АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
10 Февраль 2025, 05:15

Тапҡан бала түгел, баҡҡан әсәй. Хикәйә. Дауамы.

Ай тирәһе иҫәңгерәп йөрөнө Хәтимә. Төндәрен балаһы төшөнә инеп ыҙалатты. Һөт төшөп түше шешеп китте. Тамағына аш барманы, ятһа ла, торһа ла ҡыҙы уйынан сыҡманы. Үҙе ҡайтмай оҙаҡлағас, әсәһе килде хәл белергә. Килеп ингәс, башта үҙ балаһын үҙе таный алмай торҙо. Былай ҙа арыҡ Хәтимә ҡаҡ һөйәккә ҡалғайны.

Тапҡан әсә түгел,баҡҡан әсә
айһылыу
Ай тирәһе иҫәңгерәп йөрөнө Хәтимә. Төндәрен балаһы төшөнә инеп ыҙалатты. Һөт төшөп түше шешеп китте. Тамағына аш барманы, ятһа ла, торһа ла ҡыҙы уйынан сыҡманы. Үҙе ҡайтмай оҙаҡлағас, әсәһе килде хәл белергә. Килеп ингәс, башта үҙ балаһын үҙе таный алмай торҙо. Былай ҙа арыҡ Хәтимә ҡаҡ һөйәккә ҡалғайны. Түҙмәй Рауза ҡыҙынан:
- Ауырыйһыңмы әллә, ҡалай ябығып киткәнең? - тип һораны. Быға тиклем күҙ йәшен дә йәшереүсән Хәтимә шарылдап илап диванға ҡоланы. Раузаның йөрәге ҡупты:
- Атаҡ, балаҡайым, ни булды? Төҫ-башың да үҙеңдеке кеүек түгел, йөҙөң ҡасҡан, кеше ҡурҡытма әле, былай ҙа йөрәк өлпөлдәп тора. Һуңғы арала үҙеңде иҫерек икән тип әйләнгән һайын төшөмдә күрҙем. Атаңа һөйләгәйнем, ул ней, бар, барып хәлдәрен белеп ҡайт тип ебәрҙе. Берәй нәмә булғандыр тип һиҙендем шул. Йә, ярай әйт, әллә яман ауырыуға юлыҡтыңмы?
- Әсәй, мин Йәмиләне ташлап киттем.
- Атаҡ-атаҡ, ниндәй Йәмиләне, ҡайҙа ташлап киттең?
- Баламды, ҡыҙымды, Йәмиләмде ҡалдырҙым роддомда. Исемен Әминәгә оҡшаш булһын тип, Йәмилә тип үҙем ҡуштым.
- Ни эшләп? Ҡасан? - Рауза ултыра төштө. - Нимәгә ҡалдырҙың? Зәғиф инеме әллә? Беҙгә ни эшләп хат яҙманың? Ауырлы икәнеңде лә белмәнек бит.
- Марат әйтергә ҡушманы. Ул: “Бала тапмайһың, йә бала, йә мин”, - тине.
- Һин ирҙе һайланың инде. Теләмәгәс, ни эшләп уны тапҡансы йөрөнөң? Сразы абортҡа барып булмай инеме?
- Барҙым. Срогың ҙур, - тип алманылар.
- Хәҙер ул бала ҡайҙа? Ни эшләп беҙгә хәбәр итмәнең? Ҡуй инде, был хәтле лә булырың икән?! Кәңәшләшмәйенсә кеше бала ташлап китәме? Үҙебеҙгә алып ҡайтыр кәрәк ине. Берәүен көтәбеҙ бит, моғайын, шуның янына быныһын да һыйҙырыр инек. Әйтерһең, ҡара йәтим. Ҡайҙа ул бала? Әйт! Үҙем барып алам. Һин көтмәһәң, үҙебеҙ көтөрбөҙ.
- Роддомда, мин уға отказной яҙҙым, алмайым тинем.
- Һинең йөрәгең булмаһа, минеке бар, әйт адресын, такси саҡыртам, барып алам баланы, - тип ҡаңғырҙы Рауза.
Сыҙамаһа ла әсә, бөгөнгә һуңланым, тип туҡтап ҡалды. Иртән иртүк такси саҡыртып, әсәле-ҡыҙлы бала табыу йортона бергәләп барҙылар. Иң үкенесе - кисәге көн генә Йәмиләне бер ғаилә үҙҙәренә ҡыҙлыҡҡа алып ҡайтып киткән булып сыҡты. Башҡаса бер ниндәй мәғлүмәт бирелмәне уларға.
Хәтимәләргә ҡайтҡансы икәүләшеп ер-һыу иланылар. Рауза йәш аралаш:
- Шунан, кешегә нимә тип әйттегеҙ?
Күҙ йәшенә быуылған Хәтимә:
- Марат: “Етлекмәй тыуып үлде”, - тине.
- Ни эшләп әйтмәнең? Ниңә генә хәбәр итмәнең? Хат яҙһаң ни була аңлатып, биллаһи, шул баланы шунда ҡалдырмаҫ инем?! Ирең көтмәһә, үҙебеҙгә алып ҡайтһаң да, көтәр инек.Үҙеңә лә, беҙгә лә ғүмерлек хәсрәт. Бала көтмәгән ир менән ней тип йәшәмәк булаң? Күптән Әминәне балаға һанамай. Үҙ балаһын ҡалдыртҡан ирҙән ни өмөт көтмәк кәрәк? Ояты, ғәрлеге ни тора? Йөрәге юҡтыр ул иреңдең? Ҡуйсы, ул бала һеҙгә бер бесәй балаһы инеме ташлап китергә? Исмаһам, үҙебеҙгә хәбәр итмәгәнең бит. Был хәтле гонаһҡа батып, ҡаҡ һөйәккә ҡалып тормаҫ инең. Мир бөтмәһә, ир бөтөр, тинеңме? Аниһә* иреңде ташлап, балаңды үҙебеҙгә алып ҡайтып китһәңсе?! Ни хәтле ҡаты булһа ла, атаңдың йөрәге таш түгел, аңлар инек, хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итер инек. Әллә ниндәй бала булдың, ҡуйсы ла инде, Хәтимә. Булыр, булыр ҙа, һинең һымаҡ кеше булмаҫ. Ғүмерлеккә, балам, үҙеңә лә, беҙҙең йөҙгә лә серкәү* һалғаның, әйтәгүр. Хоҙайым, сабырлыҡтар ғына бир. Етмәһә, ете айлыҡ ҡына булып тыуған бит әле, балаҡай. Яҡшы ғына ҡулдарға эләгеп ҡәҙерле бала ғына булып үҫһен инде, йөрәккәйем, - тип һамаҡлап иланы Рауза. Ябығыуҙан кейгән кейемдәре һәленеп төшөп, шөрлөк ҡошап торған Хәтимәһенә лә эсе янды, ни тип йыуатырға ла белмәне.

***
Тәҡдиреңә ни ҡушҡанын бер Хоҙай үҙе генә белә. Үҙ-үҙеңде ғазапҡа һалыуҙан да ҡыйыны юҡтыр. Хәтимәнең дә үкенеүҙәр өттө йөрәген. Көндөҙ эшенә әүрәй, төндәрен һаташып йоҡлай алмай бер булды. Тик Маратҡа ғына бер нисек тә тәьҫир итмәне был ғазап менән күҙ йәштәре.
- Шыңшыма, башҡа бала таба алмаҫмын тейһеңме әллә? Табырһың, теләһәң унды ла таба алаһың, тик әле беҙгә бала кәрәкмәй. Мин әле һинең үҙеңде саҡ аҫырайым, ике башығыҙҙы нисек ҡарарға тейеш? Һин үҙеңдең копейка аҡсаңа иҫәп тотаһыңмы? Минең атай ҙа әндрәй ҡаҙнаһы түгел. Әле бит квартираһын да алып бирҙе. Машинаны ла шуның ярҙамы менән алдым.
Аҡсаһын да үҙе тота Марат. Хәтимә бик кәрәк булғанда ғына һорап ала. Әлдә үҙенең эше бар. Ул хәтлем аҡсаһы күп булмаһа ла, үҙен ҡарарға етә.
Балаһын ҡалдырып ҡайтыуға ай үткәс тә эшенә сыҡты. Эштән ваҡытында ҡайтам тип ынтылманы хәҙер. Бында әҙ булһа ла кеше араһында ҡайнайым тип, кеше аҙағына ҡалып ҡайта башланы. Арыу ғына ара өйгә тиклем. Элек автобус көтә лә тора торғайны. Хәҙер йәйәү ҡайта. Егерме-утыҙ минутлыҡ ара. Үҙ-үҙең менән серләшеп бөтөүгә ҡайтып етәһең. Быға тиклем ваҡытында ҡайтырға ҡушҡан ире һуңғы арала үҙе лә эштән һуңлап ҡайта башланы. Тәртибен, үҙ-үҙен тотошон аңлай алманы Хәтимә. Йә бик һуң ҡайта, йә Хәтимә ҡайтҡанда ҡайтып йоҡлап ятҡан була. Азат дуҫы ла Хәтимәләргә йышланы. Подъезда торалар көнө буйы, йә ҡайҙалыр барып киләләр. Йәмиләне тапҡансы ла килә торғайны Азат. Үҙенең хәстәре менән, бәлки, Хәтимә иғтибар ҙа биреп бөтмәгәндер. Тағы етмәһә, үҙҙәренә Мараттан күпкә олораҡ ҡара кепкалы ирҙең килеүенә лә шикләнә. Кисә, аптырап, кем ул, тип һорағайны:
- Не твое дело! Не лезь куда не надо! - тип кенә ебәрҙе. Артығын төпсөнөргә лә иҫәбе юҡ ине бисәһенең. Үҙ хәсрәте баштан ашҡан. Торһа - ятһа башына бер генә уй ҡаҙала.
Шикләнеүе бушҡа булмаған шул Хәтимәнең. Иртәгәһенә эштән ҡайтыуына өй янында уны полиция машинаһы ҡаршы алды. Подъезға инеп барғанда, машинанан ике полиция формаһындағы кеше туҡтатты.
- Иптәш гражданка, һеҙ Мансурова Хәтимә булаһығыҙмы?
- Эйе. Мин булам.
- Был кеше һеҙгә кем була? - тип Мараттың фотоһын күрһәтте.
- Был минең ирем. Берәй нәмә булғанмы әллә? Ҡайҙа ул?
- Һеҙҙең ирегеҙ ҙур тиҙлектә килеп алтмыш йәшлек ҡатынды бәрҙергән. Ҡатын алған яраларынан шунда уҡ йән биргән. Ирегеҙ фажиғә урынынан ҡасып маташҡан. Тик беҙ уның эҙенә тиҙ төштөк. Әле ул полицияла. Һорау алалар. Тағы ла һеҙ ирегеҙҙең наркотик ҡулланғанын белә инегеҙме?
- Нимә? Кем? Юҡсы. Әллә наркотик ҡулланғанмы?
- Эйе. Ҡулланып ҡына ҡалмаған, һатырға ла булышҡан тигән версия бар. Шуға хәҙер өйөгөҙҙә тентеү эшләргә тейешбеҙ, наркотик булыуы ихтимал. Әйҙәгеҙ, өйөгөҙҙө асығыҙ.
Хәтимә ни эшләргә лә белмәне. Ысын хәлме был? Һуңғы арала үҙ-үҙен тотошо, ҡапыл ғына ҡыҙып китеп, ҡапыл һүнеүенә иғтибар иткәйне ул. Әллә ул да бала өсөн ҡайғырамы икән, тип тә аптырап ҡуйғайны. Бына нисек икән! Әллә шул Азат менән икәүһенең эшеме? Ҡара кепкалы кешенән дә шикләнгәйне бит ул.
Өйҙөң ишеген асыуҙан башҡа сара юҡ ине Хәтимәгә. Наркотик табылыуға табылманы өйҙән, әммә ваннаның аҫтынан бик күп шприцтар, мамыҡтар килеп сыҡты. Пүнәтәйҙәр индереп, протокол төҙөп, имза ҡуйҙыртҡандан һуң Хәтимәнең ҡолауҙан башҡа хәле ҡалмағайны. Улар сығып китеү менән диванға ҡапланды. Әммә, ни эшләптер, илағыһы килмәне.

***
Хәтимәнең ире наркотик һатыуҙа ғәйепләнде. Атаһының Маратҡа йүгереп йөрөп адвокат яллауы ярҙам итмәне. Суд булды. Маратҡа ун йыл бирҙеләр. Ирен төрмәгә алып китәһе көндө Хәтимә күреп ҡалырға тип янына барҙы. Әммә этеп-төртөп алып сығып килгән Маратҡа Хәтимәгә күтәрелеп ҡарарға ла форсат бирмәнеләр. Атаһы күҙ йәштәрен һөртөп ҡарап ҡалһа, Хәтимә үҙ-үҙен көсләп тә илай алманы. Әллә илай-илай күҙ йәштәре ҡороған? Иң арттан сыҡҡан полицейский:
- Бына был записканы һеҙгә бирергә ҡушты тотҡон, - тип бер ҡағыҙ киҫәге тотторҙо. Ул да булһа тәмәке ҡағыҙы ине. Машина ҡуҙғалғас, Мараттың атаһы:
- Ҡайтаһыңмы, әйҙә машинаға ултыр, - тигәйне лә, риза булманы.
Әллә Хәтимәнең үҙенең һалҡынлығы, әллә атай кешенең үҙ балаһын ғына айырып ҡарауы булдымы - улар бер-береһенә яҡынлашып китә алманы. Мараттың ошо юлға баҫыуында атаһының да ғәйебе бар. Бәләкәйҙән эшкә өйрәтмәгән. Әсәһенә ҡаршы тәрбиәләгән. Марат гел генә әсәһен яратмай һөйләне. Эшкә лә бик ашҡынып барманы. Таксист булып эшләп ҡараған булды. Эш ярата торған бәндә түгел ине. Рәхәт, нисә һораһа ла атаһы аҡса таба. Машина, квартира ла атай аҡсаһына. Атай малы йәл дә түгел.
Мараттың атаһы машинаға ултырып ҡуҙғалып китеү менән, Хәтимә ҡулындағы ҡағыҙ киҫәгендәге яҙыуға күҙ һалды. Унда ни бары ике һөйләм:
- Мине көтмә! Йәшәргә урын тапмаһаң, пока квартирала йәшә. Мин батяға әйткәнмен. Ул риза.
Рауза апай Хәтимәнең ире төрмәгә ултыртылыуы тураһында хәбәр алғас та түҙмәне, килеп етте.
- Ике лә уйламайһың, ҡайтаһың. Ана, элеккке эшләгән ереңә барырһың. Эш боҙоп, ҡыуылып китмәнең әле, моғайын, алырҙар. Йә, икенсе эш табырһың. Атайың алып ҡайт тип ебәрҙе. Әллә ниндәй связдары барҙыр әле Маратыңдың. Килерҙәр, йә үҙеңде бер нәмә итерҙәр. Уңмаған юлды ҡыума тип белмәй әйтмәгәндәрҙер, балаңа ла яҡын булырһың. Йәмилә тигәнеңсә аниһә Әминәңде ҡара. Күптән ташлап киткәнең бит инде. Яҡшы ҡулдарға эләгеп, яҡшы ғына үҫһен, бәхетле булһын. Башта уйлайҙар аны, ә һин беҙгә лә хәбәр итмәй, иреңде тыңлағаның. Билдәле инде, ундай юлда йөрөгән кешегә бала кәрәкмәгәне. Күпме тора алырмын тейең кеше өйөндә, пропискаң да юҡ, хәҙер ҡыуа башлар атаһы. Яҡшы саҡта, үҙең асҡысын ҡулына биреп, сығып кит. Ҡайтаһың районға, баш һау булһа, табылыр эше лә, - тип ҡаты ҡуйҙы Рауза ҡыҙына. Бисара Хәтимәгә әсәһен тыңлауҙан башҡа сара ҡалмағайны. Эшенән сығып, квартираның асҡысын тапшырҙы ла, ауылға ҡайтып китте.

Тәүге ире Ризаға кейәүгә сыҡҡансы мәғәриф бүлегендә бухгалтер булып эшләп киткәйне. Коллектив та һәйбәт ине, тик унда ятаҡтан йәшәргә урын алыуы ҡыйын. Шуға унда барғыһы килмәне, ауыл хужалығы идараһына бирҙе ғаризаһын, унда торлаҡ мәсьәләһе еңелерәк. Бәхетенә, декретҡа киткән ҡатындың урынына кеше эҙләйҙәр икән. Иртәгәһенә үк эшкә сыҡты. Фатир тапҡансы аҙналай ваҡыт йөрөп эшләне. Ваҡыт үҙе дауа. Ата-әсәһе, ҡыҙы янында Хәтимә әкренләп үҙ асылына ҡайтты. Баш баҫып эшкә кереште. Эшләүенә ике ай тигәндә ятаҡтан бүлмә алды. Инде утыҙҙы үткән йәш ҡатын, үҙенә тәғәйен мөйөшөн алғас, был юлы шатлығынан балауыҙ һыҡты. Атаһы менән әсәһе ауылдан кәрәк-ярағын тейәп килде. Тәҙрәләргә матур шаршау ҡуйып, өҫтәленә биҙәкле япманы ла йәйгәс, йәтеш кенә бүлмәгә ҡот инде. Әминәгә тип койка алып ултыртһа ла, ҡыҙ бында килеп йәшәүҙән ҡырҡа баш тартты. Әле ҡартатаһын, әле Рауза әсәһен ҡосаҡлаған бала күҙ йәштәре менән:
- Мин һеҙҙең менән йәшәйем. Мине бер ҡайҙа ла ебәрмәгеҙ, әсәй, мин һинең менән йәшәйем, Хәтимә апайға бармайым, - тип аҙарынып илаған баланы Рауза ҡосағына алып үҙе лә, Хәтимә лә ҡушылып иланы. Барманы Әминә әсәһенең янына. Хәтимә үҙе мөмкин тиклем йышыраҡ ҡайтты ауылға. Балаһының өҫтөнә кейем-һалым алып бирҙе. Каникулға ағаһының балалары менән Әминәне ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Тора-бара ҡыҙ әсәһенә ылығып яҡынайҙы, әммә “әсәй” тип әйтмәне, ”апай”ҙан һалдырҙы. Ун йәшенә ҡолағын тиштереп, алтын алҡа һатып алып бирҙе.
Әкренләп Хәтимәнең үҙенең дә төҫө-башы арыуланды. Ит ҡунды. Йәш кеше ней, саҡ ҡына үҙен баҡһа, балҡый ҙа китә бит инде. Үҙенең дә өҫтөн бөтәйтте. Әсәһенең илле йәшенә матурҙан пальто алып бирҙе. Рәхмәтле ул ата-әсәһенә. Ниндәй хәлдә лә уны яҙмыш еленә ташламайҙар, әле булһа бала итеп ҡарайҙар. Ҡалған ғүмерҙәренә ҡайғы-хәсрәт яҙмаһын. Улар булмаһа ни эшләр инем, тип уфтана ла Хәтимә ирекһеҙҙән, ташлап киткән Йәмиләһен уйлап, йөрәге һыҡрай.
-Уны ла шулай наҙлап, яҙмыштың әсе елдәре бәргеләгәндә ҡосағына алып йыуатыр, ҡурсалар кешеһе булырмы? Эй, бала. Уны бит үҙ әсәһе беренсе көндән үк яҙмыш ҡосағына ташлап ҡасты. Яттар уны ҡурсалармы, яҡлармы, һаҡлармы? Эй, Аллам, бер үк бәхетле итә күр баламды. Минең хатам менән ғүмере буйы ташландыҡ бала булып йәшәмәһен берүк. Ҡәҙерле, һөйөклө бала ғына булып үҫһен, - тип иңрәй шул әсә йөрәге.
Ипкә-һапҡа килеп килеп йәшәп ятҡанда Хәтимәнең тормошонда өсөнсө кеше пәйҙә булды. Класташ ҡыҙының утыҙ биш йәшлек юбилейына барғанда уның иренең дуҫы Фәрит менән танышты. Дөрөҫөрәге, таныштырҙылар. Башта телгә бөткән Фәритте бик өнәп тә етмәгәйне Хәтимә. Насибымы, яҙмышмылыр инде - белеп булмай.
Фәрит күрше райондыҡы. Тәүге ҡатыны мәрхүм булған. Бер малайы ҡалған. Икенсегә өйләнгән, әммә тора алмаған, айрылышҡандар. Әле малайын үҙе көтә. Фермерлыҡ эше менән шөғөлләнә. Яңы ҡырҡты уҙған ҡарағайҙай ир.
Рауза апайҙың йәш кенә көйө ҡыҙының уңмай, яңғыҙ йәшәүенә эскенәһе ҡайыша ине.
- Әле бит парлап, теттереп донъя көтөрҙәй сағы. Аҙып-туҙып, исемен сығарып та йөрөгәне юҡ. Юҡ шул, уңмағас, уңманы инде, әллә бер аҡыллы ғына бәндә осрамаҫ микән? - тип өмөтләнде.
Фәрит, ай тирәһе осрашып, күрешеп йөрөгәндән һуң, яңы һатып алған өр-яңы машинаһында Хәтимәне һорарға Ҡурғаштыға килде. Ата-әсә ошоға тиклем ҡыҙҙары һайлаған кешегә ҡаршы килмәне. Был юлы ла шулай булды. Ауыҙын йыраһынан ҡутара күстәнәс тә тейәп килгән Фәрит. Тел тиһәң, шартлап тора. Төҫө-башы бар. Риза булды ата менән әсә.

***
Унға бар, уңғансы бар тигәндәй, Хәтимәне яҙмыш тағы ир ҡулына тотторҙо. Фәрит Хәтимәнең беренсе ире Риза икәнен, унан тыуған ҡыҙы Әминә барлығын белһә лә, ҡатын уға икенсе ире Марат, ташлап киткән ҡыҙы Йәмилә тураһында ләм-мим өндәшмәне. Рауза апай, аңғарт, әйт, кешенән ишетмәһен, үҙеңдән белһен, тиһә лә, һөйләргә яйын тапманы. Икәү арала асылмаған сер булып һаҡлана килде. Шулай ҙа Хәтимәнең күңелен гел хәүеф һағаланы. Бына-бына Фәрит ҡайтып инер ҙә ошо сер тураһында һүҙ башлар кеүек тойолдо. Әллә күпме уҡталғаны булды ла һуң Хәтимәнең Марат тураһында Фәриткә һөйләргә, юҡ, сыҡманы яйы. Нимәлер тота килде. Юғиһә, ауыҙ асып нисә ынтылды. Әллә Фәриттең яндырайлығы өркөттө. Эйе, ҡапыл ғына ҡыҙып китә торған холҡо бар иренең. Ярай, Хәтимә өнһөҙ. Ҡул күтәреүгә тиклем барып етмәһә лә, үҙәккә үтерлек ҡаты һүҙҙәре елеккә үтә. Хәҙер инде, тота килеп, ҡайтып китер йәштән үткән бит. Балаһы бар. Малайы өсөн Фәрит йәнен бирергә әҙер. Икәү араны бәйләп торған уртаҡ бала Урал. Исмаһам, был балам атайлы, әсәйле булһын тип, йәнтәслим тырышып донъя көтөргә маташа. Инде ҡалайтаһың, ирҙән-иргә йөрөү ҙә һөнәр түгел. Ауырлығын бирһә, Хоҙай Тәғәлә сабырлығын да ҡушып бирә икән. Әлдә Хәтимәнең холҡо сарға* түгел. Яр һалып, эсендәген тышҡа сәсеп йөрөмәй. Эсендә ут янһа ла, һерелеге менән, өндәшмәй йота белә. Шулай, йәшәйем тиһәң, тормош үҙенән үҙе күҙленән күҙһеҙ, ҡолаҡлынан һаңғырау, телле көйө телһеҙ итә икән. Хәтимәнең дә ни булһа ла һыйып, йәшәйем тиеүе. Икенсегә алған ҡатыны ай ҙа тормаған. ”Мин һиңә ялсы түгел”, - тип ҡайтып киткән. Кире килмәгән, Фәрит тә артынан барып йонсомаған. Бик ялынып, баш эйә торған ғәҙәте юҡ шул.
Етмәһә, иренең үҙ һүҙле, тотҡан ерҙән һындыра торған ғәҙәте лә бар. Хәтимә лә шунан ҡурҡты. Йә ҡыуыр ҙа ҡайтарыр. Барып алмаҫ, килһә, индермәй ҡуйыр. Бала менән тағы ҡайҙа бараһың?

Килеп йәшәй башлағас, өлкән улы Ришат менән уртаҡ тел таба алмай ыҙаланы. Хәтимә үҙе лә бит һалҡын. Ришат та яңғыҙ, атаһына ғына өйрәнгән. Кем белә, бәлки, атаһын да ҡыҙғанғандыр. Әсәһенән дә бәләкәй - биш йәшендә генә ҡалған. Хәтимә килгәндә алтынсыла уҡый ине.
Ярай әле Уралын тапты. Шул бала тыуғас ҡына, Хәтимәгә һүҙ ҡушып, ылығып китте. Ришат атаһы кеүек һүҙсән түгел. Кәүҙәһе, төҫ-ҡиәфәте хас Фәриттең үҙе инде. Тәүге бисәһе бөтәһен дә эстән бөтөрә торған, аҡыллы бисә ине, тип ишеткеләне Хәтимә. Холҡо әсәһенекелер, артыҡ-боҫтоҡто һөйләп бармай, онотҡанда бер генә һүҙ ҡуша.
Фәрит ҡул аҫтында эшләгән кешеләренә лә ҡаты. Аңлашып, кисереп тормай - уныңса булмай икән, шартлата һуғып ҡыуа ла ҡайтара. Шуға эшселәре йыш алмашына. Хәҙер ауылдыҡылар бик килмәй. Күрше тирә-яҡтан эҙләп алып ҡуша эшкә. Үҙенең дә әрһеҙлеге бар инде, урынды буш тотмай. Кешеләрен табып ҡына тора.
Хәтимәне килгәс тә ауыл советына бухгалтер итеп эшкә саҡырғайнылар, Фәрит ебәрмәне. Үҙе көн-төн эштә. Ҙур донъяны ҡарау, килеп киткәнде ашатыу, эшселәренә күҙ-ҡолаҡ булыу Хәтимәнең иңенә төштө. Башта ныҡ ҡыйын булды өйрәнеп китеүе.
Инде хәҙер Турат ауылында Фәрит менән йәшәүенә лә ун йылдан ашты. Шулай булмай, Уралға һигеҙ тулып туғыҙынсы йәш менән китте. Фәрит ауылда берҙән-бер аяғында ныҡлы баҫып торған фермер. Хужалығында биш тиҫтәләп һыйыр малы, өс тиҫтәләп йылҡы малы аҫырай. Бер нисә гектар ерендә иген дә сәсә. Ҡул аҫтындағы эшселәре миҙгеле менән йә күбәйә, әҙәйеп киткән сағы ла булғылай.
Ныҡ аҡса ярата Фәрит. Тине сыҡһа - йәне сыға. Хәтимәгә лә артығын тоттормай. Алай ҙа ғына быйыл ауыл советында эшләгән ҡатын ҡырға күсеп китте. Кеше тапмай, әйҙә килделәр Хәтимәгә. Бер булдылар эшкә саҡырып. Әсәһе Раузаның хәл белергә тип килгән сағы ине:
- Балаң ҙурайған, инде уҡырға барҙы. Һаман ялсы булып өйҙә ултырмаҡ булаңмы? Һорап алған һәр тинеңә отчет биреп. Аниһә үҙең эшләгән үҙеңдеке була. Беҙгә килер булһаң, килергә генә етәрлек бирә аҡсаһын, ҡайтыуыңа һаман мин түләп ҡайтарам. Ҡырҡһаң ҡаны сыҡҡыһыҙ, улай тормош буламы? Ана, атаң нисә һум пенсия алғанын да белмәй, подписын ҡуя ла: “Ҡалғаны һиңә, әбей”, - тей ҙә ҡуя. Саҡыралар икән, сыҡ эшкә. Өйгә кеше кәрәк икән, алһын хеҙмәтсе, етәр, һаман баш баҫып һиңә ялсы булып йөрөргә тимәгәндер әле. Белеп алды һинең һапһыҙ ҡара балта икәнеңде. Ысын, бер яҡҡа йөрөй алмайһың, бәйле эт ҡошап. Беҙҙең райүҙәккә күсеп килгәнгә ни заман? Сәғәт ярымлыҡ юл һиңә. Килеп хәл белеп китергә лә ваҡытың да, аҡсаң да юҡ. Ярай, Әминәң ҙурайҙы. Күберәк ике арала ул йөрөгән була. Ныҡ һөйләш ирең менән, өшәләнеп, күҙең шәмәреп тормаһын.
Тормош бәргеләгән һайын кеше нығынамы икән, артығын һөйләп, инәлеп -ялбарып торманы иренә Хәтимә.
- Эшкә саҡырҙылар, мин эшкә сығам, - тип әйтеүе генә булды, Фәрит яндырайланып ҡыҙып китте.
- Өйҙәге эш етмәйме һиңә? Тамағың асмы? Әллә туйып һикерәһеңме?
- Һинең һәр тинеңә отчет биреп ултырыу туйҙырҙы мине. Үҙем эшләп тапҡым килә аҡса. Һинекенә бит һәр тинеңә отчет бирергә кәрәк. Шулай түгелме ни?
- Әйҙә, эшлә улай булғас, көрәп алырһың инде аҡсаны, һанап бөтә алмай йонсорһоң микән?
- Миңә күп кәрәкмәй. Нәфселе, ҡомһоҙ кеше түгел мин. Ваҡ-төйәк тотонорлоҡ биргәндәренә лә ризамын. Үҙемдеке үҙемдеке булыр әле, - тине лә Хәтимә, артыҡ сурытмай, биҙрәһен тотоп, һыйыр һауырға сығып китте.
Иртәгәһенә үк эшкә сыҡты. Бына инде йылдан ашыу ауыл советында бухгалтер. Еңел түгел эше. Шулай ҙа зарланмай Хәтимә. Үҙең эшләп тапҡанға ни етә? Шөкөр, эшкә сығып ҡулына аҡса тотҡаны бирле ата-әсәһенә йышыраҡ йөрөй башланы. Әминә лә медицина колледжын уҡып бөтөп килә. Бик йыш булмаһа ла, әсә ҡыҙының янына барып, ҡулына аҡса тоттороп китә. Әсәһе менән атаһы ҡалаға күсеп килгәс, бөтә нәмәне һатып алалар, гел генә уларға ҡарап тороп булмай. Рәйлә апаһының үҙенең өс балаһы. Үлгән ағаһы менән еңгәһенең балаларын да көтөп, ир еткерҙеләр. Малайҙары өйләнеп, Себер тарафтарында йәшәй. Ҡыҙы былтыр Өфө ҡалаһына кейәүгә сыҡты.


***
Бисәһе эшкә сыҡҡас та бер түгел, ике ҡатынды эшкә алды Фәрит. Береһе һыйыр һауа, икенсеһе эшселәргә икмәк бешерә. Бик яман, өндәшмәй генә вәғәҙә иткән эш хаҡын түләп тора ҡатындарға.
Һуңғы йылдарҙа үҙе күбеһенсә юлда тиерлек. Уныһын-мыныһын хәстәрләп йыш ҡына оҙон юлға ла сыға. Армиянан ҡайтҡан Ришат хужалыҡта атаһы өйҙә юҡта тулы хоҡуҡлы хужа. Бала сағынан атаһы менән йөрөп эштең асылына төшөп бөткән. Атаһы уны армиянан күҙ ҙә ҡаш тигәндәй көтөп алды. Хужалыҡты алып барғанда ышаныслы терәгең булыу кәрәк. Шунһыҙ булмай. Фәрит хатта Хәтимәгә сисмәгән серен Ришаты менән уртаға һалып һөйләшә. Әле, малайы өйләнә ҡалһа тип, бура йүнләп йөрөй. Улына заманса матур итеп өй төҙөп бирергә хыяллана. Был арала ғына өйләнергә иҫәбе юҡ та һымаҡ, кем белә инде хәҙерге йәштәрҙе. Үткән йыл иномарка алып биреп ҡыуандырҙы. Фәрит малайҙарынан аҡса йәлләмәй. Уралына ла әле быныһын, әле тегенеһен алып ҡайта. Бала сағында ниндәй ят уйынсыҡ күрә - шуны тотоп ҡайта торғайны. Таба белә Фәрит. Таба ла белә, ҡаба ла белә. Әммә иҫәпте лә ярата.

***
Әле Рауза апай менән Хисам ағай икеһе лә пенсияла. Балаларына иҫәнлек-һаулыҡ, ғүмер, тәүфиҡ теләп йәшәп ятҡан көндәре. Хисам ағай күҙгә күренеп олоғайҙы. Рауза апай ҙа, йәш саҡтағы етеҙлеген ташламаһа ла, ололар төҫө ингән йөҙөнә. Һуңғы йылдары һыҙлана. Күргәне лә етерлек инде.
Рәйләнең ҡыҙҙары ла, үҙе лә, ураған һайын килеп, атаһы менән әсәһенең хәлен белеп торалар. Рәйлә кейәүҙән уңды. Ҡайным, ҡәйнәм тип өҙөлөп тора ире. Рәйләһен дә өрмәгән ергә ултыртмай. Ҡыҙҙары “атай” тип йығылалар. Рауза әбей ҡыуанып:
- Хоҙайыма рәхмәт, бер кейәүем бар мең кейәүгә торошло, һеҙҙән айырмаһын, - тип килгән һайын арҡаһынан һөйөп яратып ала.
Быйыл көҙ Хәтимәнең ҡыҙы Әминәгә никах уҡыттылар. Әле туйҙары булмаған. Йәй үткәрербеҙ тип торалар, Алла бирһә. Ары-бире, туй була ҡалһа тип, әле Хәтимәнең аҡсаһын ҡыҫып йыйынтаҡлаған сағы. Туйға аҡса һалам тип битенең һыуын биш түгеп һоранып ултырмаҫ иренән. Үҙе теләһә ни эшләһен. Отпуск аҡсаһын да, Әминәнең туйына булыр тип һалып ҡуйған.
Әле бына йәһәтләп, отчетын биреп бөтөп, кәңәшкә әсәһенә барып килергә уйлап йөрөй ине. Бер туҡтауһыҙ тартҡан һул күҙе бушҡа булмаған икән. Тиҙерәк Фәрит ҡайтҡансы әсәләренә саҡырып, адрестарын әйтеп ҡалыр кәрәк. Әлегә белмәгәс, ире, белмәй торһон. Кем белә, бәлки, был күрешеү һуңғы күрешеү булыр. Йәмиләһе әллә ғәфү итә, әллә юҡ. Ғәфү итмәҫкә лә хаҡы бар, үпкәләй ҙә алмаҫ, үҙе ташлап киткәс. Төрлөһөн уйлап, Йәмиләһен ҡунаҡҡа саҡырырға тип Хәтимә ашығып телефон трубкаһын ҡулына алды.

***
Осрашыу көнө етә барған һайын Хәтимә тулҡынланды. Тағы бер ҡат үткәндәрен байҡаны. Һуңғы осоро ятһа ла, торһа ла шул уйында. Фәрит һиҙмәһен тип тә шикләнде, юҡһа уйға батып, уның әйткәнен дә ишетмәй ҡала. Кисә генә:
- Ҡолаҡҡа ҡаттыңмы әллә, ҡырҡ тапҡыр ҡабатламайынса ишетмәйһең, - тине.
Бер-ике тапҡыр төшөндә күреп, һаташып уянды. Әлдә ярай береһендә Фәрит өйҙә булманы, икенсеһендә, арығандыр, уянмай йоҡлай ине. Әсәһе менән дә күберәк эшендә һөйләште. Өнөндә осрашыуҙы төрлөсә күҙ алдына килтереп ҡаҡшаны. Ҡосаҡларға ынтылыр, Йәмилә кире ҡағыр тип тә ҡурҡты.

 

АЙҺЫЛЫУ ЮНЫСБАЕВА.

 

Автор:
Читайте нас