель, сказу прямо, грех не воспользоваться таким бесплатном богатством! Япондар таш утрауда зур уныш получают! А мы – ялкаудар, мич башында яткан Емелядар! Алма беш, ауызға төш! Оят! Бында килгәс, яҡынлагас, ауылға ҡайтып әйләнергә булдым, как никак когда-то жил здесь.
- Дөрөҫ эшләгәнһең, улым, райүҙәккә кил дә утыҙ саҡрымда ятҡан Имәнлекүлгә ҡайтып әйләнмә инде. Хилаф булыр!
- Я тоже так подумал. - Әлфәрит яҫы ҡаштарын яҙып ебәреп, көҙрөй елкәһен еңелсә эйеп ризалашҡандай итте.
- Өйөгөҙҙө күрҙеңме?
- Уның нимәсен күрергә, заброшенный дом!
- Тормошоң, көнитмешең нисек, улым?
- Живу как все. Повторный детдом, Лира апанан соң. Армия. После демобилизации долго скитался по белому свету, потом решил заниматься бизнесом.
Стал худо-бедно получаться.
- Бөгөн танышһыҙ, дуҫ-ишһеҙ йәшәп булмай, берәре ярҙам иткәндер?
- Все своими руками. Начал с продажи семечек, потом перешел на китайские шмотки, теперь играю по-крупному, поле деятельности постепенно раширя-ется. Да ребята помогают, без этого никак. Видели по телеку сериал”Бригада”? Хотя…
- Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйған юлына, тиҙәрме әле, Альфред Фәтхулловичтың һиңә, дөрөҫөрәге беҙгә бик эшлекле тәҡдиме бар. - Башлыҡ саҙаҡа там иткән урам хәйерсеһеләй йөҙөн кеселекле ирәмһетте.
- Дядя Иштуган, значит вы решили построит мечеть?
- Ҡулдан килгәнсе тырыштырҙым инде.
- На свои деньги?! Сегодня таких людей встретишь редко. Все гребут под себя, ворует кто как может, научились считать деньги, прибыль, а заниматься бла-готворительностью не все хотят.
- Үҙегеҙ әйтмешләй ауыл ерендә аҡса табыуы еңелдән түгел. Өйлөк тип йыйған материалдарҙан төҙөйөм. Әлегә күпләп аҡса сығарғаным юҡ.
– Материалы тоже стоят денег. - Әлфәрит әйтелгәндәр менән килешмәгән-дәй өҫтәне. Сәғәтенә ҡарап алды. - Прошу прощения. Нет времени. Спешу. В гор-оде сегодня ночью важная встреча.
- Һуң хәҙер кис, ҡайтып еткәнегеҙсе төн уртаһы була.
- Все важные дела делаются ночью, иногда за неформальным столом.
Нишләптер теге саҡ Лираның әйткәндәре иҫенә төштө: “Бөтә ауыр гөнаһтар тө-ндә, ҡараңғыла эшләнә.”
- Әллә тим, беҙҙә ҡунып ҡайтаһыңмы, улым, аш һалырмын, мунса яғып ебәрербеҙ, миндекте туҙҙырғансы сабынып мунса төшөрбөҙ, кис буйы һөйләшеп ултырырбыҙ. - Урамдағыларҙы иҫенә төшөрҙө. - Эйәреп йөрөгән дуҫтарыңа ла ур-ын табылыр.
Әлфәрит йылмая биреп ҡуйһа ла һуңғы әйтелгәндәрҙе яуапһыҙ ҡалдырҙы.
- Һыймаҫбыҙ, тиһеңме? Беҙҙә ни килеп тороп иркен, ҡарсыҡ менән икәү генәбеҙ. Сәхәрҙә сыҡҡан сәфәргә бер ни ҙә етмәй инде ул.
- Нет, спасибо за приглашение. Говорю же, очень спешу. Глава наверное довел до вашего сведения наш разговор?
- Тумбыта биреп ҡуйғайны ҡуйыуын.
- И что вы на это скажете?
- Нимә әйтәйем инде… Төҙөп бөтөрҙөм тиерлек, манара ғына ҡалды.
Урыҫсалап әйткәндә минарет була инде.
- Я это понял. Ары нимә эшләргә уйығыҙ?
- Эштең яйын белгән оҫталар кәрәк.
- Осталар, мастера нужны, и еще деньги.
- Ни тиһәң дә башлағаның шул аҡсаға килә лә төртөлә шу. Мин дә бит әле заманында билдәле балта оҫтаһы инем, тик бер тапҡыр ҙа манара ҡалҡытып ҡар-амағас ҡулдан килерлек түгел, шуға аптыраңҡырап ҡалынды.
- Я вам помогу.
- Һе, ярҙам итәм, тигән сәле! – Ҡулыңдан килерме икән, тигәндәй һынап текәлде.
- Понятно, мое предложение в переносном смысле, какие финансовые вливания требует эта ваша работа?
- Иҫәпләгән юҡ әлегә. Әйттем бит, минең өсөн ят эш у, шуға сығымдарҙы айырып, теүәлләп әйтә алмайым.
- До вашего прихода, сез килгәнче я примерно посчитал. - Түш кеҫәһенән блокнот сығарып яҙғандарына күҙ атты ла түңәрәк кенә хаҡты әйтте.
Һағайып ҡалды, яңылыш ишетмәнемме икән тип көтөңкөрәй биреп тә ултырҙы.
- Сейчас все дорого, и цены растут не по дням.
- Уныһы билдәле инде. Һәр хужалыҡҡа һалынған налугты, икенсерәк итеп әйткәндә төтөн аҡсаһын йыя алмай баш ҡата. - Тик ултырыуҙы килештермәгән ба-шлыҡ әңгәмәгә ҡушылды. - Ә райондан биләмәне төҙөк тотоуҙы талап итәләр, юлы ла ялтырап ятһын, ҡоҙоҡтар ҙа эшләп торһон. Әйтеүе генә анһат. Баш ҡатҡ-ан инде.
- Давайте, конретно перейдем к делу. Мин сезгә помогу поднять минарет.
- Бушлаймы?
- Бушлай. Только у меня одно условие, небольшая просьба, так сказать.
Ышанмайыраҡ ҡарап ултырҙы. Һиҙеп алды. Әлфәрит - эшҡыуар. Ә бөгөнгө эшҡыуарҙар үҙ яҡтарын ҡайырырға әүәҫтәр.
- Ниндәйерәк шарт икән ул? Шул шарт аҙаҡтан елкәне баҫмаһа.
- Все будет по-честному. У меня только одно предложение – мәсетте ”Лира” тип атагыз, вот главное условие!
Баҙап, юғалып ҡалды, ул бындай тәҡдимде көтмәгәйне.
- Ну, что скажете? Мин никогда не видел своих родителей. А Лира апа для меня как родная мать. Она свята для меня. Кстати сегодня посетил ее могилу. По-ставлю ей памятник из черного камня, ее фотографию прикреплю, это – однозна-чно.
“Эй, улым, ул һиңә изгелер, бәлки. Ысынлап та ул ҡоромдай ҡара ташҡа ғына лайыҡ.” Лираның һуңғы әйткәндәре тағы ла ҡолағында яңғырағандай итте: “Беҙ-ҙең гөнаһҡа ярлыҡау юҡ!”
- Мин ни әйтә алам?! Бындай сетерекле мәсьәләне ауыл схуды хәл итә инде ул. - Мәсеткә Лира исемен биреүгә ҡаршы сығасаҡтарына ышана, урында бит бер-береһен биш бармаҡтай яҡшы беләләр.
- Нимәгә тағы сход?! Хәҙер халыҡты йыйыуы үҙе бер бәлә. Йыйылыш үтте тип ҡарар сығарабыҙ ҙа бер нисә кешенән ҡултамға алабыҙ. Бөттө-китте. – Башл-ыҡ илтифатһыҙ ҡул һелтәне.
- Ете ҡат үлсә лә бер тапҡыр киҫ, тип боронғолар дөрөҫ әйткән, мир фекерен тыңламай булмай. - Һаман үҙенекен тыҡыны.
- Ҡасан йыябыҙ? Алдағы аҙнала ваҡытым юҡ. Ары мине Өфөгә ике аҙналыҡ учебаға ебәрәләр. Әгәр ошолайтып һуҙһаҡ ҡорбан байрамы килеп етә, ә мәс-етте асыу шул көнгә планлаштырылған. Так што был мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итергә кәрәк. - Күренеп тора башлыҡ бушлай ярҙамды ҡулынан ысҡындырғыһы килмәй.
Яй ғына ҡалҡты ла ишек яғына йүнәлде.
Башлыҡ туҡтатырға итте:
- Ҡайҙа ҡабаландың, олатай, мәсьәләне хәл итмәнек бит.
Боролдо ла теләһәгеҙ нимә эшләгеҙ, тигәндәй ҡул ғына һелтәне:
- Һин башлыҡ, һиңә хәл итергә. Тағы эстә эшләнеп бөтмәгән бер ни тиклем мәшәҡәттәр ҙә ҡалды. Бер юлы шуларҙы ла иҫәпкә алып һөйләш.
Әлфәрит тә еңел ҡалҡып эргәһенә килде лә ихласлап ҡулын һондо:
- Иштуган абый, мне было очень приятно с вами поговорить, побеседовать, пообщаться. Думаю что наша встреча не последняя. Скоро выборы в Государ-ственную Думу. Этот вопрос на верхах уже отлажен, проголосуй за меня, агитируй других. Моя фамилия Хидиятуллин. Запомнил? Хидиятуллин! Я из вашего, вер-нее из нашего районного электората намерен получить сто процентный резуль-тат!
“Бушлай, эскерһеҙ ярҙам итәм, тигән була тағы. Хәҙер халыҡ юҡ шул беҙҙә, кеше юҡ, хәйер ырғытҡандарға хеҙмәт итеүсе моңһоҙ, һәммәһенә битараф элек-торат ҡына бар.”
Хакимиәттән сығып апаруҡ ҡына ара киткәйне артынан саҡырыу ишетте:
- Дядя Иштуган, задержитесь, пожалуйста, на одну минуту!
- Тыңлайым, Әлфәрит улым!
Альфред Һиҙиәтуллин янына йүгерә-атлай килеп етте:
- Иштуган агай, как говорят русские: “Долг платежом красен!” Помните, когда меня провожали в райцентре, вы одели, обули меня, как говорится с ног до головы!
- Ярай, уныһы инде ваҡ эш, булған да бөткән, онотолған!
- Нет, бутмаган, унытылмаган! Вот, что у меня есть на данный момент! –
Күн барсеткаһынан аҡса төргәген сығарҙы ла ҡулын тартып усына йомдорҙо. – Примите как подарок, как знак признательности!
- Ошоноса аҡса миңәме? Был аҡсаға манара ултыртыу ғына түгел, яңынан мәсет төҙөп ҡуйырға була!
- Нет, минарет отдельная тема, мы этот вопрос уже обсуждали, а это вам, лично вам! Счастье не в деньгах, дядя Иштуган, в последнне время об этом часто начал думать и размышлять. Ладно, это к слову... Будьте счастливы! Алла бирсә, может когда-нибудь да встретимся, хотя врядь ли. Хочется взлетить, поймать пти-цу-счастья за хвост, а я почему-то куда-то тороплюсь, раздаю долги, кому задол-жал. До свидание!
Ир ҡабаланып боролдо ла яурындарын һалындырып, башын баҫып кемдән-дер ҡасҡандай ҡара төҫтәге машинаһы яғына китте...
Ул төҙөлөшкә барып кәрәк-ярағын алды ла аяҡтарын көскә һөйрәп ҡайтыу яғ-ына йүнәлде. Күңеле иңрәп бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы: “Ысынлап та минең мәсет төҙөргә хаҡым булмаған. Булмаған!”
9
Ҡорбан ғәйете күркәм, йәнле генә үтте Имәнлекүлдә. Һауа торошо боҙолоп тороуға ҡарамаҫтан ҡорбан салыусылар өс урынға ҡаҙан аҫып бишбармаҡ бешер-еп ауылдаштарын һыйланы. Унан тыш байрамса кейенгән халыҡ көн барышында бер-береһен саҡырышты, ҡунаҡҡа йөрөштө, һәр кем муллыҡ билдәһе итеп өйө эсендә май еҫе сығарып осраған береһен әҙерләгән табынына әйҙәләне. Һәммәһе-нең күңеленә ятҡан, хуш килгән күренеш шул булды - эскеселәр, баштары шаңҡ-ып араҡы темеҫкенеүселәр намыҫтары етеп был көндө урамға сығып күренмәне-ләр. Тәүфиҡ, әҙәп, тәртип, әйләнә-тирәгә ихтирам алып килгән ҡорбан байрамы ҡана ла һуң йыл барышында дауам итһә, көнитмеш бөтөнләй икенсе юҫыҡтан ки-тер ине, билләһи! Әлфәрит был тантаналы көнгә мәсеттең тирә-яғын кәртәләтеп алып манара күтәртеп өлгөрттө, буяу эштәрен тамамланы, кәрәк-яраҡ ҡаралты һатып алып урынлаштырҙы. Ҡапыл ғына сырхап ятып киткәс ул быларҙың бере-һен дә күрмәне. Тик байрамдан һуң бер аҙна үткәс, кискә ҡарай, ҡояш байыр ал-дынан хәле яҡшырғандай тойолғас тороп ултырҙы, икмәккә май һылап, ҡуян ҡан-ылай ҡаты итеп сәй яһатып эсеп тамаҡ ялғап алды, шунан бөхтә кейенеп ҡасанд-ыр үҙе төҙөп ҡуйған урыҫ ҡапҡаһының ауыҙына сығып баҫты. Һауа төмһәреп то-ра, күк йөҙөн яртылаш суйындай ҡара болоттар ҡаплаған, һалҡын ел ағас башта-рын сайҡап шаулата. Көн торошоноң киреләнеүен ауырығанында тәҙрә аша күҙ-әтеп ятты. Бар ғаләм күҙ менән ҡаш араһында тәҙрә өлгөһөнә һыйҙы ла ҡуйҙы. Бала сағында күргәне шул тиклем дә иркен, төбәлгән тарафы, офоҡ даирәһе икһ-еҙ-сикһеҙ ине. Ил ҡыҙырҙы, донъя күрҙе. Ҡартая төшкәс ҡайҙалыр сығып әйлән-еүҙән бөтөнләй төңөлөп ауылына бикләнде, ауырып киткәс күҙәтеүе өйөндәге сат-наған быяла аша төшкән ус аяһылай яҡтылыҡҡа ҡалды. Шулайтып әҙәм балаһы өсөн яйлап-яйлап тарая баралыр ул көнитмеш ҡалыбы, иртәме-һуңмы тәҙрәһеҙ ергә лә алып барып һалырҙар…
Бер аҙ урынында тапана биргәс ашыҡмай ғына атлап урам буйлап китте. Бара бирә лә юлында осраған йоҙроҡтай таштарҙы бер яҡ ситкә, баһыу ҡырына алып барып һала. Һала ла ары атлай. Һәр нимәнең үҙ мәле, әүәле тирә-яҡҡа таштарҙы күп атты, хәҙер уларҙы йыйып тәртипкә килтерергә ваҡыт.Тәҙрәнән уны ауылда-штары ҡарап оҙаталар төҫлө.
Мәсет әллә ҡайҙан балҡып күренеп үҙенә саҡырып тора. Манараны ҡайһылай ҙа бейек, елле итеп эшләгәндәр, ә ярым ай байып барған ҡояш нурҙарында саф көм-өштәй балҡый. Тимер бағаналар ултыртып кәртәләп алынған ишек алдына таш плитәләрҙән һуҡмаҡ та һалғандар икән, тик теге аҡ ташты тағы ла ҡуҙғата алмағ-андарҙыр ул тапҡыр кәртәләп, сәскәләр ултыртылып ярым түңәрәккә алынған. Суйыр хәҙер үткән-һүткәндең салғыйынан тартып аҙапламаҫ, ни тиһәң дә ул мат-урлыҡ менән ҡайылған, сәскә йәменә күмелгән. Бер яҡ ҡырҙараҡ торған иҫке мәс-етте лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағандар, уның нигеҙен һылап-аҡлап, ҡыйығын, стенаһын тимер ҡалай менән көпләп ебәргәндәр, уратаһы семәрләнгән ишеккә лә инеп-сығып йөрөһөндәр өсөндөр инде, йоҙаҡ эленмәгән. Шуғалыр ике мәсет тә береһе икенсеһен тулыландырып күренә. Ултырып ял итергә ҡулай булһын өсөн-дөр ишек алдына ултырғыстар эшләп ҡуйғандар. Ғәҙәте буйынса ултырғысҡа түг-ел, тәпәш кәртәне ашатлап үтеп аҡ ташҡа осаһын терәне. Ер ҡуйынынан килгән һалҡынлыҡ тағы ла тәненә күсте. Китсе, көндәр буйы ҡояш аҫтында ятҡан таш йылынмаһын сәле. Башын ҡалҡытып юғарыға һирпелде. Манараның оло юлға, ауыл яғына ҡараған тапҡырына, бейеккә, йәшел менән буялған дүрткел таҡта киҫ-әгенә аҡ хәрефтәр менән “Лира” тигән яҙыу элгәндәр. “Әҙәм хәтере үтә ҡыҫҡарҙы шул, ата улын, әсә ҡыҙын танымаған бола заман килде… ” Әсенеп шулай уйланды. Сырхап ятҡанында уның күп нимәгә ҡарашы, мөнәсәбәте үҙгәрҙе. Үҙгәрҙе, тик һу-ңлап, бик һуңлап. Әгәр мөмкинлек булып яңынан йәшәй башлаһа ул бөтөнләй икенсе тормош йүнәлешенән китер ине, әҙәмсәрәк, кешесәрәк көн итер ине һәр хәлдә. Мөмкин түгел, кешегә ғүмер тигәнең тик бер тапҡыр ғына бирелә шул. Уны нисегерәк итеп йәшәү һәр кемдең шәхсән мәйелендә: кемдер яҡшы һүҙ, аҡ эҙ ҡа-лдыра, кемдер гөнаһлы хәтер. Иҫке мәсеткә күҙ атып ҡуйыу менән генә сикләнде, әгәр эсенә инһә теге саҡ ҡылған гөнаһы күҙ алдына килеп баҫыр ҙа зиһенен тома-лар ине. Ҡылт итеп иҫенә килеп төштө, мәсет клуб хеҙмәтен үтәгәндә уға һис ҡас-ан бысраҡ-әшәкелек яғылманы. Алтын-көмөшкә лә тупраҡ һылашып бармаған кеүек ул да, аҡ таш та, моғайын да үҙҙәрен-үҙҙәре таҙартыу ҡөҙрәтенә эйә булған-дарҙыр.
- Әссәләмәғәләйкүм, Иштуған Ишмөхәмәтович?
Башын ҡалҡытты. Эргәһенә элекке мәктәп директоры, партия бар саҡта бүлексә парторгы булып йөрөгән Дәүләтша килеп баҫҡан икән. Ул ҡайҙалыр барып дини белемен камиллаштырып ҡайтты ла Хәмзәгә наҙан йәрлеген тағып, дини ғәмәл-дәр үткәреүҙән ситләтеп әле мәхәллә муллаһы вазифаһын башҡара. Бына бит, өл-өшөнә ымһынғандарҙы тамаҡлап, замана ағымына тиҙ яраҡлаша беләләр, ҡайһы берәүҙәр.
- Вәғәләйкүмәссәләм!
- Хәлдәрегеҙ нисек?
- Түҙерлек.
- Шөкөр, тиң!
- Түҙерлек, тинем дә баһа! - Теләкһеҙ генә һонолған ҡулды ҡыҫты.
- Мәсетте асыу тантанаһына килә алманың. Ҡорбан байрамына Һиҙиәтуллин иптәш, диниә назаратынан вәкил, район башлығы килгәйнеләр. Көткәйнек. - Мулланың быжыр, битараф йөҙөндә үкенес билдәһе сағылманы.
- Сырхап ятылды. Бөгөн генә аяҡҡа баҫтым әле. Исем дә ҡушып ташлағанһығыҙ икән. - Манаралағы яҙыуға ымланы.
- Ауыл сходы шулай хәл итте. Ғәжәпләнмә, ағай, бөгөн аҡсаң ғына булһын, ул тылсымлы асҡыстай бөтәһен ыңғай хәл итә.
- Ә үҙең һуң, мәсеткә исем ҡушыуҙы нисегерәк ҡабул иттең?
- Миңә ни… Ысынында иһә был ҡашлаҡты ауылдағы һәр кем Аҡташ түңе ти, хәҙер мәсетте лә шул исем менән атап йөрөтә башланылар. Был ғәҙел дә дөрөҫ тә.
- Мин дә һинең менән килешәм. Киләләрме һуң?
- Бармаҡ менән генә һанарлыҡтар. Етмеш йылдан ашыу Аллаһыҙ йәшәгәндән һуң дингә йөҙ менән боролоу еңел бирелмәй.
- Һин дә элек Алла юҡ, тип тәҡрарлай инең шикелле?
- Ни ҡылмаҡ, элек көнитмеш икенсерәк ине шул, юғарынан ебәрелгән бо-
йороҡтарға буйһонорға мәжбүр инек. Мәгәр күңелемдә гел Алланы ғына йөрөт-төм, уға ғына ышандым һәм табындым!
- Ышандырҙың, Дәүләтша! – Мыҫҡыллы йылмайып ҡуйҙы.
Битәрләүҙәргә күнгәндер был әҙәм, йөҙө сытырайманы, һәүетемсә, үҙ ағыш-
ында әңгәмәне дауам итте:
- Иртәгә йома намаҙына кил. Бер юлы һиңә рәхмәтебеҙҙе лә әйтербеҙ.
- Кәрәкмәҫ. Мине бит заманында Динһеҙ Иштуған, тип йөрөттөлөр. - Йөҙөн ризаһыҙ салшайтты.
– Үткәнде хәтерләмәйек инде ағай, хәтерләй китһәң… - Мулла башлаған-ын әйтеп бөтөрмәй манаралағы яҙыуға ҡарашын һирпте.
- Мәсеткә килгәндә уны бит Әлфәрит төҙөп бөтөрөп ҡуйҙы. Бында выж-
дандары таҙалар ғына йөрөргә хоҡуҡлы. Гөнаһлы була тороп үҙемде изгеләргә хисапламайым. Заманаға яраҡлаштырып йөҙөмдө лә үҙгәртә алмайым. Нисек бар шулаймын.
Әйтелгәндәрҙе күңеленә яҡын ҡабул иткән Дәүләтша бурҙаттай ҡыҙарынып китһә лә үпкәһен һиҙҙермәне:
– Үҙең ҡара улайһа. Инеп күргең киләме? - Кеҫәһенән асҡыс сығарып һон-до. - Ҡайтайым булмаһа. Ә һин ҡабаланмай һәммәһен ҡарап сыҡ. Асҡысты туп-һа аҫтындағы һауытҡа һалырһың. Әйткәндәй, ишеттеңме әле бер хәбәр?
- Ауырып ятҡанымды белә-күрә һорайһың тағы!
- Уныһы шулай, һин әле генә хәтергә алған Әлфәрит, ошо мәсетте төҙөтөп бөтөрөүгә күп көс һалған, аҡса сарыф иткән Әлфәрит яҡты донъяла юҡ бит хәҙер. Шундайыраҡ яңылыҡ ишетелде, ышанмаҫ та инең, уның дөрөҫлөгөн район хаким-иәте раҫлап райунканың битенә некролог та баҫтырғандар!
- Нисек инде юҡ?! Әлфәрит тиһеңме? – Ҡот осҡос хәбәр быуынын алғанға алға эйелеп тубыҡтарына таянды.
- Шул инде, шул, Лира мәрхүмәнең уллыҡҡа алған малайы!
- Һуң ул бит әле йәш!
- Хоҙай Тәғәлә йәш тип ҡарап тормай, маңлайҙарына фажиғә мөһөрө баҫылғандарҙы берәмләп сүпләй шулайтып.
- Машинаһында ауғанмы әллә? – Теге саҡ башын баҫып машинаһы яғына китеп барған арыған ирҙе хәтеренә төшөрҙө. – Хәҙер бит әҙәмдең үлеме шул тиме-рҙән!
- Иртәнсәк ҡалалағы подъезына саҡырып сығарып атып киткәндәр. Енәй-әтселәрҙе һаман да булһа таба алмайҙар икән. Үҙҙәренең араһында йөрөгәндәр-ҙер инде, ҡарға күҙен ҡарға суҡымай!
- Бар әле, ҡайт! – Хәйерһеҙ хәбәр сурытҡан мулланы янынан ҡыуҙы.
Дәүләтшаны күҙ яҙғансы ҡарап оҙатты ла ҡабаттан аҡ таш өҫтөнә барып улт-ырҙы. “Һе, бына исмаһам хәбәр… Теге саҡ, бурыстарымды ҡайтарырға ашығам, ти ине, тикмәгә булмаған… Бурыстарымды ҡайтарам, тип Әлфәрит тә тырышҡан булды, гөнаһымды юям, тип ул ҡырталашты, ә Тәңре бары тейеште, тейеш кешен-ән генә ҡабул итә, саҙаҡаһын да, рәхмәтен дә… ” Ауырлыҡ менән ҡалҡты ла яңы мәсет яғына ыңғайланы, асҡыс менән йоҙаҡты асты.
Эс яҡ еренә еткереп йыһазландырылған: иҙәндә йомшаҡ, затлы келәм, тәҙрә ҡо-рғандары ҡиммәтле аҡ ебәктән, бер яҡ ситтәге оргбыяланан эшләнгән журнал өҫт-әленә дини китаптар күргәҙмәһе һалынған, стеналарҙа ғәрәпсә яҙыуҙар күренә, ҡаршыла тәхеткә оҡшатып ағастан семәрләп эшләнгән, төҫһөҙ лак менән буялған мөнбәр. Мөнбәр янындағы ярым асыҡ ишек күҙенә салынды. Быныһы моғайын да манараға менә торған ерҙер. “Бөхтә урын, изге урын, таҙа, саф урын… Бындай мат-урлыҡты булдырыуҙары ай-һай… Ә мин ҡулымдан килмәҫтәйгә тотондом. Баш-ланым, тик уны тамамлай алмаҫ инем барыбер, Хоҙай Тәғәлә быға фатихаһын би-рмәҫ ине…”
Манараға сығып баҫты ла тирә-яҡҡа ҡарашын атты. Теге саҡ был ерҙән төнгө уттар ғына күренә ине, хәҙер яҡты күҙҙә һәммәһе асыҡ, ус төбөндәгеләй йәйрәгән. Ауыл һуңғы йылдарҙа кибә барған күл ише һиҙелеп үҙәгенә тартылды, мәктәп бу-лмағас йәштәр ситкә күсеп китә башланылар, һөҙөмтәлә буш торған хужалыҡтар бермә-бер ишәйҙе, элекке ферма урынында ярым емерек һарайҙар ҡалды, ырҙын табағының урынында кесерткән диңгеҙе тирбәлә. Ауылда хәҙер эш тә юҡ, аш та юҡ, тигәндәй. Элек ул эргә-тирәләге ауылдарҙы ғына ҡыҙыра ине, хәҙерге ир-ат һөргөнгә ҡыуылғандай Себергә китергә мәжбүр. Ғаиләһен ташлап, яҡындарын ҡалдырып, үҙ иректәре менән. Нигеҙҙәрҙең кәмеүе Имәнлекүлде ҡороуға килтерә. Имәнлекүл кеүек ауылдар бихисап. Яҙмыштары аяныслы, ай, ҡайһылай ҙа аяны-слы… Шулай ҙа төйәген ташларға теләмәгәндәр тереклек итергә тырышып ятҡан көнө. Остараҡ уларҙың өйө, аҫта Рәүефтәрҙеке. Ул йортта хәҙер бер кем дә йәшәм-әгәс ишек алдын кесерткән, тегәнәк баҫҡан, урам яҡтағы кәртә бағаналары сереп аушайған. Йорттар ҙа әҙәм балаһы һымаҡ ваҡыт үтеү менән ҡартаялар, туҙалар, хәтерҙән юйылалар икән ул… Бына Әлфәрит әсә хөкөмөндәге Лираның исемен мәңгеләштереү маҡсатында мәсеткә уның исемен биреп ҡуйҙы, бирҙе һәм оҙаҡ-ламай үҙе лә әхирәткә күсте. Манара башына исем яҙып ҡуйыу менән генә халыҡ уны ҡабул итерме икән? Икеле. Халыҡ хәтере әле заманалар боларып, үҙгәреп киткән хәлдә лә яҡшы менән яманды айырыр кимәлдә.
Тора биргәс ҡәтғи ҡарарға килеп манара кәртәһе аша ҡыйыҡҡа сыҡты ла исем яҙылған фанера киҫәгенә йәбешеп уны ҡуптарып алырға теләп тартҡылай башла-ны. Ныҡ ҡатылған нәмә урынынан ысҡынманы. Оҙаҡ мәшәҡәтләнде. Көсәнеп тар-тып тырыша торғас бер мөйөштө ҡумшытты, шунан икенсеһен, бер аҙҙан таҡта бер ҡаҙауға ғына эләгеп ҡалды. Хәҙер уны ысҡындырып алып түбәнгә ырғытаһы ғына ҡалды. Ике ҡуллап үрелде һәм… аяғы тайып китеп башта урынында бәүел-еп тора биргәс түбәнгә мәтәлде.
Гөлнәзирәһе эҙләп килгәндә фанера киҫәген ҡосаҡлаған Иштуған һуҡмаҡ ҡы-рындағы теге аҡ таш эргәһендә ята ине. Сикәһендәге яранан батмустай булып ҡан күләүеге йәйелгән. Иламаны ла, сарғаланманы ла Гөлнәзирә, бары ошондай фаж-иғәнең булырын алдан белеп, көтөп йөрөгән ҡиәфәттә иренең эргәһендә һерәйеп ҡатып ҡалды.
Иштуғанды иртәгеһен зыяраттағы теге ҡарағас таяҡ ҡатылған ергә йәнәшә ҡуйҙылар. Ерләү мәшәҡәттәре үтеү менән көтмәгәндә күк йөҙө асылып китеп ҡояш нурҙары тәүҙә алыҫтағы тау армыттарына ҡунды, шунан ауыл эргәһендәге түңгә төшөп бөгөнгө динһеҙ диндарҙар күҙгә лә элмәгән иҫке мәсетте, уға һыйынып ятҡан аҡ ташты яҡтыртып бөтә матурлығында балҡытып ебәрҙе.