АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
30 Ғинуар 2025, 09:30

ТОДЕС

Мин апайым ҡалды ла ҡотолдо тип уйлап һикерәйем генә тигәйнем атайым эләктереп алып мине арба төбөнә ҡыҫты. Мин тамаҡ төбө менән ярһып ҡысҡырам: -“Ат-а-ай, ат-а-ай, ебәр-р—р, һикеррәм, ата-а-ай!!!”

Ҡапҡа төбөндә өс ҡыҙ сөкөрләшә. Өсөһө лә бер төҫтән күлдәк кейгән. Сәскәле генә ситса күлдәктәр. Кейерҙәр ҙә шул, әсәләре аптырап тормай, ҡулына килеп эләккән тауарҙы ҡыҙҙарына йәһәт кенә күлдәккә әйләндереп ҡуя. Өсөһөнөкө лә бер иш кенә. Тик бәләкәй ҡыҙсыҡ апайҙарына ал бирмәй, минеке иң матурынан һалдыра. Тыңлап торһаң күгәрсендәр гөрөлдәшәме ни, ҡапыл ниҙәндер ҡыҙыҡ табып сырҡылдашып көлөшә лә улар. Кемдәр һуң улар, ниҙән ҡыҙыҡ таптылар шулай?

 

Был өс ҡыҙ: Лилиә апайым, Гөлфирә апайым һәм мин. Ҡапҡа төбөнә ҡаҙ үләне өҫтөнә теҙелешеп ултырғанбыҙ ҙа атайымдың ҡайтыуын көтөп ултырабыҙ. Атайым хәҙер ат егеп ҡайта. Ул ҡайҙа йөрөһә лә беҙҙе үҙе менән йөрөтөргә ярата. Иркен саҡтары булһа дилбегәһен дә беҙҙән тоттора, туҡталып яландарҙан күп итеп сәскәләрен дә йыя. “Сәскәләй матур ҡыҙҙарыма”,- тип аяҙ күк йөҙөләй күҙҙәрен йылмайтып ялан сәскәләрен ҡосаҡ тултырып беҙгә һона ул.

 

Ул йылды нисектер ауыл һарыҡтарын көтөүсе яллап йәйләүгә алып киттеләр. Наҡаҫ йылғаһы буйында Митрофан тауы эргәһендә кардон төҙөп шунда ҡыуаланылар. Аҙнаһына бер булһа ла барып һарыҡтар теүәлме икәнен ҡарап ҡайта инек. Әле лә атайымды көтөп ултырыуыбыҙ. Йәйләүгә барабыҙ тип йыйынғанбыҙ. Эргәбеҙҙә икмәк һалынған моҡсай. Митрофан тауында Ҡарасәй шишмәһе аға икән, атайым беҙҙе шунда алып барып еткерәм тине. Һыуы йомшаҡ, сәйҙе әҙ генә һалһаң ныҡ сыға икән, шәкәрһеҙ генә эсһәңдә балдай татлы була икән тигәс күргебеҙ ҙә, тәмләгебеҙ ҙә килә шул.

 

Атайым шул арала ат менән ҡайтып та туҡтаны. Үҙебеҙҙең ат юҡ шул, был колхоздыҡы. Ундай ат колхозда берәү генә булғандыр ул. Кәүҙәгә ныҡ ҙур, киң күкрәкле, ауыр ҡуйы яллы. Ҡарашы зәһәр ине. Беҙҙең яҡ аттарына оҡшамаған, айырым бер ныҡлылыҡ бар ине унда. Баҫҡан урында бейеп тора. Ҡуҙғалып киткән сағында ныҡ итеп тотоноп барырға кәрәк. Осоп ҡалмаҫмын тимә.

 

Был атҡа ҡыҙығыусылар күп ине. Тик ул атайымдыҡы ғына ине. Сөнки колхоз агрономға тип беркетеп ҡуйған. Ә атайым-агроном. Халыҡ ул атты ла агроном тип атаны. Һәр йыл яҙ һайын ат бер аҙна тирәһе юғалып торҙо. Тик атайым быға бошманы. Сөнки белә ҡайҙалығын. Йәш егеттәр уны урлап алып һабантуйға әҙерләйҙәр ине. Егеттәр урланым тиҙәр инде. Тик атайым сос, атын урлатмаясаҡ. Ә белмәмешкә генә һалыша, йәш егеттәр хәлен аңламаймы ни. Йыл һайын һабантуйҙарҙа урын алған, ал бирмәгән ат килеп туҡтаны шул ҡапҡа төбөбөҙгә.

 

Халыҡ атты агроном тигән була. Исемендә белмәйҙәр, ҡайҙан агроном булһын инде. Тодес уның исеме. Атайым шулай ҡушҡан. Атайым әйтеүенсә был фигуралы шыуыуҙағы ҡатмарлы элемент, уны үтәү өсөн юғары оҫталыҡ кәрәк. Ә был ат егеүгә лә, йөк ташыуға ла оҫта.Беҙ ҙә ат эргәһендә ауыҙ тултырып Тодес тип кенә һөйләйбеҙ. Үәт, бына шул атҡа ултырып ҡуҙғалабыҙ хәҙер. Тик ул аттың бер яғы бар- бик өркәк ине. Ҡасандыр айыуҙан ҡасҡан һәм шунан башлап һәр бер ялпылдаған нәмәне шик аҫтына алып сабып сығып китергә әҙер генә тора торғайны.

 

Ике апайым арбаның бер яғына ултырҙы. Мине атайым үҙ яғына алды. Осоп төшөп ҡалырһың тигән була. Үҙе арбала беҙҙең һымаҡ ултырмай, бер аяғын ғына һәлендерә, икенсеһен арба өҫтөнәрәк һуҙып һала ла ауыҙ ослайтып һыҙғырған һымаҡ тауыш сығара ла: “На, Тодес, ҡуҙғал,малҡай,”-тип еңелсә генә дилбегәһен ҡағып ала. Шуны ғына көтөп торған ат еңел генә итеп ҡуҙғалып китә.

 

Атайым бер ҡулына ғына дилбегә тота. Ә күҙҙәре менән алға төбәлә. Ә беҙ үрәсәгә тотоноп ике аяҡты болғап –болғап барабыҙ. Башыбыҙҙы борғолап тирә яҡҡа ҡарап барабыҙ. Шул арала ауылдан сығып та етәбеҙ. Баҫыу уртаһынан юл үтә, шунан барыуыбыҙ. Танауға бойҙай еҫе, ат тояғы аҫтынан күтәрелгән саң һәм ат тиренә ҡүшылып тәгәрмәстән сыҡҡан дегет еҫе бәрелә. Был иң тәмле еҫтәрҙең береһелер тип уйлай торғайным. Күҙ алдына иҫ киткес хозурлыҡ асыла. Күҙҙе иркәләп бешә башлаған бойҙай башаҡтары баш ҡоҫорға йыйыналар. Ә уларҙың бейеклеге, араһына мин инһәм аҙашырлыҡ. Баш осонда һабантурғай был муллыҡты маҡтапмы маҡтай. Маҡтарлыҡ та шул: был бит атайымдың эш һөҙөмтәһе.

 

Атайым шул саҡ йыр башлай. Бар яланды атайымдың моңло тауышы баҫа. Хатта сыр-сыр иткән сиңерткәләр тынып ҡала. Был йыр игенселәргә, мулыҡҡа маҡтау йыры ине. Беҙ ҙә атайыма текләп киткәнбеҙ. Нисек ҡарамайһың инде. Бындай матур баҫыуҙа ошондай моңло йыр ағылһын әле. Атайым туҡтау менән беҙ - өс ҡыҙ йыр башлайбыҙ. Баҫыу өҫтөн ҡыҙҙар хоры ҡаплай. Мин нескә генә тауыш менән, апайымдар ҡалыныраҡ тауыш менән йырлайбыҙ. Ай, ул ваҡытта, ситтән ҡарап тороусы булһа иҫе китер ине,беҙ йырсыларҙан кәм түгел инек. Бар тәбиғәттең матурлығын тауышыбыҙға һалғанбыҙҙыр. “Һай, минең ҡыҙҙарым, -атайым беҙҙе хуплап ебәрә, - минең ҡыҙҙарым һымаҡ йырлаусылар юҡтыр...”

 

Йыр артынан йыр алмашына. Ат үҙ яйына саба бирә. Инде Наҡаҫ буйына ла етеп барабыҙ. Шул саҡ арбала барыусылар- күмәгебеҙ бер йыр башланыҡ. Ул йыр беҙҙең иң яратҡан йырыбыҙ ине. Уны тик күмәкләп кенә йырлайбыҙ, был ваҡытта ысын йырсылар көнләшерлек ине, бар күңелебеҙҙе биреп, хисләнеп йырлайбыҙ:
"Сыуаш ҡыҙы Гөлмария
Арбаны күңелемде.
Ғишыҡ уты бер тоҡанғас,
һүнәсәк түгел инде,
Мария, Гөлмария,
Ғүмерлеккә һөйгән
йәрем Мария.
Мөхәббәтем килде
быйыл Аҡҡоштар ҡанатында;
Ике ҡояш берсә балҡый
Һинең һәр ҡарашыңда.
Мария, Гөлмария,
Ғүмерлеккә һөйгән
йәрем Мария... "

 

Был ваҡытта беҙ Наҡаҫ йылғаһын кисеүҙән үтеп сыға ла башлаған инек. Ҡаршы яҡ яр текә генә. Инде шунда менә генә башлағайныҡ ҡолаҡты ярып ниҙер шартлап китте. Ат өркөп сығып килгән ерҙән текә ярҙан һыуға кире һикерҙе. Беҙ арба менән йылғаның иң тәрән еренә эләктек. Һикергән ыңғайы ҡамыт бауы шартлап өҙөлдө. Уң тәртә дуғанан ысҡынып атҡа һуҡҡылай башланы. Атҡа шул ғына кәрәк ине. Өркөүенән ни эшләргә белмәгән ат саба башланы. Атайым ҡуш ҡуллап дилбегәне тарта , туҡтатырға тырышып ҡысҡыра, тик ярһыған ат шашҡандан-шашты. Ауыҙынан күперектәр сәсә-сәсә алға ынтылды. Уң тәртә атҡа нығыраҡ һуҡты, ат ярһығандан-ярһыны. Бер яҡ дилбегә ысҡынып та китте. Йәғни уң яҡтағы бар нәмә цепная реакция менән ысҡынып бөттө. Ат саба, арба ергә тейһә тейә, теймәһә осоп ҡына бара. Арба бер ныҡ ҡына кәйлегеп киткән ыңғайы Лилиә апайым арбанан осоп төшөп ҡалды. Мин апайым ҡалды ла ҡотолдо тип уйлап һикерәйем генә тигәйнем атайым эләктереп алып мине арба төбөнә ҡыҫты. Мин тамаҡ төбө менән ярһып ҡысҡырам: -“Ат-а-ай, ат-а-ай, ебәр-р—р, һикеррәм, ата-а-ай!!!”

Атайым бер һүҙһеҙ мине бер ҡулы менән, икенсе ҡулы менән Гөлфирә апайымды арба төбөнә һалып матҡып ҡыҫҡан. Бер нәмә лә өндәшмәй. Тик ике зәңгәр күҙе ҡуҙҙай яна ине.

Эх, ул шунда нимә генә уйлағандыр. “Иҫән ҡалабыҙмы – юҡмы, Лилиә генәм –ҡыҙым, иҫәнме, тереме? Тәгәрмәс аҫтына эләкмәнеме, имгәнмәнеме? Осло ташҡа төшмәнеме? Ни генә хәлдә икән? Тере ҡалабыҙмы был мәхшәрҙән? Арбалағы ике ҡыҙымды һаҡлай алырмынмы?...” Барыһын да уйлағандыр. Өҫтәүенә Лилиә апайым бынан ике йыл алдан ғына йөрәгенә асыҡ операция үткәргән ине.

Ат ярһып сабыуын ғына белде. Ҡуш аяҡлап саба. Тояҡ аҫтынан тупраҡ, ҡырсын, эре-эре таштар осоп беҙҙең өҫтөбөҙгә төштө. Теге тәртә атты туҡмай ҙа туҡмай. Мин ҡысҡырыуҙан туҡтап үкһеп илауға ғына күскәйнем. Үҙем шул арала Гөлфирә апайыма ҡарап алам, ул ҡурҡышынан ап-аҡ булған. Тик ике күҙе генә ҡарайып тора, хатта күҙен бер генә йомһасы. Ирене ҡымтылған.

Ат беребеҙҙе лә йәлләмәне. Ғүмерендәге иң мөһим ярышҡа сыҡҡанмы ни. Ауыҙынан боҫ бәреп сыға, күперек услап тиерлек оса. Башын ҡырынайта биреп, ҙур, ауыр кәүҙәһе менән тояҡтарын ергә батырып тик алға барыуын белә...

...Был хәл нисек көтөлмәгәндә башланһа шулай уҡ тамамланды. Ат Наҡаҫ буйының туғайына инеп китеп ике ҙур тал- тирәк араһына барып ҡыҫылып туҡтаны. Беҙ ышанырға ла белмәй аптырап ҡалдыҡ. Тәүҙә ысын түгелдер тип һаман арбанан төшә алмай ултырҙыҡ. Иң тәүҙә атайым иҫенә килә һалып арбанан һикереп төшөп аттың башынан барып тотоп йүгәнен рәтләп нығытты. Өҙөлгән бауҙарын кире ялғаны.

Ат та нисектер йыуашайып ҡалғайны. Шул саҡ Лилиә апайым килеп етте. Бик уңайлы осоп ҡалған булған.Бәхетенә ҡом өҫтөнә генә төшкән. Күҙлеге генә ярылған ине. Баҡ тиһәң ат алыҫ китмәгән, шул бер урынды уратып сапҡан да сапҡан.

Йәйләүгә барып етеп, һарыҡтарҙың теүәллеген белдек тә ҡайтырға сыҡтыҡ. Ҡарасәй шишмәһен иҫкә лә төшөрмәнек. Уның ҡайғыһы юҡ булманы. Арбалағы бар әйбер ҙә төшөп ҡалған ине. Өҫтөбөҙҙәге матур күлдәктәребеҙ тәүҙә һыуланып, аҙаҡ саңланып ҡатып киткәйне. Ҡайтҡанда берәү ҙә йырламаны. Был урынһыҙ ине. Хатта ауыҙ асып өндәшә алманыҡ. Һәр кем эстән генә иҫән ҡалыуыбыҙға шөкөр иткәндер.

Ә теге йырҙы – “Сыуаш ҡыҙы Гөлмәрйәмде”- атҡа ултырғанда башҡаса йырламаныҡ. Шулай булһа ла был йыр беҙҙең баласағыбыҙҙың моңо булып ҡалды. Беҙҙең генә йыр ине, беҙҙең баласаҡтың, эскерһеҙ баласаҡтың иҫтәлеге, гимны ул!!!

 

P.S. Был йыр тип йырлаған йырыбыҙ Мостай Кәримдең опера өсөн яҙылған “Гөлзифа” тигән либреттоһынан булған. Беҙ уны ҡайҙан белгәнбеҙҙер. Атайым өйрәткәндер инде. Ниндәй көйгә һалып йырлағанбыҙҙыр. Көйө бөтөнләй хәтеремдә юҡ. Ә һүҙҙәре һәм ат нисек беҙҙе алып ҡаса –бөтәһе лә кисәгеләй күҙ алдымда.

Ул атты атайым барыбер ташлап ҡуйманы. Ошо өркәклеге арҡаһында атайыма бик күпте күрһәтте. Улары айырым тарих.

 

ФИРҮЗӘ ХӨСӘЙЕНОВА.

Николай Богданов һүрәте.

ТОДЕС
ТОДЕС
Автор:
Читайте нас