Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
7 Ғинуар , 13:25

ҮҘЕҢДЕКЕН КЕШЕГӘ БИРМӘ...

Ҡояш нурҙарына төрөнгән ҡышҡы урам буйлап, ап -аҡ ҡарҙы шығырлатып, биш - алты йәштәрҙәге малай етәкләгән урта йәштәрҙәге гүзәл ханым китеп бара. Шундай матур байрамса кейенгәндәр, өҫтәүенә сөкөрләшеп серле һөйләшәләр. Һөйөнөстәрен, шатлыҡтарын уртаҡлашалар, күрәһең. Әсә менән бала мәхәббәтен сағылдырған был икәүгә ирекһеҙҙән иғтибар итәһең. Юлым шул яҡҡа булғанға, мин дә улар артынан атлайым, һоҡланып барам. Малайға бәхетле киләсәк юрайым. Әсә кешенең бер ҡулында шаҡтай уҡ ҙур пакет . Уның һүҙҙәре ҡолағыма салынды: -Улым, был тәм-томдарҙы, алма, әфлисундарҙы ла, шоколадты кәнфиттәрҙе лә үҙең генә аша, береһенә лә бирмә, яраймы?

ҮҘЕҢДЕКЕН КЕШЕГӘ БИРМӘ...

(ӨҘӨК)

Ҡояш нурҙарына төрөнгән ҡышҡы урам буйлап, ап -аҡ ҡарҙы шығырлатып, биш - алты йәштәрҙәге малай етәкләгән урта йәштәрҙәге гүзәл ханым китеп бара. Шундай матур байрамса кейенгәндәр, өҫтәүенә сөкөрләшеп серле һөйләшәләр. Һөйөнөстәрен, шатлыҡтарын уртаҡлашалар, күрәһең. Әсә менән бала мәхәббәтен сағылдырған был икәүгә ирекһеҙҙән иғтибар итәһең. Юлым шул яҡҡа булғанға, мин дә улар артынан атлайым, һоҡланып барам. Малайға бәхетле киләсәк юрайым. Әсә кешенең бер ҡулында шаҡтай уҡ ҙур пакет . Уның һүҙҙәре ҡолағыма салынды:

-Улым, был тәм-томдарҙы, алма, әфлисундарҙы ла, шоколадты кәнфиттәрҙе лә үҙең генә аша, береһенә лә бирмә, яраймы?

-Ниңә, әсәй, улар күп бит, апайыма ла, дуҫым Илһамға ла бирәм. Һине лә һыйлайым.

-Был пакетты һиңә атап бүләк иттеләр бит, бирмә, ул бары тик һинеке генә...

 Ауыр уй баҫты, аҙымдарым ла үҙ яйы менән әкренәйҙе, мин һоҡланып барған күҙ алдымдағы ҡышҡы сихри матурлыҡ төҫһөҙләнде лә ҡалды: был ҡатындың затлы кейеме лә  килешмәй әйтерһең дә, шәле лә зауыҡ менән бәйләнмәгән һымаҡ тойолдо... Ә бит беҙҙе әсәйҙәр бөтөнләй икенсе төрлө өйрәтте: бергә, бүлешеп ашаһаң бигерәк тәмле була, йомарт булып үҫәһең , биргән урынға – килә тип әйтә торғайнылар. Беҙ шыршы байрамында бүләккә бирелгән ҡағыҙ ҡапсыҡтағы кәнфит-перәниктәрҙең береһенә лә ҡағылмайса, өйгә алып ҡайта һәм барыбыҙҙыҡын бер һауытҡа һалып, бер-беребеҙҙе шатландыра алыуыбыҙ менән һөйөнә инек. Өйҙәгеләрҙе ҡыуандыра алыуыбыҙға шатлығыбыҙҙың сиге булманы.

...Хоҙайым, был балала үҫкәс тырышлыҡ, кешелеклелек , мәрхәмәтлелек булырмы икән? Бөгөн генә күҙ ҡамаштырғыс ап-аҡ ҡарҙан атлаған сабый баланың саф күңеле ҡараймаҫмы?

Рамаҙан КӘБИРОВ.

Автор:
Читайте нас: