О-о-о, ул һылыу ҡатын! Сибәр генәме - ханбикә, күптәр үрелеп тә буйҙары ет-мәҫ алиһә! Зауыҡлы, килешле итеп, урын - еренә еткереп кейенеүе, етеҙ ҡоралай-ҙай текә баҫып, талғын хәрәкәтләнеп атлап йөрөүе, әйләнә-тирәһендәгеләрҙе һан-ға һуҡмай, бар тип тә белмәй, ғорур ҡиәфәттә юғарынан аҫҡа ҡараш ташлауы үҙе ни тора! Мәгәр түбәнһеткән, яратмаған, өнәп еткермәгән осраҡлы һирпелеүҙе лә элеп алырға әҙербеҙ. Кесе командирҙар әҙерләүсе хәрби частә, беҙҙеңсә, ябайлаш-тырып әйткәндә, сержант мәктәбендә аҙна һайын шәмбе көн кис йә кино, йә кон-церт-спектакль һымағыраҡ берәй нимә күрһәтәләр. Һуңғылары ылғый эләгеп ба-рмай, уларҙы һирәк-һаяҡ, онотҡанда бер, танһыҡҡа килтерәләр, ә бына хәрби-па-триотик, тәрбиәүи юҫыҡҡа йүнәлтелгән таҫмаларға һис ҡасан өҙлөк юҡ. Аныҡ ва-ҡытта мәҙәниәт һарайы алдына ҡара төҫтәге өр-яңы «Волга» килеп туҡтай ҙа арт-
ҡы яҡтан сыҡҡан майор һәм уның ҡатыны нәзәкәтлек, этикет ҡәғиҙәләрен теүәл үтәп түргә үтеп урынлашыуҙары була, түшәм уйымына беркетелгән, абруйлы ҡу-наҡтарҙың килерен көтөп янған һарғылт лампалар аҡрын ғына тоноҡлана барып бөтөнләй һүнә һәм фильм башлана. Арабыҙҙағы берҙән-бер гүзәл заттан таралғ-ан ҡиммәтле, башты әйләндергес француз хушбыйының нескә еҫе танауҙы ҡыты-ҡлай, әсе тир, һалдат итектәре, «Военторг»тың алыштырғыһыҙ, үтемле тауары - «Шипр» одеколонының ҡырҡыу еҫе бергә ҡушылыуҙан барлыҡҡа килгән ытырғ-андырғыс ҡуйы һауа сәхрәләгеләй сафланып, һулап туйғыһыҙға әүерелә. Иркен, йыһаздары тигеҙ рәттәргә теҙелгән әйләнмәле ҡаҡ ултырғыстарҙан, сәхнә түренд-әге оҙон ҡумта рәүешендәге эш өҫтәленән, герблы трибунанан, стеналарҙағы ҡыҙ-ыл туҡмаларға аҡ буяу менән ялҡынлы саҡырыуҙар яҙылған лозунгыларҙан ғибә-рәт тамашасылар залының алғы һәм артҡы өлөшө отделениеларға, взводтарға бү-ленгән курсанттар өсөн тәғәйенләнгән. Ингәс тә асыҡлыҡтағы ун беренсе рәт штаб офицерҙарыныҡы, ары рота һәм взвод командирҙары дәрәжәләренә ҡарап улты-ра, һуңғыларының артында сержант составы. Урыным - урта тирәлә. Бынан алғы яҡты күҙәтеүе, күҙләүе уңайлы. Ярым ҡараңғылыҡта ҡатындың йомро яуырын һыҙаттарын, аҡҡоштоҡона тартым нәфис муйынын, ҡырҡылмаған, иңенә төшөп ятҡан, бушаҡ итеп үрелгән ҡалын сәс толомдарын күрәм. Мин генәме, ҡатын-ҡыҙ көҫәгән кирзалы бар ир-ат тишерҙәй итеп фәҡәт уға ғына төбәлгән төҫлө. Һалдат-тарҙың ҡыҙыҡһыныулы таҫрайыуҙары миңә оҡшап етмәй, әлбиттә, күңелде көн-ләшеүгә тартым сәйер хис биләй. Сәғәт ярымға һуҙылған киносеанс бер тынала, күҙ асып йомған арала үткәндәй. Алдымдағы һын иғтибарымды тотошлайы мен-ән биләгәнлектән, яулағанлыҡтан күп осраҡта кинофильмдарҙың эстәлегенә төш-өнмәйем дә, ысынын ғына әйткәндә улар миңә кәрәк тә, ҡыҙыҡ та түгел. Ут ҡабы-на. Тегеләр урындарынан ҡалҡалар ла ишек яғына ҡарай йүнәләләр. Был икәүҙе йөҙәрләгән ҡараш һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарап оҙата. Айырым дәрт, юҡһын-ыу менән тағы ла киләһе шәмбене көтә башлайбыҙ. Нишләп көтәбеҙ, тим әле, бә-лки былар минең генә хыялый кисерештәремдер һәм дыуамал хистәремде тик то-малға, күрәләтә башҡаларға япһарамдыр. Моғайын да шулайҙыр...
Кем тураһында һөйләйемме? Часть командирының политбүлек буйынса урын-баҫары майор Павел Сергеевич Слуквиндың ҡатыны хаҡында. Олоғая барған пол-ковник, яугир, часть командиры Иван Гаврилович Жирнов кәрәккән-кәрәкмәгәндә күҙгә салына һалып бармай, бер төркөм эйәрсендәрен эйәртеп килеп плацта уҙғ-арылған смотрҙарҙа, хәрби әҙерлек тикшереүҙәрендә, йә сираттағы байрам танта-наларында ҡатнаша ла юҡҡа ла сыға, ундай саҡтарҙа ла үҙен аҡһөйәк дворяндай, туй генералылай эре, кәттә, эргәһенә яҡын юламаҫлыҡ итеп тота, спектаклдәме әллә концерттамы бер генә тапҡыр күренеп ҡалған, солоҡ умартаһылай дәү кәү-ҙәле, биле һыпра төшкән, ҡыҙғылт йөҙлө, бөҙрәләү алмаған тура, йоҡа сәсле, йәм-һеҙҙең йәм-һеҙе ҡарсығын был тәңгәлдә иҫкә алып тороу ҙа урынһыҙ. Слуквинда-рға килгәндә улар йыш күҙ алдындалар, ә ҡатыны үҙен гүзәлдәр наҙына, иғтибар-ына сарсаған мәжнүндәр батшалығындағы хакимдең беренсе батшабикәһе бейек-легенә күтәргән. Ғәжәпләндергәне шул, майор Слуквин сәстәренә сал инә башла-ған урта йәштәрҙәге олпат ир, ҡатыны унан сама менән 15-20 йәштәргә кесе. Был икәүҙе моғайын да бер-береһенә һыйынып үҫкән бейек ҡарағай менән нескә ҡай-ынға тиңләргә, оҡшатырға мөмкин булыр ине.
Замполиттың ҡатынын ҡайһылыр кимәлдә беләм. Беләм, тим, сөнки, беҙ уның менән бер тапҡыр яҡындан танышмай ғына аралашҡайныҡ.
Калининград өлкәһенең көнъяҡ-көнсығышында ятҡан Озерск ҙур түгел, 40-50 мең тирәһе халыҡ йәшәгән, өлкә әһәмиәтендәге ҡала. Бында, Көнсығыш Пруссия ерендә Бөйөк Ватан һуғышына тиклем немецтар йәшәгән, ҡала ла Даркемен исе-мен йөрөткән. Тимер юл үткән Черняховск бынан 25-30 саҡрымда. Ошо ике араны ян-яғында сафҡа баҫҡандай мөһәбәт йөҙйәшәр имәндәр теҙелеп үҫкән киң суйы-рташ юл тоташтыра. Уныһы ла шул, немецтарҙан күскән ҡомартҡы. Һөҙәк тау аҫ-тынан аҡҡан, ҡышын-йәйен туңмаған, арҡырыһы 30-40 метрҙан уҙмаған Анграпа йылғаһы урта быуаттарҙағы нығытмаға тартым сержант мәктәбен ярым балдаҡҡа алған. N- се хәрби часть сик буйы ғәскәрҙәре өсөн кесе командирҙар әҙерләй. Әл-лә ысын әллә буш, элек беҙҙең мәктәптә йәнәһе лә немецтарҙың һайланма частәре өсөн офицерҙар әҙерләү үҙәге урынлашып унда Сталинград алышында совет ғәск-әрҙәренә әсирлеккә төшкән фельдмаршал Фридрих Паулюс уҡыған. Боронғо сти-лдә, сифатлы материалдан оҙаҡ ваҡытҡа иҫәпләп төҙөлгән, йылдар һынауын бар тип тә белмәгән өс ҡатлы бер иш йорттар ҙа башлыса шул осорҙан ҡалған. Өйҙәр саҡ ҡына төҫөн юғалтып, уңып кирбестәрҙең исмаһам бер мөйөшө кителһәсе! Юҡ, бөп-бөтөндәр, әйтерһең дә уларҙы кисә генә һалғандар. Дөрөҫ, ҡалала силик-аттан төҙөлгән хужалыҡ объекттары ла етерлек, хәрби частән алыҫ түгел ерҙә це-мент блоктарҙан ҡоршалған дүрт ҡатлы урта мәктәп бинаһы ҡалҡып күренә. Был тәңгәлдә арий халҡының юғары сифат өлгөһөн, беҙҙең илке-һалҡылыҡ емеше – ярым емерек харабалар өйөмө менән сағыштырып буламы инде! Балтик диңгеҙе ҡаланан сағыштырмаса йыраҡ түгел. Шуға ла уның ҡырыҫ, үҙгәреүсән холҡон һәр саҡ тойоп, татып йәшәйбеҙ. Бында иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә бик йыш ҡойма ямғыр-ҙар яуа, онотҡанда бер һибәләгән һылашҡаҡ ҡар ҙа тиҙ арала иреп юҡҡа сыға. Тә-нгә елемдәй йәбешеп барған, өҙлөкһөҙ кейемде еүешләгән дым ҡыш көндәрендә түҙеп торғоһоҙға олғаша, ваҡ һыу бөрсөктәрен һеңдергән һалҡын һауа кәүҙәне үтәнән-үтә һуғып һуңғы ептәргә ҡәҙәр үтеп инә төҫлө. Шул саҡта Уралдағы шыҡ-ыйтып ҡатырған ҡышҡы селләләрҙе һағынаһың. Дөйөмләштереп әйткәндә бында яҙы яҙса, йәйе йәйсә түгел. Күк менән ерҙе тоташтырған шыйыҡ томан Балтик бу-йына китмәҫ өсөн килгән ҡунаҡ. Уға һаҙ мүге, бәҫәргән үлән, серегән ағас еҫе һе-ңгән. Замоктарға оҡшатып ҡыҙыл кирбестәрҙән төҙөлгән йорттарҙы берләштергән ҡаланың беҙән - бер мәҙәни ял итеү урыны - үҙәк майҙан. Унда кинотеатр, мәҙән-иәт һарайы, көнкүреш бинаһы, ике ҡатлы йортта урынлашҡан “Ангерап” ҡунаҡ-ханаһы, кафе, фотосалон, автостанция бар һәм эргәләге паркта йылы көндәрҙә ар-тыҡ бейек булмаған шайтан ҡуласаһы әйләнә. Бәләкәй ҡала өсөн ошолары ла ба-штан ашҡан. Курсанттарҙы аҙна һайын увольнениеға сығаралар. Тәҡдим ителгән хеҙмәтләндереүҙәр сикләнгән, иғтибарҙы йәлеп итерлек күңел асыу саралары на-ҡыҫ булған хәлдә лә ҡалаға сығырға атлығып торалар. Көнө буйы иректә ирәүән-ләүҙе бер ни ҙә алыштыра алмай шул. Бына сират, ниһайәт, миңә лә етте.
Ялға йыйынған төркөм өйкөлөшөп шул үҙәк майҙанға килдек һәм бер аҙҙан ҡә-ҙимге кейенгән ҡала халҡы араһында буталып ҡомға һеңгән һыуҙай юҡҡа ла сыҡ-тыҡ. Мин дә тәғәйен генә барыр ерем, осрашыр кешем булмағас майҙан уртаһын-да яңғыҙым һерәйеп тороп ҡалдым да, битараф ҡиәфәттә ян-тирәмде бер аҙ тама-ша ҡылғас, эргәләге паркҡа инеп, урталағы һуҡмаҡтың ике яғына тигеҙ рәткә теҙ-елгән эскәмйәләрҙең береһенән урын алдым.
Сентябрь айының икенсе яртыһы. Миҙгелдең салт аяҙ балҡыштан гөлтләп тоҡа-нған мәле. Бер аҙ моңһоу ҙа, сабыр ҙа әбейҙәр сыуағы. Тик бында көҙ беҙҙең яҡтар-ға ҡарағанда һуңлаңҡырап килә, шуға күрә паркты уратҡан ҡара сағандар, аҡ тир-әктәр, бөҙрә өйәңкеләр миҙгел ялҡынында дөрләп янмайҙар, уларҙың тәлгәштәр-енә, суҡтарына яңы-яңы һиҙелер-һиҙелмәҫ һарғылт таптар яғылған. Ағастар юғар-ыла ҡуҙғыған талғын һауа ағымын һиҙгер эләктереп алалар ҙа нимәлер хаҡында ипле генә шыбырҙашалар. Билдәле, ҡара сағандарҙың япраҡтары ҡаты, шырт, шу-ға күрә лә улар бер-береһенә ишетелеп бәрелешә, ә йәй уртаһында мамыҡ осор-ған тирәктәрҙең тауышы наҙлы ла йомшаҡ та. Тышау буйы күтәрелергә өлгөргән ҡояш-йомғаҡтан түбәнгә ҡарай йылы, яҡты нур ептәре тағатыла. Тирә-йүн, баш осондағы сағыулығы уңа төшкән зәңгәр сатыр оҙайлы йоҡоға талыр алдынан була торған йыбаныулы әүелйеү кисерә. Ошо тынлыҡ тағы ла аҙна-ун көн тирәһе дау-ам итер ҙә теге йонсотҡос мыжыҡ ямғырҙар килеп, ыжғыр елде юлдаш итеп алып, һуңға ҡалған юлсылай көнө-төнө тәҙрә быялаларын сиртергә керешер, асманды шыҡһыҙ болоттар ҡаплар, ер томан юрғанын ябыныр.Тик әлегә бар тәбиғәт өлө-шөнә төшкән көмөшөнә, көн сыуағына ҡыуана.
Ҡултыҡлашҡандай итеп, бер-береһенә тағылып алған ике ҡыҙ эргәмдән генә үт-теләр ҙә эскәмйә аша барып ултырҙылар. Юҡтан ғына ҡыҙыҡ табып көлөшөп алғ-ан булалар, ара-тирә минең яҡҡа һынаулы, саҡырыулы ҡараш ташлайҙар, яндар-ына барып башлап һүҙ ҡушыуымды көтәләр шикелле. Ҡалала ташсылар, балта оҫталары, малярҙар бухгалтерҙар әҙерләүсе профтехучилищы бар тип ишеткәй-нем, был икәү шунан булырға тейеш. Берәүһе иңенә ҡәҙәр төшкән, үрелмәгән һа-ры сәсле, һайыҫҡан йомортҡаһылай һипкелле йөҙлө, өҫтөнә лә аҡ борсаҡ төшкән киң итәкле сей һары күлдәк кейгән. Әйтерһең әле генә ҡабығынан арынған тауыҡ себеше. Икенсеһе яңы мәктәп партаһы артынан сыҡҡан үҫмер ҡыҙый, атлап йөрөшө, үҙен тотошо килбәтһеҙ, һыны әрпеш өйрәк бәпкәһен хәтерләтә, ул ултырып сыҙамаған ҡулсыр бала ише сандалыйға тартым туфлилы ҡамыт аяҡтарын бәүелтә, ҡайта-ҡайта тымаулы төмөз танауын тартып-тартып ала. Әрһеҙ, һөмһөҙ ҡый-шаңлаҡтарҙы күрмәмешкә һалышып ситкә ҡараным. Борсаҡты эренән ярыуымды оҡшатмаған Себеш асыҡ, ишетелерлек итеп, уларға күңелемдән ҡуйған баһамды минең тарафҡа сипылдап оҙатты: «Бешмәгән!» Үпкәләнеләр булыр, тороп уҡ киттеләр.
Эргәләге афишалар таҡтаһына күҙ һалдым. Кинотеатрҙа күп тапҡырҙар ҡара-ған, һәр күренеше таныш, актерҙарҙың һүҙҙәре ятланып бөткән кинофильмды кү-рһәтәләр икән. Бер күргәнеңде ҡабатлап ҡарауҙан ни фәтеүә. Мәҙәниәт һарайын-да Калининград филармонияһынан килгән артистар ҡатнашлығында классик музыка концерты. Башланырға ғына тора. Таң тишегенән ҡуйғастары моғайын да кеше йөрөй һалып бармаған берәй үтемһеҙ нимәлер инде шунда. Һайланаһы түгел, көндө нисек тә үткәрергә кәрәк бит. Майҙандағы асмалы тәҙрәһе тротуарға ҡараған киоск-кассаға барып, дүрт-биш кешенән уҙмаған сиратҡа баҫып билет алдым, филармонияға индем. Иркен фойела тамашасылар артыҡ күп түгел, улары ла шартына тап килтереп кейенгән; ҡатын-ҡыҙҙар киске күлдәктә, ир-аттың бер нисәүһенең өҫтөндә килешле, тышҡы түш кеҫәһенән аллы-гөллө ҡулъяулыҡ осо күренгән смокинг, иҙеүҙәрендә күбәләк, мин генә һалдат формаһында, шул парад кейемендә булған хәлдә лә аҡҡоштар араһына яңылыш килеп ингән ҡара ҡарғалай башҡаларҙан айырылып күренәм. Парлашып йөрөп ятҡан, йә бәләкәй генә ҡор яһап түңәрәккә баҫҡан халыҡ тауыштарын баҫып, көңгөр-ҡаңғыр килеп ипле генә әңгәмәләшә, аралаша, үҙҙәрен зыялы, тәрбиәле тота, әйтерһең урта быуаттарҙа батша һарайына балға йыйылған аристократтар. Стеналарға ҡаҙаҡланған фотор-әсемдәрҙе илтифатһыҙ ғына ҡараштырып сыҡҡандан һуң ҡыҙыҡһыныусан ят күҙ-ҙәргә артыҡлап салынырға теләмәй мөйөшкәрәк барып баҫтым. Өсөнсө ҡыңғыра-уҙан һуң артҡа ҡалып ярым ҡараңғы залға үттем. Бындағы бәрхәт тышлы, ҡәнәфигә оҡшаш йомшаҡ ултырғыстарҙа ултырыу үтә лә яйлы, беҙҙең клубтағылар ише ҡымғырлаған һайын ығырлап-шығырламайҙар, ризаһыҙ сыйнамайҙар. 15-20 ба-шҡарыусыны берләштергән симфоник оркестр сәхнә түренә урынлашырға ла өлг-өргән. Тотош арҡам менөн кемдеңдер йәшерен күҙәтеүен тойҙом, әммә ҡайыры-лып ҡарап текәлеүсене асыҡларға бик теләһәм дә мәҙәниәт йортонда борғаланыу- һырғаланыуҙы килештермәй һенағастай ҡатып ултырыуымда булдым. Оҙон итәкле бәрхәт күлдәк кейгән оло йәштәрҙәге конферансье йыбаныулы һуҙып тәүге но-мерҙы иғлан итеүе булды, сөрәкә башында ялбыр сәстәре һибелеп таралған, иҙән таҡтаһылай йоҡа кәүҙәле, тәбәнәк буйлы етеҙ хәрәкәтле дирижер йүгерә-атлай авансценаға сығып та баҫты. Йыйылыусылар сәпәкәй итеп ебәрҙеләр. Ул ихтира-млы ҡаршылауға яуап итеп усы менән йөрәк тапҡырын баҫып итәғәтле эйелде лә ҡалҡыу урынға күтәрелеп оркестрға боролдо һәм мөғжизәле, ноталарға һыймаҫ тауыштар иленә осорға йыйынғандай ҡоласын йәйеп, дәртле талпынып ҡулында-ғы таяғын болғап ебәргәйне, ян-тирәгә сихри, серле ауаздар таралды, тамашасыл-арҙы, шул иҫәптән мине илаһи киңлеккә, төпһөҙ бейеклеккә әйҙәп алып китте лә тылсымлы бауҙарға тағылған моң бишегендә тирбәтергә, бәүелтергә тотондо. Үҙе-мде таныш түгел, әммә күптән көткән әкиәт иленә барып юлыҡҡандай хис иттем. Бер-бер артлы Шопен, Шуберт, Рахманинов, Чайковский, Свиридов, Бетховен, Бах әҫәрҙәре яңғыраны. Осраҡлы, теләкһеҙ генә сәфәргә сығып көтмәгәндә күптән эҙ-ләгән табышына килеп юлыҡҡан юлсылай тамашаға хайран ҡалдым, арбалдым. Залда шылт иткән тауыш та ишетелмәй, һәр кем яттар өсөн хис йоҙағы менән би-кләнгән серле эске донъяһына сумған.
Концерт тамамланды. Тамашасылар аяғөҫтө баҫып алҡышланылар, симфоник оркестрҙы гөлләмәләргә күмделәр, залдан “браво”, тип ҡысҡырған тауыштар иш-етелде.
Дөйөм ағымға эйәреп күтәрмәгә сығып баҫҡайным, артымдан кемдеңдер баҙ-натһыҙ сәләмләүен ишеттем:
– Хәйерле көн.
Минән ике-өс аҙым ситтәрәк замполитыбыҙҙың ҡатыны тора имеш. Өҫтөндә ҡыҫҡа, кәүҙәһенә һылашҡан аҡ төҫтәге костюм һәм балаҡ остары киңәйә барып бөткән, тәненең нескәлектәрен сағылдырған клёш салбар. Алтын ялатылған оҙон сылбырға беркетелгән бәләкәй күн сумочка яурында һалынған. Аҡтан аҡ фонда һөйкөмлө йөҙ тағы ла ағарыңҡырап киткән төҫлө, ә яҫы эшләпә аҫтынан күренгән бөҙрә сәстәр яурындарға ҡара болоттай һибелгәндәр. Ҡатын әйтерһең мода жур-налының битенән сыҡҡан да күҙләүселәрҙе көнләштереп, һоҡландырып салонға фотосессияға китеп бара. Ер аҫтынан ҡалҡҡандай ҡапыл пәйҙә булған таныш һын-ды шәйләгәс саҡҡа ғына юғалыңҡырап ҡалдым.
– Иҫәнмеһегеҙ…
– Яңылышмаһам һеҙ беҙҙең һалдат шикелле?
Әйтелгәндәр: «Һеҙ беҙҙең ялсымы?» тигән һымағыраҡ ишетелде.
– Ғәфү итегеҙ, һеҙҙең һалдат түгел, ошо ҡалалағы сержант мәктәбенәнмен! – Сибәрлек алдында бәлйерәп төшмәгәнлегемде иҫбатларға теләп ярайһы уҡ тупаҫ яуапланым да «юнылмаған ботаҡлы бүрәнә»нән һалдырып эстән үҙемде тиргәп ҡуйҙым.
– Килешһеҙ һүҙҙәремде иғтибарға алмағыҙ берүк, кисерегеҙ. Уйымдағын уйлап еткермәйем шул ҡайһы саҡ. - Өндәшеүсе әле әйткәндәренә үкенгәндәй, ғә-фү үтенгәндәй шулай тине лә килешле баҫып йәнәшәмдән төштө. Мин дә көтмәг-әндә тап булған юлдашымдың атлауына яраҡлаштырып аҙымдарымды һәлмәкл-әттем. Паркҡа инеп минең өсөн таныш эскәмйәгә ултырҙыҡ. Күҙ ҡырыйым менән генә яныма күҙ һалдым.
Ҡатынды, бына ошолай яҡындан тәүләп күреүем. Ысынлап та ул һылыу ине: балериналарҙыҡына тартым һығылмалы буй-һын, күрмәлекле йөҙҙө йәмләгән ыҡсым танау, ҡыйғас ҡаштар аҫтынан ҡараған төпһөҙ күлдәй ҙур һоро күҙҙәр. Ту-малаҡ бит алмаларының уң яғында соҡорайып күренгән уймағы ла бар. Тик йән-һеҙ битлекте хәтерләткән камил йөҙҙә ниндәй ҙә булһа хис әҫәре тойолмай. Аҡ мәрмәрҙән ҡатын-ҡыҙ һынын юнып, үҙ ижадына үҙе мөкиббән китеп табынған, ғашиҡ булған боронғо грек легендаһындағы Пигмалион һәм уның таш ҡурсаҡтан әҙәм сүрәтенә ингән сибәрҙәрҙән-сибәр Галатеяһы күҙ алдыма килеп баҫҡас, күңе-лемдә таныш шиғыр юлдары яңғыраны:
«… Мин дә һиңә һуңғы мөхәббәтем,
Пигмалион булып табынам…»
– Шулай итеп... - Танышым миңә һынаулы ҡараны. - Һеҙ - сержант мәктәбе-нең старшинаһы. Клубта минең артымда ултыраһығыҙ. Кис буйы ҡарашығыҙҙы алмай күҙләгән майор Слуквиндың ҡатынын моғайын да танығанһығыҙҙыр?
Ошоғаса уғрылыҡ менән шөғөлләнеп тә әле генә килеп бурлыҡ өҫтөндә тотолған ҡараҡ хәлендә ҡалһам да бирешмәҫкә тырыштым:
– Таныным.
– Бетховендың «Айлы сонатаһы», Бахтың кантаталары, Чайковскийҙың сю-италары оҡшанымы?
– Оҡшаны. Бигерәк тә Шопен әҫәрҙәре.
– Улайһа беҙҙең ҡабул итеүҙәребеҙ тап килә. Мин дә бала саҡта махсус муз-ыка мәктәбендә шөғөлләндем. Сығарылыш мәлендә диплом эше итеп Фридерик Шопенды һайлағайным. Фортепьянола уның бөгөн филармонияла яңғыраған «Ямғыр вальсы»н башҡарҙым. Һинән шәп пионистка сығасаҡ, тип маҡтанылар, ә мин икенсе, күңелемә яҡын һөнәрҙе һайланым. Ә Шопенға килгәндә ул гениаль, виртуоз композитор, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә әллә күпме үлемһеҙ әҫәрҙәр ижад ит-еп өлгөргән. - Уңайһыҙлыҡ кисереп ҡапыл туҡтап ҡалды. - Нишләп ул хаҡта оҙ-он-оҙаҡ һөйләйем әле?
– Тыңлайым бит. - Йөҙөмә ғәм һыҙаттарын өҫтәнем.
– Ысынлапмы? - Сабый балалай ышанып ҡараны.
– Ысынлап. - Әңгәмәне үҙемә ҡулай яҡҡа ҡайырҙым. - Ял көнө булһа ла бө-гөн һеҙ нишләптер бер үҙегеҙ генә.
– Хәрбиҙәрҙең ҡатындары күп осраҡта яңғыҙлыҡҡа дусар ителгәндәр. Беҙ ошо яҙмышҡа, күсмә тормошҡа күнергә мәжбүрбеҙ. Фатирҙа йәнемә толҡа тапм-ай ҡала буйлап йөрөп әйләнәйем, тип сыҡҡайным, көтмәгәндә шәп концертҡа юлыҡтым. Павел өйҙә булған хәлдә лә был тамашаға килмәҫ ине, беҙҙең ынтылы-штарыбыҙ, уй-хыялдарыбыҙ тап килмәй, уның көндәлек эштәре, йәшәүе гарниз-он эштәре, партия документтары, сәйәсәт менән сикләнгән. Быларҙы мин иремде яманлағандан әйтмәйем, ул аҡыллы ир. - Үҙенә-үҙе иҫбатлағандай ҡабатланы. - Бик һәйбәт кеше!
– Мин дә көнөмдө алдан планлаштырмағайным. Увольнениеға ла сиратым еткәнгә генә сыҡтым. Кемдең иректә ял иткеһе килмәһен.
- Кеше һис ҡасан ирекле, йәшәйеш ваҡлыҡтарынан тулыһынса азат була алмай. Ул һәр саҡ тормошон сикләүсе закондар уйлап сығара, үҙенән үҙе ҡаса.
– Тышҡы ҡоршауҙарға ҡарағанда күңел ирке мөһимерәк минеңсә.
- Килешәм.
- Ә мин бында күптән хеҙмәт итһәм дә оятыма ҡаршы филармонияға тәүләп килеүем.
- Һеҙҙе һирәктәр өсөн ойошторолған сарала осратырмын тип уйламағайным.
– Яҡшы ял иттек бит һәм бына уйламағанда тап булыштыҡ.
– Осраҡлыҡҡа ышанмайым, тимәк шулай булырға тейеш булған. Музыкаль белемлеһегеҙме әллә?
– Мин һәүәҫкәр тамашасы ғына.
– Улайһа әйтегеҙ әле, һәүәҫкәр тамашасы, һеҙгә концерттың ҡайһы яғы оҡ-шаны инде? - Сәнғәттән алыҫ икәнлегемде ишеткәс наҙанлығыма иҫәп тотоп ныҡ-ышалыр.
– Бындай концертты тәүләп тыңлауым. Оҡшау - оҡшамауға килгәндә шиш-мә сылтырауын, япраҡтар ҡыштырҙауын, йылы яҡҡа киткән торналар сыңрауын, ағас-ҡыуаҡтар, үлән-ҡыяҡтарға һалынған һағышлы көҙ биҙәген ҡайһы саҡ һүҙ ме-нән генә аңлатыу мөмкин түгел, уларҙы булмышың менән тойорға һәм кисерергә кәрәк.
Ҡыйғас ҡаштар һораулы сөйөлдөләр:
– Килешле итеп әйттегеҙ! Һеҙ улайһа әҙәбиәткә яҡындыр?
– Был йүнәлештә лә һәүәҫкәрмен.
– Ә мин ғөмүмән үҙешмәкәрлекте ҡабул итмәйем. Һәр эш юғары кимәлдә башҡарылып, һөнәри талаптарға яуап бирһен, ул шул саҡта ғына иғтибарҙы йәл-еп итә.
– Сауҙагәр ғаиләһенән сыҡҡан Иван Кулибин донъя кимәлендә билдәле һө-нәрселәрҙе үҙенең уникаль асыштары менән шаҡ ҡатырған түгелме?
– Ундайҙар һирәк, бик һирәк, бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Ҡатын шулай тине лә керпек уҡтарын эргәләге сирень ҡыуағына ҡунған ике ҡа-рабаш турғайға йүнәлтте, мин дә ҡоштарҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтә башланым. Ҙур-ыраҡ кәүҙәлеһе ҡупшыҡайына сәтләүек ҙурлыҡ башын терәп-терәп ала, суҡышы менән тырпайыңҡыраған йөндәрҙе һыйпай, рәткә килтерә, үҙе ботаҡта ултырып сыҙамай пыр-пыр иттереп осоп йә уңға, йә һулға ташлана. «Ошонан аҙаҡ ҡошта-рҙы аңһыҙ тип әйтеп ҡара инде…»
– Осенняя пора, очей очарованье,
Приятна мне твоя прощальная краса…
– Һүҙ ҙә юҡ, шәп шиғыр, әммә ул нисә быуат һөйләнелгән, ятланылған! - Помада яғылған ирендәр ҡымтылып һылыу йөҙ ризаһыҙ сирылды.
– Үҙемдең бөтөнләй үк томана түгеллегемде иҫбатламаҡсы ғына инем, юғи-һә һәүәҫкәр ҙә һәүәҫкәр.
– Ун өсөнсө рәттән килгән моңһоу ҡарашығыҙҙан хисле икәнлегегеҙҙе һиҙеп өлгөргәйнем инде. Залға килеп инәм дә күңел күҙем менән һеҙҙең барлыҡты той-оп алам. Насар уйҙан түгел. Көн һайын ҡояштың ҡалҡырын алдан белеп көтәбеҙ бит әле, шуның ише йәшәүебеҙҙе тулыландырған мотлаҡлыҡҡа күнегеп китәбеҙ ҡайһы саҡ, ана шул тейешлек юғалһа тормоштоң йәме китә.
– Һеҙҙе мин генә түгел, зал тулы һалдаттар күҙләй.
– Ҡатын-ҡыҙ халҡы үтә һиҙгер, беҙҙең иғтибарҙы меңәрләгәндәрҙең тик бе-рәүһе генә йәлеп итеүе йәки арбауы ихтимал. - Кинәт һөйләшеү темаһын үҙгәрт-те. - Көтмәгәндә-уйламағанда һылашып ҡамасауламаныммы? Бәлки, берәрен көт-әһегеҙҙер, ҡалала йәш, һылыу ҡыҙҙар етерлек. Һалдаттар ғәҙәттә увольнениеға тик улар өсөн генә сығалар.
– Бер кемде лә көтмәйем. Киреһенсә, нисек үткәрергә белмәгән көнөмдән ҡотолорға ярҙам итәһегеҙ. Ялым киске алтыла ғына тамамлана.
– Ваҡыттың ҡәҙерен белмәйбеҙ шул. Белмәйбеҙ. Павел Сергеевич… ирем командировкала. - Теге бәләкәй сумочкаһын асып, игәлгән, буялған осло тырнаҡ-лы нәфис бармаҡтарына эләктереп һаламдай нәҙек, оҙон сигарет сығарып ҡапты ла алтын ялатылған зажигалканан ут тоҡандырғас тартырға тәҡдим итеп башта һүндерелмәгән ялҡын теленә, шунан миңә ҡараны.
– Ғәфү итегеҙ, тартмайым.
– Насар ғәҙәтегеҙ булмаған өсөн аҡланыу кәрәкмәй. Бөтөнләй тартмайһығ-ыҙмы, әллә ташланығыҙ ғынамы?
– Бөтөнләй.
– Тартҡандарға, бигерәк тә тартҡан ҡатын-ҡыҙға нисегерәк ҡарайһығыҙ?
– Һәр кем теләгәнен эшләй.
– Ә шулай ҙа?
– Килештереп еткермәйем. Гүзәл заттарҙың нәзәкәтлеге, һөйкөмлөлөгө тө-төн менән осоп кәмей төҫлө.
Ҡатын зажигалкаһын йәшерҙе, сигаретын ултырғыс ҡырына баҫып һүндереп сүп һауытына ырғытты:
– Һеҙгә оҡшарға теләйем. Ә хәҙер һылыумынмы?
– Үтә сибәрһегеҙ.
– Тағы?
– Бик-бик.
– Ошо әйткәндәрегеҙҙе айырым һүҙҙәр менән нығыта алмаҫһығыҙмы? Ир-егеттәр күҙе, ҡатын-ҡыҙ ҡолағы менән ярата, шуға комплиментығыҙҙы ишетергә теләйем.
– Миңә күк умырзая оҡшай.
– Боҙҙо тишеп юғарыға, яҡтыға үрелгән яҙ хәбәрсеһе, тик уның ғүмере үтә ҡыҫҡа.
– Һеҙҙе бары сәскәгә генә тиңләргә теләгәйнем, сағыштырыуым урынһыҙыраҡ килеп сыҡты.
– Беҙ ҙә апайым менән бала саҡта яҙ етеү менән, ҡар ирер-иремәҫтән, бата-сума ҡырға сыға торғайныҡ. Алыҫҡа бараһы түгел, биттәренә сауҡалыҡтар, ағасл-ыҡтар, селек-тубылғылар һыйынған тауҙар ауыл эргәһендә генә. Тәбиғәткә булған яҡынлыҡ һөнәр һайлауыма булышлыҡ итте. Миңә ете, ә апайыма туғыҙ йәштәр тирәһе. Төп Туғай исемле тау битләүендә өйкөм-өйкөм булып үҫкән, бәбәктәрен-дә үтә күренмәле ысыҡ тамсылары емелдәгән сәскәләр. Яртылаш ҡарҙан әрселгән ер өҫтөн тотошлай тиерлек япҡан умырзаялар юғарынан кителеп төшкән күк ярс-ығын хәтерләтә. Эйеләбеҙ ҙә битебеҙҙе йомшаҡ суҡтарға тигеҙеп-тигеҙеп алабыҙ. Йәнгә аңлата алмаҫлыҡ йылылыҡ, рәхәтлек тарала. Был яҡтарҙа бер тапҡыр ҙа умырзаяны осратманым, әллә үҫмәй, әллә юлыма тап килмәй.
– Һәр төбәк тупрағында күңеленә яҡын ағастарҙы, үҫемлектәрҙе генә һай-лап шыттыра. Ҡарынында үҫтереп, теләп тыуҙырған балаларылай күреп.
– Ҡайһылай мәрәкә сағыштыраһығыҙ.
– Бәлки мин дә һеҙгә оҡшарға теләйемдер.
– Тырышмағыҙ ҙа. Минең ирем барын беләһегеҙ.
– Шайтан ҡуласаһында әйләнәйекме?
- Яңылыҡ юҡ, юғарынан әле беҙ ҡараған бынау йорттарҙың ҡыйыҡтары ғына күренәсәк, бары шул ғына. Үткән йыл Францияға барғанда Эйфель башняһ-ына мендек. Унда бер нисә кимәлдәге ярус. Павел Сергеевичҡа иң осҡа менәйек, тинем. Лифт ярҙамында күтәрелдек. Кис мәле ине. Ҡош осар бейеклектән ярты Париж ут диңгеҙенә сумып аяҡ аҫтында йәйрәп ята. Йәнде ялмаған тетрәндергес күренеш!
– Ә мин бер тапҡыр ҙа сит илгә сыҡманым. Эргәләге заставаға стрельбище-ға барғанда сик аша Польшаны ғына күрҙем.
Ҡатын әкрен генә әйләнгән шайтан ҡуласаһы яғына эйәге менән ымланы:
– Тәҡдимегеҙҙе кире ҡаҡһам да ҡуласала әйләнеү барыбер матур ял, биге-рәк тә хыялыйҙар өсөн. Беҙ әйләнәбеҙ, донъя әйләнә, иҫергәндәгеләй еңелсә генә баш әйләнә. Атайым йәй етһә мал аҙбарындағы лапаҫ аҫтына арҡан сәңгелдәк элә. Беҙҙең тирәләге бала-саға сиратлап, мәш килеп шунда атынабыҙ. Ә мин бау-ға нығытылған таҡтаға бер ултырып алһам еңмешләнеп бәүеләм генә, береһе лә яҡынлай, туҡтата алмай. Тағы ла настольгияға бирелдем…
Был мәлдә байып барған ҡояш йөҙөндә ерҙә йүгерек күләгә хасил иткән босҡа-ҡтай ғына болот әҫәре төҫмөрләнде лә тиҙ арала үҫә, ҙурая барып ярты күк йөҙөн ҡапланы. Һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүен хәбәр итеп һалҡынса ел иҫеп ебәрҙе, ағас баштары хәтәр шауланы. Бына һиңә мә, әбейҙәр сыуағы башланып та өлгөр-мәгән көн боҙолоуға тарта. Өҙөлгән әңгәмә ялғанды:
- Теләк булһа аҡсаһыҙ ҙа байрам итергә мөмкин. Әгәр ял иттерергә теләһәгеҙ кафеға саҡырығыҙ.
Бындай ҡыйыу тәҡдимде көтмәгәнлектән һағая биреп ҡалдым. Ярай, йомарт-ланып, алды-артымды ҡарамай саҡырҙым да икән ти, аҙаҡтан һый өсөн иҫәплә-шә алмай оятҡа, мәсхәрәгә ҡалһам?! Тағы сит илдәрҙе гиҙгән кеше ниндәйерәк өҫтәлде күҙ уңында тота бит әле. Юҡ, тип ҡырҡа баш тартыу ҙа килешмәгән эш. Ыуаланыуымды һиҙҙермәҫкә тырышып уйымда тиҙ генә мөмкинселектәремде иҫәпләп сығарҙым. Ни генә тиһәң дә рядовой һалдат ише тиндәремде иҫәпләп көн итмәйем бит әле, тимәк артыҡ һығылып бармаған табын ҡора алам. Ни булһа ла булыр.
– Рәхим итегеҙ! - Күҙ күреме ерҙәге асыҡ ишек яғына ымланым.
Урам яҡ стенаһы тотошлайы менән быяланан хасил урта ҙурлыҡтағы кафе буш тиерлек. Бында моғайын да кискә ҡарай йыйыла башлайҙарҙыр. Беҙҙең күренеүе-беҙгә иғтибар итеүсе булманы. Иркенләп түрҙән урын алдыҡ. Бер яҡ ситтәге сәхн-әгә тартым фортепиано ҡуйылған урынды һалпыш табаҡ битле, ҡырҡылған түм-әрҙәй тәбәнәк буйлы, сибек яурынлы, елкәһендәге көмрөһө йоҙроҡтай тупайып беленгән әҙәм биләгән. Һуйған да ҡаплаған Виктор Гюгоның Квазимодоһы. Уға оҡшап һаңғырауҙыр ҙа әле. Ул инструментҡа уңлы-һуллы ҡыҫҡа, йөнтәҫ бармаҡ-тары менән баҫҡылап нимәлер уйнап маташа, үҙе йыш хаталана, клавишаларҙы бутай.
– Ә был нисек?
– Йонсотҡос көҙгө ямғыр ише.
– Дөрөҫ әйттегеҙ. - Үтенгәндәй һораны. - Зинһар йәмһеҙләнеп алырға рөх-сәт итегеҙ, үлтереп тартҡым килә.
– Мәйелегеҙ. - Гәлсәрҙән ҡойолған тәмәке һауытын алдына шылдырҙым.
Өҫтәл өҫтөнә шыйыҡ төтөн шаршауы күтәрелде. Ҡатын күҙҙәрен ҡыҫа төшөп хәбәргә күсте:
– Бая концерт мәлендә конферансье Шопендың «Ямғыр вальс»ын иғлан ит-еп саҡ ҡына хата ебәрҙе. Әҫәр «Ямғыр тамсыһы» тип атала, әммә йылдар үтеү ме-нән уны жанрына тап килтереп вальс, тип кенә йөрөтә башлайҙар. Ул Испанияла яҙылған. Композиторҙың Жорж Санд менән булған мөхәббәте үҙе бер мажаралы тарих. Шопен бәләкәй саҡтан уҡ үпкә туберкулезы менән сирләй, шуға сибек кенә, сирләшкә генә булып үҫеп етә. Уны ваҡыт-ваҡыты менән сәсәү быумаһы тотоп яф-алар булған. Шулай ҙа композитор Европаның күп илдәрен гастролдәре менән ур-ап сыға, ҡыҫҡа ғына арауыҡта киң билдәлелек яулай. Концерттарын ҡайҙа ла көт-өп алғандар, улар аншлаг аҫтында үткән. Кем һуң ул Жорж Санд? Уның ысын исе-ме Амандина Аврора Люсиль Дюпен. Ҡырҡҡа етеп килгән ҡатын Жорж Санд псе-вдонимы аҫтында бер нисә ҙур күләмле роман яҙа, кейәүгә сығып, ул һәм ҡыҙ та-бып, шунан иренән айырылып та өлгөрә. Төҫкә йәмһеҙ ҡатын үҙен кеше араһын-да үтә лә хаяһыҙ, тәрбиәһеҙ тота, өҫтәүенә килешһеҙ ҙур костюм, киң эшләпә һәм ҙур итектәр кейеп йөрөй, ә ауыҙында инде арзанлы тәмәке төтәй. - Ҡатын Сандты үҙе менән сағыштырҙы әллә, яҙыусыны һүрәтләгәнендә башындағы эшләпәһенә, өҫтөндәге костюмына ҡағылды, сәхнәләге актрисалай ҡыланып сигареты осондағы онтаҡты көл һауытына һелкте. - Тәүге осрашыуҙарында уҡ утыҙ йәшлек Шопен-дың әҙәби кисәләрҙән, төрлө мәҙәни осрашыуҙарҙан ҡалмаған яҡын дуҫына бирг-ән тәүге һорауы шул була: «Был күрмәлекһеҙ, әрпеш, ир фиғелле ҡатын кем ул?» Әммә илаһи көс егетте унан алты йәшкә өлкәнерәк ҡатын менән яҡынайта, бер аҙҙан ҡауыштыра. Бында, әлбиттә, Сандтың да йоғонтоһо булғандыр. Беҙ, ҡатын-дар, йылан аяғын киҫер хәйләкәр, мәкерле, үҙ һүҙебеҙҙе һүҙ итеп, йәнебеҙ тартҡа-нды алып, һуңғы маҡсатыбыҙға урау юлдар аша булһа ла өлгәшеп, шунан кинәнес алып йәшәгән эгоист заттар. Башта осрашыуҙарын яҡындарынан, дуҫтарынан йәшерәләр, ә һуңынан инде асыҡтан-асыҡ бергә йәшәй башлайҙар, әммә мауығыуҙ-ары, ынтылыштары, маҡсаттары, холоҡтары тап килмәгәнлектән айырылырға мәжбүр булалар. Дөрөҫөрәге татыу итеп, килешеп тормош көтөүҙән өмөтөн өҙгән Шопен Сандты ташлап сығып китә, ә тегеһе уға, ҡал, тимәй. Айырылышыуҙарына тағы ла бер сәбәп - Шопендың йоғошло сире - уның кейгән кейемен, тотонған һауыт-һабаһын гелән яндырып торорға тейеш булалар. Яңғыҙ ҡалған композит-ор һуңғараҡ бер ниндәй матди милекһеҙ, баш осонда ҡыйыҡһыҙ тороп ҡала, эткә ырғытҡандай бирелгән аҙыҡ менән туҡланып урамда йоҡлап йөрөй. Вафатынан алда ул Сандҡа рәнйеп дуҫы аша хәбәр ебәрә: «Һин миңә ҡосағымда үлерһең, тип вәғәҙә биргәйнең түгелме?» «Ямғыр тамсыһы»на килгәндә ул Санд менән Шопендың Майорка утрауында бергә, ҡайһылыр кимәлдә бәхетле көн иткән мәлдәрендә яҙылған. Шуға ла әҫәр трагик түгел, оптимистик рухта яңғырай. Мин һеҙҙе саманан тыш белемем менән ялҡытманыммы?
– Саҡ ҡына ла. Сандтың яҙғандарын уҡығаным бар ине, әммә яҙыусы менән композиторҙың мөхәббәте хаҡында белмәй инем.
Ишек ауыҙында теге икәү күренде. Ситкәрәк барып урынлаштылар. Себеш бой-ондороҡһоҙ ҡиәфәттә, ҡоласын йәйеп ултырғысҡа ҡунды ла бойорғандағылай һөрәнләп ике һыраға заказ бирҙе. Фильтрһыҙ сигарет сығарып төтәтеп ебәрҙеләр. Хәләлен ят берәү менән тотоп рәнйегән ауыл бисәһе ҡиәфәтендәге Себеш тишерҙәй итеп, нәфрәтләнеп миңә төбәлгән.
– Был ҡыҙҙар һеҙҙең таныштарығыҙмы әллә? - Һорау шыбырҙап тиерлек бирелде.
– Эйе, уларҙы ҡайһылыр кимәлдә беләм, бөгөн иртән янымда ултырып кит-кәйнеләр.
– Мәкерлеккә бына тағы бер миҫал. Беҙ һеҙҙе шәхси әйберебеҙҙәй күрәбеҙ. Һәр ҡатын-ҡыҙ Ер шарының барлыҡ ир-аты менән бер үҙе, бер юлы хаҡимлыҡ ит-еүҙән дә баш тартмаҫ ине.
Официантты ҡарашым менән яныбыҙға саҡырҙым:
– Беҙгә…
Юлдашым башлағанымды элеп алды:
- Ҡара кофе, ә старшинаға…
- Ҡаты итеп яһалған һөтлө сәй. Тағы, күрше буш өҫтәлдәге сәскәләрҙе беҙҙең янға күсерегеҙсе.
Һәлкәү, теләр-теләмәҫ ҡымғырлаған, эркет гөбөһөләй рәбәғәтһеҙ официант ҡа-тын бимазалауға ризаһыҙлығын белдереп шешмәк йөҙөн турһайтһа ла ҡабалан-май йөрөп әйтелгәндәрҙе үтәне.
– Астралар быйылғы көҙҙөң һуңғы йәме. - Нәфис бармаҡтар һыйпағандағы-лай сәскә бәбәктәренә ҡағылды.
Уңғансы беҙҙе йонсотҡан пианист урынынан тороп асыҡ ишек яғына йүнәлде. Моғайын да тартып алырға иткәндер. Уның артынса шешәләрен үҙҙәре менән ал-ған Себеш менән Өйрәк Бәпкәһе үсеккәндәй тырт та мырт баҫып сығып киттеләр. Һил булып ҡалды.
– Һөтлө сәй… Һеҙ сығышығыҙ менән ауылданмы?
– Эйе.
– Мин Ленинградтан.
– ?!?
– Күл буйындағы ҡайын сауҡалығына һыйынған ауыл, аҙбар һайғауына тағ-ылған ҡыл арҡан минең өсөн мираж. Ҡайһы саҡ уның ысынбарлыҡҡа тап килгән-легенә шикләнә биреп тә ҡуям.
– Илебеҙҙең төнъяҡ башҡалаһы һәм төпкөл ауыл, кимәлдәребеҙ тап килм-әй түгелме? Бер һүҙ менән әйткәндә цивилизация үҙәге һәм мәҙәнилек барып ет-мәгән провинция.
– Киреһенсә нишләптер һеҙҙең менән үҙемде яҡлаулы һәм һаҡлаулы тоям. Беҙ бер-беребеҙҙе бала саҡтан, әллә ҡасандан белгән таныштар төҫлө. Быны йән яҡынлығы тиҙәрме әле? Әйткәндәрем әрһеҙ һырпаланыу түгел.
Уңғансы официант счет килтерҙе. Һыйға түләүҙән тыш этикетҡа ярашлы меню папкаһының араһына «сәйлек» аҡса ҡыҫтырҙым да ҡатынға урынынан торорға яр-ҙамлаштым. Уның ҡул осо боҙҙай һалҡын ине, бәлки шуғалыр бармаҡтарын йы-лы усымдан алырға ашыҡманы.
Кафенан сыҡҡас урам ҡаршыһында сәскәләр һатҡан ҡарсыҡты күреп ҡалдым.
– Аҙға ғына һеҙҙе ҡалдырайым. - Шулай тинем дә йүгерә-атлай урам аша сыҡтым.
Һалынып төшкән мул итәкле күлдәк кейгән, тәбәнәк буйлы, көңгөрт, быжыр йө-ҙлө, сыбыҡланып һибелгән ҡара сәсле сиған ҡарсығы мине күргәс күптәнге таны-шын осратҡандай ҡоласын йәйҙе:
– Ай-аййяя, ласковый и добрый солдатик, дубридин чяво*! Мишто йавьян*!
Частә өсөнсө роталағы отделение командиры Михай Цуркан аралашҡанда үҙ телендә мөрәжәғәт итергә әүәҫ, шуға киң ҡулланылған молдаван һүҙҙәре күптәре-беҙгә таныш.
– Һаумыһығыҙ?
– Беҙҙең һымаҡтарҙың йәше лә булмай, сирләмәйҙәр ҙә. Һаумын әлегә, бир-ешмәйем.
Йорт ҡырындағы ҙур ғына урынды биләгән матурлыҡ донъяһын диҡҡәт менән ҡарарға керешеп киттем; аллы-гөллө гладиулустар, астралар, раузалар тағы мин белмәгән әллә ниндәй сәскәләр күҙҙең яуын ала, иғтибарҙы йәлеп итә. Тик ултыр-ыуҙы килештермәгән ҡарсыҡ һүҙ яңыртты:
– Бында сиған ҡарсығы ҡайҙан килеп юлыҡҡан тимәксеһеңме? Һуғыштан һуң туғандарһыҙ тороп ҡалғас Биссарабиянан табор менән ил гиҙергә сығып киттем дә ошонда килеп төпләндем. Ҡалала бер туғандай ике тиҫтәгә яҡын милләт йәшәгәс үҙ кешемен күптән. Минең дә төпсөк улым Алеко Армияла. Быйыл ғына алдылар. Шуға хәрби кейемдәге берәйһен осратһам яҡынымды күргәндәй йөрәг-ем терт, итә лә ҡала. Яныма буштан буш килмәнең бит инде, ә? - Насарыраҡ ише-тәлер, усын ҡолағына ялғаны.
– Бынау раузаларҙы бирһәгеҙ…
– Сәскәләр анау аҡҡошҡалыр?
– Уға.
- Чергэнь*… Алтын ситлектәге аҫыл ҡоштай нужаһыҙ ғүмер кисерһәләр ҙә ундайҙарға уңыш юлдаш түгел, гелән ҡағылалар-һуғылалар, бәргеләнәләр ҙә фанилыҡ менән килешә алмай Йыһандағы йондоҙ ише атылалар һәм янып юҡҡа сығалар… - Ҡарсыҡ шулай үҙ алдына һөйләнә бирҙе. - Беҙ ул һылыуға артыҡ күҙ-гә ташланып бармағандарҙы һайлайыҡ. Бына бынау алһыуҙарҙы. Алһыу һәм ҡыҙ-ыл төҫ ул мөхәббәт билдәһе. Үтә ҡыҙыл урғылып барған тойғоно белдерһә, алһы-уы тыйнаҡ һәм күңел түрендәгеһе. Күңелеңдәген әйтә алмағанды яҡын кешеңә сә-скәләр теле менән еткерергә мөмкин. Бешкән еләк кеүек сағым, ун һигеҙ йәштә-мен, һөйгән егетем алыҫ таборҙан һыбай сабып килеп миңә бер ҡосаҡ раузалар бүләк иткәйне. Менгән күк айғыры ярһыу, ауыҙынан күбектәр сәсә, һөйгәнемдең өҫтөндә ҡыҙыл атлас күлдәк, ҡара салбар, аяҡтарында йылҡылдап торған хром итектәр. Әйтерһең дә ул мине алыр өсөн әкиәт иленән елдереп килеп еткән. Йә-шәү дәүеремдәге әллә күпме ҡиммәтле бүләктәрҙең бәҫе, татлы һыйҙарҙың тәме, таты онотолдо, әммә йәшлектә ҡалған ошо күренеш юйылмаҫлыҡ булып хәтер-емә уйылған. - Һүҙсән сиған ҡарсығы оҙон-оҙаҡ хәтирәләргә төшөп китте лә ашығыуымды абайлап ҡулындағын һона һалды. - Сабырһыҙланаһыңмы, бар, йүгер! -Уңайһыҙланып, икеләнеп туҡтап ҡалыуымды күреп өҫтәне. - Был гөлләмәне икебеҙҙең исемдән бүләк ит! - Китергә йыйынғайным ғына ҡарсыҡтың шыбырҙауы туҡталырға мәжбүр итте:
– Көҙгөләгеләй үтә күрәм, шуға алдан киҫәтмәй ҡала алмайым. Тураһын әйткәнгә рәнйемә, егет, һеҙҙең осрашыуығыҙ оҙаҡҡа бармаҫ. Шуға икегеҙгә бүленгән ваҡыт арауығының ҡәҙерен белеп ҡалығыҙ. Аҡҡошоң парын юғалтҡан яңғыҙ йән. Ул аңыңа мөхәббәттең асылын һеңдерергә ебәрелгән фәрештә. Изге фәрештә. Һө-йөүҙең бөйөклөгөн, тау-таш ярыр көсөн, ҡөҙрәтен, ҡәҙерен төшөндөрөр ҙә әхирәт тип аталған мәңгелеккә осоп китер… Йавэнте састэ*!
– Ниндәй гүзәллек! Һеҙ иғтибарлы. - Ҡатын раузаларҙы ҡәҙерләп күкрәгенә ҡыҫты.
- Көҙ көнө умырзаялар үҫмәй шул, - тинем үкенгәндәй.
- Һеҙ сиғандарҙың киләсәкте фаразлауҙарына ышанаһығыҙмы?
- Бик теләп. Әгәр улар изгелеккә юраһалар.
- Был ҡарсыҡ яңы һеҙгә нимәлер әйтте булһа кәрәк? - Иҫләп ҡалырға теләгәндәй оҙаҡ ҡына урам ҡаршыһынағы һынға ҡарап торҙо.
- Ул ошо гөлләмәне үҙенең исеменән дә ихлас бүләк итеүҙе үтенде.
– Ә һеҙ миңә сәскә бүләк иткән беренсе ир кеше. Алтын, ҡиммәтле әйбер-ҙәр, кейем-һалым алып бирәләр, ә бына ябайыраҡтары хаҡында оноталармы, әл-лә урынһыҙ һанайҙармы, белмәйем.
– Ошо өлкәлә беренсе булыуым менән бәхетлемен.
– Бәхетле булырға ашыҡмағыҙ…
Яй ғына атлап ҡала ситендә урынлашҡан офицерҙар ҡаласығы яғына йүнәл-дек, биш ҡатлы йорттоң урта подъезы тапҡырында туҡталдыҡ.
– Беҙ ошонда йәшәйбеҙ. - Ҡатын юғары ҡатҡа ҡарап шулай тине. Өндәшеү рыя, тарҡау ишетелде. Уның талсығыуы йөҙөнә сыҡҡан. - Баяраҡ һеҙ бәхет хаҡын-да әйттегеҙ. Нимә һуң ул бәхет?
– Ул моғайын тапҡаныңа шатланыуҙан йән осоноуылыр.
– Улай ғына түгел. Аңғармаҫтан өҫкә килеп ауған ҙур бәхет булмай. Көн һа-йын кисергән бәләкәй генә ҡыуаныстар йыйылмаһы ул бәхет.
Апаруҡ урыныбыҙҙа тапандыҡ.
– Исемләп танышманыҡ та. Быныһы артыҡ та, урынһыҙ ҙа.
– Александр Блоктың «Прекрасная незнакомка» тип аталған шиғыры бар.
– Пушкинды яттан һөйләй алһағыҙ ҙа был юлы буталдығыҙ. Уның 1906 йыл-да яҙған киң билдәле шиғыры «Незнакомка», тип кенә атала:
… И шляпа с траурными перьями,
И в кольцах узкая рука…
Һеҙ бөгөн миңә бәләкәй генә бәхет осмотон бүләк иттегеҙ. Һау булығыҙ. - Нәзәк-әтле хәрәкәтләнеп ҡулын һондо.
Был осраҡта тәрбиәле ир-егеттең, ысын кавалерҙың ни эшләре билдәле, ә мин бармаҡтарҙы усымда килешһеҙ йомарлап ҡуйыу менән генә сикләндем һәм ошо-нан да күбенә һәләтһеҙ икәнлегемде аҡларға теләгәндәй танау аҫтынан мығырҙан-ым:
– Күңелле осрашыу өсөн рәхмәт.
– Ә һеҙгә ҡара кофе… һәм йылы ҡулығыҙ өсөн.
– Бәлки бер ҡасан һөтлө сәй менән дә һыйлармын әле.
– Был мөмкин түгел… Хәйер, кем белә…
Шым-шырыҡлап ваҡ тамсылар тамғылай башланы. Усымды ямғырға ҡуйҙым.
– Шопендың «Ямғыр тамсыһы» ла беҙгә килеп етте. Тимәк яңғыҙығыҙҙы ғы-на ҡалдырмайым.
Бер ни тиклем ер киткәс артыма ҡайырылдым. Талсыбыҡтай һын урынынан ҡуҙғалмай мине ҡарашы менән оҙата ине.
Ә ямғыр яйлап ҡына көсәйгәндән-көсәйә барып эргәләге йорттарҙың тәҙрә быя-лаларына бәрелде, ҡалай ҡыйыҡтарҙы көйлө дыңғырҙатты, һыулы устары менән ағас тәлгәштәренән һыйпаны, таҡмаҡҡа баҫҡандай суйырташ тротуар-һуҡмаҡта һикереште. Муйыным буйлап һарҡҡан сирҡандырғыс тамсылар гимнастеркамды еүешләне. Ә мин юлымда осрағандар ише ышыҡҡа боҫманым, киреһенсә фураж-камды сисеп йылмайған йөҙөмдө юғарыға сөйөп күҙҙәремде йомдом. Булмышым ябай тел менән аңлата алмаҫлыҡ кинәнес кисерҙе.
2
Сержант мәктәбенә курсант сифатында хәрби хеҙмәткә килеп ике ай үттеме-юҡмы мине санчасткә фельдшер итеп күсерҙеләр. Беҙҙең менән килеүселәр араһ-ында алты медицина хеҙмәткәре бар ине, шуларҙың икәүһен генә конкурс нигеҙ-ендә үткәреп бында ҡалдырҙылар ҙа ҡалғандарын икенсе частәргә оҙаттылар. Ул-арҙың да һөнәрҙәре буйынса эшләре билдәле, сөнки медицина хеҙмәткәрҙәре ба-шҡа урындарҙа ла кәрәк. Йәш һалдаттар, йәғни курсанттар, алты ай дауамында уҡыйҙар ҙа имтихан тапшырғандан һуң кесе сержант званиеһын алып хеҙмәттәр-ен дауам иттереү маҡсатында илдең сик буйҙарына юлланалар. Мәктәптә команда составынан тыш отделение командирҙары, взвод командирҙарының урынбаҫарҙа-ры, уҡыу барышын тәьмин итеүсе хужалыҡ взводы ғына ҡала. Иҫәпкә бар һанға юҡ, тигәндәй шул взводтамын: ҡорал бүлмәһендә бер тапҡыр ҙа ҡулыма алып, ҡороп-һүтеп таҙартмаған автоматым, кейеп ҡарамаған противогазым бар. Ни ти-һәң дә Армияламын бит, шуға күрә уҡыу тревогаһы була ҡалһа тип хәрби комп-лектымдың ҡайҙа ҡуйылғанлығын аныҡ беләм, аҙна һайын төҙөклөгөн тикшерәм. Коллегаларым - фельдшер Андрей Диденко, аптека мөдире, прапорщик Николай Герасимов, ҡаланан килеп эшләп йөрөүсе теш табибы татар ҡатыны Римма Иль-ясова, өлкән йәштәге йыйыштырыусы, беҙҙеңсә әйткәндә санитарка Анна Макси-мовна, начальнигыбыҙ Мәскәүҙән килгән терапевт-педиатр Лыков Иван Иванов-ич. Һаҡаллы сабый фиғелле, уҫлаптай кәүҙәле, боронғо таш быуатта йәшәгән пи-текантроп нәҫеленән күскән оло башлы, ҡаш өҫтө һөйәге сысайып алға сығыңҡы-раған яҫы маңлайлы Герасимов үтә лә моңһоҙ йән. Николай өсөн үгеҙ үлһә ит, ар-ба ватылһа утын, хеҙмәттәштәре уны һыртынан Тургеневтың «Муму»һындағы мы-ҡым персонажға оҡшатып Герасим тип кенә йөрөтә. Римма Ильясованың холҡо теш табибы һөнәренә бер ҙә генә лә тап килмәй, ул әртисләнергә яратҡан, илауы ла көлөүе лә бергә йөрөгән үтә хисле ҡатын. Анна Максимовна лурҡайып, күбәл-әй мөлкөп ултырғанда ғына түгел онотҡанда бер баҫып атлап барғанында ла ойоп киткеләй. Иван Иванович бар йәһәттән зыялы, күп уҡый, күпте белә, уның менән аралашыуы еңел, һәм шул уҡ ваҡытта яуаплы ла, уйламағаныраҡ хәбәр ысҡынд-ырһаң таҡыр аҡыл, наҙан кимәлендә ҡалыуыңды көт тә тор. Фельдшерҙарҙың эше түбәндәгесә бүленгән, мин - табип-ординатор урынында, Андрей - эргәләге процедура кабинетында. Күптән түгел генә миңә старшина званиеһын бирҙеләр, ә коллегам һаман да өлкән сержант, шулай булғас икебеҙ араһындағы беренселек кемдең яғында икәнлеге һүҙһеҙ ҙә аңлашыла. Диденко - тәғәйен башҡарыр бурыс-тарына илке-һалҡы ҡарай, өҫ-башын да әрпеш, шаптыр йөрөтә, кәүҙәгә тәбәнәк, тыңҡыш, өҫтәүенә үҙ яйын һәм файҙаһын ҡараған, ҡайырған шылғаяҡ та. Шул йылғырлығы арҡаһында һайлап алыуҙы уңышлы үтеп сержант мәктәбендә хеҙмәт итергә ҡалды ла инде. Тулы булмаған урта белем алғас ҡыҫҡа сроклы ветеринария курстарында уҡығандан һуң бер аҙ ауылында һөнәре буйынса эшләй, шунан мед-ицина училищыһын тамамлай, шуға яйы сыҡҡанда ике дипломлы белгесмен, тип шапырынырға ярата. Фиғеленең ыңғай ятарына килгәндә физик көс талап иткән ҡара шөғөлгә талымһыҙ, әрһеҙ, үпкә-йәберҙе тиҙ онотоусан, ихласлығы ла бар, әммә фекер айырымлыҡтары, ҡылыҡтар тап килмәүе үҙен йыш белгертә, икебеҙ араһында талаш, бәхәс сығара. Үҙемә килгәндә ҡолғалай һонтор буйлымын, урта-лыҡтан ары китмәгән төҫөм-башым да ҡатын-ҡыҙҙар иғтибарын йәлеп итерлек түгел, ир-атҡа хас булмаған һыҙат - баҙнатһыҙлыҡ та бар. Мигель де Сервантестың китабындағы геройҙарға сағыштырырға теләп беҙҙе йәнәш баҫтырһалар моғайын да ҡарт алашаға атланған Дон Кихотҡа һәм ишәк менгән Санчо Пансаға оҡшап ҡалыр инек.
Өлкән лейтенант Лыков тотош санчасте миңә ышанып тапшырған, тиһәң дә бу-ла, ә үҙе уныһын-быныһын йүнләп хужалыҡ эштәре менән булаша, башҡа ойош-тороу мәшәҡәттәре артынан да йүгерә. Ул йыш ҡына: «Һинең Хоҙай тарафынан бирелгән һәләтең бар, шуға диагнозды ла хаталанмай ҡуяһың», тип маҡтай. Оф-ицер ҡатындары, бала-сағаһы ҡала поликлиникаһына барып тормай тура беҙгә мөрәжәғәт итә. Бында тәртип шулай ҡуйылған.
Санчастең бер мөйөшөндә карауат, тумбочка, өҫтәл һыймалы бәләкәй генә бүл-мәм дә бар, шунда йоҡлап ашханала көнөнә өс мәртәбә офицерҙар паегы менән тамаҡланам. Ашнаҡсыларың үтемле ризыҡты бүлмәй хәлдәре юҡ, проба алғанд-ан һуң, рөхсәт биреп, ашарға яраҡлы, ашханала тулы тәртип, таҙалыҡ тип журна-лға ҡултамғамды ҡуйғас ҡына бешерелгәнде курсанттарға тараталар. Ҡайһылыр кимәлдә бойондороҡһоҙ, үҙаллы көн итеүем Андрейға оҡшамай, оҡшамай ғына түгел һарыуын ҡайната, шуға ул аҙым һайын бәйләнеп, ҡаҙалып, төрттөрөп алы-рға әҙер.
Иртәнге эшемде башлап та өлгөрмәнем кабинетҡа өҙә баҫып майор Слуквин ки-леп инде. Уның атлап йөрөшөнән, үҙен тотошонан башкөллө хәрби кеше икәнле-ген күҙалларға мөмкин. Башҡа политработниктар ише оҙон-оҙаҡ сәйәси вәғәз һө-йләргә яратмай, әйтерен ҡыҫҡа әммә аңлайышлы итеп еткерә. Мыҡты, ныҡ, сын-ыҡҡан кәүҙәһен бөтә ерҙә лә килешле тота, ә атлап йөрөүе ышаныслы, киҫкен, бит-йөҙө лә ирҙәрсә сибәр, бер һүҙ менән әйткәндә ҡатынына бынамын тигән пар. Уставҡа ярашлы тора һалдым.
– Ни эш бөтөрәһең, доктор?
– Билдәле, ауырыуҙар ҡабул итәм.
– Күрәм, бында эшһеҙ интекмәйһең, коридор тулы симулянттар!
– Бында булып сыҡҡандар араһында ундайҙарҙы күрмәнем.
– Беләм мин уларҙы, плацтағы күнекмәләрҙән, уҡыу кабинеттарындағы дә-рестәрҙән ҡасып-боҫоу яғын ҡарап ҡына торалар! - Һүҙен һүҙ итергә күнеккән майор ҡабатлап үҙенекен иҫбатланы ла ҡул ишараһы менән ултырғысҡа күрһ-әтте.
Урыныма урынлаштым да инеүсегә һынаулы текәлдем:
– Һеҙ ҙә ултырығыҙ.
– Нимә? - Слуквин уҫал тексәйҙе, мин дә субординацияны боҙоуымды, урынһыҙ хәбәр ысҡындырыуымды һиҙеп шымып ҡалдым.
Майор үҙенә урын тапмағандай кабинетты улай-былай кәлепләп алды ла ҡаршыма баҫып йомолған йоҙроҡтарын өҫтәлгә ҡуйып таянды:
– Старшина, коридорҙағы һалдаттарҙы кире роталарына ҡайтарҙым.
- Иптәш майор, бында бит санчасть...
- Ничего, етди проблемалары булһа берәй сәғәттән йә төштән һуң килерҙәр.
– Ә миңә ни эшләргә бойорорһоғоҙ?
– Һиңә тип килдек. Ҡатынымды ҡабул ит!
– Бәлки һеҙгә ҡала поликлиникаһына барырға кәрәктер, унда тар профил-ле, юғары белемле белгестәр эшләй, кәрәкле аппаратуралар ҙа етерлек. - Бер ҡат-лылығыма барып тағы үҙемдекен тыҡыным.
– Бына нимә, доктор! - Дорфа бүлдерҙе. - Ҡайҙа барырға, икәнлеген үҙебеҙ беләбеҙ! Килгәнбеҙ икән, значит, вы незамедлительно обязаны принять нас! Или вы отказываете нам в этом?!
– Никак нет, товарищ майор! Үтәргә рөхсәт итегеҙ! - Йәнә үрә ҡаттым.
– Ултыр! Бына шулай! Коридорҙа көтәм!
Бер нисә минуттан кабинетҡа теге ҡатын килеп инде. Һәр ваҡыттағыса биҙәнгән-яһанған, һәр ваҡыттағыса унан иҫерткес хуш еҫ килә. Иң аптыратҡаны шул, ул тап үткәндәгесә кейенгән, тик костюм-салбары ла башындағы эшләпәһе лә, ҡулында-ғы сумочкаһы ла ҡара төҫтә.
Аҙға ғына уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты. Ҡатын өнһөҙ сәләмләп башын ҡаҡты.
- Хәйерле иртә! - Йылмайып өндәштем. - Бына бында, яныма уңайлап ултырығыҙ. - Фонендоскобымды муйыныма һалдым да, - Слуквина Яна Григорьевна, - тип уҡый башланым алдыма һалынған йоҡа медицина картаһының тышына ҡа-рап.
– Хәйретдиновна. - Аптырай биреүемде күреп өҫтәне. - Яңылыш ишетмәне-геҙ, ул мин булам.
– Ә мин старшина Азамат Баймөхәмәтов.
– Майор Лобановтың ҡатыны туранан-тура санчасть фельдшерына килергә ҡушҡайны. Ул - һеҙ булып сыҡтығыҙмы?
– Тап үҙе. Училищынан һуң Армияға алғайнылар.
– Ә мин Ленинград университетының графика бүлеген тамамланым. Йәш-әү урындарыбыҙ йыш алышынғанлыҡтан һөнәрем буйынса эшләмәнем дә тиер-лек. Әлеге көндә урындағы сәнғәт мәктәбендә дәрестәр алып барам.
– Бына, ниһайәт ҡайһылыр кимәлдә таныштыҡ та.
– Һеҙҙе һәйбәт белгес тиҙәр. Шул, Лобановтың малайына дөрөҫ диагноз ҡу-йып, һуңламайынса өлкә дауаханаһына барырға ҡушып үлемдән алып ҡалғанһы-ғыҙ икән.
– Эйе, хәтерләнем, малайҙа менингит симптомдары* бар ине, ә врачтар уны грипптән һуң ҡалған өҙлөгөү тип хаталанғандар. Был урында ниндәйҙер шаҡ ҡат-ырлыҡ асыш яһаманым бит. Һәйбәт белгеслеккә килгәндә арттырыңҡырап ебәр-гәндәр. Үҙемә ҡалһа махсус урта белемле, уртаҡул ғына медицина хеҙмәткәремен.
– Шәхесегеҙҙе түбәнһетмәгеҙ. Маҡтайҙар икән, тимәк быға лайыҡһығыҙ.
Картаның биттәрен асҡылап ундағы яҙмаларҙы, быға тиклем тапшырылған ан-ализ һөҙөмтәләрен ҡараштыра башланым:
– Әлеге мәлдә нимә борсой, нимәгә зарланаһығыҙ?
– Һис ҡасан, бер нимәгә лә зарланмайым!
– Мин дә ҡайһы саҡ уйымдағын уйлап еткермәй әйтеп хата ебәрәм. Ни сәб-әптән беҙгә мөрәжәғәт итергә булдығыҙ, тимәксемен.
– Сәбәптәрме? - Яна әйтергәме-юҡмы тигәндәй икеләнеп ҡалды. - Сәбәптә-рме?.. Әсәйем яман сирҙән вафат булғайны… Шуға шикләнеп килдем…
– Әйҙәгеҙ ваҡытынан алда нигеҙһеҙ хафаланмай торайыҡ. Бөтә кеше лә сир-ләп ала, сирләй һәм сәләмәтләнә. Ҡайһы ерегеҙ ауырта?
– Эсемдең түбәнге яғы.
– Ҡарайыҡ улайһа.
Дауаханаға килгән һәр пациенттың кисерештәре билдәле, улар дарыу еҫе һе-ңгән, медицина инструменттары урынлашҡан кабинетта, аҡ халатлыларҙың алд-ында албырғап ҡалалар. Уңайһыҙланыуы йөҙөнә сыҡҡан Янаны тынысландыры-рға теләп ғәҙәти генә итеп тәҡдим иттем:
– Иң башта йөрәгегеҙҙе, үпкәгеҙҙе тыңлап ҡарайыҡ, шунан тонометр ярҙам-ында ҡан баҫымын үлсәрбеҙ.
– Уның өсөн миңә сисенергәме?
– Кейем аша тыңлай алмайым. Әгәр мөмкин булһа… - Сәбәпһеҙгә бурҙат-тай ҡыҙарындым.
– Ризалашмаһам нимә эшләрһегеҙ?
– Барыбер әйткәндәремде үтәргә тура килер.
– Улайһа артығыҙ менән боролоғоҙ.
– Мөйөштәге ширма артында кейемдәрегеҙҙе ҡалдырһағыҙ ҡулайлыраҡ бу-лыр.
Яна шаршау артында апаруҡ ваҡыт юғалып торғандан һуң сыҡты ла иҙәнгә те-кәлеп ҡаршыма баҫты. Өшөгәндәгеләй ҡулдары менән тәнен ҡосаҡлап түштәрен боҫормалаған. Ярым шәрә ҡатын-ҡыҙ алдында ҡойолдом да төштөм: көтмәгәндә тәнем уттай янды, маңлайымды тир дымы ҡапланы, күҙ алдарым ҡараңғыланды, ят әйбергә тәүләп ҡағылғандай ҡулдарымдың еңелсә дерелдәүен тойҙом. «Иҫәүән, аҙғын, тинтәк, боҙоҡлоҡ көҫәгән хәшәрәт!..» Үҙ-үҙемде әрләү, битәрләү ҡайһылыр кимәлдә тулҡынланыуымды баҫа төштө, фонендоскоп осон ҡолаҡтарыма кейеп мембрананы йоморосай түштәрҙе үтәләй күрһәткән йоҡа бюстгалтер аҫтына тер-әнем. Яна ла тартыныулы тойғо кисерәлер, йөрәге күкрәк ситлеген дөбөрҙәтеп бе-йей, аҡтан-аҡ тәнендә ҡош тиреһе ҡалҡып сыҡҡан, бармаҡтарым яланғас тәнгә те-йгәйне өйрәтелмәгән байталдай тертләп китте. «Егет-елән ҡулы яңылыш ҡына ла ҡағылмаған йәш ҡыҙ һымаҡ, ир ҡатыны тип әйтмәҫһең дә…»
Шул саҡ муйындағы ярым ай сулпылы алтын муйынсаға иғтибар иттем. Бын-дай ҡиммәтле, затлы әйберҙе тәүләп күреүем. Биҙәүес тәндең һәр хәрәкәтенән йылҡылдап тирә-йүнгә һарғылт нурҙар һибә, тарата. Яна уны йәшерергә теләп усына йомдо.
– Йөрәгегеҙҙең һуғыуы, пульсығыҙҙың тирбәлеүе норманан юғары, ул ауыр-ыу билдәһе түгел, үтер. Ә бына үпкәләрегеҙ таҙа. Хәҙер салбарығыҙҙың төймәһен ысҡындырып ятығыҙ!
– Миңә? Ятырға? Ҡайҙа ятырға?!
– Кабинетта икәүбеҙ генә бит. Бынауында, кушеткаға.
Кире ҡаҡҡыһыҙ талабыма ирекһеҙҙән ғәйре буйһонған Яна әйтелгәнде үтәне.
– Аяҡтарығыҙҙы тубыҡтан бөгөгөҙ, ҡорһаҡ мускулдарын көсәндермәгеҙ, ти-геҙ итеп тын алып ҡулдарығыҙҙы кәүҙәгеҙ ыңғайына һалығыҙ… - Бармаҡтарым менән тығыҙ һәм шул уҡ ваҡытта бәрхәттәй шыма ҡорһаҡтың аҫҡы өлөшөн ҡап-шаным. - Аппендицитҡа операция яһатҡанһығыҙ икән… Ул саҡта ла больницаға барыуҙы һуңғы сиккәсә һуҙғанһығыҙ, аппендекс шартлаған… Шулаймы?
– Һеҙ хаҡлы. 5-6 йыл элек булған хәл. Хирургия бүлегендә бер ай тирәһе ят-ып сығырға тура килде.
– Балаларығыҙ бармы?
– Павел Сергеевич менән икәү генәбеҙ.
– Ауырға ҡалғанығыҙ ҙа булманымы?
– Бер тапҡыр. Ике ай ғына йөрөттөм. Старшина, һеҙ бөтә ауырыуҙарҙы ла бына ошолай төпсөнөп йөҙәтәһегеҙме?
- Ситуацияға ҡарап. Профессиям документаль прозаға оҡшаш.
- Проза. Улай булғас тормошоғоҙҙа поэзияға урын ҡалмағанмы?
- Шиғырҙар ҙа уҡырға яратам.
– Әлеге мәлдә кемде уҡыйһығыҙ?
– Шиғырҙар уҡыуымды һүҙ булмағанда һүҙ булһын, тип кенә әйттем.
– Сирле кешене әсе дарыуҙар менән генә түгел, һүҙ менән дә дауалайҙар ҡа-йһы саҡ.
Теләкһеҙ генә яуапланым:
– Ҡытай шағиры Ли Бо.
– Шул шағирҙың берәй шиғыр юлдарын яттан һөйләп күрһәтмәҫһегеҙме?
– Бәлки кәрәкмәҫ?!
– Кәрәк! - Ирендәр үсеккәндәгеләй турһайҙылар.
– … И моя где нынче дорога,
Та, что к дому родному ведет… Ҡәнәғәтләндерҙемме?
– Тулыһы менән. Здорово!
– Ә хәҙер саҡ ҡына ауыртыуы ихтимал, бармаҡтарымды тәрәнгәрәк батырам.
Яңаҡтар ҡыҫылғандай итте, күҙҙәр көсөргәнеп ҡыҫылып һыҙланыуҙы белдерҙе.
– Ошо ерегеҙ ауыртамы?
– Саҡ ҡына уң яҡтараҡ.
– Әрнеп ауыртамы, әллә сәнсә генәме?
– Тынымды тарыҡтырып ҡыҫа.
– Күптәнме?
– Бер ай тирәһе.
– Үҙегеҙҙе насар тоя башлағас уҡ врачтарға мөрәжәғәт итергә кәрәк ине.
- Үтеренә өмөтләнгәйнем. Тағы ҡот осҡос диагноз ҡуйырҙар, тип шөрләнем дә.
– Күремегеҙ ваҡытында киләме, ят бүленеүҙәр юҡмы?
– Һеҙ үҙегеҙҙең нимә хаҡында ныҡышыуығыҙға баһа бирәһегеҙме, старши-на?
Ҡатын-ҡыҙҙың ҡағылырға ярамаған серле биләмәһенә күҙ һалырғамы иҫәбегеҙ?!
– Сәбәләнмәй генә ятығыҙ әле. Был һорауҙы боҙоҡлоҡтан бирмәнем. Беҙ һеҙҙең менән прогулкала ла йөрөмәйбеҙ. - Әйткәндәрем уҫал, талапсан яңғы-раны.
– Әгәр әйтмәһәм!?
– Әйҙәгеҙ, йәшенмәк уйнамайыҡ. Был үтә лә кәрәкле мәғлүмәт!
– Бында килгәнемә үкенә башланым.
- Һеҙгә мине тәҡдим иткәндәр түгелме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы күрәҙәсе лә, әүлиә лә түгелмен, белешмәйенсә һыҙланыуығыҙҙың сәбәптәрен асыҡлай алмайым.
- Менструация циклы боҙола, тап килмәй шул… - Ғәйепле кешеләй тауышын баҫып әйтте.
Яна ҡабаттан шаршау артына инеп китеп кейенеп сыҡҡас ҡаршыма ултырып сумочкаһынан алған бәләкәй йомро көҙгөнән бит-йөҙөн тәртипкә килтерҙе, маң-лайына төшкән сәс бөҙрәләренә бармаҡ осон тигеҙҙе, әлеге булған хәлдән оялған-дай ҡарашын йәшерҙе.
* дубридин, чяво (сиған.) – һаумы, улым?
* мишто йавьян – рәхим итегеҙ.
* чергэнь – йондоҙ.
* йавэнте састэ – сәләмәт булығыҙ.
* минингит симптомдары – мейе ҡабығының зарарланыу билдәләре.