Ир мәғәнәле көлөмһөрәп текәлде:
- Үтәйәсәк бурыстарыңды атап бөтөрмәнем бит әле, ә һин ризалаша ла һалдың!
“Туҡта, нимәгә кинәйәләй әле был ҡарт алаша? Ә-ә-ә, аңлашылды…”
– Я не буду вашей любовницей! - Ҡырт боролоп китергә йыйынды. - Нет, еще раз нет!
– Ой, насмешила, не могу, ха-ха-ха! - Ир юғарыға ҡайҡайып, айға өргән эткә оҡшатып лауылдап көлөп ебәрҙе. Көлөп туйғас кеҫәһенән аҡтан-аҡ ҡулъяулығын сығарып йәшләнгән күҙҙәрен һөрттө. - Һөйәркә тиһеңме? - Ул яңылыш ишетмәнемме икән, тигәндәй ҡабатлап һораны ла йөҙөн етдиләндерҙе. - Үкенескә ҡаршы һөйәркәләр һөйөргә йәш үтеңкерәп ҡалған, ысынын ғына әйткәндә, уларға битарафмын. Кәрәккән хәлдә лә ишаралайым, ымлайым ғына, хәҙер өйөрө менән килеп туласаҡтар. Ошо аҡсаны күрһәтһәм, минең тотош кәүҙәмде баштан-аяҡ яларға әҙерҙәр, кәнтәйҙәр! Бөгөнгө көндә аҡсаның дәрәжәһе шул тиклем дә юғары күтәрелде, уны поптан, әгәр ысынлап та була ҡалһа Алланың үҙенән юғары күрәләр!
- Улайһа ниндәй эш өҫтәмәксеһеҙ?
- Һиҙәм, һин ғорур зат, үҙ баһаңды беләһең. Киленем биргән һорауҙы ҡабатлайым, ҡайһы яҡтан килдең әле һин?
- Вы с Урала, тип кәмһетте киленегеҙ!
- Хе, с Урала?! Она сама кто и откуда? Необразованная, невоспитанная резиновая пустышка, певчая птичка в золотой клетки. Даже немая Фарида лучше этой круглой дуры, мне кажется. В шоу бизнесе все в одно лицо, на вид вроде воспитанные, нормальные, и одеты прилично, чуть капнешь их душу – тфю, противно становится! Ғәфү, бер аҙ ситләштем. Ғорур, үҙ баһаһын белгән затҡа оҡшағанһығыҙ, шуға был ҡалала шөғөл таба алмай, башығыҙҙы юғары тотоп ҡайтып китергә генә ҡала.
Иларға етешеп йөҙөн боҙҙо:
- Кире ҡайтырлыҡ та аҡсам ҡалманы, ярҙам итегеҙ!
- Ярҙам?!
- Бер-ике көндән урамда тороп ҡаласаҡмын... – Йөҙөн ҡушуслап бөгөлөп төштө, яурындары дерелдәй башланы. Ир уның бер аҙ тынысланғанын көтөп сигарет ҡабыҙып төтәргә кереште, әммә ташҡа әүерелгән йөҙөндә йәлләү, ҡыҙғаныу ғәләмәте сағылманы.
- М-да, прискорбно, однако, ну что делать, как говорят французы: “си ля ви”, такова жизнь. Бик теләгән хәлдә лә ярҙам ҡулын һуҙа алмайым. – Теге евроны
алып, күҙҙе ҡыҙҙырырға теләгәндәй елпетә биреп түш кеҫәһенә кире тыҡты. - Ерле юҡҡа аҡса өләшеп ултырырға, мин бит меценат та, хәйриә ойошмаһы ла түгел. Буштың атаһы ҡасан үлде әле? Советтар Союзы менән бергә, ә хәҙер баҙар экономикаһы шарттарында көн итәбеҙ!
- Теләһә ниндәй эште лә эшләргә ризамын. Әйтегеҙ.
- Бурыстарыңды белмәй тороп тамы?
- Эйе. Һөйәркә булыуҙан тыш барыһын да.
- Бына был инде икенсе яуап. Бөгөнгө көндә ер йөҙөндә бар тереклекте хәрәкәткә килтерер бер генә ҡөҙрәтле көс бар, бер тапҡыр әйттем бит әле, ҡабатлайым, ул – аҡса. Аҡса! Шул аҡса өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙерҙәр, хатта бер-береһен һуйыуға ҡәҙәр барып етәләр. Сөнки әҙәм балаһының эске донъяһы, булмышы йыртҡыс, шуны белеп ҡуй, ул - тоҡомһоҙ зат. Эттең тоҡомо бар, ә кешенеке? Тоҡомло эттәрҙе таҙа нәҫел ҡалдырһындар өсөн ентекләп тикшереп һайлап ҡауыштыралар. Ә аҙғын әҙәм балаһы был хаҡта белергә лә, уйларға ла теләмәй. Ҡан ҡатнашып бөттө, бер милләтте икенсеһенән айырырмын тимә. Бына минең киленем уйнаштан бала тапты, быны аныҡ ҡына итеп әйтә алам, иҫбатлау ҙа кәрәкмәй. Тәүҙә ул инглиз бизнесмены менән буталды, ары испан артисы менән һөйрәлде, бындағылар хаҡында әйтеп тә тормайым, ошонан аҙаҡ, баланың кемеһенән икәнлекте бар, асыҡлап ҡара! Килен ишаратының йөҙ-ҡиәфәте зыялы, эсенә иблес оялаған ҡара фәхишә! Ул балаһын икенсе милләт кешеһе имеҙеүҙән ҡурсыған була, ә бәпестең тәнендә нисә төрлө ҡан аҡҡанын бер Хоҙай белә! Фәндә шундай иҫбатлау бар – теләһә ниндәй ҡатын уның менән ҡунған бер ирҙең генын промокашка һымаҡ үҙенә һеңдереп ҡабул итә, берәү икән – берәү, ун икән - ун. Шунан ана шул гендәр күсермәһе толҡатта баланың йәненә күсә, тыуғас йөҙөндә, ҡылыҡ-холҡонда сағыла. Асылда кем булып китә ул йәшәү дәүерендә – әүернә, бүрэт, ер менән күк араһында аҫылынған зат, кеше төйәге менән урманды бутаған ҡырағай йәнлек. Шуға ла миңә тоҡомһоҙ, затһыҙ кешегә ҡарағанда эт яҡыныраҡ, эт ҡәҙерлерәк! Үҙемсә йәшәйем, тинем. Ҡыҙыҡһыныуым, йәғни мине тотошлайы менән арбаған, йәлеп иткән хобби - эттәр үрсетеү, уларҙан яңы тоҡомдар алыу. Ана ҡарағыҙ - ғорурлыҡтарым! -Вольер яғына ымланы. - Мин эттәр донъяһында үҙ кеше, биләгән урыным, баһам бар. - Ир нишләптер “эттәр донъяһы”на баҫым яһаны. – Беҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ, шөғөлдәребеҙ тап килгәндәр менән даими аралашабыҙ, тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашабыҙ. Элек-электән донъя яңғыратып ҡан ҡойоу, йән алыу йолаһы йәшәй. Боронғо Римда гладиаторҙар һуғышын сәнғәт бейеклектәренә күтәргәндәр, уны ҡарарға ер аяғы, ер башынан меңәрләп халыҡ йыйылған. Император Траян гладиаторҙар һуғышын ойоштороу һәм үткәреү йәһәтенән донъя рекордын ҡуйған; ике төркөмгә бүленгән ун мең һуғышсының 123 дауамында бер-береһен үлтереүен ҡарар өсөн генә лә легендар Колизейға көн һайын илле меңдән ашыу тамашасы йыйылған. Аңы томаланып ҡан ҡойоу гипнозына бирелгән халыҡ кешелек сифаттарын юғалтып, ят ауыртыуҙарҙы һәм һыҙланыуҙарҙы һанға һуҡмай йыртҡыс кимәленә төшкән, рим урамдарынан ҡан, тура мәғәнәһендә йылға булып аҡҡан. Шул ҡырҡыу мәлдә, көтмәгәндә, Колизей амфитеатрына Бәләкәй Азиянан килгән христиан монахы Телемах аҡылдан яҙғандай сығып баҫҡан һәм күҙҙәре тонған халыҡҡа былай тип мөрәжәғәт иткән: “Ни ҡылаһығыҙ, ни ҡыланаһығыҙ, аҡылығыҙға килегеҙ, һеҙ бит йыртҡыс түгел -кеше!” Шундуҡ йолҡҡослап ырғытҡандар тегене. Мәгәр ошо батырлыҡҡа тиң сығыш эҙһеҙ үтмәгән, Рим ҡалаһындағы гладиаторҙар алыштарына сикләүҙәр кереткәндәр һәм ваҡыт үтеү менән ул туҡтатылған. Бына шулай, яңғыҙ кеше лә башҡаларҙың йәшәү ағышын үҙгәртә ала ҡайһы саҡ! Барыбер, әҙәм балаһының асылын үҙгәртеү еңел эш түгел, сөнки уға һәр саҡ, иң беренсе “икмәк һәм тамаша” кәрәк, гладиаторҙар алышы икенсеһе менән алмашынған. Испаниялағы корриданы ғына алып ҡара, иҫ китмәле драма, юҡ, трагедия! Тореадорҙың ҡыҙыл сепрәгенә ташланған үгеҙҙе күргәнегеҙ барҙыр? О-о-о, ниндәйерәк ҡабатланмаҫ илаһи күренеш! Ярһыуҙан ҡоторған, бар тереклекте мөгөҙөнә элергә әҙер үгеҙҙең елкәһенә һөңгө ҡаҙала! Берәү, икәү, өсәү… Һуңғы сиктә еңелеп, үлем иҫреге ингән хайуан хәлһеҙләнеп еңеүсенең алдына теҙләнә башта, шунан гөрһөлдәп туҙанлы ергә ауа… Ал ҡан йылға булып аға… Ә бит етеҙ, йылғыр, тореадорҙың да ошо хәлдә ҡалыуы бик тә ихтимал, бик тә мөмкин! Ләкин нисек кенә булһа ла ул был хәүефле спектаклдә ҡатнашырға әҙер, сөнки уға аҡса кәрәк, был килем ҡоло ла аҡсаға табына, аҡса хаҡына үлем менән уйнай, шаяра… Ҡасандыр бөйөк иҫәпләнгән Уильям Шекспирҙың трагедиялары бөгөнгө көндә бер кемгә кәрәк тә, хәжәт тә түгел, сөнки ҡанлы, үлемесле алыштар күпкә мауыҡтырғысыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ. Король Лир, Гамлет, Отелло. Улар әкиәт, миф геройҙары һымаҡ ҡабул ителә. Бөгөнгө тамашасы ҡан көҫәй, ул ҡанға һыуһаған. Ҡандың һарҡыуын күреү, тереклектең һүнә барған ҡарашын күҙләү ҡабатланмаҫ трагедия! - Шул мәлде күҙ алдына баҫтырған ир ҡул һырты менән ауыҙ-моронон һөртөп тамшанып ҡуйҙы. - Эттәр талаштырыу традицияһы ла бар. Дөрөҫ, ул ун туғыҙынсы быуатта уҡ күп илдәрҙә закон тарафынан тыйылған. Әммә беҙҙә йәшәй, уларҙы еренә еткереп ойошторабыҙ, юғары кимәлдә үткәрәбеҙ. Кем күрә лә, кем белә?! Полицияның башы иһә, икенсерәк проблемалар менән ҡатҡан; кеше үлтереү, наркомания, эскеселек, үҫмерҙәр араһындағы енәйәтселек, фәхишәлек сәскә ата ҡайҙа ла. Ошолар менән сағыштырғанда эт талаштырыу – бары балалар уйыны һымаҡ ҡына ҡабул ителә. Шуға беҙҙә эштәре лә юҡ. Ошо, эт талаштырыу бизнесынан мин әллә күпме аҡса эшләйем. Ундай аҡса тураһында һин хыялланырға ла ҡурҡаһың. Ә беҙ уны валюта иҫәбенән көрәп алабыҙ, бер кистә тыңҡыслап кеҫәгә тултырабыҙ. Аллаға шөкөр, тәрбиәләнеүселәрем бик һирәк еңелә, сөнки, тимер мускуллы, аллигатор томшоҡло, йыртҡыс булмышлы, яугир рухлы эттәр бары миндә генә. Башҡа бер кемдә лә түгел! - Ир батырлыҡтарына маҡтанған һуғышсылай маһайып башын юғары сөйөп ебәрҙе. - Әле һин инешләй анау этте күрҙең бит әле. Ул бультерьер. Бультерьерҙың асылын беләһеңме? Уның тәнендә бульдог һәм терьер ҡаны йүгерә. Улар торғаны менән интеллигенттар, ғәҙелдәр, тоғролар, үҙһүҙлеләр, аҡыллылар, хәрәкәтсәндәр! Бультерьерға бағышланған шиғырҙы һөйләйемме? Йәшермәйем, бөйөк шағирҙарҙың бер шиғырын да яттан белмәйем, ә был юлдар онотолмаҫлыҡ булып хәтеремә уйылғандар. Китап уҡырға яратманым, һәм яратмайым. Шулай ҙа мәктәп эскәмйәһенән үҙ иткән образым - Гоголдең «Мертвые души»һындағы Ноздрев. Шул Ноздрев бисәләрҙе түгел эттәрҙе иркәләп көн итә бит… Берүк ғәфү, ситләшеңкерәп киттем. Тыңла! - Ир тороп аяҡтарын кирә баҫты ла илһамланып ҡоласын йәйеп ебәрҙе:
Бультерьер - покатый профиль,
Красоты – необычайный.
Ласки он наверно просит,
Взглядом красным и печальным.
Вида ты его не бойся,
Подойди, погладь за ухом.
Тут же завиляет хвостик,
И тебе он станет другом.
Он ранимый - он не «крыса»,
Оскорблений не выносит.
Он хоть белый, не пушистый
Но в душе пушистей кошки.
Нисегерәк шәп яңғырай, ә? Тот та ошо шиғырға эт хаҡында моңло йыр, юҡ, марш йә оратория яҙ! - Ситтәге эт ояһына ымланы. - Мин был этте башҡаларҙан айырып тотам, аристократтар нәҫеле ситлек эсендә түгел, иректә йәшәргә тейеш! Тағы әтнәкә шунда, был кәнтәйҙең ише бар ине. Бик көслө, йыртҡыс фиғелле терьер. Башҡаларҙы аямай йолҡҡослап ырғыта, ә үҙ кәнтәйенә наҙлы, мәрхәмәтле. Ысын рыцарь! Шул Бармалей ҡушаматлы терьер яңыраҡ турнирҙа көтмәгәндә еңелде лә ҡуйҙы бит! Быҙау ҙурлыҡ немец овчаркаһы абайламаҫтан алҡымынан алып өлгөрҙө лә ысҡындырмай быуып үлтерҙе. Овчарка, тинем, эттәр иерархияһындағы түбән ҡатлам йән эйәһе бит ул, уның исеме лә «овец» һүҙенән алынған, йәғни һарыҡ көтөү өсөн тәғәйенләнгән нәмә. Әрәм итте, ҡороғор, хәйерсе, минең аристократты! Бармалейҙың еңеүенә ышанып кассаға һалған миллиондан ашыу аҡсам теге овчарка хужаһының кеҫәһенә төшөп ятты. Аҡса нимә генә, бөгөн - бар, иртәгә юҡ, этем йәл. Шул мәлдән алып ошо кәнтәй эсенә бикләнде, ирәбелеген юғалтты, миңә һаҡ, шиксел ҡарай. Үс һаҡлаған төҫлө лә күренә. Бультерьерҙың бер насар ғәҙәте бар, хыянатты онотмай, иртәме-һуңмы ҡон ҡайтарыусан. - Үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы. - Хыянатты эттең эте онотмай. Кеше нишләптер кисерә, ғәфү итә. Бына минең малай, мәҫәлән, аҡса эшләйем, тип өйгә ҡайтып ингәне юҡ, кемгәлер ышанып ҡатынын ҡалдырған. Шул аҡсаны бындағы йөрөмтәл бисәһе туҙҙыра, туҙҙырып ҡына ҡалмай, ғаиләле була тороп, әсәлеген онотоп, асыҡтан-асыҡ эргәһендә бөтөрөлгән бисәкәй ирҙәр менән уйнаш итә. Ә минең малай бер ҡатлы, ышаныусан. Ул ҡайтып төшһөн әле, бындағы һеперткеһе уны фәрештә фиғеле менән ҡаршы аласаҡ. Күр ҙә тор. Ошонан аҙаҡ ышан инде ҡатын-ҡыҙға! – Ҡаты итеп һүгенде лә кеҫәһенән ҡабаттан “Мальборо” сигаретын сығарып тоҡандырҙы, тәрән һурып тарта башланы, бер аҙҙан тынысланды шикелле, йөҙөнә һаран йылмайыу сығарҙы - Әммә был эттең үсле текәлеүенән тамсы ла ҡурҡмайым. Нимә эшләй ала ул?! Мин уның хужаһы, ашатам-эсерәм, аҫрайым.
Маҡтаулы ошо кәнтәй ике көн элек донъяға дүрт көсөк килтергәйне. Тик бәлә шунда эт көсөктәрен имеҙә алмай. Имсәктәрендә тамсы ла һөт юҡ. Әллә теге ҡайғыһынан һуң һөтө ҡасып имсәктәре ҡорономо - белмәҫһең. Заман ахырыһы етһә ҡатын-ҡыҙҙың күкрәгенән һөт ҡасыр, балалар аслыҡтан интегер тигәнде ишеткәнем бар ине. Кейектәрҙең кейектәре шул ҡазаға тарығас ысынлап та ахрызаман еткәндер. Ысынын әйткәндә, ахрызаманда йәшәйбеҙ, ҡиәмәт көнөн көтәһе генә ҡалды. Минең дә бер аҙ хатам барҙыр, тим, һуғышсан тоҡом алам, тип селекция эштәрендә эттең әсәлек сифаттарын һанға һуҡмағанмын. Көслө тештәр, уҡтай тырнаҡтар алыш өсөн яратылған, ә бына был кәнтәй ябай ғына шөғөлгә, көсөктәрен имеҙергә эшкинмәй. Бында бер көсөкләгән кәнтәй бар барлыҡҡа, тик, яттарҙы алыу ҡайҙа, яҡын да юлатмай. Ошонан аҙаҡ уларҙы аңһыҙ, тип әйтеп ҡара инде. Бурысың - шул көсөктәрҙе имеҙеү. Улар һинең менән бер бүлмәлә йәшәйәсәк, асығып аяҡтарың аҫтында урала башлаһалар алаһың да имеҙәһең, бары шул ғына.
Көтөлмәгән тәҡдимдән шаңҡып ҡалды, яңылыш ишетмәнемме икән, тигәндәй иргә аптырап текәлде. Теге ни, иҫе лә китмәй, уны ашарҙай булып яуап көтөп ташбыҡ күҙҙәрен секрәйтеп һөҙөп ҡарай. Нимә тип яуап бирергә? Баш тартһа эшһеҙ урамда тороп ҡала, ризалашыр ине үҙ балаһынан баш тартып бында кил дә эт фиғелләнеп йән аҫыра инде. Ул көсөктәрҙе түгел үҙ сабыйын имеҙеп ҡарағаны юҡ. Ниндәйерәк тойғо кисерә икән бала имеҙгән әсә? Теге саҡ, балалар табыу йортонда йәнәш карауатта ауылдан килгән ҡатын ятты. Уның сабыйын ҡабул итергә теләмәүен ишеткәс әрләмәне лә өгөтләмәне лә, әммә үҙ алдына һөйләнгәндәй әйтеп ҡуйғайны: “Күкрәк һөтө аша сабый әсәһе менән бәйләнешкә инә. Был Йыһан кимәлендәге илаһи бәйләнеш. Уны өҙһәң һуңынан ауыр буласаҡ һеңлем, шуны онотма…” Был бәйләнеш уға нимә алып килер? Уның бала имеҙгән әсәне һүрәтләгән картиналарҙы күргәне бар. Ниндәйҙер йылылыҡ, яҡтылыҡ, бөркөлә һымаҡ уларҙан. Әсәнең йөҙө эске кисерештәрҙән нурланған, унан, эске наҙ, ҡот бөркөлә төҫлө. Шул картиналар эргәһенән китә алмай торғаны бар. Ә бына ул үҙ балаһынан баш тартты, хатта күрергә лә теләмәне. Юҡ, күргеһе килде уның, бик килде, тик үҙен еңер көс тапты. Күрһә, яҡынлатһа ары баш тарта алмаҫмын, тип ҡурҡты. Ә бит балаһы мөхәббәттән яралмағайны, ул бары алданыу, хаталаныу емеше ине… Хәҙер килеп имсәктәренә эт мороно ҡағылырмы? Ҡырағай, башҡа һыймаҫлыҡ, мөмкин булмаҫлыҡ хәл. Ни ҡылырға?
- Йә, әйт һүҙеңде!
Уйланмаған яуап ысҡындырыуҙан ҡурҡҡандай усы менән ауыҙын томаланы.
- Теләмәйһең икән, сараһыҙламайым.
Балта тотҡан йәлләт алдындағы түмәргә башын һалырғамы-юҡмы, тигәндәй урынында бәүелеп, икеләнеп ҡалды, күңелен өләсәһе әйткән һүҙҙәр йыртып үттеләр: “Ни тиһәң дә, эт эт инде...”
Ауыҙын томалаған ҡулын сыбыртҡылай һалындырҙы:
- Мин... мин... белмәйем, әлегә әйтә алмайым.
- Әлегә әйтә алмаһаң яуабыңды иртәгә иртән бирә алаһың. Тик көсөктәр ас, оҙаҡ көтә алмайым. Тағы эш эҙләүселәр эт тубығынан, һин баш тартһаң икенселәр бар. Мең евро урамда ятмай. - Кеҫәһенән теге евроны килтереп сығарып бяғылай танауы осонда елпетте. – Һин теләмәйһең икән, теләүсе табылыр.
“Әгәр иртәгә тиклем ҡалдырһам берәйһе килеп ҡуйһа? Был теге ҡурсаҡ ҡатын ише һайланып тормаясаҡ, көсөктәргә ниндәй һөт булһа ла барыбер. Мине бында кем күрә лә кем белә. Ваҡытлыса, бер аҙ аҡса эшләгәнсе, йүнле урын тапҡансы ғына ҡалып торормон да китермен.”
- Риза… - Язаға хөкөм ителеп яҙмышына күнгән ихтыярһыҙ тотҡондай шулай тине лә йәлләт түмәренә һалғандай итеп башын түбән эйҙе.
- Килештек! – Ҡул бирешкәнгә оҡшатып евроны усына шапылдатты. - Хәҙер һин йәшәйәсәк торлаҡҡа инәйек, беренсе имеҙгәнеңде ҡарап инанырға тейешмен, көсөктәр һине ҡабул итерҙәрме әллә юҡмы.
- Мин үҙем. Зинһар… - Түштәрен тәү осраған ир алдында яланғасландырыуын күҙ алдына килтергәнгә иҫен йыйып өлгөрөп, сәбәләнеп ҡулдарын болғаны. - Нисек тә ҡабул итерҙәр.
- Әйҙә-әйҙә, тартынма, атла алдан, һин ялланғанһың, мин аҡса түләп яллағанмын.
- Өйрәтермен, тинем бит...
- Урынһыҙ һүҙ бутҡаһын бешереп бесәй сысҡан уйнамайыҡ. Лучше один раз увидеть, чем сто раз слышит, тиҙәр беҙҙә, бөтәһен дә үҙ күҙҙәрем менән күрергә тейешмен.
Бойорғандай итеп тамаҡ төбө менән әйтелгән һүҙҙәргә буйһондо, буйһонмай ни генә ҡылһын?! Балтаһын юғары күтәргән йәлләт һелтәнгәнен тойопмолор, башым урынында микән, тигәндәй сикәләрен ҡушусланы ла тыны быуылғандай муйынын ыуҙы.
Теге өкәлтәк янына килделәр. Инделәр. Бүлмә тар ғына: бер кеше йоҡламалы карауат, ишек төбөндәге һыуытҡыс, түр яҡтағы бәләкәй телевизор, өҫтәл, ике ултырғыс саҡ һыйған, баҫып торор урын ҡалмаған тиерлек. Бүлмәгә тын алғыһыҙ булып эт еҫе тулған.
Улар инеү менән карауат аҫтынан аҡһыл һоро йомарсыҡтар тәгәрәшеп килеп сыҡтылар ҙа йәлләнес сыйнап, ирҙең аяҡтарына һырылып, балаҡтарын төрткөләргә тотондолар.
– Нишләй йәнкиҫәктәр, ҡәҙерлеләрем: Кобра, Пират, Дружок, Принцесса! Асыҡтығыҙмы? Хәҙер туйғансы һыйланырһығыҙ, һеҙҙең тамаҡты ҡайғыртып имеҙеүсе ялланым. - Иҙән уртаһында аяҡтарын кирә баҫып бөйөрҙәренә таянған ир хужаларса күрһәтмәһен бирҙе. - Футболкаңды сис тә ултырғысҡа ултыр… Ҡайһы ҡатындың бюстгальтер аша имеҙгәнен күргәнең бар… Уны ла һал!
Кейемдәренән ҡотолдо ла ҡулдары менән түштәрен йәшереп боҫормаланы.
Ымһындырғыс нәфис, һөттәргә тулышҡанлыҡтан тығыҙ булып өҫ яҡҡа ҡарай тырпайған имсәктәрҙе күргән ирҙең күҙҙәрендә ҡырағай осҡондар бейене, ул һалпыш ирендәрен сәпелдәтеп тамшанды, мауыҡтырғыс күренештән арына алмай ыуаланып урынында тапанды. Хатта ҡайһылыр мәл яңы һауған һөт еҫен тойомлап сабырлығын юғалтҡан үгеҙ быҙау ише танауын юғарыға сөйөп еҫкәнгәндәй ҙә итте. Ниһайәт теләр-теләмәҫ кенә ысынбарлыҡҡа ҡайтып хәле бөтөп шыбырҙаны:
- Кил әле, һәрмәп ҡарайым, һөтлөһөңмө икән?.. – Бер түште тотоп алып, ос яҡҡа ҡаратып һыҡҡайны бурҫлаҡ йөҙгә һөт сәсрәне. – О-о-о, бына ниндәй йомартһың икән, ҡарап тороуға түштәрең бәләкәй булғас бындайҙы уҡ көтмәгәйнем. Здорово, значит в данном вопросе проблем не будет. – Ҡул һырты менән биттәрен һөрттө. - Хәҙер ике ҡулыңа ике көсөктө ал да түшеңә терә… Бына шулай… Төшөнмәнеләр шикелле, ҡана бир әле. - Ул сыйылдатып көсөктәрҙең берәүһен алып ауыҙын шаҡарҙы ла имсәк осон ыржайған тешле талымһыҙ ауыҙға тыҡты. - Ҡара, имә лә баһа, имеү генә түгел, рәхәтләнә, кинәнә… - Ир стриптизға тартым тамашаны аҙағынаса күрергә теләп ултырғыс тартып уның алдына сүкте. Бер аҙҙан оло кинәнес менән икенсе имсәкте остай һалып сираттағы көсөккә ҡаптырҙы.
Ас көсөктәр талпандай ҡаҙалып уның имсәктәрен генә түгел, йәнен, көсөн, ҡарыуын, йәненең төбөндә йәшеренеп ҡалған кешелек, әсәлек сифаттарын да һуралар төҫлө. Бына икәүһен имеҙҙе, уларҙы сираттағылары алмаштырҙы. Былары тағы ла әрһеҙерәк, бәйелһеҙерәк ҡыланалар. Уны ҡапыл үҙе лә аңлата алмаҫлыҡ хайуани хис биләне, әйтерһең дә эттәрҙең булмышы тәненә күсә бара, күсә бара, күсеү генә түгел ҡатын-ҡыҙ булмышы кәнтәй эт тойғоһо менән аяуһыҙ ҡыҫырыҡлана… Ул ырылдауға тартым ыңҡылдауын эскә йотоп башын эйҙе, сикәләрен ҡайнар күҙ йәштәре бешерҙе.
- Булды, әлегә көсөктәр туйҙылар, улар ризалар. Бел, был һинең төп бурысың, ҡалғандарына иғтибарһыҙыраҡ булһаң да минең тарафтан етешһеҙлектәрең ғәфү ителер, ә был эште мәлендә, ваҡытында еренә еткереп башҡарырға бурыслыһың, шулай итеп ике фекерҙең береһендә туҡталып ул һайланды, дилемма уңышлы хәл ителде! – Ир күргәненән ҡәнәғәт ҡалған тамашасы ише сығыу яғына ҡарай туйтаңланы.
Яңы урында, яңы шарттарҙа ике айҙан ашыу йәшәп тә ташланы; ишек алдындағы наҙлы ләлә сәскәләрен күпереп атҡан сирендәр алмаштырҙы, сирендәрҙе – аҡһыл-ҡыҙыл пиондар, ҡапҡаға яҡын итеп ике яҡлап ултыртылған тирәктәр хәҙер мамыҡ осороуҙан туҡтап япраҡтары ҡарағусҡыл йәшел төҫкә инделәр, тимәк һиҙҙермәһә лә миҙгел әкренләп көҙ хаҡимлығына инә бара, шулай булмаһа йылы, сыуаҡлы көндәр төндә һалҡынға әүерелмәҫтәр ине. Үҙгәрешһеҙ, яңылыҡһыҙ, бер иш, ҡыуанысһыҙ көндәр ағыла торҙолар, шулай булмай тағы, ундай тойғолар әҙәм балаһына хас, ә ул – көсөктәр имеҙеүсе кәнтәй. Көсөктәрҙе хәҙер исемдәре менән таный. Ҡушылған исем туранан-тура тере йәндең ҡылыҡ-фиғелендә сағылалыр ул: Кобра менән Пират саманан тыш әрһеҙҙәр, бәйелһеҙҙәр, Дружок менән Принцесса тегеләрҙең киреһе. Имеҙеүҙән тыш көндәлек бурыстары артыҡ ҡатмарлы түгел, былай ҙа ялтлап торған коттедж бүлмәләрен тәртипкә килтерә, икенсе ҡаттағы бәләкәй бүлмәлә тар карауатта һенағастай ҡатып ятҡан ҡарсыҡтың эске күлдәген, түшәген ике көнгә бер алмаштыра, “утка” ҡуйып кесе, оло ярауҙы сығарып түгә. Хәжәт шөғөлө менән булашыу көсөктәр имеҙеүгә ҡарағанда күпкә еңелерәк тә, мәғәнәлерәк тә һымаҡ тойола. Ҡалған ваҡытыңды теләһә нимә эшлә, бер кем һине борсомай, тик бер генә шарт - өйҙө хужаның рөхсәтенән тыш ҡалдырырға тейеш түгелһең, сөнки көсөктәр теләһә ҡайһы ваҡыт имсәк таптырыуҙары ихтимал. Иң ауыр, йәненә тейгән, язаға тиң шөғөл - шул асмәйелдәрҙе ҡәнәғәтләндереү. Хужаның килеп инеп тартыныуһыҙ күҙәтеүе бигерәк түбәнһетә. Шул мәлдә үҙен ошо көсөктәрҙе тыуҙырған кәнтәй хәлендә тоя. Ҡайтып ҡына китер ине, ул бында ҡул-аяғы менән бәйле, йәшәр, тамаҡлыҡ аҡса эшләр урыны ошо. Урамда тороп ҡала алмай бит. Тағы шул саҡлы аҡсаны уға кем тотторһон? Юллығын туплап ҡайтып та китә ала, әммә тегендә уны маңлайына юйылмаҫлыҡ кимәлдә яҙылған хәйерселек һәм юҡлыҡ көтә. Ҡайҙалыр уҡығайны, бер ҡарт ҡиммәт хаҡҡа утын һатып көн күргән, ә ул әҙерләгән утынды кешеләрҙе инквизиция усағында өтөү өсөн ҡулланғандар, һуңғы сиктә уның үҙен яндырып үлтергәндәр. Һәр ҡылынған гөнаһ, ҡырын эш иртәме-һуңмы, кемдәрҙеңдер тарафына ырғытылған бумеранг ише кире әйләнеп ҡайта. Теге алған эш хаҡының ҡап яртыһын бер нисә көн үткәс, евроны һумға әүерелдереп почта аша оләсәһенә һалды, мәгәр, шатлыҡ, ҡәнәғәтләнеү тойғоһон кисермәне. Аҡсаларҙан эт еҫе килгән һымаҡ тойолдо уға.
Хужаның ҡайҙалыр, билдәһеҙ тарафҡа сығып олаҡҡан улы ҡайтып күренгәне юҡ әлегә, ә бына йәш ҡатын, күңеленән уны актриса, тип атаны, теге бәйнәт ҡарсыҡ уны шыпа ла ғына тиңһенмәйҙәр һымаҡ, түбәнһетеп ҡарайҙар төҫлө. Ҡатындың исемен дә белә – Наталья, әммә ул уға бары актриса ғына булып ҡалды һәм ҡала. Үҙен юғары ҡатлам кешеһенә хисаплаған шул актриса күп ваҡыт уны күрмәмеш булып ҡылана, ә бына ҡарсыҡ тәү баштан ҡырыҫ, уҫал мөғәмәләлә. Актрисаның һауаланыуын аңларға мөмкин, сөнки телевизорҙан уны бик йыш күрһәтәләр, даны бар, бик популяр. Ҡарсыҡ кем һуң: йоҡа, таралып барған һалам сәсле, ҡаҡлаған, кипкән тәнле, үлек йөҙлө бер шәүлә, ҡарасҡы инде шунда. Бары мөсһөҙ тәнендә йән барлығын раҫлап күҙҙәре генә тере ҡуҙҙай көйрәп яналар. Тәүге көндәрҙә өҫтөн, түшәкте алыштырғанда ауыртыуҙан йөҙөн ғазаплы сирһа ла зарланыу өнөн сығарманы. Әллә телдән ҡалғанмы был, тигән уйы нығынып та өлгөрмәне, ике аҙна тигәндә был ап-асыҡ итеп һораны, “Һин ҡайҙан?” Яуапты ишеткәс әсе ҡапҡандай йоҡа иренле ауыҙын бөрөштөрҙө: “Ер аяғы, ер башынан килгәнһең икән. Нимәңде юғалттың бында?” Сәйер, нисәнсе көн уны баға, ә ул мәғәнәһеҙ һорауын бирә. Хужа хаҡлылыр, был ысынлап та склероз, деменция, ҡартлыҡ маразы*, менән яфаланалыр. Тағы ла бер аҙнанан ҡарсыҡтың аҡылының теүәллегенә инанды, тумбочка өҫтөнә емеш һутын ҡуйып сығырға ғына йыйынғайны, итәғәтле тауыш туҡтатты:
- Ултыр әле, балам? – Быларҙы үҙ итеп, яҡын итеп әйтте.
Уға оләсәһе шулай яратып өндәшә ине. Көтөлмәгән тәҡдимде нисек ҡабул итергә лә белмәй аптыранып тора ине үтенес ҡабатланды:
- Эт балаларын имеҙергә өлгөрөрһөң, бер аҙ янымда булып, яңғыҙлығымдан арындырып сыҡ. - Тимәк ҡарсыҡ уның икенсе шөғөлө хаҡында ла хәбәрҙар.
Әйтелгәнде һүҙһеҙ үтәне.
– Аҡылдан яҙған әбей, уның бытылдауын тыңлама, тигәндәрҙер инде һиңә минең хаҡта, шулаймы? Әйтмәһәң дә беләм, шулай тигәндәр. Бөгөн аҡыллыларҙы һантыйға иҫәпләр заман килде шул. Ер шарында кешеләргә йәшәр өсөн ышыҡ урын ҡалмай бара, уны аҡса, байлыҡ, эт фиғеллеләр ҡыҫырыҡлай. Аҡса хаҡимлыҡ иткән ерҙән ғәҙеллек, хаҡиҡәт, бер-береңә булған әҙәмсә мөнәсәбәт ҡаса… - Ҡарсыҡ эргәһендәге һауытҡа һут сайпылтып ирендәрен сылатты ла, таралып һибелгән сәстәрен рәткә килтерҙе. - Мин элек уҡытыусы инем. Күптән исемем менән мөрәжәғәт итеүсе юҡ, шулай ҙа әйтәм, Надежда Александровна мин.
- Мин дә уҡытыусы. Институт бөтөрҙөм.
- Уҡытыусы, тиһеңме? Ышанғым килмәй! Һине кем уҡытҡандыр ҙа, унан ниндәйерәк һабаҡ алып сыҡҡанһыңдыр. Ғәжәп. Хәйер, кешенең эт хәлендә йәшәүендә, мал кимәленә көн итеүендә ул ғына ғәйепле түгел, уны уратҡан мөхит, йәмғиәт ғәйепле. Ә хәҙергә сыҡ, мин арыным.
- Бәлки һеҙгә берәй нимә кәрәктер?
- Кәрәкмәй.
- Бәлки, тәмлекәс ашағығыҙ киләлер, һеҙҙең рөхсәттән эргәләге супермаркетҡа барып килә алам.
- Ғәҙәти ризыҡ күңел аҙығын алыштыра алмай. Әйттем бит, бер кемде лә күргем, бер кем менән дә аралашҡым килмәй, бары шул ғына. - Шунан ҡысҡырып әйтелмәгән, йәненә тынғылыҡ бирмәгән уйын асыҡтан-асыҡ йомғаҡланы булыр. - Иң ауыр, дауалап булмаҫлыҡ сир - төңөлөү һәм яңғыҙлыҡ, тип атала, ҡот осҡос төшөнсә ул яңғыҙлыҡ.
- Атлап, йүгереп йөрөһәм дә мин дә бит яңғыҙ.
- Парҙарынан айырылып аҙашҡандар менән ер өҫтө тулған, әхирәттәгеләр генә интекмәйҙәрҙер ул яңғыҙлыҡтан, мин шулай уйлайым.
Йомошһоҙ һерәйеүҙе килештермәгәнгә еүеш сепрәге менән тәҙрә төбөн һөртөргә керешкәйне бойороуға оҡшаш өндәшеүҙе ишетте:
- Бер үҙемде генә ҡалдыр ҙа сыҡ! – Икеләнеп ҡалыуҙы күргәс өҫтәне. – Сыҡ, тинем бит!
Иртән иртәнсәк көсөктәрҙе сиратлап имеҙҙе лә төп өйҙө йыйыштырырға, тип ишек алдына сыҡҡайны һуҡмаҡта арҡыры ятҡан Белканы осратты. Эт ҡымшанмай ҙа, күмерҙәй ҡара күҙҙәрен уҫал баҙлатып уға үсле төбәлгән. Яҡынлағас өнһөҙ генә осло аҙау тештәрен ыржайтып күрһәтте. Ҡурҡып артҡа сигенде, ярҙам, яҡлау өмөт итеп ян-яғына ҡаранды һәм беседканан алыҫ түгел ошо хәлде ҡыҙыҡһынып күҙәткән өнһөҙ хеҙмәтсене күрҙе. Ул да һөжүм итергә йыйынып уҡталған бурҙайға оҡшаған. Бына был икәү дәррәү ынтылып ташланырҙар ҙа уны өҙгөсләп, йолҡҡослап ырғытырҙар. Бер аҙҙан хеҙмәтсе битлек йөҙөн тартыштырып мәғәнәһеҙ йылмайғандай итте лә кәүҙәһенә тап килмәгән нәҙек тауыш менән киҫәтте: “Бынан ары был эттән берүк йырағыраҡ йөрөргә тырыш, ни тиһәң дә ул һинең көндәшең, шуға аңғармаҫтан ҡонон ҡайтарыуы бар, көсөктәрҙе имеҙеүеңде күрмәһә лә тәнеңдән уларҙың еҫен тойомлайҙыр.” Ғәрлектән аҫҡы ирендәрен ауырттырғансы тешләне, әммә бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
Кис еткәс бүлмәһенә бикләнде лә тәҙрә ҡорғанын тартҡандан һуң сисенеп ташлап ҙур кәритәгә алдан әҙерләп ҡуйған йылымыс һыуҙа йыуынды, тәнен ауырттырғансы, ҡыҙартҡансы һабынлы йыуғыс менән ышҡыны. Йыуынып бөткәс ентекләп тикшерергә кереште - беләктәрен, яурынбаштарын, кейгән кейемдәрен берәмтәләп еҫкәп сыҡты. Ят еҫте тапманы. Хәйер, бында тәү тапҡыр ингәнендә эт еҫе танауын ярып алып бара ине, хәҙер уны тоймай ҙа, тимәк әҙәм балаһы эшләгән эшенә генә түгел, эргә-тирәһендәге еҫкә лә күнегә бара. Теге ҡарсыҡ менән актриса бәлки шуның өсөн уны яҡынлатмайҙарҙыр? Инәнән тыума яланғас көйө башта диванға бөршәйеп ултырҙы, шунан хәлһеҙләнгәндәй, быуындары тотмағандай иҙәнгә шыуып төштө. Шуны ғына көткән көсөктәр карауат аҫтынан тумарлап килеп сыҡтылар ҙа янында уралғылай башланылар, еүеш морондары менән тәненә ҡағылалар, аяҡтарына үрмәләп менеп түштәренә үреләләр хатта. Йөрәген әрнеүле уй ярҙы: “Ысын хайуанға әүерелдем ниһайәт…”
Аҙағы бар.