Әҙәби мѳхит
7 Февраль 2025, 15:10

Тапҡан әсә түгел, баҡҡан әсә

Эштән ҡайтып газға аш ҡуйҙы ла Хәтимә, бер аҙ ятып ял итеп алырға уйланы. Ултырып арҡа ауыртып киткән. Йыллыҡ отчет ваҡыты. Һуңғы ваҡытта ҡағыҙ эштәре менән һандар сүпләп башы ҡата, арып ҡайта эшенән. Инде нисә көн һулаҡай күҙенең аҫты тартҡанға ла эсе боша. Хәйерлегә булһын.Иренең эштән ҡайтыуына байтаҡ ваҡыт бар әле. Икенселә уҡыған Уралы сана шыуып, тауҙан ҡайтып инде. Асыҡҡандыр, сисенә һалып, өҫтәлдәге бер тәрилкә ҡалған картуфты ялп иттерҙе лә, компьютерға йәбеште.Инде генә арҡаһына шәлен ябып диванға ҡунаҡлағайны, өҫтәлдәге телефоны шылтыраны. Һүндереп һалмағанына үҙен әрләй-әрләй, кире тороп, телефонын ҡулына алды. Теге оста ят тауыш:

Тапҡан әсә түгел, баҡҡан әсәТапҡан әсә түгел, баҡҡан әсә
Тапҡан әсә түгел, баҡҡан әсә
Тапҡан әсә түгел, баҡҡан әсә. Айһылыу Юнысбаева.

Хикәйә
 
Эштән ҡайтып газға аш ҡуйҙы ла Хәтимә, бер аҙ ятып ял итеп алырға уйланы. Ултырып арҡа ауыртып киткән. Йыллыҡ отчет ваҡыты. Һуңғы ваҡытта ҡағыҙ эштәре менән һандар сүпләп башы ҡата, арып ҡайта эшенән. Инде нисә көн һулаҡай күҙенең аҫты тартҡанға ла эсе боша. Хәйерлегә булһын.
Иренең эштән ҡайтыуына байтаҡ ваҡыт бар әле. Икенселә уҡыған Уралы сана шыуып, тауҙан ҡайтып инде. Асыҡҡандыр, сисенә һалып, өҫтәлдәге бер тәрилкә ҡалған картуфты ялп иттерҙе лә, компьютерға йәбеште.
Инде генә арҡаһына шәлен ябып диванға ҡунаҡлағайны, өҫтәлдәге телефоны шылтыраны. Һүндереп һалмағанына үҙен әрләй-әрләй, кире тороп, телефонын ҡулына алды. Теге оста ят тауыш:
- Һаумыһығыҙ, һеҙ Хәтимә булаһығыҙмы? - тип өндәште.
- Эйе, мин Хәтимә. Һеҙ үҙегеҙ кем булаһығыҙ һуң?
- Мин Зәйтүнә исемле апай булырмын. Мөмкинме һеҙҙең менән һөйләшергә? Ваҡытығыҙ бармы?
- Мөмкин. Ваҡыт табырға тырышабыҙ инде. Йомошоғоҙ бар инеме?
- Һеҙ үҙегеҙ генәме, әллә янығыҙҙа кеше бармы? - тип ҡыҙыҡһынды ят тауыш.
- Ирем эштә, улым менән икәүбеҙ. Ниңә улай тип һорайһығыҙ? Бик мөһим нәмә булһа, алдан уҡ иремдән башҡа булдыра алмаҫымды әйтәм. Өйҙә мөһим нәмәләргә ул хужа.
- Юҡ, бәлки, ирегеҙҙең өйҙә булмауы һәйбәттер ҙә. Шулай ҙа, әллә ирегеҙ өйҙә булғанда һөйләшәйек микән? - ят тауыш икеләнеберәк маташты.
- Һуҙмағыҙ инде, әйҙә, нимә әйтергә теләгәйнегеҙ, әгәр минең үҙемә ҡағылһа, хәҙер үк һөйләшәйек һуң. Берәй һорауығыҙ бар инеме? Һорағыҙ.
- Хәтимә, 2005 йылдың 1 мартын иҫләйһегеҙме?
Һорауҙы ишетеү менән Хәтимәнең башы әйләнеп китте. Ҡолап китмәҫ өсөн тиҙ генә ишектең яңағына һөйәлде. Уф, һиҙә ине бит. Эйе, күңеле, йөрәге менән тоя ине бит ул ҡасан да ошо һорауҙы ишетерен. Бына ишетте. Иҫләмәй буламы һуң ул көндө? Инде нисә йылдар йәшерен сер йөрәген ашай, тәҡәт кенәһен ҡорота...
 
***
Телефондың теге осонан яуап тиҙ генә килмәне. Зәйтүнә бер килке өнһөҙ телефон тотоп торҙо. Бер нисә тапҡыр өндәшеп ҡараны. Инде аптырағас, ярай, өндәшмәгәс, һалайым да ҡуяйым тип ынтылғайны, телефон һүнеп тә ҡуйҙы. Ҡурҡыуға ҡалды Зәйтүнә. Бер-бер хәл булып ҡуйманы микән? Үҙенең йөрәге йыш-йыш тибеп алып китте. Йә Диләһе янында юҡ. Тағы шылтыратырға уйлап телефонын алғайны ғына Хәтимәнең звоногы килде. Йәһәтләп ала һалды. Илап, һыңҡылдаған тауыш:
- Мин ул көндө онотҡаным да юҡ. Көндөҙ эш менән онотолоп торһа ла, төндәрен интеккәнемде берәү ҙә белмәй. Ысынында һеҙ кем булаһығыҙ һуң? Әллә... - әйтеп бөтөргә ирек булманы, Зәйтүнә:
- Әйе, һинең роддомда ташлап киткән ҡыҙың беҙҙә. Диләне ун көнлөк сағынан атаһы менән беҙ алып үҫтерҙек. Хәҙер ҡыҙыңа ун алты йәш. Күргең, осрашҡың килмәйме ҡыҙың менән? Килеп, күреп китһәң, ҡаршы түгелбеҙ. Әгәр алып килегеҙ тиһең икән, Диләне алып үҙебеҙ барабыҙ. Ул белә үҙенең приемный бала икәнлеген. Беҙ уға урамдан, кешенән ишетмәһен тип, ун йәшендә үк аңлатып ҡуйҙыҡ. Дилә осрашыуға ҡаршы түгел, ә һин?
Телефондың теге осондағы буҫығып-буҫығып йән әсетеп илаған тауыш йәш аралаш:
- Килә, апай, килә. Тик нисек? Ҡайһылайтып аңлатырмын һуң ташлап киткәнемде. Ул бит мине ғәфү итмәйәсәк, - тип һыңҡылданы.
- Ярай, уныһын үҙем яйлармын, тик һин әйт, ҡайҙа осрашабыҙ, беҙҙәме, әллә һиндәме?
- Апай, мин тынысланайым, әҙерәк уйларға ваҡыт бирегеҙ, бер-ике көндән үҙем шылтыратырмын, ҡайҙа, кемдә икәнен әйтермен.
- Ярай, улайһа, мин звонок көтәм, һау булып тор, - тип Зәйтүнә трубкаһын һалды.
 
***
Хәтимә тиҙ генә тыныслана алманы. Торҙо, кире ултырҙы. Бер талай һауа етмәй йонсоно. Башы әйләнде, уйҙары сыуалды. Иң ахырҙа, кухняға сығып, аптечканан ауыҙына валидол алып ҡапты. Диванға барып ултырҙы.
Әлдә ире өйҙә юҡ. Ул өйҙә булһа, нисек булыр ине икән? Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә ти халыҡ мәҡәле. Шул ерҙә, бәлки, сер ҙә сиселер ине.
Үҙенә урын таба алманы Хәтимә. Һала көн диванда бер нөктәгә текләп ултырҙы ла телефондан әсәһенең номерын йыйҙы:
- Әсәй, һаумы. Хәлдәрегеҙ нисек? Атайым нимә эшләй? Әле өйҙәме? Ул өйҙә булһа, берәй аулаҡ ерҙә һөйләшәйек әле, яңылыҡ бар ине.
- Һаубыҙ әле, шөкөр. Бына атаң менән сәй эсеп телевизор ҡарап ултырабыҙ. Атаҡ-атаҡ, бынан кискә ул ниткән яңылыҡ булыр? Изге булһын хәбәрең. Йә, ярай, төпкө өйгә индем, атаңдың ике күҙе телевизорҙа. Ишетмәй ул, һөйлә.
- Әсәй, - тине лә Хәтимә һулҡылдап иларға керешеп китте. Башлай ҙа һүҙен ташлай, тағы башлай. Иң ахыры әсәһе түҙмәне:
- Атаҡ-атаҡ, тағы ни булды? Әллә кейәү менән Уралға бер нәмә булдымы? Кейәүҙән туҡмалдыңмы? Кеше ҡурҡытып, әйтереңде әйт тә ҡуй, етәр, олома, былай ҙа саҡ торған йөрәкте өлпөлдәтеп ней, - тип асыулана башланы.
- Әсәй, Йәмилә табылды, - телефондың теге осонда шыңшып илаған тауыш Мәҙинәнең зыйтына тейҙеме, әллә яңылыҡ иҫәңгерәттеме - телефонын ҡулға тотоп арыуыҡ һүҙһеҙ торҙо. Шулай ҙа телефондан бер туҡтауһыҙ:
- Әсәй, әсәй! Әсәй, ни эшләп яуап бирмәйең? Әсәй, һин ҡайҙа? Әсәй, өндәш инде, әсәкәйем, берәй нәмә булдымы әллә, әсәй!? - тигән тауыш үҙен ҡулға алырға мәжбүр итте. Бер аҙҙан иламһыраған тауыш менән һораша башланы:
- Ҡайҙан табылды, әллә үҙе эҙләп килдеме?
- Юҡ, әсәй, көтөп үҫтергән әсәһе шылтыратты.
- Ҡасан, бөгөнмө?
- Эйе, әле бына бер сәғәт элек, ҡыҙыңды күргең киләме, осрашайыҡ, тине.
- Һин нимә тинең? Осрашайыҡ тип әйттеңме һуң?
- Мин уйлайым, шунан шылтыратырмын, тинем.
- Нимәһен уйлап тораһың тей? Нисә йыл минең, үҙеңдең зар илап, интегеүең етмәнеме? Улай хуты сығып торғас, ике лә уйлап тормайһың, осрашаһың. Саҡыр, килһендәр, күреш балаң менән.
- Ғәфү итмәҫ инде мине Йәмилә, ташлап киткәнең тип.
- Ғәфү итерме, юҡмы - уныһын үҙе белә. Аҡыллы бала булһа, аңлар. Кем белә, бушҡа осрашыу һорамайҙыр әле. Килһен, күрәйек.
- Әсәй, кейәүеңә нимә тип әйтәбеҙ? Ул бит уның тураһында бер нәмә лә белмәй ҙә инде. Былай саҡ аңҡы-тиңке булып йәшәлә. Йәмилә тураһында белһә, бөтөнләй сығырынан сығасаҡ.
- Беләм иреңдең ни тиерен дә, нимә эшләрен дә. Унда минең эшем юҡ. Нисә иргә барҙың, бер йүнлеһен таба алманың инде. Саҡыр беҙгә. Кейәүгә әлегә бер нәмә лә белгертмәй тор.
- Атай нимә тиер? Ул риза булмаһа? Үҙем генә барып күрәйемме әллә?
- Атаң нимә тип әйтһен, балаһының балаһын күрергә ҡаршы булып ултырмаҫ ҡартайған көнөндә. Ошо көнгә тиклем әҙ янып көйҙөкмө шул Йәмиләң өсөн? Һаман һөйләнеп илайбыҙ, Әминәне үҫтергәнде, быныһын да үҫтерер инек тип. Ни эшләп кенә шул баланы, беҙгә лә әйтмәй, ҡалдырып китте икән тип әле булһа йәнем әсей. Яҙмыштыр инде. Атаңды уйлап икеләнеп-микеләнеп торма. Үҙебеҙгә саҡыр. Барып күрергә ирең ебәрәлер шул, беҙгә килеп ҡайтҡансы итеңде ашап бер була.
- Ярай, әсәй, шылтыратып әйтермен.
- Ҡайһы яҡ кешеләре икән? Ниндәйерәк кешеләр үҫтергән икән балаҡайымды? Күреп ҡулыма алмаһам да, иҫемә төшкән һайын үҙәгем өҙөлә шул бала өсөн. Саҡыр үҙебеҙгә. Ярай, ана атаң да был яҡҡа сығып килә, - тип телефонын һүндерҙе әсәһе.
 
***
Хәтимәне уйҙар ҡоллоҡҡа алды. Ҡотолғоһоҙ, осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙар башын сүкене. Ул ауыр тойғолар уны йә бала сағына, йә үҫмер, йәшлек йылдарына етәкләне, хаталарын иҫенә төшөрөп йөрәген өттө, үкенеүҙәр менән эсендәге яраларҙы яңыртты. Ике-өс көн төшөндә ҡыҙы менән осрашып һаташты. Терһәкте тешләп булмай, уйҙарынан уйылғанда күп нәмәлә үҙе ғәйепле икәнен таныны. Нихәл итәһең, хаталарҙы ваҡыт ғәфү итмәй шул. Үкенһәң дә, әрнеһәң дә, ағартып булмай икән яҙмышты һуңынан.
Хәтимә үҙе ғаиләлә Иршат ағаһы, Рәйлә апаһы менән үҫте. Атаһы Хисам ағай йәш сағында ҡырыҫ, ҡаты ҡуллы булды. Бигерәк тә Иршатты ныҡ тотто. Әсәһе Рауза апай сабыр, түҙемле, ипле ҡатын. Йәштән иренә юҡ-барға ҡаршы һүҙ өндәшкәне булманы. Ни тиһә - шул булды. Ғүмере буйына иренең тапҡанын аш итеп, барына шөкөр ҡылып, юғына сабыр итеп йәшәй. Ауыҙы тулы ҡан булғанда ла тирә-яҡҡа сәсмәй, эскә йота белә. Хәтимәнең атаһы йәш сағынан күберәк етәксе эштәрҙә йөрөнө. Зампред, бригадир, прораб - ҡалманы инде. Завгараж булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Атаһы менән әсәһе икеһе лә, пенсияға сыҡҡас, райүҙәктән йорт һатып алып, ҡалаға күсеп килделәр. Ҡурғашты былай ҙа райүҙәккә биш-алты ғына саҡрым. Әле булһа баҡса эшенә Ҡурғаштыға йөрөйҙәр.
 
Автор:
Читайте нас