Әҙәби мѳхит
21 Ғинуар 2025, 10:57

Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә. Повесть. Өсөнсө киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.

- Иламағыҙ, Елизавета Петровна, Яна иламай бит. Донъялағы иң көслө һыу - ҡатын-ҡыҙҙың күҙ йәше. - Ҡабатлағыҙ әле! - Елизавета Петровна биттәрен ҡул һырты менән һыпырҙы ла тәүге тапҡыр күргәндәй миңә ғәжәпләнеп төбәлде. - Минең һүҙҙәрем түгел, был афоризмды Джон Морли әйтеп ҡалдырған.

Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә. Повесть. Өсөнсө киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә. Повесть. Өсөнсө киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.
Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә. Повесть. Өсөнсө киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.

– Благодарю! Мерси*!

            – Ни өсөн рәхмәт әйтәһегеҙ әле?

            – Бөгөнгө көндә ҡатын-ҡыҙға юл биреп, урын тәҡдим итеүсе ысын рыцарҙәр юҡ кимәлендә. Шуға.

            – Бына мин һеҙҙе алдан үткәрҙем түгелме?

            – Мамонттар йәшәгән дәүер кешеһе булғанға шулай эшләнегеҙ.

            – Ваш комплимент оргинальный и своеобразный. Вы очень воспитанная де-вушка.

            – Вы допустили оплошность. Ваш ответ должен был прозвучать более жест-че и наглее. Си ля ви*!

- Франузса ла ҡайһы бер һүҙҙәрҙе беләһегеҙ икән. Күп телдәрҙә һөйләшеү маҡтауға лайыҡ.

- Аҡыл һатҡандарҙы яратмайым. Әрләшегеҙ, тим бит.

            – Әрләшер ҙә инем, мин бит һеҙҙе бөтөнләй белмәйем.

            – Ҡайҙан икәнлегегеҙҙе әйтмәһәгеҙ ҙә беләм. Ҡалала хәрби часть берәү генә. Һеҙ шул көтөүҙән айырылған һарыҡ.

- Һарыҡ түгел, бәрәс.

- Ә нишләп бәрәс?

- Әсәйең моғайын да көн һайын кис бәпесе йоҡоға китер алдынан әкиәт һөйләйҙер.

            –  Беҙҙә бәпес юҡ. Мин бер үҙем генә.

–  «Алёнушка» әкиәтен ишеткәнең бармы?

–   Не пей, братец, из копытца, жеребеночкем станешь! - Ҡыҙый әкиәт пер-сонажы образына инеп ҡылансыҡланды ла кинәт йөҙөн етдиләндерҙе. -  Ә беҙ бе-ренсе ҡаттағы фатирҙа йәшәйбеҙ, подъездың уң яғындағы тәҙрә минеке, исемем Алла.

            – Бына таныштыҡ та.

            – Беҙгә килдегеҙме?

            – Ошо йортҡа.

            – Исемегеҙ Иванушкалыр?

            – Юҡ. Һалдат.

            – Исемһеҙһегеҙ улайһа?

            – Быныһы инде хәрби сер. Ә һеҙ мәктәпкәлер? -  Китаптар тултырылған по-ртфелгә ымланым.

            – Мәктәпкә түгел! Университетҡа китеп барам!

            – Тимәк, юғары уҡыу йортоноң икенсе сменаһына?

            – Барһасы! - ҡыҙый ҡуш йоҙроҡ саҡлы янбаштарын бейетеп тырт та мырт баҫып атлап китте лә апаруҡ ер киткәс ҡайырылып телен сығарҙы. - Пока, Швейк*- һалдат!

       Эскерһеҙ кәзекләшеүҙән күңелле булып китте, булмышымды биләгән билдә-һеҙ хафа аҙға ғына онотолдо.    

       Ишек янындағы звоноктың ҡара кнопкаһына баҫтым. Теге яҡта наҙлы ҡыңғыр-ау тауышы ишетелде. Слуквин асты, һүҙһеҙ генә мине эскә үткәрҙе.

            – Килдеңме, старшина? Һаумы?.. - Ым-хәрәкәт менән саҡырҙы - Әйҙә, бында инәйек, һөйләшеп алаһы бар.

      Аш бүлмәһендә атлас халат кейгән, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан ерән төҫ-өндәге сәстәрен ҡабартып ебәреп лакҡа ҡатырған, ҡойолған ҡаштарының урыны-на ҡабаттан нәҙек итеп ҡыйғасландырып ҡаш һыҙған, йоҡа ирендәренә асыҡ ҡыҙ-ыл помада яҡҡан, ҡартлыҡ  билдәһе - ваҡ сырыштарын крем һөртөп пудра яғып тигеҙләгән оло йәштәрҙәге ҡатын ҡаршы алды. Ул ҡулдарын ҡаушырып тәҙрә яң-ағына һөйәлде. Килешһеҙ, саманан арттырып ебәреп биҙәнеү-төҙәнеү ылыҡтыр-май, ҡартайыуы еткән йөҙҙө йәмләмәй, киреһенсә йәлләү, ҡыҙғаныу хисе генә уя-на. «Балсығы ҡойолған, стеналары арлы-бирле аҡланған, серегән тәҙрә рамдары буялған иҫке ағас йортҡа оҡшаған…»

       Мыҫҡыллы, түбәнһетеүле уйымды һиҙенгән ҡатын үсеккәндәй тәҙрә яғына ҡарап һыртын ҡуйып баҫты.                               

            – Таныш бул, Янаның әсә хөкөмөндәге апаһы Елизавета Петровна. Ул беҙҙә йәшәйәсәк, миңә эшкә йөрөргә кәрәк бит, Янаның яңғыҙын ҡалдыра алмайым.

       Медицина сумкаһынан стерилизатор сығарҙым:

            – Бында шприцтар. Ҡайнатып килтерҙем.

            – Уларҙы Елизавета Петровна даими әҙерләп торор. Бында килерҙән алда Иван Иванович һеҙгә моғайын да инструкция үткәргәндер.

- Так точно. Үткәрҙе.

- Ампулаларҙы көн һайын ҡала буйлатып кеҫәлә йөрөтөү ҡәтғи тыйылған эш. Ни тиһәң дә наркотиктар. Уларҙы аптеканан үҙем алырмын да бында сейфта һаҡларбыҙ. Төндә унда-бында йүгермәләү йәйәү кешегә яйһыҙ, шуға күрә раскла-душка ҡуйырбыҙ, ошонда аш бүлмәһендә йоҡларһың.

            – Кәрәкмәгәндә маҙаһыҙлап, бәләмде һалып өйрәнмәгәнмен, әгәр мөмкин булһа часткә ҡайтып йөрөргә рөхсәт итегеҙ, иптәш подполковник?

            – Уныһын үҙең ҡара, нисек ҡулай. - Ҡатынға мөрәжәғәт итте. - Елизавета Петровна, частә барам, кәрәк була ҡалһам теләһә ниндәй мәлдә лә шылтыратығ-ыҙ.

       Тегеһе ризалығын белдереп башын ҡаҡты.

  Слуквин сығыу яғына йүнәлде лә эйәген ҡағып миңә артынан эйәрергә ҡушты. Үткелектә йомшаҡ шипатайҙарын сисеп итеген, кейем шкафынан шинелен алып кейҙе, стенаға ҡағылған оваль көҙгөгә ҡарап кәпәсендәге кокарданы маңлай тапҡ-ырына тап килтереп ҡул һырты менән үлсәп тигеҙләгәс минең яҡҡа ҡырыҫ ҡар-ашын атты:

            – Бына нимә, доктор, һеҙҙең төп шөғөлөгөҙ ҡатыныма көнөнә дүрт тапҡыр инъекция яһау. Ауырыу менән әңгәмә ҡормауығыҙ хәйерле, ауыр сиренә ярашлы уның кәйефе тиҙ үҙгәреүсән.

            – Ваши пожелания буду учитывать, товарищ подполковник.

            – Не учитывайте, а выполняйте! - Ишекте ҡаты ябып сығып китте.

       Өс бүлмәле фатирҙың ҙур залы аша йоҡо бүлмәһенә килдем, һаҡ ҡына ишек-те ҡаҡтым.

            – Инегеҙ… - Эс яҡтан хәлһеҙ саҡырыу ишетелде.

       Яна ҙур ағас карауатта ята, аҡ яҫтыҡта ҡара бөҙрә сәстәре һибелеп таралған.  Йөҙө бер аҙ һурыла төшһә лә һаман да күркәм, ылыҡтырғыс, һораулы сөйөлгән ҡыйғас ҡаштары аҫтынан һүрәнлеген юғалтҡан һоро күҙҙәр һораулы ҡарайҙар.

            – Добрый день, Яна Григорьевна, вот я пришел…

            –  А я вот лежу...  - Һығылып сыҡҡан ике бөртөк күҙ йәше еүеш юлаҡ ҡалд-ырып сикәләре буйлап түбәнгә һарҡты. - Һеҙ теге саҡ оҙаҡҡа һуҙмай  поликлини-каға барырға ҡушҡайнығыҙ. Һуҙҙым да һуҙҙым. Сирем үҙенән үҙе үтер һымаҡ  ине. Әгәр ҡушҡанығыҙҙы эшләһәм бәлки өлгөрөр ҙә инем. Мин сабыр йән ул, бө-тәһенә лә түҙәм, тик бынау һыҙланыу үҙәккә үтә. Сыҙар әмәл ҡалманы.

   Уңғансы эргәбеҙгә ингән Елизавета Петровна стерилизаторҙы яңынан ҡайнатып алыуын хәбәр итте.

            –  Давайте будем делать укол. Теперь к вам буду ходить регулярно.

            – Үҙ теләгегеҙ менәнме, әллә бойороҡто үтәпме кенәме? 

            – Үҙ теләгем менән тип әйтһәм,  ышанырһығыҙмы?

            – Ышанам.

            – Ҡулығыҙ йомшаҡ, еңел икән, бөтөнләй беленмәне лә тейерлек. - Мускулд-ары бушай төшкән беләк простыня эсенә йәшеренде. Биниһая ваҡыт һүҙһеҙ ҡал-дыҡ. Бына Яна көтмәгәндә ҡулына эләккән һаплы тарағын ишек яғына елгәреп иҙ-әнгә яҫтығын ырғытты ла йөҙөн түшәгенә йәшереп үкһергә тотондо үҙе аҡылдан яҙғандай һөйләнде:

            – Ялҡтым был донъянан, ялҡтым барыһынан, нимәгә миңә ыҙаланып, баш-ҡаларҙы ыҙалатып йәшәргә! Йәшәгем килмәй, үлгем килә! Үлгем!

       Ишек ауыҙында Елизавета Петровна күренде, йөҙө хафалы.

            – Апай, сыҡ, үтенәм сыҡ, беҙҙе аҙға ғына ҡалдыр!

       Тегеһе нисек шым килеп инһә, шулай өнһөҙ-һүҙһеҙ юҡҡа сыҡты.

       Ҡоласын ташлап ҡаҡ һөйәккә әүерелә барған бармаҡтары менән түшәген мат-ҡыған Яна оҙаҡ үкһене, оҙаҡ сеңләне. Мин дә уны ошо хәлдә ташлап сыға алмай ҡаушағанмын.

      Бер аҙҙан ул түшәгендә тороп ултырҙы, боларған сәстәрен ипкә килтерҙе, ҡул һырты менән буҫыҡҡан йөҙөн һыпырҙы:

            – Кисерегеҙ зинһар. Теләмәгән инем. Сираттағы күңел өйәнәге.

       Һүҙһеҙ генә кеҫәмдән ҡулъяулыҡ сығарып һондом.

            – Ҡайһылай матур сигелгән! Бындай селтәрҙе тәүләп күреүем. - Яна әле ге-нә булған бәргеләнеүен онотоп ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһыныуы менән ҡулындағын әй-ләндергеләп ҡарарға кереште. - Һөйгән ҡыҙығыҙ бүләк иттеме?

            – Юҡ, яҡын ғына еңгәм.

            – Ә еңгәгеҙ… йәшме?

            – Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәше булмаған кеүек, еңгәләр ҙә һис ҡасан ҡартайма-йҙар.

            – Ошо ерҙә һеҙ шуҡ кешегә оҡшап киттегеҙ.

            – Ҡарт, үҙе килеп тороп йыуан, йәмһеҙ тип яманлағанымды ишетеп ҡалһа еңгәм ҡайтып төшөү менән мине тотоп алып тереләй ашар бит. Ул ут бөрсәһеләй хәрәкәтсән, йыуаш ағайымды шығырлатып тота. Йәнә йырға оҫта, таҡмаҡ әйткән-ендә теле телгә йоҡмай. - Янаны нимә менән булһа ла алдаштыра алыуыма ҡыуан-ып бар булған маһирлығымды, фантазиямды эшкә ҡушып хәбәргә күстем. - Арм-ияға китерҙән алда ауыл халҡын клубҡа йыйып беҙҙе сәхнә түренә мендереп улты-ртып ҡуйҙылар. Ауыл Советы башлығы һәр беребеҙгә бүләк итеп сумаҙан тоттор-ҙо, шунан яҡындар, туған-тыумасалар ҡотлай башланы. Теге еңгәм таҡмаҡлап ошо бүләген килтереп кеҫәмә тыҡты.

            – Нимә тип таҡмаҡланы инде? - Яна мауыҡҡандан мауыға бара.

            – Бында килешер микән? - Ишек яғына шиксел ҡарап алдым.

            – Килешә, йә инде йырлап күрһәтегеҙ. Мәрәкә бит!

                                          Армияға китә берәү,

                                          Билендә һары ҡайыш.

                                          Үҙен үҙе әллә кемгә,

                                          Ҡуя бит, понимаешь!

            – Понимаю! Понимаю! - Яна донъяһы теүәл кешеләй, таҡмаҡтың эстәлеген тулыһы менән аңлағандай онотолоп көлөп ебәрҙе.

            – Ҡайтайым, булмаһа!

            – Ҡулъяулығығыҙҙы алығыҙ! Еңгәгеҙ бүләген ят кешегә тотторғанды ишет-еп ҡалһа ни тиер?

            – Әлегә ҡалып торһон. Рәссам булараҡ селтәрҙең сигелешен өйрәнегеҙ. Ыс-ын ҡар бөртөгөләй төпсөрләп үҙенсәлекле нағышланған бит.

            – Азамат… Һеҙгә бер үтенесем бар.

            – Иғтибар менән тыңлайым.

            – Үтәрһеңме?

            – Ниндәй үтенес бит әле.

            – Ишекте ныҡ итеп яп әле иң әүәл.

       Ҡыҫылған ишекте этеп ҡуйҙым.

            – Беҙҙе ишетеүсе юҡ.

            –  Һеҙҙең миңә йөрөйәсәгегеҙҙе белгәс, тәүҙә баш тарттым, ни өсөн икәнен әйтәйемме?

- Һонтор, килбәтһеҙ буй-һынымды күргегеҙ килмәгәндер? - Шаяртып ҡотолмаҡсымын.

- Һеҙгә ямаҡай, бахыр хәлендә күренгем килмәне.

            –    Яңылыш уйҙаһығыҙ, Яна!

- Әҙәп һаҡлайһығыҙмы? Үҙ хәлемде үҙем беләм. Шунан Павелдың тәҡдименә ризалаштым, эстән генә ярҙамсым килә бит, тинем.

- Ярҙам итәм дә. Бына укол ҡаҙаным, моғайын да еңел булып ҡалғандыр әле.

            – Эйе, ваҡытлы еңеллек. Ә үтенескә килгәндә… Әйҙә уны һуңғараҡҡа ҡалд-ырайыҡ. Бөгөн түгел… Хоҙай Тәғәлә беҙҙе бәләле мәлдә осраштырҙы. Мин сирлә-мәгән хәлдә беҙ бына ошолай бер-беребеҙгә яҡынлай алыр инекме икән?

- Ниңә, мин увольнениеға сыҡҡанда ҡала майҙанында осраҡлы ғына тап булышыр инек. Бәлки филармонияла. Һеҙҙең классик музыка концертын яратҡан-ығыҙҙы белгәс шунан сыҡмаҫ инем.

- Осратҡан мәлегеҙҙә мин эреләнеп һеҙҙе күрмәгәнгә һалышһам?

- Янығыҙға үҙем килер инем.

- Шунан?

- Һеҙ беҙҙең Яна Григорьевнамы, тип һораясаҡмын.

       Йөҙө балҡып киткән Яна уйынды элә һалып алды:

- Юҡ, һеҙҙең Яна Григорьевна түгел, ә ҡалалағы сержант мәктәбенә шәмбе һайын киноға йөрөгән Яна. Был ниндәй әҙәпһеҙлек, сәғәттәр буйы күҙләп тә мине хәтерегеҙҙә ҡалдырмағанһығыҙ, тип битәрләйәсәкмен.

- Ғәфү үтенәм. Бынау ут ҡыҙыл раузаларҙы һеҙгә тип алғайным, тип хәйләләшкән булырмын.

- Сәскәләрҙе кемдән алдығыҙ, тип ныҡышһамсы?

- Сиғандан. Ул һеҙгә матур киләсәк юрап сәләмәтлек теләне, тип теге ҡарсыҡтын сәләмен еткерермен.

       Янаның күҙҙәре тағы йәшкәҙәне:

            –   Һеҙҙең менән шул тиклем дә рәхәт, күңелле, Азамат... Бала һымаҡ әүр-әтәһегеҙ, ә мин ирекһеҙҙән шуға ышанам да ҡуям...  

       Ишек төбөндә Елизавета Петровна көтә ине. Йөҙө килгәндәгенә ҡарағанда ас-ыла төшкән. Ул эргәмә килеп бышылданы:

            – Янаның оҙаҡҡа һуҙылған депрессияһы һуңғы осорҙа бына ошолай өҙгәлә-неүгә ялғана. Бер нисек тә яйын, көйөн таба алмайбыҙ. Кисә ете төн уртаһында Иван Ивановичты ярҙамға саҡырырға тура килде. Күрәм һеҙ оҫта психолог.

            – Замполитҡа фельдшер оҙаҡ тотҡарланмай  тиҙ арала сығып китте, тип әйтерһегеҙме?

            – Әйтермен.

 

 

 

                                                                  7

 

 

   Тәүлек әйләнәһенә сержант мәктәбе менән офицерҙар йорто араһында йөрөү баштараҡ үҙен артыҡлап һиҙҙертмәһә лә ике аҙнанан һуң ныҡ арығанлығымды тойҙом. Өҙлөкһөҙ бер үк маршрутты тапау, бер төрлө эш башҡарыу күңелдә бит-арафлыҡ тыуҙырҙы, үҙемде йәнһеҙ, тимер робот фиғелендә хис итә башланым. Павел Сергеевич дөрөҫ әйткән Янаның кәйефе йыш үҙәреүсән. Уның эскерһеҙ, бер ҡатлы алсаҡлығы күҙ менән ҡаш араһында өмөтһөҙлөк тыуҙырған ғауғалы көйәл-әнеүгә ялғана. Ҡайһы берҙә ул көндәр буйы түшәмгә текәлеп өнһөҙ-һүҙһеҙ, йоҡо-мһорағандай хәрәкәтһеҙ ята. Күренеүем була миңә иғтибар ҙа итмәй халат еңен өҫкә ҡалҡыта ла уколға әҙерләнә. Шулай ҙа инъекциянан һуң ризалығын белдер-еп, керпектәрен елпеп рәхмәтен әйтә. Ә төн уртаһында инде ярым ҡараңғылыҡта йөҙөн бөтөнләй күрмәйем тиерлек. Шул саҡта ла ҡаҡ һөйәккә ҡала барған боҙҙай һалҡын бармаҡтары менән ҡулымды һәрмәп ҡыҫа. 

     Иртә таң менән яурындарымды кемдер һелккеләгәнгә һиҫкәнеп уянып киттем. Андрей Диденко икән.

            – Һаумы, старшина! Ниңә улай оҙон-оҙаҡ йоҡо һимертәһең, ә мин уныһын-быныһын эшләп арырға ла өлгөрҙөм.

            – Здорово, Валентиныч! - Әңгәмәбеҙ берегеп хуш күңел сағымда уға шулай өндәшәм. - Шөғөлөмдө беләһең бит. Ун икелә Янаның янына барғайным. Ҡайтып улай-былай иткәнсе төнгө ике булып китте. Йоҡо алмағас, таңғы алтыны көтөп кит-ап уҡып яттым. Ә һин ни сәбәптән улай иртәләгәнһең? - Урынымда тороп ултыр-ып карауаттан аяҡтарымды һалындырҙым.

- Иртәләйһең инде, хәҙер санчасть өсөн тулы яуаплымын.

- Ят эш башҡармайһың. Бирешмәҫһең.

- Тырыштырабыҙ.Нишләптер мине лә йоҡо алмай, старшина. Замполиттың ҡатынын ошондай хәлгә ҡалыр тип кем уйлаған? Йәш бит әле ул, тормошҡа ҡыуанып йәшәр сағы. Беҙҙең һәр кемебеҙ ошондай ауыр ситуацияла ҡалыуы ихтимал.

            – Һине бөгөн танымайым, Валентиныч!

– Яныңа ултырырға мөмкинме?

            – Һорап тораһың тағы! - Шыла биреп эргәмдән урын тәҡдим иттем.

            – Кисә өйҙән хат алдым әле. Әсәй яҙған.

            – Унда нисектәр?

            – Атайҙы йөрәк өйәнәге тотҡан. Инфаркт алды хәлендә больницаға алып ба-рғандар. Ярай өлгөргәндәр. Хәле хәҙер бер аҙ арыулана төшкән. Әгәр ул үлеп кит-һә беҙ донъябыҙҙың тотҡаһын юғалтабыҙ бит! Ә мин бында звание таптырам, йән-әһе лә бөтәһен шаҡ ҡатырып старшина званиеһында ҡайтып төшәм. Тормош тиг-әнең уйламағаныңды алдыңа килтереп ҡуя, ә беҙ күп осраҡта эргәләге ябай хаҡик-әтте күрмәй тышҡы ялтырауыҡҡа алданабыҙ. Йәшәү ҡәҙере хаҡында һирәк уйла-йбыҙ. Беләһеңме, мин ни өсөн килдем һиңә?

            – Әле әйткәндәреңде еткерер өсөндөр.

            – Ул ғына түгел шул.

            – Һин миңә гелән ниндәйҙер үтенес менән йөрөй торғанһың. - Шаян күҙ ҡы-ҫтым.

            – Һөйләшеүҙе тағы ла сәкәләшеүгә бормайыҡ әле. Үтенесем былайыраҡ - Әйҙә, ауырыу янына сиратлап йөрөйөк, бөгөн - һин, иртәгә – мин. Шулай еңел-ерәк тә ғәҙелерәк тә булыр.

- Ҡалала Нина менән осрашырғамы теләк?

- Азамат, давай онотолған бәхәсте яңыртмайыҡ! Кто старое помянет, тому глаз вон.

            –    Ә беҙҙә уны: «Үткән эштән төш яҡшы», тиҙәр.

- Точно. Нинаға килгәндә уның янына ингәнем юҡ. Ваҡыт та табып булм-

ай, ысынын ғына әйткәндә теләк тә юҡ. Тик һинең тәрбиә һөҙөмтәһе түгел был. Атайҙы юғалта яҙғандан бирле төҫлө күрһәткән алһыу күҙлегемде һалғандайм-ын. Тормошта шундай хәлдәр ҙә йыш осрай икән.

            –Андрей, эшемде еңеләйтеп ярҙам итергә тырышыуың өсөн рәхмәт, тик Ян-аның янына сиратлап йөрөүҙе үҙ алдыма ғына хәл итә алмайым. Беҙ бит бары бо-йороҡтарҙы еренә еткереп үтәгән һалдаттар ғына.

 

 

 

                                                                     8

 

 

     Офицерҙар йорто янындағы әкиәт персонаждарының, кейек-януарҙарҙың ағас-тан, йоҡа таҡтанан юнып, бысып эшләнгән һындары ҡуйылған, бәләкәстәрҙе йәл-еп итеү өсөн төрлө уйын ҡорамалдары урынлаштырылған балалар майҙансығы бейек булмаған, ашатлап сығырлыҡ рәшәткәле кәртә менән уратып алынған. Йәй буйы сыр-сыу килеп уйнаған балаларҙың тауышы тынмаған урын әле йәмле мәлен көтөп етемһерәп ҡалған. Шундағы тәпәш ултырғыстарҙың береһендә Алла кемделер көтә. Ул күптән бында булһа кәрәк, сабырһыҙланып  тирә-яғына ҡарап ала. Мине абайлап алғас иҫе китмәгәндәй йөҙөн сөйҙө.

- Һаумыһығыҙ, һылыу?

- Привет!

       Ҡыҙҙың янынан урын алдым:

 – Майҙансыҡта уйнарға сыҡтығыҙмы? Ҡыш көнө балалар бит тауҙан сана, йә саңғы шыуалар.

- Ҡыҙыҡ та түгел, көлкөм дә килеп тормай әле.

- Асыуланмағыҙ, шаяртыуым килешһеҙ килеп сыҡты.

- Теләһәгеҙ «һин»гә күсеп кенә һөйләшәйек.

- Теләгем булғанға янығыҙға килдем дә инде, беҙ бит күптәнге таныштар.

- Күптәнге түгел, танышыуыбыҙға дүрт аҙна ғына.

- Швейк һалдат менән танышыуыма тигән.

- Юҡ, һине доктор, тиҙәр, сержант мәктәбендәге санчастә эшләйһең, шулаймы?

- Доктор түгел, фельдшер ғына.

- Барыбер түгелме ни?

- Түгел. Ә һин - взвод командиры капитан Хитруктың ҡыҙы. Ҡала мәктәбенең сығарылыш класында уҡыйһың.

- Ә мин һине көтә инем.

- Беләм.

- Күрәҙәсе һымаҡ бөтәһен дә алдан әйтә лә алаһыңмы?

- Бөтәһен дә түгел. Бына әле ни өсөн көткәнеңде белмәйем.

- Теге саҡ түбәнһетеп әллә нимәләр әйтеп бөттөм. Ғәфү итерһеңме?

- Ҡатын-ҡыҙҙар ғәфү үтенә һалып бармайҙар. Батыр ҡыҙ икәнһең.

- Батыр түгел, ҡуян балаһылай ҡурҡаҡ. Яңғыҙ ҡалғанда, ҡараңғыла ҡурҡам.

- Ә һин улай һуңға ҡалып йөрөмә.

- Йә, һин әйткәсең инде улай итмәм. Ә беҙҙә күңелһеҙ. Атайымдың ваҡыты юҡ, әсәйемдең көнө кантораһында үтә, ә кис һайын эш ҡағыҙҙарын үҙе менән алып ҡайтып отчеттар әҙерләй, әллә ниндәй таблицалар тултыра. Ул предприят-иела баш бухгалтер. Шуға бәлки һөйләшер, тип һине көтәм?

- Һөйләшәйек, тик нимә тураһында?

- Бөтәһе тураһында ла.

- Быйыл мәктәпте тамамлайһың. Ҡайҙа барырға йыйынаһың инде?

- Әлегә белмәйем. Бәләкәй саҡта әсәйем ише бухгалтер булғым килде, шунан атайыма оҡшап хәрби. Яна апай менән танышҡас акварель һатып алып һү-

 рәт төшөрөргә керештем. Тик эшем ямаҡай килеп сыҡҡас бөтәһен дә йыртып  ырғыттым. Кешенең һәр тотонғаны күркәм булһын ул, эйеме?

            –    Эйе. Ә бөгөн кем булырға теләйһең?

- Доктор. Аҡ халат кейеп алып бөтә ер шарын ауырыуҙарҙан таҙартҡым килә.

            – Тереза -Әсә* һымаҡ?

– Ул кешеләр араһына юғарынан ебәрелгән аҡ фәрештәләй йәшәгән. Мин изге була алмам. - Ҡыҙый ауыр көрһөндө. - Медицинала ауырҙыр? Бына һин тәү-лек әйләнәһенә Яна апайҙың янына киләһең.

- Еңел һөнәр бармы икән? Һәр эште күңел һалып башҡарырға кәрәктер ул.

- Гел шулай аҡыллы хәбәр һөйләйһеңме, әллә аҡыллы булып ҡыланаһың ғынамы?

            –    Ҡыланам ғына.

- Ундайҙарҙы ахмаҡ тиҙәр!

- Нисек теләйһең, шулай ата.

- Әйт әле, аҡыллы күберәк беләме, әллә ахмаҡмы?

- Ахмаҡ, сөнки аҡыллы һәр нимәгә һынап, йә шикләнеп ҡарай.

- Рәхәттер ул ахмаҡ булыуы. Ә мин өҙлөкһөҙ уйлайым-уйлайым, уйҙарымдың осо-башына сыға алмайым. Тағы гел нимәлер көтәм. Йоҡо бүлмәһенән таныш аяҡ тауыштарыңдың ишетелерен көтөп ятам йыш ҡына.

- Төндә йоҡларға кәрәк.

- Ә һин бит йоҡламайһың.

- Мин бит өкөләр нәҫеленән, көндөҙ йоҡлайым, төнөн уяумын. Тағы уфтанам.

- Ә ни өсөн уфтанаһың?

- Һуң өкө бит уфтана.

- Ҡайһылайтып?

- Йоҡо алмағанға бошона ла: «уф-ф-ф...», «у-ф-ф-ф...» ҡасан ғына таң ата инде, ти.

       Ҡыҙ тыйнаҡ ҡына көлөп алды:

- Әгәр яңылыш ҡына йоҡлап ҡалһаң?

            –     Янаға ныҡ ҡыйын булыр.

- Уға былай ҙа ҡыйын. Рөхсәт итһәләр ҡайһы берҙә мин дә янында ултырып сығам, тик һуңғы осорҙа индергеләре килмәй. Яна апай ныҡ сибәр, эйе бит?

            –   Ул бөтә яҡтан да килгән.

- Уға ғашиҡһығыҙмы?

- Кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙға ғашиҡ тоторға ярамай.

- Нишләп?

- Ярамай, тинем бит.

- Ярамайға ҡарамай яратығыҙ.

       Сәғәтемә күҙ аттым:

            – Алла, миңә Янаның янына инергә кәрәк. Ҡыҙыҡ итеп һөйләштек, күңелең булдымы инде? - Урынымдан торҙом.

- Ә мин һылыумынмы?

- Һылыуһың.

- Яна апай һымаҡмы?

- Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенсә һөйкөмлө.

- Бына мин һылыумын, кейәүҙә лә түгелмен. Миңә ғашиҡ булығыҙ ҙа ҡуйығыҙ. Ярата ла, тоғро була ла беләм. Институтты бөтөргәс тик һиңә генә кейәүгә сығырмын. Күп итеп балалар табып бирермен. Нисәү кәрәк?

- Уны әле килеп кенә планлаштыра алмайым. - Көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып етди яуапланым.

- Етәү! Дүрт малай, өс ҡыҙ!

- Күп түгелме?

- Түгел! Атайымдарҙың ғаиләһендә ете бала үҫкәндәр, ә әсәйемдең биш туғаны бар. Ә мин өйҙә яңғыҙмын. Принцесса ҡушаматлы бесәйебеҙ генә бар. Павел Сергеевичтарҙың да фатирҙары йәмһеҙ. Бала болартҡан, бала тауышы тынмаған  өй генә йәмле була. Институтты тамамлаһам миңә өйләнерһеңме?   

            –   Тәртипле, тыңлаулы ҡыҙ булып мәктәпте тамамла башта, шунан ғына ишле ғаилә хаҡында хыялланырһың. - Ҡыҙҙың фантазияһын ауыҙлыҡларға теләп өҙә әйттем.

- Ә һин Швейк түгел - Балбес! - Тороп баҫҡан ҡыҙ үртәлеүенә сыҙамай аяҡтарын тыпырҙатты.

- Исемеңде руссаға тәржемә итәйемме, Алла? Богиня!

- Мин богиня түгел, ә әрпеш өйрәк бәпкәһе! Мине бер кем дә яратмай, аңламай, атайым да, әсәйем дә, хатта һин дә! - Ҡыҙый йүгереп китте.

       Ҡорғандары асыҡ бүлмә эсенә ҡояш нурҙары төшә. Янаның да кәйефе яҡшы һымаҡ.

            – Хәлдәрегеҙ нисек, Азамат?

            – Әле тышта Алланы тап иттем.

- Йылмайыуығыҙға ҡарағанда бөтмәҫ һорауҙары менән башығыҙҙы ҡатырғандыр?

- Мине бер кем дә яратмай, тип бошона.

- Эй бер ҡатлы сабый, ул үҙенең донъяла иң бәхетле, гөнаһһыҙ йән икәнлеген беләме икән? Тышта көн нисек?

            – Теге саҡ алтын көҙ ине, хәҙер ап-аҡ ҡарлы ҡыш килде.

            – Йәмлеме?

            – Иҫ киткес. Бына мин һеҙгә киләм, ә әрһеҙ ҡар бөртөктәре өҙлөкһөҙ биттә-ремдән үбеп аптыраттылар.

       Янаның күҙҙәре дыуамал янып киттеләр:

- Әгәр урамға сыҡһам улар мине лә үберҙәр инеме икән?

            – Үберҙәр ине. Һеҙҙе бигерәк тә яратып, наҙлап үберҙәр ине.

- Урамға башҡаса сыға алмамдыр шул. Йәнем иреккә тартһа ла аяҡтарым тыңламаҫ.

- Ә нимәгә сығырға? Хәҙер форточканы асабыҙ ҙа ҡыш ҡунаҡтарын бында саҡырабыҙ.

            – Ә улай итергә яраймы?

            – Һеҙ теләһәгеҙ, ярай.

            – Теләйем… - Яна ҡулдарын миңә ҡарай һондо ла ауырлыҡ менән түшәген-ән ҡалҡынды, яурыныма ятып тиерлек тәҙрә янына килде. Бер-беребеҙгә һыйын-ып тиерлек баҫҡанбыҙ. Янаның тын алышын, хатта йөрәк тибешен ишетәм.

- Ниңә улай форточканы ғына асҡанбыҙ әле, әйҙә ҡышты тотошлайы менән яныбыҙға саҡырайыҡ. Азамат, ас тәҙрәне!

  Саф еләҫлек Янаның үрелмәгән сәстәрен туҙыратып ебәрҙе, ҡыш сафлығы һалҡ-ынлығы менән биттәребеҙҙе семетте,  ҡытыҡланы. Бынан хозур тәбиғәт күренеше асыла икән дә баһа – күҙ күреме ерҙәге бәҫкә күмелгән ағастар берәмләп, йә өйкө-мләнеп алыҫтағы  ялпаҡ түбәле, бейек булмаған күкһел тау ҡырластарына  ҡарай йүгерәләр, болон-аҡландар аҡ япмаһына үтә күренмәле зәңгәрһыу төҫ һеңгән юр-ғанын ябынған. Асмандан елгәрелгән ялтырауыҡ бәлләүер онтаҡтарын йәйәүле ел эләктереп ала ла услап-услап ян-тирәгә һибә, тарата.

            – Бөгөн мин тәүге тапҡыр урынымдан торҙом! Биттәремде ҡар бөртөктәре үпте, беҙ ҡышты ҡаршы алдыҡ! - Яна ҡәнәғәтлек кисереүҙән  осорға йыйынған ҡо-штай ҡоласын йәйҙе.

            – Һеҙ нимә ҡыланаһығыҙ , һалдат?! - Артыбыҙҙан ингән Елизавета Петров-на уҫал тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. - Кем һеҙгә ауырыуҙы түшәктән ҡалҡыт-ырға рөхсәт итте?

            – Елизавета Петровна, мин үҙем теләп. Бында Азаматтың бер ғәйебе лә юҡ. - Яна апаһын тынысландырырға ашыҡты.

- Нисек инде үҙең теләп?

- Мин бит көндәр буйы түшәктә ята алмайым.

- Пневмония эләктерһәң, ангинаң ҡалҡһа?

- Бөгөн эләгеп иртәгә үтә торған ауырыуҙар ҡурҡыныс түгел.

       Бесәйҙекенә оҡшаш йәшкелт күҙҙәр ашарҙай булып миңә ҡаҙалдылар:

- Һеҙ үҙегеҙгә ҡушылған төп бурысығыҙҙы беләһегеҙ. Ҡушылмағанға тығылырға, ауырыуҙы нимә булһа ла эшләргә мәжбүр итергә хаҡығыҙ юҡ! Был хаҡта һис шикһеҙ Павел Сергеевичҡа еткерәсәкмен!

       Беҙҙең өсөн күңел байрамы тамамланды. Ишек яғына йүнәлдем. Түшәгенә ятҡан Яна арығандай күҙҙәрен йомдо.

 

 

 

                                                                   9

 

 

     Бара-тора яңы шарттарға ҡулайлаштым.  Йөк аты ла тартҡан арбаһының ауыр-лығына баш баҫып, күнеп, күнегеп китә, минең дә тәүге көндәрҙәге арыуым бер аҙ баҫыла төштө. Бер яҡтан уйлап ҡарағанда өс саҡрым ергә көнөнә дүрт тапҡыр  ба-рып әйләнеү йәш кешегә нимә генә инде, шуға үҙ белдегем менән санчастә граф-икҡа ярашлы ауырыуҙарҙы ҡабул итә башланым, фельдшерға тәғәйен башҡа эш-тәрҙе лә башҡарам. Ҡайһылайтып кешенең ҡайғы-хәсрәтенән файҙаланып аяҡ күтәреп ятмаҡ кәрәк. Янында ярҙамлашып йөрөп ятыу Андрей Диденко өсөн ҡы-уаныс ҡына. Янаға минең алда ул үҙен сабыр тота, ғазаптарын күрһәтмәҫкә, һыҙл-аныуҙарын һиҙҙермәҫкә тырыша. Үлемесле сир барыбер әкренләп кенә уны ашай, тәнендәге һутын һура: былай ҙа талсыбыҡтай һомғол кәүҙәһе һиҙелеп йоҡарҙы, еңеләйҙе, ҙур күҙҙәр балҡышын ҡайтышландырып күгелйемләнгән соҡорҙарына тартылдылар, яңаҡ һөйәктәре остайып асыҡтан-асыҡ беленде, аҡтан-аҡ тәнендә урын-урыны менән һарғылт таптар төҫмөрләнде. Ошо килеш тә янында күренеү-емде биҙәнеп-төҙәнеп көтә шикелле: ауырыу эҙемтәләрен йәшерергә теләп буша-ҡлана төшкән биттәренә, муйынына тирене ағарта, шымарта торған крем яға, сәс-тәрен тарап рәткә килтерә, теге, наҙлы еҫле хушбуйҙы ҡулланырға ла онотмай. Өшәндергес ҡара ҡырауға ҡаршы тороп ҡырталашҡан, һуңлап атып та әле нәфи-слеген юғалтырға теләмәгән сая сәскәгә оҡшатам мин уны. Тик күпмегә саҡлы дау-ам итер икән йәшәү өсөн барған тиңдәшһеҙ алыш?! Иван Иванович менән кәңәш-ләштек тә тәндәге һыу, тоҙ балансын һаҡлау, туҡымаларҙы яһалма туҡландырыу маҡсатында физиологик иретмәне түбән процентлы глюкоза менән аралаштыр-ып көн аша система ҡуйырға ҡарар иттек. Сәләмәтләндермәһә лә саҡ ҡына шифа-һы бар. Система ҡуйған көн ауырыуҙың янында бер сәғәт тирәһе тотҡарланам. Слуквин менән Елизавета Петровна фатирға килеп йөрөүемә өйрәнделәр, ҡулайл-аштылар. Хәҙер үҙ өйөмә ҡайтҡандай ишекте минең өсөн махсус эшләтелгән асҡ-ыс менән асып инәм. Плитә өҫтөндә ҡайнағандан һуң һыуынып та өлгөрмәгән сте-рилизатор. Елизавета Петровна һуңғы осорҙа мине өнәп еткермәй, йоҡа ирендәре үпкәләгәндәй һәр саҡ ҡымтыулы, йөҙө әсе ҡапҡандай сирыҡ. Ул гелән аш бүлмә-һендә нимә лә булһа әҙерләй, яраштыра, йә ҡул эштәре менән шөғөлләнеп Янан-ың янында ултыра. Сәләмләүемә лә теләр-теләмәҫ кенә баш ҡағып яуаплай. Һөй-мәгәнгә һөйкәлә алмайым бит инде, ул бар саҡта тотҡарланмай сығып китеү яғын ҡарайым. Слуквин менән унда-бында тап булышһаҡ та аралашмайбыҙ, көндөҙ ул штабында, ә фатирҙа сағында кабинетына инеп бикләнә.

   Сираттағы процедураға барҙым. Бөгөн система ҡуя торған көн. Һәр ваҡыттағыса ҡаршы алыусы булманы. Стерилизаторҙы, система ҡулайламаһын, башҡа кәрәк-яраҡты алып Янаның янына үттем. Йөҙө һыҙланыуҙан ҡара көйһә лә ул мине көс-әнеп йылмайып ҡаршы алды, системаны тоташтырғас эйәген ҡағып янынан урын тәҡдим итте:

            – Азамат, ниңә улай ситләшеп киттең әле, бөгөн беҙҙә аулаҡ, ултырғыс тарт-ып бына бынауында ултыр. Елизавета Петровна магазинға аҙыҡ-түлек артынан ки-ткәйне, бер аҙ прогулкала ла йөрөп әйләнәм, ти ине, тиҙ генә ҡайтып инмәҫ әле. Булашырға, аралашырға алай ҙа ул бар, ә Павел Сергеевич кәрәклекте үтәп шәү-ләләй күренеп кенә сыға, әле хәрби округта үткәрелгән кәңәшмәгә китте, иртәгә кис кенә ҡайта. Ул бигерәк бөтөрөнә, ир кешегә улай бәлйерәп төшөү килешмәй. Әлегә бармын бит әле, үлмәгәнмен... - Бына-бына атылып-сәсрәр күҙ йәштәрен күрһәтергә теләмәй ситкә ҡараны ла әҙерәктән элекке торошона ҡайтҡас күҙҙәрен ғазаплы көлдөрҙө. - Һөйләшкем, кем менән булһа ла аралашҡым килә. Инъекция-нан һуң сирем ҡул менән һыпырып алғандай юғала, әйтерһең дә һап-һаумын, сә-ләмәтмен, ырғып тор ҙа йүгереп сыҡ та кит инде, мамыҡтай ҡарҙа ауна, күкрәк ту-лтырып саф һауа һула, төпһөҙ зәңгәрлеккә төбәлеп көн сыуағына ҡыуан, ян-тирә-ңдәге кешеләр менән аралаш, юҡ шул, мөмкин түгел, башым әйләнә, быуындар таралып барғандай. Ә мин зарланмайым, һис ҡасан зарланмайым… - Кипкән ир-ендәрен ялағандай иткәс эргәһенә тумбочка өҫтөнә ҡуйылған шешәнән гәлсәр һа-уытҡа минерал һыу сайпылтып йотто ла системанан беләк тамырына йүнәлгән йомшаҡ пластик көпшәгә күҙ атты:

- Тып-тып тамған тамсылар секундлап, минутлап миңә ғүмер өҫтәйҙәр төҫлө.

- Ысынлап та шулай. Система ҡуя башлағандан бирле еңеллек тояһығыҙҙыр бит?

            –    Тоям, әлбиттә. Янымда һеҙ булмаһағыҙ мин нимә генә эшләр инем икән?

- Икенсе берәү килер ине.

            – Икенсе берәү тимәгеҙ, ят кеше, тигеҙ. Ә беҙ һеҙҙең менән яттар түгел... -Ҡаштарын төйөрөп күңел төпкөлөндәге хәтирәләрен барларға йыйынғандай бер аҙ  һүҙһеҙ ҡалды ла дауам итте. - Әле беҙҙә аулаҡ, тинем бит әле, шул арауыҡты кем дә булһа хәбәре менән тултырырға, тулыландырырға тейештер ҙә баһа?! Ул-айһа тыңлағыҙ.

      Яҡташ икәнлегемде өндәшмәһәгеҙ ҙә һиҙеп, белеп йөрөйһөгөҙ. Исемем дә Яна түгел Йәнбикә, ҡыҙ фамилиям - Тимербулатова. Шул тимер менән ҡаты ҡорост-ан ҡойолған фамилиям рухи донъяма, ихтыяр көсөнә  йоғонто яһағандыр, бәлки, йәшәүем көрсөккә килеп терәлгәндә лә бирешмәҫкә тырышам. Башҡортса арала-шыуға килгәндә, бәләкәйҙән ситтә тәрбиәләнгәс  һаҡау ҡош һымаҡмын, бөтәһен дә аңлайым, төшөнәм, һүҙ запасым ярлы булғас, уның урынлы ҡулланышын бел-мәгәс һөйләшә генә алмайым. Шуға ла бит уңайһыҙланып бер тапҡыр ҙа һеҙгә үҙ телемдә мөрәжәғәт итмәнем. Район үҙәгендә йәшәнек, ауыл эргәһенән генә биттә-рен өйкөм ҡайынлыҡтар япҡан тәпәш, ялпаҡ тауҙарҙы урталай ярып Йүрүҙән аға ине. Йәй башынан ҡаҙ бәпкәләре ише яр буйындағы һай урындарҙа быстырҙап йылғанан ҡайтып инмәнек. Өшөүҙән ҡош тәне ҡалҡып ағарынышып-күгәренеш-еп, асығып бөтәбеҙ. Ҡайтырға тип ауыл яғына ыңғайлайбыҙ ҙа ярты юлдан кире боролоп йән тәслим йылға яғына йүгерәбеҙ, йылымыс тулҡындарға сумабыҙ. Кө-нө буйы шулай ҡабатлана. Ҡояш байыуға яҡынлашҡас ҡына һөрәнләп килеп ат-айым эҙләп таба, мәгәр орошмай. Мине елкәһенә ултыртып, апайымды етәкләп ҡайтыу яғына ыңғайлайбыҙ. Ҡунаҡлаған еремдән тирә-яҡ ус төбөндәгеләй асыҡ күренә, бар тирә-яҡта минән дә бейегерәк бер кем дә юҡ! Күңелемде биләгән ша-тлыҡ-ҡыуаныстан шарҡылдап көләм, телем телгә йоҡмай тәтелдәп, бытылдайым. Әсәйем башланғыс кластар уҡытыусыһы ине, өй тулы китаптар, дәреслектәр, өҫт-әлдә мәктәптән тикшерергә алып ҡайтылған  дәфтәрҙәр өйөмө. Кис етте иһә өҫтәл лампаһы ҡабына. Һүрәнке ут яҡтыһында йоҡлап китә алмай мыжыйбыҙ, мышҡы-лдайбыҙ. Әсәйем үтә һылыу ҡатын ине, тик уның һөйкөмлө йөҙө түгел, сәстәрем-дән һыйпаған, йоҡлағанда юрғанымды төҙәтеп япҡан йомшаҡ, хәстәрлекле ҡулда-ры ғына иҫтә ҡалған. Тағы кис һайын йоҡларға йыйынғанда түшәктә икебеҙҙе ике яғына алып ҡосаҡлап ята ла ишетелер-ишетелмәҫ кенә итеп бишек йырын йырл-ай. Ошо ябай ғына көй минең өсөн иң юғары баһаланған классик әҫәрҙәрҙән ҡәҙ-ерлерәк. Атайым да гел генә чертеждар һыҙып, һүрәт төшөрөп ултыра. Ҡулы оҫ-та ине уның, шулай булмаһа киндергә майлы буяу менән әсәйемдең ҙур портрет-ын эшләп өй түренә эләме! Шул тиклем дә оҡшатып эшләр икән кеше, хайран ҡа-лырлыҡ!  Беренсе класҡа уҡырға төшөргә йыйынған йылда әсәйем ҡапыл ғына си-рләй, майшәмдәй күҙ алдында ирей, һүнә башланы. Яҙ аҙағында сирләй башлағ-айны, йәй үткәс мәктәпкә уҡытырға ла бара алманы, беренсе класҡа атайым ғына илтеп ҡуйҙы. Апайым Гөлбикә минән ике йәшкә оло, ары мәктәпкә уның менән барҙым, уның менән ҡайттым. Көҙгө рашҡыла әсәйем больницаға тип киткәйне, яңы йыл алдынан машинаға тейәп килтереп ҡалдырҙылар. Ул ҡаҡ һөйәккә ҡалға-йны. Ҡурсаҡтай кәүҙәне атайым еңел генә күтәреп төпкө яҡҡа индереп һалды. Беҙ ике бала өйҙә булған һыйҙы, тәм-томдо алдына өйөп ташлаған булдыҡ, шуларҙы ашаһа әсәйебеҙ төҙәлеп, аяғын баҫып китә инде йәнәһе лә. Ә ул ризыҡҡа ҡағыл-ып та ҡараманы, алмаш-тилмәш башыбыҙҙан һыйпап ҡуйыу менән генә сиклән-де. Фельдшер апай саҡыртҡанда инәлтеп булһа ла килеп уколдар ҡаҙап китә ҡай-һы саҡ. Улары ла аҙға ғына еңеллек килтерә, ҡалған ваҡыт әсәйем һыҙланыуға сы-ҙамай ыңғыраша, тештәрен шығырҙата, ирендәрен, уртын сәйнәй. Бигерәк тә төн-дәрен ҡыйын, ҡасан ғына таң ата инде тип көтәбеҙ, ҡояш нурҙары менән өйөбөҙгә яҡтылыҡ, һиллек инеп тулыр һымаҡ. Һуңға табан әсәйем тыныслана төштө, йоҡл-ағандай ойоп тик ята. Ҡайһы саҡ беҙҙе танымай башлай, алмашаланғандай, һата-шҡандай ҙа итә. Яңы йыл кисендә, бөтә халыҡ йылына бер тапҡыр ғына килә торғ-ан мөғжизәне көтөп шыршы байрамына әҙерләнгәндә ҡәҙерле кешебеҙ мәңгелек-кә күҙҙәрен йомдо. Шуға ла яңы йылды яратмайым мин, тыуыр йыл ниндәйҙер өшәндергес шик-шөбһә алып килер төҫлө. Өсәүләшеп тороп ҡалдыҡ.Атайым һа-ман да ҡайҙалыр эшләй ине әле, тик ул элеккеләй ял иткәнендә ҡулына бумала алып һүрәт төшөрөп ултырыуын онотто. Ул яҙ сыҡҡас кисҡырын ниндәйҙер йәш ҡатынды эйәртеп ҡайтып инде. Урта буйлы, урта йыуанлыҡта, төҫ-башҡа ла урта, кешелеклек, миһырбанлыҡ, аҡыл йәһәтенән дә, һуңынан асыҡланыуынса, урта са-ма ине,түбәнерәк булмаһа әле. Ул кис буйы юҡ-бар лыбырҙап тоҙһоҙ хәбәр һатып маташты. Мәғәнәһеҙ, урынһыҙ һырпаланыуға иғтибар ҙа итмәй икебеҙ ике яҡҡа ҡарап тик ултырабыҙ. Төн уртаһы ауҙы, әммә саҡырылмай килгән ҡунағыбыҙ сығ-ып китергә ашыҡманы. Атайым да үҙенә урын таба алмай ишекле-түрле йөрөп  үрһәләнә. Беҙгә ниҙер әйтергә тип уҡтала ла уфтанып шымып ҡала. Теге һөймәл-екһеҙҙең  түҙеме, сыҙамы бөттө шикелле, ырғып тороп үҙенең өйөндәгеләй ҡыла-нып урын йәйергә тотоноп китте, ҙур яҫтыҡтарҙы гөпөлдәтеп ҡабартып, оло юрға-нды түргә һалды, ғүмерҙә булмағансы беҙгә тигән түшәк ишек төбөнә йәйелде. Атай әсәйебеҙҙән күрмәксе ошоғаса икебеҙҙе ике яғына алып ятыр ине, был юлы алан-йолан ҡаранып, теләкһеҙ генә тегенең янына ятты ла беҙҙән оялғандай юрға-нын башынан аша тартты. Гөлбикә лә йоҡламай шымтайған, мин дә рәнйеүҙән шым ғына түгелеп илайым. Ишектән, иҙәндән һалҡын килә, өшөттөрә. Ҡолаҡты томалағанда ла теге ҡатындың иркәләнеп бышылдауҙары, әрһеҙләшеп ухылдауҙа-ры бермә-бер асыҡ ишетелә. Иртәгеһен иртәнсәк ҡатын тартынмай ярым-яланғас йөрөп,  хужабикәләй иркен ҡыланып, теләгәнен алған, кисергән ҡәнәғәт йөҙ менән сәй ҡуйып ебәрҙе, аяғөҫтө шапылдап ашанған ыңғайы уны-быны асып тикшерә, тотҡослап ҡарай. Ғәйепле кешеләй ултырған атайым да ауырһынып ҡына телгә килде: «Ҡаршы килмәһәгеҙ Мәмдүҙә апайығыҙ инде беҙҙә ҡалыр. Күреп тораһығ-ыҙ, беҙгә көн итеүе еңелдән түгел, һеҙгә ҡатын-ҡыҙ тәрбиәһе кәрәк. Тулы ғаиләлә йәшәүгә ни етә! Уға бынан бүтән әсәй, тип өндәшегеҙ…» Ризалашмаһаҡ саҡырыл-маған ҡунаҡ сығып китә инде. Көтөп тор, үҙен тотошона ҡарағанда тигенгә килмә-гәнгә оҡшаған. Гөлбикә ситкә ҡараны, ә мин аяҡтарым осона текәлгәнмен. “Была-рың ҡаршы килһә мине һөрөп ҡыуалап сығарырғамы әллә яйың? Булыры булды бит инде, буяуы уңды!” Ҡатын иләмһеҙ иһаһайлап көлөп ебәрҙе. Башымды ҡалҡ-ытып түр яҡҡа ҡараным. Унда портрет юҡ ине. Асырғанып ҡысҡырып ебәрҙем: «Һүрәт ҡайҙа, ҡайҙа иттең әсәйемде!» Кемдең яманлығы икәнлеге һүҙһеҙ ҙә аңла-шыла, ҡайһы арала быны эшләп өлгөргән тиерһең. Ҡатын сығып китте лә бер ни булмағандай битараф ҡиәфәттә алғанын кире индереп урынына элде, үҙе аҡыл өйрәткәндәй һөйләнә өҫтәүенә: “Мәрхүмде йорттоң түренә ҡуйыу килешмәгән эш. Бәлә-ҡаза килеүе бар. Шул ырым иҫемә төшөп китте лә...” «Инде ҡағылаһы булмағыҙ, ул минең әсәйем! Мин уны бер кемгә лә бирмәйем!», тинем кире ҡаҡ-ҡыһыҙ тонда. “Кәрәге бар ине, ен һуҡҡан бисураның!” Был да шайма-шай сәрел-дәп әрепләшә. Атайымдың йөҙө ҡапыл үҙгәреп китте: “Ни һөйлөйһең һин Мәм-дүҙә, ул бит балаларҙың әсәһе, минең ҡатыным Рыҫбикә...” Үгәй әсәй тырҫ та мы-рҫ баҫып, осаһын уйнаҡлатып түрбаш яғына сығып китте лә һауыт-һабаны сағыу шауҙырлатырға тотондо. Шулай итеп атайым әйтмешләй тулы ғаиләлә йәшәүеб-еҙ тәмһеҙләшеүҙән башланды.

  Үгәй әсәй бер ҡайҙа ла эшләмәй, көнө буйы өйҙә, атайым эшкә тип сығып китеүе була әхирәттәрен йыйып ала ла оҙон-оҙаҡ ғәйбәт һаталар, өҫтәлгә араҡы ҡуйып табын ҡоралар. Иҫереп алһалар моңһоҙ итеп йырлап та ебәргеләйҙәр. Өйөбөҙ-ҙән йылылыҡ, ҡот ҡасты. Атайым гелән төмһәреп йөрөй башланы, аҙ һүҙле бул-ып китте, эсенә йомолдо, элеккеләй ихласлап һөйләшеп тә ултырмай, мәктәптәге уҡыуыбыҙ, өй эштәребеҙ менән дә ҡыҙыҡһынмай, элекке ыҫпайлығын ташлап әр-пеш итеп кейенә башланы, йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫты. Ошоғаса эсеүҙең ни икән-леген белмәгән атайым бер нисә тапҡыр хәмер еҫен борхотоп һуҡмыш ҡайтты. Өҫтәүенә ерле юҡҡа көйәлсәкләнә, яндырайлана, сәбәпһеҙ-ниһеҙ ҡысҡырып, еке-реп ебәргеләй. Бер көн иртәнсәк ул икебеҙҙе эргәһенә саҡырып алды ла сәстәреб-еҙҙән һыйпаны, йөҙө болоҡһоу ине. «Ҡыҙҙарым, мин күрше районға барып эшл-әп ҡайтайым әҙерәк, өйҙә бол* яғы наҡыҫланды. - Тапҡан-таянғанының ҡайҙа кит-кәнлеген әйтмәһә лә һиҙәлер. - Шуға мине юғалтмағыҙ. Арыу ғына хаҡҡа  эс яҡтан мәҙәниәт һарайын биҙәргә ялландым. Тегенән икегеҙгә лә матур күлдәктәр, санда-лиҙар, тәмлекәстәр алып ҡайтырмын. Ә һеҙ бында тәртипле генә тороғоҙ инде. – Үгәйгә өмөт итмәгәнгәлер өй тирәһендәге йомоштарҙы апайыма ҡушты. – Гөлби-кә, бөтә ышаныс һиндә. Мал-тыуарҙы теүәл тот, Йондоҙҙо һау, юғиһә елене боҙол-ор, тауыҡ-ҡаҙҙарға ҡайта-ҡайта ем һип, ҡулға ғына ҡарап торалар бит, Һорланға ла ашарына һалырға онотма. Һеңлеңә лә күҙ-ҡолаҡ бул, өҫтөн ҡара, бысраҡ йөрө-тмә, тамағын туйҙыр. Оҙаҡламам, тегендәге эш аҙна-ун көнлөк. Бөтөнләй көтмәгән сағығыҙҙа ғына һеҙҙе ҡыуандырып, ҡапыл ғына ҡайтыр ҙа төшөрмөн. Шунан өсәү-ләп әсәйеңдең янына барып әйләнербеҙ. Нишләптер һуңғы арала төштәрем бола-рып тора. - Әллә алдан алып әҙерләп ҡуйған инде, апайыма китап, миңә төҫлө ҡә-ләмдәр йыйылмаһы һалынған тартманы тотторҙо. - Уҡырға яратаһың бит, Гөлби-кә, һиңә әкиәттәр китабы. Ә Йәнбикәнең ҡулы рәсемгә килешә, шуға мине юғалт-ып, юҡһынып күңелһеҙләнмәһен, күп итеп һүрәттәр төшөрһөн.» Аҙаҡтан шул бүләкте ҡомартҡылай күреп оҙаҡ ҡына үҙем менән йөрөттөм. Урланылар. Төҫлө буяҡтарһыҙ ҡалғас  көндәрем төҫһөҙләнеп ҡалдылар шул саҡта.

    Атай киткәс өй эсе йәмһеҙләнде, үгәйҙең тупһабыҙға туҙан ҡундырмаған әхир-әттәре өйөбөҙҙән бөтөнләй сыҡмаҫ булды. Беҙҙе ҡайғыртыусы юҡ, өҫтәлдә ҡалған ҡаты-ҡото менән туҡланып йән аҫырайбыҙ. Аҙна үткәс үгәй таң менән йүгермәл-әй башланы. Күршелә йәшәгән ҡатын беҙҙе кейендерҙе лә үҙе менән эйәртеп ал-ып ҡайтты, шунан яйын тап килтереп атайымдың эш мәлендә аяғы тайып китеп юғарынан осоп үлеп ҡалғанлығын әйтте. «Үкһеҙ ҡалғас ҡайһылайтырһығыҙ инде, балаҡайҙарым, кемдең ҡулына ҡалырһығыҙ…», тип сеңләп тә алды. Ҡара ҡайғы-ның аяуһыҙлығын, фажиғәнең тәрәнлеген, юғалтыуҙың кире ҡайтмаҫлығын тат-ып өлгөрмәһәк тә шарылдап илап ебәрҙек.

       Беҙҙән ике өй аша бер бабай йәшәне. Оҫта һунарсы ине ул, урмандан һис ҡас-ан ҡоро ҡул ҡайтмай, бил ҡайышына һәр саҡ ҡор, өйрәк, йә ҡуян аҫылған була. Бер мәл ауыл малын айыу йыға башланы. Шул тайыштабанды аулай алмай оҙаҡ мәшәҡәтләнделәр. Аңдый торғас һунарсы олатай эләктерҙе йыртҡысты. Шөкәтһ-еҙ ҙур, ҡурҡыныс урман януарын тәгәрмәсле трактор менән алып ҡайттылар. Шу-ныһы барыһын да шаңҡытты, теге айыу түшкәһе артынан ике балаһы эйәреп ки-лә, кешенән өркөп-ҡасыу төшөнсәһен онотҡан бәләкәстәр имсәк бәпестәй шыңш-ып илайҙар, күҙҙәренән субырҙап йәштәре аға. Тағылғанды ишек алдына индереп һалдылар. Айыу емтегенең тулышҡан имсәктәренән ҡанлы һөт һарҡа, ә көсөктәр илай-шыңшый шуны ялайҙар. Һуңынан ул етемәктәрҙе зоопаркҡа тапшырғандар шикелле. Ундайҙарҙың,  бала саҡтан ата-әсә ҡурсыуынан мәхрүмдәрҙең асы яҙмы-шы алдан билдәле - тотҡонлоҡта үлгәндәрҙер, харап булғандарҙыр.

    Атайымды ла беҙ апайым менән ауыл осона сығып ҡаршы алдыҡ. Йөк машина-һы беҙҙе күреү менән туҡтаны. Шофер янына ултырырға ла, кузовҡа һағырға ла теләмәй сеңләй-сеңләй оло юлдан атланыҡ. Үгәй әсәй атайымдың кәүҙәһен өйгә керетеп мәшәҡәтләнмәне, тура зыяратҡа илттерҙе. Йылдар үтеү менән ҡанлы эҙҙе юллап килгән айыу балалары, оло юлдан туҙан йотоп атлаған апайым менән мин, ҡойроғон бот араһына ҡыҫып юрғалаған этебеҙ Һорлан йыш күҙ алдыма баҫа. 

      Атайҙы ерләгәндең икенсе көнөнә үк үгәй тартынмайынса әсәйемдең портрет-ын урынынан ҡуптарып алып, кәрәкһеҙ әйберҙәй күреп ишек төбөнә елгәрҙе. Ҡа-ршылашырға маташҡайныҡ Гөлбикәнең толомонан матҡып мөйөшкә быраҡтыр-ҙы, минең битемә ялландырғансы сабып ебәрҙе. Башҡа саҡ булһа бирешеп ҡалыр инек, йәлләтергә теләп тызылдай башлар инек, был юлы үлемесле алышҡа күтәр-елгәндәй ҡоласыбыҙҙы йәйеп әсәйебеҙҙең һүрәтен ҡаплап яттыҡ. “Ах, кәнтәй бал-алары, һеҙ шулаймы ни әле!” Аяҡтарыбыҙҙан эләктереп бер яҡ ситкә һөйрәй ба-шланы. Апайым өҫтәл тояғына йәбешкән, мин - комод мөйөшөнә, саялығыбыҙ си-ктән ашҡан, бирешергә теләмәйбеҙ. Үгәй яйын тап килтереп аҫтыбыҙҙағын һелке-тә тартып алғайны апайымдың башы өҫтәл мөйөшөнә бәрелде, уң яҡ ҡашы өҫтөн-ән ҡан бәрҙе. Башымдағы яулығымды сисеп яраға баҫтым, апайым да маңлайын тотоп бөгөлөп төштө, тештәрен ҡыҫҡан, шунда ла иламай. Ошо тотҡарланыуҙан файҙаланған үгәй туйтаңлап барып түрбашта ятҡан бысаҡты эләктерҙе лә киндер-ҙе уңлы-һуллы ярып ебәрҙе. Шул мәлдә һүрәтте түгел беҙҙең йәнебеҙҙе һуйҙымы ни! Өңөрәйгән рамды тотоп башҡа яҡлар кешебеҙ булмағанлыҡтан күршеләргә йүгерҙек. Өй хужаһы яңы ғына ҡырҙан ҡайтып инеп майлы эш кейемен алышты-рып тора ине. Эшлектән сыҡҡан портретты күргәс күтәрмә тупһаһына барып ул-тырып тубығына терһәкләнде: «Иблис, ен алыштырған бисә... Уның йөрөмтәлле-ген, хәшәрәтлеген Хәйретдингә әйтмәнем түгел, әйттем, тыңламаны, ҡайһы яғы менән арбағандыр үҙенә. Инде килеп һеҙгә этләнергә ҡалды. Низнай, баш ҡатҡ-ан... Ә быны, - портретҡа ымланы, - элекке хәленә ҡайтарыу мөмкин түгел. Апар-ып сүплеккә ырғытырға ла ҡул бармай, мин уны иртән әсәйегеҙ менән атайығыҙ-ҙың ҡәберҙәре араһына апарып күмермен. Улар бит йәнәш яталар...» Минең арт-ыма боҫоп баҫҡан апайымдың  маңлайындағы ҡанлы яулығын әле генә абайланы шикелле, асырғанып ҡысҡырып ебәрҙе: «Тегенең эшеме был? Туҡманымы?! Хәҙер мин ул йыбытҡыны һыу эскеһеҙ итәм!» Елтерәп ҡапҡа яғына йүнәлгәйне ҡатыны юлына арҡыры баҫып туҡтатты, һыуындырырға теләп өгөтәргә кереште. Ғауғаны олоға ебәрергә теләмәгән апайым да алдашты: «Сығып килешләй үҙем ишек яңа-ғына яңылыш төкөнөм…»   

  Берҙән-бер яҡын кешебеҙҙән яҙғас йәшәүебеҙ ысын мәғәнәһендә тамуҡҡа әүере-лде: үгәй әсәй беҙҙе әҙәмгә лә һанамай, тамағыбыҙҙы туйҙырһа туйҙыра, туйҙыр-маһа юҡ. Өйөбөҙгә һуҡмыш ир-ат йыш килә башланы. Ул сағында инде йорттан бөтөнләй ҡыуып сығаралар, өшөп-туңып йәйге аласыҡта, йә һарай башында төн уҙғарабыҙ. Һыуыҡтан һаҡланырға теләп апайым әсәйемдең пальтоһын кейә, мин - атайымдың бушлатын. Хатта шул кейемдәрҙә лә яҡындарыбыҙҙың тән йылыһы һаҡланған кеүек.

    Бер көн УАЗикта ниндәйҙер ят кешеләр килеп төштө, милиция формаһындағы ир һәм костюм-күлдәк кейгән ҡырыҫ йөҙлө ҡатын. Уларға эйәреп мәктәп директ-оры, беҙҙең класс етәкселәре, барып йөрөгән күршеләребеҙ инде. Үгәй әсәйҙе өҫт-әл артына ултыртып ҡуйып ниндәйҙер ҡағыҙҙар тултыра башланылар.  Теге ҡат-ын ҡаршыһындағы үгәйгә һынаулы ҡарап: «Һеҙҙе әсәлек хоҡуғынан яҙҙырабыҙ», тине. Ул нишләп беҙгә әсәй булһын, уның беҙгә ғәзиз түгеллеген тотош ауыл белә, тип ҡысҡырырға уҡталғайным ғына Гөлбикә апайым усымды ныҡ итеп ҡыҫты, был хәрәкәте өндәшмә, файҙаһыҙ, тиеүе ине. Ауылдаштар теге ҡағыҙҙарға сират-лап ҡултамғаларын ҡуйҙылар. Үгәй: “Йорт закон нигеҙендә минеке икәнлеккә до-кументтар йүнләп бөтөргәнмен, бынан бер кем ҡыуып сығара алмай!”, тип яр һа-лды. Милеккә талашыр йәштәбеҙме инде, тағы йортобоҙ үҙенән этәргән, биҙҙерг-ән боҙ һарайына әүерелгәйне күптән. Иртәгеһен машинаға ултыртып беҙҙе ҡайҙа-лыр оҙаттылар. Ҙур ҡалалағы балалар йорто икән. Икебеҙҙе ике төркөмгә билдәл-әнеләр, кейем-һалым бирҙеләр. Шунда йәшәй башланыҡ. Көн тәртибе сәғәт-мин-утына саҡлы бүленгәнлектән күрешеү-аралашыу ҙа һирәк эләгә. Ҡаҙна йортонда ла тормош еңелдән түгел, аҙым һайын ҡыйырһыталар, көслөнөкө, әрһеҙҙеке, оят-һыҙҙыҡы донья. Тәрбиәселәр ҙә тәрбиәләмәй, киреһенсә үҙҙәрен ҡаты, мәрхәмәт-һеҙ тоталар. Теге, атайым биргән ҡәләм тартмаһын да ошонда юғалттым, сөнки ҡаҙна йортондағы алдашыу - эскерһеҙ шаяртыуға, ә урлашыу - алдын-артын бай-ҡамаған асығауыҙ мәмәйҙе аҡылға ултыртыуға иҫәпләнә. Бер көн тәрбиәсе килеп дәрестә ултырған мине балалар йорто директорының кабинетына алып инде. Бы-нда тағы минән башҡа  дүрт ҡыҙ баланы килтергәндәр. Ишек ҡырлауына теҙеп ба-ҫтырып ҡуйҙылар. Ҙур кәүҙәле,  йыуан, йәмһеҙ директор апайыбыҙҙың эргәһендә һендә һылыу ҡатын ултыра, ҡупшы итеп кейенгән, сағыу биҙәнгән. Бөтөнләй ике-нсе, ят доньянан килгәндәй, директорыбыҙға, инеп-сығып йөрөгән тәрбиәсебеҙгә юғарынан ҡарап һауалы тота үҙен. Ул беҙҙе теүәлләп күҙҙән үткәрҙе лә эргәбеҙгә килеп беләктәребеҙҙән тотҡолап, ауыҙыбыҙҙы астырып тештәребеҙҙе тикшереп, сәстәребеҙҙән тартҡылап ҡарап тикшерә башланы, шунан иғтибар менән алдынд-ағы ҡатырға папкаларға йомолдо. Ишеткәнем бар ине, ҡайһы берәүҙәр бында тә-рбиәгә бала алырға киләләр икән, тимәк был шуларҙың береһе. Ҡағыҙҙарыбыҙҙы ҡайта-ҡайта уҡып, берәмтәләп ҡарап ентекләп тикшерә бит әле, аҫырауға бала тү-гел, сысҡан аулауға  бесәй балаһы, йорт һаҡларға эт көсөгө һайлай тиерһең. Бер аҙҙан ҡағыҙҙарҙан айырылып башын ҡалҡытты ла һуҡ бармағы менән миңә төрт-тө: “Данные этой девочки меня устраивают!” Һайландыҡтан ҡалғандарҙы сығарып ебәргәс эргәмә килде, башымдан һыйпаны:

- Еще раз здравствуй, девочка, как тебя зовут, как фамилия? - Белә-күрә ҡабатлап һорай, аралаша алыуымды һынап ҡарауылыр.

       Тулҡынланыуҙан телемде йотҡандай, ҡаҡҡан ҡаҙыҡтай шымып ҡалдым. Дир-екторыбыҙ лупалар беркетелгән һөйәк тирәсле күҙлеген кейеп танауы төбөнә батырҙы ла «Личное дело»мдағы мәғлүмәттәрҙе уҡып минең өсөн яуап бирә башланы:

- Вы с ее данными ознакомились. У нее тут еще воспитывается родная сестра. Янбика тихая, необщительная, замкнутая, но со своими сверстниками ладит, находит общий язык. Очень чистоплотная, аккуратная, обязательная, любое поручение выполняет в срок.

- Подробной характеристикой вполне согласна, но чем связано её замкнутость?

- Они воспитывались у алкоголички.

       Көтөлмәгән яуаптан ҡатындың күҙҙәре түңәрәкләнде:

- Алкоголичка их родная мать?

- Нет, мачеха.

    Яуаптан ҡәнәғәт ҡалған ҡатын үҙе менән таныштырыуҙы кәрәк тапты:

- Меня зовут тетя Лиза. Я приехала издалека. Мы хотим с тобой жить. Ты не против?

       Директор тағы ҡыҫыла һалды:

            – Вы у нее еще и будете спрашивать! Будет жить!

            – Ты с сегодняшнего дня не Янбика, а Яна. Яна, запомнила?! И последнее. Девочка, спойка мне свою любимые песню. Хочу послушать.

       Ошоғаса бер тапҡыр ҙа йырлап ҡарағаным булмағас юғалдым да ҡалдым. Ди-ректор ауыр кәүҙәһен еңел ҡуҙғатып эргәмә килде:

            – Есть у нее музыкальный слух! Она поет, я знаю!

       Һенағастай тик торам.

       Минән нисек тә ҡотолорға теләгән директор ҡуйырҙан ҡуймай бәйләнә бирә:

- Яңыраҡ ҡына бер йырҙы, һеҙгә, оңҡоттарға өйрәттеләр түгелме: “Чунга Чанга весело живем, Чунга-чанга песенку поем...” Ҡабатла, маңҡа! Ну?!

       Лиза апай мине араларға теләгәндәй ике араға төштө:

- Смелее. Если не знаешь песень тоже не беда. Научим.

       Яғымлы өндәшеү тәнемә көс биргәндәй итте. Тамағымды ҡырып алдым да берҙән-бер белгән йырымды һуҙып ебәрҙем:

                              Йоҡла балам, йом күҙеңде, әли бәли бәү,

                              Мин һаман да һинең янда, әли бәли бәү…

    Шул мәлдә сәсемдән наҙлы һыйпаған әсәйемде күҙ алдына баҫтырып буҫығып  иланым да ебәрҙем...

    Мине алып китергә йыйыныуҙарын  ишеткән Гөлбикә апайым кискеһен күрше корпустан йүгерә һалып килеп етте. Бер һүҙ ҙә әйтмәй ҡосаҡлап алды: «Яҡының булараҡ әле генә рөхсәт бирҙем теге ҡатынға. Бар һин унда, Йәнбикә. Кеше булы-рһың.  Мине юҡһынма. Мәле етһә ҡайҙалығымды белгертеп үҙем хәбәр ебәрерм-ен… » Һүҙендә торҙо, һуңынан эҙләп тапты, тик ваҡыт үтеү менән араларыбыҙ һыуынды. Туғандарҙы аралашып, ҡатнашып йәшәү генә яҡынайта, эҫендерә шул ул. Ә беҙ яйлап ҡына бүленгән икмәктең ике телеменә әүерелдек. Дөрөҫ, әле лә беҙ апайым менән һирәкләп хат аша булһа ла аралашабыҙ, тик унан ары түгел. Шулай итеп Лиза апай мине Ленинградҡа үҙенең бай ғаиләһенә алып ҡайтты. Өҫ-башымды ерәнес әйберҙәй күреп пакетҡа тултырып сығарып ырғыттылар ҙа ент-екләп ваннала йыуындырғандан һуң матур итеп кейендерҙеләр, йәшемә тап кил-тереп йыһазландырылған айырым бүлмә биреп ҡуйҙылар. Тылсымлы, мөғжизәле йәшәү әкиәттә генә түгел, һирәкләп булһа ла тормошта ла осрай икән. Ҡатын му-зыка буйынса уҡыта, ире балетмейстер. Бер юлы балет класына һәм музыка мәкт-әбенә яҙҙырып шунда йөрөтә башланылар, төпкөлдән килгән ауыл балаһы булар-аҡ яйы сыҡҡан һайын үҙеңде башҡалар алдында, өҫтәл артында нисек тотоу, һөй-ләшеү ҡағиҙәләрен өйрәттеләр, төшөндөрҙеләр.  Йортобоҙҙа тәрбиәле ағай-апай-ҙар йыш булалар, сәнғәт, мәҙәниәт хаҡында әңгәмә ҡоралар, этикет ҡанундарын боҙмай ғына бәхәсләшеп тә китәләр. Яттар барҙа ҡырағай кейектәй бүлмәмә инеп бикләнәм. Гел генә ҡасып-боҫоп булмай бит инде, бер көн дөйөм өҫтәл артына ул-тырттылар. Сәнске, бысаҡ менән эш итә белмәгәнемде күргән ҡунаҡтарҙың бере-һе әйтә ҡуйҙы: “Вы эту одичавшую девочку привезли из джунглей, и из нее соби-раетесь делать человека?” Григорий Вячеславович яҡлашты: “Она станет не толь-ко человеком, но и первой принцессой города, вот посмотрите! - Уңайһыҙ хәлдән сығарырға теләптер миңә тәҡдим итте - Яночка, не стесняйся, держись непринуж-денно, потом научу как умело пользоваться вилкой, ножом, а пока ешь руками. Руками всегда вкуснее.” Әйткәндәренең дөрөҫлөгөн күрһәтеү, раҫлау маҡсатында бармаҡтарын имә-һура алдындағы аҙыҡты ҡулы менән тотоп ашарға кереште. Не-скә күңелле, һиҙгер йәнле кеше ине ул.

Балалар йорто тамуҡ булһа, яңы ғаиләлә ожмахтағылай тойолдо башта. Тамағым туҡ, өҫтөм бөтөн, тик бында ата-әсә йылыһын һәм наҙын тойманым. «Сколько во-лка не корми, все равно в лес смотрит», тиҙәрме әле, бәлки ятһырауым ата-әсәмде башҡа берәү менән алыштырырға теләмәүҙән дә килгәндер, бәлки. Шулай итеп исемем Янаға әүерелде, ә фамилиям – Фомина, паспорт алғанда атайымдың урын-ына Григорьевна тип яҙҙырҙылар. Быларҙы әлбиттә, өнһөҙ ҡабул итмәһәм дә, са-раһыҙлыҡтан, һүҙһеҙ ризалаштым. Бер һүҙ менән әйткәндә баш бирмәҫ ҡылығым менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән кешеләрҙе үҙемә ҡаршы ҡуйырға теләмәнем.

     Мәктәпте ҡыҙыл дипломға тамамлау хөрмәтенә ҡала ресторандарының береһ-ендә ҙур мәжлес ойошторҙолар. Тантана барышында Григорий Вячеславович йә-шел бәрхәт ҡумта бүләк итте лә унда нимә ятҡанлығын шунда уҡ күрергә теләгә-йнем ҡолағыма бышылданы: “ Ашыҡма. Был сюрприз. Өйгә ҡайтҡас быны өсәү-ләп кенә ҡарарбыҙ, ҡыҙым, килештекме?..” Ҡумтаның эсендә алтын муйынсаға та-ғылған тәре ине. Дин төшөнсәһе ул ваҡытта ике ятып бер төшөмә инеп сыҡмаһа ла нишләптер христиан билдәләренән ҡурҡа инем. Әле балалар йортонда тәрбиә-ләнгәндә беҙҙе ҡала буйлап экскурсияла йөрөткәндәрендә сиркәү эргәһенән ситкә ҡарап йүгерә-атлай үтеп киткәнем хәтерҙә. Был йән кимәлендә ҡабул итмәүме, шөбһәле эске тартыныумы - белмәйем. Ҡиммәтле бүләкте тағып йөрөүҙән ҡырҡа баш тартып сатнатҡансы әйттем: “Вы с молчаливого моего согласия превратили меня в человека другой национальности, но веру я менять не буду! ” Мине атеист-лыҡта битәрләгән Елизавета Петровна йөрәк дарыуын эсеп ятып китте, ә аҡыллы Григорий Вячеславович һәр ваҡыттағыса фәлсәфәүи һығымтаға килде: ”Нам без разницы, какую цепочку носишь, ты же наша любимая дочь. То что касается пас-портных данных… человеку нельзя терять не себя не настоящего имени. Помни имя свое. Завтра с утра можешь сходит в ювилерный магазин и поменять подвес-тку. Слово не скажем, если таковым окажется полумесяц со звездочкой…”   

 Елизавета Петровнаға, Григорий Вячеславовичҡа рәхмәтлемен, шаулы мигаполис шарттарында, миллионлаған халыҡ араһында мәҙәниле йәшәргә өйрәтеп ҡырыҫ  тәрбиәләһәләр ҙә лайыҡлы тормош юлына сығарҙылар. Балалар йортонда ҡалһ-ам ары минән кем сығыр ине икән, белмәйем. Григорий Вячеславович бынан биш йыл элек көтмәгәндә ауырымай ғына үлеп китте. Кискеһен һин дә мин йоҡларға ятҡан кеше иртәнсәк уянмаған да ҡуйған.

       Өйҙәгеләр бәләкәйҙән теләгемде, ҡыҙыҡһыныуымды ҡабул итеп бөтмәһәләр ҙә  һүрәт төшөрөргә яраттым, атайымдың һәләте миңә күскәндер күрәһең. Мәк-тәпте тамамлағас Ленинград институтының графика бүлегенә уҡырға индем, этю-дтар төшөрөүҙе үҙ иттем,  уңыштарым да булды. Институтта саҡта студенттар кү-ргәҙмәһендә ҡатнашып юғары урындар ҙа алдым. Шунан яҙмышымда Павел Сер-геевич осраны. Бына ошондайыраҡ инде минең яҙмыш…

            – Ә тыуған яғығыҙға ҡайтып әйләнмәнегеҙме?

            – Ҡайҙа һәм кемгә? Гөлбикә апайымдарға барырға бер нисә тапҡыр йыйын-дым да, «мине кем һағынып көтә әле, унда кәрәгем бармы?» тигән уйҙан кире һүр-елдем. Ә шулай ҙа бала сағым, өҙөк-йыртыҡ хәтеремә уйылған хәтирәләр йыш тө-шөмә инәләр.Үҙ телемдә асыҡ итеп һөйләшәм, йырлайым икән, тим. Ә йыр-көй-ҙәргә килгәндә бер тапҡыр ҡурай моңон һәм “Таштуғай” йырын тыңларға тура килде һәм улар миңә тетрәндергес тәьҫир иттеләр.

     Көтмәгәндә бүлмәгә Елизавета Петровна килеп инде лә миңә шелтәләп ҡараны:

            – Һеҙ бында онотолоп киткәнһегеҙ түгелме, итектәрегеҙҙәге ҡар иреп иҙәнде бысратҡан!

       Урынымдан ҡалҡтым:

            – Ысынлап та оҙағыраҡ ултырып ташланым шул, берүк кисерегеҙ, Йәнбикә Хәйретдиновна…

            – Нимә?! - Елизавета Петровна ҡурҡыныс хәбәр ишеткәндәй ҡырҡа бүлдер-ҙе, ҡыҫылған йоҡа ирендәре дерелдәп киттеләр хатта. - Ҡайҙан уйлап таптығыҙ ул исемде?!

       Яна апаһы менән килешкәндәй һүҙгә ҡушылды:

            – Нисек бар шулай ҡалайым, өйрәнгәнмен, күнгәнмен.

- Ее зовут Яна, а по отчеству Григорьевна! Она наша родная дочь, и об этом никогда не забудьте молодой человек. Я ее делить с кем-то не собираюсь!  - Сә- гер күҙҙәр яһил янып киттеләр.

- Азамат, минең һеҙгә бер үтенесем дә бар ине бит әле, онотманығыҙмы? Уныһы хаҡында иртәгә…

- Ҡаршы килмәһәгеҙ, һеҙҙе оҙатып ҡуяйым. - Елизавета Петровна артымдан эйәрҙе.

       Подъездға сыҡтыҡ. Стенаға һөйәлеп башын артҡа ташлаған Елизавета Петровна бер килке өндәшмәй торҙо лә кинәт биттәрен ҡушуслап бөгөлөп төштө, та-уышы ҡалтырап китте:

- Ауыр, шул тиклем дә ауыр беҙгә... Был әҙәм күтәрмәҫ язаны ни өсөн ебәрҙең, Хоҙайым, ниндәй гөнаһтарыбыҙ өсөн?!

- Иламағыҙ, Елизавета Петровна, Яна иламай бит. Донъялағы иң көслө һыу - ҡатын-ҡыҙҙың күҙ йәше.

- Ҡабатлағыҙ әле! - Елизавета Петровна биттәрен ҡул һырты менән һыпырҙы ла тәүге тапҡыр күргәндәй миңә ғәжәпләнеп төбәлде.

- Минең һүҙҙәрем түгел, был афоризмды Джон Морли әйтеп ҡалдырған.

        Елизавета Петровна атлас халатының кеҫәһенән сигарет сығарып тоҡандырҙы.

- Азамат, яңылышмаһам һеҙ Башҡортостандан шикелле?

- Эйе.

- Ошо хаҡта элегерәк белһәм кандидатурағыҙға ҡырҡа ҡаршы сығыр инем.

- Беләм, тик хәҙер һуң инде.

- Һуң. Шулай ҙа беҙгә ҡайһы бер мәсьәләләрҙе алдан һөйләшеп ҡуйыу кәрәк. - Сигарет төтөнөн ситкә өрҙө. - Яна һеҙгә үҙенең бала сағын һөйләнеме?

- Уның әлеге хоҡуҡтары сикһеҙ, нимә теләй шуны эшләй ала. Һөйләгән хәлдә лә бер нимә лә үҙгәрмәй.

 

 

 

 

 

 

 

* мерси (фр) – рәхмәт

* си ля ви (фр) – тормош шулай ҡоролған.

* Швейк – чех я6ыусыһы Ярослав Гашектың романындағы сатирик персонаж.

* Тереза-Әсә - 20 быуатта ярлы һәм ауырыуҙар мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәгән дин әһеле, католик сиркәү тарафынан изгеләр исемлегенә индерелгән, халыҡ-ара Нобель премияһы лауреаты.

* бол – аҡса.

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас