Әҙәби мѳхит
8 Февраль 2025, 05:50

Тапҡан әсә түгел, баҡҡан әсә. Дауамы

Ҡайғыны етәрлек татыны улар. Ағаһы менән еңгәһе аварияла үлеп, күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғыға батырҙы ата-әсәне. Әле яңы атлай башлаған ҡыҙы менән өс йәшен тултырған малайҙары ҡартатай менән өләсәй тәрбиәһенә ҡалды.

Һөйөклө бала – көйөклө, тигәндәй Хәтимә өсөн дә әҙ ут йотманы ата менән әсә. Кинйә бала булғанғамы, башҡаларына бик йомшаҡлыҡ күрһәтмәһә лә, Хәтимәне атаһы ҙурайғансы тубығына ултыртып һөйҙө. Әсәһе лә, ике ҡыҙының аралары йәш ярым ғына булғанға, игеҙәк кеүек кейендереп, матур ҡараны ҡыҙҙарын. Рәйләһе кешегә ылымыҡ, асыҡ-ярыҡ булһа, Хәтимә - уның киреһе. Шул хәтле иркәләнеп үҫһә лә йомоҡ. Ни уйлап, ни эшләгәнен дә белмәҫһең. Хатта әсәһе менән дә асылып китеп һирәк һөйләшә. Ҡырыҫ, ауыр холоҡло. “Күркәм холоҡ - ярты бәхет”, - тип бушҡа әйтмәйҙәрҙер инде.
Әллә холҡоноң ауырлығы менәнме, беренсе ире менән дә тора алманы. Йәштән улай егет-елән менән сыуалып йөрөмәне. Ана, Рәйлә апаһы, Рәмилгә сыҡҡансы бер нисә егеттең башын әйләндергәндер. Рәмил ныҡыш булды. Яңы ғына армиянан ҡайттым тип торманы, килеп әйттерҙе лә ҡуйҙы. Шөкөр, егерме йылдан ашыу йәшәйҙәр. Беренән бере матур өс ҡыҙ үҫтерәләр. Берәүһен былтыр кейәүгә биреп, ҡайны-ҡәйнә булырға ла өлгөрҙөләр.
Егерме ике йәшендә Хәтимә, осраҡлы ғына танышып, Риза исемле егеткә кейәүгә сыҡты. Бухгалтерға уҡып сығып, райүҙәктә эшләп йөрөй ине. Ауыл яҡын булғас, көн аралаш ҡайтып йөрөй. Бер көн шулай эштән һуңыраҡ сығып, ауылға автобусҡа һуңланы. Ара йыраҡ түгел, йәйәү булһа ла ҡайтырмын әле тип юлға сығыуы булды, арттан йөк машинаһы ҡыуып етте. Ҡурғаштыға тиклем юл ремонтлайҙар. Бына ҡом тейәп шунда китеп барған машина янына килеп туҡтағас, ултырмаҫҡа уйлап туҡтамай ҙа китеп барған ҡыҙҙы шофер әйҙүкләп янына ултыртып алды. Танышын ултыртҡан кешеләй һүҙ ҡушып, шаярып маташты егет. Ауылға еткәнсе ныҡышып тигәндәй Хәтимәнең исемен дә белде. Шулай танышып киттеләр.
Ҡурғаштыла ремонт бөткәнсе, Хәтимә күбеһенсә таныш йөк машинаһында ҡайтты. Күп йөрөмәнеләр улар. Ҡурғаштыла эш бөтөүгә егет ҡыҙға тәҡдим яһаны. Риза күрше район егете ине. Ике яҡлап та ата-әсә, үҙ бурысын атҡарып, йәштәргә ҙурлап туй үткәрҙеләр. Риза Хәтимәне үҙ яғына оҙатып алды. Риза ғаиләлә бер бөртөк кенә бала. Ата-әсәһе үлеп тора малайҙары өсөн. Ишек алдына Ризаға тип һалған арандай ҙур өйгә килен булып төштө Хәтимә. Башта матур ғына башланды йәштәрҙең тормошо. Йыл тирәһе торғас, Хәтимә беренсе тапҡыр үҙе генә ҡайтып килде. Әсә кеше һиҙмәй буламы ни - балаһының күҙенән аңланы. Тик Хәтимә генә асылып бер ни ҙә һөйләмәне. Аптырағас, Рауза ҡыҙы менән бергә мунсаға барҙы. Бәлки, шунда асылып һөйләр. Юҡ, бер нәмә лә сыҡманы ауыҙынан. Тәнендәге бер нисә урында күгәргән урындарҙы күргәс, әсә һүҙһеҙ ҙә аңланы. Кейәү ун көн үткәс, артынан килде. Рыяһыҙ ғына эйәреп ҡайтып киткән ҡыҙына ҡарап, тора алмаҫ, тип кенә һығымта яһаны. Әле яңы йәшәй башлауҙарына ҡарамаҫтан араларындағы һалҡынлыҡты һиҙҙе әсә йөрәге.

 

***
Раузаның һиҙемләүе дөрөҫкә сыҡты. Ғаилә нисек тиҙ барлыҡҡа килһә, шундай тиҙлектә тарҡалды ла. Ике йылдан Хәтимә, имсәк балаһы Әминәне алып, Ризанан айырылып ҡайтты. Ни ғилләлер, ата кеше лә кәләшен, балаһын алып ҡайтам тип килеп йонсоманы. Шулай ҙа, йәш тулғас, ата-әсәһен алып, ҡыҙына бүләктәр алып килде. Бер бүленгән икмәк кире берекмәй. Артабан икеһе лә бала хаҡына тип тә ғаиләне һаҡларға тырышманы. Хәтимә:
-Туҡмай, ҡул күтәрә, - тигәс, Рауза үҙе лә ныҡышманы. Балаһының йәшенә килгәндә эсеп алып Риза кейәүе:
- Ҡәйнәм, үпкәләмә, дөрөҫөн әйтәм, Хәтимә ҡыйын кеше. Яғылмаған мейес кеүек һыуыҡ. Йәшәгән һайын аңлай алмайым мин уны, - тигәйне. Шулай булғас, атта ла, тәртәлә лә барҙыр. Риза үҙе шаталаҡ, шаян бит. Ата-әсәһе, балағыҙ бар тип өгөтләп ҡараһа ла, Риза өҙә һуҡты. Бер төкөргән төкөрөгөн кире яламаны. Хәтимә ирен алиментҡа бирҙе. Яңғыҙ оҙаҡ йөрөмәне Риза, ире үлеп, бер балаһы менән ҡалған тол ҡатынға өйләнде.
Хәтимә йылға яҡын ата-әсәһе менән йәшәне лә, Өфөгә эшкә сығып китте. Ҡыҙы Әминәне, йәшәргә урын тапҡансы тип, ата-әсәһенә ҡалдырҙы. Ни эшләһен Рауза - улының ике балаһы янына Хәтимәнең ҡыҙын да һыйҙырҙы. Шул китеүенән Хәтимә байрам, ялдарҙа ғына ҡайтты. Йылына бер отпускыла булды. Әминә Раузаны “әсәй”, Хәтимәне “апай” тип үҫте. Балаһын янына ала алманы, сөнки үҙе кеше өҫтөндә йәшәне.

 

***
Өс-дүрт йылдан Хәтимә татар егете менән ҡайтып төштө. “Кейәүегеҙ Марат”, - тип таныштырҙы өйҙәгеләрҙе. Атаһы менән әсәһе әҙерләнә һалып никах уҡытып ебәрҙе. Бик һауалы күренгән, теләр-теләмәҫ кенә ауыҙын асып һөйләшкән егеткә Раузаның да, Хисамдың да күңеле ятманы.
- Белмәйем, атаһы, Риза кейәү алсаҡ ине әле, был ней ауыҙына һыу уртлаған һымаҡ. Шыпа яҙылып һөйләшмәй. Күҙгә тура ҡарамай ҙа инде. Ас яңаҡлы, етмәһә. Уңып китһәләр ярай ҙа ул.
- Шулай шул, әсәһе. Янына барып торған Әминәне арҡаһынан әллә һөйөр микән тип, өмөтләнгәйнем, күрмәне лә. Бала йәнле түгел икән. Әсәйһеҙ, атай менән генә үҫтем тей бит.
- Эйе, шулай тей шул. Әсәйем миңә ун йәш булғанда атайымдан айырылды, ти. Әсәһе икенсегә кейәүгә сығып, ике балаһы бар икән. Аралашағыҙмы тиһәм, “редко”, тейсе. Шуныһына аптыраным. Атаһы әсәһенән һуң өс ҡатын алған, уңмаған. Әллә нисек кенә уларын һөйләп ташланы.
- Ярай, үҙе тапҡан бит, йәшәп ҡараһын. Үҙҙәренә бит йәшәргә, беҙгә түгел.
- Шулай тейһең дә ул, икенсегә бара, уңһын инде, тағы бала менән ҡайтып ултырһа?
- Ҡайтһа ҡайта ла ҡуя инде, хәл юҡ, үҙ балаңды ҡыуып сығара алмайһың.

 

***
Иртә уңмаған кис уңмай, кис уңмаған һис уңмай, тигәндәй был иренән дә уңманы Хәтимә. Марат үҙ һүҙле, ҡаты икәнлеген ай йәшәгәс тә һиҙҙертә башланы. Етмәһә, ҡыҙғана торған алама холҡо ла бар. Йәшәй башлағас Хәтимәнең бер минутҡа ла һуңламай ҡайтыуын талап итте. Саҡ ҡына тамаҡ әҙер булмаһа, атаһына сығып китә. Ҡайһы ваҡыт йоҡларға ла ҡала атаһында. Хәтимәгә балаһы янына ауылға ҡайтыу тыйылды. Ярай, өндәшмәй түҙә белә Хәтимә. Бөтәһен дә эсендә бөтөрә. Йөҙөнә лә сығармай. Боланың хәтәре Хәтимә ауырға ҡалғас башланды. Бала теләмәне Марат. Көн-төн Хәтимәне абортҡа ҡыуҙы. Аптырағас, Хәтимә сабыйын алдырырға барҙы.
- Срогың ҙур, - тип аборт эшләүҙән баш тартты врачтар.
Марат быны ишетергә лә теләмәне. Хатта ҡул күтәреүгә тиклем барып етте.
- Йәки мин, йәки балаң менән сығып китәһең, - тип янаны. Ҡалайтаһың, Мараттың атаһы алып биргән квартира шул. Хәтимәнең бында бер хоҡуғы ла юҡ, хатта пропискала ла түгел. Ҡыуһа, ҡыуып та сығарыр.
- Был баланы ла табып, айырылып ҡайтһам, әсәйемдәр ни тиер, йә аборт эшләтә алманым, - тип эсенән көйҙө Хәтимә. Эс-серен һөйләр бер кешеһе юҡ. Кешегә ылыҡмағас, ылыҡмай инде. Бик асылып барырға яратмай. Бына шулай аңҡы-тиңке йәшәп ятҡанда декретҡа ла сығып өлгөрмәне, тулғаҡ менән менән эшенән больницаға алып киттеләр. Ете айы тулыр-тулмаҫ ҡыҙ бала тыуҙы.
Марат шул көндө үк килеп етте. Баланы күрергә лә теләмәне. Ауыҙында бер генә һүҙ:
- Ҡалдыраһың! Өйгә бала менән ҡайтмайһың!
Ҡырҡ төрлө уй менән, һаташа-һаташа таң аттырҙы балаһынан бушанған әсә. Башҡа әсәйҙәр балаларын имеҙергә әҙерләнде. Шул арала врач палатаға инеп:
- Һеҙгә ҡыҙығыҙҙы әле бирмәйбеҙ, бер аҙ көтөргә тура килә, - тип сығып китте. Көн оҙоно койкаһында ҡуҙғалмай ятты Хәтимә. Мараты килгәйне, уның менән дә һөйләшмәне. Яҙып ҡалдырған оҙон хатын уҡығас, тыйыла алмай юрған аҫтында быуылып иланы. Икенсе көндө шәфҡәт туташын саҡырып алып ҡағыҙ менән ручка алды. Бәҙрәфкә инеп бикләнде лә, “отказной” яҙып, врачтың бүлмәһен эҙләп китте.
Рая Карамовна, бындай хәлдәр башынан йыш үткәнгәме, ғаризаны уҡыу менән күҙлеген бер систе, бер кейҙе лә:
- Сәбәбе нимәлә? - тип һораны. Хәтимә күҙ йәштәренә мансылып иланы. Врач уны йыуатманы ла, тыйманы ла. Күрәһең, өйрәнелгәндер инде. Бер аҙ тымғас:
- Кире киләһең бит.
- Юҡ, килмәйем.
- Ата-әсәйең беләме?
- Юҡ, белмәй.
- Хәбәр итәйекме?
- Юҡ, хәбәр итмәгеҙ, үтенеп һорайым.
- Йөрәгең түҙерме? Выжданың ғазапламаҫмы? Төндәрен тыныс йоҡлармын тип уйлайһыңмы?
Яуап бирәһе урынға бисара ҡатын шыңшып иларға тотондо. Рая Карамовна ни тиклем генә өгөтләп ҡараһа ла, Хәтимәне балаһын алырға күндерә алманы.
- Ала алмайым. Йәшәргә урыным юҡ. Үтенеп һорайым, мине бөгөн үк сығарығыҙ, мин бында башҡаса ҡала алмайым, - тип күҙ йәштәренә быуылып илай башланы. Врачҡа ғаризаға ҡул ҡуйыуҙан башҡа сара ҡалманы.

Айһылыу ЮНЫСБАЕВА.

Автор:
Читайте нас