АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
15 Января 2025, 05:50

Тәүбәгә килеү. Повесть. Беренсе киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.

- Кеше балаһы менән эт көсөгөн йәнәш ҡуялар хәҙер, хатта һуңғыһын юғарыраҡ та итәләр. Дөрөҫ түгел. Аңлы әҙәм балаһы тотоп тора йәшәүҙе, һимергән эт эйәһен тешләй тигәндәй, ни тиһәң дә эт эт инде. Элекке көн һин фатирҙа юҡ саҡта Настёна инәйең инеп оҙаҡ ҡына ултырып ташланы, инмәҫ ине лә подъезд ауыҙына күргәнен йылылай ғына кемгә булһа ла еткерергә кәрәк. Ул шуға иғтибар иткән, хәҙер ҡатын-ҡыҙ бала етәкләмәй, йөндәрен тигеҙләп ҡырҡып, зауыҡлы кейемдәр кейҙерелгән эттәрҙе эйәртәләр, йә күтәрәләр икән. Был нимә, ошолар хаҡында уйлаһаң, уйҙарыңдан уйылып китерлек.

Тәүбәгә килеү. Повесть. Беренсе киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.Тәүбәгә килеү. Повесть. Беренсе киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.
Тәүбәгә килеү. Повесть. Беренсе киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.

- Арыным, ишетәһегеҙме, арыным, я больше не могу, просто смертельно устала! Тамсы ла өмөт ҡунмаған, йәнде ағыулаған йәшәүҙән туйҙым, бик теләһәгеҙ ҙә, үтенһәгеҙ ҙә, һеҙҙең менән бер көн, хатта бер сәғәт ҡал­а алмайым! Өләсәй, һин табынған Алла тарафынан онотолған был ташландыҡ ҡалала ошоғаса нимә белеп, ни­мә кү­р­еп үҫ­тем? Көн иткән урыныбыҙ тар, һаҫыҡ бер бүл­мә­ле фа­тир ҙа, өҫтөмә кей­гән­ем - бара­холканан алынған ҡытай аламаһы. Һеҙгә түләнгән пенсияны, инвалид тиндәрен еткерә алмай осто-осҡа ялғап көн итәбеҙ, юҡ, көн итмәйбеҙ - существуем! Ҡайһы берәүҙәрҙең иҫ китмәле мул­лыҡ­ҡа күмелеп, байлыҡтарына маһайып көн иткәндәрен күреп беләм, бына исмаһам улар йәшәйҙәр, иногда завидно становится! Ары ла ошо, хәйерселеккә терәлгән тормош дауам ит­һен, ти­һе­геҙ­ме? Килеп сы­ҡ­­маҫ! Не выйдет! Ирһеҙ бала та­бып  бо­ль­­ницала ҡалдыр­ған­мын икән, ун­ы­һы инде – моя проблема, мое личное дело. Муйынығыҙға тағы ла бер ҡамыт кәрәкһә, бар­ы­ғыҙ, алы­ғыҙ, аҫ­ра­ғыҙ! А я не хочу, слышите, не хочу!..

Ярым ҡараңғы, күгәргән еҫ аңҡыған үткелек стенаһына ҡағылған, бер мөйөшө кителеп сатнаған түңәрәк көҙгө ҡаршыһына баҫып биттәре буйлап һырғалаған  еү­еш тушь юлаҡтарын ҡулъяулығы менән ентекләп ҡоротто ла залға үтеп, ди­ван­ға ултырып, ҡо­л­ас­та­­р­ын йәйеп, ала-сола итеп буялған ҡыҫҡа сәсле башын бойондороҡһоҙ ҡиәфәттә артҡа ташланы. Бер нисә ур­ы­н­дан сәскә биҙәкле туҡымаһы өлбөрәп тишелгән, пру­ж­и­налары ҡаҡ­шаған ҡаралты илау та­у­ы­шы сығарып әсе сыйнап ҡуйҙы. Оләсәһе тотошлайы менән тиерлек аҡ һал­ған кү­рә­ғара күҙҙәрен кө­сә­н­­­де­р­­еп ҡаршы яҡ стенаға текәлде, әйтерһең ул шулайтып бик күп бил­дәһеҙлектәре булған, си­с­е­үе үтә лә ау­ыр мәсьәләне хәл итергә тырыша ине ши­к­ел­­ле. Тик көсһөҙ, зәғ­иф ҡа­р­аш урын-урыны менән ҡубып һалынған һары биҙәк обойлы таш ст­е­­­на­­ны мөс­һөҙ ҡапшаны ла ҡаршылыҡтан еңелеп ситкә бәр­лек­те. Күк­һел со­ҡ­­орҙарға бат­­ҡан, тоҙ төҫ­өн­дә­ге бы­лай ҙа нур­һыҙ күҙҙәр һүнгәндәй итте, тамаҡ төбөн­ән тон­оҡ, иң­рәү­гә та­р­т­­ым өн һы­­ғы­­лып сыҡ­ты:

- Тәүбәгә кил, Дилемма, балам, тәүбәгә кил… Быларҙы ейәнсәрем түгел, икенсе, йәнен ша­й­­­­­тан алыштырған әҙәм әйтә, Хоҙайым, берүк кисер уны…

- Юҡ, оләсәй, быларҙы я говорю, сөнки күпкә аҡылландым, на окружающий мир смотрю трезвыми глазами, происходящий в стране, городе, в нашей квартире беспросветный бардак оцениваю другим взглядом!

Бер яҡ ситтә, һумалтыр ширлектә өнһөҙ генә суҡайған ҡартатаһының иҫкереүе ет­еп эшлектән сыҡҡан, ҡайыштар ярҙамында билгә беркетелгән аяҡ про­т­езы әйткәндәр менән килешмәгәндәй ауыр шығ­ыр­лап ҡуйҙы, шул шыҡһыҙ ыңғырашыуға күмәгәйле муйындан килгән ауыр көр­һөнөү ҡушылды. Тә­мә­ке ыҫы һеңеп ҡарағусҡыл һары төҫ­кә ингән ҡаҡ һөйәк бармаҡтар яға буйы, ең остары йышылып бөткән пинжәк ке­ҫә­һенән арзанлы сигарет тартып сығарып әүәләргә тот­он­долар.

- Үкенергә тура килмәгәйе, тим, ҡыҙым… Асы хаҡиҡәт, үкенеү, тәнде арытҡан йән ғазабы, ғәҙәттә,  һуңынан килә. -  Ҡартатаһының тауышы һәүетемсә генә, тыйнаҡ, һәлмәк кенә ишетелә.

- Үкенмәйем, иҫем дә китмәй!

- Һин әлегә аҡты-ҡаранан айырмайһың, ярһығанһың.

 - Нет, ошибаешся, я абсолютно спокойна. Өгөтләмәгеҙ ҙә, вы прекрасно знаете мой характер, еще у меня институтское, филологическое образование!

- Юғары белем аҡыл өҫтәһә ҡана ла һуң… Улайһа, үҙең хәл ит, ауырымаған яғыңа ят. - Бармаҡтар битендә тәгәрәгән сигареттың ҡағыҙы баҫымға сыҙамай йыртылып тә­м­ә­­ке онтаҡтары иҙәнгә һибелде. Тыныс холоҡло ҡартатаһы ла сығырынан сыҡты ши­к­­ел­ле, ҡулындағын көйәләнгән ҡиәфәттә иҙәнгә ыр­ғы­тты ла нәҙек оҙон бармаҡ­та­р­ын ар­а­лаштырып устарын ҡаушырҙы. Тырпайған, аша-төшә сал төшкән мыйыҡ остары еүешләнгәндәй түбән һалын­дылар. Эсе бошҡанда ул шул ҡиәфәттә ҡалыусан. Ауыр көрһөнөүгә оҡшаш һорау бирелде:

- Шулай итеп ниндәйерәк ҡарарға килдең инде, балам?

- Күптән хәл иткәнмен, пропадите вы все пропадом, китәм һеҙҙән, этот город, его люди до чего мне на­д­о­е­ли! Ишетәһегеҙме – на-до-е-ли, ненавижу всех! - Туҙыныуына сыҙамай тороп уҡ китте лә, ал­дан хәстәрләп кәрәк-ярағын, кейем һалымын тыҡшырып тултырған сумкаһын ел­терәтеп эләктереп иҙән уртаһына сығарҙы ла үткелектәге сөйгә эленгән кейемдәрен эләктереп ҡабаланып ке­йенде лә кире урынына килеп ултырҙы.

- Ишетәһегеҙме лә слышитенән һалдыраһың өҙлөкһөҙ, ишетмәгән ҡайҙа, ишетәбеҙ, күҙҙәребеҙ ярым һуҡырайып аяҡһыҙ ултырһаҡ та һаңрауланмағанбыҙ әлегә... Бәлки, Дилемма ҡыҙым...

  Оләсәһе ниҙер әйтергә теләп һүҙ башлағаны, уны тупаҫ бүл­дер­­ҙе:

- Бәлки, тип өгөтләргә йыйынма ла, китәм тигәс, китәм, бындағы баҡыр-бахыр тиндәргә бил бөгөп,  йәшлегемде ярым емерек фатирҙа үткәреп ғүмеремде ташландыҡ ҡалала тамамлайһым килмәй! Эҙләү һалып мәшәҡәтләнмәгеҙ ҙә, не про­паду! – Сәбәләнеп тороп баҫты, елтерәтә баҫып ишек төбөнә килде лә ни тиклем генә ярһыһа ла һаубуллашып сығыуҙы кәрәк табып кинәт ҡайырылды. – Живите как жили, пока!

- Сәфәргә сығыуыңды ваҡытлыса кисектерәһеңме әллә, балам, әлегә пенсия алмағанбыҙ, аҡсаһыҙһыңдыр бит? – Быларҙы гелән ҡапаҡлаған, аҙым һайын ҡайғыртҡан өләсәһе әйтте.

- Подавитесь, вы, со своей... нищенской пенсией!

Ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып ярым ҡараңғы подъезға уҡталды. Сыҡҡас тыныс­ла­н­ыр­ға теләп аяҡтарын тыбызыҡлап урынында тапанды, спорт стилендә тегелгән сумкаһын кәрәкһеҙ әйберҙәй баҫҡыс майҙансығына быр­а­­­ҡтырғас ветровкаһының замогын асыу менән өҫ яҡҡа ҡарай тартты, ҡулын джинсы кеҫә­һенә ты­­­ғ­ып стенаға һөйәлде, ирендәренә һаламдай нәҙек фильтрлы сигарет ҡыҫтырып ос­о­на за­ж­и­­гал­­ка ялҡынын тейҙерҙе. Үпкәләренә тулған татлы төтөн йән көйөгөн баҫ­ма­ны, киреһенсә күңелен болғандырҙы ғына. Ауыҙындағын яһилланып таш иҙәнгә төкөрҙө лә кроссовкаһының осо менән тызып уҡ ҡуйҙы. Бер аҙ һағайып шымып ҡалды, тыңланды. Фатирҙа ҡалған ҡартатаһы мен­ән ол­әсәһенең һөйләш­еүҙәре ишетелмәй. Хәйер, улар икеһе лә сарғалана һалып бар­ма­ған ипле мөғәмәләле са­­­быр йәндәр инде, дөйөмләштереп әйткәндә ауыл кешеләре, ә ауыл кешеһенең булмышы, теле, әйләнә-тирәһен ҡабул итеүе маңлайға баҫылған яҙмыш мөһөрөләй  ҡайҙа ла үҙгәрмәй. Эш боҙоп мөй­өш­кә баҫ­ты­рылған балалай ишек менән стена арауығына һы­­­й­­ы­­н­ып, бөршәйеп бер аҙ тора бир­гәс сумкаһын ҡабаттан эләктерҙе лә йүгерә-атлай таш ба­ҫ­­­ҡыстарҙы аша-төшә баҫып теүәлләп түбәнгә ташланды. “Бөгөн бит йәкшәмбе, әгәр Мөҙәрис көтөп торһа, ул сағында инде, теләйһеңме быны, әллә юҡмы тотҡарланырға тура киләсәк!” Ошо уйы бер аҙға туҡтап ҡалырға мәжбүр итте. Һаҡ ҡына асты ла ярым ҡыҫыҡ ишек ярығынан тыш яҡҡа шикле ҡарашын атты. Бәхетенә күрә подъезд ауыҙындағы ултырғысҡа икенсе ҡатта яңғыҙы көн иткән рус ҡарсығы ғына һаҡҡайны. Өләсәһе уны, Анастасия ҡарсыҡты, Настёна тип йөрөтә. Шул, Настёна ҡарсыҡ һирәк-һаяҡ уларға ингеләп йөрөй, күргәнен ишеткәнен еткереп, белдереп сыға. Әле лә тәхетенә менеп ҡунаҡлаған батшабикәләй тимер тояҡлы ултырғыстың ҡап уртаһын биләгән дә ҡорбанын аңдыған нәфсе ҡоҙғондай тишә ҡарап тирә-яғын күҙәтә. Бит-йөҙө лә шул һөйкөмһөҙ ҡошто хәтерләтә: тәңкәләй йүгерек күҙҙәр, аҫҡа һалынған оҙон танау өҫкө ирендәрҙе тотошлайы менән ҡаплаған тиерлек, ә аҫҡыһы инде оҙон эйәкле тешһеҙ ауыҙ эсенә сумып юғалған. Настёнаның йәшен дә аныҡ ҡына итеп әйтеү мөмкин түгел, мәгәр көнгә кибеп ҡаҡланған ҡорҙай кәүҙә күптән туҡһанды тултырыуға ишаралай.

 Өнәп еткермәгән ҡарсыҡты иғтибарға ла алмай үтеп киткәйне лә, шыбырлауға, шығырлауға тартым иҫкәрмәне ишетте:

- Надо здороваться, дорогая соседка!

- Если хотите, здравствуйте!

- Далеко ли собралась, ась? – Сикәһен уның яғына ҡыйшайтып уң яҡ ҡолағына шау һөйәк усын ялғаны.

 Туҡталып башын арт яҡҡа ҡайырҙы: - Вам обязательно надо знать, не знаю!

- Не обязательно, конечно, просто интересовалась, как никак под общей крышей живем. Когда вот так говорят, значит далеко, когда близко все ясно, видно и все слышно! Счастливой дороги тебе, доченька, пуст Бог будет твоим путником и помощником!

“Аллаңды үҙең менән ҡалдыр, миңә бер кем дә кәрәкмәй!” тип уҫаллашырға иткәйне лә өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күреп, башын баҫып аяҡтарын ҡыҙыулатты.  

Йүгерә-атлай йорттарынан алыҫ түгел, ҡаршы яҡ урамда урынлашҡан туҡталышҡа килде лә артынан эҙәрлекләп ҡыуып килеүселәрҙән ҡасып ҡотолорға теләгән ҡасҡындай  ишеге ярым ябылып ҡуҙ­ға­л­ы­р­­ға өлгөргән автобус баҫҡысына һикереп менде, тығылып эс яҡҡа үтте лә салондың артҡы өлөшөн уратып ҡоршаған тотонғосҡа ике ҡуллап йә­б­е­ште. Әле иртә булғанғалыр, автобуста пассажирҙар юҡ кимәлендә, улары ла алғы яҡ ултырғыстарҙы биләгәндәр. Ул был йәшәйештән түгел, киреһенсә, бынау, төрлө бейеклектәге таш йорттар, юл ҡырлатып тигеҙ рәткә теҙелгән йүкә ағ­а­стары, ял көнө булыуға ҡарамаҫтан ҡа­й­ҙа­лыр ашыҡҡан халыҡ ағымы артҡа шылып унан ҡасалар төҫ­лө. Ана, те­ге бала табыу йорто. Унда бер тапҡыр ҙа ҡулына алмаған балаһы ҡала. Өсөнсө ҡат­­та­­ғы тәҙрәнән биләүҙәге баланы күтәргән ят ҡатынды төҫмөрләгәндәй ҙә иткәс әллә йө­­­р­әге, әллә һөткә тулышып тирткән түше әрнеүле һулҡып ҡуйҙы. “Был ҡатын ун­ың ул­ын шу­л­ай, юрамал, һуңғы тапҡыр булһа ла күреп ҡалһын был, тигәндәй юғары күтәреп баҫҡанмы?..” Өн­дә­ге һат­а­ш­ыу­ы­н­ан арынырға теләп, башын эйеп усы менән йөҙөн ҡапланы, ирекһеҙҙән күҙҙәренән атылған ҡайнар йәштәр усын бешергәндәй иттеләр.

Ҡала ситендәге тимер юл во­к­за­лына ки­­лде лә эскә инеп поездар барыр йүнәлеште сағылдырған ҙур табло-экран ян­ын­да туҡ­та­лды. Исемлек теҙмәһе күҙҙе ҡамаштырып, башты бутап  өҙлөкһөҙ алмашынып ҡына то­ра. Ҡайҙа китергә, олағырға теләйһең, тиҙ йөрөшлө поезд һуңлатмай алып барып еткерәсәк, те­ләгең, йә­нә хеҙмәтләндереүҙәргә түләр мөмкинлектәрең генә булһын. “Бер ниәтләп сыҡҡас башҡаланың үҙенә барырға кәр­әк. Унда мө­м­­­кин­лектәр икенсерәк, киңерәк.” Шул тороуында ҡәтғи, кире ҡаҡмаҫлыҡ ҡарарға килде. Һыу буйы оҙон сиратҡа баҫып билет алды, юғары ҡатта урынлашҡан, стеналары тотошлайы менән быяланан хасил көтөү за­лына күтәрелеп тимер ул­тыр­ғысҡа урынлашҡас һалынҡы яурынбаштарын теҙенә эйел­де­реп бөгөлөп төштө. Ҡымырҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡандай мыжғыған юлаусылар күп, хатта саманан артыҡ күп, уларҙың таш иҙәнгә бәрелгән аяҡ тауыштарынан, ҡысҡырып гәпләшеүҙәренән тирә-яҡ яңғырап тора. Һәр кем үҙ хәстәре менән унда-бында үтеп йөрөп ята, мәгәр уны күреүсене, уға иғтибар итеүсене тапмаҫһың. Шулай булырға тейештер ҙә, ул халыҡ ағымына эйәргән бер сүп кенә, юлда борхоп бер аҙҙан юҡҡа сығыр туҙан бөртөгө. Сәғәт тағырға яратмай, шуға телефонын сығарып күҙ атты, поезд ҡуҙғалырға апаруҡ ҡына ваҡыт бар әле. Хәйер, уға ҡайҙалыр ҡабаланаһы түгел. Эргәһенә ҡуйылған сумкаға башын һалып күҙҙәрен йомдо, тик был шау-гөр килеп торған ерҙә аҙға ғына әүелйеп алыу ҙа мөмкин түгел. Һынын ҡатырып кире тороп ултырҙы. Кинәт, ниҙер хәтерләгәндәй бәләкәй сумочкаһында соҡоноп ҡағыҙ аҡсалар килтереп сығарҙы. Ҡат-ҡат иҫәпләне. Башындағы һанды ҡулындағы иҫәп карточкаһында ҡалырға тейеш суммаға ҡушты. Финанс хәле шәптән түгел. Был аҡсаға башҡалала күп тигәндә аҙна-ун көн йәшәргә мөмкин, шунан да ары түгел. Эйе, унда мөмкинлектәр киңерәк, иркенерәк, әммә ана шул иркенлектәр төпһөҙ ҡоҙоҡтай өҙлөкһөҙ кеҫәһендәген һурасаҡ.

Оләсәһе хаҡлы, бер аҙға ғына туҡталып аҡыл, фекер тупларға, бараһы тарафыңды тоҫ­мал­ларға кәрәктер, бәлки. Тик уны һуңғы айҙарҙа алыштырып ҡуйҙылармы ни, кү­ңе­ле­нә ят, тынғыһыҙ йән инеп оялап, өҙлөкһөҙ нимәгәлер ҡоторта, һөсләтә, ҡайҙалыр ҡыуа­лай, туҡтау ғына түгел тын алырға ирек бирмәй. Ҡасан башланды әле ошондайыраҡ бәрге­ләнеү­ҙәр? Әхи­р­әте үткәргән тыуған көн кисәһенән һуң алданған  шыҡһыҙ төн һалды­мы кү­­ңе­ленә шул шомдо, әллә ауырлы икәнлеген әйткән акушер-гинекологтың һал­ҡын, мыҫ­ҡыл­лы ҡа­рашы мен­ән ос­раш­ҡан­дан аҙаҡ башландымы өйәнәктәй ҡаб­ат­ла­н­ған был мәхшәр?.. Кем алданы бит әле, йәне, тәне тартмаған һөйкөмһөҙ Джон. Башта уҡ ун­­ың һөм­һөҙ бәй­лә­н­еү­ҙә­р­енә ярайһы ҡаты ғына кәртә ҡуйғайны ҡуйыуын, хистәре яуапһыҙ ҡа­л­­­­­ған егет тора-бара ҡан еҫен һиҙеп ҡорбанын эҙәрлекләгән йыртҡыстай уға үтә лә ныҡ ҡа­н­ыҡ­ты. Был хаҡта Мөҙәрискә әйтеп тороуҙы кәрәкһеҙ тапты, әйткән хәлдә лә бер ни ҙә үҙгәрмәйәсәк, киреһенсә йыуаш ауыл егетен йышылып бөткән, шылғаяҡ, үсле ҡала шпанаһына ҡаршы ғына ҡуя, ә был дошманлашыуҙың ахыры нимә менән барып бөтөрө билдәһеҙ, шуға яңғыҙы ҡаршы торорға булды. Теге аңдый, эҙәрлекләй торғас яйын тап­ты, эләктерҙе, теләгәнен ал­ды, тәки. Тыуған көн кисә­һенә, ҡала уртаһында урынлашҡан өс бүлмәле фатирға килгәс тә ян­ын­­да ярамһаҡланып уралманы, бәй­лән­мәне лә, бөтөнләй ят кешеләй табын өҫтәленең икенсе яҡ башына барып ултырҙы. Ә әхирәте, төҫкә-башҡа һылыу Эллаға килгәндә, замана талаптарына яраҡлашып йәшәй белә, яңы ғына уҡыу йортон тамамлаһа ла кемдеңдер ҡөҙрәтле ярҙамы менән яңы йорттағы ошо фатирға күсенеп сыҡты, иномаркала елдерә, аҡсаға ла ҡытлыҡ кисермәй, иркен тотона, йәне теләгәнен алып кейенә. Әле лә зал уртаһына ҡуйылған оҙон өҫтәл затлы ризыҡтан, ҡиммәтле эсемлектәрҙән һығылған. Көйәҙ, һуңғы модаға ярашлы итеп кейенеп алған таныш түгел егеттәр-ҡыҙҙар күп, үҙҙәрен эре тоталар, һауалы ҡыланалар. Джон, Элла, ул, бер мәктәптә паралелль кластарҙа уҡынылар, шул арҡала ошо табынға килеп эләктеләр ҙә шикелле. Алдындағы һыйға артыҡлап ҡағылмай һут ҡына урт­лап ултырһа ла бер аҙҙан тә­не ау­ы­райҙы, кү­ңеле болғанды, башы әйләнде. Һиҙ­­ҙер­мәй генә эсемлеккә нимәлер ҡуш­тылар шик­ел­ле. Тәнәфес мәлендә Элла менән Джон уны күрше бүлмәгә сығарып һал­дылар. Ятҡан килеш тә башы зыр әйләнә, күңеле болғана, быуындары тотмай. Ҡу­наҡ­тар та­ра­­лып бөткәс фатир нишләптер буш, тынып ҡалды, һәм ошо мәлде генә көткән, аңдыған  иҫерек Джон  кил­еп инде лә әрһеҙ, оят­һыҙ ҡыланып башта үҙе сисенде, шунан ун­ың өҫтөн­дә­ге кей­е­мен йолҡҡос­лар­ға кереште. Үҙәләнеп, бар көсөнә ҡысҡырып та маташты, тик кемдән ярҙам, ҡурсалау көтмәк?!. Ар­аҡы еҫе аң­ҡы­­ған ауыҙ ирендәрен томалап, уҫ­­лап­тай кәүҙә кар­ауат­ҡа ҡуҙ­ғал­маҫлыҡ итеп ҡыҫ­ҡас көсһөҙлөгөн той­оп шым ғына илап еб­әрҙе. Бит­тә­р­енә бәрелгән, ауыр, һаҫыҡ тын өнөн быуҙы, сатын ярған тупаҫ ау­ыр­тыу үҙәге­нә үтте. Йәшерен, уйында ғына йөр­өткән илаһи ҡушылыу төнөнөң керһеҙ хыял ҡап­ҡаһына шулайтып, таҙармаҫлыҡ булып дегет яғылды, йәнен ауыр той­ғо биләне, биләне генә түгел, таштай итеп баҫты. Ул той­­ғо ауыры ҙу­р­айып, ҡорһағы бүлтәйгән һай­ын үҫә генә барҙы, әлегә тыу­маған сабыйына, өкәлтәктәй иҫке фа­тир­­ҙа көн иткән, ағас прот­ез­лы ҡарта­таһына, аяҡ юл­ын көскә таныған оләсәһенә ерле юҡ­та асыуы ҡабарҙы. Ин­с­титутты тамамлағандан һуң мәктәпкә барып балалар менән башын ҡатырырға теләмәй һөнәренә яраҡһыҙ булһа ла тамаҡ аҫрарлыҡ эш эҙләй торғас ваҡытлыса төҙөлөш ид­а­ралығы нач­а­ль­ни­гы­ның сек­ре­тары вазифаһына урын­лаш­ҡайны, эш хаҡы ла таш­ҡа үл­сәйем, аҙ­ыҡ-түлек алыуҙан үтмәй, әҙ­әм­сә кейе­нә лә алмай ис­ма­һам. Ошо юҡлыҡҡа бала өҫтәлһә ҡай­һылай­тыр? Ул бит артыҡ там­аҡ, аяҡтарына ты­шау, күргеһе килмәй, тыу­ған­ы­нан тыу­мағаны мең ар­тыҡ. Бер көн осраҡлы осратҡан Джон эргә­һе­нә үк ки­леп терәлеп: “Әгәр телеңде тый­ма­һаң ҡа­ра уны! Үл­те­р­әм, убью нераздумывая! Не­до­трога, целочка инең, хәҙер кемгә кәрәгең бар, использованная тряпка”, - тип уҫал ыҫыл­да­­ны ла хә­ҙер күргән һайын, йә хәлдәрең нисек, бисара, тигәндәй һауалы текәлеп уҙа, әммә янына килеүҙе, һүҙ ҡушыуҙы кәрәкһеҙгә иҫәпләй. Полицияға барып ғариза яҙманы, “үлтерәм”дән ҡурҡ­ты, йәнә исемеңде сыға­рып ян-тирәне шау­лат­ыу­ҙан ни файҙа, оятҡа батырһың, мәсхәрәгә ҡалырһың, бары шул ғына. Ҡарта­таһы­нан, оләсә­һе­­нән баш­­­ҡа мор­он төртөр, яҡ­лар ке­ме бар?! Әсә­һен хәт­ерлә­мәй ҙә, уның ха­ҡын­да яҡындары ла һөйләй һалып бар­май­ҙар. Ул уны тыу­ҙырып, Ди­­л­емма, тип исем ҡушҡан да ҡомға һеңгән һыу там­­сы­­һы­­лай зым-зыя юҡҡа ла сыҡҡан. Йәнәһе, мәрхәмәтһеҙ, аяуһыҙ, ике яҡлы, ике фекерле йәшәйеш ди­лем­ма­һын нисек булдыра алаһың үҙеңсә хәл ит, һин миңә кәрәк­мәй­һең.  Ә һуңғы сиктә кемгә кәрәк һуң әле, хәстәрләгән, ҡайғыртҡан тағы кеме бар? Сәйерерәк холоҡло Мөҙәрис исемле ауыл егете яҡын күрҙе уны, институтта бергә уҡынылар, гелән йәнәш ултырҙылар. Йыуаш, баҫалҡы фиғелле ине Мөҙәрис, төҫкә-башҡа ла әллә ни күрмәлекле түгел; уртансынан саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ кәүҙәле, ҙур башлы, ҡарпыш ҡолаҡлы, осло танаулы, урттары эскә тартылған ас яңаҡлы күрмәлекһеҙ егет, уның ҡарауы моңһоу ҡараған, төпһөҙ күлде хәтерләткән күҙҙәре ылыҡтырғыс, уларға бар яҡтылыҡтар, нурҙар, яҡшылыҡтар инеп һыйған төҫлө. Шул күҙҙәргә төбәлһә ауырлыҡтар еңеләйгәндәй, ҡытыршылыҡтар шымарғандай була. Мөҙәрис һис ҡасан хистәрен белдермәне, әрһеҙлек, һөмһөҙлөк күрһәтмәне, бары йылытырға, ҡурсырға теләгәндәй гелән янында булды. Институтты тамамлағас та әле алыҫҡа китмәне, ятаҡтан урын хәстәрләп Өфө заводтарының береһенә оператор булып эшкә урынлашты. Йәкшәмбе көн иртәнсәк килә лә уны подъезд ауыҙында көтә, шунан етәкләшеп паркта йөрөп әйләнәләр, Салауат Юлаев һәйкәле янына барып Ағиҙелде күҙәтәләр. Ҡайтышлай “Театральная” кафыһына боролоп инәләр, алған һыйҙары – ике сынаяҡ кофе ла “Школьное”  пирожныйҙары. Наҡыҫ аҙыҡты семтеп тәмләп әллә күпме ултырып ташлайҙар. Нимә хаҡында һөйләшеүҙәре лә мөһим түгел, иң мөһиме – улар бергә, иң мөһиме – һөйкөмлө күҙҙәр уны наҙлайҙар, сикһеҙ яратып ҡарайҙар, мөхәббәтле ҡараш даръяһына батып, онотолоп ултырыуы рәхәт уға, шунан ниндәйҙер йәм, тәм таба. Ялы шулай тыныс, мәғәнәле үтә, шунан киләһен елкенеп көтә башлай. Ҡалған ваҡытта телефон аша даими хәбәрләшеп торалар. Ҡыҙ кеше булараҡ әҙәп һаҡлай, бик теләһә лә телефонын үрелеп алып таныштар теҙмәһендәге исемде табып шылтыратмай, ә бына Мөҙәрис көнө ҡоро түгел шылтырата, шылтырата ла беренсе һүҙе шул була: “Хәлдәрең нисек Дилемма?” “Вроде нормально, мудрый Мударис, а ты как?” “Минең йәшәү бер сама инде, иң мөһиме – тауышыңды ишеттем. Янымдан һис ҡасан юғалма, йәме?” “Ладно, по крайней мере – постараюсь...” “Постараюсь ҡына тимә инде...” “Килештек, юғалмам...”

Теге кисәнән һуң йөрөш-торошонда, буй-һынында ниндәйҙер үҙгәреш һиҙгәс баштараҡ юғалып ҡалды. Ни эшләргә? Әллә?.. Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Кис етһә ванна бүлмәһенә бикләнә лә эс тирәһен ентекләп ҡапшарға, тотҡолап ҡарарға керешеп китә. Былай артыҡ ул-был тойолмай һымаҡ. Аптеканан тест-полоска һатып алды, ә ул, тиҫкәре, кире ҡағыҙ киҫәге ҡат-ҡат тикшерһә лә ыңғай күрһәтеп тик тора, бына бәлә, өҫтәүенә, ваҡыт үтеү менән күрем килеүе туҡтаны, түштәре лә тығыҙланып тиртә башланылар. Һуңғы сиктә шикләнерлек урын ҡалманы. Имсе ҡарсыҡтарға мөрәжәғәт итергә ҡурҡты ла, шикләнде лә, ни булһа ла килеп тыуған хәлде медицина юлы менән, медицина учреждениеһында хәл итергә кәрәк, тигән төплө фекергә килде.  

Ошоғаса нәҙек-өҙөк, һығылмалы иҫәпләнгән кәүҙәһе тулыланып, эсе ҡабара төшкәс ауырын йәшерергә тырышып тар джинсы салбар кейеп, билен яҫы ҡайыш менән һыҡтырып быуып йөрөнө, шунан бүлтәйгәндән-бүлтәйгәнен ары боҫормаларлыҡ рәте ҡалмағас аптеканан һатып алған бихисап ҡаптырмалы, оҙон шнурлы корсетты ҡулланды. Шул нимәләрҙе эләктереп, шнурҙы йән көсөнә шыҡырлатып тарттырғайны, ҡорһаҡ ҡыуышлығындағы ағзалары алҡымына килеп тығылдылармы ни, был торошта атлап йөрөү түгел, тын алыуы ауыр. Әгәр сабыйы тыштағы ҡыҫымға сыҙамай эсендә тонсоғоп ҡуйһа? “Әй, кәрәге бер тин, дөмөкһөн дә. Еңел ҡо­т­о­лормон исмаһам… “  Беҙҙе ҡапсыҡта йәшереп тотоу - мөмкин булмаған эш, теләйме быны, әллә юҡмы, тәҡәте, сыҙамы ҡа­л­ма­ғас джинсыһын сисеп иркен юбка кейгәйне, күҙҙәре асылып киткәндәй китте. Шулай итеп йәшергән сере ас­ыл­ды. Хәҙер таныш-тоноштары осраһа иң әүәл уның ҡабарған ҡорһағына текәләләр, шунан ғына йәлләгәндәй итеп ҡарап хәлен һорашҡан булалар. Көрсөккә килеп терәлгән тормошо билдәле инде, барыр ере, батып үлер күле генә юҡ. 

Уның өсөн күптән яңылыҡ булмаған хәбәрҙе ишеткән оләсәһе артыҡлап бошонманы ла шикелле, хатта сирле йөҙөндә ҡыу­а­н­ыу ишаратын сағылдырҙы:

- Ярты һуҡыр күҙем менән күреп, барыһын да һиҙеп-тойоп йөрөйөм, үҙеңдең һүҙ башлауыңды ғына көтә инем. Яйы ла сығып тора, ҡартатайың тәмәке артынан сығып туйтаңланы, ул ҡайтып ингәнсе әллә күпме ваҡыт үтер әле, шуға иркенләп ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһе хаҡында һөйләшергә, кәңәш-төңәш итергә була. – Диван түренән урын алып күлдәк итәген тартып төҙәтештерҙе лә эргәһенә төрттө. – Һин дә торма һерәйеп, ултыр, мынауында, яныма. Шартына тап килтереп загыста яҙылып, никах танытмаһын алып, кейәүгә сығып, бала тапһаң башҡалар алдында һинең дә, беҙҙең дә йөҙөбөҙ яҡты булыр ине лә, ярай, ни хәл итәһең, өлөшөбөҙгә төшкәне шулдыр, алма ағасынан алыҫ төшмәй, ни тиһәң дә, өсәү йәшәгәнсе, дүртәүләп көн итеүебеҙ хәйерле. Һиңә был хаҡта ауыҙ күтәреп әйтмәҫ, әммә ҡаратайың да шундайыраҡ уйҙа.

- Телең ни лыбырҙағанды ҡолағың ишетәме һинең, өләсәй, ҡартатайың да риза, имеш, уны ошо тар бүлмәлә аҫрарбыҙмы, нимә ашатырбыҙ, нимә кейҙерербеҙ? - Ундай ыңғай яуапты көтмәгәнгә аптырай биреп ҡалды.

- Аҫрарға ул мал түгел - кеше!

- Кеше, тимә, бала, бәпес тигән!

- Һәр әҙәм балаһы шул бәпестән кешегә әүерелеп китә инде. Бына һине лә әсәйең ташлап ҡалдырғанда тире һөйәк һәм ҡыҙыл тиренән генә торған йомарсаҡ инең. Ауылдан, ауылдаштарыбыҙ сиратлап килтергән кәзә һөтөн имеҙеп, икмәк сәйнәп ҡаптырып ҙурайттыҡ. Башҡалар эткән көймәлә тирбәлмәһәң дә түргә эленгән сәңгелдәгең иркен, йылы булды. Бирешмәнең, ана ҡайһылай ҙурайып киттең! – Күрәғара ҡараш уны баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе. - Нисек тә бергәләп йәшәрбеҙ әле. Бына беҙ һине, әйтеп үткәнемсә бер ҙә тарһынмай, яратып үҫтерҙек тә.

- Эйе, үҫтерҙегеҙ, бәхетһеҙ итеп?

- Бәхетһеҙ?! Һине ҡартатайың да мин дә һис ҡасан ҡыйырһытманыҡ, рәнйетмәнек, ауыр һүҙ әйтмәнек, ауыҙыбыҙҙағы һуңғы ризығыбыҙҙы үҙебеҙгә булмаһа- булмаһын, һиңә өҙөп ҡаптырҙыҡ, ошомо рәхмәтең, Дилемма?

- Һеҙҙе ғәйепләмәйем, тик үҫкәс минең кемгә лә булһа кәрәгем ҡалыры хаҡында уйланығыҙмы?

- Һәр саҡ, ҡайҙа ла беҙгә кәрәк икәнеңде яҡшы беләһең. Тағы һәр әҙәм балаһы үҙенең өлөшө менән тыуа, килер бәхете лә үҙе менән йөрөй.

- Килер бәхет больницала ҡалған баламы?

- Йөрәгеңде ярып, тулғаҡ ғазаптарына дусар итеп тыуған, тимәк тәнеңдең айырылғыһыҙ, ҡәҙерле бер киҫәге.

- Ул бит минең теләгемдән тыш, яңылыш яралған!

- Бер бала ла ошоға саҡлы яңылышлыҡтан, елдән яралмаған да тыумаған да. Һеҙ гөнаһлы бу­л­­һағыҙ ҙа сабый ғәйепһеҙ, уның йәне лә күңеле лә аҡ намаҙлыҡтай таҙа.

- Уның атаһын мин яратмайым, яратыу ғына түгел, күрә алмайым!

- Ул саҡта нишләп, ни сәбәптән ҡауышырға иттең?

- Не спрашивай подробности, өләсәй, не сыпь мне соль на рану!

- Ҡайһы саҡ һөйөүҙән дә һөйкөмһөҙҙәр ярала. Тыуыр йәндең яҙмышы Алла ҡөҙ­рәтендә.

- Кәрәкмәй ул миңә, кәрәкмәй, иртәгә үк аборт яһатам!

- Ҡабатлап әйтәм, ул бит әлегә тыумаһа ла кеше, эт көсөгө түгел.

- Ни сәбәптән, уйламағанда эт балаһын хәтереңә төшөрҙөң әле?

- Кеше балаһы менән эт көсөгөн йәнәш ҡуялар хәҙер, хатта һуңғыһын юғарыраҡ та итәләр. Дөрөҫ түгел. Аңлы әҙәм балаһы тотоп тора йәшәүҙе, һимергән эт эйәһен тешләй тигәндәй, ни тиһәң дә эт эт инде. Элекке көн һин фатирҙа юҡ саҡта Настёна инәйең инеп оҙаҡ ҡына ултырып ташланы, инмәҫ ине лә подъезд ауыҙына күргәнен йылылай ғына кемгә булһа ла еткерергә кәрәк. Ул шуға иғтибар иткән, хәҙер ҡатын-ҡыҙ бала етәкләмәй, йөндәрен тигеҙләп ҡырҡып, зауыҡлы кейемдәр кейҙерелгән эттәрҙе эйәртәләр, йә күтәрәләр икән. Был нимә, ошолар хаҡында уйлаһаң, уйҙарыңдан уйылып китерлек.

Оләсәһе һөйләшеүҙе күңелен өйкәгән яңылыҡ менән тамамланы ла, тешһеҙ ауыҙын мөйтәңләтеп уҡына-уҡына яңы ғына әйтеп үткән аҡ намаҙлығын ҡулына алды. Шул, көндәлек шөғөлө менән ул ейәнсәре сығарған ҡарарға ҡаршы икәнлеген бел­дерҙе.

Саҡырмаһалар ҙа яҙылып ҡабул итеүгә барҙы, сиратын еткереп акушер-гинекологтың бүлмәһенә инде. Был юлы өҫтәл артында ят табип улты­ра ине: илле йәштәр самаһындағы урта буйлы, төйөрөм кәүҙәле мөләйем йөҙлө ҡатын. Еңелсә, саманан арттырмай, килешле генә итеп биҙәнеп тә алған, уның тәрбиәле икәнлеге һүҙһеҙ ҙә күҙгә ташлана. Теге, тәү килгәндәге битараф, йәмрәй йөҙлө, тупаҫ, төрпө һүҙле, әрпеш кейенгән, бит-йөҙөн шырт баҫҡан ирҙең булмауына ҡыуана биреп тә ҡуйҙы. Шулай ҙа шиксел тө­бәлеп, биреләсәк һорауҙарға уҫал, кире ҡаҡҡыһыҙ яуаптарын ҡайтарырға әҙерләнеп ултырғыс ситенә һаҡты. 

 Табип уны күптәнге танышылай ирәбе ҡабул итеп рамлы шаршау артындағы кушеткаға уңайлап һал­ды ла апаруҡ ҡабарған ҡорһаҡты өйрөлтөп ҡапшарға, наҙлы һөйләнергә кереште:

- Йә, үҫәбеҙме? Ҡана, ҡарайыҡ әле, нисегерәк ятаһың икән? Матур, ҡулайлы ғына урын­лаш­ҡан­һың былай, һәйбәт, һәйбәт… Хәҙер, һеңлем, тороп баҫ, йөрәгеңде, үпкәләреңде ты­ңлап ҡарайыҡ, ҡан баҫымыңды үлсәйек. - Тикшереү һөҙөмтәләрен бер яҡ ситтә, компьютер артында ултырған ҡурсаҡҡа оҡшаш шәфҡәт туташына әйтеп яҙҙырырға тотондо ла ишек төбөндәге йыуынғыс яғына барып ҡулдарын сайып таҫтамал менән ентекләп ҡор­от­ҡандан һуң өҫтәл эргәһендәге ултырғысҡа ымлап янына саҡырҙы.

“Эт-бесәй тотҡандан һуң ҡулын йыуҙымы ни…” Һәр хәрәкәтте екһенеп күҙҙән үткәргәнгә табиптың сирҡанғандай итеп ҡулдарын йыуып аҙапланыуы оҡшаманы шыпа, шуға сираттағы һорау бирелмәҫ элек ҡәтғи ҡарар ҡабул итеүен белдерә һалды:

- Аборт эшләтәм, тип сиратҡа яҙылырға килдем.

- Ниндәй сират хаҡында һүҙ алып бараһың?

- Минең һымаҡтарҙың сиратына! Был минең ныҡ уйланған һәм һуңғы ҡа­р­а­р­­ым, ни тиклем генә өгөтләһәгеҙ ҙә әйткәндәремдән кире ҡайтмаясаҡмын!

Өҫтәленә һалынған фонендоскопты, тонометрҙы бер яҡ ситкә  һалып аҙапланған табип шөғөлөн ҡуйып, аңламағандай итеп ҡарап, ҡабат­лап һо­ра­ны:

- Нимә хаҡында өҙлөкһөҙ бытылдайһың әле?! - Уның уңайһыҙлыҡ кисереп юғалып ҡалыуын күргәс ҡәтғи тонда дауам итте. - Бала ишетеп ҡалмаһын был аҡылһыҙ һүҙҙәреңде!

- Ишетергә ул бит әлегә тыумаған?!

- Эй, һеңлем, йәшһең шул әле, күп нимәне аңлап, төшөнөп етмәйһең. Тыу-ма­һа ла барыһын да һиҙеп, тойоп ята ул, һинең һәр әйткәнеңде, аҙағынаса уйламай ҡабул итергә йыйынған ҡарарыңды йөрәге аша үткәрә. Шул сәбәптән, бына ошондай ҡаты бәғерлектән, миһырбанһыҙ, выжданһыҙҙар тыу­­маймы ик­ән? Тыумаҫ элек үк үҙен артыҡ, кәрәкһеҙ иҫәпләгән бала рәнйейҙер. Һи­н­ең ҡар­ын­ың ун­ың өсөн әлегә үҙе бер донъя. Әйҙә, шул донъяны боҙмайыҡ, емермәйек.

- Аудиторияла түгелбеҙ, апай, зинһар лекция уҡымағыҙ!

- Һеҙҙең атай-әсәйегеҙ бармы?

- Юҡ, ҡартатайым, өләсәйем менән бер бүлмәле фатирҙа йәшәйбеҙ.

- Бер бүлмәле. Ә оло кешеләр ниндәй уйҙа?

- Улар бала һөйөргә һәр саҡ әҙер.

- Бына нисек?! Был бит иҫ китмәле шәп!

- Ә мин ҡабатлап әйтәм – абортҡа, тип килдем.

Табип уймаҡ ирендәрен ҡымтып үпкәләгәндәй итте лә хөкөм сығарғандай теҙҙе:

– Беренсе аборт үтә лә зарарлы, ары бөтөнләй түлһеҙ ҡалыуығыҙ ҙа бик ихтимал. Та­ғы һуңлағанһың, һылыуым, ваҡыт үткән. Яһалма юл менән әле етлекмәгән, әммә йән кергән тол­ҡат­ты быуырға йыйынмайым, теләгем дә юҡ. Тере кешене үлтереүгә тиң про­це­дура ул. Уны эшләүгә һуңғы сиктә, әсәнең һаулығына ҡурҡыныс янағанда ғына баралар. Баш­ҡа белгестәргә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, улар ҙа һеҙгә шул кәңәште бирәсәк.

- Миңә ни эшләргә ул саҡта?!

- Иң беренсе тынысланырға, шунан оҙаҡ итеп уйлағандан һуң аҡыллы фекергә килергә һәм ыңғай ҡарашыңды ваҡытында миңә еткерергә кәрәк, һеҙгә ярҙам ҡулын һуҙырға һәр ваҡыт әҙермен, бәлки поликлиникалағы психолог менән кәңәшләшеп алырһығыҙ?

- Кәрәкмәй миңә психолог, һеҙ ҙә кәрәкмәйһегеҙ!

Кабинеттан тамам өмөтһөҙлөккә бирелеп, төңөлөп сыҡты. Башҡа табиптарға ла күренеп аҙапланма­ны, ни булһа ла булыр тип, барыһына ҡул һелтәп шөбһәләнеп, шикләнеп, хатта ҡайһылыр кимәлдә ҡурҡып бушаныу кө­нөн көтә башланы.

   Йәкшәмбе көн һайын Мөҙәристең подъезд ауыҙында көткәнлеген белһә лә сығып күренеүҙе кәрәк тапманы. Нимәһен күрһәтһен, көпәйгән ҡорһағынмы? Һуңғы сиктә, сере барыһына ла билдәле булғас яһил ҡыланып егеттең ҡаршыһына сығып баҫты:

- Һаумы, Дилемма, ә мин аҙна һайын көтәм, ә һин юҡ та юҡ...

- Привет, вот наконец я перед вами, многоуважаемый сударь! Вы удивлены, что я не беру трубку, не отвечаю на ваши звонки?

- Аңлашылып етмәй шул, хәлдәрең нисек?

- Ничего удивительного, как я выгляжу! – ҡабарған ҡорһағын кәпәйтеберәк ебәрҙе. – Нимә, өндәшмәйһең, телеңде йоттоңмо әллә? Шулай була ул, тормош тигәнең, бөгөн былай, иртәгә – совсем по-другому! – Мөҙәристең ҡарпыш ҡолаҡтарын ҙур күҙҙәрен мыҫҡыллы ҡарашы аша үткәрҙе лә асырғанып ҡысҡырҙы. – Бына нимә, плющевая Чебурашка, больше к нам не ходи, и не звони по телефону, ты мне не нужен, ходила просто так, чтобы как-то скоротать время, не люблю я тебя, слышишь не люблю, исчезни из моей жизни, пошел вон, Чебурашка, найди другого крокодила! - Подъездың ишеген асыу менән асып ярым ҡараңғылыҡҡа сумды ла стенаға һөйәлеп сеңләп илап ебәрҙе.

Туғыҙ айын тултырып, уны оҙайлы тулғаҡ ғазаптарына дусар итеп ир бала донъяға килде. Аку­шер­каның юғары күтәрелгән ҡулында ҡыҙыл йомарсаҡты күргәс күҙҙәрен йом­до: «Йөҙө ҡыҙарып тора, хас та атаһы!» – тигән уй  йәшен тиҙлегендәй мейеһен ярып үтте, һүгеүгә тартым һүҙ күңелен ауырттырып сыйҙы. “Тыума!..” Шул һүҙҙе ҡысҡырып әйтеүҙән ҡурҡҡанға көскә тыйылып ауырттырғансы тештәрен ҡыҫты.

- Ҡотлайым, өс кило ла туғыҙ йөҙ грамм! Шалҡан һымаҡ тап-таҙа!

Ҡу­й­ыр­ҙан-ҡуймай ҙа баһа бәпесте ҡабул иткән бәйләнсек акушерка, тағы иртәгеһен иртә менән палатаны яңғыратып ки­­­леп ин­де лә яр һалды. - Шул тиклем дә һөймәлекле малай, йызылдап ҡарап ятасы, ила­май ҙа бит әле!

- Минең уны теләмәгәнемде, унан баш тартҡанымды тотош больница белә.

Кире уйлар, ирер ҙә үҙенә алыр тип өмөтләнәһеңме? Не нужен мне ребенок! Бар эргәмдән сығығыҙ!

- Тыумаған саҡта теләмәй инең, хәҙер ул бар, кеше тыуған донъяға, ти­м­әк, хоҡуҡтары ла бар. Хәҙер яныңа алып киләм, күрһәң айырылғың да кил­мәҫ әле.

- Килтермәгеҙ, кәрәкмәй!

- Уға имергә ваҡыт.

- Уның нимә теләгәне мине ҡыҙыҡһындырмай. Бар эргәмдән китегеҙ, бер кем-де лә күргем килмәй.

- Эх, һин, беҙ ирем менән теләһәк тә сабый һөйөп ҡыуана алмайбыҙ, ә һин бул­ғанынан баш тартаһың.

- Ваше семейные проблемы меня не интересуют!

- Үке­нерһең бер килеп.

- Ҡурҡытмағыҙ, йәме?

- Ҡурҡытмайым, киҫәтәм генә. -

Уходите, вон отсюда! - Үкһеп түшәгенә йөҙ­түбән ҡаплан­­­ды.

 

 

 

Тәүбәгә килеү. Повесть. Беренсе киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.
Тәүбәгә килеү. Повесть. Беренсе киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.
Тәүбәгә килеү. Повесть. Беренсе киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.
Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас