Бына ул сабыйын балалар табыу йортонда ҡалдырып, зәғиф оләсәһен, ҡартатаһын яҙмыш ҡосағына ташлап ят, билдәһеҙ тарафҡа китеп бара, юҡ китмәй, тамырынан ысҡынған ҡамғаҡтай осраҡлы иҫкән ел ыңғайына тәгәрәй. Уңырмы, туңырмы – уныһын бер Хоҙай белә. Әҙәм балаһының асылы шулай ҡоролған - үҙенә ҡыйынлыҡ килгәндә иң башта Алланы иҫенә төшөрә лә бәләнән ҡотолһа уның барлығын онота. Тәүге тапҡыр уның ирендәренән дә: “Тәңрем, хәйерле, бәлә-ҡазаһыҙ юл һал алдыма!” теләге һығылып сыҡты. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аҙағынаса төшөнөп етмәһә лә руссаны башҡортсаға ҡушып ебәреп арыу ғына һөйләшә, аралаша ул, ни тиһәң дә ҡартатаһының, өләсәһенең тәрбиәһе, тағы филология факультетын тамамланы.
Поезға ултырырға саҡырҙылар. Арыған кешеләй аяғүрә баҫты ла өҫ-башын тәртипкә килтергәндән һуң ауыр сумкаһын һөйрәп башҡа сығыусылар артынан эйәрҙе.
Ер аҫты юлында таш иҙәнгә ҡатырға киҫәге түшәп хәйерсе ҡарсыҡ бөршәйгән. Һөйәк тә тиренән хасил сырыш йөҙҙә, хис тә, кисерештәр ҙә сағылмай, бары унда юйылмаҫлыҡ кимәлдәге ғазап төҫмөрләнә. Таш ҡапсыҡта һыуыҡтыр, өҫтөнә йышылып бөткән болонъя куртка кейеп алған. Уны иғтибарға алыусы, янында туҡталыусы юҡ. Ҡарсыҡ ҡыуарған ағастай тырпайған бармаҡтары менән керләнә барып төҫөн юғалтҡан яулығының ситенән күренеп туҙыраған сал сәстәрен тәртипкә килтерҙе лә танығандай төбәлеп уға усын һондо:
- Алыҫ юлға йыйынғанға оҡшағанһың, ҡыҙым, - ғәжәбенә ҡаршы, подъезд ауыҙындағы һынсыл Настёна ҡарсыҡ әйткән һүҙҙәрҙе ҡабаттан ишетте, - Алла йөҙөндә мине риза итеп хәйер-саҙаҡаңды биреп кит.
Саф башҡортса итеп әйтелгән һүҙҙәрҙең эстәлеген тулы мәғәнәһендә төшөнөп етмәгәнгә кире яуапланы:
- Глубоко ошибаетесь, бабушка, вы не богиня, вы всего лишь рабыня! – Шул һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң кеҫәһе төбөндә сылтыраған тиндәрҙе ҡарсыҡтың алдындағы ҡағыҙ ҡумтаға ырғытты.
- Дөрөҫ әйтәһең, балам, мин Алла түгел, бары уның күндәм ҡоло ғына, ә Бөйөк Тәңре ана шул иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡолдары менән көслө. – Тиндәрҙең ваҡтарын ҡумтаһында ҡалдырып ҡалғандарын куртка кеҫәһенә йәшерҙе. - Алла ярлыҡаһын үҙеңде!
Алам-һоламға төрөнгән ҡарсыҡҡа ерәнгәндәй ҡараны ла ҡабаланып ары атланы.
Китә биргәс уны билдәһеҙ көс кире ҡайырылырға мәжбүр итте. Туҡтаны ла уңайһыҙланған ҡиәфәттә һораны:
– Инәй, әйт әле, ниндәй һүҙ ул тәүбә?
Ҡарсыҡ бәләкәй күҙҙәрен селт-селт йомоп секерәйтте:
– Ул һүҙҙе кем әйтте, һиңә, ҡыҙым?
– Оләсәйемдән ишетһәм дә төшөнмәгәйнем.
– Ҡылған гөнаһтарыңдың кисерелеүен һорап Аллаға мөрәжәғәт итеү, унан ғәфү һорау, йәғни, тәүбәгә килеү...
– Поняла… Ә Аллаға нисек мөрәжәғәт итергә һуң?
– Намаҙ уҡы. Һинең уй-теләктәреңде намаҙ аша Тәңре ишетер. Намаҙ уҡыған кешеләрҙе әхирәттә ожмах көтә.
– Тимәк бөтә муллалар ҙа теге донъяла ожмахҡа эләгәләрме?
Хәйерсе ҡарсыҡ тешһеҙ ауыҙын мөйтәңләтеп бер килке һүҙһеҙ ултырғас уфтанып ҡуйҙы:
– Аллаға ихлас табынып ҡөръән уҡый белгәндәре генә, иманлылары ғына, балам. Бөгөн бит кемдең гөнаһлы, кемдең изге, кемдең әтрәгәләм, кемдең мулла икәнлеген айырыу мөмкин түгел. Буталды ахрына терәлгән замана, ерҙән мәғәнә, ҡот, бәрәкәт ҡасты.
Алйыған әбейҙең аңлашылып бөтмәгән фәлсәфәһен тыңларға теләмәгәнгә күрә тәгәрмәсле сумкаһын һөйрәп ары атланы, күңелен ыңғайы бер аҡланыу уйы йыбырлатты: «Алла алдында ниндәй ғәйебем булһын?! Никого не убивала, бер кемде лә таламағанмын, үҙемсә йәшәргә теләйем, бары шул ғына!»
Вагонға инеп урынын табып әйберҙәрен урынлаштырғандан һуң ниҙер хәтерләгәндәй телефонын кеҫәһенән сығарҙы. Ҡартатаһы менән өләсәһенең төймәле телефондары булһа тороп улар уға бер тапҡыр ҙа шылтыратҡандары юҡ. Өмөтө бер генә, бәлки, Мөҙәрис уны иҫенә төшөргәндер. Тауышһыҙ режимға ҡуйылған телефонда ҡабул ителмәгән шылтыратыуҙар күренмәй. Бына кәрәкле исемде табып шул тапҡырға баҫты:
- Алё!
- Хәйерле кис, Дилемма!
- Хәйерлеме икән, мине ҡайҙан танып алдың әле?
- Һинең өндәшеүеңде меңдәр араһынан да айыра алам!
- Бына нисек, здорово! Иғтибар ит, һиңә беренсе булып шылтыратыуым.
- Ниңә көтмәгәндә шылтыратырға булып киттең әле?
- Эйе, көтмәгәндә, бынан бер минут элек ул хаҡта уйымда ла юҡ ине!
- Шылтыратыуыңа эрәхмәт, ә мин бүлмәлә башты ҡайҙа ҡуйырға белмәй ҡаңғырам... Ятаҡ тулы кешеләр, ә мин бер үҙем, яңғыҙым, аңлаусы, хәлемә инеүсе юҡ, хет бүре булып оло...
- Туҡта, Мөҙрис, туҡта, һүҙ сурытыуыңа ҡарағанда һин бит... эскәнһең, иҫерекһең!
- Уны ҡайҙан белеп ҡалдың әле?
- Мин дә һинең тауышыңды танып бөткәнмен! Элек иҫертес эсемлектәрҙе бар тип тә белмәй инең бит?
- Эйе, дөрөҫ әйтәһең...
- Хәҙер ниндәй шатлыҡ-ҡыуаныстан байрам ойошторорға булып киттең?
- Ял көнө бит, уны нисек тә үткәрергә кәрәк. Һеҙҙең подъезд ауыҙында оҙаҡ ҡына торғандан һуң паркта йөрөп әйләндем, шунан Ағиҙел ярына барҙым, беҙҙең кафыға, “Театральная”ға боролдом. Таныш официант ҡыҙ яныма килеп: “Һеҙгә ғәҙәттәгесә кофемы?” ти, “Виски!” тигәс аптырап китте. Ҡабат-ҡабат виски килтерҙе, кеҫәмдәге аҡсам бөткәнсе, бына һөҙөмтә.
- Был ваҡытлыса ғына мауығыумы, әллә?
- Мин һис ҡасан ваҡытлы мауыҡмайым, уны яҡшы беләһең! Тирә- йүндә шул тиклем дә әшәкелек, бысраҡлыҡ, эсмәҫ ерҙән эсерһең, эсмәйенсә лә аҡылдан яҙырһың!
- Бөгөндән үк, хәҙерҙән үк башҡаса эсмәйем, тип ант ит!
- О-о-о, бына нисек! Әгәр ант итмәһәм, тәүбәгә килмәһәм?
- Тәүбә, тинеңме, таныш һүҙ, тәүбәгә ҡайтҡың килмәһә исмаһам минең хаҡта уйла саҡ ҡына!
- Һинең хаҡта көн һайын уйлай ул Чебурашка!
- Теге саҡ асыуҙан әйттем, яңылыш әйттем, берүк кисер, Мөҙәрис!
Теге ос тынып ҡалды.
- Һин ҡайҙа, Мөҙәрис, ниңә тынып ҡалдың?
- Дилемма, бөгөн кафыла ултырғанда башыма бик тә аҡыллы бер уй килде бит әле!
- Аҡыллы уй килеүе үтә лә һәйбәт!
- Тыңлап бөт башта. Мин иртәгә үк профкомдан ошо мин йәшәгән ятаҡтан ике бүлмә һорарға булдым.
- Дүрт кеше менән бер бүлмәлә йәшәгең килмәйме?
- Килмәй! Һеҙҙең менән йәшәгем килә. Әйҙә, былай килешәбеҙ, килегеҙ миңә, баланы үҙемдеке итеп ҡабул итәсәкмен, һине лә, уны ла һис ҡасан ҡыйырһытмам, кәмһетмәм. Йәшәйек бәхетле ғаилә булып!
Бындайҙы көтмәгәнгә шаңҡыны был юлы, ни тип яуап бирергә белмәй телһеҙ ҡалды.
- Һин ҡайҙа, Дилемма?
- Мин бында, поезда... Һуңланың, һуңланыҡ... Мин китәм алыҫҡа, һинең ҡарашыңдан юғалам... Эҙләмә, таба алмаҫһың... Бәхетле айыҡ йәшә, һәйбәт, аҡыллы, кешелекле кешеһең һин, Мөҙәрис, өйлән, улайтып яңғыҙ йөрөмә ҡаңғырып, юғалып.
- Значит, өйләнергә тәҡдим итәһең?
- Өйлән шул, яңғыҙлыҡтан, бына әле генә һин әйткән бәргеләнеүҙән ҡотолорһоң.
- Бергә йәшәйек, тип әйттем түгелме яңы ғына?
- Һуңланыҡ шул... Әгәр уйламаған ерҙә бәләгә ҡалмаһам ысынлап та бик бәхетле йәшәр инек... Хуш, мәңгегә хуш... – Бәйләнеште өҙгәндән һуң исемде теҙмәнән юйыу нөктәһенә баҫты. Бына үткәндәренән ҡотола, үткәндәрен юя, ә алда уны нимә көтә? Вагондары береһе икенсеһенә еңелсә бәрелеп алған поезд әкрен генә ҡуҙғалып китте. Тыуған ҡалаһы ҡала, тыуған ере. Балаһынан, үҙенән-үҙе ҡасып китеп бара. Бер килеп ҡайтырмы? Вагон тәгәрмәстәре уны ирештергәндәй бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлайҙар: “Туҡ...туҡ... юҡ... юҡ...”
Тәүлек ярымда ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡапманы, ашағыһы ла килмәй, ауыҙынан көл тәме килә. Бар белгәне - тәҙрәгә ҡапланған да әҙләп минерал һыу уртлап эргәһенән күренеп ҡалған ҡала-ауылдарҙы күҙәтә. Бер үк күренеш: ярым емерек, йә ташландыҡ ауылдар, юйылмаҫлыҡ кимәлдә һоро төҫ һеңгән ҡалалар осрай юлында. Ҡайҙа ла бер иш йәшәү, ҡайҙа ла бер ҡояш... Ысынлап та үҙеңдән бик теләһәң дә ҡасып ҡотолоп булмайҙыр, булмайҙыр!
Килеп нисәнсе көн инде файҙаһыҙға йүгергеләп башҡаланың ойошмаларын, предприятиеларын ҡыҙырып эш эҙләй. Ҡайҙа ғына барһа ла иң башта пропискаһының барлығы-юҡлығын белешәләр, кире яуап алһалар шундуҡ бороп сығарыу яйын ҡайыралар, йәиһә бер һантыйға ҡарағандай һауалы текәләләр ҙә үҙ эштәре менән булашып уның хаҡында бөтөнләй оноталар, башты баҫып сығып китеүҙән башҡа сара ҡалмай.
Был мегаполис ер ябып өҙлөкһөҙ ҡайҙалыр ашыҡҡан халыҡты бер юлы упҡан аждаһаны хәтерләтә. Аждаһа көнөн дә төнөн дә уяу, тонсоҡторғос төтөн тыныуы тынды ҡурып алып бара, үҙе өҙлөкһөҙ геүләү, ухылдау, һыҙғырыу тауыштарын сығара. Бер мәлгә генә булһа ла серем итә, тыныслана микән был иләмһеҙ йән эйәһе? Уның ҡоршауына ҡамалғандар һәр саҡ нимәгәлер асыулы, йөҙҙәре йәмерәйгән, бер-береһен тапаларға тырышып унда-бында йүгергәләйҙәр, йығыл, берәү эргәңә килмәйәсәк, ярҙам ҡулын һуҙмаясаҡ.
Ҡала ситендәрәк юл сатында урынлашҡан, алыҫ араға йөрөүсе водителдәрҙе, ғөмүмән юлаусыларҙы хеҙмәтләндереүгә тәғәйен арзан ҡунаҡхана табып шунда урынлашты. Ике урынлыҡ бүлмә булһа ла башҡаса инеүсе-сығыусы, уны маҙаһыҙлаусы табылманы. Быныһы яҡшы. Бер кеше йоҡламалы карауаттар, уларҙың эргәләренә ҡуйылған тумбочкалар саҡ һыйған бүлмә фәҡәт йоҡлап сығыу өсөн тәғәйенләнгән, бәҙрәф, йыуыныу урыны беренсе ҡатта, шунда уҡ буфет. Иртән тора ла булочкаға ҡушып сәй эсеп алған була, шунан эргәләге терминал аша иҫәп картаһында ҡалған аҡсаны иҫәпләргә тотоноп китә. Бындай барыш менән барһа, тиҙҙән йәшәү өсөн генә түгел, юлға түләргә лә мөмкинлеге ҡалмаясаҡ.
Бер нисә көн файҙаһыҙға ҡала ҡыҙырғандан һуң ҡунаҡхананың беренсе ҡатында бушлай ҡалдырылған гәзиттәрҙең береһен алып һанһыҙ рекламалар яҙылған биттә “кисермәҫтән имеҙеүсе кәрәк”, тип өй адресы яҙылған белдереүҙе уҡып, такси менән ҡыҙыл кирбестән һалынған коттедж янына килде, йортто уратып алған бейек таш ҡойманың тимер ҡапҡаһының ҡаршыһында барып баҫты. Эс яҡты күҙәтеү мөмкин түгел, ярыҡ-тишекһеҙ, сифатлы итеп эшләнгән ҡапҡа эсенә ел дә үтеп инмәйҙер ул. Баҙнатһыҙ үрелеп уң яҡ бағанаға беркетелгән бармаҡ бителәй төймәгә баҫты. Эс яҡта наҙлы көйгә тартым ҡыңғырау шылтыраны. Көйлө саҡырыуға яуап итеп күмәк эттәрҙең кемуҙарҙан өрөүе ишетелде, әммә уның яғына яҡынлаусы тойолманы. Көн һайын асыла һалып бармайҙыр, бағана менән ҙур ҡапҡа араһына ҡыл иләк ҙурлығындағы үрмәкес ауы тартылған. Бына йәбешкәк ептәргә төнгө күбәләк килеп эләкте лә ысҡына алмай йәнасыҡҡа тыбырсынырға тотондо, тик ысҡыныу ҡайҙа, елпенгән һайын ҡанаттар ҡәһәрле тоҙаҡҡа уралғандан-урала ғына баралар. Табыш эләгеүен абайлаған ҡап-ҡара үрмәкес ҡайҙандыр килеп сыҡты ла ептәр буйлап күҙ эйәрмәҫлек тиҙлектә шыуып табышына ташланды. “Ҡайҙа ынтылаһың, ҡәбәхәт, эләктерә алмаҫһың!” Ишеттереп шыбырҙаны ла кинәт ынтылып бөжәкте ергә һуғып төшөрҙө, уны кроссовкаһының үксәһе менән баҫып иҙҙе, ҡорбанынан ерәнгәндәй аяғын ҡаҙ бәпкәле үләнгә ышҡыны.
Көтмәгәндә кеҫәһендәге телефоны тауыш бирҙе. Кем шылтырата икән ваҡытһыҙ?! Таныш түгел һандар. Мөҙәрис, тиер ине, яҡшы хәтерләй, уныҡы ике ете һанына тамамлана. Шулай ҙа яуап бирергә булды:
- Тыңлайым!
- Привет!
- Ты кто?
- Как будто не знаешь, Джон я, Джон.
- Откуда знаешь мой номер?
- У твоей подруги взял... Помнишь тот вечер... У нее...
- Помню, как не помнить, тоже мне подруга! Что-то на этот раз твой голос напоминает писк побитого пса?
- В автоаварию попал я, понимаешь, теперь лежу в больнице, в постеле, без движения, в области поясницы позвоночник сломан...
- И после этого трагического происчествия вдруг меня вспомнил, подонок, так?
- Да...
- Вспомнил и пришел к выводу, что я тебе помогу?
- Говорят ты родила...
- Кто говорит?
- Кто же еще, твоя подруга, та самая Элла.
- Передай ей, что она ведьма, сатана!
- Оставим ее в покое, она не слышит твоих слов, и от этих проклятий тебе лучше не станет.
- То что родила, это не твое собачье дело!
- Ты прости меня, если сможешь, поступил как последний подлец... Со школьной скамьи мы знакомы, ты хорошо знаешь, мои родители конченые алкоголики, на них надеется нет смысла.
- И ты пропойца, не так ли?
- Может быть, но я всегда старался, хотел жить трезво.
- Трезво, говоришь, вот удивил, когда меня изнасиловал тоже был трезвым?
- Давай, не будем ворошить прошлое. Осталась только ты...
- Добавь еще, сердобольная, преданная!
- Дилемма, давай жить вместе... Как люди...
- Как люди, говоришь?! Ты сломал мою судьбу, теперь ты сам лежишь сломленный, так что ничья, ты получил по заслугам. Мой совет – обращайся к Эллочке.
- Кстати, у нее большие проблемы. Она ведь жила под покровительством известного человека. Говорят, против него завели уголовное дело, имущество якобы арестовали. Элла осталась без квартиры, без машины, и в результате, вынуждена была переселиться в общежитие.
- Теперь вы в равных условиях, обращайся к Элле, может она возьмет тебя, как говорится два сапога пара, пока, больше не звони!
Тамам кәйефе китте, тимәк был көн дә хәйерһеҙ башлана. Ниһайәт бик оҙаҡ көттөрөп, мискәләй йыуан кәүҙәле, тәбәнәк буйлы, бирән ҡорһаҡлы, яҫы маңлайына түбә өлөшөндәге пеләше ялғанған, ҡара күҙлек кейгән көньяҡ кешеһе килеп сыҡты ла күҙлеген һалып, тура, береһе икенсеһенә тоташып үҫкән ҡаштарын йыйырып һораулы төбәлде.
- Здравствуйте.
- Сами не болейте. Што вам нужно, дарагая девушка, слушаю, гаваритэ?! –
Акцентлы тауыш мискә төбөнән килгәндәй геүелдәне.
Йомошон йомошларға ашыҡты:
- Я по поводу объявления…
- Какого ище объявления?
- В рекламной газете...
- Выражайся яснее!
- Там было размещено краткое объявление, что требуется кормящая мать...
- Кармящая гаваришь! – Ышанмағандай алдына баҫҡан талсыбыҡтай кәүҙәнең түштәренә күҙ атты. – Этими, как теннисные мячи сиськами хочешь наниматься, што ли?
Ят, оятһыҙ ҡараштан һаҡланырға теләгәндәй джинсы костюмының төймәләрен ҡаптырып түшен боҫормаланы.
- Хе, от козы малака, как гаварится... Она наверное напечатала это объявление, стерва...
Бирән ҡорһаҡ артынан эйәрергә ишаралап бәләкәй ҡапҡаны асыҡ ҡалдырып ата айыуҙай таш һуҡмаҡтан коттедж яғына ҡарай төмрәңләне.
Ут ҡыҙыл төҫтәре менән күҙҙе ҡамаштырып, тамылйып атҡан ләлә сәскәләре һуҡмаҡтың ике яғынан теҙелгән, йортто балдаҡҡа уратҡан сирень ҡыуаҡтары ла суҡланып сәскәгә бөрөләнгән. Хуш еҫ бөркөргә тейеш ишек алдынан уҡшытҡыс эт тиҙәгенең, һыҡраһының еҫе килә. “Ғәжәп, сәскәләр тәү ҡарашҡа күркәм һымаҡтар, ә ниңә һуң уларҙан йәм, зауыҡ бөркөлмәй?” Һул яҡта оҙон бер ҡыйыҡ аҫтына алынған гараж, мунса, келәт ишектәре күренә. Улар эргәһенә ҡупшы итеп эт ояһы эшләнгән. Ә инде уң ҡулда стеналай бейек, апаруҡ оҙон, ярты яғы көплө рәшәткә ҡалҡҡан, һәр айырым вольерҙан эт һыны төҫмөрләнә. Тимәк унда эт аҙбары. Береһе икенсеһен уҙҙырып абалаған өрөү тауыштары ла шунан килә. Яҡынлағас абайланы, йорттоң теге, арғы яғында теннис корты, трамплинлы бассейн күҙгә ташлана, ә ингән ерҙә, уртала, бейек, күркәм гөлләмәне хәтерләткән пион сәскәләренең йомшартылған, һыу һибелгән түтәлен дүрт яҡтан сикләп асыҡ зәңгәр ҡыйыҡлы, ҡалған өлөшө аҡҡа буялған беседкалар ҡалҡҡан. Шуларҙың береһенә сал сәсле, кейгән кейеменән, кәүҙә торошонан аҡһөйәклек аңҡыған ир кеше һаҡҡан. Ул өҫтәлгә терһәкләнгән дә йоҡомһорай, әүелйей. Аяҡ тауыштарын ишетеп ситкәрәк айырым ҡуйылған оянан күрер күҙгә сәйер, томшоғо көмрәйгән, аяҡтары ҡамыт, аҡ йөнлө йоҡа тиреһе аша көслө мускулдары беленгән эт килеп сыҡты ла муйылдай ҡара, тәңкәләй тумалаҡ, бер-береһенән алыҫ урынлашҡан күҙҙәрен һораулы яндырҙы, томшоҡ өҫтөндәге тиреһен йыйырып, тештәрен ыржайтып тоноҡ өрөү өнөн сығарҙы.
– Сидеть, Белка! - Бирән ҡорһаҡ вайымһыҙ мөңгөрләп этте тынысландырҙы ла тупһа ауыҙына еткәс эткә түгел, фәҡәт уға ғына тәғәйенләнгән сираттағы фарманын бирҙе. – Жде здэсь, паняла!
Бер аҙҙан саҡырыу буйынса эс яҡҡа үтте лә ундағы затлы йыһаздарға иҫе китеп телдән ҡалды. Эске яҡ стена тотошлайлы менән ҡиммәтле ҡыҙыл ағас менән көпләнгән, иҙәндә ҡабарып ятҡан келәм аяҡ табандарын наҙлы иркәләй, түшәмдә тоҡандырмаған хәлдә лә илаһи нурҙар сәсеп ҡиммәтле люстралар йылҡылдай. Көн яҡтылығы ауырлыҡ менән үтеп ингән ерҙе лампа янмаһа ла ошо люстралар яҡтырталар төҫлө.
Ишек ауыҙында кроссовкаларын ҡалдырып, баҙнатһыҙ хәрәкәтләнеп күрһәтелгән бүлмәгә инде. Унда ла нескә зауыҡ төҫмөрләнә, артыҡ ҡаралты күҙгә бәрелмәй, шул уҡ ваҡытта улар ҡулай урынлаштырылған. Бүлмә эсендәге бөтә нимә береһе икенсеһен тулыландырып, тамамланған бөтөнлөк хасил итә. Йомшаҡ күн менән көпләнгән ҡәнәфигә һылыу, еренә еткереп һылап-һыйпанған ҡатын һеңгән. Нәфис бармаҡтарҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән затлы сигарет төтәй. Ул билдәһеҙлеккә төбәлеп инеүсене абайламаны ла шикелле. Ҡурсаҡ буй-һын, шул нескә, йоҡа кәүҙә тотошлайы менән балауыҙҙан әүәләнгән төҫлө.
- Здравствуйте! – Һаулыҡ алынманы.
Сигаретты көл һауытының ҡырына һалған, бармаҡ тырнаҡтары ут ҡыҙылға буялған һығылмалы ҡул алға һонолдо:
- Паспорт?
- Возьмите, пожалуйста...
- Вас зовут Дилемма? Впервые встречаю такое странное имя. Справкағыҙҙы бирегеҙ!
- Нимә? - Аңлап еткермәгәндәй аңшайып ҡалды.
- Вы что, не знаете русского языка?
- Знаю, в совершенстве знаю. Мин белдереү буйынса…
– Беләм. Әйттеләр. Шуға ла сәләмәтлегегеҙ тураһында справка һорайым түгелме?
Аптырап китте, ундай мәғлүмәттәрҙе ҡайҙан алырға?! Туҡта-туҡта роддомға алғандарында уны ентекләп тикшергәндәр ине бит, тикшереү һуңында ҡалын ғына документтар йыйылмаһы ла барлыҡҡа килгәйне. Алай ҙа ташламаған, бына ҡайҙа кәрәге тейҙе. Сумочкаһында оҙаҡ ҡына соҡонғандан һуң ҡағыҙҙарҙы эҙләп табып эт тырнаҡлы ҡулға тотторҙо.
Документтарҙы биниһая ваҡыт ентекле аҡтарҙы ҡатын, ул әҙерлекһеҙ килгән студенттан имтихан ҡабул иткән уҫал уҡытыусыға оҡшап ҡалғайны был мәлдә. Ҡағыҙҙарҙан хата эҙләгәндәй ҡат-ҡат уҡыны. Уҡый ҙа һөрмә тартылып яһалма керпектәр йәбештерелгән зәңгәр күҙҙәрен һынамсыл ҡыҫа биреп килеүсегә төбәлә.
- Печати, штампы имеются. Если верить вашим бумагам, вы здоровы...
- Эйе, сәләмәтмен, хроник сирҙәр менән дә ауырымайым.
- Эйе, шулар ғына етмәгәйне. Хәҙер сисенегеҙ!
- Нимә? Нимәгә ул?!
- Вы напоминаете мне контуженного человека.
Килешһеҙ хәрәкәтләнеп костюмын һалды ла ҡатынға һораулы төбәлде.
- Инәнән тыума сисенегеҙ! - Ҡыйынһынып ҡалыуҙы күргәс ҡағыҙҙарҙы кире һондо.- Теләмәйһегеҙ икән мин һеҙҙе сараһыҙламайым һәм ары тотҡарламайым. Хушығыҙ.
– Юҡ, юҡ, мин хәҙер. - Ташҡа әүерелгән бармаҡтары менән көскә ҡыймылдап футболкаһын сисеп алдына, иҙәнгә һалды ла бюстгальтер төймәләренә йәбеште. Сисенеп бөткәс ҡулдары менән кәүҙәһен ҡосаҡлап, ел-дауылда сайҡалған яңғыҙ ҡайындай майҙансыҡ уртаһына баҫты. Саманан тыш тулҡынланыуҙандыр ҡош тәне ҡалҡып тотош кәүҙәһе ҡалсылданы.
Тикшереүсе торҙо, ҡабаланмай ғына, талғын баҫып уны әйләнеп сыҡҡас йомшаҡ шипатай осона эләктереп иҙәндәге кейемдәрҙе әйләндергеләгәндән һуң ҡаршыһында туҡталды:
– Футболкаң, эске күлдәгең, бюстгальтерың таҙа һымаҡ, тәнеңдән һаҫыҡ тир еҫе лә килмәй. Значит, чистоплотная! - Тырнаҡтары еренә еткереп игәлгән, ялтырауыҡ лак яғылған нәфис ҡул осо ҡыйыу үрелеп түштәрҙе һәрмәне, ҡапшаны, имсәк остарын һығып тамсылай ғына һөт һығып сығарҙы, баҙарҙа һауын һыйырын һайлаймы ни. – Ҡарап тороуға имсәктәрең ҙур түгелдәр, шулай ҙа түшеңдең тулылығына ҡарағанда һөтөң етерлек.
- Эйе, етерлек, хатта артып та ҡалырлыҡ, өҫтәүенә ҡуйы... – Урынһыҙ бирелгән һорауға мәғәнәһеҙ яуабын ҡайтарҙы. Ошо һүҙҙәрҙе әйтеп баҙарҙа ағын һатҡан ауыл ҡатыны ише һөт-ҡаймағын үткәрергә тырышыуы. Был минутта үҙенең ҡылғандарына баһа бирер, әйткәндәрен самалар хәлдә лә түгел шул.
- Балаңды имеҙәһеңдер?
- Э-э-э, ниндәй бала?
- Һеҙ нимә, Уралданмы әллә?
Тыуған ерен күреп-белмәйенсә төпкөлгә һынап, уны тома наҙанға иҫәпләп үҙенсә кәмһетмәксе, мыҫҡыл итмәксе был тәтәй ҡатын. Сатнатып, бынан да уҫалыраҡ итеп яуап ҡайтарыр ине лә, урыны был түгел, шуға буталып һөйләнде:
- Юҡ, ул… үлде. Тыуҙы ла үлде.
- Ради бога простите, задала неуместный вопрос, ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам!
– Шулай тиһә лә таш йөҙ үҙгәрешһеҙ ҡалды, ниндәй ҙә булһа хис-тойғо белдермәне.
- Рәхмәт…
- Хәтереңә һеңдереп ҡуй, ҡайғы уртаҡлашҡан өсөн рәхмәт әйтмәйҙәр!
Әлегә кейенә тор. Мин хәҙер. - Еңел һөйәкле, һомғол һынлы ҡатын өҫтөндәге затлы халат итәктәрен килешле елпеп бүлмәнән сығып китте лә бер аҙҙан ҡабат инеп урынына сумды, нимәлер хәл иткәндәй бер килке уйланып ултырҙы. Ниһайәт ҡарар яңғыраны. - Миңә оҡшанығыҙ, уныһын йәшермәйем. Ошоғаса гел әрпештәр, йә ҡарт бисәләр килде. Ә һеҙ йәш, таҙа. Тик әйтегеҙ әле, мин баянан бирле асыҡлай алмай йонсойом, һеҙ - ҡаҙаҡмы, ҡырғыҙмы, әллә яҡутмы? Паспортығыҙға әллә ниндәй, мин ишетмәгән, күрмәгән-белмәгән милләт яҙылған.
- Паспортта яҙылғанды нисек бар шулай ҡабул итеп уҡығыҙ, мин шул милләттән!
- Поняла, выходит не ошиблась, с Урала, значит. - Ҡатын бүлтек ирендәрен бөрөштөрөп апаруҡ ваҡыт өндәшмәй ултырҙы ла дауам итте. – Яңы ғына телефондан ирем менән кәңәшләшеп алдым, ят милләт кешеһе булараҡ һеҙҙе эшкә ҡабул итә алмайбыҙ!
Юғалыңҡырап ҡалғанға тауышы ҡалтырап сыҡты:
- Баланы имеҙеү өсөн милләт мөһимме ни?
Ҡатын түбәнһетеп, һауалы ҡараны:
- Вы действительно из провинции. Был мөһим, үтә лә мөһим, сөнки балаға һөт аша милләт минталитеты күсә.
- Был хаҡта тәүләп ишетеүем.
- Белмәһәгеҙ белегеҙ, ишетмәһәгеҙ ишетегеҙ. Һеҙҙе башҡаса тотҡарламайым.
- Үтенәм...
- Ныҡышмағыҙ, һуңғы һүҙемде әйттем, һау булығыҙ! Фарида!
Ишек ауыҙында йоҡа кәүҙәле, ябынған яулығы аҫтынан шоморт ҡара сәстәре күренгән, көңгөрт йөҙлө, ҙур күҙле, ас яңаҡлы, билдәһеҙ йәштәге, ҡыҙмы-ҡатынмы икәнлеген айырып әйтеп булмаған һын пәйҙә булды. Ул инде лә һәр бойороҡто һүҙһеҙ үтәргә әҙер икәнлеген белдереп башын эйҙе.
- Подготовь мне ванну и пригласи моего массажиста. Еще, сделай влажную уборку помещения, прихожей, ты же знаешь, у меня аллергия на пыль! – Уға һауалы һирпелде.
“Минән һуң күренмәгән эҙҙәремде һөрткәстәре, тимәк мин туҙан!.. Ни тиклем түбәнселек, ҡайҙа килеп эләктем әле?..”
Юлы уңмағанға йәне көйөп шыпырт ҡына сығыу яғына ҡарай үтеп бара ине беседкала йоҡомһораған ир туҡтатты:
- Эй, һин, кил әле яныма!
- Вы мне?
- Кому же еще! - Яҡынлағас эргәһенән урын күрһәтте. - Ултыр бына бында, минең ҡаршыма.
Ҡыйынһынып ҡына ултырғысҡа янбаштарын терәне лә һиҙҙермәҫкә тырышып иргә һирпелде. Ултырған килеш серем иткән ирҙең йөҙө ҡайһылыр кимәлдә күрмәлекле: бурҫлаҡ биттәр, итләс танау, дүрткелләнеберәк тамамланған эйәк, яҫы маңлай, бая, ингәндә, иң башта иғтибар иткән дала ҡылғанындай сал сәстәр. Ҡолаҡтар һыртынан башланып ярты сикәне япҡан бакенбардалар йөҙҙәге ағзаларҙы бер урынға йыйып уға абруй һәм дәрәжә өҫтәйҙәр. Бына йомоҡ күҙҙәр асылғайны, һипһенгәндәй, ҡурҡҡандай артҡа тартылды. Уға ҡоторған эттекенә тартым, ҡан һауған ташбыҡ күҙҙәр аҡайып ҡарайҙар ине. Боҙ һалҡынлығы, уҫал тәкәбберлек ағыла төҫлө уларҙан. Ағыла ла йөҙҙәге кешелек сифаттарын тотошлайы менән йыуа, юҡҡа сығара.
“Ҡайһылай ҡурҡыныс!..”
Ир уның уйын уҡығандай әйтте:
- Ҡурҡма, мин һин уйлағанса насар кеше түгелмен!
- Юҡ, ҡурҡмайым, мин эшләп һеҙҙән, таныш түгел кешенән ҡурҡырға тейеш әле?!
- Йәшермәгеҙ, ҡурҡтығыҙ, уйығыҙ күҙҙәрегеҙҙә сағылған! Ә минең, ҡаҙалып ҡына китһендәр, сәсрәп юҡҡа сыҡһындар, башҡаларҙа эшем юҡ, бары тормош ысынбарлығына айыҡ күҙлектән ҡарап, аяуһыҙ йәшәйеш шарттарына яраҡлашып йәшәйем, өҫтәп әйтергә кәрәк – үҙаллы, ирекле, бойондороҡһоҙ йәшәйем, йәмғиәттә барған үҙгәрештәр, сыуалыштар, түңкәрелештәр, һуғыштар, әҙәм балаһының яҙмыштары бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай. Шулай итеп танышайыҡ, һине кем тип атарға?
- Дилемма.
- Бына исмаһам исем, тәүләп ишетеүем, тимәк һин ҡапма-ҡаршылыҡлы ике фекерҙең ҡап уртаһындағы йән, йәғни һыҙыҡ. Аҡ та, ҡара ла, изге лә, гөнаһлы ла түгел, шулаймы?
- Әлләсе исемемдең мәғәнәһенә артыҡлап иғтибар ҙа иткәнем юҡ.
- Итергә кәрәк! Бына минең исемем Фридрих! Коммунист атайым шулай тип ҡуштырған, үҫкәс Фридрих Энгельс һымаҡ бик билдәле һәм аҡыллы булыуымды теләгәндер инде, ә мин оятыма ҡаршы Карл Маркстың “Капитал”ын, аҙашымдың яҙғандарын, Лениндың 44 томдан торған йыйынтығын ҡулыма алып ҡарағаным да юҡ. Нимәгә макулатурала соҡонорға? Уларһыҙ ҙа йәшәп була, шулай түгелме?! Әммә-ләкин мин, бөгөн, икенсе мөхиттә йәшәйем, унда Энгельстың кем икәнлеген дә белмәйҙәр, шуға мине күптәр Федя, тип кенә йөрөтә, ҡайһы берәүҙәр өсөн Фома. Шундай апостол булған, Библия тәғлимәттәренең күбеһен ҡабул итмәгән, һәр хаҡиҡәтте, аксиоманы гелән шик аҫтына алған Фома-Неверующий. Әлеге мәлдә мин дә бер кемгә лә ышанмайым, хатта ҡайһы саҡ үҙемә лә!
Бер аҙға һүҙһеҙ ҡалдылар. Ир көҙрөй елкәһен унда-бында борғослап тәү тапҡыр күргәндәй ишек алдын, ләлә сәскәләрен, эт вольерҙарын күҙҙән үткәрҙе лә тишерҙәй итеп уға төбәлде:
- Ингәс тә ни сәбәптән сәскәләрҙең йәме, матурлығы юҡлыҡҡа иҫегеҙ китте, шулаймы?! – Үҙе ыңғайы бер раҫланы. – Шулай! Хәтереңә һеңдереп ҡуй: аҡ менән ҡара, әсе менән сөсө, изгелек менән гөнаһ һис ҡасан ярашып, килешеп йәшәй алмай, сөнки улар береһе икенсеһен кире ҡаға, инҡар итә. Өҙлөкһөҙ эттәр өргән ерҙә ни сәбәптән сәскәләр ҡыуанып янырға тейештәр әле?! То-то! Ошо ерҙә бер тәжрибәне иҫкә төшөрәм. Бер һарыҡты эткә яҡын итеп бәйләп ҡуйғандар. Билдәле, эт ни тиклем генә муйынсаһын тартып үрелһә лә һарыҡты эләктерә алмай. Һарыҡҡа иһә көн һайын йәшел үлән, башҡа ашамлыҡтар һалһалар, янына һыу ҡуйһалар ҙа бер ни тиклем ваҡыттан һуң теге бисара аслыҡтан интегеп йән биргән. Һығымта – өҙлөкһөҙ ҡурҡыу, нимәнәндер һипһенеү, теләһә ниндәй ағыуҙан көслөрәк! Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы - эш эҙләп темеҫкенәһеңме, еҫкәнәһеңме?
“Темеҫкенергә, еҫкәнергә мин эт түгелмен”, тип саҡ әйтеп ысҡындырманы, шулай ҙа тыныс ҡалырға тырышып әҙәпле яуапланы:
- Эйе.
- Уңыштар?
- Табып булмай.
- Был урында аптырайһы түгел, ары ла таба алмаясаҡһың, сөнки һин – килмешәк, пропискаһыҙ ундай әтрәгәләмдәр, елғыуарҙар менән ҡала тулған, бер телем икмәк өсөн бер-береһенең боғаҙын сәйнәп өҙөргә әҙерҙәр. Исемемде ишеттең, белдең, ары танышайыҡ, мин ошо йорттоң төп хужаһы, һөнәрем буйынса элек юғары белемле экономист, шунан бизнесмен инем, бик тә егәрле, уңышлы, билдәле бизнесмен инем, хәҙер тормоштоң рәхәтлектәренә кинәнеп үҙем теләгәнсе көн итәм. Эшһеҙмен, әммә аҡсаһыҙ ҙа түгелмен. Ҡатыным врач булып эшләне, әйтергә кәрәк һәйбәт врач, фән кандидаты, тигән юғары дәрәжәһе лә бар ине, күптәрҙе үлем тырнағынан әрсәләне, ҡотҡарҙы, әммә үҙе бынан ике йыл элек яман шештән яфаланып үлеп ҡалды. Ҡатынымды мин, ул мине яраттымы икән? Әйтә алмайым. Миңә өйләнергә, уға кейәүгә сығырға ваҡыт еткән ине, осраштыҡ та ҡауыштыҡ, бары шул ғына. Ул бер тапҡыр ҙа наҙлы, хисле итеп ҡараманы, мин дә үҙ сиратымда уға һөйөү һүҙҙәрен әйтмәнем. Йәшәнек, башҡалар һымаҡ. Хәҙер улым, киленем, әсәйем янымда. Бына ошо таш ҡәлғә беҙҙең дөйөм өңөбөҙ. Улым минең юлды ҡыуа, егәрле, заман эшҡыуары, шуға ла өйгә бик һирәк ҡайтып күренә. Уның йорттан биҙеүенең икенсе бер сәбәбе лә барҙыр, бәлки, кем белә. Киленем шоу-бизнес, тиҙәрме әле, шунда. Бар белгәне - исемен яңғыратырға тырышыу. Уның тураһында аҙға ғына булһа ла оноторға тейеш түгелдәр, нисек тә яйын табып, яманатын сығарып булһа ла был донъяла үҙенең барлығын, сәхнә йондоҙо икәнлеген күрһәтеп ҡуя. Әле беҙҙе аптырауға, хафаға һалып көтмәгәндә бала тапты ла фигурам боҙола, тип хәләлен имеҙергә, уны бағырға теләмәй. Круглая дура, мать ее!.. - Бер яҡ ситкә төкөрөп ҡаты итеп һүгенеп ҡуйҙы. - Йәнә, әсәйем бар, ул ҡарт инде, туҡһандың яртыһын тураҡлаған, әле тотош быуындары ҡатып түшәктә хәрәкәтһеҙ ята. Йәне лә инәле-сығалы, һөйләгән хәбәренең дә рәте юҡ, һаман шул үткән быуаттың утопик идеяларына, ҡиммәттәренә табына. Аҡылға еңеләйгән, деменция тиергә лә мөмкин. Бына ғаиләм менән таныштығыҙ ҙа. Алдан уҡ иҫкәртәм, ҡурҡыу кәрәкмәй, беҙ – юғары интеллигенция вәкилдәре, тәрбиәле кешеләр. - Ир йөнтәҫ беләге буйлап үрмәләгән бөжәкте бер килке күҙәтте лә уны усы менән шапылдатып һуғып иҙгәс әйткәндәрен ялғаны. – Бик белгегеҙ килһә, һеҙ беҙҙең өсөн зыянһыҙ кеше, как эта раздавленная божья коровка. Ҡайҙан, ни сәбәп менән килеүегеҙ, ғөмүмән шәхси тормошоғоҙ мине бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай, әммә тәҡдимем бар. Дөрөҫөрәге һеҙгә эш таба алам!
Тыңлағанлығын белдереп турайҙы.
– Эш шунан ғибәрәт - ауырыу әсәйемде бағыу, өйҙө йыйыштырыу. Ошонда йәшәрһегеҙ. - Эт аҙбары йәнәшәһендәге тимер ишекле, ике тәҙрәле кирбес йортҡа төрттө. - Унда яҡты, йылы, таҙа. Стена аша әле һине эйәртеп йөрөгән хеҙмәтсемдең бүлмәһе. Уның исемен, милләтен һеҙгә белеү кәрәкмәй. Ҡамасауламаҫ, уның ауыҙынан артыҡ бер һүҙ тартып алырмын тимә. Тәү ҡарашҡа Иван Тургеневтың “Муму” һындағы глухонемой Герасим ише телһеҙ ҙә һаңғырау ҙа. Уның ҡарауы бурыстарын еренә еткереп үтәй, тоғро эттән артыҡ булмаһа кәм түгел, “фас!” тип бойор ғына, аҙаҡтан ни булырын уйлап та бирмәй муйыныңа барып йәбешәсәк. Тағы тегендәге хеҙмәтсене күргәнһегеҙҙер? – Йорт яғына эйәген ҡаҡты. - Минеке исемһеҙ булһа, был тере күләгәне Фәриҙә, тип йөрөтәләр. Хоҡуҡһыҙ, мал кимәленә төшөрөлгән, үзбәк ҡатыны. Уның төп шөғөлө – киленде ашатыу, йыуындырыу, кейендереү, бүлмәһен, ашхананы тәртиптә тотоу, һауыт-һабаны йыуыу. Бер һүҙ менән әйткәндә телһеҙ ҡол, һепертке, иҙән йыуғысы! Элек ҡол биләүселек осоро булған, тарих ҡабатлана, хәҙер шул заманға яңынан әйләнеп ҡайттыҡ. Тағы, ике хеҙмәтсе бер бүлмәлә көн итәләр, үҙҙәренә күрә ғаилә ҡороп, тик уны мөхәббәтле, тип атап була микән? Улай тиһәң, ҡатыным менән мин кем инек һуң? Беребеҙ икенсебеҙ өсөн тыумаған, мәңге берекмәҫ ярты йәндәр. Фәриҙә киленемдән бушамай, шуға дөйөм йортҡа йыйыштырыусы кәрәк. Эш хаҡына килгәндә ҡыйырһытылмаҫһың. Уны бер ай алдан түләп ҡуя алам, так сказать авансом. - Ир пинжәгенең түш кеҫәһенән портмонет алып унан мең һумлыҡ евроны сығарҙы ла өҫтәл ҡырына һалды. - Белеп ҡуй, бындай аҡсаны бер ай эсендә бер генә уҡытыусы ла, медик та, инженер ҙа эшләп таба алмай. Ә мин һиңә уны ай һайын, һуңлатмай, мәлендә түләйәсәкмен.
- Мин риза! - Ир баш тартып ҡуймаһын, тигәндәй ҡабаланды. - Бөгөндән.
Дауамы бар.