Бер-ике аҙна һөйләшмәйенсә йөрөгәндән һуң, яңы өйләнешкән парҙар шикелле һин дә мин йәшәй башлайбыҙ. Беҙҙең тормошҡа күршеләр ҙә өйрәнеп бөттө инде. Яңы йыл тамашаһы күрер өсөн ауыл клубына йөрөйһө лә юҡ, һеҙ – үҙегеҙ бер тамаша, тиҙәр.
Шулай матур тормошобоҙҙо яҙыр өсөн район гәзитенән хәбәрсе килеп, беҙҙең нисек йәшәүебеҙҙе яҙып алғас:
- Һеҙ, шундай мөхәббәтле пар, бер-берегеҙҙе бер ҡасан да оҙаҡ күрмәй тора алмайһығыҙҙыр ул? – тип һораны.
- Ни эшләп, күрешмәй тормаған саҡ булмаһын ти, булды. Бер мәлде бер йыл күрешмәйенсә торҙоҡ! – тип әйткәс, хәбәрсе дәфтәрен ябып ҡуйҙы ла:
- Нисек улай, шул тиклем сыҙанығыҙмы? – тип маңлайындағы күҙлеген бер систе, бер кейҙе.
- Ул әсәһенә яңы йыл ҡаршыларға китте, мин иһә үҙ атай-әсәйемә барҙым, ә иртән, яңы йылды ҡаршы алғас ҡына, үҙ йортобоҙға икебеҙ ике яҡтан ҡайтып индек. Нәҡ бер йыл үтте, - тигәс хәбәрсе, ниңә килдем икән, тигән һымаҡ тиҙ генә сығып китеү яғына ҡараны.
Хәҙер йылдар үтте, ҡартайта башлағас, яңы йыл булды ни ҙә, булманы ни. Кистән билмән бешереп ашайбыҙ ҙа, иртән бер ни булмағандай кәртә тирәһенә ҡар көрәргә сығабыҙ.
Оло улыбыҙ өйләнде. Хәҙер яңы ҡоҙалар яңы йыл ҡаршы алырға тигән һылтау менән беҙҙе үҙҙәренә саҡырҙы. Башҡа кешеләр саҡырһа, баш тартыр инек, тик, ҡоҙа менән ҡоҙағый саҡырғас, кире ҡағып булмай бит инде.
Малдарға бер аҙнаға етерлек итеп бесән ишеп төшөрҙөк тә, улыбыҙҙың машинаһына ултырып ҡунаҡҡа киттек. Барып ингәс, беҙҙе күктән төшкән кешеләрҙе ҡаршы алған шикелле ҡосаҡлап уҡ алдылар.
- Үәт беҙҙең ҡоҙалар малаҙис, - тип беҙҙең аяҡтарҙы ергә лә тейҙермәйҙәр.
Сәй эсеп, мунсаларын инеп сыҡҡас, беҙҙе яңы йыл өҫтәле артына ултырттылар.
Инде яңы йылды ҡаршы алып, тышта салют атҡанын ҡарап бөтөп, өйгә генә ингәйнек:
- Әйҙәгеҙ беҙгә яңы йылды ҡаршы алырға, - тип яңы ҡоҙабыҙҙың яңы ҡоҙаһы килеп инде.
- Ниндәй яңы йыл ҡаршы алыу ти ул? Әле генә Путин һөйләп бөттө, - тип мин ҡаршы килһәм дә, ай-вайыма ҡуйып тор- манылар, ҡапҡа төбөндә торған машинаға ултырттылар ҙа, үҙҙәренә алып та киттеләр. Йә, Хоҙай, күрәһеләрем бар икән ҡартаймалы көнөмдә, тип уҡынып та бөтмәнем, беҙҙе бер күпер аша алып сыҡтылар ҙа, шул ауылдың икенсе йортона алып та инделәр.
- Йәгеҙ әле, ҡоҙалар, Путин һөйләгәнсе, танышыу хөрмәтенә берҙе тотоп ҡуяйыҡ, - тигәс аптырап киттем. Бер аҙҙан ҡараһам, ысынлап та, Путин һөйләй башланы.
- Бына һиңә кәрәк булһа, бер Путинды бөгөн икенсегә күрәм, - тип аптырап ултырғанымды ҡоҙалар һиҙеп алды.
- Беҙ бит күрше Татарстан менән күпер аша ғына йәшәйбеҙ, ваҡыт айырмаһы – ике сәғәт, шулай булғас, яңы йыл менән тағы ҡотлайбыҙ! – тип әйткәс кенә аңыма килдем. Үҙ-үҙемдән көлдөм дә, күрше ҡоҙаларға рәхмәт әйтеп:
- Ғүмерҙәр ҙә шулай ике тапҡыр ҡабатланһын ине, - тип ҡунаҡҡа килгәнемә һөйөнөп бөтә алманым.
Автор: Таһир ВИЛДАНОВ.