Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
23 Декабрь 2024, 20:05

Яңы йыл теләге Хикәйә

Һыуыҡ ел елкәне семетә, арҡаны өшөтә. Тишек булһа ла ҡасандыр иң оло ейәнсәренә тип бәйләп бирелгән бейәләй әҙ-мәҙ ҡул йылыһын тота әле. Өләсәһе юҡ инде. Ошондай бер һыуыҡ көндө бер йыл элек баҡыйлыҡҡа күсте. Баҡыйлыҡ. Шулай тип әйтте мулла бабай.

Яңы йыл теләге Хикәйә
Яңы йыл теләге Хикәйә

Ул баҡыйлыҡ ҡайҙа икән? Унда өләсәһенә нисек икән? Шәбәйҙеме икән? Аяҡтары ауырта ине, йүнәлдеме икән?..

Ошондай уйҙар килә торған бәләкәй генә башына ҡыҙҙың…

Бер йыл түшәктә ятты шул. Аяҡтары күгәргәйне, ябыҡты, ҡаҡ һөйәккә ҡалды. Ашауы насарайҙы, тороп һыу ҙа эсә алмай ине. Һәм бер көн ул күҙен асманы.

Атаһының :" Тапҡан көн үлергә, йүнһеҙ ҡарсыҡ! Туң ерҙе ҡалай ҡаҙырға! " тигәне иҫендә уйылып ҡалғансы. Сатлама һыуыҡтар мәле ине шул…

Әсәһе шым ғына иланы. " Нимәгә йәшәйбеҙ инде хәҙер? "

Ҡыҙ бары мейес артынан аптырап ҡарап тик ултырҙы. "Аяҡ аҫтында буталма!" - тине әсәһе. Кешеләр бер керҙе, бер сыҡты. Түръяҡта өләсәһен табут тигән һауытҡа һалып ҡуйҙылар. Уны уратып ауыл әбейҙәре, бабайҙар ултырған.

— Эх, Миңлекамал, бәхетең булманы инде...

— Кеше көнөнә ҡалырға яҙмаһын, ҡуй хоҙай ҡушмаһын...

— Йәш сағында ут бисә ине, бар колхозға иң данлы һауынсы...

— Диабет насар зәхмәт инде, бына минең дә шәкәр күтәрелә торған...

Ҡарт-ҡоро шым ғына сөкөрләште.

— Нәсимәгә түҙемлек бирһен! Ауырыған кешене ҡарау анһат түгел!


Ситтә табуреткала ултырған әсәһенең арҡаһы турайып китте. Йөҙөнә ҡәнәғәтлек йүгерҙе. Ләкин тиҙ генә битен йәшерергә тырышты. Маҡтағанды кем яратмай? Уҡытыусы апай уны гел маҡтай, шуға уҡырға бик теләп йөрөй Әминә.

Ана шулай өләсәйһеҙ тороп ҡалды ейәнсәр.

Мәктәбе генә ул торған ерҙән алыҫ ҡына, ҡайтҡансы өшөп бөтә ҡыҙ. Ләкин һыуыҡтан бигерәк, өйгә ҡайтыуҙан ҡурҡалыр ул...

"Пенсиям булмаһа, ҡарамаҫ та инең бит мине, Нәсимә?" - Өләсәһе йыш ҡабатлай торғайны был һүҙҙәрҙе.

Әсәһе тик ҡара йөҙ ташлай ҙа, өндәшмәй. Ғөмүмән, улар бик һөйләшмәй.

"Миңә көнөң ҡалдымы, ҡалды... Ғүмер буйы мине һанға һуҡманың, малайҙарыңдың күтен үбеп йөрөттөң. Береһе фатирыңды һатып, аҡсаһын әллә ҡайҙа ҡуйҙы. Икенсеһе бисә алмаштырыуҙан бушаманы. Мине яратмаған кешегә кейәүгә бирҙең... Бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәкмен! ... "

Осраҡлы ғына әсәһенең тупһала шулай һөйләнгәненә бер шаһит булғайны солан аҫтында уйнап ултырғанында…

Шундай насар кешеме өләсәһе? Әминәне гел арҡаһынан һөйә торғайнысы. Ойоҡ бәйләргә өйрәтә ине. Хәреф танырға ла ул өйрәтте.

" Туҡмама инде шул баланы! Нәсимә, бала ғына бит ул... "

"Үҙең мине нисек туҡмай торғайның оноттоңмо? "

"Йүләр булғанмын, һин минең хатаны ҡабатлама... Шул хәтлем үкенәм, күңелең шуға ҡаты..."

"Үкенәм, имеш... Кеше ышандырып, үҙеңде йәлләтеп ятма..."

— Ҡыҙым, кил бында... Эргәмә кил…

Илауҙан буҫығып бөткән Әминә өләсәһенә һыйына. Һейҙек еҫе һеңеп бөтһә лә, уның янында йылы. Ҡарсыҡ һурылып бөткән бармаҡтары менән арҡаһын һыпыра...

— Йә, тыныслан... Эш боҙмаҫҡа тырыш, йәме, әсәйеңә ҡыйын бит... Атайың да эсеүҙән бушамай, көн күрһәтмәй…

Ярай, тигәндәй, баш һелкә Әминә. Килбәтһеҙ булыуына йәне көйә. Ашлы һыу биҙрәһен сығарырға ҡушҡайны әсәһе, ни эшләптер уныһы ҡулдан ысҡынып китеп солан иҙәненә түгелде. Ныҡ тулған ине, ауыр тойолдо. Шуға әсәһенән эләкте. Ләкин бында ғәйебе бар, әлбиттә.

Әммә ғәйепһеҙгә лә йыш эләгә уға. Әсәһенең кәйефенән тора инде. Ундай ваҡытта нисек булһа ла күҙенә салынмаҫҡа кәрәк. Атлап йөрөүенән һиҙә лә ул әсәһенең хәл-торошон. Ләкин һәр ваҡыт ҡасып йөрөп тә булмай. Уның өсөн дә эләгә. "Минән ҡасып йөрөйһөңмө, никтуда!"

Һепертке сыбығы арҡаһын яндырып һыҙырылып төшә. Әминә тешен ҡыҫып түҙә. "Ниңә өндәшмәйһең, бүтек һымаҡ, телеңде йоттоңмо!" Сыбыҡ икенсе тапҡырға арҡаһына ҡуна.
Ҡаса ла алмай, әсәһе бармаҡтары менән ныҡ итеп беләген тотҡан…

– Нәсимә, Нәсимә! Йә инде туҡта!

Өләсәһенең ҡарлыҡҡан тауышы был. Урамда йөрөгән атаһы был күренешкә иғтибар ҙа итмәй. Әминә уға бар ни юҡ ни. Күпме иҫләй шулай. Әйтерһең, бер күрше балаһы. Бер ҡасан да һүҙ ҙә ҡушмай, яҡын да килмәй, онотҡан да бер, "Был кем әле тигәндәй?" тигәндәй ҡараш ташлай...

"Уйнаштан тапҡан балаң менән бәйләнең үҙеңә, яҡшылыҡ күрермен тип уйланыңмы?" Атаһының эсеп бер болағанында ишетеп ҡалғайны яман ҡысҡырғанын…

Уйнаш тигәне нимә була икән? Өләсәһенән һорарға уйлағайны, ҡыйманы. Ололарҙы тыңлап йөрөргә ярамай тигәйне ул.

Бер йыл үтте хәҙер уның был донъяларҙан китеүенән… Былтырғы ҡыш менән быйылғы ҡыш менән ара бер йыл була тигәйне уҡытыусы.
Өләсәһен ныҡ һағына Әминә. Әсәһенән туҡмалғанда һыйынырға кешеһе бар ине. Уның эргәһендә ауыртҡан ере әҙерәк һыҙлай торғайны. Өләсәһе күп шиғырҙар белә, уға һөйләй. Яғымлы тауышы күңеленә май һымаҡ һылаша. Әминә уға бәрәңғе иҙеп ашата, ҡалаҡлап һыу, сәй эсерә. Аҫтын алмаштыра.
Бер һүҙ өсөн. Бары шул һүҙ өсөн.

"Эй, ҡыҙымды ғына! Эй, уңғанымды! Әлдә һин бар!" Ни өсөндөр шул ваҡытта өләсәһенең һуҡырайып бөткән күҙҙәренең ситенән күҙ йәше ағып төшә.

— Өләсәй, ни булды, ниңә илайһың…

— Былай ғына ҡыҙым, иламайым... Ярай, бар уйнап кил…

Әминә тышҡа сығарып йүгерә. Баҡса артындағы "ҡомартҡылары" урынында микән? Ҡомартҡы тигәне төрлө шәшке ватыҡтары. Сәскәле, төрлө һүрәт төшөрөлгән ярсыҡтарҙы ул сүплектән эҙләп йыйҙы. Йылға буйынан матур таштарҙы ла ҡарап йөрөй торған. Уларҙы табыу еңел түгел. Үткер күҙ кәрәк. Әммә ул бер төрлө тойолған һоро ҡырсын араһынан нисектер таба. Иптәш ҡыҙҙары: " Оооо, Әминә, глаз алмаз! " тиҙәр, тел шартлаталар... Күңеле күтәрелеп китә. Бергә уйнағанда коллекцияһын барыһына ла күрһәтә, бер кемдә лә ундай юҡ. Ләкин бер көн таштары юҡҡа сыҡты. Берәйһе урланымы? Ҡыҙҙарҙан һораштырып та ҡараны. Береһе бер ни белмәй. Эй, ҡайғырҙы Әминә, хатта тамағына аш барманы.
Ә бер әхирәте "Һы, тапҡан, нимә өсөн ҡайғырырға! Әйтерһең, алтынын юғалтҡан..." тип ҡуйҙы хатта.
Уңарсы булмай йәй бөттө, көҙ етте. Ҡыҙ уҡырға төштө. Юғалтыу ғазабы баҫылды, икенсе йәй ҡабаттан таштар йыйыр әле. Быға тиклем йөрөмәгән йылға буйҙарын ҡараштырыр…

Уҡыу оҡшай Әминәгә. Уҡытыусы апай шул хәтлем мөләйем, яғымлы тауышлы, әрләмәй ҙә, өйҙә сәсен үрҙереп өлгөрмәһә, ишеп ҡуя тәнәфестә. Үҙе шундай сибәр, ауыл егеттәре урам буйынан үткән уға күҙ ҡыҫа, сәләмләй. Ул Әминә торған яҡта йәшәй, шуға бергә ҡайталар ҡайһы бер ҙә. Шуға белә Әминә. Эҫенеп китте уға хатта. Һиңә иғтибарлы булған кешегә тиҙ эҫенәһең ул. Әсәй наҙына танһыҡлаған йәш күңел айырыуса.

— Балалар, бер нисә көндән Яңы йыл байрамы! Матур итеп ял итегеҙ йәме! Яңы йыл ул ғаилә менән бергә үтергә тейеш, матур итеп табын ҡороп, бер-береңә матур теләктәр теләп, бүләктәр бирешә торған күңелле байрам.
Яңы йыл айҡанлы уҙғарылған кисәнән һуң класҡа йыйылған балалар уҡытыусыөһын ауыҙ асып тыңлайҙар.

— Ә беҙ яңы йылды ҡалала ҡаршылайбыҙ. Унда ҙур елка бар, боҙҙан яһалған тауҙар... Гөлсөм апай ҡунаҡҡа саҡырҙы…

— Ә беҙгә ҡунаҡҡа бар туғандар килә, күп итеп күстәнәстәр килтерәләр.

— Ә минең атай йыл һайын фейерверк ала, быйыл тағы ла шәберәген алды…

— Ә миңә әсәйем саңғы бүләк итәм тине. Мин шул хәтлем бәхетле…

Балалар бер-береһенән уҙып сырҡылдашты. Әминә генә шым ултыра. Сөнки уның өйөндә йыл аҙағын бер кем дә байрам итмәй. Бер кем дә шыршы ла ҡуймай. Бер кем дә бер ниндәй бүләк бирмәй. Бер кем бер кемде ҡотламай. Табын да ҡормай. Бар байрам атаһы-әсәһенең араҡы эсеүенән ғибарәт. Өләсәһе һау булғанда, ейәнсәрен йә ҡурсаҡ, йә бүтән уйынсыҡ менән ҡыуандыра торғайны. Тик өләсәһе инде юҡ.

Эх, ул башҡа балаларҙан шул хәтлем көнләшә. Уларҙы ата-әсәһе ҡалай ярата, ҡосаҡлай, матур кейемдәр ала, уйынсыҡтар алып ҡайта...

Ни өсөн ул шулай бәхетһеҙ? Күпсаҡ өйгә ҡайтҡыһы ла килмәй. Ләкин ҡайтмайынса булмай бит. Урам буйында оҙаҡ йөрөһәң, мотлаҡ эләгә.

"Ҡайҙа һәптәнләп йөрөйһөң, никтуда!" Ваҡытында ҡайтып етмәһәң, шулай ҡаршы ала әсәһе.

"Бар, өҫтөңдө алмаштыр ҙа, малдарға һыу эсер, тиҙ бул. Ул һыуҙы урамдың икенсе осонан феләк менән килтерергә кәрәк бит әле.

Бар эште бөткәс кенә, ҡапҡыларға рөхсәт итә әсәһе. Ул гел бер үҙе ашай. Атаһы уның бергә ултырып ашағанын яратмай. Бер шулай яңылыш ултырғайны, өҫтәлдәге һыйҙы иҙәнгә һыпырҙы атаһы. Шунан һуң әсәһе бер ҡасан да уға улар менән бергә ултырмаҫҡа ҡушты.
Эх, өләсәһе ниңә мулла бабай әйткән баҡыйлыҡҡа күсте икән? Ул булғанда, кемгәлер кәрәклеген тоя ине. Ә хәҙер ул үҙен оло бер донъяла япа-яңғыҙ. Ни эшләп кенә өләсәһе уны ташлап үлеп китте икән, ейәнсәрен бер үҙен ҡалдырып…

Ни эшләйһең, атай-әсәйҙе һайлап алып булмай.

Бөгөн, ниһайәт, 31 декабрь. Йыртмалы календарҙән ҡарап белә быны Әминә. "Ды..йе... Де. Кы.. А.. Ка. Бы-ры.. Брь. Де-ка-брь!" Һүҙҙе уҡый алыуына кинәнеп ҡуйҙы ҡыҙ. Өләсәһе быны белһә: "Маладис, ҡыҙым!" тиер ине, арҡаһынан һөйөп. Эх, туңып бөткән тәҙрәләр аша бер ни күренмәй.

Атаһы иртүк ҡайҙалыр сығып йүгерҙе, әсәһенән сикүшкәлек аҡса талап алып. Ҡатындың бирәһе килмәһә лә, ирҙең йоҙроғо битенә ҡунғас, уныһы шым ғына һуңғы тиндәрен һондо...
Бәләкәй ҡыҙ мейес артында тауыш бирергә лә ҡурҡып ултырҙы ул мәл. Хәҙер уның кәрәген бирә инде әсәһе. Атаһына ҡаршы бара алмаһа, ҡыҙынан үсен ала…

— Әминәәәә! Ҡайҙа ҡасып ултыраң, ҡороғоро! Бар утын керет!
Аяҡтарын саҡ тигәндәй ҡуҙғатып, ҡыҙсыҡ мейес артынан күренде:
— Хәҙер, әсәй...
Пәлтәһенә үрелгән ыңғайы әсәһенә күҙ һалды.

Уныһы ҡулын сикәһенә терәгән дә өҫтәл артындағы ултырғыста боҙланып ҡатҡан тәҙрәгә ҡарап ултыра. Ҡараштары буш. Ул ҡараштарҙан нисек һөйөү һәм наҙ өмөт итергә мөмкин...
Әминә инде аяғын ҡыҫыңҡыраған быймаларын эләктерҙе лә тышҡа йүнәлде.

— Шунда бер кәртә буйында эскән килеш туңып ятмай бит... Шул хәтлем ялҡтым шул ирҙән! - Ҡатын бар асыуы менән өҫтәлдәге бер шәшкене стенаға атып бәрҙе. Уныһы сыңҡ итте лә, селпәрәмә килеп ярсытар йән-яҡҡа сәсрәне.

Аяҡтарын көскә шылдырып инеп килгән ете йәшлек Әминә тертләне, ишекте ябып өлгөрмәне, ҡулындағы уҫаҡтан ярылған утын ағастары иҙәнгә тупырлап төшөп китте.

— Эх, эшкинмәгән, өс бөртөк утынға ла көсөң етмәй!

Әсәһе ҡоҙғондай ҡыҙына ташланды, ҡурҡышынан бәлтерәп төшкән ҡыҙсыҡ утындарҙы йыйып маташты, үҙенең ҡулдары ҡалтырай.

— Нәмә мышҡылдайһың, һиңә әйтәм!

Әсәһенең тауышы ҡолаҡтарын яңғыратты. Тәне эҫеле һыуыҡлы булып китте. Утынды ҡосаҡлаған килеш Әминә мөйөшкә һыйынды. Артабан ни булырын ул һиҙә ине инде. Иҙәндә ятып ҡалған бер утын ағасы янбашына ҡунды, арҡаһына төйөлдө...

— Күрә алмайым, күрә алмайым барығыҙҙы ла, атайың да йүнһеҙ, һин дә, ни бысағыма тапҡанмындыр һине, эшкинмәгән, һиңә ауырға ҡалмаһам сыҡмаҫ инем кейәүгә, яңғыҙ булыуың артыҡ, ошолай этләнеп йәшәгәнсе... - Йән асырғанып, ул ҡыҙын ярғыланы ғына.

Иларға ла ҡыймай, тегенеһе иҙәнгә сүкте. Ҡулындағы утындар аяҡ аҫтына таралды... Шул саҡ ишек шығырҙап асылып китте, күрше Мәстүрә әбей күренде.

— Ҡыҙым, шырпым бөткән, мейес тоҡандыра алмай йөрө... йөм... Бәй, Нәсимә, ни эшләүең был, бәләкәй баланы шулай туҡмайҙармы... - Хафаланып, алдында ҡапланып пәлтәһе аҫтынан өн дә сығармай ятҡан Әминәгә баҡты.

Күҙҙәре аларған йәш ҡатын утын ағасын мейес яғына ырғытты ла, эскә үтте.

— Теңкәмә теймәһен, бер нимәгә лә эшкинмәй!

— Эшкинер әле, яйлап өйрәнер, ваҡыты еткәс...Әйҙә, тор ҡыҙым, беҙгә бараһыңмы, кәнфит менән һыйлармын, Яңы йыл байрамы бит... - Әбей ҡыҙҙың арҡаһына ҡағылды… Уныһы ҡымшанманы.

Нәсимә ҡарт күршеһенә бер ҡап шырпы тотторҙо.

— Йә, тор, нишләп ятаһың, бер-ике эләккәндән, буҡ буламы һиңә! Ана, Мәстүрә инәйең ҡунаҡҡа саҡыра, бараһыңмы?...

Ҡыҙ башын күтәрҙе лә юҡ тигәндәй баш сайҡаны.

Уның урынына Нәсимә әбей менән бергә сығып китте. Әбейҙең ҡыҙы менән класташтар ине, шуны күрәм тиеп һылтауланы.

Әминә ишек янында бер килке хәл алып ятты, арҡаһы һыҙлауына сыҙарлыҡ түгел... Ул шыуышып тигәндәй, дүрт аяҡлап, үҙенең яратҡан урыны мейес артына барып ятты.
"Әҙерәк ятып торам да, бәлки хәлем еңеләйер..."

Ул уянғанда, ҡараңғы төн ине... Ныҡ итеп өшөгәнгә уянды. Әсәләре өйҙә юҡ әллә. Бар тәне һыҙлай, ҡуҙғалырлыҡ түгел. Кисәнән бирле яғылмаған йорт һыуынған. Тороп баҫырға уйлағайны, аяҡтары өшөгәс, ҡыбырламай ҙа... Һөйәктәренә тиклем һыуыҡсы…

Туңып үләме инде хәҙер?... Былтыр бер бабай шулай төндә урам буйында аҙашып йөрөп өшөп үлгән, тип һөйләгәйне ололар...

Кинәт тәҙрәләр яҡтырып китте, нимәлер һауала шартланы...

" Фейерверк! Эх, күрһәң ине... " тигән уй тоҡанды ла һүнде... Ул бит урынынан да тора алмай. Тимәк, сәғәт 12 тирәһе… Ни эшләп ата-әсәләре өйҙә юҡтар, мейескә лә яҡмағандар… Ул үҙе лә яға белә ул, ололар өлгөрмәһә, йәһәт кенә йүшкәне асып, тоҡандыра торғайны…

Ул ҡуҙғалып маташты. Ләкин тәне тыңламаны. Аяҡтары ҡыбырларға теләмәне… Өләсәһе үлгәндән һуң, бер илағаны юҡ ине…Әле лә ҡыйманы. Ни эшләй ала, ҡысҡырырға ла хәле юҡ. Кем ишетер, тиң…

Бер әхирәте әйткәйне, яңы йыл төнөндә теләк теләһәң, ул ҡабул була тип... Ул ҙур ҡурсаҡ һораған, иртән торғанда шыршы төбөндә ҡупшы коробкала тап ул теләгән ҡурсаҡ ятҡан. Һәләк маҡтанып һөйләгәйне… Ул теләһә, теләге ҡабул булырмы икән? Ниндәй теләк теләргә? Әсәһе бүтән уны туҡмамаһын, типме? Атаһы уны яратһын типме? Мөмкинме был? Эх, өләсәйҙе терелтеп булһа ине... Ләкин был да мөмкин түгел. Үлгәндәрҙе терелтеп булмай.

Ул үҙе инде тиҙҙән баҡыйлыҡҡа күсәсәк. Баҡсаның бер мөйөшөндә күмелгән шәшке ватыҡтары менән уйнай алмаясаҡ. Йылға буйҙарын матур таш эҙләп йөрөй алмаясаҡ. Мөләйем уҡытыусыһынан маҡтала алмаясаҡ. Тормошондағы әҙ-мәҙ кинәнес тойғоһо биргән берҙән-бер шатлыҡтары шул булғандыр…

Өләсәһенән тыш…

“Ҡыш бабай, мине өләсәйем янына алып бар әле. Зинһар рөхсәт ит, уның менән осрашырға… Иң ҙур теләгем шул!“ Сикәһен бешереп, күҙҙәренән ике тамсы йәш ағып төштө…

Ул инде тәнен тоймай. Күҙ алдары томалана башланы, әйберҙәр һынын юғалтыуын тойҙо… Ҡапыл шәүлә күренде. Бәй, өләсәһе түгелме! Ҡара әле, бер ҙә ауырығанға оҡшамаған, үҙе ҡул болғай, йылмая… Шулай итеп теләге ҡабул булдымы? Ҡалай ул бәхетле! Уның да теләге тормошҡа ашыр көнө бар икән!

“Өләсәй, көт, беҙ тиҙҙән бергә буласаҡбыҙ!… Мин һине шул тиклем һағындым!.. Өләсәй!..“

Гөл Шат.

 

Автор:
Читайте нас