АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
30 Ноябрь , 11:45

Көнһылыу

Ғәбиҙә килененә ҡарап-ҡарап тора ла аптырай.Кит! Яһил бисәләр күргәне бар, әммә был хәҙәрем дә яһилды күргәне юҡ! Биллаһи! Ямандың да яманына, ажарҙың да ажарына юлыҡтылар.Тарыма, тарыһаң-арыма.Тап шулай булды ...

Көнһылыу
Көнһылыу

-Әллә киленде айыра ла ҡуяңмы,-яйын тура килтереп ,шулайтып әйтте Ғәбиҙә Мырҙағәлегә,улы менән килене араһындағы оло-ғара ғауға сығып,бөтә мирға рисуай булғас.

-Юҡ,әсәй,айырыр өсөн алманым даһа- ,тине улы.Йөрәгенең әрнеүҙәрен баҫырға теләпме, Мырҙағәле оҙаҡ итеп тәмәкеһен тартты.

-Ирҙе аҙ ғына ла кешегә һанамағас ней...Йәшәү шулай буламы?..Мин дә ир менән йәшәнем-тиң йәшәнексе,-Ғәбиҙә улына йәлләп баҡты.

-Киленең икенсегә бәпес көтә,әсәй...-улы тәмәкеһен һурһа сикәләре эскә тартылып китәләр ҙә,былай ҙа йонсоу йөҙө тағы ла йонсоуыраҡ булып күренә.

-Һыы...-телһеҙ ҡалды Ғәбиҙә ,бераҙ иҫен йыйып ултырҙы.Шунан:

-Аптырағандан әйтәм инде...Бисә менән ир талашһа-ятҡа йәм!Кеше ҡыуандырып...гел талашҡасығыҙ әйттем инде...-ул ауыр итеп көрһөндө ,ике күҙенән атылып килеп сыҡҡан күҙ йәштәрен күлдәгенең япмаһына һөрттө.

Ҡабат һүҙ ҡуйыртманылар.Мырҙағәле тәмәкеһен сыртлата төкөрөп һүндерҙе лә,йүгәнен тотоп,кәртә артына атлап китте.

Йәлләй улын Ғәбиҙә.Аҡыллы,тыныс уның улы.Эшкә лә әрһеҙ,йәнен-тәнен йәлләмәй,емертеп эшләй.,,Салауат" калхузы алдынғыһы ул!Ә Ғәбиҙәне бүтән кешеләр йәлләй .Ситтән ҡарап торһаң,һин -килен,ә киленең уҫал ҡәйнә һымаҡһығыҙ,тиҙәр.Топ-тоғроһон һөйләйҙәр.Ил ауыҙын иләк менән ҡаплап булалыр шул!

Бер заман Мырҙағәле күрше ауылдағы ҡатынға йөрөй икән,тигән һүҙ таралып китте.Буштыр,тиеүселәр ҙә булды.Мырҙағәленең йәне юҡмы әллә,уға ла бисә наҙы кәрәк,анау ғазраилға нисек түҙеп торалыр,тип ирҙе ихлас йәлләүселәр ҙә табылды.

Хәбирә һылыу,уңған,баҫалҡы,йомшаҡ һүҙле.Бәхете генә булманы.Ир менән йәшәмәҫлек түгел!- Хәбирәгә хөкөм ҡаты булманы,-уның да йәне бар!

Ауыл ғына түгел,бөтә калхуз белгәнде Сөйөмбикә килен дә ишетте .Ишетте лә ,ай,боларҙы!Сығырынан сыҡты.Мырҙағәленән үс алыр өсөн күҙгә күренеп йомороланып киткән ҡорһағынан-бәпесенән ҡотолмаҡсы булып нимәләр генә ҡыланманы Сөйөмбикә.Фермала кашевар булып эшләй ,малға аш бешерә ине. Бер тоҡ бойҙайҙы ҡорһағына һалып келәт тупһаның һәр баҫҡысын һикерә-һикерә төштө,әҙәм көсө етмәгән ҡайын түмәрҙәрҙе икешәрен бер юлы күтәреп ташыны,шуларҙы ярҙы,ботлоҡ күнәктәрҙе тултырғансы боламыҡ һалып,ике ҡуллап ташып колодаларға ҡойҙо.Эҫе мунсала бот араһын сапты.Тыуыр бала булғас, теремек кенә ,ҡуңыр сәсле,аҡ ҡына йөҙлө,сәғер күҙле,уймаҡтай ғына ауыҙлы һылыу ғына ҡыҙ яр һалып донъяға килде.Ҡарҙар иреп бөтөп,Һаҡмар ярҙарына һыймай шашып ташҡан мәл ине!Ә көнө ниндәй ине!Күк йөҙөндә шыпа болот юҡ,ҡояштың көләс нурҙарынан бар донъя алтынға мансылған!Көнө һыпа-һылыу ҡыҙмы ни!

-Иншалла!Бәхетле,тәүфиҡлы,Хоҙайҙың иң һөймәләкле балаһы бул!-Ғәбиҙә ауыҙ эсенән генә доғаларын ҡабатлап,баланың кендеген ҡырҡып, төйнәп ҡуйҙы.Үҙе эстән генә бәпескә Үлмәҫбикә!,тип йүргәк исеме уйлап ҡуйҙы.

Баланы йыуындырып,майлап,йүргәккә төрөп килененең ҡуйынына һалғайны,уныһы ажғырып уҡ ебәрҙе.

-Ана Хәбирә имеҙһен,Мырҙағәлегә әйт,атын егеп апарып ташлаһын!-мыш-мыш танауын тартты Сөйөмбикә.

-Атаҡ,ни һөйләүең,килен.Йөрәгәндер бисәләргә.Ирең илгә сыҡһа-мирҙеке,ҡайтып инһә-һинеке.Үҙең дә, ай-һай, ҡатыһың...

-Улай улыңды алдыңа алғасың, үҙең менән ҡуша алып ят Мырҙағәлеңде!-тип еңеште Сөйөмбикә килене.

-Ыстағафирулла!Ауыҙың һөйләгәнде ҡолағың ишетәме?Ҡуйһаңсы ла инде,килен!- баланы саҡ төшөрөп ебәрмәне Ғәбиҙә.

-Ҡуймайыым-,ҡысҡырып илауға күсте килен.

-Илама,тым,имсәгеңә һөт төшмәҫ...

-Төшмәһен!

-Балаға берәй нәмә булдымы әллә?Шарылдашҡанығыҙ тышҡа ишетелә!-яҙғы елгә бите дөм ҡара булған Мырҙағәленең ҡобараһы осоп килеп инде.

-Имеҙмәйем,ти килен,Хәбирәңә апарып таштап килмәһәң...Күрәләтә баланы ...астан үлтерәйекме?-Ғәбиҙә бәләкәс кенә төргәкте улына һуҙҙы,-Һыпа-һылыу ғына ҡыҙың бар ,улым...Собоханаллаһ!

Мырҙағәле балаһың ипләп кенә ҡулына алды ла,Сөйөмбикәһенең ҡуйынына һалды .

-Имеҙмәһәң- сығарып тупһанан атам үҙеңде!Кәзә һөтө менән дә үҫтерербеҙ.Хәбирәне өйөмдөң түренә индереп ултыртам малайҙары менән ҡуша!

Шунан ғына Сөйөмбикә иҙеүен ысҡындырып ,балаһына имсәк ҡаптырҙы.Эй!Әсәнең ҡуйыны ләззәт тә йәннәт тә инде!Ҡыҙ бала бер -икене генә һурҙы ла,мышнап йоҡланы ла китте.

Баланың ҡырҡы тулғайны,Мырҙағәле менән Сөйөмбикә арбаға ҡушарлап ултырып, ҡыҙҙарына метрика яҙҙырып алырға ,тип күрше ауылға кәнсәләргә барҙылар. Урталайға бөкләнгән йоҡа ғына йәшел документ алып,ҡайтырға сыҡҡайнылар ,Хәбирәнең һыу көйәнтәләп ҡайтып килгән мәленә тап булды был

икәү.Аҙҙырыр көн яҙҙырыр ошо була инде!Сөйөмбикә тыныс ҡына килә ине әле.Хәбирә быларҙың юлын ҡыймайып,типтер,юл ситендә туҡтаны ла, күҙҙәрен батҡаҡлы ергә төбәне.Мырҙағәле лә ҡатын яғына боролманы,аттарының һыртына оҙон сыбыртҡыһы менән шартлатып һуғып ебәрҙе:

-Но,малҡайҙар!

Ауылды сыҡҡан ер ныҡ ҡына һарҡыу.Етмәһә,ҡойоп ямғыр яуып үткән ине.Ер бысраҡ,батҡаҡ.

-Юрамал Хәбирә тапҡырынан ҡайтып киләһең!Кәртә артынан ҡайтһаҡ ярамағанмы?-Сөйөмбикә тамаҡ төбө менән ҡысҡырып ебәрҙе лә,ҡаты итеп иренең бөйөрөнә төрттө.

-Бикә,баланың ҡотон алырһың,яһилланма!-Мырҙағәле бисәһенә шым ғына өндәште.Уның ирешкеһе лә,талашҡыһы ла килмәй-документ алып ҡайтып киләләр бит!Бәпестәренең исеме бар-Көнһылыу!Ҡыуаныслы көндөң йәмен ебәрәһе килмәне!

-Әһә! Балаң иҫеңә төштөмө?- һарҡыулыҡҡа еткәйнеләр генә, Сөйөмбикә төргәктәге сабыйҙы йән көсөнә мисәлгән аттар араһына ырғытты.Малҡайҙы әйт инде!Әҙәмдән аҡыллы!Төпкә егелгән ат мисәүҙәге атты ҡабырғаһы менән генә ситкә этеп ебәрҙе лә,дүрт аяғын үрә терәп шып туҡтаны.Етмәһә тайғаҡ,һарҡыу ерҙә аттарҙы арба түбәнгә этеп алып бара.

-Тррр!!..Инәңде...-Мырҙағәле дилбегәләрҙе тартты,үҙе арбанан һикереп төшөп,ат тояҡтары араһында ятҡан төргәкте ынтылып ҡына алып ,арбаһына ырғып менеп ултырҙы ла, уң терһәге менән бисәһен арбанан ҡолата төрттө .

-Но,уңғырҙар!-аттарҙы сыбыртҡылап,ауыл яғына елдерҙе Мырҙағәле.Бисәһе бысраҡ,батҡаҡлы юлда шарылдап ятып ҡалды.

Шар асыҡ торған ҡапҡаға йән-фарман килеп инде аттар.Өлкән ҡыҙы Таңһылыуҙы шәленең эсенә тығып сыҡҡан Ғәбиҙәнең ҡото осто.

-Аттарыңды аҡ күбеккә төшөргәнсе туҡмамаһаң!Артығыҙҙан бире ҡыуҙымы әллә?

-Әсәй,киленең ҡапҡаны аша атлап инмәһен!Бикләп ҡуй!Айырам!Бөгөндән айырам !

-Бисәһенә асыулаған-ат туҡмар.Бер нәмә сығармай тынсымаҫһығыҙ...Ҡуйсы,ҡуйсы!Тап булдыҡ бит бер биҙунға!-Ғәбиҙә арбалағы баланы икенсе ҡулына күтәреп , тетә баҫып өйгә инеп китте!

Ошо ваҡиғанан һуң Сөйөмбикә баланы имеҙеүҙән ҡырҡа баш тартты.Һөтөм юҡ,тип һылтанды,бәпесте күрәлмаҫ булды.Мырҙағәле лә бәпесте бисәһенә тотторманы.

Ғәбиҙә алғы өйҙөң урындыҡ тәнгәлендәге өрлөккә сөй ҡаттырып,сәңгелдәкте шунда күсереп элдерҙе.Биҙәкле шаршау тартты.Кәзә һөтө имеҙеп көтөрмөн,йот заманы түгел,тип уйланы Ғәбиҙә.

Ана шул шаршау артына ғына йәшенеп,ап-аҡ сепрәк менән үҙенең түштәрен һөрттө,шунан сабыйға имсәген ҡаптырҙы.

-Бисмиллаһир әррәхмәнир рәхим!

Бала буш имсәкте ҡабыуы була-Ғәбиҙә кәзәнең йылы ғына һөтөн ҡалаҡлап ҡына түшенә тамыҙа, һөт яры буйлап ағып баланың ауыҙ тәңгәленә барып та төшә.Үлмәҫбикә супылдығы сығарып имсәкте һура .Аш һалһа-эсәген һурҙырҙы,һурпа һемертте Ғәбиҙә.Ауыҙы бар асҡа үлмәй!Теремек,йомро ғына булып үҫте лә китте Көнһылыу!

Мырҙағәле менән Сөйөмбикә ирештеләр,йөҙ йыртыштылар,яраштылар,бер-береһенән биҙештеләр,барыбер бергә йәшәнеләр .Тағы ла бер ҡыҙлы ,дүрт уллы булып киттеләр. Сөйөмбикә яйы сыҡҡан һайын иренең Хәбирә менән сыуалышҡан мәлдәрен иҫләтеп торҙо,һаман үс тотто-Көнһылыуы бөтә баллары араһынан Сөйөмбикә тарафынан кәмһетелде,ситләтелде.Ярай әле Ғәбиҙә өлөсәһе бар донъяла!Ул инә ҡаҙ һымаҡ Көнһылыуҙы гел ҡанаты аҫтына-ҡуйынына алды.Йәлләү,яҡлау,наҙ,күңелде иретерлек йылы ,һөйөү эҙләп гел өләсәһенең күҙҙәренә баҡты Көнһылыу,уға һыйынды!

Әсәһен дә яратты,үлеп яратты Көнһылыу! Иркәләнгеһе ,һөйөлгөһө килеп һөйкәлһә генә,Сөйөмбикә ҡыҙын этеп ебәрер ине!

-Ана,өләпсәңә һөйкән.Ҡолай яҙып саҡ ултырам!

-Арҡаһынан һөйөп кенә ебәрһәң шул балаңдың,ҡулың ҡороймо,йылы һүҙ өндәшһәң-телең өҙөләме-Ғәбиҙәнең йөрәге ҡап уртаға ярылырҙай була шул мәлдәрҙә.

Эшкә талымһыҙ булып үҫте Көнһылыу.Әсәһе ҡушып киткән эште югереп йөрөп тамамлап ҡуя.Эше бөткәс күрше Гөлмираға югерә.Уйынға инде әүрәп кенә китһәләр,сыбыҡ тотоп Сөйөмбикә килеп етә лә, ҡыҙын һыҙырып,шарылдатып алып ҡайтып китә.Илаһа-ауыҙын бөрә тотоп семтеп ала.Ни өсөн йәберләнгәнен генә аңламай Көнһылыу.

Уҡыуға ла етеҙ,шәп булды ҡыҙ.Күрше ауылға йөрөп уҡынылыр,арыным,тип мыжыманы,иламаны .Ауыр сумкаһын йөкмәп,иң беренсе югереп китер ине мәктәпкә.

Һылыу,дан ҡыҙ булып буй еткерҙе Көнһылыу.Тулҡынланып торған сәсе,ике йондоҙ кеүек янып торған күҙҙәре,ҡыйғас ҡаштары,күл ҡамышындай ҡуйы керпектәре,ап-аҡ ҡына түңәрәк йөҙө,нәҙекәй биле,нәҙек оҙон бармаҡтары кемде генә,ай, ғашиҡ итмәне икән дә,кемдең генә төн йоҡоһон урламаны икән!Күрше ауыл егеттәре лә ҡапҡа тышында таң һыҙылғансы көтөп йөрөрҙәр ине ҡоралай кеүек ғорур ҡыҙҙы-ҡырҡ ерҙән тыйҙы ҡыҙын Сөйөмбикә!Шаг атлатманы.

,,Күрше ауылдың егеттәренә ,,отправка" килгән,иртәгә армияға оҙаталар!" Ошо хәбәр йәшен тиҙлеге менән ауылға ,урамға,һәр өйгә тарала.Егеттәрҙе оҙатырға ҡарты ла ,йәше лә оло юлға сыға.Ҡайһы йәйәүләп, сәпиттә,ҡайһы ат егеп,ҡайһы һыбай ,матай менеп баралар.Көнһылыу ҙа иптәштәре менән йәйәү генә барҙылар күрше ауылға,аяҡтары ергә әллә тейҙе,әллә юҡ! Сәстәре ҡырып алынған,ялтыр башлы егеттәрҙе ҡыҙҙар тәүҙә оялып ҡына ситтән күҙәттеләр.Ә егеттәр үҙәктәрҙе өҙөп,гармунда һыҙҙыралар.Ҡара ерҙә тыпырҙығы сығып,саң-туҙан борҡотоп бейегән ҡайҙа ул!Баҫҡан урында сыҙап торорлоҡтор шул!Ҡыҙҙар сыр-сыу килеп ҡулға -ҡул тотоношоп,ҙур түңәрәк яһап ,бейеүгә ҡушылалар.Түңәрәк эсендә әрмегә китеүселәр ҙә,гармыунсы егеттәр!Өйөлөшөп торған халыҡ янына бартауай машина килеп туҡрай.Улдарын оҙатҡан әсәйҙәр йәшереп кенә яулыҡ остары менән күҙҙәрен һөртөп ҡуялар.Атайҙар күкрәктәрен кирә биреп,ғорур ғына ситтә баҫып торалар:ышту һин!Уландары ил һаҡларға баралар!Әсәйҙәре улдарына икмәк тешләтәләр,түш кеҫәһенә генә һыймалы ҡыҙыл моҡсайға һалынған тере тупраҡ һалдатҡа бара торған һәр егеттең усына йомдорола-был йоланы ауылдың оло инәйҙәре башҡара:тыуған ереңде һағынһаң-ошо тупрағыңды еҫкәп алырһың-тыуған ер еҫе һағышыңды баҫыр!Ошо ғәзиз тупраҡты һаҡлау-һеҙҙең бурыс!Кәсәләрҙән һөт уртлаталар.Беҙҙең халыҡта кешене юлға оҙатҡанда ҡосаҡлаш-үбеш ,муйындарға аҫылынып торош юҡ бит ул!Илаш та ,сәрелдәш тә,олош та юҡ.Аҡ ҡағыҙҙарға яҙылмаған,ә быуындан-быуынға күскән, йөрәгебеҙҙең иң-иң түрендә урын алған тәүфиҡ,сабырлыҡ,тип аталған әҙәп,тәртип,сик бар.Ана шул тәртипте боҙмай беҙҙең халыҡ,шул сикте аша атламай!Сабыр ғына оҙата ,сабыр ғына көтә белә ҡатындар!

Мәрәкәләш,күңел күтәрер шаян йыр-таҡмаҡ бар!Бына күреген йырта яҙып бер егет ,гармун телдәренә баҫа,егеттәр йыр башлай:

Военкомат ишек алдын

Тапамам ,тигән инем!

Өҙөлөп һөйгән йәнкәйемде

Ташламам ,тигән инем!

Ә ҡыҙҙарҙың йөрәктәре күкрәктәрен йыртып сығырҙай булып ашҡына!..Көнһылыу янына Ғүмәр югереп кенә,юҡ,осоп ҡына килә лә,ҡолағына шыбырлай.Көнһылыуҙың йөҙө алһыуланып китә,ут булып яна!

-Хат яҙһам буламы?-ти егет,үҙе Көнһылыуҙың сәғер күҙҙәренә баға.

-Яҙ һуң...яҙ!-тип шыбырлай ҡыҙыҡай,сигелгән ҡулъяулығын егеттең усына йомдороп.Шунан егеттәр машинаға тейәлә башлайҙар!Гармун тартҡан егеттәр ҙә военкоматҡа тиклем оҙатырға баралар беҙҙең яҡта.

Егеттәр тейәлгән машина,саң туҙҙырып ҡуҙғалып китә.Ә дәртле йырҙары ауыл урамдарына,Һаҡмар буйҙарына тиклем яңғырап китә!

Военкомат ишек алдын

Тапарға тура килде.

Өҙөлөп һөйгән йәнкәйемде

Ташларға тура килде!

Бәләкәй малайҙар,һыбайлы егеттәр машина артынан сабалар.Үргә менгәнсә оҙатып баралар шулай.

Ҡыҙҙар күңелһеҙләнеп ҡалалар, йүгереп килгән һуҡмаҡтары буйлап шым ғына кире ҡайтыу яғына ыңғайлайҙар.

**

Их! Был донъялар һөйөндөрмөш,көйөндөрмөш,ялындырмыш...

Их! Был донъялар һөйөндөрмөш,көйөндөрмөш,ялындырмыш...

Сөйөмбикә олоғая килә үҙгәрҙе.Хәҙер ерле-юҡтан ажғырып та бармай,ҡәйнәһе Ғәбиҙәгә лә нисектер яғымлы,йомшаҡ булып китте.Мырҙағәлеһе өсөн йәнен һурып ,йөрәген йолҡоп бирерҙәй ҡатынға әйләнде лә ҡуйҙы.

Ҡәйнәһе түшәккә ятып киткәс тә сабый баланы баҡҡандай ҡараны.Күлдәге менән яулығын сылт аҡ ,түшәге тап-таҙа,саф булды.Алдынан ашын,ҡайнар сәйен өҙмәне,йылы һүҙен йәлләмәне.Ғәбиҙә килененән риза булып күсте ысын донъяға.

Ҡәйнәһенең вафатын ауыр кисерҙе Сөйөмбикә.

-Ыстағафирулла...Ҡәйнәм өйөбөҙҙөң бер нуры булған икән дә...Донъябыҙ ҡараңғы,үҙебеҙ үкһеҙ етемдәр булып ҡалдыҡ бит,Мырҙағәлеү,ишетәһеңмеү?!Әүлиә булған бит ҡәйнәм...

Мырҙағәле менән Сөйөмбикә бер-бер артлы киттеләр.Әбей-бабай булып йылы мейес буйында оҙаҡ әжәл көтөп тә ятманылар,Тәүҙә Мырҙағәлеһе ҡапыл ғына ятып китте.

-Аһ-аһ!Атағыҙҙы әйтәм.Килештереп ятҡан була.Тор,етте,бабай,ятма!Мал-тыуарыңды ҡарап ин...Мырҙағәлеееү,тип баҡырып тора һәүкәштәр...Минең менән ултырып сәй булһа ла эс.Һинһеҙ тамаҡҡа сәй ҙә үтмәй...Тор ғуй...Кеше эшәндереп ятма,тоор...-йомшаҡ итеп өндәшә Сөйөмбикә,үҙе бабайының маңлайынан һыйпай,сәстәрен һыпыра.

Үткәндәргә -ут!,тиһәләр ҙә,үткәндәрҙе уйлап үкенде Сөйөмбикә.Йәшәлгән ғүмерҙе әйтсе әле.Ишекте асып япҡан ара һымаҡ ҡына булған бит,Мырҙағәлеү...

Яңынан йәшәп булһа,былайтып йәшәр инеме ни Сөйөмбикә?Дастуйын йәшәр ине!Ирҙе ,,ИР "итеп!

-Мырҙағәлеңде ҡуша алып ят үҙең менән,тигәйне бер заман Сөйөмбикә ҡәйнәһенә.Һул яғынан яҡын ғына ята Мырҙағәлеһе әсәһенә.

Сөйөмбикә төш күрҙе:имеш, Тәкә һуҡҡанда Мырҙағәле ҡолас ташлап бесән сабып йөрөй.Күрән бесән кендеккә тиклем үҫкән икән тей.

-Бикәәәәү!Айран һыуҙап алып кил ,тип һөрәндәй икән ире.Әлүмин туҫтаҡҡа тултырып айран ҡойоп алып барҙы Мырҙағәлеһенә.Мырҙәғәлеһе йәп-йәш!Һонолоп ҡына алып эсте лә айранды ,Бикәһен үҙе менән ҡуша алды ла китте.Унда мисәлгән аттар тора икән тей"...

Бына әле әсәһен ерләп ҡайтып ултыралар Көнһылыу менән Шафиҡ.Был икәү киреһенсә,йәшәй-йәшәй бер-беренән алыҫая баралар.Ҙур фатирҙарының бер бүлмәһендә Шафиҡ,бер бүлмәлә Көнһылыу .Ут күршеләр һымаҡтар.Тик бер-беренән ут алырға ла ,ҡот алырға ла йөрөшмәйҙәр,ҡайнар сәйҙе лә икеһе ике яҡта,айырым һемерәләр.

Шафиҡ эскеләгән саҡтарында үҙ бүлмәһендә ҡысҡырып ,,Ашҡаҙар"ҙы йырлай.Көнһылыу уны ишетмәй.Ике инсульттан һуң ҡолаҡҡа ҡатты.

Көнһылыуға берәй йомошо төшһә,кухня өҫтәлендә ятҡан ҡағыҙға ҡәләм менән сыймаҡлай ҙа, бүлмәһенә инә.Шаҡып тормай-күршеһе барыбер ишетмәй.

Әле ауылдан Таңһылыу ҡайынбикәһе шылтыратты.Тағы ауыр хәбәр ишеттерҙеләр.

-Кейәү,һеңлемә әйтегеҙ әле.Ғүмәр китеп барған.Хушлашырға ҡайтһын,тип шылтыратып тормайым,апайы әйтергә ҡушҡас...аманатын еткереп торам инде...Хәл дә һорашҡан юҡ.Нисек ҡайтып еттегеҙ һуң?

-Рәхмәт,яҡшы ғына ...Ғүмәр ,тинеңме?-Шафиҡтың ҡулынан саҡ телефоны төшөп китмәне...-ярай ,хәҙер яҙып бирермен,әйтермен...ҡайынбикә...

Өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙға ҡабаланып сыймаҡланы Шафиҡ:,,Ғүмәр вафат".Ошо ҡағыҙҙы тотоп тантаналы ҡиәфәттә индерҙе ул күршеһенә.Әйтерһең,ул кешенең вафаты түгел,ә кеше тыуҙы,тигән һөйөнсө алып инде.

Юл һуҡты.Ятып тора ине Көнһылыу.Шафиҡ уның эргәһенә ҡағыҙҙы һалды ла,көтөп торҙо .Ике күҙе -Көнһылыуҙа.Йәнәһе,нисек тәъҫир итер был хәбәр?Көнһылыу күҙлеген һәрмәп алып,ап-аҡ ҡағыҙға яҙылған ҡара хәбәрҙе уҡыны.Ҡымшанманы,тыныс булырға тырышты:

-Иртәләгән икән...-ҡағыҙҙы ситкә алып ҡуйҙы.Башҡа бер ни өндәшмәне,кире урынына ятты.

Шафиҡ бүлмәнән сыҡты,кухняға инеп,крандан һалҡын һыу эсте,ҡапыл йөрәге дуланы.Ҡумтанан дарыу эҙләне.Ҡайбер кешегә ҡыуаныслы хәбәр ҡайғылы хәбәргә ҡарағанда ла ҡыйыныраҡ була бит.Стаканға корвалол тамыҙып эсте.Шунан ҡағыҙ менән ҡәләм тотоп кире күршеһенә китте.Тик ишек төбөндә кире уйланы.

Бүлмәһенә инеп ятты ла уйға ҡалды:ятаҡ вестибулендә хаттар кәштәһе эргәһендә торған һылыу ,йәш Көнһылыуҙы иҫенә төшөрҙө.Ҡырағай ҡоралай кеүек ғорур ҡыҙ кәштәләрҙән хат эҙләй ине,хат булмағас,кәйефе төштө,шулай ҙа башын юғары тотоп тек-тек баҫып Шафиҡ эргәһенән үтеп киткәйне.Ах,иҫәр ҡоралай.Ғүмәреңдең хаттарын Шафиҡ ҡулына төшкәнен башына ла килтермәй бит ул! Шул Шафиҡ етте лә инде Көнһылыу башына!

Көнһылыуҙы законлы кәләше итте,биш балаһына әсәй булды Көнһылыуы,тоғро ҡатын булды.Ирҙе ир итте,алдында тик бейеп кенә торманы.Шул!Ҡәйнәһен дә бәләкәс кенә бүлмәләренә алып ҡайттып көттө. Ниндәй ине Көнһылыуы-ус төбөндә генә йөрөт бит!Юҡ.Йөрөтмәне.

Баймаҡ юлында сумаҙан күтәреп күҙ йәштәренә быуылып ҡайтып барған Көнһылыу ниндәй меҫкен,бахыр ине.Ә Шафиҡ тантана итте.Бына хәс тә бөгөнгө һымаҡ!

Дивандан торҙо Шафиҡ.Баяғы ҡағыҙға,,Һин ҡайғырҙыңмы?"тип яҙҙы ла,күршеһенә инде.Көнһылыу күҙҙәрен йомған,тик йоҡламай.Былай ғына ята,йоҡо алмай уны.

Шафиҡ ҡағыҙҙы Көнһылыуҙың усына көсләп тыҡты:уҡы!Ҡатын ,,терт" итеп ҡалды,ҡалтыранды.Тағы тороп ,күҙлеген алды,ҡағыҙға күҙ югертте.

-Юҡсы.Ҡайғырманыым..Шафиҡ,нишләп мине ыҙалатаһың?Мин арығанмын.

-Алдама,һин бит ҡайғырҙың...Әйт.ҡайғырҙыңмы?-бәләкәс кенә ҡатындың ике яурынынан һелкетте Шафиҡ-Әйт!!!Ҡайғырҙыңмы?

-Ниндәй яуап ишеткең килә?-Көнһылыу ҡалтыранды,йөҙө ап-аҡ булды.

-Һин иланыңмы?-Шафиҡ тағы ҡысҡырҙы-Иланыңмы,һаңрау!

-Иламаным...Иламайым да...-әлегә тиклем ныҡ булырға тырышҡан ҡатын илап ебәрҙе.Юҡ,Ғүмәр китеп барғанға түгел,әлеге күршеһенең,элекке иренең,һинең менән ҡасандыр бер түшәк бүлешкән хәләлеңдең,балалар атаһының шулай бәғерһеҙ ,йәнһеҙ булғанына илай ул...Ғүмәрҙең үлемен әле күңеле ҡабул итмәне.Ышанмай әле ул!

-Иланы,иланы...-Шафиҡ бүлмәнән сыҡты.

,,Ни өсөн мине туҡтауһыҙ һынайһың,Хоҙайым?Ниндәй һөйкөмһөҙ ,һөймәләкһеҙ бәндәң һуң мин һинең?"-шулай уйлай Көнһылыу,баяғы ҡағыҙ киҫәге һаман усында үҙенең.

Хоҙай бәндәһенә иңдәре күтәрерлек ҡайғы-хәсрәт ебәрә ,тиҙәр.Көнһылыуҙың иңдәре анау сама ҡайғынан һығылды,үҙе бәләкәсәйеп ҡалды.

Йоҡо алманы.Түп-түңәрәк айҙың нурҙары Көнһылыуҙың матур йөҙөнә төшкәндәр!Ә күҙҙәре элеккесә-балҡып торған ике йондоҙ ише!Тик моңһоуҙар.Көнһылыу усына йомған

ҡайғылы хәбәр менән яңғыҙы ғына.Был уның ҡайғыһы.Күрше менән уртаҡлаша торған түгел.

Ат йүгерек түгел,күңел югерек!Ана шул югерек күңел Көнһылыуҙы һә тигәнсә йәмле Һаҡмар буйына ,йәм-йәшел туғайҙарға,атаһының пар аттар егелгән йәшел бесәнле арбаһына ,туғандарырына ,Ғәбиҙә өләсәһенә,ата-әсәһененә,һөйгәнен оҙатҡан Оло юлға ла алып бара.Олоғая барған һайын алыҫта-зәңгәр тауҙар,алһыу офоҡтар,ап-аҡ томандар артында ҡалған баласаҡҡа,йәшлеккә,сикһеҙ бәхетле мәлгә -тыуған яҡҡа ҡайтҡы килә!Ҡайтыр...

С.Тамимдар.

фото интернеттан

Автор:
Читайте нас: