Әҙәби мѳхит
22 Ғинуар 2025, 05:18

Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә. Повесть. Дүртенсе киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.

- Тыныс йоҡо, тиһегеҙме? Күптән инде уяулы йоҡолобоҙ. Яна ла, мин дә... Бар теләгебеҙ һеҙҙең аяҡ тауыштарын ишетеү. Ирем, Григорий Вячеславовичтың ҡайтыуын да былай сабырһыҙланып көтмәй инем. Бер нимәне генә асыҡ беләм, Яна бит мөхәббәт иҫәбенә йәшәй. - Ишекте асырға йыйынғанда артына ҡайырылды. - Беҙгә һеҙҙең менән бөтәһен дә бергә күрергә, бергә кисерергә...

Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә. Повесть. Дүртенсе киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә. Повесть. Дүртенсе киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.
Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә. Повесть. Дүртенсе киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.

 - Бына быныһын дөрөҫ әйттегеҙ. Ә мин ғүмерем буйы уны үҙемдең ғәзиз балам итергә тырыштым, кем менәндер бүлешкем килмәне, ә Яна ҡатҡан боҙ ки-ҫәгеләй иремәне. Әсә булыр өсөн баланы иң башта күкрәк һөтөнә туйындырырға кәрәктер ул. Йөрәк тапҡырынан һығылып сыҡҡан күкрәк һөтөнә. Һуңғы арала ик-әү-ара мөнәсәбәтебеҙҙең шәптән түгеллеген һиҙәһегеҙ. Ни өсөн шулай икән?

- Яңы әйттегеҙ бит, һаман да Янаны кем менәндер бүлешкегеҙ килмәй.

- Дөрөҫ әйттегеҙ. Шуға асыҡтан-асыҡ һөйләшәйек.

- Мин һеҙҙән бер нимәне лә йәшермәйем, йәшерергә йыйынмайым да.

- Ирең була тороп ят берәү менән мөхәббәт уйыны уйнарға маташыу хыянат түгелме?

- Был урында бер ниндәй ғәйепһеҙ Янаны ғәйепләргә маташыу үҙе үк мәғәнәһеҙлек. Һеҙ минең менән килешәһегеҙ бит?

- Ары нимә эшләргә йыйынаһығыҙ?

- Ҡулымдан килгән ярҙамымды күрһәтәм. Һәм төңөлөр саҡта ла Янаның аяғына баҫырына өмөтләнәм.

        Елизавета Петровна һүнергә өлгөргән сигаретын йыртылып валсыҡтары таш иҙәнгә һибелгәнсе бармаҡтары менән иҙҙе лә үҙ алдына һөйләнгәндәй әйтте:

- Вот и поговорили, молодой человек. До свидания.

- Тыныс йоҡо, Елизавета Петровна.

- Тыныс йоҡо, тиһегеҙме? Күптән инде уяулы йоҡолобоҙ. Яна ла, мин дә... Бар теләгебеҙ һеҙҙең аяҡ тауыштарын ишетеү. Ирем, Григорий Вячеславовичтың ҡайтыуын да былай сабырһыҙланып көтмәй инем. Бер нимәне генә асыҡ беләм, Яна бит мөхәббәт иҫәбенә йәшәй. - Ишекте асырға йыйынғанда артына ҡайырылды. - Беҙгә һеҙҙең менән бөтәһен дә бергә күрергә, бергә кисерергә...

         

 

 

                                                                  10

 

 

     Иртәгеһен төш мәлендә Яна фатирҙа бер үҙе генә ине. Уның эстән бөтөрөнөүе һәр хәрәкәтендә, ым-ишараһында беленеп  йөҙөнә сыҡҡан: үҙен мәжбүр итеп көслөк менән кәүҙәһен ҡуҙғата, ҡулдары арҡандай һалынған. Укол яһаған мәлдә лә сикә мускулдары көсәргәнеп бейеште, маңлайына иртә ятҡан һырҙар йыйырылып тәрәнәйҙе:

            – Ирекһеҙҙән энәгә ултырыу теңкәгә тейҙе, ялҡытты! Быларҙың барыһы ла ни өсөн һәм кем өсөн?! Көндәрем файҙаһыҙға, буштан-бушҡа әйләнгән мәңгелек двигателгә оҡшаш. Перпетуум мобиле… - Сираттағы депрессия өйәнәгелер. Ҡай-һы саҡ урынһыҙ әпәүләү киреһенсә күңел кисерештәрен ярһытып, ҡуҙғытып ебә-рә, шуға ҡулланылған шприцты стерилизаторға һалдым да баш ҡағып һаубулла-шып шым ғына ҡайтырға йыйындым.

            –    Минең яңғыҙымды ҡалдыраһығыҙмы, Азамат, саҡ ҡына янымда булығыҙ сәле?

            –    Төштән һуң санчастә прием, башҡа эштәр ҙә бар ине.

- Оҙаҡҡа түгел.

- Улайһа аш бүлмәһендә шприцтарҙы таҙарта торайым. Энәләрҙең үҙәгенә ҡатҡан юшҡынды алыу Елизавета Петровнаның ҡулынан килер эш түгел. Үҙем менән мандрен* да алғайным.

- Яңғыҙымды ҡалдырмағыҙ, тинем бит!

       Һүҙһеҙ генә ултырғысҡа сүктем.

            – Һеҙ бында йөрөй башлағандан бирле үҙемде яҡшыраҡ тоям. Хикмәт иҫе-рткес инъекцияларҙа ғына түгел… Билдәле, һауыҡтырыусы процедура алмайым. Ләкин ары былай дауам итеүе мөмкин түгел. Бигерәк тә һеҙгә ҡыйын.

- Эш араһында ғына киләм, ә төндәрен китап уҡыйым, бер ҙә генә лә йоҡом килмәй. - Һөйләшеүҙе ыңғай юҫыҡҡа йүнәлтергә теләп ҡабаланып теҙҙем.

- Зинһар бүлдермә. Уйлағанымды, әйтеп бөтөрәйем башта, үҙемә сығарған ҡарарымды ла. - Һуңғы һүҙгә баҫым яһаны. - Көнитмешебеҙ - театр, ә беҙ унда уйнаусы актерҙар ғына. Тормош тигәнең драма, трагедия, комедияларҙан, траги-фарстарҙан тора. Кемеһелер өлөшөнә төшкән көмөшөнә мөрхәтһенеп йәшәй ҙә яҙмышына яҙған образға инеп китеп килештерә, әйләнә-тирәһендәгеләргә оҡшай, уңышҡа өлгәшә, бүләкләнә, юғары дәрәжәләр ала, кемеһелер ҡырыҫ, аяуһыҙ көн-итмешенә буйһона, яраҡлаша алмай артыҡҡа, кәрәкһеҙгә әүерелә. Ҡулланышы үтеп, моданан сығып хәжәте ҡалмай туҙған тауар ише. Быныһы инде икенсе мәсь-әлә. Килеп тыуған хәлде дөрөҫ аңлап, айыҡ анализлап актер сәхнәнән һуңға ҡалм-ай мәлендә төшә белергә лә тейеш. Ихтирамлы һәм ҡәҙерле сағында. Режиссерҙы, труппалаш коллегаларын, тамашасыларын ялҡытмаҫ борон. Үткәндә һүҙ араһын-да һеҙҙе ярҙамсым, тип атағайным бит әле. Шулай итеп… миңә китергә, ярҙам ит-егеҙ!

   Янаның ҡурҡыныс уйға килеүен тел төбөнән аңлап һеңгәҙәп ҡалдым. Ни тип яу-ап бирергә лә белмәй, кемдәндер яҡлау өмөт итеп ҡарашымды бүлмә буйлап йүг-ерттем, йөҙөмә яғылған күҙгә күренмәҫ ауҙан ҡотолорға теләп усым менән битем-де һыпырҙым, маңлайымды ыуҙым, сәстәремде төҙәткәндәй иттем.

            – Ана бит, нимә әйтеремде ярты һүҙҙән төшөндөгөҙ. Ҡурҡмағыҙ, бер нинд-әй бәләмде лә һалмам, тиҙ, ҡаршылыҡһыҙ тәьҫир итеүсе дарыуҙы, йә шундайыр-аҡ берәй мәтдәне бында килтереү ҙә етә. Ҡалғанын үҙем… Өйҙәгеләр ҙә йәшерен теләгемде һиҙгәндәй һуңғы осорҙа осло, үткер әйберҙәрҙе, бауҙарҙы минән йыра-ғыраҡҡа ҡуйырға тырышалар. Әсәйем сырхағанда атайым да шулай эшләгәйне, күҙ яҙлыҡтырмай гел янында булдыҡ. Донъя - ҡуласа, хәҙер сират миңә етте. Әгәр теләгәнемде эшләй алһам: «Бер кемде лә ғәйепләмәгеҙ», тигән ҡағыҙ киҫәген дә ҡалдырырмын. Яҡындарыма, шул иҫәптән һеҙгә һалыҡ булып ятҡансы тыныс, ға-уғаһыҙ ғына мәңгелеккә юлланыуың хәйерле…

         Янаға йөҙө балауыҙ битлек кейгәндәй ҡатҡан, күҙ алмалары ла хәрәкәтләнм-әй мылтыҡ көбәгенә төбәлгәндәй сая ҡыҫыла төшкәндәр:

            – Булышырһығыҙмы? Ошо яуаплы бурысты урын-еренә еткереүсе башҡа бер кемем дә юҡ. Иң яҡын кешем һеҙ. Рәхмәтле генә булырмын.

       Тәҙрә  төбөнә барып таяндым да тыш яҡҡа күҙ һалдым. «Ҡасан ҡайтыр Елиза-вета Петровна, бығаса ҡайҙа юғалды?.. Аллаға шөкөр, ана әбейҙәрсә һәлмәк кенә баҫып килә, подъезға инде…»

            – Был һөйләшеүҙән ситләшергә теләп апайымды көтәһегеҙме? Йә, әйткәнд-әремә яуап бирмәнегеҙ бит?

            –    Мин быны бер ҡасан да эшләй алмайым, Яна.

- Үтенәм!

- Башҡа теләктәреңдең барыһын да үтәргә әҙермен, тик быны түгел.

- Ни эшләргә һуң миңә был осраҡта? Ни эшләргә?!

            – Өгөтләргә лә, аҡыл өйрәтергә лә йыйынмайым. Һеҙһеҙ тере мәйеткә әүер-еләсәкмен, тормошомдоң ҡото, матурлығы ҡалмаясаҡ. Йәшәгеҙ әле, мөмкин бул-мағанда ла йәшәп ҡарағыҙ, Үҙегеҙ өсөн булмаһа, минең өсөн!

            – Һеҙҙең өсөн?! - Янаның күлдәй төпһөҙ күҙҙәре көтөлмәгән яуапты ишетеп тағы ла асыла төштөләр. - Мин һеҙгә ошо хәлдә лә кәрәкменме? Яңылыш ишетмә-немме?

– Яңылыш ишетмәнегеҙ. Башҡаһын һорамағыҙ, яуап та ҡайтара алмам...

- Фатир ишеге асылып ябылды. Ҡабаланып шул яҡҡа ҡараным. - Хәйерле көн, Ел-изавета Петровна!

- Һаумыһығыҙ, Азамат. Янаның бер үҙен генә ҡалдырғанға ҡабаланып ҡайтып киләм әле. Ә һеҙ теүәлһегеҙ, бер минут та һуңға ҡалмайһығыҙ.

            – Һеҙ ҡайтҡансы, тип мин дә сығырға ашыҡманым.

            – Бик тә дөрөҫ эшләгәнһегеҙ. Ә мин ҡунаҡ көткәндәй телде йоторлоҡ тәмле бәлеш бешерҙем. Сер итеп тотҡан рецебыма ярашлы. Ҡулыма эш бармай ине, әле таң менән шуға тотондом да киттем. Тышы ал8ыуланып тора, уңған, шулай бу-лғас эсе лә тәмлелер. Өсәүләп сәй эсеп алырбыҙ. - Елизавета Петровнаның кәйеф-ле сағылыр һыу буйы хәбәргә төшөп китте.

- Ҡабалана инем. Бәлки кискеһен? Яна, саҡыраһығыҙмы?

- Килмәгеҙ, тип әйтә алмайым бит…

       Сыҡтым да часткә бараһы урынға ҡала үҙәгенә ыңғайланым.

   Ҙур булмаған баҙар үҙәк майҙандан алыҫ түгел ерҙә, ике йорт араһындағы асыҡ-лыҡта урынлашҡан. Ошо, штакетник менән кәртәләп алынған, ҡапҡаһыҙ-ниһеҙ бәләкәй биләмәлә оҙон өс рәт итеп шифер ҡыйыҡ менән көпләнгән, түмәрҙәргә ултыртылған ағас өҫтәлдәр урынлаштырылған. Еүеш һауа эҙемтәһелер, шиферҙ-арҙың өҫтө ҡара йәшел, ҡайһы бер ерҙәре көрән төҫтә. Ҡыйыҡты тотҡан бағана-лар бер нисә урында сереп аушайғас, тотош ҡыйыҡ тулҡын рәүешендә күренә. Был ашыҡ-бошоҡ әтмәләнгән  һатыу нөктәһе немецтарҙан ҡалған, оҙаҡ йылдарға иҫәпләнгән ҡомартҡы түгел, үҙебеҙҙең ялҡаулыҡ, этеп-төртөп эшләү емеше. Ба-шҡа көндәрҙә нисектер, әммә бөгөн бында үҙҙәренең бәйләмдәрен, ҡул эштәрен, эреле-ваҡлы банкаларҙа тоҙлаған йәшелсәләрен, киптергән емеш-еләктәрен һат-ыусы 5-6 ҡатын-ҡыҙҙан башҡа кеше күренмәй. Индем дә ҡап уртала һерәйеп ҡал-дым. Тегеләр ҙә мине, берҙән-бер һатып алыусыны күргәс бер аҙ йәнләнә төшөп урындарында ҡуҙғала биреп ҡуйҙылар, теремегерәк ҡарсыҡ сарға тауышланып са-ҡырып та өлгөрҙө: «Сыночек, покупай соленые огурцы, таких вкусных, хрустящих, ядреных нигде не найдешь…» Рәт буйлап атланым да эҙләгәнемде күрмәгәс көн сағыштырмаса йылы булыуға ҡарамаҫтан башын дебет шәлгә урап, иркен, тубыҡ-тарына төшөп торған болонья куртка кейеп алған урта йәштәрҙәге ҡатын янында туҡталдым.

  • Һалдат, һиңә йылы ойоҡбаштар кәрәкмәйме? Кәзә дебетенән бәйләнгән

бирсәткәләр тәҡдим итә алам. Хәрбиҙәргә ҡәтғи тыйылһа ла бынау яғалы свитер тәнегеҙгә һылашып ҡына торасаҡ, Армиянан ҡайтҡас кейер инегеҙ. Үҙем бәйлән-ем, селтәрҙәрен ҡарағыҙ һуң, сифат йәһәтенән магазиндыҡынан һис тә кәм түгел! -  Һатыуға сығарғанын теүәлләп ҡулына алып, әйләндереп-тулғандырып маҡтарға тотондо.

- Ысынлап та әйберҙәрегеҙ шәп, - итәғәтлек күрһәтеп әйтелгәндәрҙе йөпләнем, -  тик бында, һатыуҙа күренмәгәнде эҙләй инем бит әле.

- Нимәне, баҙарсы?

            –    Һеҙ моғайын да шәхси йортта йәшәйһегеҙҙер?

- Ҡатлы фатирҙа тыным тарыға, ергә яҡын йәшәүгә ни етә.

- Кәзә-һарыҡтар ҙа көтәһегеҙҙер?

            –    Хужалыҡта мал тотмай булмай.

            –    Һыйырығыҙ ҙа барҙыр?

            –    Һеҙ следователь түгелдер ҙә?

            –    Юҡ, миңә һөт кәрәк ине.

       Ҡатын үтенесемә төшөнөп етмәгәндәй тексәйгән.

       Һорауымды ҡабатланым.

            – Һыйырыбыҙ һыуалған бит әле. Ҡалала йәшәгән ейәнем боҫорап торған йылы, күбекле һөт һорағанда еленде көсләп тартҡылап ярты кружка нимә сығар-ам былай.

            –    Күп тә түгел, аҙ ҙа түгел, миңә лә шул сама еткән, аҙыраҡҡа ла ризамын.

- Күгәрсен һөтөн эҙләйһең әләйгәс?

- Әжәл дарыуын.

- Мал ағының ул тиклем дә шифалы икәнлеген ошоғаса ишетмәгәйнем.

- Мин дә яңыраҡ ҡына белдем.

- Сығарғанымды бында ҡалдырып һеҙҙең һорауҙы үтәйем, тип ҡайта алмайым.

            –    Аңлайһығыҙмы, бик-бик кәрәк.

            –    Ҡаланың ситендә йәшәйем. Унда йәйәүләп барып әйләнгәнсе кис етер. Ел ҡыуып йөрөмә, егет, магазин тулы пакетлы һөт. Һатып ал да эс. Айырма юҡ.

            –    Бар шул, миңә лә ейәнегеҙ яратҡан йылы, күбекле һөт кәрәк. Бер нисек тә алдаша алмайым.

            –    Һеҙ сығышығыҙ менән ауылданмы?

            –    Ауылдан.

            –    Һорағаның кемгә?

            –    Бына быныһын әйтә алмайым.

            –    Әйтмәгәс  үтенесегеҙҙе үтәй ҙә алмайым! Ҡолаҡҡа яҡмаҫ нимәне тапты-рыусы сәйерҙәр, һантыйҙар аҙым һайын.

            –   Шул сәйерҙәр иҫәбенә мин дә инәм. Һау булығыҙ. -  Ҡапҡа яғына йүнәл-дем.

            –   Эй, һалдат! - Артыма боролоп ҡараным. - Теге ҡатын ҡабаланып әйберҙә-рен төйнәй ине. -  Беҙгә барып теге туҡалды тартҡылаштырайыҡ әле, берәй нимә сыҡмаҫмы.

       Сумкаларҙы күтәреп, яй аҙымдарға эйәреп барғансы апаруҡ ваҡыт китте. Ҡа-ла эргәһендәге биш-алты өйҙән торған утарға килдек. Ҡатын өйөн асҡыс менән асып инде, мине түргә әйҙүкләп тимер сәйнүккә һыу тултырып газ плитәһенә ҡу-йҙы. Бәләкәй зал һәм ишеге асыҡ йоҡо бүлмәһенән торған өй бөхтә итеп йыйыш-тырылған, бөтә урында тәртип һәм таҙалыҡ. Ҡаралты, элгестәге кейем-һалым, ст-енаға беркетелгән кәштәләге, өҫтәл өҫтөндәге һауыт-һаба  яңғыҙ көн итеүсенеке икәнлеккә ишаралай.

       Һыҙғыртҡыслы сәйнүк ҡайнап сығыуын белгерткәс өҫтәлгә тәғәм теҙелде:

- Яҡынлағыҙ, сәй булһа ла эсәйек.

- Мин яңыраҡ ҡына һыйлы өҫтәл артынан. - Бында оҙон-оҙаҡ тотҡарлана алмауыма һылтау таптым.

            –   Ысынлап та сәйер һалдатһығыҙ. Ҡалаға иркен сығып һыйланып йөрөйһ-өгөҙ, өҫтәүенә юҡ нимәне эҙләйһегеҙ, таптыраһығыҙ.

            –  Табырға булышыусы булғас таптым бит. Әгәр мөмкин булһа һеҙ һыйыр һауғансы кәртәгеҙ тирәһен ҡараштыра торор инем.

            –  Эш, тиһегеҙ инде? Ул яңғыҙаҡ ҡатында етерлек, ә хужалыҡта көн һайын ир көсө, ир ҡулы кәрәк. Ирем бынан ике йыл элек инфарктан китеп барҙы. Ҡала-ла улым менән киленем йәшәй. Үҙҙәренә саҡыралар ҙа ул, ирем менән икәүләп ҡорған нигеҙҙе һыуытҡым килмәй. - Яңғыҙаҡ кеше һүҙсән була. Был да йәшермәй көн итмешен һөйләп ташланы.  

       Таҡтанан эшләнгән һарайға сыҡтыҡ. Йүгермәләп йөрөп ялан кәртә эргәһен-дәге кәбәндән ырғаҡ менән тартып сығарып атлыҡсаларға бесән тултырҙым, мал-дарҙың тиҙәк менән тулып ҡалынайып киткән аҫтарын таҙарттым. Күнегелгән ау-ыл шөғөлө, таныш мал еҫе йәнемә, тәнемә рәхәтлек бирҙе. Бирелеп, тирләп эшлә-гәс бышлыға төштөм. Ҡатын әллә ҡасан мәшәҡәтен ослап эргәмә үк килеп баҫҡан имеш:

- Ялсы табылғас эшләй бирһен әле, тип тик торам. -Ҡулындағы тулы банканы юғары күтәрҙе. - Туҡал бөгөн нишләптер йомарт, еленендәген бөтөргәнсе эйҙе.

            –    Күпме түләргә?

- Әжәл дарыуы һатылмай, шифаһы тейә күрһен тип бушлай бирелә. Түләнәһе хаҡ урынына ана бит күпме эшемде эшләп ташлағанһығыҙ. - Тирә-яғына яғына ымланы.

       Шинелемдең өҫкө төймәләрен ысҡындырып банканы түшем тапҡырында бо-ҫормаланым да хушлашып, йүгерә-атлай ҡала яғына киттем.

       Ишекте Елизавета Петровна асты.

            – Инергә рөхсәт итегеҙ. Ҡайтып барҙым да телде йоторлоҡ бәлеш иҫемә тө-шкәс кире боролдом.

- Ҡайһылай шәп иткәнһегеҙ.

- Тағы Яна һөтлө сәй эскем килә, ти ине. Бына килтерҙем.  

            – Кухняға үтегеҙ, бергәләп сәй табыны әҙерләрбеҙ.

       Батмусҡа ҡайнар сәй яһалған өс сынаяҡ ҡуйып, тәрилкәгә бәлеш һалып Янаның янына индек. Ул йән тетрәнеүенән арынып бөтмәгән булһа кәрәк, битараф ҡиәфәттә түшәмгә төбәлеп ята. Инеремде лә көтмәй ине шикелле, абайлағас та йөр-өйһөң ваҡытһыҙ, тигән екһенеүле ҡарашын атты.

- Яна, хәтерегеҙҙәме, мин ҡасан да булһа һеҙҙе һөтлө сәй менән һыйларға вәғәҙә биргәйнем. Һөт магазиндыҡы түгел. Бына, рәхим итегеҙ!

      Уның бил тирәһен яҫтыҡтар менән ҡымтыштырып торғоҙоп ултырттыҡ. Ауыр-ыуҙың ҡайнар сәйҙән маңлайына тир бөрсөктәре бәреп сыҡты, биттәренә алһыу-лыҡ йүгерҙе. Бына ул ҡулындағы сынаяғын батмусҡа урынлаштырып миңә ихтир-амлы төбәлде:

            – Һеҙ әүлиә, һеҙ тылсымсы, тере һыуҙы ҡайнатып әжәлдән ҡотолоу дауаһ-ын индергәнһегеҙ. Уны ҡайҙан таптығыҙ, тип һорамайым, әгәр әйтһәгеҙ  уның ҡә-ҙере бөтөр, тәме, таты китер!

       Елизавета Петровна мине подъезға оҙатырға сыҡты:

            – Азамат, һеҙ тәүлектең теләһә ниндәй мәлендә лә бында килә алаһығыҙ, хатта инъекция яһарға кәрәкмәгәндә лә. Янаға мин әсә хөкөмөндәге кеше, шулай булғас быны рөхсәт тә итә аламдыр.

 

 

 

                                                               11

 

 

 

   Бөгөн иртәрәк ҡуҙғалғанмын, шуға ваҡытынан алда, әрһеҙләшеп Слуквиндарҙы борсорға теләмәй йорт янындағы беседкаға барып ултырҙым. Көндәр тағы ла аяҙ-ға ултырҙы. Ошоғаса күк йөҙөн ҡоршаған болоттар ҡайҙалыр юҡҡа сыҡтылар, әй-терһең улар бер ҡасан да булмаған. Диңгеҙ яны климаты еңел холҡло ҡатын-ҡыҙ ише, бер ҡараһаң былай, бер ҡараһаң тегеләй. Бына әле лә төн уртаһы ғәжәйеп һоҡланғыс: баш осонда Ҡош  Юлы асыҡ тимгелләнә, мәңгелек билгеһе икһеҙ-си-кһеҙ асманда шаян күҙ ҡыҫып йондоҙҙар емелдәшә, таҙа итеп йыуылған табаҡтай тулған ай йөҙә. Юғарынан яуған илаһи яҡтылыҡҡа туҡылған үтә күренмәле бөлә-ңгертлектә бар тирә-яҡ, йорттар, тротуар-һуҡмаҡ, ағастар, яр яҫтында ялтырап күренеп ятҡан Анграпа йылғаһы мөғжизәле, серле күренә. Был яҡтарҙағы «аҡ тө-ндәр»ҙе күргәнем бар, тик әле ул әкиәти арауыҡ йәй көндәренә тап килә, ә хәҙер февраль аҙағы. Танауыма иреү тупраҡ еҫе килеп бәрелде. Тимәк, тиҙҙән ҡыш телә-йме быны, әллә юҡмы үҙ вәкәләттәрен яҙға тапшырасаҡ. Миҙгел ныҡлап йылыға ултырһа яйын тап килтереп машинала ҡырға сығып әйләнермен. Был яҡтарҙы умырзая үҙһенмәй тиеүҙәренә ышанмайым. Алағарҙы тишеп сығып яҙ килеүен һөйөнсөләүсе сәскә бөтә урындарҙа ла, хатта уңайлыҡтар булғанда баҡса шартта-рында ла үҫә икән. Эҙләгәнемде мотлаҡ табырмын, табырмын да уларҙан гөлләмә яһап Янаға бүләк итермен. Моғайын да рәнйемәҫ сәскәләр, сөнки улар таш ҡапс-ыҡҡа ҡамалған ҡатындың янына үҙҙәре баралар бит. Ә Яна сиренә бирешергә те-ләмәй, йәненә ҡайҙандыр дәрт, тәненә көс алып йәшәй бирә. Үткәндә Иван Иван-ович та һүҙ араһында уйындағын әйтеп ысҡындырҙы: «Никак не пойму, за счет че-го она живет, откуда берет силы? Азамат, я тебе говорил, что будешь ходить туда максимум два месяца, ты уж потерпи, ладно?» «Товарищ старший лейтенант, я готов ходит туда бесконечно» «Вот еще один оптимист выискался». Ихлас көлөп ебәреп әңгәмәне йомғаҡланым: “Вот тебе, бабушка, и Юрьев день!”      

   Подъезд эргәһендәге тәҙрәлә ут яна. Алла моғайын да сығарылыш имтихандар-ына әҙерләнәлер. Ул юлымда осрарға, нимә хаҡында булһа ла һорарға, һүҙ ҡушы-рға тырыша. Элекке ише дорфа, хаяһыҙ ҡыланмай, йәшенә тап килмәгәнсә баҫал-ҡыланып та китте ошо арала. Кис һайын бына ошо ултырғысҡа һағып ҡаршы ала, күҙҙән юғалғансы ҡарап оҙатып ҡала Минең менән осрашыу эҙләү, аралашырға ынтылыу уға нимәгә кәрәктер? Йүләр, бер ҡатлы, хәйләһеҙ ҡыҙыҡай!

    Подъезға күтәрелгән аяҡ тауыштарымды һағалағандыр, Елизавета Петровна ба-ҫҡыс майҙансығына уҡ сығып ҡаршы алды. Киске күлдәктә, сәстәрен ҡабартып еб-әргән, йөҙөнә лә һиҙелер-һиҙелмәҫ косметика яҡҡан.

            – Павел Сергеевич тағы ла командировкала. Ә беҙ ҡунаҡ көтәбеҙ.

- Ҡунаҡ, тигәнегеҙ моғайын да миндер.

- Вы в этом сомневаетесь?

- Нисколько! - Төҙәнеү-биҙәнеүҙе иғтибарһыҙ ҡалдырманым. - Үтә лә ылыҡтырғыс, нәзәкәтлеһегеҙ.

      Ҡатын-ҡыҙ маҡтауҙы, һоҡланыуҙы ярата, ошоғаса арығандай гел йонсоу күренгән ҡатындың йөҙө ҡыуаныстан балҡыны:

- Мине йәшлегемдә күрһәгеҙ әле бындай ғына баһаны бирмәҫ инегеҙ. Бар ир-атты ҡаратып урамдан барам, тегеләр һәр хәрәкәтемде, күҙ ҡарашымды аулай, ә мин уларҙы бар тип тә белмәйем.  Хәтәр шәп саҡтарым булған икән, гелән шулай дауам итер, тип ҡәҙерен генә белмәгәнмен!

- Һеҙ әле лә төҫ ташламағанһығыҙ.

- Әйҙәгеҙ, быны урынлы комплимент итеп ҡабул итәйек. Рәхим итегеҙ!  

      Эскә үттем. Залдағы диванда яҫтыҡтар ҡамауында ултырған Яна ла байрам ке-йемендә. Иньекциянан һуң ул ҡарашы менән эргәһенән урын күрһәтте.

        Елизавета Петровна бер яҡ ситтә торған пиониноның артына барып ултырҙы, клавишалар ҡапҡасын асты, партитураны ҡулайламаға урынлаштырҙы, үҙе серле көлөмһөрәп иғлан итте:

            – Бөгөн беҙҙә классик музыка концерты. Фортепиано артында РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Елизавета Фомина.

       Сәпәкәй итеп ебәрҙек.

            – Йәштәр, ниндәй әҫәрҙе тыңларға теләйһегеҙ?

       Йәнәшәмә һирпелдем.

            – Азамат, һеҙ - беҙҙең ҡунаҡ, - тине Яна.

            – Бетховендың «Айлы соната»һы.

            – О, егет кеше, иҫ китмәле шәп әҫәр тәҡдим иттегеҙ! - Елизавета Петровна минән ундай үтенесте көтмәгәнгә оҡшаған, пюпитрға* ҡуйылған ноталар йыйыл-маһын асҡылап ҡарай башланы.

            – Азамат музыканы яҡшы аңлай. Ул нота бейеклектәрен, яңғырашын, боро-лош нескәлектәрен һиҙгер тоя.  

            –  Һин уныһын да беләһеңме ни әле, Яна?

            –  Филармонияла бергә булырға тура килгәйне.

       Елизавета Петровна Янаның яуабына төшөнөп етмәһә лә ары ныҡышманы: 

 - Шулай итеп Бетховен, «Айлы соната» - эҙләгәнен табып алдына ҡуйҙы. - Был музыкаль әҫәрҙең яҙылыу тарихын ҡыҫҡаса аңлатып китеү урынлы булыр.

    18-се быуаттың аҙағы, Людвиг ван Бетховен ижадының сәскә атҡан осоро. Комп-озитор музыка донъяһында бик популяр, бигерәк тә йәштәрҙең кумиры. Әммә тормошон ҡырҡыулашҡандан-ҡырҡыулаша барған төҙәлмәҫ сире йәмһеҙләй - ул йыллап түгел, айлап, көнләп һаңраулана бара. Музыкант-композитор өсөн ошон-ан да рәхимһеҙерәк язаның булыуы мөмкинме! Шул осорҙа дуҫына ошондайыраҡ йөкмәткеле хат яҙа: «Мин бит йәшәмәйем, ә тиреҫтә соҡонған бахыр селәүсендәй тереклек кенә итәм, ноталарҙы күрәм, әммә уларҙың яңғырашын ишетмәйем. Был минең өсөн, трагедия, катастрофа! Ҡәһәрле сирҙән арына алһам ҡыуанысымдан бар ғаләмде ҡосор инем» Ошо хәлендә лә көтмәгәндә-уйламағанда Джульетта исемле бик тә сибәр, әммә еңел холоҡло ҡыҙға ғашиҡ була. 30 йәшлек Бетховен мөхәббәт шауҡымында музыкаль әҫәр ижад итеп уны «Баҡса өйөнөң сонатаһы» тип атай. Әҫәр өс өлөштән тора – Адажио, Аллегро һәм Финал. Бер нисә йылдан Джульетта йәшерәк, байыраҡ икенсе бер кешене табып уға кейәүгә сыға, ә түшәгенән тормаған, ауырыуынан ғазапланған бөйөк композитор 1827 йылда вафат була. Үлеменән һуң композиторҙың гардероб йәшнигенән мөхәббәт хаты табыла. Музыка белгестәре хаттың кемгә яҙылғанлығы хаҡында бөгөн дә баш ваталар. Бәхәсләшәһе түгел, уның тәғәйенләнеше билдәле. Бетховендың яҡын дуҫы Людвиг Рельштаб «Баҡса өйөн…» «Айлы соната»ға үҙгәртергә тәҡдим итә һәм ул  бөгөнгө көнгә ҡәҙәр ошо исем аҫтында йөрөй.  

     Нәфис, нескә бармаҡтар һаҡ ҡына фортепьяно телдәренә ҡағылды. Йөрәк ҡыл-дарын сиртеп, йәнде сихрилығында бәүелтеп селтер моң ишетелде, уға икенсеһе ҡушылды, өсөнсөһө ялғанды. Көй инструменттан түгел, яҡты нур булып юғарын-ан, Йыһандан килә төҫлө. Шул илаһи ағымдан еҙ батмустай тигеҙ, түңәрәк, көҙгө-ләй асыҡ сағылышлы күл пәйҙә булды… Һыу өҫтө тыныс, уның терегөмөштәй ялт-ыр йөҙөндә төнгө ай нурҙары уйнай, ҡойона… Хыялдағы тулҡындарҙа пар аҡҡош-тар талғын ғына йөҙөргә тейештер ҙә бит, юҡ, күҙ алдыма ҡала паркындағы теге, бер-береһенә ғашиҡ ҡарабаш турғайҙар килеп баҫты, ҡауырыйҙары аҡ алтындан ҡойолған, суҡыштары саф көмөш имеш. Ә юғарылағы, тулған Айҙағы көйәнтәле, нескә билле ҡыҙ көтмәгәндә баҙарҙа кейем-һалым һатҡан ҡатынға әүерелде лә ҡу-йҙы, тик башында дебет шәл түгел - аяҡ остарына саҡлы төшкән капрон фата, ә  өҫтөндәге болонья куртканы туй күлдәге алыштырған, теге саҡ шәл ситенән сыбы-ҡланып һалынған етен сәстәре бөҙрәләнеп, арыш ҡылсығылай төҫһөҙ ҡаштары ҡыйғасланып күренәләр. Әҙәм күрке сепрәк, бына кейем нисегерәк үҙгәртә кеше-не! Ҡатын көйәнтәһендәге һөт тулы биҙрәләрҙе бер яҡҡа аушайтып ергә мамыҡ-тай күбектәрҙе сайпылта. Һибелгән аҡлыҡтан күктәге ҡара болоттар иреп төҫөн юғалта, ер өҫтө лә таҙара, паклана бара…

       Соната тамамланды.

            – Йә, нимә күрҙегеҙ, нимә ишеттегеҙ инде? - Был һорауҙы Елизавета Петро-вна бирә икән.

            – Алһыу кистә тау битендә умырзаялар диңгеҙен күрҙем. Тирә-яҡтағы күкһ-ел тауҙар мөһабәт, осло түбәләре болоттарҙан да бейегерәк икән, тим, - тине Яна. - Ә һеҙ, Азамат?

- Нишләптер теге ҡарабаш турғайҙар иҫкә төштө.

- Теге, парктағы? Һеҙ уларҙы онотманығыҙмы ни? Йә, Хоҙай, беҙ донъяға бер ҡараш менән бағабыҙ микән әллә? - Янаның ғәжәпләнеүенең сиге юҡ.

- Йәнә әжәл дарыуылай күреп һыуалған һыйырынан һөт һауып биргән таныш түгел, исемһеҙ ҡатын күҙ алдыма баҫты. Сәйер, эйе бит?

            – Бер ҙә сәйер түгел, - тип һүҙгә ҡушылды Елизавета Петровна. - Ә беҙ Григорий Вячеславович менән Ленинградтың ҙур залдарының береһендә бейейбеҙ икән, тим. Икебеҙ ҙә йәшбеҙ, дәртлебеҙ, беҙгә һоҡланып та көнләшеп тә ҡарайҙар.

      Янаның күҙҙәре осҡонланып янып киттеләр:

            – Әсәй, мөмкинме, йәнем теләгән картинаға бөгөн үк, хәҙер үк тотонам? Һәр кем үҙенән һуң ниндәй ҙә булһа хәтерҙә һаҡланып ҡалырлыҡ матур эҙ ҡалдырыр-ға бурыслы!

 

 

 

                                                                   12

 

 

 

   Һуңғы көндәрҙә Янаның сәләмәтлеге насарайғандан-насарая барҙы: былай ҙа ең-ел һөйәкле кәүҙә һиҙелеп йоҡарҙы, бармаҡтар һөлдәнең ҡул осолай нәҙегәйеп ҡа-лдылар. Хәҙер уколды ла ҡурай көпшәһеләй ҡаҡ һөйәк, йодтан янып энәнән тет-келәнеп бөткән беләктәргә түгел, алмаш-тилмәшләп янбаштарға яһайым. Ни ҡы-лһын инде, Яна, күнергә мәжбүр, теге саҡтағылай тәнен боҫормалап маташмай. Ә йөҙө балауыҙ төҫөн алһа ла элеккеләй һөйкөмлө, ылыҡтырғыс. Сабыр йәндең те-лендә доға ҡабатлағандай бер үк һүҙҙәр: «Һис ҡасан, бер нимәгә лә зарланмай-ым!.. Зарланмайым!» Ошо хәлендә лә ятҡан килеш картина яҙып маташа. Уға  уң-айлы булһын өсөндөр ҡыҫҡа тояҡтарға ултырған бәләкәй өҫтәл ҙурлыҡ, ҡумтала-рына ҡыл бумалалар, һыҡмалы буяуҙар һалмалы, ырғаҡтарға киндер туҡыма тар-тылған рамды урынлаштырмалы  махсус ҡулайлама эшләттеләр. Яна көндәр буйы түшәккә ҡуйылған шул станогы артында. Фатирҙа күренеүем була, ул Елизавета Петровнаны саҡырып эшен йәшерергә ҡуша, шунан арыған, ҡыҙарған, талсыҡҡан күҙҙәрен көлдөрөп ғәйепле кешеләй аҡлана: “Азамат, бик теләһәм дә тамамлан-маған, эскиз, штрих, дөйөм күренештәр һыҙмаһын һеҙгә күрһәтә алмайым, уға фонды асыҡлаусы буяуҙар яғылмағас әлегә баҙыҡлыҡ, төҙөклөк, камиллыҡ юҡ.” “Штрих, эскиз нимәне һүрәтләй инде?” “Быныһы сер… Беләктәрем талмаһа баш-лағанымды ошо арала тамамлармын, бәлки… Алланан тағы ла бер ай ғына ғүмер һорайым…” “Пабло Пикассо бөтөн донъяға билдәле “Герника”һын ижад иткәндә тәүлегенә 12 сәғәт эшләгән.””Бөйөклөккә дәғүә итмәйем, картинам ябайҙың да яб-айы.” “Ял итеп яйлап эшләгеҙ, тим, ҡабаланмағыҙ.” “Миңә өлгөрөп ҡалырға кәр-әк…”

    Ярым ҡараңғы фатирға индем дә килгәнлегемде белдереп ишекте ҡаты ғына ит-еп яптым.Элгестә шинель, кәпәс күренә, ишек төбөндәрәк хром итектәр. Аш бүл-мәһенең эргәһендәге эш кабинетының ишеге ҡыҫыҡ, тимәк мине осратырға, күре-ргә теләмәгән Слуквин әле урынында. Кабинетҡа бер тапҡыр ҙа баш тыҡманым, кәрәге лә юҡ.

  Процедураны тамамланым да сығыу яғына йүнәлгәйнем генә, Янаның шыбырҙап тиерлек өндәшеүе туҡтатты:

            – Китәһегеҙҙәме?

            – Һеҙҙе ташлап ҡайҙа ғына барайым? Тағы килермен, тағы.

            – Арынығыҙмы, арыттыммы?

            – Теләп башҡарған шөғөл арытмай, ҡәҙерле йөк ауыр булмай, ти торғайны өләсәйем.

            – Миңә оҡшап бер нимәгә лә зарланмайһығыҙмы?

            – Зарланмайым.

            – Ауылдан хат яҙалармы?

            – Әсәйем яҙа.

            – Ә һөйгән ҡыҙығыҙ?

            – Һөйөп өлгөрмәнеләр бит әле. Күрәһең дә һөйкөмһөҙмендер.

            – А вы сядьте, сядьте, как говорят, в ногах правды нет.

       Ишек төбөндәге ҡәнәфигә һаҡтым.

– Алдаштың. Ғашиҡтарҙыр. Һеҙҙе яратмау мөмкин түгел. Хатты башҡортса яҙаларҙыр?

            – Яна…

            – Сәйер һорау бирҙем, эйеме? Бына беҙ һеҙҙең менән бер тапҡыр ҙа үҙ те-лебеҙҙә аралашманыҡ. Аралаша ла алмайбыҙ. Шул хаттарҙы уҡыһам, исмаһам шундағы бер генә һүҙҙең мәғәнәһен булһа ла төшөнөр инемме икән?

            – Һис һүҙһеҙ төшөнөр инегеҙ. Һеҙ бит отҡор.

            – Гелән маҡтап ҡына тораһығыҙ. Мин дә шуны теләйем, әйткәндәрегеҙгә ла-йыҡ булырға тырышам. Музыкаль һәләтегеҙ булғас моғайын йырлайһығыҙҙыр ҙа әле?

            – Хисләнеп китеп телем ҡысытҡанда. Бәләкәй мәжлестә, яҡындар табынын-да. Килешһеҙ, моңһоҙ ғына итеп. - Мәрәкәләп өҫтәнем. - Тағы шуны өҫтәп әйтергә кәрәк, бер тапҡыр ишетһәләр башҡаса ҡабатлауымды үтенмәйҙәр. Бына ошонда-йыраҡ талант йәшеренгән миндә.

- Әгәр шул уникаль талантығыҙҙы мин ишетергә теләһәм?

- Кәйефегеҙ китер, миңә булған ҡарашығыҙ ҡырҡа үҙгәрер.

            – Һеҙгә булған ҡарашым үҙгәрмәҫтер инде ул. Ҡалған ҡыҫҡа ваҡытта үҙгәр-еп өлгөрмәҫ… Бик-бик үтенһәм башҡортса йырлап ишеттерерһегеҙме?

       Ни тип яуап бирергә лә белмәй юғалып ҡалдым.

            – Елизавета Петровна ҡалаға сыҡты. Әҙерәк прогулкала йөрөп әйләнһен, һаман фатирҙы һаҡлап ултыра алмай бит инде. Ә Павел Сергеевичтың беҙҙә эше юҡ, партия конференцияһына сығыш әҙерләй.

            – Әгәр тыйнаҡ ҡына итеп баш тартһам? Урыны был түгел.

            – Дарыу еҫе, сырхаулыҡ аураһы һеңгән тар бүлмә, тимәксеһегеҙме? Бына ошо түҙеп торғоһоҙ мөхиткә йән өрөгөҙ исмаһам, зинһар өсөн!

       Аныҡ ҡарарға килә алмай бер аҙ ыуаланғас ҡыйынһынып әйттем:

            – Оҫталығым самаһында, саҡ-саҡ ҡына ишетелерлек итеп көйләрмен, йәме? Шунан йырҙың һүҙҙәрен тәржемә итермен.

            – Риза…

      Ҙур сәхнәгә, һанһыҙ тамашасылар алдына сыҡҡандай баҫтым, күтәрерҙәй та-уыш бейеклеген һайлап тамағымды ҡырҙым:

 

                                 Баҙарҙарға барһаң, аҡ тун алһаң,

                                 Хаҡҡынаһын үҙен түләрмен.

                                 Әжәлдәрең етһә, әйт үҙемә, Йәнбикәм,

                                 Һинең өсөн үҙем үләрмен…

 

  Моңло ғына, ишетер ҡолаҡҡа ятышлы ғына килеп сыҡты ла баһа, шайтан алғы-ры! Йыр тамаҡ төбөнән түгел, йөрәк түренән, күңел төпкөлөнән һығылып сыҡ-ҡанда ғына аһәңле ишетелгәненә бына әле генә, бер тапҡыр ҙа йырлап ҡарамаған йырҙы көйләгәндә инандым, башҡарғаным икенсе урында, Йәнбикәһеҙ ерҙә ошо-лай яңғырамаҫ ине, һис тә яңғырамаҫ ине. Ҡыйғас ҡаштар мөһим һорауға яуап алырға теләгәндәй юғары сөйөлгәндәр.

 

                                Ауыр юлдар үтеп мин ҡайтырмын, Йәнбикәм,

                                Һөйәм, тигән һүҙең хаҡ булһа…

 

    Йыр тамамланғас таш балбалдай ҡатҡан Яна кинәт хәрәкәткә килеп миңә табан ынтылды ла, эҫе әйбергә ҡағылырға баҙнат итмәгәндәй ҡулдарын кинәт кире тар-тып алып устары менән йөҙөн ҡушусланы, үкһеп илап ебәрҙе:

            – Бөтәһен дә төшөндөм, тәржемә итеү кәрәкмәй! Иҫ белгәндә әсәйемдән ишеткән бишек көйөнән һуң бындай йырҙы тәүләп ишетеүем. Һеҙ миңә онотол-маҫ ҡәҙерле бүләк эшләнегеҙ, Азамат, рәхмәт!   

       Бүлмәнең ишеге шар асылып китте. Унда хәрби кейемен һалмаған, иҙеү төй-мәһе ысҡындырылғанғамы галстугы бер яҡҡа салшайып шылған Слуквин тора ине. Йөҙө ҡурҡыныс төмһәргән.

            – Старшина, беҙҙең фатирҙа кәмит, шайтан туйын ойошторорға һеҙгә кем ҡушты, рөхсәт итте? - Ҡорос ҡоросҡа бәрелдеме ни, сыңлап китте, һәр айырып әйтелгән һүҙ сәпкә тейҙерергә йүнәлтелгән. 

       Слуквинға, шунан Янаға алмаш-тилмәш ҡарап алдым, мәгәр бер ни ҙә тип яуап ҡайтара алманым.

- Уның йырлауын мин үтенгәйнем, Павел!

- Яна, фельдшерҙың бурыстары алдан билдәле, ә бына уның ҡырағай телдә мөңгөрәүе бер кемгә хәжәт тә, кәрәк тә түгел.

- Йырҙы ул минең тыуған телемдә йырланы, бик беләһең килһә. Тимәк мин дә ҡырағай?

- Барыһын да һуңынан, икәүҙән-икәү ҡалғас һөйләшербеҙ.

            –  Һин хаҡлы түгел, Павел… - Янаның тауышы ҡалтырап сыҡты.

            –  На этот раз я прав! Нельзя быт таким наглым, бесцеремонным! Старши-на, выйди!

       Яна түшәккә йөҙтүбән ҡапланды. Уның илауҙан һелкенгән ҡорҙай ғына кәүҙә-һе аҡ япма аҫтына тотошлайы менән һеңгәйне. Бына ул кинәт ҡалҡып ғазаплы ҡа-рашын миңә төбәне. Әллә хушлашыуы булды, әллә бәхилләшеүе.

       Подъезға сығыу менән, ишек ябылыр-ябылмаҫтан Слуквин яғамдан бөрҙө:

            – Һеҙ үҙегеҙҙең тәрбиәһеҙ ҡыланышығыҙға баһа бирәһегеҙме, һалдат?! Кү-пме түҙергә мөмкин? Әрһеҙ һәм шул уҡ ваҡытта әҙәпһеҙ кеше икәнһегеҙ!

       Тынысланып өлгөргәйнем инде. Иҙеүемде матҡыған тимер ҡыҫҡыстай барма-ҡтарға ҡараным:

            –  Ҡулығыҙҙы алығыҙ, иптәш подполковник!

            –  Нимә, һеҙ миңә бойораһығыҙмы?

            –  Бойормайым, әйтәм.

    Тарамыштары беленгән икенсе йоҙроҡ йомро таш киҫәгеләй танауым осона килеп терәлде:

- Хәҙер маңлайығыҙға тондороп, арт һынығыҙға тибеп подъезд баҫҡысынан елгәрәм!

- Ни өсөн?

- Оятһыҙлығығыҙ өсөн!

- Иптәш подполковник, бындағы ығы-зығыны Янаның ишетеп ҡалыуы бар. Тағы күршеләрегеҙ ни тиер? Ирҙәрсә мөнәсәбәт асыҡларға теләһәгеҙ бынан сығайыҡ, йә йорттан йырағыраҡ китәйек.

       Янаны хәтерләтеү Слуквинды бер аҙ һыуындырҙы булһа кәрәк, ул ҡулын ысҡындырып йоҙроғон яҙып баҫҡыс тотҡаһына терһәкләнде. Тәмәке тоҡандырып тәрән һурып тарта башланы шунан ярһыуынан күҙҙәренә ҡан һауған үгеҙҙәй аҡайҙы:

- Кеше күҙенән ҡасып минең менән һуғышырғамы иҫәбегеҙ?

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ғәҙел нигеҙҙә мөнәсәбәт асыҡлау быуаты үтеп киткән шул.

- Үтмәгән булһа ни ҡылыр инең, хөрәсән?

- Бер ниндәй сәбәпһеҙ яғанан алғанығыҙ өсөн дуэлгә саҡырыр инем.

- Минеме?! - Слуквин малайҙарса әтәсләнде. - Бокстан, йөҙөүҙән спорт мастерынмы? Атыуҙан да беренсе разрядым бар!

- Юҡҡа хафаланаһығыҙ, иптәш подполковник, беҙҙең бит ауырлыҡ категориялары тап килмәй!

       Мыҫҡыллы йылмайыуымды шәйләгәс Слуквин үсеккәндәй итеп өҫтәне:

–    Йә, нимәгә ынтылаһығыҙ, нимәгә иҫәп тотаһығыҙ инде?

- Ауырыу тере икән - тимәк йәшәүгә лә өмөт бар, ә мин ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләп ана шул йәшәү сырағын һүндермәҫкә тырышам ғына.

            –    Демагог! - Асыуы баҫылмаған Слуквин кәзекләшеүен белде.

- Ленин томдарын уҡып, партия документтарын өйрәнеп кенә зиһенле булып булмай.

- Партияға, социалистик ҡоролошҡа һүҙ тейҙермәксеһегеҙме?

- Пафосты онотайыҡ, партия йыйылышында ултырмайбыҙ, иптәш подполковник. Донъяла Устав төшөнсәләренән тыш башҡа ҡағиҙәләр, закондар ҙа бар бит әле.

            –  Ниндәй закондар?

            –  Ҡағыҙға яҙылмаған.

            –  Күрәм, политуҡыуға йөрөмәһәгеҙ ҙә тел сарлауға оҫтарғанһығыҙ. Бына нимә һалдат, бынан бүтән беҙгә ике аяғыңдың береһен баҫма, был тарафҡа юлды онот!

            –  Ошоғаса бары рәсми булмаған бойороғоғоҙҙо ғына үтәнем.

            –  Плохо, очень плохо выполнили! Я отстраняю вас от работы, об этом дол-ожите своему непосредственному начальнику старшему лейтенанту Лыкову!

–  Есть доложить! Разрешите идти, товариш подполковник? -  Бер нисә баҫ-ҡыс төшкәс юғарыға ҡараным. - Если потребуется моя помощь, по можете позво-нить в любое время суток. Я приду.

–  Кемгә шылтыратырға, кемде бына саҡыртырға кәрәклекте мин үҙем бел-әм һәм хәл итәм! Асҡысты килтер, старшина!

            –    Ниндәй асҡыс?

            –    Фатирҙыҡын!

- Ғәфү итегеҙ, бөтөнләй онотҡанмын. - Кире күтәрелеп асҡысты һондом.

       Ҡайтымһаҡланыуға иҫәп тотоп туҡтала бирҙем.

- Можете идти, вы свободны, старшина!

- Хотя я и свободен, как медицинский работник нужен Яне Григорьевне, очень нужен…

 

 

 

                                                                13

 

 

 

   Ғәҙәтем буйынса  биш тула ун биш минут тигәндә йоҡонан уяндым. Һалҡын һыу менән йыуынып алғас ҡабаланып кейендем дә кисәге һөйләшеүҙе хәтергә төшөр-өп ишек яңағына һөйәлеп туҡтап ҡалдым. «Ҡайҙа йыйынам һуң әле, мин бит ба-шҡараһы эшемдән ситләтелгән кеше. Әллә бер ни ҙә булмағандай һин дә мин ба-рырға ла инергәме, тормошта бит төрлө сетерекле хәлдәр була, кис әрләшеп-тал-ашып китәһең дә иртәгеһен ярашаһың. Ярай, барҙым да икән, ти, тик ҡайһылай-тып көсләшеп, әрһеҙләшеп бикле ишекте шаҡып тормаҡ? Эскә үткәреүҙәре лә бик икеле. Йәнбикә моғайын да беҙҙең Слуквин менән ике аралағы һөйләшеү ха-ҡында белмәйҙер. Мине көтөүҙән бигерәк үҙәгенә үткән һыҙланыуынан ҡара кө-йәсәк бит ул…» Яна, тип атарға телем әйләнмәй, уға күңелемдән генә Йәнбикә, тип өндәшәм хәҙер. Өңөлөп тәҙрә төбөндәге будильникҡа, тумбочка өҫтөндәге те-лефонға күҙ аттым. Тынлыҡ. Ҡолаҡ тондорғос тынлыҡ. Тәҙрә ҡаршыһына барып баҫтым. Ҡала урамдарын бағана баштарына ауыш аллюминий торбаларға берке-телгән ҡалын быяла япмалы лампалар яҡтырта. Яҡтырта, тип әйтеү дөрөҫлөккә тап килеп тә бөтмәй - тирә йүнгә аяҡ юлын табырлыҡ көңгөрт нурҙар тарата. Зә-ғиф, сырхау нурҙар. Күктә, баш осонда ерҙе емерерҙәй булып ауыр, ҡуйы ҡараңғ-ылыҡ аҫылынған. Миҙгел әкренләп яҙға тартһа ла көн оҙонлоғо әлегә таң һарыһы-на ялғанырға өлгөрмәгән. Барыр тарафымда, алыҫта, бик алыҫта ана һүнәм, бына һүнәм, тип былтылдап энә күҙәүендәй генә ут нөктәһе төҫмөрләнә. Кире карауат-ыма барып ултырып Алексей Толстойҙың “Хождение по мукам” романының “Хм-урое утро” китабын ҡулыма алып аҙаҡҡы биттәргә текәлдем. Ҡарашым механик рәүештә хәрефтәр теҙмәһенән йүгерһә лә уҡығаным зиһенемде ҡуҙғытманы. Слу-квиндың ҡайтымһаҡланыуына иҫәп тотоп, унан саҡырыу көтөп тағы ла ярты сәғәт ваҡыт үтте. Нимә булһа ла эшләргә кәрәк, былайтып ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. Үҙемдең урынға һылтауын табып Андрейҙы булһа ла ебәрергә кәрәк. Ху-жалыҡ взводына шылтыраттым. Яҡташым рядовой Сәмиев дневальный икән. 

 - Дәүләт, был старшина Баймөхәмәтов, Диденконы уят әле, кисекмәҫтән башҡараһы эш килеп сыҡты.

- Ул ҡалаға сығып китте, иптәш старшина.

- Күптәнме?

- Әле генә. Һеҙҙең шылтыратыуығыҙ хаҡында уға әйтергәме?

–     Кәрәкмәҫ. Һау бул.

      «Подполковник бөтәһен дә алдан ҡайғыртҡан, хәстәрләгән…»

   Иртәнге эштәрҙе яйға һалғас ҡабул итеүгә ултырҙым. Килеүселәр артыҡ күп тү-гел. Эш барышында яныма Римма Ильясова, Анна Максимовна инеп сыҡтылар. Шымтайышып йөрөйҙәр, ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһыныуы тынғылыҡ бирмәйҙер, минең яҡҡа ҡарап-ҡарап алалар, башлап һүҙ ҡушыуымды көтәләрҙер. Прапорщик Гера-симов коридорҙа тап килеп «Здорово, как дела?» тиеүҙән уҙманы, уға ни, һәммә-һенә битараф йәнгә булды ни ҙә булманы ни, мин бөтөнләйгә уның күҙ уңынан ысҡынһам да иҫе китмәйәсәк.

    Лыков санчастә тик аҙна уртаһында ғына күренде. Начальнигыбыҙҙың килерен түҙемһеҙләнеп көтһәм дә ул ығыш ҡуҙғалып яныма төшкә яҡын ғына инде. Ҡул биреп иҫәнләшкәс миңә һынап ҡарап кабинеты яғына ымланы ла һәлмәк аҙымл-ап алдан төштө, теләгең бар икән, эйәр, йәнәһе.

       Кабинет юғарыла урынлашһа ла ярым ҡараңғы, хужаһыҙлыҡтандыр сирҡан-дырғыс һалҡын, ҡотһоҙ. Стена ҡырындағы тоҡандырылған электр мейесенән бу-яҡ, ипкен еҫе килә.   

       Лыков эш өҫтәленең артына урынлашҡас аҡланғандай һөйләнде:

- Юғалтҡанһығыҙҙыр моғайын, эш буйынса Латвияға, Рига ҡалаһына барып ҡайттым. Бындағы хәлдәрҙе беләм. Әйттеләр. Санчастәге дөйөм торош нисек?

- Андрей гепатит сирен таптым, тип бер һалдатты госпиталгә оҙатҡан. Тегендәгеләр казармаларҙа дизенфекция үткәреүҙе талап итеп башта шау-шыу ҡуптарғайнылар ҙа диагноз раҫланмағас тынысландылар һымаҡ.

- Бына һиңә, әбекәйем, һуң иң тәүҙә һинең менән кәңәшләшһәсе!

- Мин дә шул уҡ диагнозды ҡуйып хаталаныр инем, бәлки, кем белә.

- Башҡа әйтер яңылыҡтарың юҡмы?

            –    Туранан-тура начальнигым булараҡ һеҙгә подполковник Слуквин…

            –    Рапорт бирмәҫкә лә мөмкин. Еткерҙеләр, тинем бит. Эшеңдән ситләтел-еү сәбәбен дә һорамайым.

- Һораһағыҙ ҙа яуап ҡайтара алмаҫ инем, иптәш өлкән лейтенант.

       Лыков көтмәгәндә йәнләнеп китте лә кәүҙәһенә хас булмағанса етеҙ ҡуҙғалып эргәһендәге журнал өҫтәле өҫтөндәге сәйнүкте үрелеп алды:

- Азамат, теләйһеңме һине күстәнәс кофе менән һыйлайым!

- Рәхмәт, Иван Иванович.

- Бразилия кофеһы! Ригала оҙон сиратҡа баҫып алдым!

- Иртәнсәк кенә һалдаттар өсөн әҙерләнгән сәй менән һыйландым. Быныһы инде Диденконың дизенфекция күстәнәсе – хлоркалы сәй, ауыҙға алғыһыҙ. Кофе менән һыйланырбыҙ әле берәй көн.

- Ундай яйҙы тап килтерә алмауыбыҙ ҙа бик ихтимал.

- Нишләп тап килмәһен, хәҙер эшем яйлы, көнө буйы санчастә.

- Ә һин юҡҡа кофенан баш тартаһың, юҡҡа! Тонусты күтәреп алыу зыян итмәҫ ине!  - Лыков сәйнүктең шнурын розетканан һура тартып алды ла күңелһеҙ-ләнеп тынып ҡалды.

            –    Бынан ары Слуквинаға Диденко йөрөйәсәкме?

            –    Эйе ул.

            –    Ә мин?

       Иван Иванович һорауымды ишетмәгәндәй әңгәмәне көтөлмәгән йүнәлешкә борҙо:

- Әйткәндәй, яңы эш урыны менән ҡотларға мөмкин!

- Төшөнөп етмәнем, кемде?

- Старшина Баймөхәмәтовты.

            –     Мине, ҡотларға? - Аптырап киттем.

            –     Һине өлкән инструктор сифатында госпиталгә күсерәләр. -  Ары нисек дауам итергә белмәй туҡтап ҡалды ла ҡулына алған ҡәләмен өҫтәл ситенә туҡыл-датырға тотондо.

            – Үрләтеү мәсьәләһен хәл итеүгә килгәндә был моғайын да һеҙҙең инициатива түгелдер, Иван Иванович?

       Лыков уратып яуапланы:

            –    Беҙ хәрбиҙәр.

            –    Һалдат һурпаһын өс ай эсергә ҡалды.

            –    Оҙаҡ түгел, нисек тә сыҙа, түҙ.

- Урыным алмашыныуы нимәгә бәйле инде? Ғәйебем нимәлә?

- Ҡайһы берәүҙәрҙең асыуын ҡабартып күҙ алдында йөрөүегеҙ үҙе үк ғәйеп. Госпиталь начальнигы полковник Яблуновский менән һөйләштем-килешт-ем. Тегендә һиңә насар булмаҫ. -  Паузанан һуң өҫтәне. - Ситуация шулайыраҡ – дәлилләп килтергән аргументтарҙы, факттарҙы иҫәпкә алманы, хатта тыңларға ла теләмәне. Кем хаҡында һүҙ барғанын беләһең.

            – Беләм.

            – Юлға йыйыныу ығы-зығыһы менән бәлки һуңынан иркенләп һөйләшеп тә ултырып булмаҫ. Ә һин һыйымдан баш тартаһың.

- Был осраҡта кофе ғына аҙ, һис юғында шампан шартлатырға кәрәк!

- Ярай инде асыуға тейеп аҡыл һатма. Ҡайһы бер теләктәреңде хәҙер үк әйт.

            –    Минең әкиәттәгеләй өс теләгем бар.

            –    Берәү генә лә түгел бит әле.

            –    Диденконың ҡулы ҡаты икәнлекте беләм, инъекция урыны күгәреп ки-леп сыға. Шуға Янаға уколды беләгенә түгел алмаш-тилмәшләп янбаштарына һа-лһын. Быны начальник булараҡ ҡәтғи талап итмәһәгеҙ минең әйткәндәремде ул алабарман ҡолағына ла элмәйәсәк. Икенсе теләгем – урыныма шул Андрейҙы тә-ҡдим итәм. Башҡа һайлап алыр кеше лә юҡ инде. Уға ла хеҙмәт итергә күп ҡалма-ны. Беҙҙә башҡортта: «Бер йылға ҡуян тиреһе лә сыҙаған», тигән әйтем бар. Һәм һуңғыһы - Диденкоға старшина званиеһын юллай алмаҫһығыҙ микән? Был уның өсөн үтә лә мөһим.

            –    Икегеҙ араһында дуҫлыҡ юҡ ине лә баһа.

            –    Яҡшы атланырға йыйынмайым, һеҙ теләктәремде һоранығыҙ, мин әйт-тем.

            –    Ә үҙегеҙгә һуң, нимә лә булһа кәрәкмәйме?

            –    Хушлашайыҡ, иптәш өлкән лейтенант. Һеҙҙең менән эшләү миңә үҙе бер һөнәр мәктәбе булды. Шуныһына рәхмәт. Госпиталдә йыш булаһығыҙ. Мо-ғайын да осрашып торорбоҙ.

            –    Хеҙмәтегеҙ өсөн, рәхмәт, старшина! – Лыков урынынан тороп ирҙәрсә ныҡ итеп ҡулымды ҡыҫты. - Һине беренсе дәрәжә «Сик буйы ғәскәрҙәре отличнигы» знагына тәҡдим итеп часть командиры исеменә наградной лист тултырып рапорт яҙғайным, ул раҫланды, тип хәбәр иттеләр.

- Советтар Союзына хеҙмәт итәм, иптәш өлкән лейтенант!

- Иди, иди, герой нашего времени! Своими конкретыми делами, поступками не смог защитить тебя, но душой я поддерживаю тебя.

 

 

                                                               14

 

 

       Юл сумаҙанына әйберҙәремде тултырып аҙапланғанда кемдер ишек шаҡыны.

            –  Инегеҙ.

    Андрей Диденко икән. Инергәме-юҡмы тигәндәй ишек ауыҙында туҡталды.

            – Үт, Валентиныч, ниңә улай ят кешеләй тораһың.

      Диденко өҫтәл эргәһендәге берҙән-бер артһыҙ ултырғысҡа һаҡты:

            – Хәлдәрең нисек, старшина?

            – Тапшырырын тапшырып, документтарҙы әҙерләп бөттөм, хәҙер әйберҙә-ремде төйнәйем. Ҡабаланмай алдан йыйыныштырып ҡуяйым, тим. Иртәгә эшт-ән һуң санчастең аш бүлмәһенә рәхим ит. Оҙатыу табыны ойоштормаҡсымын. Үҙ-ебеҙҙекеләр генә.

- Нишләптер һинән айырылғы, һине ебәрге килмәй, Азамат. Ирешһәк тә һуғышһаҡ та килешеп эшләй инек бит әле. Бер-беребеҙҙең ҡылыҡ-холҡона өйрә-нгәйнек. Китереңде ишеткәндән бирле нишләптер эс боша. - Диденко ҡулдарын тубығы тапҡырына төшөрөп бармаҡтарын ҡаушырҙы.

- Иртәме-һуңмы бер килеп барыбер айырылышырға тура килә.

– Кеше ҡәҙерен һуңлап ҡына беләбеҙ шул. Күҙ алдындағыларҙы күрмәйбеҙ, улар менән йәшәү бына ошолай мәңге дауам итер һымаҡ. Төптәнерәк уйлап ҡар-аһаң был донъяла бер-беребеҙгә ҡунаҡ ҡына икәнбеҙ ҙә баһа.

            –  Һин нишләптер бөгөн үҙеңә оҡшамағанһың. Слуквина нисек?

            – Ята инде тере мәйет ише. Нисәнсе көн укол ҡаҙайым, миңә бер тапҡыр күтәрелеп та ҡараманы, һүҙ ҙә ҡушманы, йөҙө таштай ҡатҡан, ирендәре асылмаҫ өсөн ҡымтылған.

            – Картинаһын яҙамы?

            – Ниндәй картина хаҡында һорайһың?  Ул нимә булһа ла эшләү түгел, ҡул-аяҡтарын ҡымғырлатмай.

            – Ә подполковник?

            – Нисә барһаң да ҡатының эргәһенән бер аҙым китмәй, ни алып ни бирергә белмәй. Әгәр Яна ауырып китмәһә уға шул тиклем дә иғтибар  булыр инеме икән?

- Һис һүҙһеҙ булыр ине.

- Теге оло йәштәге ҡатын моғайын да әсәһелер?

            – Апаһы. Елизавета Петровна.

            – Ул барған һайын ишек төбөнә ҡәҙәр оҙата килә лә һинең хаҡта һораша. Бөгөн иртәсәк икенсе часткә күсерелеүең хаҡында әйткәйнем бошоноуы йөҙөнә сыҡты, килеп күренеп, хушлашып китер, бәлки, ти.

- Быны бик теләһәм дә эшләй алмайым.

- Ә һин ҡыйыулығыңды туплап бар ҙа ин!

- Унда мин артыҡ кеше. Слуквиндың ҡылығы менән килешәм. Мәлендә киттем.  Юғиһә бер нисә көндән Слуквина мине янынан үҙе ҡыуыр ине.

- Ни өсөн?

- Ул миңә йәмһеҙ, көсһөҙ, бахыр хәлендә күренергә теләмәй. Билдәле уның хәле көнләп түгел, сәғәтләп насарлана бара.   

- Азамат, теге саҡ минең ғәйеп менән бәйләнешеп киттек. Ғәфү ит.

            – Әллә ҡасан оноттом.

            – Шәп егет һин, баш китерлек аҙым яһар сая ла. Тот та замполиттың ҡаты-нына ғашиҡ бул инде. Был бит теләһә кемдең ҡулынан килер эш түгел.

            – Әле әйткәндәрең һин уйлап сығарған фантазия ғына, Валентиныч.

            – Минеке генә булһа ни асыу, тотош часть шул хаҡта һөйләй. Слуквин ебәрә бит һине госпиталдең санэпидемстанцияһына. Шуны һиҙәһеңме?

            – Слуквинға килгәндә һәйбәт кеше. Тик тормошо гел фажиғәнән ҡоролған. Өҫтәүенә ҡатыны… Уның бит таяныр бер кеме лә юҡ. Ә Яна уның өсөн үҙе бер до-нъя ине… Замполит урынында булһам яҡыныма ҡул һонғанды Себергә һөргөнгә һөрөр инем әле.

            – Һин гелән аҡыллы фәлсәфә һатаһың инде ул.

            – Мулла бесәйемен бит, Андрей.

       Шым ғына көлөшөп алдыҡ.

       Андрей йәнләнгәндәй итте:

            – Азамат, мин бит һиңә рәхмәт әйтергә килдем.

            – Иван Иванович һөйөнсөләп тә өлгөрҙөмө ни әле?

            – Бер ни ҙә һөйөнсөләмәне.  Теге саҡ миңә бүлмәңде бирмәй бик тә дөрөҫ эшләнең. Нинаны алдар инем, шунан үҙем шул ялғандан тапланыр, бысраныр инем.

            – Ҡатын-ҡыҙ йомаҡ, мәңге асылмаҫ мөғжизә, ынтылып, үрелеп етә алмаҫл-ыҡ бейеклек, һонолоп  эләктерә алмаҫ хыял ҡошо; ғәҙәтилек, тупаҫлыҡ  уларҙың ете йоҙаҡ менән бикләнгән серлелеген кәметә, сағыулығын төҫһөҙләндерә .

            – Ете йоҙаҡҡа бикләнгән сер һандығының асҡысын ҡайҙан алырға?

            – Ул ғашиҡтар ҡулында.   

            – Хыялый кеше һин, Азамат, ысын хыялый. Беләһеңме, мин дә ғашиҡ булд-ым бит, әй. Ысынлап, тәүге тапҡыр!

            – Китсе!

            – Атайым әйтмешләй әпәкәй менән ант итәм.

            – Кемгә? Минән өлгө алып шул Нинағалыр инде.

            – Рота командиры Хитруктың ҡыҙына.

            – Ә ул?

            – Уныһын бер Хоҙай ғына белә инде. Алланы көн һайын күрәм һәм күргем килә. Шуныһы ла баштан ашҡан әлегә. Тирә-йүнгә бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡа-рай башланым. Йылмайғым-көлгөм, кемгәлер яҡшылыҡ эшләгем, бар донъяны күкрәгемә ҡосоп һөйгөм килә.

            – Шағир һымаҡ хәбәр һөйләп ташланың да, Валентиныч!

            – Кисә взвод командирына инеп һөйләшеп сыҡтым. Әгәр мөмкинселек бу-лһа  бында ары ла хеҙмәт итергә ҡалам. Прапорщиктар курсына барып уҡып ҡа-йтам да. Ҡалмаҫ та инем, мин Аллаһыҙ ҡайһылайтырмын?

            – Ғәзиз башҡынайың харап булған бит!

            – Харап булды. Алла өсөн баштүбән упҡынға ырғырға әҙермен. Слушай,  һиңә тағы ла бер үтенес бар бит әле.

            – Ғәфү ит. Бүлмәмде биреп тора алмайым.

            – Мыҫҡыл итмә, йәме. Онот. Теге саҡ Иван Ивановичтан звание хаҡында һүҙ ҡуҙғатыуыңды үтенгәйнем. Кәрәкмәй. Ихлас әйтәм. Минең өсөн хәҙер дәрәжә мө-һим түгел.

            – Ярай бик үтенгәсең әйтмәм.

            – Рәхмәт. - Андрей тороп сәғәтенә күҙ атты. - Миңә әҙерәк ял итеп алырға ла Слуквинаға барырға кәрәк. Ә… уға һинең хаҡта нимә тип әйтергә?

            – Бер ни ҙә әйтмә… Ул яттарҙың ваҡытһыҙ борсоғанын яратмай.

            – Әгәр һораһа, ҡыҙыҡһына ҡалһа?

            – Тиҙҙән, яҙ етә, тау биттәрен ябып умырзая сәскә атыр, тигән.

       Андрей аңшайып ҡалды.

            – Шулай тиһәң бөтәһен дә аңлар, төшөнөр…

 

 

 

                                                                 15

 

 

    «Тиҙ ярҙам» машинаһы бик һуң ғына бушағанлыҡтан госпиталгә эңер мәлендә ҡуҙғалырға ҡарар иттек. Тегендә барыр ерем, урынлашыр бүлмәм алдан билдәле булғас үҙем дә артыҡ ҡабаланманым, тағы, йәшерен-батырын түгел, китке килмәг-әндә ҡайҙа ашығырға? Бөтә ойоштороу, урынлашыу мәсьәләләрен дә Иван Ивано-вич алдан көйләп ҡуйғайны, яйға һалғайны. Бәләкәй генә сәй табынына йыйылған коллегаларым иркенләп китеп ихлас ултырҙылар. Ир-егеттәрсә еңел-елпе әҙерлә-гән өҫтәлемә ҡунаҡтарым тотоп килгән күстәнәстәр өҫтәлгәс табыным һығылып торор кимәлгә етте. Герасимов хромкаһында өҙҙөрөп уйнап ебәрҙе. Йырлашып та алдыҡ. Мәжлес һуңында Иван Иванович коллектив исеменән миңә иҫтәлекле сув-енир бүләк итте. Санчасть ҡаршыһына сыҡтыҡ. Бына, ниһайәт, бар байлығым – сумаҙанымды машинаның салонына урынлаштырҙым. Ирҙәр менән ҡул биреп, ҡосаҡлашып хушлаштыҡ. Ошоғаса һәләтен йәшергән, моңло тауышлы, оҫта гарм-унсы, йор көрәгәсе Герасимов китер мәл еткәс яҡын, ҡәҙерле, тупаҫ балта менән һумалтыр әтмәләнгән әйберҙәй күрмәлекһеҙ төҫ-башы үтә лә күркәм күренде. Римма Ильясова менән Анна Максимовна күҙ йәштәрен һөртөштөрөп алдылар. Ҡатын-ҡыҙ, ҡатын ҡыҙ инде, барғас та тамаҡланып алырһың, тип, әллә күпме өй ризыҡтарын төйнәп килтергәндәр. Машина ҡуҙғалды. Артымдан контроль үткәр-еү пунктының шыуҙырмалы тимер ҡапҡаһы шауҙырлап-сыйнап ябылды. Минең өсөн башҡаса бер ваҡытта ла асылмаҫ өсөн ябылды. Бында үткән көндәрем, һуҡм-аҡтарға һалынған аяҡ эҙҙәрем, йорттарға, ағастарға ғөмүмән ошо мөхиткә һеңгән күҙ нурҙарым минән айырылырға теләмәй һыҡрап илап ҡалдылар һымаҡ. Ырым-ға килешмәй, тиҙәр бит, бик теләһәм дә артыма ҡайырылып ҡараманым.Үҙәк ма-йҙан. Яңы ғына эңер төшөүгә ҡарамаҫтан бында халыҡ ғәҙәттәгесә, бәләкәй ҡалал-арға хас булғанса күп түгел, һирәк-һаяҡ үткән-һүткәндәр ҙә эштән ҡайтыусы йә үҙ йомоштарын юллаусылар. Ҡараңғы парк яғынан ҡарасҡылай ҡалҡып шайтан ҡуласаһы күренә. Йәл, унда бер тапҡыр ғына булһа ла әйләнергә тура килмәне. Кафеның тәҙрәләренә тартылған ебәк ҡорғандар аша эс яҡта йыбырлашып хәрәк-әтләнгән тоноҡ шәүләләр төҫмөрләнә. Бәғзе берәүҙәр байрам итәләрҙер. Әҙәм ба-лаһына бит һәр саҡ тамаша, байрам, күңел асыу кәрәк. Өҫтәлдәрҙе моғайын да те-ге, теләр-теләмәҫ кенә ҡыймылдаған, йәмрәй йөҙлө йыуан ҡатын хеҙмәтләндерәл-ер, ә тәбәнәк буйлы пеләш ҡатҡан бармаҡта-ры менән клавишалар теҙмәһенә ки-лешһеҙ, йәпһеҙ баҫҡыслап йыйылыусыларҙың баштарын ҡаңғыртып пионино ды-ңғырҙаталыр. Моңһоҙҙар артҡандан арта бара, уларҙы ҡолаҡтарыңды томалап ты-ңламаҫҡа тырышҡансы Бетховен ише һаңғырау булыуың хәйерле. Ә бынау суйыр-таш тротуарҙан көнө-төнө өс ай дауамында нисә тапҡыр үттем икән? Иҫәпләй ки-тһәң осо-башына сығырлыҡ түгел. Ә аҙымдарымды саҡрымдарға һалһаң?

       Офицерҙар йортона яҡынлаштыҡ.

            – Ваня, тут на минутку остановись, пожалуйста.

            – Может, поближе к дому подъехать, товариш старшина?

            – Юҡ ошонда ғына көт. Шулай яйлыраҡ булыр.

            – Кемдә йомошоғоҙ? Иван Иванович бит тегендә, частә ҡалды.

- Слуквиндарға ҡалдыраһы әйберем бар. - Сумаҙанымдың өҫкө яғына һалған төргәкте сығарҙым.

       Таныш ишек ауыҙында туҡталдым. Инергәме-юҡмы? Ҡолағымда Слуквиндың ҡырҡыу, бойороҡ тонындағы тауышы яңғырағандай итте: «Бынан бүтән беҙгә кил-еп күренәһе булма!» Ары ни ҡылырға белмәй урынымда бер аҙ тапана биргәс ба-лалар майҙансығындағы ултырғысҡа барып ултырҙым. Частән килтерелеп йорт ҡыйығына урынлаштырылған прожекторҙың нур көлтәһе тирә-яҡты һыуҙай яҡт-ыртып ебәргән. Юғарыға ҡараным. Слуквиндарҙың гел ҡараңғы зал тәҙрәһе лә бө-гөн балҡып күренә.

            – Привет!  - Һиҫкәнеп башымды ҡалҡыттым. Эргәмә Хитруктың ҡыҙы килеп баҫҡан.

            –   А-а-а, Аллочка, дорогая моя, здравстуй? - Урын тәҡдим итеп шыла бирҙ-ем.

- Очень рада увидеть вас возле нашего дома, - тине ҡыҙ янымдан урын алып.

- Мин дә.

- Консультациянан ҡайтып киләм. Конкрет хәл иттем, быйыл медицина институтына барып бәхетте һынап ҡарайым. Инә алмаһам ҡайтып, медицина до-нъяһы менән яҡындан танышыу маҡсатында больницаға санитарка булып эшкә урынлашам. Икенсе йыл ҡабатлармын, шунан өсөнсө йыл, барыбер уҡырға инәм, тип үҙемә һүҙ бирҙем!

            –    Молодец, гел шулай ныҡышмал бул.

- Ә һеҙ нишләп бында?

- Килдем әле. Өйрәнелгән ғәҙәт буйынса.

       Алла курткаһының яғаһын ҡалҡытып, ҡулдарын кеҫәләренә тыҡты ла кроссо-вкаларын бер-береһенә бәргесләне.

- Өшөнөңмө?

- Саҡ-саҡ ҡына. - Алла иркәләнгәндәй, наҙланғандай итеп ҡараны.

- Ҡана, бир әле ҡулдарыңды! - Тумбыҡҡан һалҡын бармаҡтарҙы ыуып, тыным менән өрөп йылытырға керешеп киттем. - Йә, саҡ-саҡ ҡына йылы булдымы инде хәҙер?

- Йылыҡайҙар! - Бармаҡтарын юғары ҡалҡытып тырпайтҡан ҡыҙ кинәнеп көлөп ебәрҙе.

- Нишләптер көндәр йылыға тартмай. Улай тиһәң тыуған яғымда һаман да ҡыштыр әле. Беҙҙә ҡар апрель урталарында ғына ныҡлап ирей башлай.

- Тыуған яғығыҙ йәмлеме?

- Кем генә үҙенең төйәген яманлаһын. Ә шулай ҙа унда миҙгелдәр үҙ мәлендә килә, унда ҡояш яҡтыраҡ, көндәр сағыуыраҡ, үләндәр йәшелерәк, ә һауа һулап туйғыһыҙ.

 

 

 

 

 

 

 

* мандрен (мед.) – энәләрҙең үҙәген таҙартыу өсөн ҡулланылған ҡорос сым.

* пюпитр (рус. фр.) – нота, китап һ.б. нәмә ҡуйыу өсөн таяуға ултыртылған ҡыя таҡта.

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас