Һуңғы осорҙа көнитмеше бер аҙ яйға һалынды һымаҡ, сөнки уны кәрәккән-кәрәкмәгәндә борсоусы юҡ, хужа аҙна самаһы айыҡмайынса эсә. Бүлмәһенә бикләнгән дә ихатаға сығып та әйләнмәй. Ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа күҙгә салынған мәлдәрҙә лә танырлыҡ түгел үҙен: сәстәр сыбыҡланып ялбыраған, быжыр йөҙ, итләс танау шешенгән, былай ҙа ҡыҙғылт, ҡан һауған күҙҙәр тирә-яҡҡа аҡылдан яҙған кешеләй мәғәнәһеҙ ҡарайҙар. Иҫерткес эсемлектәрҙе уға хеҙмәтсеһе ташый. Тәүге осорҙа ул һирәк йөрөй ине эргәләге, тәүлек әйләнәһенә эшләгән супермаркетҡа, хәҙер йүгермәләүе йышайғандан-йышая бара. Өйәнәге көрсөккә терәлә бара, тимәк.
Актрисаны таң менән ниндәйҙер иномарка килеп ала ла ул кискә ҡәҙәр ҡайҙалыр юғалып тора. Төн уртаһы ауғас ҡына теге машина коттедж ҡапҡаһы ауыҙына килеп төртөлә. Шулай булғас башҡа маҙаһыҙлаусы юҡ. Ҡатынды бер нисә ир бер юлы оҙатырға киләләр ҙә бер урында өйкөлөшәләр, нимәлер хаҡында лауылдап һөйләшергә тотоналар, баштары осонда төтөн болото хасил итеп тәмәке борхоталар. Бер тапҡыр ярым-асыҡ ҡапҡанан шуны күреп ҡалды – теге ирҙәр ҡатынды уратып алып уны тартыныуһыҙ, оятһыҙ ҡапшайҙар, ирендәренән, муйынынан үбәләр, теге кинәнеүенә сыҙаша алмай шарҡылдап көлә. “Һин әсә түгел, өйөккән, арландар танһыҡлаған урам эте...” тип шыбыҙаны нәфрәтенә сыҙаша алмай. Ҡарсыҡ йорт эсенә ҡарауыл була алмай, уның көнитмеше тар таш ҡапсыҡ менән сикләнгән. Ә теге хеҙмәтсе ир иҫәпкә бар һанға юҡ, ихатала тауыш-тынһыҙ ҡыймылдаған шәүлә инде шунда, эт саҡырыуға оҡшаш саҡырыуға сабыулап килгән Фәриҙә һымаҡ. Йорттоң икенсе ҡатына тағы ла берәү күсенеп килде, ул - теге, актрисаның балаһын имеҙеүсе, ҙур кәүҙәле, тирмәндәй осалы, түштәре күлдәген йыртырҙай булып бытлыҡҡан утыҙ биш йәштәр самаһындағы Валентина исемле ҡатын. Ул тәү осрашҡандан уҡ уға оҡшаманы; башҡаларға түбәнһетеп мыҫҡыллап ҡарай, өҙлөкһөҙ тәмәке борхота, өҫтәүенә фиғел-торошонан ниндәйҙер күҙгә бәрелеп бармаған эске әрпешлек аңҡый. Ҡатын баланы арлы-бирле имеҙә лә үҙенә тәғәйенләнгән бүлмәгә инеп карауатында аунай, йә булмаһа көндәр буйы көҙгө алдынан китмәй биҙәнә-төҙәнә. Бүлмәһен йыйыштырыу хаҡында уйлап та ҡарамай, уны Шәүлә-Фәриҙәнең бурысы итеп ҡарай. Тәғәйен эшкә яллағандар икән, шуны ғына үтәй, башҡаһы уға ҡағылмай ҙа, кәрәк тә түгел. Исмаһам ҡулына гәзит-журнал, йә берәй китап алып ҡараштырһасы. Буш ваҡытын телевизор ҡарап үткәрә, үҙе ише көндәр буйы түшәктә аунаған, йорт төҙөйөм, тип аҙапланған булып көндәр буйы хәбәр бутҡаһы бешергән, бушты юҡҡа ауҙарған йыйын әтрәгәләмдәрҙе күҙәтә, уларға телефоны аша СМС-сәләмдәр оҙата. Бар белгәне шул.
Коттедждың коридорына инеп иҙәнде йыуа ғына башлағайны, бала мыжырға тотондо. Бер аҙҙан мыжыу илауға ялғанды. Теге ҡатын сығып күренергә лә уйламай, моғайын төнө буйы яратҡан тапшырыуын ҡараған да әле йоҡо һимертәлер, актрисаның ҡыҫҡа саҡырыуын аңдыған Фәриҙә лә күҙгә салынмаҫ мөйөшөнә боҫҡан. Бала ярһығандан ярһый бара. Нимә эшләргә? Һыулы биҙрәһен, сепрәк беркетелгән һаплы ҡулайламаһын бер ситкә ҡуйҙы ла ары ни ҡылырға белмәй урынында тапанды. Әллә әүрәтеп ҡарарғамы? Теге йыбытҡыға инеп әйтһә лә ул ҡымғырлап сыҡҡансы әллә күпме ваҡыт үтер. Шул мәл уның уйын ҡеүәтләгәндәй ҡарсыҡтың бүлмәһенән өҙәләнгән ҡысҡырыу ишетелде:
- Һеҙҙең эсегеҙҙә йәнегеҙ бармы, Валентина, Фәриҙә, тынысландырығыҙ шуны! – Билдәле был йортта фарман биреүсе ике генә кеше – Фома ла Актриса, ә ҡарсыҡтың өндәшеүен береһе лә ҡолағына элмәй.
Һаҡ ҡына бүлмә ишеген асып инде, ҡыйыуһыҙ атлап бәүелтмәле карауатҡа яҡынланы. Бала күҙҙәрен йомоп, тешһеҙ ауыҙын ҙур асып аҡыра ғына. Ипле генә үрелеп уны ҡулына алды. Бала бер мәлгә генә һағайып ҡалды ла ары теләгәнен ала алмағас яр һала бирҙе, бәүелтеүгә генә бөрхәтһенмәй. Нимәлер урларға йыйынғандай ян-яғына ҡарап алды, ҡабаланып күлдәк иҙеүен ысҡындырғас имсәген баланың ауыҙына ҡаптырҙы. Бала ҡомһоҙланып имергә тотондо. Уның тәненән ошоға тиклем кисермәгән илаһи ләззәт йүгереп үтте лә тотош тәнен ялманы. Әйтерһең уның кәүҙәһе тотошлайы менән уймаҡтай, йылымыс сөңгөлгә сумған да илаһи бишектә бәүелә. Бына нисегерәк икән ул бала имеҙеү! Ошоғаса татып ҡарамаған ләззәтле Хоҙай бүләге! Күҙҙәрен йомдо ла биниһая ваҡыт шулай бәүелеп, онотолоп торҙо. Көтөлмәгән, ҡырағай тауыш һиҫкәндереп ебәрҙе:
- Һеҙ нимә эшләйһегеҙ?!
Ҡайырылды һәм юғалды ла ҡалды, ишек ауыҙында баланың әсәһе тора ине. Был ваҡытта ҡайтмай торғайны ла баһа. Актриса ҡойондай өйөрөлөп килде лә балаһын тартып алды, күкрәгенә ҡыҫты, уҡтай тырпайған, яһалма керпектәрен сәнсеп, матур күҙҙәрен зәһәрләндереп уҫал ыҫылданы:
- Бар сыҡ, нишләп бында индең?!
- Балағыҙ илағанға тынысланырырға тип ингәйнем дә...
- Төп бурысың бит көсөктәр бағыу һәм имеҙеү. Бүлмәне һаҫытма, һинән һыҡра, эт еҫе килә! Бысраҡ еленеңде балаға ҡаптырҙыңмы, шаҡшы! Вон!
Бындай уҡ мыҫҡыллауҙы көтмәгәйне, мейеһенә ҡайнар ҡан бәрҙе, тәнен өш-өгәндәгеләй ҡалтырау ҡалсылдатты. Ҡайтарып уҫал яуаплар ине, көнө көнлөктә, йәнә ауыҙы кипкәнлектән теле аңҡауына йәбешкән. Ул һеңгәҙәүен көскә еңеп ишек яғына тәнтерәкләне лә коридорға сыҡҡас быуынһыҙланып иҙәнгә сүкте. Күпме шулай ҡыялғандыр, күреп-күҙәтеп торған, тиерһең, ҡырыҫ ҡарсыҡ тауышы уны үҙенә саҡырҙы:
- Һиңә әйтәм, кер бында!
Инде лә көскә ҡыймылдап түргә үтте, карауат ҡырына һаҡты, йөҙөн ҡушусланы. Оҙаҡ ултырҙы онотолоп. Ҡарсыҡ та таш һындай һуҙылған, әйтерһең инеүсене абайламаған да. Бер аҙҙан ул үҙ алдына һөйләнгәндәй әйтте:
- Хоҙай Тәғәләнән ҡурҡыу бөттө хәҙер, кешене йәберләү бер ни тормай, хатта гонаһҡа ла иҫәпләнмәй. - Ул көн дә әйткән “арыным” һүҙен ҡабатланы ла йөҙөндә хәсрәт сағылдырып баяғы ҡырыҫлығында һораны:
- Теге һепертке ҡайтҡан икән, нишләптер был юлы иртәләгән, ата эттәрҙе эйәрткән йөрөмтәл сәүектәй төн уртаһында ғына күренә ине лә баһа.
- Ҡайтты шул.
- Ҡыуылып сыҡтыңмы?
- Эйе.
- Беләһеңме, өйҙө ни өсөн ташлап китәләр? - Көтә бирҙе лә үҙе яуап бирҙе. - Ҡотһоҙлоҡтан биҙеп, һалҡындан ҡасып китә әҙәм балаһы.
- Беҙҙең өй йылы ине. - Ҡабаланып бүлдерҙе.
- Ышанам.
- Ҡартатайым, өләсәйем тәрбиәһендә үҫтем, һәйбәт кешеләр улар.
- Ә әсәйең?
- Мине тыуҙырған да ҡайҙалыр сығып киткән, башҡаса ҡайтып күренмәне.
- Ул саҡта һин йәнеңә оялаған боҙ һалҡынлығын иретергә, күңелеңдәге бушлыҡты тултырырға теләп ҡасҡанһың. Йорттан ҡасыу менән генә үҙеңдән-үҙең ҡасыу мөмкин түгел. Бына беҙҙең йортта ла ҡот юҡ, байлыҡ күп, әммә уға тамсы ла мәғәнә һәм ырыҫ ҡунмаған. Һап-һау йөрөгән еренән өлкән киленем беҙҙе мәңгегә ташлап китте. Һәйбәт кеше ине ул, быныһын ысын күңелдән әйтәм, ихлас, эшсән, ярҙамсыл, яҡын туғандары булмағанлыҡтан миңә әсәй, тип кенә өндәште. Ул яман шештән ауырып йығылғас минең ише япа-яңғыҙы ҡалды. Эргәһенә минән башҡа инеп сығыусы ла булманы шикелле, ятты шулай һуңғы көнөнә саҡлы тотонолоуы үткән әйберҙәй. Стенаға йәбешеп, ауырлыҡ менән барып хәлен белгән булам, ныҡлап ярҙамлашыр инем, күреп тораһың, түшәккә ҡаҙаҡланғанмын. Улымдың көн итеүе билдәле, шул эттәр талаштырыуҙан бушамай, йә башын ҡалҡытмаҫлыҡ кимәлдә эскегә һабыша. Ейәнем бизнес һылтауы менән ҡайтып күренмәй ситтә аҙып-туҙып йөрөй, хатта әсәһен ерләргә ҡайтып ураманы, курьер аша венок ебәргән булған, белекһеҙ. Веноктамы ни инде эш?! Бынау килен ишараты бәхетте ҡыҫыр ялтырауыҡтан эҙләй, кем етте шуның менән һөйрәлеп йөрөп уйнаш итә. Балаһы ла ана шул гөнаһ эҙемтәһе шикелле.
- Надежда Александровна, - тәүге тапҡыр яҡын итеп мөрәжәғәт итте, - нимә ул бәхет?
- Был тормошта кемгә лә кәрәк икәнһең, тимәк һин бәхетле кеше. Кәрәге, хәжәте ҡалмағандар китә, үҙ теләктәре менән китә, ҡасып китә. Иҫке-моҫҡоно ла хәжәте ҡалмаһа артыҡ әйберҙәй сығарып ырғыталар. Кәрәкһеҙҙәр, артыҡтар өсөн үлем дә бәхет иҫәпләнә, бына был әйткәнем иң әүәл үҙемә төбәлгән. Үткәндә ҡыуып сығарғаным өсөн кисер.
- Зарар юҡ, Надежда Александровна, үпкәләргә урын юҡ, мин бары – ялланған хеҙмәтсе генә.
Ҡарсыҡ төҫһөҙ күҙҙәрен түшәмгә терәп ята биргәс дауам итте:
- Хоҙай алмай бит йәнемде, рәхмәтле генә булыр инем. Нимәләр генә күрмәнем үҙ ғүмеремдә, нимәләр генә кисермәнем. Ленинградтағы 400 көнгә һуҙылған, миллионлаған кешенең ғүмерен ҡыйған аслыҡтан тороп ҡалдым, еңеү шатлығына тилеләй илереп ҡыуандым. Ғазап сикмәгән, ят ҡайғыны үҙенекеләй күреп йөрәге аша үткәрмәгән кеше генә шатлыҡ-ҡыуаныстың ҡәҙерен, баһаһын белмәй. Был ерҙә бер быуатҡа яҡын ғүмер һөрҙөм, миңә ҡалһа әллә нисә кешенең ғүмерен бер миңә генә биреп ҡуйғандар төҫлө. Аҡланым микән шул йәшәүемде, файҙаһыҙға сарыфламай тотондом микән, өлөшөмә төшкән көмөштө? Белмәйем. - Ҡарсыҡ арыны шикелле, теле көрмәлә төшкәс өндәшмәй ятты, ауырлыҡ менән үрелеп стаканға минераль һыу сайпылтып ирендәрен сылатты. Шунан һүрәнке ҡарашын теремекләндерҙе. - Был ҡарсыҡтың улы кемгә оҡшап шулай ибәтәйһеҙ, ҡаты бәғерле икән, тип аптырайһыңдыр, бәлки. Урынлы уйлайһың. Ҡатылыҡ, ҡанһыҙлыҡ ҡайҙан килә торғандыр. Миңә ҡалһа - ейгән ризыҡтан. Был - шәхси фекерем. Хәләл күкрәк һөтөн имеп үҫкән бала аяулы, кешелекле булып үҫә. Ышан әйткәндәремә. Улым күкрәк һөтөмдө иммәне, тип әйтмәйем. Ул, беҙ теләп, көтөп алған ғәзизебеҙ. Әммә уның ҡанында эт рухының ҡатнашмаһы бар. Шуғалырмы ул кешеләргә ҡарағанда эттәргә яҡыныраҡ, эт үрсетә, эт ғәме, бурҙайҙар хәстәре менән йәшәй. Тик был мал йәнле тигән һүҙ түгел әле, мал йәнлеләр миһырбанлыраҡ булалар, ә был башҡасараҡ…
Ирем дә, үҙем дә Ленинградта тыуғанбыҙ, бер ишек алдында үҫтек, йәшлек йылдарыбыҙ шул данлы ҡалала үтте. Тыуған ҡаламды бер ҙә генә күргем килмәй. Беләһеңме ни өсөн? Заманында беҙҙең өсөн ҡәҙерле Ленинградтан киттем, инде килеп минең өсөн ят исемле Санкт-Петербургҡа ҡайтып инәйемме? Ҙурлығы, халҡының күплеге яғынан Мәскәүҙән ҡала икенсе ҡала иҫәпләнгән Ленинград Ер шары картаһынан юйылған, исемен генә түгел үткәнен, хәҙергеһен, киләсәген юғалтҡан ҡалаға әүерелде, уның хаҡында бөгөн “город, которого нет”, тип йырлайҙар. Ғәфү ит, ситләшә лә китәм. Ирем юғары белем алып заводта баш инженер вазифаһында эшләне, мин уҡытыусы һөнәрен һайланым. Утыҙынсы йылдар аҙағында өйләнештек. Улыбыҙ тыуҙы. Һуғыш башланғас та иремде фронтҡа алдылар, дөрөҫөрәге үҙе теләп китте. Тиҙҙән хәбәрһеҙ юғалды, тигән ҡара ҡағыҙы ғына килде. Беҙ улым менән Ленинградта тороп ҡалдыҡ. Оҙаҡламай үлемесле блокада башланды. Өҫкә көнө-төнө снарядтар, бомбалар яуа, өҫтәүенә үҙәккә үтерлек һалҡын. Тотош ҡала боҙҙан ғына әүәләнгән төҫлө, шулай булмай тағы, йылытылмаған таш ҡапсыҡта ҡыш сығып ҡара! Һуңғы сиктә уныһына ла сыҙарға мөмкин, әммә аслыҡ үҙәккә үтә. Көн һайын ус яҫылыҡ ҡына икмәк бирәләр. Уны икмәк тип тә атап булмаҫ ине: он, көрпә, бысҡы табы, резина киҫәктәре, тағы әллә нимәләр болғанған нәмә шунда. Икмәк һынығын һындырайым, тиһәң резина киҫәгенә оҡшап бөгөлөп тора, уны ҡабат-ҡабат сәйнәп көслөк менән йотоп ебәрәһең. Шөкөрана ҡылыр инек тә, уныһы ла юҡ бит әле. Ленинградта бөгөн блокада икмәген музейға һалып ҡуйғандар, тип ишеттем, аҡыллыға ишара, тигәндәй, фәһем алһындар, уйланһындар өсөн эшләнгәндер инде был эш. Бер барып күрәһе ине күңелемә яҡын ҡаланы, ҡулыма алып ҡарарға ине шул икмәк киҫәген. Күпме кешене үлемдән аралап ҡалды блокада икмәге! Һуңға табан ҡалала бесәй, эттәр ҙә күҙгә салынмай башланы, кешеләр уларҙы ашар сиккә барып етте. Үлмәһә үлмәй икән әҙәм тигәнең, иҫән ҡалдыҡ. Улым да, үҙем дә. Ә бит яҡындарыбыҙ ҡырғын тейгәндәй ҡырылды: ҡайным-ҡәйнәм, атайым-әсәйем, һеңлеләрем. Блокада ҡулсаһы өҙөлгәс көн итеү сағыштырмаса арыулана төштө. Мин мәктәптә балалар уҡытырға керештем, ҡалдырыр кешем булмағас улымды фатирға бикләп китәм. Йәй еткәс ишеккә йоҙаҡ һалманым, ҡаҡ фатирҙы бикләүҙән ни фәтеүә. Үҙ көнөн үҙе күрә малайым, тиҫтерҙәре менән уйнай. Тыйнаҡ, әҙәпле, тыңлаулы бала ине ул. Бер саҡ уның ҡылығының үҙгәреүен һиҙҙем: йомоҡҡа әүерелде, һүҙ ҡушһаң тупаҫ яуап бирә лә мөйөшкә текәлә. Ерле-юҡҡа тиҫкәреләнә, сәбәпһеҙгә мыжый. Баштараҡ сәйер холҡона артыҡлап иғтибар бирмәнем. Ни тиһәң дә көндәр буйы яңғыҙы ҡала бит, урам йоғонтоһо ла барҙыр, тип уйланым. Шулай ҙа бер көн эштән аҙға ғына бушап торған арала өйгә ҡайттым да уны тәҙрә аша күҙәтергә керештем: кемдәр менән аралаша был, үҙен нисегерәк тота. Ул ишек алдына сыҡты ла урынында тапана биргәс алан-йолан ҡаранып бер яҡ ситкә китте. Мин дә ҡыҙыҡһындым, ҡайҙа, кемгә бара был? Тиҙ генә кейендем дә тегенең артынан төштөм. Ул күп тә барманы, емерек, ташландыҡ йортҡа ҡайырылды ла юҡҡа сыҡты. Инер ҙә сығыр, тип көтһәм дә сыҡмай ҙа сыҡмай. Һипһенә-һипһенә ярым ҡараңғы йорттоң эсенә индем, кирбес өйөмдәре, тағы әллә нимәләр сәсрәп ятҡан коридор буйлап, бүлмәләрҙе теүәлләп, улымды эҙләргә керештем. Күренмәй. Аптырағас һаҡ ҡына тауыш бирҙем: “Улым, һин ҡайҙа?..” Тауыш-тын юҡ. Тағы ҡабатланым да сираттағы бүлмәгә боролдом һәм эт ырылдауына тертләп киттем. Бер аҙҙан күҙҙәрем ҡараңғыға өйрәнгәс эскә ҡараным. Мөйөштәге алам-һөләм өйөмөндә йөндәре ойошоп тәненә һылашҡан бурҙай һөткә тулышҡан имсәкле ҡорһағын өҫ яҡҡа ҡалҡытҡан да йөгөнөкләп туңҡайған улымды ҡосағына алып тартыныуһыҙ имеҙеп ята. Ошоноса мәхшәрҙә эт нисек тере ҡалғандыр, әҙәм затынан булған йәнде ҡайһылайтып үҙенә ҡабул иткәндер, бер Хоҙай белә. Бурҙайҙың улымды ҡаршылыҡһыҙ ҡабул итеүенә ҡарағанда тәүге тапҡыр эшләнмәй был эш. Ә малайым һуң? Моғайын уны был аҙымға шул ҡәһәрле аслыҡ этәргәндер. Шунда уҡ тағы ла ике көсөк ауа-түнә йөрөп ята. Эт яҡынлауымды күргәс мөйөшкә һырынды ла уҫал, янаулы ырылданы. Улым да мине күргәс тороп ултырҙы, һөт сәсрәгән ауыҙын ең һырты менән һыпырҙы. Әммә тороп эргәмә килергә уйламай ҙа. “Кил ҡайтайыҡ”, тип ҡулымды һоноуым булды, теге эт йомғаҡтай йомарланып, уҡтай атылып ташланды ла беләгемә тештәрен батырҙы. Ауыртыуға сыҙамай ҡырағай тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙем. Эттең беләгемде ҡармаған ҡапҡандай эйәктәре ысҡындырырға уйламай ҙа. Ярҙам һорап тағы ҡысҡырҙым, тағы. Шунан ебәрмәҫ өсөн йәбешкән этте һөйрәп тышҡа, яҡтыға тәнтерәкләнем. Минең ярҙамға саҡырыуымды ишетеп килеп еткән патрулдәге һалдат билендәге кинжалы менән киҙәнеп эткә ҡаҙаны ла бил ҡайышын ысҡындырып ҡан урғылған беләгемде һыҡтырҙы. Ыңғыраша-ыңғыраша әйтә һалдым: “Тегендә, эстә, минең улым…” Һалдат йорт эсенә инеп юғалған арала эткә ҡараным, уның йәшәү нуры ҡайта башлаған күҙҙәре миңә нәфрәт менән төбәлгәйнеләр. Бер аҙҙан көсөктәрҙе тотоп килеп сыҡҡан һалдат тегеләрҙе көс менән стенаға бәрҙе. Саңҡылдарға ла өлгөрмәй йән бирҙе мәхлүктәр. Арттан юрғалап эйәргән малайым эргәмә киләһе урынға үлгән этте, көсөктәрҙе йәлләп сеңләп иларға тотондо.
Яра оҙаҡ төҙәлмәй яфаланы. Төҙәлһә лә был ваҡиға ҡурҡыныс төш һымаҡ онотолманы, ваҡыт-ваҡыт иҫләтеп торҙо, әйтеп үткәнемсә эҙһеҙ ҙә үтмәгән икән. Һөйләгәнемде әкиәт итеп ҡабул итмә. Был улымдың насар ҡылыҡтарын аҡларға тырышып сығарған, фантазияға тартым хикәйәт кенәлер, бәлки. Ә йейгән ризыҡтың кеше фиғеленә йоғонто яһауы хаҡында ошо һиңә һөйләгән хәлде аныҡламай ғына киленемә еткергәйнем. Ул шуға бала имеҙеүсене оҙаҡ эҙләне. Был тапҡанын да әйтер инем, ташҡа үлсәйем. Һин мине тыңлайһыңмы, балам?
- Эйе тыңлайым.
- Тыңлаһаң әйтерем шул, кит һин был йорттан. Ҡайтырлыҡ аҡса хәстәрләмәһәң, бына ошоно ал. - Ул яҫтыҡ аҫтына ҡулын тығып төргәк килтереп сығарҙы ла аҡса иҫәпләне. - Биргәнем артығы менән етер. Кешегә бәләмде һалып өйрәнмәгәнмен, быларҙы гүр саҙаҡаһына, тип төйнәгәйнем дә, үлемде саҡҡа ғына кисектереп торорға тура килер. Тик, үтенәм, һуңлап ҡуйма, кит. Беҙ бит кешеләр, шуны онотма, кеше генә түгел, ҡатын-ҡыҙ, быуындар сылбырын киләсәк менән тоташтырыусы һәм бәйләүсе изге зат. Хәләл һөтөбөҙ менән йыртҡыстарҙы түгел, үҙ балаларыбыҙҙы имеҙергә бурыслыбыҙ. Беҙ кешеләр, балам!
- Мин һеҙҙе тулыһы менән аңланым, Надежда Александровна!
Ә ул өҙәрем сәфәрҙә йөрөп талсыҡҡан кешеләй йоҡа усы менән балауыҙ төҫөн алған маңлайын һыпырҙы ла ғәҙәтенә ингән һүҙҙәрҙе ҡабатланы:
- Ә хәҙер, сыҡ, арыным.
Ярты төн ауышҡан. Күҙҙәренә тамсы ла йоҡо ҡунмай. Түшәмгә, билдәһеҙлеккә төбәлгән. Иҙәндә бөгөн кис имеҙелмәгән көсөктәр тамаҡ һорап сыйнап, үрһәләнеп улай-былай йүгерешәләр. Ҡарсыҡтың әйткәндәренән аҙаҡ көсөктәргә яҡынлай ҙа уларҙы ҡулына ала ла алмай. Өшөгәндәй түшәгендә йомарланды. Хас та әсә ҡарынында ятҡан сабый инде. Теге саҡ табип нимә тигәйне әле: «Бала ҡарында барыһын белеп, тойоп ята. Әгәр ул үҙенең кәрәкһеҙлеген, артыҡлығын тойһа тынысһыҙланырға тотона.» Ә ул икһеҙ-сикһеҙ йыһан ҡарынында йомарланған йән әлеге мәлдә кемгәлер кәрәкме, ҡәҙерлеме, танһыҡмы? Юҡ! Ул хайуан кимәленә төшөрөлгән, кәмһенгән, кәмһетелгән артыҡ кеше. Күп аҡса эшләргә, әҙәмсә көн итергә тырышып ниндәй көнгә төштө! Ары былай йәшәргә ярамай! Ярамай! Усына яңыраҡ һатып алған телефонын ҡыҫты. Кәрәкме икән уға телефон? Алғанына бөгөн нисәнсе көн, кемгәлер шылтыратҡаны һәм уға шылтыратҡандары юҡ. Мөҙәрис тә онотто шикелле уның донъяла барлығын. Онотолғас башҡаларға кәрәге бөтә бара, кешеләр донъяһынан алыҫлаша, тимәк. Әллә тоторға ла өйҙәренә шылтыратырға микән? Оләсәһенең, ҡартатаһының хәлен белһә күңел көйөгө баҫылыр ине. Тик нимә тиер? Рәнйетерлек һүҙҙәр әйтеп сығып китте бит.
Шул мәл күҙҙәрен сағылдырып ут ҡабынды. Тертләп ҡалҡты ла одеалы менән тәнен ҡаплап инеү яғына төбәлде. Унда тере ҡарасҡылай ишек яңағына һөйәлеп лаяҡыл иҫерек хужа тора. Ул алға аҙымланы ла тигеҙлеген һаҡларға теләп ҡулдарын йәйҙе, шунан футболкаһын ҡалҡытып йөнтәҫ эсен тырнағас һалынҡы башын ҡалҡытып, ҡан һауған күҙҙәренең ағын әйләндереп иләмһеҙ йылмайҙы:
- Сюрприз, был мин, һинең непосредственный хужаң! Хәлеңде белергә, тип килдем. Нисек йәшәп ята икән имеҙеүсе, мәйтәм. Насар түгелдер, эш хаҡын ваҡытында, һуңлатмай, ғәҙел түләйем. Бурыслы булып өйрәнмәгәнмен. Кемдәрҙер бурыслы, минең генә бер кемгә лә бирәсәгем, бурыстарым да юҡ. Бөгөн, хатта хәҙер үлһәм дә башҡалар алдында намыҫым таҙа. Ә бит кешенең үҙенән аҙаҡ эшләнмәгән өс көнлөк эше ҡала тиҙәр. Ә мин барыһын да теүәлләп бөтөрҙөм, үәт! Туҡта, туҡта! Һин нишләп ҡушылған эшеңде үтәмәйһең? - Ул иҙәндә туңҡаңлаған көсөктәрҙе күргәс йөҙөндәге йылмайыу һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. - Көсөктәр имеҙелмәгән бит? Улар ас! Мин һиңә ни өсөн аҡса түләй тиһең! - Ул кинәт алға ташланды, одеялды ситкә атып бәреп, күкрәксәне матҡып ситкә ырғытты ла сәстәренән һөйрәп уны иҙәнгә быраҡтырҙы. - Имеҙ көсөктәрҙе, кәнтәй!
Карауат яңағына эләгеп сикәһе һыҙырылды, терһәге ҡаҡ иҙән таҡтаһына бәрелеп шаңҡыны. Ауыртыуҙы еңеп кире аяғына баҫты ла ишек яғындағы мөйөшкә һырынды. Хужа ҡамап ҡыҫырыҡлағандай ҡоласын йәйеп килде лә аңғармаҫтан киҫкен хәрәкәтләнеп эсенә һуҡты. Һеңгәҙәткес ауыртыу бер мәлгә генә аңын юйҙырҙы. Ул бөгөлөп төштө, тубыҡланды шунан иҙәнгә ҡоланы. Шуны ғына көткән ас көсөктәр уға ташланды.
Хужа карауатҡа ултырып йәйелде лә күптән күҙәтмәгән танһыҡ тамашаһын кинәнеп ҡарай башланы.
Мейеһен ҡарсыҡтың әйткәндәре тетрәтте: ”Беҙ кешеләр, балам, шуны онотма! Беҙ йыртҡысты түгел әҙәм балаһын имеҙергә бурыслы, Хоҙай Тәғәлә беҙҙе шуның өсөн яратҡан!” Ул асыу менән имсәктәренә һөлөктәй йәбешкән көсөктәрҙе алып ситкә ырғытты ла ҡырағай кейектәй ынтылып өҫтәлдә ятҡан бысаҡты эләктерҙе: - Яҡынлап ҡына ҡара, хәҙер йәнеңде алам! Мин кәнтәй түгел, ҡатын-ҡыҙ, шуны онотма! Бар сыҡ, башҡаса, рөхсәтемдән тыш бында инеп йөрөйһө булма! - Шулай тине лә үҙендә аңлата алмаҫлыҡ еңеллек һиҙҙе, күңелендәге, теге, уны өҙлөкһөҙ түбәнселеккә ҡотортҡан шәүлә-йән ҡайҙалыр сығып осҡайны, был һүҙҙәр таҙарыныу кисергән күңеленән урғып сыҡтылар.
Көтөлмәгән хәлдән шөрләй төшкән хужа телдән ҡалды башта, шунан стена ҡырлатып барып ишек төбөнә еткәс көслөк менән асыуын йотоп әйтте:
- Һинең менән иртәгә һөйләшермен, понятно?
- Беҙҙең һөйләшер-килешеребеҙ юҡ.
- Еще бында, рәхмәт әйтәһе урынға… - тик ир күнегелгән “кәнтәй” һүҙен ысҡындырманы был юлы.
Бер аҙҙан тыштағы иҫерек, иләмһеҙ йыр бүлмәгә үтеп инде:
Человек собаке друг.
Это знает все вокруг.
Понятно всем, как дважды два –
Нет добрее существа...
- Белка, дорогая, единственная моя, кил әле бында, маһ-маһ! Где ты затаилась, спряталась?! Караулишь каждый мой шаг, хочешь отомстить, не получится, потому что кормлю тебя, я твой непосредственный хозяин!
Иртәнсәк илаш-ҡысҡырышҡа һиҫкәнеп уянып китте. Тиҙ генә кейенә һалды ла ишек алдына сыҡты. Баланы имеҙеүсе Валентина, хеҙмәтсе Фәриҙә, актриса Наталья төп өйҙөң күтәрмәһенә баҫҡандар ҙа ҡулдары менән кәүҙәләрен ҡосоп ҡоттары осҡан йөҙ менән келәттәр теҙмәһе эргәһендәге эт ояһының алдына текәлгәндәр. Унда ҡоласын йәйеп салҡан йығылған хужа ята. Муйыны тапҡырында ашъяулыҡ ҙурлыҡ ҡан йәйелгән.
Был ҡот осҡос күренештән юғалып ҡалғанға үҙенең ни ҡылғанын да аңғармай ҡул аяҡтары ян-яҡҡа тырпыраған мәйет эргәһенә яҡынланы. Асыҡ алһыу ҡан табы шулай уҡ аҡ футболканы тотошлайы менән ҡыҙыл төҫкә мансыған, сал сәстәргә яғылған. Ваҡ бураҙналар булып ҡартлыҡ һырҙары сыбарлаған йөҙ ҡағыҙҙай ағарған, хатта ҡан һауған күҙҙәр күкшелләнеп, сафланып киткәндәр төҫлө, улар баш осондағы төпһөҙ зәңгәр күккә асыулы түгел, был ниндәй көтөлмәгән хәл булды әле, тигәндәй аптырап, һораулы ҡарайҙар. Йомро баш артҡа ташланғанғамы дүрткел эйәк юғарыға ҡалҡҡан, муйын тапҡырында тәрән яра эҙе ярылып күренә. Ярылып ҡына ҡалмай, сәйнәп өҙөлгән ҡурылдай ағарып өңөрәйгән. Теге өнһөҙ хеҙмәтсе ултырғыс ҡуйып хужаның баш осонда ултыра. Уның битлеккә тартым, хистәр ҡунмаған йөҙө тыныс, хатта ҡайһылыр кимәлдә битараф. Ситтән ҡарағанда ул мәйеттең күҙҙәрен суҡырға йыйынып уңайлы мәлде аңдыған ҡоҙғондо хәтерләтә. “Үлгәндәрҙең күҙҙәрен йомдоралар ҙа баһа, бынау телһеҙ шул йоланы ла белмәйме икән ни!” Ары мейеһен ҡурҡыныс уй ярып үтте: “Белка башыңа еткән бит һинең, ул үсен алған!” Ысынлап та гел ояһы аяуыҙында ятҡан эт ҡайҙалыр юҡҡа сыҡҡайны. Бәлки ул ҡурҡышынан өңө төбөнә йәшенгәндер. Ҡарашын юғарыға күсергәйне ҡарсыҡ ятҡан бүлмә тәҙрәһендә таныш һынды шәйләне. Китсе, ошоғаса түшәктәге хәрәкәтһеҙ ауырыу аяғына баҫһын сәле! Ҡарсыҡ сарғаланмай ҙа, сәбәләнмәй ҙә, таш балбалдай ҡатҡан да улына төбәлгән. Ҡарашында һыҙланыу һәм тәрән хәсрәт. Яҙмыш сығарған хөкөмдө алдан белгән, уны кисереп күп тапҡырҙар күңеле аша үткәргән кеше генә шулай ҡарай алалыр, моғайын.
Кис еткәс тупһа ауыҙына ултырҙы ла ҡартатаһының телефон номерын йыйҙы. Ул нишләптер яуап бирмәй. Бер аҙҙан сымдың теге осонда оләсәһенең хәлһеҙ тауышы ишетелде:
- Тыңлайым, кем әле һеҙ?
- Оләсәй… был мин шылтыратам…
Теге оста ҡыуаныслы ауаз яңғыраны:
- Балам, бәпесем, һинме был? Алланың ҡөҙрәте, табылдың бит. Әйтә һал, ҡайҙаһың? Ә мин әллә нимәләр уйлап бөттөм.
- Минең өсөн борсолмағыҙ. Уйлап бөттөм, тиһең, ә… ҡартатайым ҡайҙа?
- Ул гүр эйәһе инде балам. Теге һин ебәргән аҡсаға уға матур итеп аҡ таштан ҡәбер ташы эшләтеп ҡуйҙым, тормошо төҫһөҙ булһа ла аҡ таш аҫтында ятһын, ул уға лайыҡ. Миңә лә уның артынан ҡалмай эйәрергә ине лә бит, һине кемгә ҡалдырам тағы? - Яҙмышына үҙе генә хужа кешеләй өҫтәне. - Шуға кисектерҙем әжәлде!
Ары ни әйтергә белмәгәнгә биниһая ваҡыт өндәшмәне лә ғәйебен танығандай әйтте:
- Ғәфү ит, оләсәй… Йыраҡта, бик йыраҡтамын. Әгәр риза булһаң, ҡайтам… Тәүбәгә килдем, аңланым, миңә бары һеҙ генә кәрәкһегеҙ…
- Нишләп кенә риза булмайым ти, ҡайт, көтәм. Ҡайтыуыңа бәлеш бешереп ҡуйырмын. Яратҡан бәлешеңде.
– Рәхмәт… Ял көнө иртәнсәк подъезд ауыҙына сыҡ әле, тотонғосто ҡыуалатып, баҫҡыстарҙы теүәлләп, бик ҡыйын булһа ла. Унда бер егет баҫып торор. Исеме Мөҙәрис. Уға минән сәләм әйт, Дилемма оҙаҡламай ҡайта, тип өмөтләндер...
- Мөҙристе белә инек беҙ.
- Нисек?
- Һин киткәс ул беҙгә килеп йөрөнө бит, аҙна һайын, ял көнө...
- Белә инек, тинең тағы?
- Һуңғы килгәнендә ныҡ ҡына һуҡмыш ине. Ҡартатайың гүр эйәһе булғас минең менән нимә хаҡында һөйләшһен инде, әҙерәк ултыра бирҙе лә һаубуллашып ҡайтып китте. Төшкә яҡын Настёна инәйең килеп инде. Теге, бөгөн һеҙҙән сыҡҡан егетте беҙҙең йорт эргәһендә машина бәреп китте!” ти. Әйткәндәй, ул көнө ҡартатайыңдың етеһе ине, ә Настёна инәйең теүәл ҡырҡынсы көнөндә китте, бер кемгә лә бәләһен һалмай тыныс ҡына китте. Ни хәл итәһең, арты хәйерһеҙ булып сыҡты ҡартатайыңдың үҙе артынан ике мәйетте һөйрәне инде. Беҙҙә ошондайыраҡ күңелһеҙ хәлдәр.
Көтмәгәндә тәне тапма тотҡандай дерелдәргә тотондо, шулай булһа ла һуңғы көсөн йыйып шыбырҙаны:
- Тағы бер үтенесемде, үтә зинһар.
- Әйт кенә.
- Йорттан алыҫ сығып йөрөгәнең юҡ бит әле, хатта фатир эсендә ауырлыҡ менән ҡыймылдайһың...
- Һин тигәндә әпипәгә бейеп китә алам.
- Улайһа такси ялла ла иртәгә үк мин ятҡан балалар табыу йортона бар, белеш, улымды ҡайҙа оҙатҡандар икән, приютҡамы, әллә берәй икенсе урынғамы? Тап та алып ҡайт, уны күргем, имеҙгем, әсә булғым килә. Балам алдында ҡылған гөнаһым өсөн тәүбәгә килдем, өләсәй, тәүбәгә килдем!
Сымдың теге осо тынып ҡалды.
- Нишләп өндәшмәйһең?
- Һуңланыҡ шул. Һин киткәс тә баланы биреүҙәрен һорап унда барғайныҡ, ҡартатайың менән. Өлгөрмәнек. Алып киткәндәр. Уллыҡҡа, тәрбиәгә алдылар, тинеләр. Яҡшы ғаиләгә эләкте тип тә тынысландырған булдылар, йәнә бала өсөн ҡотло, йылы ғаилә атайлы-әсәйле йортта ғына инде ул.
Телефон тотҡан ҡулы сыбыртҡылай һалынып төштө. Ул илап ебәрҙе. Асырғаныулы сеңләү таш ҡоймаларға, тимер ишектәргә ҡаҡлыҡты ла һыйып тора алмай ҡарағусҡылланған Йыһан көмбәҙенә ҡарай осто, эңер юрғанын һиҫкәнеүле тирбәлтеп йоҡоға йыйынған ҙур ҡаланы уятты. Уға язаһын көттөрөп рәшәткә эсенә бикләнгән эттең үҙәк өҙгөс олоуы ҡушылды.