Әҙәби мѳхит
23 Ғинуар 2025, 04:36

Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә. Повесть. Бишенсе киҫәк. Аҙағы. Хәйҙәр Тапаҡов.

Көтмәгәндә баш осондағы ҡабарынҡы аҡ болоттан гәлсәр ынйылар тағатылып ҡояшлы йылы ямғыр һибәләй башланы. Тирә-яҡ шифалы тамсыларға кинәнеп битен йыуып, һары күлдәген паклыҡта сайҡатҡас бар тирә-яҡ сафланып, таҙарып китте, ә көҙ ялҡынында гөлтләп тоҡанған ағастар, теге ғашиҡ йәндәр шашып-ярһып ямғыр вальсында әйләнергә тотондолар. Ерҙә тормош дауам итә. Мөхәббәтле тормош…  

Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә. Повесть. Бишенсе киҫәк. Аҙағы. Хәйҙәр Тапаҡов.Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә. Повесть. Бишенсе киҫәк. Аҙағы. Хәйҙәр Тапаҡов.
Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә. Повесть. Бишенсе киҫәк. Аҙағы. Хәйҙәр Тапаҡов.

- Ожмахта йәшәйһегеҙ икән! Ҡасан да булһа медицина институтын там-

амлаһам, шул, һеҙҙең, тыуған яғығыҙға эшкә барам. Осраҡлы ғына осрашып та ҡуйырбыҙ әле.

- Бәлки, тик мин үҙәктән бик йыраҡ ауылда йәшәйем. Унда урман-тауҙар, күперһеҙ йылғалар, батҡаҡлы юлдар…

            –    Мине ауырлыҡтар ҡурҡытмай, Азамат ағай!   

 - Һеҙ исемемде лә беләһегеҙ икән.

- Елизавета Петровна әйтте. Исемемде руссаға тәржемә иткәндә богиня була тинегеҙ. Ә һеҙҙеке?

            –    Хөрмәтле, танылған ил ағаһы. 

 - Шәп кеше икәнһегеҙ. Алиһә булаһым килмәй. Әгәр Надежда, тиһәләр, дөрөҫөрәк булыр ине. Гел генә ниҙер көтәм: принцтың аҡ атҡа атланып килеренә,

бер мөғжизәле көндө гәлсәр башмаҡтар бүләк итеренә ымһынам. Тағы бына нисә-нсе көн инде йортобоҙ һуҡмағында күренеүегеҙҙе көтәм. Ә һеҙ юҡ та  юҡ. Урынығыҙға икенсе берәү килә.

            – Коллегам Андрей Диденко.

            – Һеҙгә ситтән ҡарап булһа ла өйрәнеп бөткәйнем. Хәҙер әллә нисек…

            – Һәр кем йәшәү шарттарына күнә, өйрәнә. Бер ни тиклем ваҡыттан гел ге-нә Андрейҙы күргегеҙ килеп торор әле.

            – Эй уны! Эргәмдән әллә нисек итеп ҡарап уҙа.

            – Әллә нисек итеп ҡарағас берҙә юҡҡа түгелдер. Һәйбәт егет ул.

            – Ә һеҙ насармы?

            – Үҙемдең дан кеше икәнлегемде әйттем дә.

            – Ул сағында нишләп бында йөрөүҙән тыйҙылар?

            – Икенсе часткә күсерәләр. Үрләтәләр. Черняховск  госпиталендә эшләй-әсәкмен.

            – Һеҙ беҙгә йөрөгәнегеҙҙә Яна Григорьевнаның хәле насарҙан түгел ине. Ә хәҙер улар көн һайын тиерлек ҡаланан «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡырталар.

            – Сәләмәтлеге шул тиклем насарланғанмы әллә? - Был һүҙҙәрҙе ишеткәс ырғып килеп торҙом.

       Алла тынысландырырға ашыҡты:

            – Һуңғы көндәрҙә миңә унда күренергә рөхсәт итмәйҙәр. Әсәйемдән ишет-кәндәрҙе генә әйттем. Ойоғандай түшәмгә ҡарап  тик ята икән.

            – Шулай булыры билдәле инде.

            – Бөгөн уларҙа кешеләр күп. Фатирҙары тулы. Яна Григорьевнаның бик ал-ыҫтағы апаһы килгән шикелле. Әсәйем унда инеп борсойһо булма, тип киҫәтеп ҡуйҙы.

            – Улайһа миңә лә унда инергә ярамай. - Кире урыныма ултырҙым.

            – Бәлки Яна Григорьевнаға һүҙ менән булһа ла берәй нимәне еткерергә  кә-рәктер? Кемдәндер аша түгел, һылтауын табып үҙем инеп сығырмын. Сәләмегеҙҙе һүҙмә-һүҙ еткерермен.

            –    Ошоно индереп бирегеҙсе. Йәнбикәнең үҙенә. - Ҡулымдағын һондом.

- Кемгә тинегеҙ?

- Янаның ысын исеме Йәнбикә. Ул мин һүрәтләгән ожмах иленән. Яҡташым.

- Бына был исмаһам яңылыҡ!

- Уның яҙып бөтмәгән портреты бар ине. Бәлки майлы буяҡтар йыйылмаһының кәрәге тейер. Мине машина көтә, Алла. - Урынымдан ҡалҡтым. - Ә һин медицина институтына инәм, тиһең бит, тырышып уҡы, айырып химия, биология фәндәренә иғтибар ит.

            – Төргәгегеҙҙе тапшырырмын, һеҙ әйткән һүҙҙәрҙе лә еткерермен.

            – Әйткәндәй, - түш кеҫәмә тығылдым, - бына ошо блокнотты минән иҫтәл-еккә ҡабул ит!

       Алла беренсе битте асыу менән ҡыуанып ҡысҡырып ебәрҙе:

- Ә һеҙ унда сәскә һалғанһығыҙ! Умырзая сәскәһе! Ҡайҙан алдығыҙ?

- Тыуған яғымдан алып килгәйнеләр.

- Быны бит һеҙ миңә түгел, Яна апайға бирергә йыйынғанһығыҙ. Яңылышманыммы?

            – Уға сәләмәт сағында тапшыра алманым, ә хәҙер сирләгәнендә кипкән сәскә тоттора алмайым.

            – Ә миңә бүләк итергә ярай! Был блокнотты гел үҙем менән генә йөрөтәсәк-мен, биттәренә аҡыллы һүҙҙәр генә яҙасаҡмын, ә сәскәне класташ ҡыҙҙарыма күр-һәтеп күҙҙәрен шаҡмаҡтай итәм! 

       Үҙ алдына һөйләнгән ҡыҙ уңайһыҙланғандай ҡапыл туҡталып ҡалды.

- Нимәнелер әйтеп еткермәйһең булһа кәрәк, Алла?

- Һөйләй башлаһам мауығып китәм дә туҡтай алмай ҙә ҡуям. Әллә нимәләр әйтеп бөтөрәм. Аҙаҡтан оялып йөрөйөм.

- Ә һин оялмай ғына һора.

- Тиҙҙән 8 март байрамы. Ҡотлап открытка ебәрегеҙ әле. Бик ҡыуанасаҡмын, уны дуҫ ҡыҙҙарыма күрһәтеп, беҙҙең йортҡа килеп йөрөгән, сәскәле блокнот бүләк иткән һалдат миңә ғашиҡ булған, тип маҡтанып арттырып ебәрәсәкмен. Мөмкинме?

- Мин дә һине яратам, Алла. Һеңлемдәй күреп. Уҫаллашыуыңды, ныҡышмал, маҡсатҡа ынтылыуыңды, хыяллана белеүеңде, эскерһеҙ бер ҡатлылығыңды яратам. Ә ҡотлауға килгәндә ҡотлармын. Байрам һайын.

            – Онотмаҫһығыҙмы?

- Ҡаланы, ҡалҡыу ерҙәге был нурлы йортто онотоу мөмкинме?!

- Тағы открыткағыҙҙың ситенә үҙегеҙ хаҡында бер генә һөйләм дә өҫтәгеҙ:

“Борсолма. Минең бөтәһе лә һәйбәт!”

            – Ҡояшлы ҡыҙ һин, Алла! Киләсәктә ҡорған донъяңдың яҡты, йылы, ҡотло булырына шикләнмәйем!

       Китә биргәс ҡул болғаным.

       Ҡала уттары, тау битләүендәге йорт балҡышы, аҡ куртка менән аҡ башлыҡ бер ни тиклем ваҡыттан артҡа шыла барып төн ҡараңғылығында иреп юғалдылар.

 

 

 

                                                                  16

 

 

       Санэпидемстанция бүлеге госпиталдең төп корпусынан айырым, Черняховск ҡалаһының икенсе осонда урынлашҡан. Ауырыуҙарҙы алып барып, йә дарыуҙар йүнләп госпиталь юлын йыш тапаһаҡ та нишләптер миңә бында бығаса бер тап-ҡыр ҙа булырға тура килмәгәйне. Яңы шарттарға, ят кешеләргә күнегеп китеү, би-лдәле, еңелдән түгел, мин тегеләргә ятһырап таҫыраям, былар  мине мөрхәтһенеп етмәй ҡырын-мырын ҡарайҙар. Килеү менән санитар группаға өлкән инструктор итеп тәғәйенләнеләр. Беҙҙең төп бурысыбыҙ - частәрҙә эпидемиологик фонды тот-ороҡло тотоу, йоғошло ауырыуҙарҙы булдырмау, уларҙан һаҡланыу сараларын даими контролләү. Санчастәге бөтмәҫ эштәрҙән һуң бындағы йоҡомһоратҡан мө-хиткә яраҡлашып китеүе үтә лә ауыр. Күҙгә бәреп әйтмәһәләр ҙә  станцияны хеҙ-мәтләндереүсе һалдаттар беҙҙе «ҡомаҡ-сысҡан аулаусылар», тип йөрөтәләр. Дөр-өҫ һүҙгә яуап юҡ. Төп корпустың ҡаршыһындағы ике ҡатлы кирбес йорттоң бер-енсе ҡатында дүртәү бер бүлмәләбеҙ. Йәшәгән еребеҙ дауалау учреждениеһында-ғы ғәҙәти палатаға оҡшаған, бер артыҡ нимә лә юҡ; сеткалы тимер карауаттар ҙа хан заманынан ҡалған иҫке тумбочкалар, стена-түбә эзбиз менән ағартылған, тәҙ-рәләргә аҡ ҡорғандар тартылған, бүктереп бөткән хлорка еҫе лә таныш. Кәштәләге һөнәри инструкциялар йыйылмаларын, төрлө ҡалынлыҡтағы белешмәләрҙе иҫә-пкә алмағанда уҡырлыҡ әҙәби китаптарҙың булмауы йәнгә тейә. Китапхана дауа-лау бүлегендә икән, әлегә унда барып әйләнергә форсат сыҡмайыраҡ тора. Минең ҡул аҫтындағы ике ефрейтор, һәм сержант китапһыҙҙар ҡоронандыр, ҡулдарына нимә лә булһа тотоп уҡып ултырғандарын күргәнем юҡ, буш ваҡыттарын йоҡо һимертеп үткәрәләр, йә ял бүлмәһендә шашка-шахмат уйнайҙар, унан ҡалһа бер ниндәй маҡсатһыҙ карауаттарында аунайҙар. Дезинфекцияның* яйын, дератизац-ияның* рәтен белмәгәнлектән санитар хеҙмәттә тәжрибә туплаған теге сержант бар мәшәҡәттәрҙе ләүҙ өҫтөнә алып урын-еренә еткерә. Әлегә округтағы частәргә эпидемиологик кимәлде тикшерергә командировкаға ебәрмәйҙәр, әҙерәк өйрәнһ-ен, эштең айышына төшөнһөн, тиҙәрҙер. Гөнаһ шомлоғона ҡаршы, Озерск ҡалаһ-ындағы сержант мәктәбендә берәй эпидемия һымағыраҡ киҙеүҙең башланырын хыялланып көтәм. Әгәр шулай була ҡалһа иң алғы сафта күңелемә яҡын тарафҡа атлығыр инем.

       Киске аштан һуң ашхананан сығып килә инем, теге ефрейторҙарҙың береһе мине эҙләп килеп тә етте.

            – Иптәш старшина, һеҙҙе подполковник саҡырта!

            – Станция начальнигымы? Ул ярты сәғәт элек кенә УАЗ-игына ултырып ҡа-йҙалыр ҡуҙғалды түгелме?

            – Был ситтән килгән. Тегендә, баҡсала көтәм, тине.

    Баҡса тигәне станция эргәһендәге ағас-ҡыуаҡтар уратып алған ҙур ғына асыҡл-ыҡ. Уртаға волейбол  менән ҙур теннис майҙансығын ҡушарлатып эшләгәндәр. Көйәрмәндәр өсөн стадиондағылай артҡы яғы бейегәйә барған бер нисә рәт улты-рғыстар ҙа бар. Ағастар араһында ялтыр ҡыйыҡлы, ҡабырғалары штакетник мен-ән сатрашлап тирәсләнгән беседкалар, беседкалар эргәһендә ситтәре төҫлө кирб-естәр менән ҡайылған түтәлдәр. Шул түтәлдәргә аллы-гөллө сәскәләр сәсһәләр был ер йәй көндәре ысынлап та гөлбаҡсаға әүереләлер. Ҡары күптән иреп бөткән тирә-йүндең иреү ҡыртышы, ҡаҙылған ерҙең ҡара тупрағы әйләнеп ята. Ярай әле беседкаларҙы тоташтырып яҫы таштарҙан тротуар һуҡмаҡ һалғандар.

  Таныш һынды әллә ҡайҙан уҡ сырамыттым. Ул йорттарға яҡын беседкаларҙың  береһендә һорау билдәһеләй һерәйгән. Ни сәбәптәндер көн һалҡынса  булыуға ҡарамаҫтан кәпәсен ҡулына тотоп алып кәрәкһеҙ әйберҙәй әйләндергеләй. Муйы-ны эскә тартылғанғалырмы ялан башы шинель яғаһына ултыртылғандай сысайғ-ан.

      Слуквин мине күргәс ашыҡмай ғына тороп баҫты, честь биреүемә яуаплаған-дай ҡулын сикәһенә килтерҙе лә, яланбаш икәнлеген иҫенә төшөрөптөр,  усы мен-ән сәстәрен төҙәтеп һыпырҙы:

            – Здравстуй, старшина?

       Үҙемде тәртипкә килтерҙем, ысҡынған иҙеүемде ҡаптырҙым:

            – Здравия желаю, товарищ подполковник!  

 Слуквин күрешергә теләп ынтылды ла ни сәбәптәндер ҡулын кире тартып алып артына йәшерҙе.

       Көс һынашырға теләгәндәй бер-беребеҙгә ҡапма-ҡаршы баҫҡанбыҙ, тик ошо-ғаса киҫкен хәрәкәтле, физик көс бәргән тығыҙ кәүҙәле подполковниктың яурын-дары ауыр йөк күтәргәндәгеләй һалынғандар, тотош кәүҙәһе лә алыҫ араға ҡыуып яндырылған аттыҡылай бәүелә, күҙгә бәрелмәһә лә беленер-беленмәҫ дерелдәйҙ-ер ҙә әле. “Тигенгә килмәгәнгә оҡшай...” Ошо һиҫкәндергес уйҙан үҙем дә бөршә-йә биреп ҡуйҙым.  

       Беленеп шырт баҫҡан дүрткел эйәк ауырлыҡ менән яҙылып ҡыҫылған ирендә-рҙән ҡарлыҡҡан тауыш һығылып сыҡты:

- Вот так и будем торчать? Может сядем?

   Оҙон ағас ултырғыстың ике башын биләнек. Подполковник тәмәке сығарып би-ниһая ваҡыт быҫҡыны ла төпсөгөн эргәләге тимер һауытына ырғытты:

            – Көн һалҡын. Еүеш. Ҡалтырата. - Ҡулындағы кәпәсен ике ҡуллап башына батырғас өшөгәндәй шинель яғаһын төҙәтә биреп ҡуйҙы ла йәмрәй ҡаштары аҫт-ынан һораулы тексәйҙе:

            – Хәлдәрең нисек, яңы урынға өйрәндеңме?

            – Әкренләп күнегеп барам.

            – Тегендә, частә лә элеккесә. Курсанттарҙы имтихандарға әҙерләй башланыҡ.

- Минекеләр нисек?

- Бары өлкән лейтенантты ғына һирәк-һаяҡ күргеләйем. Хеҙмәт итә. Санчастә булғаным юҡ. - Өҫ-башыма ҡараны. - Ниңә улай еңел йөрөйһөң?

–    Йәйге формаға күстек. Тағы күрше корпусҡа ғына тип сыҡҡайным.

- Йылыраҡ кейенеп киләһеңме әллә? Миңә ҡабаланаһы түгел. Көтәм.

- Кәрәкмәҫ.

- Улайһа үҙең ҡара.

   Әҙәп йөҙөнән ҡоролған әңгәмә өҙөлдө. Ҡунағым яңынан тәмәке сығарып тоҡан-дырҙы:

            – Эш менән килгәйнем. Туҡта, старшинаны күреп китәйем, мин әйтәм.

            – Иҫкә алыуығыҙға рәхмәт. Нисек таба алдығыҙ? Госпиталдең бүлектәре ҡа-ланың бер нисә урынында.

- Эҙләгән таба. Һине бында ебәреүҙе кем ойошторған тиһең?! Ул бер кемгә лә сер түгел.

- Замполиттың санчасть фельдшерын ҡайғыртыуы үҙе үк абруй. Бындай ҡәҙер-хөрмәт кемгә эләгә әле. 

 - Ты уж не бравируй! Беҙҙән киткең килмәгәнде яҡшы беләм. Лыков та һине эшеңдә ҡалдырыуҙы һорап ике тапҡыр мөрәжәғәт итте. Тиҫкәрелекме был, әл-лә үҙһүҙлекме сығарған ҡарарымдан кире ҡайтып өйрәнмәгәнмен. Ә Яна бер ни ҙә өндәшмәне, үтенгән хәлдә бөтәһе лә үҙгәрер ине, бәлки. Яҡшы белгестәр бөтә урында ла кәрәк, бында ни ҡыйратаһың?

- Иртәнән алып кискә саҡлы сысҡандар, ҡомаҡтар аулайым. Мауыҡтырғыс шөғөл. Романтика.

- Уны ла кемдер башҡарырға тейеш… - Өҙә-йырта һөйләшеү киҫкен йүнәлеш алды. - Ни сәбәптән бындалығымды беләһеңме?

       Маңлайға терәп атҡандай бирелгән һорау эсе буш мискә геүләүеләй ишетелде. Өҫтөмә ябырылыр билдәһеҙ шомдан  тертләп киттем, һынымды турайттым.

- Янам юҡ бит был донъяла! - Ҡул ҡылыс менән һелтәнгәндәй һауаны ярҙы ла яртылаш тартылған төпсөк ситкә осҡас Слуквин башын ҡушуслап бөгөлөп төштө.

       Тотош кәүҙәмде ҡалсылдатып йәнемә бушлыҡ инеп ояланы. Инде килеп мин-ең дә булмышым Слуквиндыҡы ише, ҡағыл ғына хәҙер шаңғырап китәсәкмен. Аҙашып ят ергә килеп сыҡҡандай ян-тирәмә баҡтым. Күҙҙе бәйләй башлаған эңер тағы ла ҡуйыра төшкәндәй. Осраҡлы иҫкән ел һалҡын, ҡуйы томанды битемә килтереп һыланы. Еүеш күҙ аҫтарын ҡул һыртым менән һыпырҙым да  пилоткам ме-нән йөҙөмдө ҡапланым. Күҙ алдымдан тиҙ алмашынған кадрҙарҙай Йәнбикәнең тере һыны йүгереп үтте: бына ул аҡтан-аҡ кейемдә күкрәгенә ҡуҙҙай янған рауза-ларҙы ҡыҫа, ары ҡарашын һүндереп мәтам кейемендә ҡабул итеүгә килә, һуңғы сиктә кәфенгә төрөнгәндәй ҡаҡ һөйәккә ҡалып түшәктә ята,  янынан киткәндә бә-хилләүле төбәлеп эҙҙәремә ҡарай…     

 Тынлыҡты Слуквин боҙҙо:

- Нишләп бер һүҙ ҙә өндәшмәйһең, Азамат?

- Яна Григорьевнаны күҙ алдыма килтерҙем.

- Ул миңә көн һайын төшөмдә генә түгел, өнөмдә лә килә. Өндә һаташыумы был, әллә танһыҡ һынды көсләп күҙ алдына баҫтырыумы, белмәйем. Ерләше-ргә тип, машина ебәрттереп һине алдырырға ла теләгәйнем. Шунан кире уйлан-ым, Янаның ер ҡуйынына инеүен күрмәһен, тинем. Әйҙә, ул уйыңда, хәтереңдә хыялыңда йәшәһен. Ул минең өсөн тереләрҙән терерәк. Ерләгән мәлдә ҡәберенә икебеҙ өсөн дә тупраҡ ташланым. Муйынында һәр ваҡыт ярым айлы муйынса йө-рөттө, һуңғы төйәгендә лә үҙе булып ятһын, тип ҡәбер ташына ысын исемен яҙ-ҙырҙым. Иртәме-һуңмы, уны эҙләп барасаҡһын, табасаҡһың. Шул саҡта минең ке-млегемде лә әйт - Павел һине ғүмере буйы яратты, һәм һуңғы һулышына ҡәҙәр яратасаҡ, тигән.

      Подполковник ниҙер хәтерләгәндәй шинелының кеҫәләрен ҡаҡҡыланы ла бәл-әкәй генә конъяк шешәһен, өс рюмка килтереп сығарҙы. Һауыттарҙы урталағы өҫ-тәлгә ҡуйып эсемлек тамыҙҙы.

- Ҡатынымды яҡшы һүҙ, яҡты уй менән иҫкә алайыҡ!

       Аяғөҫтө баҫып бер тына тын тороп эсеп ебәрҙек. Ҡырҡыу еҫ бәргән ҡиммәтле эсемлек үҙәк буйын яндырып төшөп китте. Кире урындарыбыҙға ултырҙыҡ.

            – Бында бәләкәй генә булһа ла мәсет ишараты бар икән. Ислам динендә мәрхүмдәрҙең өсөн, етеһен, ҡырҡын уҡытыуҙарын беләм.  Изге ғәмәлде урын-еренә еткерҙем, шундағыларҙың барыһына ла саҙаҡа өләштем.

- Бына быныһын яҡшы иткәнһегеҙ, иптәш подполковник.

- Ышанаһыңмы-юҡмы, күңелемә әҙерәк еңеллек килгәндәй итте.

    Ҡарашымды эргәләге беседканың ултырғысҡа күсерҙем, уның арҡа терәр рәш-әткәһенә яңғыҙ ҡарабаш ҡунған. Ҡошсоҡ башын ҡырын һала биреберәк  ҡара нө-ктәләй күҙҙәрен беҙгә йүнәлткән. «Һин теге саҡ беҙ паркта күргән турғай мәллә? Икенсе яртың ҡайҙа?» Теге һорауымды төшөнгәндәй ҡауырыйҙарын ҡабартып еб-әреп ҡанаттарын ҡаҡҡандай итте лә ҡапыл ишетелгән даңғырҙау тауышынан өрк-өп пырылдап осоп китте. Территория буйынса дежур һалдат ҡый һауыттарында-ғы сүп-сарҙы тоғона ауҙарып йыйып йөрөй икән дә баһа. Ул алыҫлаша төшкәс Сл-уквин көйәләнгәндәй ҡулдарын тубыҡтарына һуҡты:

            – Мин һине юҡҡа бында ебәрттерҙем. Юҡҡа! Әгәр тегендә йөрөп ятһаң, Яна ла йәшәр ине әле.

            – Тылсым эйәһе түгелмен, иптәш подполковник.

            – Барыбер. Былай ҙа ниндәйҙер сығанаҡтан ҡөҙрәт, дәрт алып әжәлен һуҙа, кисектерә килде. Үҙемде енәйәтсе, үлтереүсе итеп тоям.

            – Юҡ бәләне өҫтөгөҙгә алып ғазапланмағыҙ Павел Сергеевич. Ғаилә тормо-шоғоҙға көтмәгәндә-уйламағанда килеп тығылдым. Бында һеҙҙең дә, минең дә, Йә-нбикәнең дә ғәйебе юҡ. Ситкә ебәреүегеҙгә лә үпкәләмәйем, ҡайҙа ла хеҙмәт итер-гә кәрәк.

            – Беҙҙең мөнәсәбәттәр сәйер, үтә лә сәйер, старшина. Ниндәйҙер һалдат ми-нең, өлкән офицерҙың лайыҡлы көндәше булыр тип ике ятып бер уйыма инеп сы-ҡмағайны. Көндәш кенә түгел, яратҡан ҡатынымды ҡаратыр, ғашиҡ итер кимәлд-әге көндәш.

            – Намыҫым саф икәнлеген яҡшы беләһегеҙ, иптәш подполковник. Тағы ла шул һорауыма яуап бирегеҙ әле, ҡатынығыҙҙы яратмау, уға ғашиҡ булмау мөмк-инме? Гөнаһһыҙ һөйөүгә хаҡым бармы, әллә юҡмы?

            – Ул бит минең ҡатыным ине! Аңлайһыңмы старшина, законлы ҡатыным!

            – Булһа һуң?! Йыһандағы йондоҙҙарға меңәр йылдар әҙәм балаһы ғашиҡ булған. Шул иҫәпһеҙ-һанһыҙ яратып бағыуҙан, һоҡланыуҙан улар бәлки сағыу-ыраҡ яналарҙыр. Ә Йәнбикәгә килгәндә  бер тапҡыр ҙа һеҙҙе яманлап һүҙ әйтмә-не. Уның өсөн һәр саҡ көслө ихтыярлы ир булып ҡалдығыҙ.

            – Быныһы ғына аҙ. Уны ҡайһы яғығыҙ менән үҙегеҙгә ҡарата алдығыҙ икән, шуныһы миңә сер булып ҡалды. Ҡайһы ерегеҙ минән артыҡ, ә? - Тәү тапҡыр күр-гәндәй буй-һынымды өҫтән аҫҡа ҡарай һөҙҙө.   

            – Бәлки ул һеҙҙә булмаған сифаттарҙы миндә күргәндер.

            – Ниндәй сифаттарҙы?

            – Ярата һәм ҡатын-ҡыҙ менән һоҡлана белеүҙе. Яратыу һәләт, ул бөтә кеш-егә  лә бирелмәй. Ер йөҙөндәге әҙәм балаһы ла ике төргә бүленә - мөхәббәтлеләр һәм мөхәббәтһеҙҙәр. Мөхәббәтлеләр донъяны йәмләр өсөн тыуғандар, ә мөхәб-бәтһеҙҙәр - ҡотһоҙлоҡ сығанағы. Һуңғыларының фажиғәһе лә ана шул рухи зәғи-флектәлер.

- Минме мөхәббәтһеҙ?! Минең һымаҡ ярата белһендәр әле!

- Әҙәм балаһы был донъяға үҙенең икенсе яртыһы менән тыуа тиҙәр. Ике ярты тап килеп ҡауышҡанда ғына бөтөнлөк хасил итәләр. Яна һеҙҙең икенсе ярты-ғыҙ булмаған.   

- Бәлки хаҡлыһыңдыр, старшина. Бер ғаиләлә ике ярты булып йәшәнек шул.

       Слуквин кинәт үрелеп өҫтәлдәге шешәне эләктерҙе лә башын артҡа ташлап быуыла-сәсәй конъяк эсә башланы. Бер аҙҙан буш шешәне йән көсөнә тимер ҡый һауытының ҡырына бәрҙе. Шауҙырлап быяла ватылғаны ишетелде.

            – Бына ошолайтып минең йәшәү ҙә селпәрәмә килде. Нисәнсе көн инде фа-тирымдан биҙҙем, ҡайтып күренгем дә килмәй. Йортобоҙ туҙҙырылған тамуҡҡа оҡшап ҡалды. Ә йәшәргә кәрәк. Хәҙер  яратҡан диңгеҙенә ҡарап йән биргән атай-ымдың хәлен аңлайым. - Түш кеҫәһенә тығылып конверт килтереп сығарҙы. - Бына Янаның тумбочкаһында һиңә яҙылған хат ята ине. Адресһыҙ килеш исемең генә яҙылған. Аманаттыр, шуны һиңә тапшырам. Сит кешегә яҙылғанды уҡый торған ғәҙәтем юҡ, әммә уның эстәлеге былай ҙа билдәле.

       Слуквин шинеленең төймәләрен ҡаптырып, бер яҡҡа шыла төшкән кәпәсен төҙәтеп кейеп урынынан торҙо:

- Рәхмәт һиңә, старшина. Ғазаплы булһа ла миңә Яна менән өс айҙан күберәк йәшәргә мөмкинселек бирҙең. Шул фажиғәле көндәремдә һиңә рәхмәтле лә булдым, һәм күрә лә алманым. Изгелек менән гөнаһҡа, һөйөү менән күрә алмау-ға шулай бер аҙым ғына ара. Икебеҙҙең тормош һуҡмағы башҡаса киҫешмәҫтер бынан бүтән. Бәхил бул!

       Ҡапыл тороп баҫты ла ауыр, һәлмәк аҙымлап ҡапҡа яғына йүнәлде.

      Рауза сәскәләре төшөрөлгән конверт. Танауыма яҡын килтергәйнем унан тан-ыш хушбуй еҫе килде. Күҙҙәремде йомоп бер килке онотолоп ултырғас конвертты астым.

       «Ҡәҙерле кешем минең! Тәүге һәм һуңғы тапҡыр арауыҡ һаҡламай һиңә яҡ-ын итеп өндәшәм. Ниһайәт айырылышыу мәле лә етте. Бөтөнләйгә. Элгәре үлем тигән һүҙҙән, төшөнсәнән ҡотом оса ине, ә хәҙер ҡурҡыу, һуңғы минуттарымды һуҙырға теләгән сәбәләнеү тойғоһо юҡ. Бары ғазаптарымдан арынам ғына бит. Әг-әр янымда булһаң был яҡты донъяны ташлап китергә теләр инемме икән?! Һин эргәмдә саҡта һалам осмотона  йәбешеп  булһа ла йәшәргә тырышып ята инем. Һуңғы айымды, көндәремде мөхәббәт иҫәбенә йәшәнем. Һин бит миңә теүәл өс ай ғүмер бүләк иттең. Әгәр ошоларға төндәрҙе-көндәрҙе, сәғәттәрҙе, минуттарҙы ҡу-шһаң үҙе оҙон бер ғүмер. Был донъяла бары яңы әйткән өс айҙы ғына йәшәнем, ә ҡалған ғүмерем был иҫәпкә инмәй. Моңһоу йылмайыуыңды, ипле холҡоңдо, бай, йомарт күңелеңде, йылы, йомшаҡ ҡулдарыңды, ҡабалан атлап килгән аяҡ тауы-штарыңды яратам. Ваҡлашмайыҡ, кешене айырым-айырым ғына яратыу мөмкин түгел. Мин һине тотошлайы менән яратам. Ошо һөйөү һүҙҙәрен күҙҙәреңә ҡарап әйтә алыр инемме икән? Юҡтыр. Әгәр тойғоларымды йәшермәйенсә асып һалһ-ам уларҙың ҡайнарлығы, ихласлығы кәмер, ҡайтышланыр ине моғайын. Яратам, тиһәм дә, мин бер тапҡыр ҙа ҡосағыңа һыйынманым, ирендәреңде наҙлап үпмә-нем. Алла тарафынан ошондай саф, гөнаһһыҙ һөйөү яҙылған минең өлөшкә. Һай-лаған ҡыҙың һине һөйөп, бары һиңә тоғро ҡалып мәғәнәле ғүмер кисерәсәк, бын-ыһына иманым камил. Сәләмәтләнеп, ана шул кәләшеңдең урынына баҫып, һин-ең менән мөхәббәтле тормош кисереп оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәгем килә. Маңлайға яҙған яҙмышты үҙгәртеп, үтер һуҡмағыңды яҙлыҡтырып, яңылыштырып, күрер-еңдән боҫоп, әжәлеңдән ер сигенә ҡасып ҡотолоп булмай икән. Тағы әллә нимәләр хаҡында дәфтәр биттәрен тултырып яҙғым килә лә, хәлем бөтә, тотош кәүҙәм ос-оп китергә йыйынғандай ер менән күк араһында аҫылынған, ҡәләм тотҡан барма-ҡтарым тыңламай ҡорошалар. Барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә! Килер көндәреңә, барыр тарафтарыңа фатихамды бирәм. Һәм һуңғыһы - мин ҡалдырған яҡты эҙ бер килеп һине эҙләп табырына ышанам…

                                                                                                           Йәнбикә Тимербулатова»

 

 

 

 

                                                                 17

 

 

 

   Армиянан ҡайтҡан йәй кәртә-ҡура тирәһен ҡарап-һипләп, ҡыйшайған-аушай-ған баһыу бағаналарын алыштырып ҡышҡылыҡҡа утын-бесән әҙерләнем дә, рай-он дауаханаһынан ауылымдағы табип амбулаторияһында яҡшы эш тәҡдим итеү-ҙәренә ҡарамаҫтан, әсәйем менән һөйләшеп-кәңәшләшкәндән һуң, уның ризалы-ғы, рөхсәте менән имтихандар тапшырып башҡорт дәүләт университетының фи-лология факультетына  уҡырға индем. Ауылымды ташлап китмәйем, ошонда ҡа-лам, тип ант иткәндәй ҡайтып төшкәйнем дә бер әҙерәктән күрмәгәнен күрергә ярһыған күңелем тағы ситкә тарта башланы. Изге юл, яҡшы юлдаштар, уйымдың уңын теләгән әсәйем тағы ла оҙаҡ ваҡытҡа яңғыҙы ҡалды. “Әсә күңеле балала, ба-ла күңеле далала”, тигәндәре шулдыр, күрәһең.

   Ҡәҙимге, һәүетемсә барған тыныс тормош ығы-зығыһы менән мауығып Балтик

буйындағы баштан үткән ваҡиғалар бер аҙ онотола төшһә лә билдәһеҙ һағыш,  ҡайтмаҫ, табылмаҫ юғалтыу тойғоһо, йән болоҡһоуы күңелде тырнап-тырнап ҡуя ине ҡайһы саҡ.

       Сентябрь башында уҡыуҙар, лекциялар башланды, башкөллө икенсе, минең өсөн әлегә ят, әммә мауыҡтырғыс мөхиткә сумдым. Яңы ғына мәктәп партаһы арт-ынан сығып студент исеменә лә күнегеп өлгөрмәгән кисәге уҡыусыларҙың орҙо-бә-рҙе йәшәүҙәре,  замана шауҡымына ярашлы ҡоролған, мине ятһындырған  ҡыҙы-ҡһыныуҙары башҡа. Иртә таң менән шау-гөр килеп уҡыу аудиторияларына инеп тулалар ҙа лекциялар бөтөр-бөтмәҫтән урамда уйнарға ашыҡҡан шуҡ балалар ише сығып та йүгерәләр. Билдәле, әле уларҙың елбәҙәк, ғәмһеҙ, юҡтан ғына ҡыҙ-ыҡ, мажара эҙләгән саҡтары. Хәрби хеҙмәттә сынығыу алып ҡайтҡан, үҙҙәренән әллә күпмегә оло күренгән олпат ағайға, йәғни миңә, һин ҡартлас нимә юғалттың әле бында, яңылыш килеп эләкмәнеңме беҙҙең араға, тигәндәй ҡырын-мырын,  шикләнеңкерәп тә ҡарайҙар. Курстың яртыһынан күбе ҡыҙҙар. Улар ҡайҙа ла ал-ғы урындарҙы биләйҙәр, ә мыйыҡ ишараты яңы беленә башлаған, шыйыҡ быуын егеттәр күҙгә-башҡа күренергә теләмәй артҡараҡ, мөйөшкәрәк тартылалар. Шул өркәк ҡылыҡтары менән ир-атты түбәнһетәләр, абруйын төшөрәләр.

       Беренсе көндән үк иң алға барып ултырғайным, эргәмә футболка, тар джинсы салбар, кроссовкалар кейгән сибәр ҡыҙ килеп тә баҫты:

- Тут сидят одни девушки. Молодой человек, это мое место! - Әллә уныҡы, әллә түгел, бәйләнергә сәбәп эҙләйҙер шунда.

- Күрәһегеҙ бит, бында иркен. Рәхим итегеҙ! - Янымдағы буш урынға ымланым.

       Ҡыҙ ҡылтайған, үсеккән сабыйҙай урынында тыбызыҡлап тора бирҙе лә ҡай-тарып өндәшмәй сумочкаһын парта өҫтөнә ырғытып, үҙһүҙлеген иҫбатлап, һеҙ улай булһағыҙ, мин былайыраҡ, тигәндәй терәлеп тиерлек эргәмә ултырҙы. Хәҙер аҙна самаһы инде урындарыбыҙ йәнәшә, ҡабырғаларыбыҙҙы йылытышабыҙ. Ҡыҙ лекциялар мәлендә, йәнәһе лә яҙып өлгөрмәй, минең яҡҡа һөйкөмлө һирпелеп һыйына биреберәк алдымдағы конспектҡа күҙ һала, йә юҡ йомошон бар итеп ун-ыһын-быныһын һораған була. Тегенең барлығына ла иғтибар итмәйем, хәбәр ҡу-шыуына ла рыя ғына яуаплайым. Бер көн сыҙаманы был, лекцияларҙан һуң үҙе башлап һүҙ ҡушты:

            –    Ә һеҙ ҡыйыу кеше!

- Өҫтәл артында ултырып ҡына батырлыҡтар эшләп буламы икән?

- Башҡа егеттәр ҡурҡаҡ ҡуяндай мөйөшкә боҫҡандар, ә һеҙ алда!

- Уҡытыусыға яҡыныраҡ ынтылыуымдың сәбәбе бар; ҡолаҡҡа ҡатыраҡмын шул, һылыу, йәнә күҙҙәрем бик насар күрәләр, бер һүҙ менән әйткәндә йәш-елкенсәктең араһына яңылыш килеп ингән бабаймын!

      Ҡыҙға яуабым оҡшаны шикелле, ҡыҫҡа ҡырҡылған сәстәрен бер яҡҡа һирпеп ебәреп, башын артҡа ташлап иһаһайланы ла көлөп туйғас килешле итеп йолҡо-лған ҡаштарын төйөп йөҙөн етдиләндерҙе:

- Һуҡыр, һаңғырау бабай, әйҙә йыл аҙағына тиклем гел бергә ултырайыҡ, килештекме?

- Килештек.

- Тик кенә лә ултырмаҫһығыҙ, мине яҡларһығыҙ, һаҡларһығыҙ, ҡурсырһығыҙ ҙа. Йәме?

- Йә. Иртәгә иртәнсәктән урындарыбыҙҙы алмашып тәҙрә яғынан урын алырмын.

- Нишләп?

- Ел теймәҫ.

- Ә урамда ямғыр, ыжғыр буран! Мин һеҙгә ихлас дуҫлыҡ тәҡдим итәм, тик шунан да ары түгел!

- Ҡарт кеше ошонан да күбенә иҫәп тота алмай!

- Ҡарт кеше, әйткәндәй, - ҡыҙ ҡулындағы төҫлө буклетты миңә һондо. -

Быны ойоштороусылар урамда таратып йөрөйҙәр, тиҙҙән Мәскәүҙән артистар килә. Класскик музыка концерты. Бәлки, барып тыңларбыҙ, ә?

- Ә нишләп классик музыка концертына саҡыраһығыҙ? Театрға барырға мөмкин, циркҡа, юҡ тигәндә зоопаркҡа.

- Тирә-йүн былай ҙа маймылдар, хайуандар менән тулған. Мин үҙем мәктәптә уҡығанда музыка мәктәбендә шөғөлләнгәйнем. Һеҙгә классик музыканың бөйөклөгөн, илаһилығын, ябай үлсәмдәргә һыймаҫ киңлеген төшөндөргөм килә. Исмаһам бер тапҡыр булһа ла шундай концертты тыңлағанығыҙ булдымы, ауыл бабайы?

- Тыңланым, һылыуым. Теүәл бер йыл элек...

- Яна, ну, Яна, мы же тебя ждем! Опаздываем! - Ишек төбөндәге әхирәттәре шау-гөр килеп ҡыҙҙы үҙҙәренең янына саҡыра башланылар.

- Тимәк, һеҙҙең исемегеҙ Йәнбикә?

- Да... Эйе... Ә һеҙҙеке?

- Баймөхәмәтов Азамат Нурғәлиевич.

- Ни тиклем рәсмилек! Һеҙгә һыйынып ултырған яҡынығыҙ булараҡ исемегеҙ менән генә өндәшергә рөхсәт итегеҙ?

- Рөхсәт итәм.

- Ә мин бөгөнгө көндән бары һеҙҙең өсөн генә Йәнбикә булырмын!

       Ҡыҙ осоп-ҡунып ишек яғына ҡарай йүгерҙе, китешләй ҡайырылып ҡул бол-ғаны, шат йылмайҙы  ә мин иҫемде йыя алмай тороп ҡалдым.      

       Лекциялар алдынан аудиторияға урта буйлы утыҙ йәштәр самаһындағы ҡат-ын килеп инде. Нәҙек-өҙөк буй-һын, ҡалын ҡара сәстәр, һөйкөмлө йөҙ. Инде лә ыҡсым танауына ҡунған килешле күҙлеген һалып студенттарға мөләйем, әммә та-лапсан итеп баҡты:

            – Мин педагогия фәндәре кандидаты Гөлбикә Хәйретдин ҡыҙы Минһажет-динова булам һәм ҡышҡы сессияларға саҡлы һеҙгә педагогиканан лекциялар уҡ-ыясаҡмын. Шунан зачет, һуңынан имтихан. Тәүге көндәрҙән үк дәрестәрҙе ҡалды-рмай, конспект яҙып тырышып шөғөлләнһәгеҙ, артабан да уртаҡ тел табып, бер-беребеҙҙе аңлап эш итербеҙ тип ышанам.

       «Гөлбикә Хәйретдиновна?.. Был ҡатынды ҡайҙалыр күргәндәйнем дә. Ошо тә-рән күлдәй, аҡыллы һоро күҙҙәргә яҡындан ғына текәлеп торғаным да бар. Хәйр-етдиновна?.. Туҡта, был ҡатын Йәнбикәнең апаһы булыуы бик тә ихтимал бит? Оҡшашлыҡты бынау күҙлек йәшерә йәшереүгә. Бәлки яңылышамдыр? Атайҙар-ының исемдәре тап килгәндәр был донъяла әллә күпме…»

 Аҙна аҙағына саҡлы икеләнеп күҙәтеп йөрөнөм-йөрөнөм дә дәрестәрҙән һуң, ҡай-тырға тип әйберҙәрен йыйып аҙапланған уҡытыусымдың янына килдем.

            – Әлеге тема буйынса һорауҙарығыҙ бармы? - ти был ҡоро ғына.

            – Һеҙҙе иғтибар менән тыңланым, сығышығыҙҙы конспектланым да.

            – Улайһа һеҙҙе тағы нимә ҡыҙыҡһындыра? - Ҡаршыһында тороп та мине күрмәгәндәй аша ҡарай, теләр-теләмәҫ һөйләшә. Ыҫмалалай йәбешергә, урын-лы-урынһыҙ бәйләнергә әҙер әрһеҙ студент халҡынан йонсоп та бөткәндер күрәһ-ең, ҡайҙалыр ашыға ла булһа кәрәк.

            – Ваҡытһыҙыраҡ борсоном, буғай, зинһар ғәфү итегеҙ. - Һөйләшеү килеп сыҡмаҫын һиҙеп китергә йыйындым.

- Бәлки һеҙгә берәй ярҙам кәрәктер? - Гөлбикә Хәйретдиновна үҙенең ҡырыҫлығынан уңайһыҙланғандай бер аҙ ирәмһей төштө.

            –   Һеҙгә Йәнбикә Тимербулатова тигән ҡатын таныш түгел инеме?

       Уҡытыусы көтөлмәгән мөрәжәғәттән юғалып ҡалды, арауыҡ һаҡлау битлеге һыпырып ырғытҡандай юҡҡа сыҡты, ул ишеткәнен аныҡларға теләп ҡабатлап һо-раны:

            – Кем?.. Йәнбикә тинегеҙме?

            – Мин уны Яна Григорьевна Слуквина булараҡ та белдем.

– Нишләп Яна булһын, Йәнбикә! Таныш булмаған ҡайҙа, ул бит бер әсә, бер ата һеңлем! - Албырғауы йөҙөнә сыҡҡан ҡатын мине әле генә абайлап алғандай баштан-аяҡ һынап күҙҙән үткәрҙе. - Уны ҡайҙан беләһегеҙ? Йәнбикә бала саҡта уҡ киткәйне, бында йәшәмәне, тиерлек. Элегерәк ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булыуын иҫәп-кә алмағанда ҡайтып та йөрөмәне.

– Мин уны Армияла саҡта Калининград өлкәһенең Озерск ҡалаһында  ос-ратҡайным. Ире сержант мәктәбендә замполит ине.

– Яҡынданыраҡ танышайыҡ?

            – Азамат Баймөхәмәтов.

            – Азамат?!. Бына ниндәйерәк икәнһегеҙ! Ә мин һеҙҙе бөтөнләй икенсерәк  итеп күҙ алдына баҫтырғайным: бәһлеүән кәүҙәле, сибәр, тәүәккәл, ҡыйыу…

            – Хоҙай Тәғәлә биргән буй-һыным, ҡылыҡ-фиғелем ошо ғына шул.

            – Саҡ ҡына ла түбәнһетергә теләмәйем, һүҙҙән һүҙ сығып ҡына… - Гөлбикә Хәйретдиновна конспекттар йыйылмаһы һалған күн сумочкаһының оҙон тотҡаһ-ын яурынына элде.  - Моғайын һеҙ ҙә ҡайтаһығыҙҙыр,  әйҙәгеҙ, юлыбыҙ бер йүнәл-ешкә булһа бергәләп атлайыҡ.

    Университет бинаһынан сыҡтыҡ. Миллионлы ҡала мегаполистарға хас тормош ҡаҙанында ҡайнай. Һис ҡасан туҡталмаған хәрәкәткә, ығы-зығыға ҡасаба үҙәге ҙур-лыҡ Озерск ҡалаһынан, йәшәү ағышына ҡабаланыу-ҡарһаланыу ят ауыл көнитм-ешенән һуң бер ҙә генә лә өйрәнеп китә алмай йонсойом. Физик көс талап иткән крәҫтиән хеҙмәте был тиклем үк арманһыҙ итмәй торғайны, ә бында кискә ҡәҙәр һуты һығып алынған лимон хәлендә ҡалам.

  Урамдағы халыҡ ағымына ҡушылдыҡ. Атлауы яйһыҙ, төкөй яҙып үтәләр, йә тей-еп уҙалар. Бәргеләнеп, йолҡҡоланып барабыҙ. Юлдашымды осраҡлы ҡағылыуҙар-ҙан һаҡларға тырышам.   

            – Фатирҙа тораһығыҙмы?

            – Икенсе ятаҡтан урын алдым.

            – Уҡыған саҡта биш йыл буйына мин дә шунда йәшәнем. Тыуған йортомдай яҡын ул. Бына бынауында ултырып һөйләшәйек. - Гөлбикә Хәйретдиновна опера һәм балет театрының ҡырлауындағы  Аксаковҡа ҡуйылған ҡорос бюстың янында-ғы буш ултырғысҡа ымланы.

       Театрҙа әле тамашалар башланмаған, шуға күрәлер унда инеп-сығыусылар кү-ренмәй тиерлек. Миҙгел П.И. Чайковскийҙың «Аҡҡош күле» премьераһы менән асыла икән. Төҫө уңа төшкән күккә, иркә ҡояш нурҙарына битемде ҡуйып күҙҙәр-емде ҡыҫа төштөм. Әбейҙәр сыуағы. Тағы ла көҙ, был юлы Йәнбикәһеҙ көҙ. Унһыҙ үткән көндәрем, айҙарым тоноҡланыр, мәғәнәһен, матурлығын юғалтыр һымаҡ ине лә, юҡ, тормош үҙ ағышы менән дауам итә, йән яраһын дарыу түгел ваҡыт да-уалай шул. Ана бит елһеҙ килеш тә саған ағасынан ысҡынған һары япраҡтар хуш-лашҡандай һауала тирбәләләр ҙә яңынан тирткән асыҡ йәшел ҡурпылы ер өҫтөн ябалар. Тотанағын юғалтып һауала тирбәлгән үрмәксе ауҙары йәшен сатҡыһылай ялт-йолт киләләр. Үрелеп бармаҡ менән сиртһәң  уларҙан илаһи көй ағыла башлар төҫлө.

      Оҙаҡ ҡына тирә-йүнде тамаша ҡылдыҡ. Икебеҙ ике яҡҡа ҡарағанбыҙ, моғайын ошо мәлдә уйҙарыбыҙ, ғәмдәребеҙ тап килмәйҙер. Гөлбикә Хәйретдиновна ҡояш-тан һаҡлаған алһыу күҙлеген маңлай өҫтөнә шылдырҙы:

            –  Һеҙ минең хаҡта бәлки ишеткәнһегеҙҙер?

–  Эйе, Йәнбикә апайым бар, ти ине. Бала сағығыҙҙың ҡайһы бер ваҡиғала-

ры хаҡында ла беләм. - Уң яҡ ҡаштың өҫтөндәге ялтасланып беленер-беленмәҫ кү-ренгән йөйгә ҡарап алдым.

       Гөлбикә Хәйретдиновна ауыр бала сағын яңынан хәтеренән үткәргәндәй бер килке көсөргәнеп шул ерен ыуып ултырҙы. Миңә ҡалһа ул ҡәһәрле тамғаны һып-ырып ырғытырға теләй ине шикелле.

            – Ике бөртөк кенә инек. Бына хәҙер туғанлыҡ яғынан ҡан ҡәрҙәшһеҙ япа-яң-ғыҙым тороп ҡалдым. Әйткәндәй, яңыраҡ Павел Сергеевич та ҡапыл ғына мәрхүм булып ҡуйҙы. Ҡапыл микән, әллә тәҡдир ҡушыуымы, теге саҡ йәшәүенән мәғәнә тапмай, тормошонан ваз кисеп үлемен эҙләп йөрөгән кешегә оҡшап ҡалғайны ул. Отпускы мәлендә Таганрогҡа ялға ҡайтҡан да пляжда саҡта диңгеҙгә батҡан. Оҫта йөҙә лә белгән тиҙәр. Ярҙан алыҫ киткән осраҡта ла таһыллы спортсы була тороп та кире сыға алмаһын сәле, ышанғы килмәй. Әжәлен дә алдан тойомлағандай, ми-нең менән бер-бер хәл була ҡалһа ҡатыным менән йәнәш ерләгеҙ, тигән записка ла ҡалдырған. Туған-тыумасаһыҙҙың васыятын кем генә үтәп йөрөһөн инде, уны тыуған ҡалаһында, атаһының янына ҡуйҙыҡ. Бынан беҙ самолетта осоп барҙыҡ. Тағы ерләгән мәлдә шуға иғтибар иттем, атаһы ла улы ла бер званиела булғандар, бер үк йәштә үлгәндәр, ошонан аҙаҡ серле тап килеүҙәр булмай, тип әйтеп ҡара. Хәҙер ир менән ҡатын икеһе ике ерҙә ята. Йәл. Павел Сергеевичты ерләшергә Ел-изавета Петровна килә алманы. Уның менән һирәкләп булһа ла хат аша хәбәрлә-шеп торабыҙ. Полиартрит быуындарын ҡатырғас хәҙер фатирынан да сығып йөр-өй алмай икән, социаль хеҙмәткәрҙәр ҡарамағында, кеше көнлө. Был көнитмешт-ең фажиғәһе бер ниндәй таянысһыҙ япа-яңғыҙ ҡалыуҙалыр. Павел Сергеевич, Ел-изавета Петровналарҙан алып әйтәм, юҡҡа ғына ғаиләм – ҡәлғәм, тимәйҙәрҙер. Унда емерткес тормош дауылдарынан ышыҡланып һаҡлау һәм яҡлау табырға мө-мкин, йәшәүгә көс-дарман биргән, өшөгәндә тандыр усағында йылытҡан да ғаилә. Ә мин ана шуларҙан мәхрүм үҫтем. Балалар йортонда тәрбиәләнгәндән һуң респ-ублика мәктәп-интернатында уҡыным, ары юғары уҡыу йорто. Артылған бейекл-ектәремә, яулаған еңеүҙәремә хәләл көсөм менән өлгәштем, ҡул ярҙамы, тел ярҙа-мы күрһәтеп күтәрмәләүсе яҡыным булманы. Хәҙер бала саҡта алып еткермәгән тормош йәмен ғаиләмдә табырға тырышам. Улыбыҙ, ҡыҙыбыҙ бар.Ҡыҙыма әсәй-емдең исемен ҡуштыҡ. Ирем «Башнефть»тә баш инженер булып эшләй, үҙем ун-иверситеттан һуң  аспирантураны тамамланым да быйыл йәй башында Мәскәүҙә кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланым. Тормош көтөү йәһәтенән шөк-өр, бөтәһе лә һәйбәт, ыңғай. Ишетеүем буйынса һеҙҙе һәйбәт фельдшер, тиҙәр. Ниңә улай ҡапыл ғына һөнәрегеҙҙе үҙгәртергә булып киттегеҙ?

            – Нишләптер әҙәбиәт, тел үҙенә нығыраҡ тартты.

            – Йәй көнө бер шәлкем шиғырҙарығыҙҙы республика гәзитендә баҫып сығ-арғайнылар. Тәнҡитсе түгел, ябай уҡыусы күҙлегенән ҡарап, уҡып сыҡтым, үткән-дәрегеҙҙе һағынып яманһыулау рухында яҙылһалар ҙа оҡшанылар. Шиғырҙы тоя беләһегеҙ, уҡыусыға еткерер һүҙегеҙ бар. Быныһын ихластан әйтәм. Шунан һеҙҙе эҙләп табырға теләп редакцияға мөрәжәғәт иттем. «Төпкөл ауылда йәшәй, уны күреп белмәйбеҙ», тип кенә әйтә алдылар. Ер шары түңәрәк, бына тап булыштыҡ. Һеҙҙең менән танышыуыма шатмын. Ярай, алдағы көндәрҙә осрашырбыҙ ҙа, әллә күпме һөйләшербеҙ ҙә әле.  - Ҡатын урынынан ҡалҡты, сәғәтенә күҙ атты. -  Ғәфү үтенәм, хәҙер миңә балалар баҡсаһына барып ҡыҙымды алырға кәрәк, былай ҙа ныҡ һуңлап киттем, улым мәктәптә, ирем юлдан, командировканан ҡайтмаған. - Күҙлеген кейҙе, урынынан торҙо. Мин дә һаубуллашырға йыйынып урынымдан ҡалҡтым. Гөлбикә Хәйретдиновна китергә итте лә нимәнелер хәтерләп туҡталды. - Беҙҙә Йәнбикәне хәтерләткән берҙән-бер әйбер һаҡлана һаҡланыуға. Әгәр теләһә-геҙ күрһәтә алам. Икенсерәк, һеҙгә ҡулайлыраҡ ваҡытта, әлбиттә .

       “ Яҡты эҙ ҡалдырам ти ине бит, өлгөргән, тамамлаған тимәк, күрергә ине... Бөгөн үк, хәҙер үк!..”

- Гөлбикә Хәйретдиновна, баҡсалағы ҡыҙығыҙҙы әллә бергәләп барып алайыҡмы?   

–    Вәғәҙәләгәнегеҙҙе иртәгәгә ҡалдырмайыҡ, тиһегеҙме? Улайһа әйҙәгеҙ!

       Бына беҙ Гөлбикә Хәйретдиновналарҙың фатирында. Иркен залға үттек.

    Ҡаршы яҡ стенаға киндергә  майлы буяу яғып эшләнгән ҙур ғына картина элен-гән. Уға ҡараным да ҡаттым да ҡалдым; ҙур, көҙгөләй ялтыр күл, унда һанһыҙ йо-ндоҙҙары емелдәшкән, табаҡтай тулған айы йөҙгән тотош Йыһан төшөп сумған. Күк йөҙө һәм һыуҙа сағылған яртылар бергә берләшеп бөтөн бер доньяны хасил иткәндәр. Яр ҡырҙарын йоҡоларына иҫереп, иҙерәп ойоған, әүелйегән бөҙрә тал-дар ҡайыған. Һыу ситен ҡамыштар, тәңкәләй япраҡтарын йәйгән томбойоҡтар биләгән, тик сәскәләр һары түгел, яҙ хәбәрсеһе умырзаяны хәтерләтеп асыҡ зәңгәр төҫтәләр. Картинаның үҙәгендәге ай күҙ алдындағы күренештең тулы хакиме, ул күл өҫтөн генә түгел бар тирә-яҡты әкиәттәгеләй мөғжизәле итә. Түңәрәк бишектә йоҡоға талған талдарға, ҡамыштарға, томбойоҡтарға йылымыс екәт ел ҡағылһа хәҙер, күҙ алдында бөйөк, ҡабатланмаҫ симфония башҡарылыр. Ярға терәлгән аҡ ҡая таш өҫтөнә егет менән ҡыҙ менеп баҫҡандар ҙа сихырланғандай офоҡта тимг-елләнгән асыҡ зәңгәрлеккә баҡҡандар. Бар йәһәттән гармониялы илаһи һүрәттә  үлем дә, бәлә-ҡаза ла, һағышлы юғалтыу ҙа юҡ, унан бары мөхәббәтле йәшәүгә бағышланған, һәм һис ҡасан тынмаҫ, тамамланмаҫ моңло көй ағыла.

            – Пейзаж нисек атала, Азамат, беләһеңме? 

       Күргәнемдән  арына алмағанға бер ни тип тә яуап ҡайтарманым.

            – «Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә». Ҡарындашымдан ошо ҡомартҡы  ғына ҡалды. Теләһәгеҙ картинаны үҙегеҙ менән алығыҙ. Ысын күңелдән бирәм, алығыҙ! Һуңғы минуттарында теле менән әйтмәһә лә күҙҙәре менән уны ҡасан да булһа  һеҙгә тапшырыуҙы үтенде Йәнбикә.

            – Бында ҡалһын, Гөлбикә Хәйретдиновна, хыялды үҙең менән алыу, тотоп йөрөтөү мөмкин түгел, ул бары күңелдә, йәндә йәшәй!

    Ҡайтышлай Салауат Юлаев һәйкәленә барҙым. Бында һәр ваҡыттағыса халыҡ күп. Бигерәк тә йәштәр. Дөйөм йәнлелек. Ҡыҙ менән егет һәйкәлдән ары текә яр ситенә барып баҫҡандар. Күренеүенсә былар - студенттар, ауыл балалары. Мөхәб-бәтлеләр иленән килгән хыялыйҙарға оҡшағандар. Бына улар ҡоластарын йәйеп түбәнгә һикерерҙәр ҙә аҡ ҡоштарға әүерелеп алыҫҡа, хыял иленә осоп китерҙәр төҫлө. Юҡ, османылар, алай ҙа беҙҙең менән ҡалдылар. Егет ҡулын байып барған ҡояшлы офоҡҡа йүнәлтеп, мауығып  нимәлер хаҡында һөйләй, ә ҡыҙыҡай сихы-рланғандай, һөйөү тулы күҙҙәре менән уға төбәлгән.

       Көтмәгәндә баш осондағы ҡабарынҡы аҡ болоттан гәлсәр ынйылар тағатылып ҡояшлы йылы ямғыр һибәләй башланы. Тирә-яҡ шифалы тамсыларға кинәнеп битен йыуып, һары күлдәген паклыҡта сайҡатҡас бар тирә-яҡ сафланып, таҙарып китте, ә көҙ ялҡынында гөлтләп тоҡанған ағастар, теге ғашиҡ йәндәр шашып-ярһып ямғыр вальсында әйләнергә тотондолар. Ерҙә тормош дауам итә. Мөхәббәтле тормош…

 

 

                                                        

 

     

             

 

 

 

 

* дезинфекция – тышҡы мөхиттә йоғошло ауырыуҙарҙы тыуҙырыусы микробтарҙы юҡ итеүгә йүнәлтелгән саралар комплексы.

* дератизация – кимереүселәрҙе (сысҡандарҙы, ҡомаҡтарҙы) юҡ итеүгә йүнәлтелгән саралар ком-плексы.

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас