Иҫләйһегеҙҙер, «күлдә имәнес ҙур йыртҡыс йәшәй», «тауҙа яуыз аждаһаны күреүселәр булған», «бар донъяла аңлашылмаған йән эйәләре йәшәй, улар теләһә ҡайһы ваҡытта балаларҙы тотоп алып китергә әҙер», - ти торғайнылар. Улар быны, яратҡан ейән-ейәнсәрҙәре теләһә ҡайҙа йөрөмәһен, бәлә-ҡазаға тарымаһын өсөн эшләгән. Мин кескәй саҡтан быларҙың береһенә лә ышанманым һәм, киреһенсә, һәр ваҡыт шундай урындарҙы тикшерергә тырыша инем. Әлбиттә, бер кемде лә һәм бер нәмәне лә осратырға тура килмәне.
Әммә ауылдағы бер серле урын тураһында хәтирәләр әле лә тынғы бирмәй. Беҙҙең йорт аша ике урамды тоташтырған бер тыҡрыҡ була торғайны. Шул урында киске ҡараңғыла йәки төндә ен-зәхмәт менән бәйле күп ваҡиға булған, тип һөйләнеләр.
Бер ваҡыт минең балалыҡ дуҫым әсәһе менән кис көнө ҡунаҡтан ҡайтып килгән. Юлдары ошо тыҡрыҡ аша үткән. Ҡапыл әсәһе тик томалдан ныҡ асыуланып, малайын этеп ебәрә. Бала йығыла, ә инде аяғына баҫҡанда тыумыштан һау-сәләмәт булған малай ғәрипкә әйләнгән була. Бер ҡулы һәм аяғы ғәҙәти булмағанса боролоп, ғүмерлеккә шулай булып ҡала. Әсәй кеше асыуланыуының сәбәбен дә, был ваҡиғаның ни тиклем тиҙ килеп сығыуын да аңлата алмаған.
Икенсе осраҡ та тәүгеһенә оҡшашыраҡ. Был юлы тыҡрыҡта йығылған кешенең яңағы зыян күрә, бите ҡот осҡос ҡыйшайып, ғүмеренең аҙағына тиклем шул ҡиәфәттә йәшәргә мәжбүр була. Ошондай ваҡиғалар булып торһа ла, бер кем дә был урынды махсус өйрәнмәгән. Ауыл халҡы ғына: “Унда шаҡшы көстәр эйәләшкән” тип әйтә торғайны. Эңер ваҡытында йәки төндә ошо тыҡрыҡта йығылырға тура килһә, был кешегә ҡара көстәрҙән ниндәйҙер һөжүм була. Яҡындарым мине бала саҡтан уҡ, әгәр ергә йығылһаң, тороп өс тапҡыр был урынға төкөрөргә кәрәк, тип өйрәтте.
Был тыҡрыҡ эргәһендәге йорттарҙың ихаталарында ла ваҡыт-ваҡыт аңлашылмаған ваҡиғалар күҙәтелгән. Ҡайһы бер күршеләр төндән һуң аңлайышһыҙ рәүештә быуып үлтерелгән һарыҡтарын тапһа, башҡаларын хайуандары тыҡрыҡ аша үтеүҙән ҡурҡып йонсотҡан. Хатта алға барырға теләһәләр ҙә, билдәһеҙ көс уларҙы үткәрмәй, тотоп торған кеүек булған. Аттар тирләй, артабан бара алмай, арый һәм артҡа табан хәрәкәт итә икән.
Ә бер көндө беҙҙең өйҙә лә шомло хәл булды. Төн уртаһында уянып киттем. Урамда тулы ай балҡый. Шаршауҙар ҡоролған, әммә йоҡо аралаш тәҙрәлә сағыу ай яҡтыһында ғәҙәти булмаған шәүлә торғанын шәйләнем. Ул мөгөҙлө эт башына оҡшаған ине. Ҡурҡыныс күренеште әле лә аныҡ хәтерләйем. Мин шунда уҡ өләсәйемде уяттым. Ул ҡараны ла, шәүләне күргәс тә шаршауҙарҙы асыуҙы тыйҙы. Бик ҡурҡыныс төн булды ул. Бер аҙ ваҡыт үткәс яңынан тәҙрәгә ҡараһам, бер ниндәй ҙә шәүлә юҡ ине инде.
Йылдар үтте, мин үҫтем. Ауылға өләсәйемә ҡайтып йөрөгәндә был тыҡрыҡтағы сәйер ваҡиғаларҙың башҡаса ҡабатланмауы хаҡында ишеттем. Өләсәйем аңлатыуынса, ауылда шау-шыулы тракторҙар, машиналар күбәйгәс, ендәр тыҡрыҡтан күсеп киткән, буғай. Баҡтиһәң, яуыз көстәр ҙә шау-шыуҙы яратмай икән. Улар, күрәһең, башҡа, тыныс урындарҙы төйәк иткәндер…
Илнур БАЙГИЛДИН.