«Эсте ҡапшағанда бармаҡ остарым менән һиҙҙем, хәлдәр шәптән түгел, аналыҡ торбаһының янында ниндәйҙер шеш бар. Бәлки Яна балаға уҙғандыр ҙа ғоман шу-нда туҡтап ҡалып үҫешә башлағандыр? Әгәр шулай икән, торба тиҙҙән ярыласаҡ, ҡорһаҡ ҡыуышлығына ҡан китәсәк, ә ундай ҡан һарҡыуын туҡтатыу еңелдән түг-ел, уны фәҡәт диагностик маҡсатта яһалған операция ғына асыҡлай ала. Улай ти-һәң, шеш йәнһеҙ, һалҡын, ҡаты тойолдо, яман шеш була күрмәһен… Ундай сир башта үҙенең барлығын белдермәй, ҙурайып эргәһендәге башҡа туҡымаларҙы ҡыҫа башлағас, һуңғы стадияла ғына һыҙланыу барлыҡҡа килә. Йәнә теге саҡта осҡонланып янған күҙҙәрҙең нуры күпкә ҡайтышланған. Был да етди сирләү бил-дәһе… »
– Нимә әйтерһегеҙ, старшина?.. Инде һеҙгә Азамат, тип кенә өндәшергә мө-мкинме?
– Мөмкин әлбиттә, Яна Хәйретдиновна!
– Яна!
– Эйе, Яна. Әйтерем шул, кисекмәҫтән поликлиникаға акушер-гинекологҡа барығыҙ. Ары нимә эшләргә кәрәклекте ул әйтер.
– Бында, амбулаторияла ғына дауаланып булмаймы?
– Булмай.
– Бер ни тиклем ваҡыттан сирем үҙаллы үтмәҫме?
– Ниндәйҙер сир хаҡында әйтеү иртәрәк. Тикшерелһәгеҙ профилактик йәһ-әттән зыян итмәҫ. Ауырыуҙы дауалағансы уны иҫкәртеү хәйерлерәк.
– Минән нимәнелер йәшерәһегеҙ, әйтеп еткермәйһегеҙ шикелле.
– Алдығыҙҙа күҙегеҙгә тура ҡарап ултырам түгелме?
Яна сығырға йыйынып ишек тотҡаһына үрелгәс аҙға ғына туҡталды:
– Һеҙҙә умырзая үҫәлер?
– Үҫмәгән ҡайҙа,үҫә.
– Үтә, бик-бик матурҙарҙыр?! - Паркта минең уға биргән баһаны хәтерләгә-ндәй һүрәнке йылмайҙы. - Күрергә ине… Умырзаяларҙың тыуған ере ҡайһы яҡта-рҙа инде?
– Башҡортостандың көн яғында.
Керпек остары сабырһыҙ елпенеп ҡуйһалар ҙа йөҙ үҙгәрмәне. Яна кинәт, теге саҡтағылай һөйләшеү темаһын үҙгәртте:
– Усығыҙҙа, бармаҡ остарығыҙҙа ниндәйҙер йыйылыҡ бар. Шуны теге саҡта ла, бөгөн дә тотош тәнем менән тойҙом. Һыҙланыуым баҫылғандай итте. Рәхмәт һеҙгә. Хушығыҙ.
– Сәләмәтләнегеҙ ҙә шәмбе көн беҙгә киноға килегеҙ.
– Ә һеҙ ун өсөнсө рәттән мине күҙләрһегеҙме?
– Һеҙ бит ир ҡатыны. Кино ғына ҡарармын.
– Күҙләгеҙ. Рөхсәт итәм. Ул саҡта мин үҙемде кемгәлер кәрәкле итеп тойор-мон. Кисә теге, кафе ҡаршыһында сәскәләр һатҡан сиғанды урамда тап итеп кәрт һалдырҙым, оҙаҡ, бәхетле йәшәрһең, тине.
– Яҡты күңелле ҡарсыҡтың әйткәндәренә мин дә ышанам.
«Күҙҙәрҙең нуры һүнгән… »
3
Айҙан ашты инде, Слуквиндар киноға йөрөмәй. Теге ҡара «Волга» көткән ер-емә боролмай, штаб тирәһендә һирәк-һаяҡ күренгеләй ҙә юҡҡа ла сыға. Мәҙәни-әт һарайының йәме китте, ул ғына ла түгел тотош мәктәптән йылылыҡ, ҡот, толҡа ҡасты. Бер нисә тапҡыр теләкһеҙ генә киноға барып әйләндем, әммә гел генә, ми-не ирештерергә теләгәндәй, көлкөнө килтермәгән еңел-елпе комедияларҙы күрһә-тәләр. Кистәрҙе китап уҡып үткәрәм, йә бер ниндәй шөғөлһөҙ ҡулдарымды баш аҫтына ҡуйып түшәмгә төбәлеп ятам. Ни сәбәптәндер ошо арала өйҙән дә хаттар һирәк килә башланы, әсәйем сырхап китмәһә ярар ине тип борсолам. Балтик бу-йы үҙенең һис ҡасан үҙгәрмәҫ тиҫкәре холҡон күрһәтергә тотондо, тамам ипкә килмәҫлек хәлгә төшөп көндәр боҙолдо. Туҡтауһыҙ һибәләгән быҫҡаҡҡа ҡойон-ған ҡала көңгөрт һоро төҫкә инде, йорттар, тротуар буйлап теҙелгән ағастар ыж-ғыр елдән өшөй, юғарынан, төпһөҙлөктән елгәрелгән сирҡандырғыс тамсыларҙ-ан күшегә. Йәшенән шәмәреп шешмәкләнгән, буҫыҡҡан йөҙгә оҡшап бүртенгән, урын-урыны менән күләүекләнгән ер өҫтөн һары, ҡыҙғылт, көрән япраҡтар япҡ-ан. Ҡуйы томан һәммәһен шәүләләй тоноҡ күрһәтә. Шул бөләңгертлек сараһы-ҙлыҡ тыуҙыра, йәнде ашай. Яңы пополнение килде. Көҙгө саҡырылышта хеҙмәткә алынған, күтән һурпаһын татып ҡарамаған шыйыҡ быуынлы малай-шалайҙар. Шуғалыр ҡырыҫ Армия талаптарына күнә алмай ыҙалайҙар, беҙҙе ыҙалаталар. Ошоғаса итек-сылғау күрмәгән аяҡтары өйкәлеп күберсей, дымлы һауаға күнек-мәгәнгә әллә һыуыҡ тейҙереп тымаулай һалып баралар, саҡ ҡына сыйылған ерҙә-ре лә бөтәшмәҫ сей яраға уҙа ла китә, күптәренә һыҙлауыҡ, эренле сәбертке сығ-ып яфалай. Санчасткә килеүселәр быуа быуырлыҡ, ваҡ-төйәк дауалау эштәре ба-штан ашҡан. Өҙлөкһөҙ мыжыу-һыҡтауҙан, йән болоҡһоуынан асыуым ҡабара, сә-бәпһеҙгә талағым таша. Төшөнкөлөккә бирелеүемде йыйыштырыусы Анна Мак-симовна тиҙ арала шәйләп алды. Күңелемде күтәрергә теләптер эшкә килеү мен-ән яҙғы ҡояштай балҡып мәрәкәләп ебәрҙе: «Шунан, көйһөҙ кейәү, хәлдәрең нис-ек? Ниңә улай бойоғоп йөрөйһөң әле? Кәләш итеп алаһы ҡыҙың хат яҙмаймы? Адресын бир, ҡыҙҙырып алмаһам булмаҫ… » «Бөтәһе лә һәйбәт, тик бынау көнө бигерәк йонсоу…», тип танау аҫтынан мығырҙап ҡуйыу менән генә сикләндем.
Кәйефте әҙерәк күтәреп ебәргән бер ваҡиға булып алды. Теге пополнение менән беҙҙең яҡтан берәү килгән. Күрше райондан. Шул хаҡта ишетеү менән яҡын туға-ндай күреп, призывникты эҙләп табып, санчасткә алып ҡайттым, алдына военто-ргтан килтергән тәм-томдо өйөп ташланым. Үҙемсә һый-хөрмәт күрһәтәм инде. Ҡунағым яңы ун һигеҙе тулған сибек, кәлберләк буйлы, асҡалаҡ йөҙлө үҫмер. Өҫ-тө-өҫтөнә биргән һорауҙарыма йүнләп яуап та ҡайтара алмай, башын баҫып тик ултыра. Барыбер күңелгә рәхәт, ни тиһәң дә яҡташ бит.
Аҙна самаһы үткәндән һуң теге санчасткә килеп иң аҙаҡҡа ҡалып инде:
– Иптәш старшина, инергә рөхсәт итегеҙ?
– Маладис, килеп өлгөрмәгәнһең, ана бит, һалдатҡа ла оҡшап киткәнһең! – Кәүҙәгә тоҡтай үтә төшкән гимнастеркаға, аяҡтарҙағы килбәтһеҙ күренгән кирза итектәргә ҡарап алдым. - Нимә, сырхап киттеңме?
– Иптәш старшина, мин шуға килдем… - Ары нисек дауам итергә белмәгә-ндәй туҡтап ҡалды. - Тыуған яҡтың еҫен еҫкәгегеҙ киләме?
– Нисек? - Аптырап киттем. - Әллә китергә йөрөгәнеңдә беҙҙең яҡтың һауа-һын берәй һауытҡа тултырып алдыңмы?
– Юҡ та. Бына. - Ҡулына тотоп индергән китабын өҫтәлгә һалды.
– Был нимә?
– Дуҫ ҡыҙым, быйыл биология факультетына уҡырға инде. Гербарий йыйы-рға ярата. Миңә ошоно Армияға оҙатырҙан алда биргәйне.
Китапты ҡулыма алдым, унда һәр биткә киптерелгән үлән йә сәскә ҡыҫтырыл-ған: юл япрағы, көтөүсе сумкаһы, үгәй инә үләне, тау йыуаһы, муйыл, ҡыңғырау сәскәләре, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы… Тыуған яғымда үҫкән үҫ-емлектәрҙән тулы коллекция йыйылған.
– Китсе, бында күпме байлыҡ! - Һоҡланыуымды йәшермәй үләндәрҙе сира-тлап еҫкәргә керешеп киттем. Рәхмәт, Сережа, һин ысынлап та бында беҙҙең яҡт-ың төҫөн, еҫен килтергәнһең.
– Оҡшанымы? Теләгәнегеҙҙе һайлап алығыҙ.
– Әлләсе? Килешер микән? - Ҡыйынһынып ҡалдым.
– Мин бит һеҙгә тотошлайы менән бирмәйем. Бүләгемдең бер өлөшө менән генә бүлешәм.
– Бынау күк умырзаяны алайым. - Сәскәне ҡәҙерләп кенә алдымдағы яҙыл-маған блокнот араһына ҡыҫтырҙым.
Кәйефте күтәреү өсөн күпме генә кәрәк тиһең, дарыу еҫе һеңгән кабинетым күҙ менән ҡаш араһында яҡтырып киткәндәй итте.
Кискеһен китапхананан бер ҡосаҡ китаптар алып бүлмәмә инеп кенә тора ин-ем, әллә һағалап көткән, артымдан уҡ Андрей Диденко күренде:
– Инергә рөхсәт итегеҙ, иптәш старшина? - Бармаҡ остарын пилоткаһының ситенә тигеҙеп алды.
– Әртисләнмә, саф алдында түгелбеҙ. Үт.
– Беҙ Армияла, иптәш старшина, шуға Уставтың һәр пунктын тайпылышһ-ыҙ үтәү - һәр һалдаттың изге бурысы.
– Килештерәһең. Ә бит һөнәребеҙ ҡайһылыр кимәлдә бындағы ҡәғиҙәләргә тап килмәй. Беҙҙең бурыс - иң тәүҙә ауырыуҙарҙы дауалау.
– Һин хаҡлы… - Саҡырыуыма ҡылъяймаған Диденко шулай тип һуҙҙы ла асыҡ ишектең яңағына һөйәлде, тәү ҡат күргәндәй бүлмәмде ентекләп күҙҙән үт-кәрҙе - Ә шулай ҙа насар йәшәмәйһең, ә, старшина? Санчасть залында телевизор, бүлмәңдәге тумбочка өҫтөндә телефон, эргәңдә кассеталы магнитофон, граждан-калағы һымаҡ көн итәһең! Тик бер генә нимә һаман аңлашылып етмәй, хәрби хе-ҙмәткә бер осорҙа алындыҡ - әлеге мәлдә һин старшина, хан һарайындай урын биләйһең, офицерҙарға тип әҙерләнгән тәмле ризыҡты йыпыраһың, ә мин, бахыр, хужалыҡ взводының казармаһында көн итәм һәм тауыҡтай тары бутҡаһын суҡы-йым. Погондарым да өлкән сержанттыҡы ғына, шул хаҡта исмаһам бер тапҡыр булһа ла уйлап ҡараманыңмы? Был бит мине урынһыҙ рәнйетеү, икенсерәк итеп әйткәндә ил алдында күрһәткән хеҙмәттәремде лайыҡлы баһаламау!
– Ҡасан да булһа тыуған ил үҙенең исемһеҙ геройын күрер, уның ҡан һәм тир менән менән яулаған наградаһын тантаналы шарттарҙа тапшырыр, тейешле хөрмәтен күрһәтер, тип ышанайыҡ.
– Сарказмығыҙ урынһыҙ, Баймөхәмәтов! - Сәпкә тейгән мыҫҡылдан Диден-ко сыпранлап китте, әммә үҙен ҡулға алып өлгөрҙө. - Миңә ихтирамдың бөгөнгө-һө, хәҙергеһе ҡәҙерле.
– Әгәр тырышлығыңды күрмәйҙәр икән был бит һинең шәхси баш ҡайғы-һы, сержант?
– Старший! Дәғүәм юҡ, дөрөҫ уйҙаһың. Әле әйтелгәндәр хаҡында баш ват-ып ҡарайым да осо-башына сыға алмайым. Йәшерен-батырын түгел, бәғзе берәү-ҙәрҙе өлкән офицерҙар яҡын, үҙ күрә, доктор, тип кенә йөрөтә, һәм һуңғы сиктә бөтә яҡшылыҡтар һәм ҡулайлыҡтар ҙа уға.
– Әҙәм балаһы был донъяға өлөшө менән тыуа, тиҙәр. Аллаһы Тәғәлә миңә тигәнде нишләптер мулыраҡ бүлгән шул. - Шаяртып ҡотолмаҡсымын.
Диденко ағас игәүҙәй мөжөлдәй генә:
– Ҡайһы яғың менәндер штаб офицерҙарына ярап алдың, байрам һайын бүләкләмәй ҡалмайҙар.
– Ошоларҙы еткерер өсөн килдеңме? Әгәр шулай икән, былар миңә кәрәк тә ҡыҙыҡ та түгел. Ниндәй айырма - өлкән сержант, старшина?
– Дөйөм һүҙҙәр артына боҫмаҡсыһыңмы? Төпкә төшөбөрәк хисаплаһаҡ Диденко отделение командирына тәғәйен аҡсаны ала, ә хөрмәтле Баймөхәмәтовҡа прапорщик ставкаһы! Тағы бер ғәҙелһеҙлек!
– Бына нимә, ғәҙеллек юллаусы, эш көнөнән һуң ял итергә теләйем. Башҡа әйтерең булмаһа, тормош фәлсәфәһен ошо урында туҡтатайыҡ!
– Мин үтә лә етди кеше, сәбәпһеҙ йөрөмәгәнлегемде беләһең. Үтәй алһаң. әлбиттә… - Диденко шуҡлыҡ ҡылырға йыйынған елғыуарҙай бармаҡ остары мен-ән пилоткаһын бер яҡ ситкә этәреп май бөрә башлаған биленә таянды.
– Ниндәйерәк йомош икәнлеген тыңлап ҡарайыҡ башта.
– Беҙгә хеҙмәт итергә күп ҡалманы. Киләһе йәй башында беҙҙең саҡырыл-ышҡа дөйөм демобилизация. Шул дембелгә бөгөндән әҙерләнә башларға кәрәк. Әгәр тыуған яҡҡа старшина званиеһында ҡайтып төшһәм туғандарым, яҡындар-ым ҡыуанырҙар ине.
– Ҡабатларға мәжбүр итәһең, погондарға таҡҡан таҫмалар шул тиклем дә мөһимдәрме?
– Мөһимдәр! Минең өсөн!
– Хохол туғаным, звание һорап рапорт яҙа алмағанымды беләһең.
– Уның ҡарауы ходотайствоны икенсе кешеләр тултыра ала. Мәҫәлән, Иван Иванович Лыков, йәки Павел Сергеевич Слуквин. Урынлы итеп ҡолаҡтарына ки-ртеп ҡуйыу ҙа етә.
– Иван Иванович туранан-тура начальнигыбыҙ, уның менән көн һайын ара-лашабыҙ. Яйын тап килтереп ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатырға мөмкин, ә бына был уры-нда нишләп майор Слуквинды иҫләнең әле, мин бит уны яҡындан белмәйем.
– Һеҙ үтә лә хәйләкәр, аҫтыртын кеше икәнһегеҙ.
– Уратмай, кинәйәләмәй һөйлә әле, Андрей.
– Әйтереңде ышанған, яҡын кешеһе аша замполитҡа еткерергә мөмкин...
Ярай, был хаҡта икенсе ваҡыт әңгәмә ҡорорбоҙ. Шулай итеп Лыков менән минең хаҡта һөйләшеп алыуыңа ышанам! По рукам!
– Әйҙә, ҡул бирешмәй генә килешәйек.
– Ысынлап та һеҙ шамбы ишеһегеҙ, эләктерермен тимә.
– Йә, ярай, һаубуллашайыҡ, әйтәм бит, арыным.
– Йомошомдо йомошлап бөтмәнем бит әле.
– Ҡыҫҡараҡ тот.
– Беҙҙең почтаға Нина исемле ҡатындың ҡаланан килеп эшләп йөрөгәнлеген беләһең. Сиртһәң ҡаны сығырлыҡ, һутҡа тулышҡан бисә. Беҙ уның менән кин-әйәле һүҙҙәр, ым-хәрәкәт, ишара менән мөхәббәт уйыны уйнайбыҙ, ә конкрет, практик эшкә күсергә, ҡаты контроль шарттарында хеҙмәт иткәнлектән форсат элә-кмәй. Увольнение мәлендә лә килеп сыҡмай. Уның ире бар.
– Ғаиләле булғас башында аҙғын уй йөрөткәнсе иренә тоғролоҡ һаҡлаһын.
- Ошо ерҙә тап өҫтөнә баҫтың, беҙҙең күҙ алдында тағы ла бер ҡатын ире өҫтөнән уйнаш итергә маташа бит! Ишеттеңме шул хәбәрҙе?
- Ишетмәнем!
- Ишетмәһәң ишетерһең. Иренә лә түкмәй-сәсмәй еткерерҙәр.
- Андрей Валентинович, - юрамал исем-шәрифе менән өндәштем, - давай, сәйнәнмә! Ғөмүмән һеҙҙең сәйер мөнәсәбәттә минең ни ҡыҫылыш, шун-
ыһы аңлашылып бөтмәй?
– Эш былайыраҡ, беҙгә уның менән часть биләмәһенән сыҡмай ғына осра-шып алырға кәрәк.
– Тотҡарламайым да, ҡыҫылмайым да, осрашығыҙ.Тик шуны иҫкәртәм, был - бәйелһеҙлек.
– Коммунизм төҙөүсенең әхлаҡ кодексынан сығып фекер йөрөтәһеңме?
– Тап шул принциптарға таянып!
– Һин атаған кодекстың ҡайһы бер пункттары ни сәбәптән беҙҙе осраштыр-ырға теләмәй икән, әйтә алмаҫһығыҙмы?
– Уны кейәүҙә тинең, тимәк тормошта, бәлки балалары ла барҙыр. Сит оя-ны туҙҙырыу, йә туҙҙырырға маташыу - гөнаһ.
– Ә нимә һуң ул гөнаһ?
– Үҙ-үҙеңде алдау, әйләнә-тирәңдәгеләргә хыянат итеү, хаслыҡ ҡылыу. Гө-наһлы йәшәү – сирле булыу менән бер.
– Сираттан тыш званиеһын нигеҙһеҙ бирмәгәндәр икән, һине сәйәси йәһәт-тән бик яҡшы тәрбиәләгәндәр! Ысынында һинең әле әйткәндәрең буш һүҙ! - Дид-енко йәйенке биттәрен мыҫҡыллы салшайтты. - Почта начальнигының ире бар, тинең. Булһасы?! Нина үҙе башлап ҡаш һикертте. Бейә булараҡ ул башлап кешә-нәне. Ә айырға ни ҡылырға был осраҡта? Ошо тәңгәлдә арҡыры ятҡанды ашатлап үтһәм ир-егет булараҡ эшкинмәгәнгә иҫәпләнәсәкмен бит.
– Бына нимә, айғыр, тамам теңкәмә тейҙең, бар сығып кит. Был һөйләшеү-ҙән һуң моғайын да бөгөн төн һаташтырыр.
– Ҡыумай тор. Әйтеп бөтөрмәнем бит әле.
– Йә?!
– Иртәгә төш мәлендә аулаҡта ҡалырға теләйбеҙ, француздар әйтмешләй тет-а-тет*.
– Кәрәк икән, ҡалығыҙ әйҙә, тик мине ҡыҫылдырмағыҙ!
– Ну, без тебя никак, понимаешь! Аулаҡ, тик ҡайҙа, бына мәсьәлә нисек ҡу-йылған! Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, беҙгә һинең ошо йыйнаҡ бүлмәң кәрәк. Төш мәл-ендә. Оҙаҡҡа түгел. Бер сәғәткә генә. Үҙебеҙҙән һуң тулы тәртип ҡалдырабыҙ. Ун-ыһын тулы гарантиялай алам. Һәм яҫтығың аҫтында әҙерәк аҡса. Аренда һәм ир-екһеҙҙән һиңә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырған өсөн. Тәм туйып ҡалһаң үҙең саҡырып торорһоң әле.
– Мин фәхеш, ә бүлмәм фәхешхана түгел!
– Килешә алманыҡ улайһа?
– Килешә алманыҡ һәм бер ҡасан килешә алмаясаҡбыҙ ҙа. Сыҡ, тим!
– Аҡ һәм пак булып күренергә маташаһың, ә бит һин дә таҙанан түгел…
– Нисек? Аңлатыңҡырап һөйлә! - Көтөлмәгән белдереүгә ни тип яуап бир-ергә белмәй юғалып ҡалдым.
– Слуквиндың бисәһен әйтәм, һылыу… Әллә ҡасандан һиҙеп йөрөйөм, уны ҡабып йоторҙай кимәлдә күҙәтә инең шул. Ә күптән түгел майор командировка-ла саҡта, увольнение, ҡала, мәҙәниәт һарайы, кафе һәм йәш ҡатынды үҙеңдең зак-онлы бисәңдәй күреп оҙата барыу, ямғырҙан ышыҡланыу һылтауы менән фатир-ына кереү… Иҫ китмәле татлылыр, ә, йәш бит, дәртле лә күренә. Дауам итергәме?
– Һин нимә бытылдайһың?!
– Нимә ишетәһең, шуны!
– Яна бисә түгел!
– Яҡын итеп исеме менән генә атайһың!
Диденконы эскә тартып алып ормаһарҙан* яғаһынан эләктерҙем:
– Бисә, тип ҡабатла тағы бер тапҡыр, ошо ерҙә быуып үлтерәм!
– Ебәр, тим, ебәр! - Карауат менән стена араһына ҡыҫылған, иҙеүе бөрөлгән Диденко тыбырсынып ҡулдарын болғаны. - Ебәр тим, ҡырағай мосолман, бел, беҙ ҙә яңғыҙ түгел…
– Ҡәбәхәт! Яна бисә түгел!
- Ҡаҙалып ҡына кит, ҡыҙлығы ла алынмаған, ир-ат һәрмәүенән азат ҡыҙ! Яғаны йыртаһың! Пошутили, и на этом закончим!
Көрмәкләшә торғас тумбочка өҫтөндәге сәскә вазаһын иҙәнгә төшөрөп ебәрҙек. Сағыу шалтырап быяла ватылған тауыш ишетелде.
– Ах, һеҙ көҙгө әтәстәр! - Көрмәкләшеүҙе ҡуйып күҙ асып йомған арала те-ҙелеп баҫтыҡ, салшайған кителдәрҙе, ҡаптырмаһы бер яҡҡа шылған ҡайыштарҙы тәртипкә килтереп, соңҡа яғына ҡыйшайған пилоткаларыбыҙҙы төҙәтә һалдыҡ. - Артыбыҙҙа Иван Иванович тора ине. Ул танауы осона шылған күҙлеген төҙәтеп ке-йеп уҫал ҡарашын алмаш-тилмәш икебеҙгә йүнәлтте.
– Нимәне бүлешә алмай талашаһығыҙ? Өҫтәүенә дауалау учреждениеһы-нда! Бына һиңә, әбекәйем, Юрьев көнө*! - Лыков ғәжәпләнгәнендә ҡыҫтырырға яр-атҡан, йыш ҡабатлаған әйтемен әйтеп бот сапты.
– Бүлешер нимәбеҙ юҡ, иптәш өлкән лейтенант, бөтәһе лә ал да гөл, һәйбәт! - Диденко рапорт биргәндәгеләй теҙҙе.
– Ә һин старшина, ни әйтерһең?
– Андрейға тимрәү йоҡҡан.
– Тимрәүе ҡайһы тирәһенә инде?
– Муйынында, ҡурылдай тапҡырында. Шуны тикшерә инем. Ҡамасауланы-ғыҙ.
– Күренеүенсә ауырыуҙы бик шәп тикшерәһең! Бына нимә, Диденко, хәҙер үк взводыңа марш! - Андрей һә, тигәнсе күҙҙән дә юғалды. - Ә һин, Азамат, киске аштан проба алғандан һуң тиҙ ярҙам машинаһында беҙҙең фатирға барырбыҙ. Беҙҙән барыусылар аша госпиталь аптекаһынан дүрт йәшник дарыу ебәргәндәр. Шуларҙы бында килтер ҙә иртәгә опись нигеҙендә Герасимовҡа тапшырырһың.
– Есть, иптәш өлкән лейтенант!
– Ватҡан-емергәнегеҙҙе һепереп ал да, бар, шалопай, ҡалғаны хаҡында ирт-әгә һөйләшербеҙ. Ҡара һин уларҙы, яғаға яға киләләр! - Лыков талашыбыҙҙы оно-та алмай һөйләнде. - Әгәр мин күреп ҡалмаһам ары нимә ҡыланырҙар ине икән былар, ә?!.
Офицерҙар йорто янына барып туҡтаныҡ. Эңер. Тәҙрәләрҙә ут тоҡанған мәл. Тау битләүендәге йорт ҡабырғаһы менән ҡалҡҡан ҡорт кәрәҙен хәтерләтә. Маши-нанан сыҡтыҡ. Иван Иванович юғарыға ҡараны:
– Слуквиндарҙа ла ут бар… - Тауышында хәүеф-хафа ауаздары сағылып ҡа-лыуын шәйләнем.
Водитель менән йүгермәләп йөрөп йәшниктәрҙе тиҙ арала юғары ҡаттан төш-өрөп машинаның салонында урынлаштырҙыҡ.
Кабинаға ултырғас тегегә ҡараным:
– Ваня, дарыуҙарҙы бөгөнгә ҡайҙа урынлаштырыу хаҡында Иван Иванович-тан һорарға онотҡанмын.
- Нисек оноттоғоҙ? - Ышанмай ҡарап ултыра. - Бәлки миңә инеп белешеп сығырғалыр?
- Мин үҙем. Һин тәмәке көйрәтеп ал.
– Тартмағанымды беләһегеҙ, иптәш старшина.
– Улайһа саф һауа һула!
– Бөгөн көнө буйы юлда саф һауа һуланым. Арытты.
Хәлемә инергә теләмәгән белекһеҙгә асыуым килә башланы:
– Арыһаң ултырғысыңа аушайып ял ит. Оҙаҡламам. - Бая Лыков ҡараған тә-ҙрәне табып алып яҡынса фатирҙың ҡайҙа икәнлеген тоҫмалланым да подъезға индем, баҫҡыстарҙы аша - төшә баҫып юғарыға ынтылдым.
«Нимә ҡыланам һуң әле? Күтәрелдем дә икән ти. Ары нимә?»
Бына ул фатир. Ағас ишек янында туҡтап урынымда тапандым. Ҡыңғырау төй-мәһенә үрелдем дә ирекһеҙҙән туҡтап ҡалдым. «Хәҙер майор килеп сығыр ҙа апт-ырап китер: «Ҡараңғы төшкәс фатирыбыҙҙа ни ҡалған һиңә, старшина?» «Янаның хәлен белергә килдем. Үткәндә беҙҙә булғандан аҙаҡ ул частә бер тапҡыр ҙа күрен-мәне…» «Вон! Хәҙер үк күҙемдән юғал! Был ниндәй оятһыҙлыҡ һәм әрһеҙлек? Ир-тәгә таң менән кабинетымда бул! Там и разберемся!» Ошондайыраҡ һөйләшеү бу-ласаҡ. Ихтыярымдан тыш ишек яңағын һыйпағандай иткәс, дөбөр-шатыр түбән-гә атылдым. Төшкәс тағы юғарыға төбәлдем: «Тәҙрәләрҙә ут үтә тоноҡ күренә, теге саҡт-ағы Янаның һүнеп барған ҡарашы һымаҡ…»
Ҡуҙғалып китер алдынан шофер минең яҡҡа ҡарап шаян күҙ ҡыҫты:
- Подъездарҙы бутанығыҙ түгелме, иптәш старшина?
- Бутаным шул. Аҙашмаҫ ерҙә аҙашҡан кешене күргәнең бармы, Иван?
4
Иртәгеһен төштән һуң Андрей Диденко коридор яғынан башын тыҡты:
– Слушай, коллега, яңы ғына Слуквин шылтыратты, һиңә кисекмәҫтән шта-бҡа килеп етергә бойорҙо.
– Как видишь, я не баклуши же бью, товарищ старший сержант!
– Азамат Баймөхәмәтов, Слуквин ҡунаҡҡа түгел, келәмгә саҡыра, тим. Мә-ктәп командирының политбүлек буйынса урынбаҫары, взвод, йәиһә рота коман-диры түгел! Приемда әлегә үҙем ултырып торормон, уныһы өсөн борсолма!
– К большому сожалению тут не ветлечебница, Андрей Валентинович! - Руссалап ҡайымлаша бирәм.
– Тағы әрләшергәме, яғалашырғамы иҫәбең? Улайтып уҡ кенә ҡыуып үс тотма инде, ну поцапались без видимых причин, икебеҙҙә лә ғәйеп бар, онотайыҡ. Беҙгә бит ары ла бергә йәшәргә, бергә эшләргә, давай выкурим трубку мира! - Эргәмә килеп ярашыу билдәһе итеп яурынымдан ҡаҡты.
- Согласен, великий вождь! - Мин дә урынлы шаярыуҙы ҡабул итеүемде белдереп йылмайып ебәрҙем.
Штабтың беренсе ҡатындағы дежурныйға замполитҡа саҡырылыуымды әйткәйнем, ул тура телефондан шылтыратып белешкәс эскә үткәрҙе. Йыл ярым самаһы хеҙмәт итһәм дә бында тәүләп инеүем, шуға үҙемде бөтөнләй икенсе, ят донъяға килеп юлыҡҡандай хис иттем. Өсөнсө ҡаттағы фойегә тартым асыҡлыҡҡа ҡара күн диван, ике ҡәнәфи, оргбыяланан эшләнгән журнал өҫтәле ҡуйылған, тәҙрә ҡы-рҙарында ағас олонло, түңәрәк япраҡлы, остары түшәмгә терәлгән экзотик гөл, уртала ебәк елпеүесле ҡыҙғылт тәңкәле балыҡтар йөҙгән, яһалма ылымыҡтар, төҫ-лө ҡырсынташтар менән биҙәлгән ҙур аквариум, уң һәм һул стеналарға Бородино алышын,Ҡырым һуғышы осоронда Севостополде һаҡлаусыларҙың героик оборо-наһын һынландырған киң панорамалы картиналарҙы беркеткәндәр, ике яҡҡа ки-ткән иркен коридорҙың буйынан-буйына тар яҫылыҡтағы аҫыл келәм түшәлгән, итек табандары аша тығыҙ йомшаҡлыҡты тойҙом хатта. Картиналарға яндаш ит-еп урынлаштырылған дәү көҙгөләр тотош фойены масштаблыраҡ, киңерәк итеп сағылдыралар. Көҙгөләге һынымды дәртләндерергә теләп күҙ ҡыҫтым, бирешмә йәнәһе. Дежурныйҙың өйрәтеүе буйынса уң яҡҡа ыңғайланым. Бында ла береһе икенсеһенән алыҫ уҡ урынлашҡан ишектәр араһына бөйөк рус полководецтарының майлы буяу менән эшләнгән портреттарын теҙеп элгәндәр, әйтерһең алдыңа тарих, илдең үткәне сафҡа баҫҡан. Штабтың дизайнында ижади нескәлек һәм шул уҡ ваҡытта хәрби рух сағыла. Ишектәге ялтыр ҡалайҙағы яҙыуға күҙ һалдым. Сл-уквиндың кабинеты полковник Жирновтың йәнәшәһендә икән. Бәхеткә күрә үт-еп-һәтеп йөрөүселәр күренмәй. Себен осҡаны ла ишетелмәгән, киноларҙа күргән батша һарайҙарындағы кеүек һипһендергес, серле патриархаль тынлыҡта ҡолаҡ-тар тонғандай. Ишек тотҡаһына үрелер алдынан гимнастеркамды һыпырып тиг-еҙләп бил ҡайышын тарттым, былай ҙа башымда килешле ятҡан пилоткамды тө-ҙәтә биреп ҡуйҙым.
– Иптәш майор, инергә рөхсәт итегеҙ?
Слуквин алдында таралып ятҡан ҡағыҙҙарынан айырылып башын ҡалҡытты:
– А-а-а, доктор, заходи!
Ингәс хәрбиҙәрсә көр тауыш менән рапорт бирҙем:
– Товарищ майор, старшина Баймухаметов по вашему приказанию приб-ыл!
– Вольно. Күреп тораһың бит, мин майор түгел, подполковник.
Алабарманлығыма барып, кәрәклекте үтәп булһа ла погондарҙағы йондоҙҙарға күҙ һалмағанмын.
– Иғтибарһыҙлығымды ғәфү итегеҙ, иптәш подполковник.
– Зарар юҡ.
– Звание алыуығыҙ менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ, иптәш подполковник.
– Рәхмәт. Һин нимә өҙлөкһөҙ бер үк һүҙҙәрҙе тылҡыйһың әле, иптәш… старшина? - Кабинет хужаһы шелтәләп алды. - Бына бынауында ултыр. - Янынан урын күрһәтте.
Түргә үтеү ҡайҙа, тартынып ҡына стена ҡырлатып теҙелгән артлы ултырғыст-арҙың ситкеһенә һаҡтым.
Кабинет бай йыһазландырылған: уртала ҡыҙыл ағастан эшләнгән «т» хәрефе рә-үешендәге ауыр өҫтәл, тәҙрәһеҙ стена ҡырында быяла ҡапҡаслы дәү шкаф, унда революция юлбашсыһы китаптарының тулы йыйылмаһы тупланған.Тәҙрәләргә ситтәре суҡ ебәк ептәр менән ҡайылған бәрхәт ҡорғандар эленгән, түрҙә Леонид Ильич Брежневтың орден-миҙалдарын тағып маршал кителендә төшкән төҫлө фо-топортреты. Иҙәнгә шыршы энәләре һымаҡ итеп семәрләп түшәлгән имән паркет көрән төҫтәге үтә күренмәле ялтыр лак менән ҡатырылғанғамылыр һаран яҡтыл-ыҡ һарҡҡан кабинет ярым ҡараңғы. Шул эңер шаршауы яҫы ҡара ҡашлы генер-аль секретарҙың ҡырыҫ ҡарашын, шкафтағы асып уҡып ҡаралмаған ҡалын, ауыр томдарҙың тослоғон шомландырып күрһәтеп тәнде лә, йәнде лә баҫа.
– Как жизнь молодая, Баймухаметов? - Слуквин кнопкаға баҫып өҫтәл ҡыр-ындағы ҡалпаҡлы лампаны һүндерҙе.
– Хорошо, товарищ подполковник в это время, как обычно принимаю больных.
- Был ваҡытта эшегеҙҙең тығыҙ икәнлеген беләм. Һеҙҙе бында оҙаҡ тотҡарламам.
- Понял, товарищ подполковник.
– Устав ҡағиҙәләрен, рәсмилекте аҙға ғына онотоп тор, тинем түгелме, юғи-һә беҙҙең һөйләшеү килеп сыҡмаҫ. Яңылышмаһам исемең Азамат шикелле, ә, старшина?
– Так точно, иптәш… Эйе, Павел Сергеевич…
Подполковниктың юғарынан түбәнгә ташлаған һынаулы һирпелеүе, бының менән әңгәмә ҡороу кәрәкме һәм урынлымы, тигәндәй күренде миңә, шуға теләһә ниндәй мәлдә сығып китергә әҙерлегемде белдереп урынымда ҡуҙғала биреп ҡуй-ҙым.
– Тайырға самалайһыңмы? Өлгөрөрһөң. Тағы званием, йәшем буйынса өлк-әнмен бит, шуға һин дә мин, яҡын итеп өндәшеүемә сәйерһенмә.
– Бындай урында мин икенсе генә тапҡыр. Партияға ингәндә бюро ағзалары йыйылған райкомдың беренсе секретары кабинетында булырға тура килгәйне, тик ул былай уҡ шәп түгел ине.
– Ә-ә-ә, быларҙы әйтәһеңме? - Кабинет хужаһы ҡулын йәйеп кабинет ҡар-алтыларына күрһәтте. - Подполковник Фединдан ҡалған ҡомартҡы. Ул граждан-кала биҙәүсе архитектор булған, шуға тотош штабты ҡыландырған үҙенсә. Миңә ҡалһа семәрле интерьерҙы, яһалма бутафорияны яратмайым. Это внешний блеск, который скрывает суть вещей.
Тәбәнәк буйлы тәгәрәгән туптай йүгермәләп йөрөгән замполит Фединды яҡшы хәтерләйем. Беҙҙең яҙғы саҡырылыш бында килгәс оҙаҡ та тормай ул ҡайҙалыр китте, үрләтеп округҡа, штабҡа алғандар йәнәһе лә тип һөйләнеләр аҙаҡ. Слукв-индар тәүге аҙнала уҡ парлашып клубта күренделәр. Шул саҡта Яна илаһи фәр-ештәләй күренгәйне…
Уйымды замполиттың өндәшеүе бүлдерҙе:
– Һеҙҙе коммунистҡа сағыштырмаса иртә ҡабул иткәндәр. Миңә ҡалһа пол-итакадемияла уҡып йөрөһәм дә утыҙға етеп килгәндә генә партбилет алдым. Тег-ендә энәһенән ебенә ҡәҙәр тикшергәндән һуң ғына тәүҙә кандидат итеп, шунан ышаныстарын аҡлаған хәлдә ике йылдан һуң ағзалыҡҡа ҡабул итәләр ине. Не ду-май, что я допытываюсь, сколько лет тебе, старшина?
– Егерме өс тула.
– Яңы йәшәй генә башлағанһың, киләсәктә әллә ниндәй затлы һарайҙарҙың ишектәрен асырға тура килер әле. Миңә ҡалһа официаллекте ҡабул итеп бөтмәй-ем. Ябайлыҡты ихласлыҡты төшөнөүе еңел. Ошо мәлдә нимә эшләгем килгәнде әйтәйемме? Ҡырға сығып, төтөндә күҙҙәрҙе әсеттереп усаҡ көлөнә картуф күмеп ашағым килә. Ҡайнар, тышы һарғайып ҡатҡан тәмле ризыҡты устарыңда бейет-еп, үҙенсәлекле хуш еҫкә иҫергең киләме, Азамат? Иҫ китмәле шәп бит, ә?! - Ирә-мһеп китте, һүрәтләгән ризығына үрелергә йыйынғандай устарын ыуып алды. Һиҙәм, был лирик сигенеү генә, тәжрибәле партия функционеры мине етди һөй-ләшеүгә әҙерләй. Яңылышманым, бер аҙҙан ҡәнәғәтлек балҡыған йөҙҙө киренән битарафлыҡ битлеге япты, замполит команда биргәндәгеләй һораны:
– А ты, знаешь, зачем я тебя вызывал в штаб?
– Һуңғы арала хужалыҡ взводында аҙна һайын үткәрелгән политуҡыуҙарға йөрөмәй башланым. Бәлки шуға саҡыртҡаһығыҙҙыр.
– Ни сәбәптән уларҙы ҡалдыраһың?
– Ауырыуҙар күп, йәнә санчастә дауаланып ятыусылар етерлек. Курсанттар урындағы климатҡа өйрәнеп киткәнсе гел шулай була.
– Улай уҡ эшлекле булып китмә йәме, һәр нимәнең үҙ сираты Ә бына поли-туҡыуҙарҙы ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Тиҙҙән тотош округта күптән планға алынған, әле уға етди әҙерлек барған учениеның башланып китеүе бик тә ихтимал. Унда бит хәрби әҙерлектән тыш, һалдаттарҙың сәйәси аң- белемдәрен дә тикшерәсәктәр. Билдәле булыуынса сержант мәктәбе Балтик буйында бөтә йәһәттән дә иң яҡшы-лар иҫәбендә. Шул кимәлдән төшөргә ярамай. Перед нами стоит вот такая важн-ая задача.
– Виноват, товарищ подполковник, больше не повторится!
– Ғәйеплемен, ғәйеплемен… Ғәйебеңде таный белеү, уны төҙәтергә ынтыл-ыу ҙа үҙе үк аҡыл.
«Әллә теге парктағы осрашыуҙы, ҡырҡҡа тәкмәстереп еткергәндәрме быға?..»
– Шулай итеп ни өсөн бындалығығыҙға тәки яуап таба алманығыҙ, старши-на. Ә взводтарҙағы дәрестәр барышын парторгтар контролләй. - Слуквин шулай тине лә ултырғысында ҡайҡая бирҙе.
«Ысынлап та бындағы мөнәсәбәт асыҡлау Янаға бәйлелер?..»
– Һеҙ минең ҡатыным менән таныштар бит әле?
«Бына нисек! Дөрөҫ һиҙемләгәнмен…»
– Ҡайһылыр кимәлдә. Ул санчаскә һеҙҙең менән килгәйне бит, шунан бел-әм. Бәлки беләм, тип әйтеүе артығыраҡтыр ҙа.
– Ҡайһы саҡ кеше менән оҙаҡ йылдар бергә йәшәп, аралашып та уның хаҡ-ында бер ни ҙә белмәҫкә мөмкин, һәм киреһенсә... - Подполковник башлағанын әйтеп бөтөрмәй ирендәрен ҡымтыны ла билдәһеҙлеккә төбәлеп тынып ҡалды. Әле генә ныҡлап иғтибар иттем: насар ҡырылған дүрткел эйәкле, тулы битле йөҙө тартылып киткән, әллә аҡҡа ҡарап оҙаҡ эшләүҙән, әллә йоҡоһоҙлоҡтан күҙҙәре ҡыҙарған, гел килешле итеп тарап йөрөткән сал сәстәре лә өтөрәйеңкерәп күрен-әләр. - Һине бында шуның өсөн саҡырттым… - Әйтерен онотҡандай бер килке шымтайғас өҫтәлде төйөргә йомған йоҙроғоның һыртын ыуып ҡыҫылған тештәре араһынан ыңғырашыуға тартым һүҙҙәрен һыҡты. - Мәктәптә меңгә яҡын кеше, ә бына һөйләшерлек, эс сереңде сисерлек бер кем юҡ. Бер кем дә!
– Дуҫтарығыҙ…
– Дуҫтар?!. - Слуквин башлағанымды асыулы бүлдерҙе. - Политработниктың ҡасан дуҫтарының булғанын күргәнең бар? - Минең дуҫтарым Маркс, Энгельс, Ле-нин һәм наградаларға туймаҫ бына бынау! - Башы осондағы Брежневтың портрет-ына ымланы.
– Иғтибарлы тыңлаусы, тапҡыр кәңәшсе кимәлендә һеҙҙең менән әңгәмә ҡо-ра алмамдыр, иптәш подполковник. Һеҙ - офицер, мин - сержант составынан. Тел-әйемме быны, әллә юҡмы, званиеларҙың айырмаһына ярашлы субардинация һа-ҡларға мәжбүрмен.
– Ни бысағыма ул звание, әле һин әйткән субардинация?
- Мы в рядах Советской Армии, товарищ подполковник.
- Һин әйтмәгәндә белмәй инем! Частә политтәрбиә эштәре юғары кимәлдә ҡуйылғанлыҡты иҫәпкә алып, партия съезы алдынан яурындарыма сираттан тыш тағы ла бер йондоҙҙо өҫтәнеләр. Ошонан аҙаҡ нимә булһа ла үҙгәрҙеме, йә үҙгәрерме?
– Артмағында генерал погондарын йөрөтмәгән һалдат насар һалдат, тигән Александр Суворов.
– Генерал?! Беҙ иң әүәл кешеләр, шуны онотма! Батша ғәли йәнәптәре лә, - тағы Брежневҡа төрттөрҙө, - батырлыҡтар күрһәтмәй түшенә алтын йондоҙҙар таҡҡан герой ҙа! Бейек тәхет һәм алтын погондар алдатҡыс атрибуттар ғына.
Барып, йыртып ырғытырға теләгәндәй ҡорғандарҙы ян-яҡҡа тартып ебәреп асып тәҙрә төбөнә терһәкләнгән Слуквин биниһая ваҡыт бер ни ҙә өндәшмәне. Шунан ҡапыл ҡайырылып миңә тишерҙәй итеп ҡараны:
– Баймөхәмәтов, әйт әле, әҙәм балаһы ҡасан күңелендәге серҙе теләһә кемгә, хатта шайтандың үҙенә асып һалырға әҙер? - Тотҡарлыҡһыҙ үҙе үк яуапланы. - Когда испытывает стресс, катарсис!
Замполит ысынлап та шаңҡығанға, иҫәңгерәгәнгә оҡшағайны. Бына ул киҫкен хәрәкәтләнеп, сапсығандай итеп бармаҡтары менән сәстәрен араланы ла ағы еңгән күҙҙәрен яһил яндырҙы:
– Ҡатынымдың хәле нисек, әйтәйемме?
– Пальпация* яһап билдәләнем, Яна Григорьевнаның эсенең уң яғында шеш бар. Шуның этиологияһын һәм патогенезын* асыҡлау маҡсатында акушер-гинек-ологҡа барып күренергә кәңәш иткәйнем бит теге саҡ.
Урынһыҙ ҡулланылған аңлайышһыҙ медицина терминының мәғәнәһенә төш-өнөп етмәгән Слуквин аңшая биреп торҙо ла һуҡ бармағын алға сәнсте:
– Ты ее направил к акушер-гинекологу, а он нас к онкологу!
«Шөбһәләнеүем раҫҡа сыҡты, тимәк...»
– Онколог әллә ниндәй анализдар тапшырырға ҡушып оҙаҡ, ентекләп тик-шергәндән һуң янында мине генә ҡалдырып беҙҙең икебеҙ өсөн дә аяуһыҙ хөкөм-өн сығарҙы, операция яһарға һуңлағанһығыҙ, тине. Йәшерәм дә бит, әммә беҙҙе ҡапсыҡта һаҡлап буламы инде. Беҙ яңғыҙаҡтарбыҙ, фани донъяла бер яҡыныбыҙ ҙа юҡ! Дөрөҫ, Янаның алыҫта бер туған апаһы йәшәй, тик бала саҡтан бер-береһе менән аралашмағас аралары һыуынып бөткән. Мин, мәҫәлән, уны бер тапҡыр ҙа күрмәнем. Бына ошондай ҡаты һынау алдында тороп ҡалдыҡ. Ә миңә звание би-рҙеләр, бөтәһе лә ҡотлай. Мәғәнәһеҙлек бит был!
Слуквин ҡойондай өйөрөлөп килеп кире креслоһына гөрһөлдәне, шунан сикәл-әрен ҡушусланы:
– Нимә эшләргә беҙгә, ә?
– Йәшәргә, ауыр булһа ла йәшәргә, иптәш подполковник.
– Ҡайһылайыраҡ итеп?
– Белмәйем…
– Шул шул! Өмөтө һүнгәндәр тере мәйет менән бер.
– Һеҙ командир, ныҡлыҡ теләйем.
– Паникаға бирелә, тимәксеһегеҙме? Әгәр үҙем ошо хәлдә ҡалһам сирҙе бә-лки икенсерәк, еңелерәк тә ҡабул итер инем. Миңә ҡалһа ауырлыҡтарға түҙеп өй-рәнгәнмен. Ә Яна тормошомда ҡояш, һулар һауа, һыу, ут! Сиам игеҙәктәре ише ул минең ярты кәүҙәм! Һәм ана шуларҙан яҙыуҙан, яртымдан айырылыуҙан, йәш-әүгә мәғәнә юғалтыуҙан ҡурҡам! Һин яңғыҙлыҡтың үтә лә аяныслы нимә икәнлег-ен татып ҡарамағанһың әле, сөнки башың йәш! Тирә-яғыңда шығрым тулы халыҡ, ә һин бер үҙең, йәнең үрһәләнгәндә йыуатырлыҡ, сырхап киткәндә маңлайыңа ус-ын баҫырлыҡ яҡының юҡ. Дөйөмләштереп әйткәндә бер кемгә лә кәрәк түгелһең, ғөмүмән был донъяла һин артыҡ кеше!
Телһеҙ ҡалдым, ошо ерҙә тағы нимә өҫтәп әйтә алам инде?
Слуквин сигарет тоҡандырҙы.
– Яҙмышым хаҡында нимә лә булһа белгең киләме?
– Мине өнһөҙ тыңлаусы сифатында саҡырғанһығыҙ түгелме?
– Вы себя ведете очень корректно.
– Деревенское воспитание.
– Әгәр улай икән, бигерәк тә шәп. Атайым яғынан ҡартатайым Ерофей Ев-стегнеевич Себер крәҫтиәне ине. Шаулы урындарҙа йәшәүҙе мөрхәтһенмәй бар ғүмерен кеше аяғы һирәк баҫҡан тайгала үткәрҙе. Бер нисә йәйге каникулымда шул Себер төпкөлөндәге бәләкәй ауылда ял иттем. Утарҙың эргәһендә генә бейек сопкалар. Тирә-яҡта иҫ киткес, цивилизация шауҡымы ҡағылмағанғалыр тәүтор-моштан килгән күркәмлеген һаҡлаған хозур тәбиғәт, саф һауа, таштарға бәрелеп аҡҡан үтә күренмәле, тештәргә үтерлек һалҡын һыулы, бәрҙеләр, бағырҙар ҡарп-ыған йүгерек шишмәләр. Әйттереүҙе көтмәй унда барырға атлығып ҡына торам. Ҡартатайым тәү ҡарашҡа уҫал, ҡырыҫ, аҙ һүҙле күренһә лә, ғәҙел, киң күңелле, йор һүҙле бабай ине. Урман-ҡырҙарҙағы һанап бөтөргөһөҙ үләндәрҙең барыһын-ың да атамаһын, уларҙы ҡасан йыйырға кәрәклекте, ниндәй сиргә дауа икәнен, ҡулланыу алымдарын белә, ҡоштарҙың, йәнлектәрҙең ҡылыҡтарын аңлай. Миҙге-лдәрҙең нисек килерен, көндәлек һауа торошон хаталанмай алдан билдәләй.Үҙе эргә-тирәһенә хаслыҡ ҡылмай, зыян килтермәй һәммәһе менән килешеп, яраш-ып йәшәне. Ул туҡһанын тултырып сырхамай ғына ҡартлыҡтан үлде. Ауыл мөхи-тен күреп үҫкән кеше булараҡ уның тәрбиәһен алғандарға гелән ышанып, хөрмәт менән ҡарайым. Бөгөн телемдең сиселеп торған сағы… - Слуквин оҙон һүҙгә төш-өргә йыйыныуын белдереп бейек артлы креслоһына башын терәне. Мин дә йәйел-еп үк китмәһәм дә иркенләңкерәп ултырҙым.
– Шул катарсис йәнде быраулай. Эсемдәген тотошлайы менән сығарып түг-еп ташлап яңынан тулаһым килә. Буш һауытҡа яңы, таҙа шыйыҡса ҡойолған кеү-ек. Мөмкин түгел. Атайымдың сығышын белдең, әсәйем Мәскәүҙеке, ә мин үҙем Мурманск ҡалаһында тыуғанмын, Владивостокта шунан Таганрогта йәшәнек, бер һүҙ менән әйткәндә «Мой адрес - Советский Союз.» Хәрби ғаиләнән. Атайым кад-ровый офицер, әсәйем театр актрисаһы. Һыланып-һыйпанып, эйелмәй-бөгөлмәй йөрөгән, сәхнә ҡанундарын тормошҡа күсереп йәшәгән елбәҙәк холоҡло һылыу ҡатын ине заманында. Йәшәү урындарыбыҙ йыш алмашынғанлыҡтан ул һөнәре буйынса эшләмәне лә тиерлек, тик шул һылыулығы арҡаһында юлдарын, яйын табып атҡаҙанғанды алды барыбер. Атайым икенсе ранг капитаны званиеһында хәрби диңгеҙ флотының һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итте. Өйҙә әҙ генә ял итә лә ҡалған ваҡыты оҙайлы, айҙарға һуҙылған йөҙөүҙә. Иҫ белгәс тә әле, көн һайын ти-ерлек диңгеҙ ярына барып баҫам да сәғәттәр буйы яҡын кешемде йотҡан диңгеҙгә ҡарап торам. Ажғыр тулҡындар араһынан бына-бына ҡалҡыуыстай тумалаҡ баш-ня күренер төҫлө. Өсәүләшеп барып кәмәне ҡарағаныбыҙ ҙа булды. Оҡшаманы, каюталары тар, консерва банкаһына тыңҡысланған килька балығылай тояһың үҙ-еңде, саф һауа етмәгәнлектән тын тарыға. Йә, нисегерәк беҙҙең «Суртан», тип ҡыҙ-ыҡһыналар шундағы матростар. Шыҡһыҙ, килбәтһеҙ, тим, тураһын әйтеп, кәмәг-еҙ суртан түгел, хас та ҡара табут. Ул нимәне яратмай яманлауым, ярты-йорто йә-шәүебеҙҙән ялҡыуға бәйле булғандыр, күрәһең. Атайымдың кейеменә, тәненә ди-ңгеҙ тоҙоноң ҡырҡыу еҫе елләмәҫлек кимәлдә һеңгәйне. Шул ҡәҙерле еҫте бөгөн дә һағынам. Әсәйем тормошонан һис ҡасан риза, ҡәнәғәт булманы, күсмә йәшәү-енән йәм, мәғәнә тапманы, яңғыҙ ҡалған саҡтарында миңә күрһәтмәҫкә тырышып илаулап та алғылай торғайны. Бергә булған саҡтарында йыш талаштылар, әрләш-теләр, юҡтан ғына бәхәс сығарҙылар. Ошоларҙы һиҙҙермәҫкә, бөтәһен дә ал да гөл итеп күрһәтергә маташалар, тик өй эсендәге ғауғаны баҫып, йәшереп ҡалыу мөм-кинме инде? Миңә ун йәштәр самаһы ине шикелле, әсәй өҫтәлдә ҡыҫҡа яҙылған ҡағыҙ киҫәген ҡалдырып бер көн зым-зыя юҡҡа сыҡты: аҙна ҡайтманы, ун көн... Был мәлдә ялда йөрөгән атайым эскеләштерә башланы, бер нисә тапҡыр лаяҡыл иҫерек ҡайтып инде, ә инде йөҙөүгә ваҡыты еткәс бюллетендә ятыуына һылтанып вахтаға сыҡманы ла ҡуйҙы. Бергә хеҙмәт иткән дуҫы килеп өгөтләп тә маташты, ә ул бер ни тип тә яуап ҡайтармай теләкһеҙ ҡул һелтәп ҡуйыу менән генә сикләнде. Бер айҙан беҙҙе судҡа саҡырҙылар. Низағлашыуҙың маҡсаты - айырылышыу про-цедураһын рәсмиләштереү һәм дөйөм мөлкәтте бүлешеү түгел, минең артабанғы яҙмышты хәл итеү икән. Әсәйем залға көйәҙ кейенгән ниндәйҙер ят ир менән кил-еп инде. Атайым оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, сибәр ир ине, ә был урта буйлы, би-рән ҡорһаҡлы, пеләшләнә башлаған оло башлы күрмәлекһеҙ әҙәм. Әсәйем биҙән-мәгәс үтә лә йәмһеҙ күренде. Беҙ ултырған яҡҡа өңөлөп ҡарап-ҡарап ала. Ә беҙ - күрмәмеш тә һиҙмәмеш. Һуңғы сиктә теге һөйкөмһөҙ ят ирҙе һайлай алмайым бит инде, ултырыш барышында баҫып, ҡаршылағы өҫтәл артындағыларға ишете-лерлек итеп, бер ҡайҙа ла бармайым, тинем. Ҡарар сығарыр алдынан мөләйем йөҙлө апай үҙемде генә айырым бүлмәгә саҡырып индереп тағы ла бер тапҡыр кем менән ҡалырға теләүемде белеште, әле әйткән һүҙҙәреңдән һуңғараҡ баш та-ртмаҫһыңмы, тип тә ҡыҙыҡһынды, уйымда ныҡ торғанлығыма инанғас, тексы ал-дан әҙерләнгән ҡағыҙға ҡултамға ҡуйҙырҙы. Урамға сыҡҡас әсәйем йүгереп килеп алдыма тубыҡланып мине ҡосаҡлап алды ла түгелеп илап ебәрҙе. Атайым да, әсә-йем дә ауыҙҙарына һыу уртлағандай ҡыланалар, бер-беренә һүҙ ҡушмайҙар, аҙаҡ-тан ят кешеләрҙәй хушлашманылар ҙа. Икәүләп диңгеҙ ярына барҙыҡ. Ҡарашын билдәһеҙлеккә төбәгән атайым бармағындағы алтын балдағын һурып алды ла йән асыуына диңгеҙгә ырғытты, шунан сүкәйеп, устары менән йөҙөн ҡаплап өшөгәнд-әгеләй бөршәйҙе. Уны бахыр хәлендә күреп өйрәнмәгәнлектән аптырап ҡалдым. Ҡулдар йәйелгәндә хәсрәтле, тормоштан ваз кискән күҙҙәр йәшләнгәйне. Шунда тәүге тапҡыр ир кешенең илауын күрҙем. Йортобоҙҙа ҡалам, тиһәм дә киләсәктә ғаиләлә йәшәргә яҙманы: башта интернат тибындағы кадет мәктәбендә тәрбиәлә-ндем, ары хәрби училищыла уҡыным. Шунан академия. Атайым ваҡытынан алда отставкаға сыҡты. Башҡаса өйләнмәне. Ҡуңалтаҡ, ҡыҫыр тормошон көйләй, яйға һала алмай тамам эскегә һалышты, ҡасандыр ыҫпай кейенгән, бөтә ерҙә лә үҙен килешле тотҡан ир һуңғы йылдарында йөҙөн сал һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, әрпеш ас-арбаҡҡа әүерелде. Училищыла уҡып йөрөгән сағымда уны причалда үле килеш тапҡандар. Күршеләребеҙҙең һөйләүенә ҡарағанда быялаланып ҡатҡан күҙҙәре диңгеҙгә төбәлгән булған. Ҡайтып ерләп киттем. Һуңғы юлға оҙатыуҙа бер кем дә булмаҫ инде, тиһәм байтаҡ кеше йыйылып китте. Флоттан да делегация бар, ҡәб-ер ташы, тимер кәртә килтергәндәр. Хәрби йолаға ярашлы, табут өҫтөнә диңгеҙ фуражкаһын һалдылар, автоматтан залп та бирҙеләр. Ҡайғынан, яҡынымды емт-ек кеүек күммәгәндәренә ҡыуаныстан иланым. Был мәлдә әсәйем театрҙа режис-сер булып эшләгән теге ире менән Алыҫ Көнсығышҡа күсеп киткәйнеләр. Баштар-аҡ йыш хаттар яҙҙы, яуап хәбәре алмағас һуңынан бөтөнләй төңөлдө шикелле. Ун-ың артабанғы яҙмышын белмәйем. Бер нисә тапҡыр сәйер шылтыратыу ҙа алдым. Трубканы тыңлайым, әммә өндәшеүсе юҡ. Һуңғы тапҡыр сымдың теге осонда ҡат-ын-ҡыҙ үкһеүен ишеттем. Бер килеп телефон да өндәшмәҫ булды. Шулай итеп был донъяла япа-яңғыҙым тороп ҡалдым. Ә Янаға килгәндә уны академияла сит-тән тороп уҡығанда тап иттем. Таганрогтағы фатирыма отпускыға ҡайтҡанымда бер төркөм дуҫтарым менән ҡырға ял итергә сыҡтыҡ. Шунда мольбертын бейек ергә урынлаштырып, ҡулына палитра тотоп һүрәт төшөргән йәш кенә ҡыҙҙы тап иттем. Тәү ҡарашҡа ҡырағай кейектәй күренде: әйләнә-тирәһендәгеләргә иғтибар ҙа итмәй, янына уҡ килеп баҫҡан мине бар тип тә белмәй онотолоп китеп ижад итә. Ҡыҙға беренсе һирпелеүҙә үк йәнем тертләп китте: «Ул! Эҙләгәнемде-көткән-емде таптым!» Минән күпкә кесе икәнлеген белһәм дә Яна менән осрашыу эҙләй башланым. Ул каникулға дуҫ ҡыҙына ялға килгән икән, көсләшеп, ныҡышып теге-ләрҙең фатирынан сыҡмайым. Төҫкә сибәр әхирәте миңә, өлкән лейтенантҡа һыл-ашырға әҙер, ә мин Янанан башҡаны күрмәйем, күрергә лә теләмәйем. Тураһын әйтергә кәрәк, Яна мине ир һәм хәрби кеше булараҡ ихтирам итһә лә эске яҡынл-ыҡ йәһәтенән ихласлыҡ күрһәтмәне, күңелемдәген асып һалыуҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырып күҙҙәремә тура ҡараны: «Павел Сергеевич, һәйбәт, аҡыллы икән-легегеҙҙе лә беләм, әммә мин бит һеҙҙе яратмайым һәм һис ҡасан ярата алмаяса-ҡмын да. Берүк дөрөҫ аңлағыҙ, рәнйемәгеҙ, уйымдағын әйттем» «Мөхәббәтем ҙур һәм ихлас, икебеҙгә лә етерлек, артып та ҡалыр әле», тип яуап бирҙем. Үҙенән биҙҙерергә теләптер һынау срогын билдәләп бер аҙ осрашмай торорға тәҡдим ит-те. Был һынауҙы ла уңышлы үттем. Шунан бергә йәшәй башланыҡ. Һуңғараҡ, бер-беребеҙгә күнегә төшкәс, ике яҡтан да дуҫ-иштәрҙе йыйып ресторанда туй мәжлес лә үткәрҙек, ЗАГС-ҡа яҙылдыҡ. Яна һәйбәт ҡатын, егәрле, тоғро, тәрбиә-ле.Тик ғаилә ҡороу өсөн уныһы ғына етмәй. Ул бер ваҡытта ла күҙҙәрен осҡонл-андырып, яратып миңә төбәлгәне булманы. Тик һуңғы осорҙа ҡарашында шул йылы сатҡыларҙың тоҡаныуын шәйләнем. Сәбәбен генә аңлай алмай инем. Ул хә-ҙер мөһим дә түгел инде… Янаны Израилға дауаланырға ебәрергә һөйләшеп, ки-лешеп бөткәйнем. Күптәр хупламаны. Сит илгә саҡырыу - үҙенә күрә төшөмлө бизнес, ауырыуҙы һауыҡтырыу түгел, аҡтыҡ аҡсаһын һығып алыу сараһы икән-лекте аңлаттылар. Миңә бер ни ҙә йәл түгел, тик унда барырға Яна үҙе ҡаршы, йо-нсотма, ыҙалатма, күңелем тартмай, ти. Бына шулай йәшәп ятабыҙ әлегә…
Бер килке һүҙһеҙ ҡалдыҡ, ары нимә хаҡында һөйләшәһең инде. Көтмәгәндә телефон шылтыраны.
– Тыңлайым иптәш полковник? Эйе, әҙерләп бөттөм тиерлек, хәҙер керет-әм, Иван Гаврилович… - Слуквин өҫтәлдә таралып ятҡан ҡағыҙҙарын йыя башла-ны. - Жирнов саҡырта. Старшина, бөгөнгө һөйләшеүҙең ошонда ҡалыуына ышан-ам. Шәхси ҡайғым кемгә кәрәк? Әйткәндәй, кисә подъезда торғанығыҙҙа беҙгә ин-һәгеҙсе.
– Уйламағанда шулай килеп сыҡты, иптәш подполковник! Бары Яна Григ-орьевнаның сәләмәтлеген генә белешкем килгәйне.
- Баш китерлек аҙым яһарға ынтылыу үҙе үк ҡыйыулыҡ. Ысынын әйткәндә мин быны эшләй алмаҫ инем.
Ишек төбөнә килдем:
– Разрешите выйти, товарищ подполковник!
– Бар. Хуш. Тағы, политуҡыуға йөрө, киләһе аҙнала шәхси рәүештә тикше-рәсәкмен. Һине бит бында ошоноң өсөн саҡырттым.
– Һис шикһеҙ барырмын. Бөтәһен дә яҡшыға юрайыҡ, Павел Сергеевич.
– Ҡаянан осоп әле ергә зыңҡығансы бәрелмәгән бисара имен ҡалырына өм-өт итә аламы?
5
Тағы ла ике ай самаһы ваҡыт үтте. Замполит менән булған һөйләшеүҙән һуң үҙ-емә урын таба алмай үрһәләнгәйнем, аҙыраҡтан көйәләнеүем онотолмаһа ла ҡай-һылыр кимәлдә һүрелә, баҫыла төштө. Ысынлап та әҙәм балаһы барына күнә ик-ән. Минең өсөн Яна кем ине һуң әле? Алыҫта, күренер-күренмәҫ янған, үрелеп тә буй етмәҫ йондоҙ. Унан ҡояшта булған наҙлы йылылыҡты, айҙа тулҡынған көмөш яҡтылыҡты ала алмайым, сағыуыраҡ яндырырға, йәиһә һүндерергә лә ҡулымдан килмәй. Бары күҙләп һоҡлана ғына алам. Ул ситтән ҡарап яратылыр өсөн яралған зат. Шунан да артығына иҫәп тота алмайым. Барыбер тормошомдоң бер сите кит-елде, көнитмешем төҫһөҙләнде, йәшәүемдә йөрәкте елкендерер мөғжизә кәмене. Бәлки, Янаға ҡуйылған диагноз раҫланмай ул сәләмәтләнгәндер ҙә әле, кем белә. Табиптар ҙа хаталана ҡайһы саҡ, сирле файҙаһына хаталана. Шулай ғына була күрһен инде. Слуквинды бер нисә тапҡыр часть территорияһында тап иттем. Ул мине күрмәгәндәй, шәйләмәгәндәй, честь биреүемә иғтибар ҙа итмәй, яуап та би-рмәй башын баҫып үтә лә китә. Туҡтар ҙа асылып китеп, старшина Баймөхәмәт-ов, теге саҡта Янаға төптө хата диагноз ҡуйғандар, беҙҙең бөтәһе лә һәйбәт, тип әйтер төҫлө. Өндәшмәй. Башкөллө эшкә сумдым. Былай еңелерәк, шөғөлөң менән булашып онотолаһың, ауыр уйҙар йәнде таламай. Анна Максимовна әсәйем һы-маҡ инде, эш барышында йомош табып эргәмдә урала, кәйефемде күтәрергә тел-әптер тормошонда осратҡан, башынан үткәргән берәй ҡыҙыҡ хәлде һөйләп алған була, яйы сыҡҡан һайын өй ризығы менән һыйлай. Ни генә тиһәң дә игелекле ке-шенең яныңда йөрөп ятыуы күңелгә еңеллек бирә икән. Хәҙер ҡараңғы иртә төшә. Оҙоная барған кистәрҙе китап уҡып үткәрәм, минең өсөн хәрби талаптар үтә лә шартлы инде ул, «подъем», «отбой», тип башты ҡатырыусы, һәр аҙымымды конт-ролләүсе юҡ.
Һауа торошо әкренләп яйға һалынды, йонсоу осор үтте һымаҡ. Курсанттар ҙа килгән ыңғайы кисергән ауырлыҡтарҙы еңеп һин дә мин хеҙмәт итә башланылар. Һәр хәлдә тәүге осорҙағы һымаҡ эркелешеп санчасть юлын тапамайҙар. Уларһыҙ эшем дә күпкә еңелләште.
Иртән тороуға ер өҫтөн, ҡыйыҡтарҙы, урамда ҡалған машиналарҙың башын мамыҡтай ҡар ҡаплағайны. Һауа бер аҙ асыла төшкән, күктә йөҙгән өҙөк-йыртыҡ болоттар араһынан унда-бында зәңгәр асыҡлыҡ күренгеләп ҡала. Ботаҡтарына һырыған еүеш ҡарҙан ағастар баштарын эйгән. Беҙҙең частән ситтә, тимер рәшәт-кәле кәртә, оло юл аша күренгән күп ҡатлы йорттан санаһын һөйрәп килеп сыҡ-ҡан 7-8 йәштәр тирәһендәге малай күргәненән оло кинәнес кисереп, ҡул-аяҡтар-ын ян-яҡҡа ташлап ҡарҙа аунарға тотондо. Бына кемгә рәхәт, бына кем хәсрәтһеҙ, бына кемдең бер ҡатлы керһеҙ күңеле көн матурлығына ҡыуана. Тротуарҙан йүге-рә-атлай китеп барған йәш ҡатындың өҫтөндә йоҡа плащ, үҙе яланбаш, ғәҙәте бу-йынсалыр ҡулсатыр тотоп алған. Ана ул плащының яғаһын торғоҙоп буш ҡулы менән иҙеүен бөрҙө. Өшөйҙөр. Торлағынан сығыр алдынан тышҡа күҙ һалһа ни булған, тәбиғәткә ҡыш килгәнлеген күрер ине. Турғайҙар тубы менән осоп бер юғ-арыға сойорғоп, бер түбәнгә атлығып ҡуныр ер таба алмай ыҙалана.
«Бында ла ниһайәт миҙгелгә тап килгән көндәр килде...»
– Какие думы думаешь, Азамат?
Күҙәтеүемдән арынып ҡарағайным кабинетҡа Лыковтың ингәнлеген күрҙем.
– Ысын ҡыш килде, иптәш өлкән лейтенант. Ҡарҙы әйтәм, оҙаҡ ятырмы ик-ән?
– Күргәнебеҙгә аҙна тирәһе ҡыуанһаҡ шул еткән. - Тәбәнәк буйлы Лыков итәге тубығынан түбән һалынған халат төймәләрен ысҡындырып ебәреп иркен-ләп кушеткаға йәйелде.
– Бынан, өҫтәл артынан рәхим итегеҙ, Иван Иванович. - Тороп урынымды тәҡдим иттем.
– Шулай итмәй ҙә, юҡ инде, унда ултырһаң эшләргә кәрәк. - Лыков, оторһ-оң мине, отмай ҙа, тигәндәй күҙлеге өҫтөнән шуҡ ҡаш һикертте лә тирә-яғын бай-ҡаны. - Нишләп бөгөн бер кем дә күренмәй?
– Диденко беренсе рота менән заставалағы стрельбищыла. Римма Әхмәтов-на, Анна Максимовна, Герасимовтар килеп етмәгән. Һеҙ бөгөн иртәләгәнһегеҙ, Ив-ан Иванович?
– Кто рано встает, тому бог подает. Әле һиндә тулы иркенлек. Юғиһә теге саҡ коридорҙа баҫып торор урын булмай ине.
– Урындағы климатҡа өйрәнделәр, ҡулайлаштылар был яғына бирешмәҫт-әр моғайын.
– Айыу балаһын да бейергә өйрәтәләр. Әйткәндәй, кисәге обходтан һуң сығ-арған ауырыуҙарҙың карталарын индерерһең, эпикриз* тултырырмын. Тағы, ҡала больницаһында киҫкен респиратор инфекция менән сирләүселәр һаны арта бара, тип хәбәр иттеләр. Беҙгә лә бында санэпидемиологик сараларҙы көсәйтергә кәрәк.
- Дарыуҙар, дизинфекция препараттары, башҡа һаҡланыу әйберҙәре етерлек кимәлдә тупланған. Бирешмәбеҙ.
- Бережоного бог бережет, не бережоного конвой стережет. – Лыков шулай тине лә башта өҙөлөп ҡалған һөйләшеүҙе яңыртты. - Мин дә бында килгәс, тег-ендә, институтта хәрби кафедрала шөғөлләнгән хәлдә лә Армия ҡамытын ятһырап йонсоном. Ә хәҙер тамаҡ төбө менән күрһәтмәләр бирә, хатта екерә, бойора алам.
– Был һеҙҙең өсөн уңыш, иптәш өлкән лейтенант, ә мин юлбаҫар Диденкоға баш була алмайым.
– Дә-ә-ә, Андрей менән уртаҡ тел табыуы еңелдән түгел инде ул. Татыулаш-тығыҙмы һуң?
– Ҡосаҡлашып араға ел үткәрмәҫ хәлдә түгелбеҙ түгеллеккә, шулай ҙа йәш-әргә, эшләргә мөмкин. Унда ла ғәйеп бар, миндә лә.
– Теге саҡ нилектән сәкәләшеп киттегеҙ әле? Нишләптер сәбәбен әйтеп етк-ермәнең. Юҡҡа ғына әҙәмдең муйынына йәбешмәйҙәр, бигерәк тә һинең ише тын-ыс холоҡлолар.
– Много воды утекло, Иван Иванович, быльем поросло.
– Шулай ҙа?
– Ул Яна Слуквинаны бисә, тип атаны.
– Вот тебе, бабушка, и Юрьев день! Слуквина кем һуң ул саҡта?
– Барыбер ҡатын-ҡыҙҙы бисә тип атау уны түбәнһетә. Бисә килешһеҙ итеп кейенә, көнбағыш сиртә, һағыҙ сәйнәй, ғәйбәт һата, әрпеш… Ә Яна Слуквина…
– Күрәм, ҡатын-ҡыҙға юғары талаптар ҡуяһың. Һинең ишеләр, бына ошол-ай һайланып йөрөп яңғыҙ ҡалалар, ғәҙәттә. “Женщина всегда одинакова: и в горо-де и в деревне”, тигән Салтыков-Щедрин. Етте, был темаға һөйләшеүҙе ошо ерҙә туҡтатайыҡ, йә минең муйынға килеп йәбешерһең.
- Иптәш өлкән лейтенант!.. Иван Иванович…
- Йә, ярай. Шаярттым ғына бит.
– Бер нисә айҙан айырылышабыҙ, бына нимә йәл, Иван Иванович!
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы һиңә хеҙмәт итергә күп ҡалманы. Бер ҡыйыҡ аҫтында өйрәнгәйнек бит инде, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлай инек. Әллә, тим бында ҡалаһыңмы? Оҙаҡҡа һуҙмай прапощик званиеһын бирерҙәр, шунан хәрби меди-цина академияһына йүнәлтмә алырһың. Был минең генә тәҡдим түгел, часть ком-андиры ошо хаҡта еткерергә ҡушты.
– Ҡайтам, Иван Иванович, ауылда яңғыҙ әсәйем көтә. Өс йыл училищыла уҡыным, хәҙер килеп йыл ярым Армияла. Уға ла көн итеүе еңел түгел.
– Ә һин уны бында күсереп ал!
– Ғүмер буйы йәшәгән еренән айырһам һағыныуынан һарғайып үләсәк.
– Минең дә ошондайыраҡ проблема. Ҡарттарым Ырымбур өлкәһендә йә-шәйҙәр, Мәскәүгә килергә ҡырҡа ҡаршылар. Ә беҙ балалар, нисек кенә булһа ла ата-әсәгә күрһәтелергә тейеш изгелекте артығы менән ҡайтарырға бурыслыбыҙ. Шуға күрә, үҙең ҡара, артабанғы яҙмышыңды үҙең хәл ит, тик бер генә кәңәш - ары ла медицина йүнәлешенән кит, һинән шәп терапевт йә хирург сығасаҡ. - Лы-ков халат төймәләрен яңынан ҡаптырҙы, башындағы ҡалпағын төҙәтеп кейҙе, тик урынынан ҡуҙғалырға ашыҡманы.
– Һеҙ миңә ниҙер әйтергә йыйынаһығыҙ шикелле, иптәш өлкән лейтенант, яныма хәл белергә генә инмәгәнһегеҙҙер бит?
– Ниңә, хәл белергә, беҙ бит коллегалар! - Көр тауышланып лауылдаһа ла тауышын баҫып өҫтәне. – Дөрөҫ һиҙемләнең, һөйләшеп алырға ине.
– Иғтибар менән тыңлайым.
– Тыңлайым, тиһәң дә был һинең эш кабинетың, теләһә ниндәй мәлдә ки-леп инеп ҡамасаулауҙары бар. Миндә аулағыраҡ.
– Әйҙәгеҙ һуң. - Ырғып тора һалдым.
– Етеҙ ҡуҙғалыуың оҡшай, Азамат. Ығыш түгелһең. - Һис ҡасан ҡабалана бе-лмәгән Лыков яй ҡыймылдап артымдан эйәрҙе.
Икенсе ҡатҡа күтәрелдек. Лыков артынан кабинет ишеген япты, бикте бороп уҡ ҡуйҙы.
– Һеҙ миңә бик йәшерен, дәүләт кимәлендәге серҙе асырға йыйынаһығыҙ буғай, Иван Иванович?
– Йәшерер бер ни ҙә юҡ, иллә урын-еренә еткереп һөйләшеп алырға кәрәк. - Түргә, өҫтәл артындағы урынына ултырып эйәген терһәкләгән ҡулының йоҙроғо-на терәне, тамағын ҡырҙы.
– Уфтаныуығыҙға ҡарағанда, һөйләшеү үтә лә етди булмаҡсы, иптәш өлкән лейтенант?
– Етеҙлектә маҡтағас та һин улайтып ашыҡтырма йәме, йырҙа йырланғанса: “Ямщик не гони лошадей!” Тәүҙә эргәмдән урын ал, һерәймә, былай ҙа ҡолға кеү-екһең.
Стена ҡырындағы ултырғысҡа ултырып йөҙөмдө етдиләндерҙем.
– Ауыр һәм яуаплы эш йөкмәтергә булдыҡ һиңә. Әлбиттә был бойороҡ тү-гел. Баш тарта ла алаһың.
– Ә мин эш биргән саҡтарында күп итеп йөкмәп ҡалырға яратам, Иван Ива-нович.
– Егетләнеп тә китмә, сабыр ғына тыңлап бөт башта. Һин баш тартҡан осра-ҡта икенсе берәү менән һөйләшергә уның ризалығын алырға тура киләсәк.
– Икенсе кеше, тигәнегеҙ кем була инде?
– Һайлап алырға күп түгелһегеҙ, йә һин, йә Диденко.
– Ниндәйерәк яуаплы эш башҡарырға тейешмен?
– Әйтәм бит, кисә Иван Гаврилович кәңәшкә саҡыртып алды. Слуквиндар-ҙың хәле шәптән түгел. Моғайын да ишеткәнһеңдер?
Вайымһыҙлығым һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты:
– Ишеттем, Иван Иванович, ишетһәм дә ышанырға теләмәй яҡшыға юрай инем.
– Яна Григорьевнаның сәләмәтлеге яҡшыға юрауҙан, операция яһауҙан үт-кән. Беҙ уның ғазаптарын бер аҙ еңеләйтә, ыҙаланыуҙарын һуҙа ғына алабыҙ.
– Тимәк уға даими рәүештә ауыртыныуҙы баҫа торған уколдор ҡаҙарға?..
– Хәле шуларға ҡалды. Алты сәғәт һайын. Промедол йә омнопон. Теүәл ал-ты сәғәт һайын. Көнө-төнө. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан. Ҡала больницаһынан даими рәүештә йөрөп укол ҡаҙай алмайҙар, был мөмкин дә түг-ел. Ауырыу былай ҙа ошоғаса шунда ятты бит инде, хәҙер уны ял иттереп алыу һылтауы менән өйөнә ҡайтарҙылар. Слуквиндарға беҙ ҙә ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтәйек.
– Мин бит хәрби частә, нисек итеп тотҡарлыҡһыҙ сығып йөрөргә?
– Уныһына ғына ҡалған көндө. Срокһыҙ пропуск әҙерләп бирерҙәр. Ара ал-ыҫ та түгел, яҡын да түгел өс саҡрым. Шуны тәүлек әйләнәһенә таҡырларһың. «Тиҙ ярҙам»ды был маҡсатта ҡайһылайтып файҙаланмаҡ, әйләнгән һайын маши-на тоҡандырып булмай. Бына ошондай яуаплы һәм ауыр эш. Бик кәрәктә күрше подъезда йәшәйем бит, үҙем сығырмын. Ҡабатлап әйтәм, тәҡдимдән баш тарта алаһың, ул осраҡта һөйләшеү беҙҙең икәү араһында ғына ҡала.
– Ә бындағы минең эштәрҙе кем башҡарыр?
– Вот тебе, бабушка, и Юрьев день! Яҡшымы-яманмы мин дә терапевт-пед-иатр ҙа баһа! Ә башҡа мәшәҡәттәр сыҡҡанда Диденкоға көн ҡала.
– Мин риза. Ҡасандан йөрөй башларға?
– Әле әйткән ампулаларҙы йүнләгәс. Уларҙы табыу еңел түгел икәнлекте һиңә аңлатып тороу урынһыҙ. Госпиталь начальнигының үҙенән махсус рөхсәт ал-ырға кәрәк. Наркотиктарҙы бында ҡайтарғас та уларҙың ҡулланылыуы хаҡында даими отчет бирергә тура киләсәк. Яна Григорьевнаның янына ике ай тирәһе йө-рөрһөң, шунан да ары түгел.
– Не боги горшки обжигают*, товарищ старший лейтенант. Һәм һуңғыһы. Ауырыу ниндәй хәлдә лә дауалаусыны, процедура яһаусыны һайларға хоҡуҡлы.
– Был хаҡта әйтергә теләмәгәйнем. Яна Григорьевна һинең уколдар һалыу-ыңа ҡырҡа ҡаршы икән.
– Һөйләшеүҙе ошонан башларға кәрәк ине лә!
– Был подполковник Слуквиндың ҡарары. Ул һинең йөрөүеңде теләй. Тәҡ-дим үҙ иркеңә ҡуйылһа ла саҡырыуҙы тайпылышһыҙ үтәлергә тейеш бойороҡ итеп ҡабул ит.
6
Хәрби бойороҡ икәнлекте белдерергә теләптер штабтан шылтыратып бөгөн кө-ндөҙгө ун икегә ҡалалағы офицерҙар йәшәгән йортҡа барырға ҡуштылар. Ни өсөн икәнлекте аныҡлап әйтмәһәләр ҙә билдәле, һәр хәлдә миңә билдәле. Иртә таңдан йөрәк урынынан ҡупты, тотонған һәр шөғөлөмдөң рәт-сүрәте күренмәй, ҡулдан шыуып, ысҡынып бара, башҡарғаным да тейеш булған өсөн генә эшләнә һымаҡ. Ашхананың торошо, дежурство барышын тикшереп санчасткә ҡайтышлай штаб эргәһендә подполковник Слуквинды тап иттем. Ул машинаһынан сығып ҡына то-ра ине. Честь биреп уҙҙым. Был мине тағы күрмәмешкә һалышып ҡарашын ситкә алды. Әҙәп йөҙөнән булһа ла сәләмемде алһа ни була инде, әйтерһең мин уның өсөн буш урын, саҡ ҡына булһа ла иғтибарға лайыҡһыҙ зат. Кәйеф китте.
Санчасткә һыуыҡ алдырып ике курсант килгән икән. Уларҙы тикшереп, эсергә дауалар биреп сығарғас көнкүреш бүлмәһендә кителемде үтекләп алдым, ялтыра-тҡансы итектәремде таҙарттым, шинелемде, кәпәсемде щеткалап элгескә элдем. Стеналағы көҙгө алдына баҫып ентекләп ҡырындым, биттәремә, муйыныма һаҡл-ап, ҡәҙерләп тотонған «Мәскәү» одеколонын һөрттөм. Аптекаға инеп ҡултамғамд-ы ҡуйып Герасимовтан наркотиктар алып шприцтар һалынған стерилизаторҙы әҙерләнем. Сәғәт иртәнге ун. Хәҙер Андрейға бөгөнгө башҡараһы эштәрҙең айыш-ын төшөндөрөрмөн, улай тиһәң, ул да фельдшер бит әле, нимәнең ҡайҙа ятҡанл-ығын күрһәтһәм шул да еткән. Уныһы ла оҙаҡ ваҡытты алмаҫ. «Итәгеңә ут ҡапҡа-ндай ҡыланып ҡуҫтарланаһың да бит, үҙеңдең ни ҡыланғаныңды аҙағынаса аңлай-һыңмы, хыялый? Һин бит ҡыҙ янына беренсе осрашыуға, йәиһә мәҙәни тамашаға түгел, үлемесле ауырыу менән сирләгән ҡатындың янына бараһың?! Лыков әйтме-шләй ғазаптарын еңеләйтеү, ыҙаланыуҙарын һуҙыу өсөн. Ә Яна янына йөрөүемде теләмәй. Бөтөнләй күргеһе килмәүе лә бик ихтимал, унда кеше ҡайғыһымы! Ире лә аптырағандың көнөнән мине һайлағандыр, ни тиһәң дә һәйбәт иҫәптәмен. Бәл-ки, был өҫтәмә мәшәҡәттән ваҡытында баш тартырғалыр? Әлегә һуң түгел. Әйҙә, бошмаҫ йәнле, тупаҫ фиғелле, ҡалаға сығырға йәтеш һылтау эҙләгән Диденкоға ҡушһындар. Ә уның Янаның янына барырға, уға ҡағылырға, һүҙ ҡушырға хаҡы бармы?! Юҡ, тағы ла бер тапҡыр юҡ! Баш тарттым да икән, ти, ниндәй сәбәп табы-рға ул саҡта?.. Егетлек түгел был. Тағы ниңә әле үҙемде-үҙем алдайым, Янаны күр-гем килә бит, янына атлығып торам. Барам, бармай булдыра алмайым. Тегендә үҙемде нисегерәк тоторға? Уға ҡайһылайтыбыраҡ төбәлермен: йәлләпме, ҡыҙғаны-пмы? Өндәшмәҫкә, артыҡ хәбәр һөйләмәҫкә, күрһәң дә күрмәҫкә, күберәк тыңларға. Бына ошондай ауыр ролде башҡарырға тура киләсәк миңә…»
Офицерҙар йортоноң подъезд ауыҙында кем менәндер саҡ бәрелешмәй ҡалд-ыҡ. Ситкә тартылып өлгөрҙөм. Үҫмер ҡыҙ икән. Өҫтөндә болоньянан тегелгән зам-оклы аҡ куртҡа, башында шул уҡ төҫтәге ҡулдан бәйләнгән башлыҡ, тығыҙланып, ит ултырып өлгөрмәгән балтырҙарын тар джинсы салбар кипсәлдергән, аяҡтары-нда килешле кроссовкалар. Урта буйлы, етен сәсле, ҙур зәңгәр күҙле төҫкә-башҡа урта сибәр ҡыҙҙың атырға бөрөләнгән сәскә ише яңы балалыҡтан арынып килгән сағы. Ул ҡаршыһында һалдат торғанлыҡты күргәс башлығы аҫтынан күренгән бантлы сәс шәлкемен ялпылдатып баш эйҙе:
* тет-а-тет (фр) – икәүҙән-икәү генә.
* ормаһарҙан (диал) уны-быны уйлап тормай.
* бына һиңә, әбекәйем, Юрьев көнө – рус халҡында урта быуаттарҙан килгән әйтем.
* пальпация (мед.) – ҡорһаҡ эсендәге ағзаларҙы ҡапшау юлы менән тикшереү.
* этиология һәм патогенез (мед.) – ауырыуҙың барлыҡҡа килеүе һәм уның үҫеш сәбәптәре.
* эпикриз – дауалау учреждениеһынан сығыр алдынан медицина картаһына теркәлә торған мәғ-лүмәт.
* Не боги горшки обжигают (рус) – глаза боятся руки делают. Күҙ ҡурҡаҡ, ҡул – батыр мәғәнәһендә.