Айгөл Айытҡолова
Ил ағаһы
(Мортаза Рәхимов иҫтәлегенә)
Быуат менән быуат алмашҡанда -
Ил ағаһы булыр ир тыуыр.
Ҡалҡан булып баҫыр, ҡаныҡһалар,
Кәмһетһәләр телен, ер-һыуын.
Беҙ арҡалы инек һин булғанда
Башҡортлоҡто тойҙоҡ тик һиндә
Ирмен тигән ир-егеттең генә
Ил хәстәре ятыр иңендә.
Төрлө саҡтар булды (тарих белә)
Тартҡыланы күптәр еңеңдән.
Именлектәр теләп инәйҙәрем,
Тәсбих әйтте, эстән, күңелдән.
Үҙ ереңә ырыҫ, ҡорайтыр ҡот -
Мортаза ла тигән ир инең!
Маңлайыңдан бер нур булып тамған,
Ергә һеңгән алтын - тир ине.
Ерем, һыуым, илем, телем тиеп,
Халҡым тиеп яндың.
Ялҡыныңдан
Беҙ ут алып һинең менән баҫтыҡ
Тере усаҡ булып ҡалҡҡаныңда.
Бергә яндыҡ, бергә һинең менән -
Милләт көсөн тойҙоҡ, аңланыҡ.
Ауырлыҡты бергә күтәрҙек беҙ,
Яраларҙы бергә яланыҡ.
Бер тамырҙан үҫкән ҡарағайҙай,
Уландары башҡорт халҡының,
Уралымда күпме яу ҡайтарған,
Дошмандарҙың алып алҡымын.
Бергә булған һәр саҡ, берҙәм булған,
Булыр ғына илдең улдары.
Ҡындарында ҡылыс ялтлап
киткән,
Ҡаныҡҡанда яттың ҡулдары.
Васыяты шулдыр Мортазаның:
"Башҡорт иле - беҙҙең тыуған төйәк,
Башҡорт ере - беҙҙең бар байлыҡ.
Япраҡ ҡына саҡлы еребеҙҙең
Ҡәҙерҙәрен белә халайыҡ.
Шул байлыҡты күрһен уландарың,
Улар өсөн ерҙе һаҡлайыҡ,
Башҡортомдоң тоғро улы булып,
Көслө милләт булып ҡалайыҡ!"