Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
2 Октябрь , 14:06

Бибинур ҡарсыҡ. Хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов. Бишенсе бүлек.

Ҡыйыуланып башын ҡалҡытты, тирә-яғына ҡараны. Ҡарасы, халыҡ ҡырмыҫҡа иләүендәгеләй мыжғып тора икән бында. Һәммәһе лә ҡайҙалыр ашыға, йүгерә. Йөҙҙәре етди. Ҡайҙа ашағаһың һин, кеше? Туҡта әле саҡ ҡына, иғтибарлап әйләнә-тирәңә күҙ һал, маңлай күҙең менән генә түгел, күңел күҙең менән дә баҡ донъяға. Күктәге ҡояшҡа, зәңгәрлектә талғын ғына йөҙгән болоттарға, ана ерҙе төртөп сыҡҡан уттай ҡыҙыл сәскәләргә һөйөп төбәл, иркен итеп, күкрәгеңде тултырып, яҙғы һауаны һула, йән тыныслығы табырһың. Түбә өҫтөңдә бейек зәңгәр сатыр - ул мәңгелек! Ә һеҙҙең мәғәнәһеҙ йүгереүегеҙ ваҡсыл ығы-зығы ғына…

Бибинур ҡарсыҡ. Хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов. Бишенсе бүлек.
Бибинур ҡарсыҡ. Хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов. Бишенсе бүлек.

    Үлтерҙе был хәбәр Бибинурҙы, һеңгәҙәтте. Күҙ алдары ҡараңғыланғандай итте, сәбәпһеҙгә тамағы кипте, теҙ быуындары ҡалтыраны. Уны шул тиклем түбән-һеткән эш башҡарырға димләрҙәр, тип башына ла килтермәгәйне. Әйтмәгән әле кейәүе, хәҙер әйтер. Ул лекция һөйләгәндәгеләй һәр һүҙенә баҫым яһап, иҫбатлап һөйләүгә иғтибар итте.

           - Әйтәйек, иң әҙ тигәндә, көнөнә ең һум аҡса эшләнде: ун көндә ун мең һум, бер айҙа утыҙ мең түгелме ни! Бөгөн бахыр уҡытыусылар, медицина хеҙмәт-кәрҙәре шул аҡсаның яртыһын эшләр өсөн бер ай буйы бил бөгә, нервы бөтөрә. Ә бында ултыр тик кенә, буштан килгән тиндәр үҙҙәренән-үҙҙәре яуасаҡ  сеүәтәңә, иҫәпләп кенә өлгөр. Алйот бит ул беҙҙең халыҡ, бер ҡатлы, үҙенең ашарына булмаһа ла, хәйер бирергә әүәҫ…

     «Бына ниндәй ҡара эстәр тәрбиәләй киләсәк быуынды… Ары нимә көтөргә ҡала? Ахрызамандымы?..»

     Уйы Бибинурҙы һиҫкәндереп ебәрҙе, ул берауыҡ ирендәрен бөршәйтеп өндәш-мәй торғандан һуң көйҙөрөп ҡыҙына төбәлде:

               -Рәшиҙә, иртәнән мин дә хәйер эстәргә ултырайым!

     «Ҡыҙы уның ғорур холҡон белә, ҡаршы төшәсәк… Кейәүен шунан икәүләп бер аҙ «уҡытып» алырҙар. Икенселәй абайлабыраҡ мөғәмәлә итергә арыу бул-ыр…»

               -Нишләп өндәшмәйһең, ҡыҙым? - Бибинур ҡабатлап һораны, йөҙөнә мыҫ­ҡыл­лы йылмайыу сығарҙы, сөнки алдан һиҙемләй яуапты.

               -Әллә, әсәй, үҙең ҡара инде, ҡыйын булмаҫмы икән көн оҙоно ел йотоп ултырыуы…

     Бибинур таш балбалдай ҡатты, йөрәгендәге иң нескә ҡәҙерле еп өҙөлгәндәй итте. Шундай тойғоно ул Рәшиҙәһен тапҡас кендек бауының киҫелгән мәлендә кисергәйне: йәне иңрәгәйне, кемделер юҡһынғайны. Ә бәләкәй генә ҡыҙғылт йомарсыҡты эргәһенә  килтереп һалғастары таралғайны хәсрәте. Әле киҫелгән еп тоташмаҫлыҡ булып өҙөлдө…

               -Бына был яуап, исмаһам, афарин, ҡәйнәм! Ҡала тормошо һине лә өйрәтә башланымы? - Кейәүе ҡулдарын ыуып тороп уҡ китте. - Улайһа эш бешә! Иртәгә үк тотонабыҙ бизнесҡа!

               -Минең әллә нишләп йөрәгем һуғып алып киттесе, сәйеңде ҡаты яһаның шикелле. Ятып торайым әле.

     Бибинур көскә ҡалҡып зал яғына тәнтерәкләне, уның былай ҙа ҡураныс кәүҙәһе бөтөнләй бәләкәйләнеп ҡалғайны.

               -Улуәсәй, ниңә йөҙөң ағарып киткән ул, тебе плохо? - Фәниә килеп ҡултыҡлап алды. - Әйҙә, минең бүлмәгә ятып ял ит, там спокойнее будет, йөрәк дарыуын килтерәйемме?

     Бибинур, ағарған йөҙөн мөләйемләндереп көсәнеп йылмайҙы:

               -Миңә һәйбәт инде, бар, ана «Күктәге һарайҙар»ыңды ҡара, ундағы тормош беҙҙекенә ҡарағанда күпкә матурыраҡ та, мөғжизәлерәк тә, мәрхәмәтлерәк тә.

     «Торғаны Рәшиҙәнең бала сағы, эскерһеҙ, бер ҡатлы, ярҙамсыл. Уны ла бөгөнгө аламалыҡтар үҙ яғына ауҙармаһа ине…»

     Кейәүе егәрлеләнеп өлтөрәп йүгергеләй, Фәниә бүлмәһенә инеп юғалғас, янына килеп ултырҙы:

               -Ҡәйнәм, спецовканы бөгөн үк әҙерләп ҡуйырбыҙ, минең балыҡҡа  барғанда ҡулланған тимер тояҡлы брезент ултырғысты алырһың. - Ҡаланың картаһын йәйеп ебәрҙе. - Ултырыу нөктәләрен халыҡтың күп йөрөгән ерҙәренә ҡарап билдәләрбеҙ. Бер ай эсендә ҡаланы урап сығырға тырышырбыҙ. Машина бар, уныһы ауыр булмаҫ.

               -Минең менән ултырырғамы әллә иҫәбең?

               -Шаяртма, ҡәйнәм, дөйөм эш эшләйбеҙ бит, шуға, беҙ, тип һөйләйем. Алдыға сеүәтә алырһыңмы икән, әллә туҫтаҡмы?

               -Иң ҡулайлыһы- оло ҡоштабаҡ. Тиндәр ситкә осмай.

               -Ну, ҡәйнәм, телеңде әйтер инем. - Кейәү кеше яһалма көлөп ебәрҙе лә тауышын баҫа төшөп өҫтәне. - Беҙҙең кемлекте осраҡлы берәренә әйтеп кенә ҡуйма, эште харап итерһең. Әлегә Фәниәнең дә белмәүе хәйерле.

     « Бахыр, яҙмышы, киләсәге өсөн шөрләй, ә харам аҡсанан баш тартырға хәленән килмәй. Аҡса ҡоло!..»

     Бибинур төнө буйы керпек тә ҡаҡманы. Уның йәнен ауыр  уйҙар баҫҡайны, йө-рәген ошонда килгәндән алып йыйылған юшҡын әрнетеп сыйҙы.

     « Нишләп килде әле бында донъяһын ташлап?.. Рәшиҙәһенәме? Кемгә оҡшап киткән ул? Әйтерһең дә ят бауыр… Инәнән ала ла тыуа, ҡола ла тыуа, тигәндәре шулдыр. Ҡала мөхите, ҡырҡ ата мыжғыған ығы-зығы ҡайһылай тиҙ үҙгәртә кеше-не, үҙенсә әүәләй ҙә ҡуя. Төҫө лә, үҙенә генә хас ҡылығы ла булмаған, яҡшы ла түгел, яман тип тә әйтмәҫһең, башҡаларҙы ҡайғыртмаҫ, тамағы ҡайҙа туя шунда көн иткән туң күғелле, таш бәғерле, миһырбанһыҙ уртасыл йән. Ә ундайҙар бөгөн арта ғына бара. Арта ғынамы!..

     Ҡайһылай тиҙ ризалашты һуң хәйер йыя ултырырға… Юҡ, ризалашманы, кейәүенең тәҡдимен кинәйәләп кире ҡағам, тип әйтеп ҡараны бит, ҡыҙы төшөн-өр, тип өмөтләнде. Тегеләре аңламаны тел төбөн, әллә аңламағанға һалышты…

     Иртәгә хәйер йыйырға ултырыр. Әгәр Рәшиҙәһе килеп алмаһа, ғәфү үтенмәһә, иртәнән һуңға ауылына ҡайтып китер. Ҡайтыр!»

     Шундай ныҡлы ҡарарға килде Бибинур. Ана шул уйы уны бер аҙ тынысландырҙы. Таң алдынан, йоҡламаһа ла бер аҙ әүелйей төштө.

     Иртән иртүк ҡуҙғалдылар. Фәниә йоҡлай ине әле, шуға ҡабаландырғандарҙыр. Бибинур ҡарсыҡ бесән осоронда ҡулланған, хәҙер нисә йыл инде тоҡ төбөндә ятҡан, яурындары тапҡыры тоҙло тирҙән төҫһөҙләнеп бөткән күлдәген кейҙе, аяғына алама ҡаталарын ҡатты. Бер ниндәй тойғо ла кисермәне, хистәргә лә би-релмәне, йәне, бар булмышы ҡатҡайны, һеңгәҙәгәйне . Әйтерһең дә ул ниндәйҙер ямаҡай ҡурсаҡты кейендерә. Көҙгө ҡаршыһына барып баҫты: уға унан сәстәре салланған, бахыр ҡиәфәтендәге хәйерсе ҡарсыҡ ҡарай ине.

               -Әсәй, сәй термоста булғас, һыуынмаҫ. Шәкәрле. Булочкалар һалдым, алмалар… Төш ваҡытында яныңа бара алмаҫмын шул, институттан алыҫ, тағы уң-айһыҙ нисектер…

               -Ғәзиз әсәйеңә яҡын килергә оялаһыңмы? Бер тапҡыр ғына булһа ла кил-еп хәйер ырғытып китһәңсе, сауап алырһың.

               -Әсәй!!!

     Боролманы, ҡыҙының күҙҙәренә ҡараманы Бибинур, ярым ҡараңғы подъезға атланы.

     Азат Лоҡманович « Волга»һына инеп ултырғас ҡара күҙлеген кейҙе.

               -Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай! - Бибинур ҡырыҫ итеп төрттөрҙө.

               -Дөрөҫ әйтәһең, ҡәйнәм, ярты ҡала таныш-тонош, яман күҙҙәрҙән йырағ-ыраҡ йөрөүең хәйерле.

     Ҡала урамдары буйлап оҙаҡ әйләнгеләнеләр ҙә машина юл ситенә сығып ситкә янтайып туҡтаны.

               -Ҡәйнәм, бар, анауында барып ултыр. Мин артыҡ күренгеләп машинанан төшөп тормайым. Кис сәғәт алтыла киләм. Йәһәт кенә әйберҙәреңде йыйырһың да килә һалырһың. Машинаға яҡынлағанда кеше күҙенә салынмаҫҡа тырыш. По-ка ҡәйнәм, уңыштар һиңә!

     Башын баҫып оҙаҡ ултырҙы Бибинур ҡарсыҡ. Алдындағы капрон һауытҡа байтаҡ ҡына көмөш тәңкәләр йыйылды. Хәйерҙе башлыса йәштәр ырғыта.

            «Уҡып йөрөгән студенттарҙыр. Үҙҙәренең аҡсалары бар тиһеңме, осто-осҡа ялғай алмайҙарҙыр, ә мәрхәмәт, миһырбанлыҡ уларҙы урап үтмәгән. Хоҙай бәндәне игелек ҡылыуҙан айырмаһа, ахрызаман килмәҫ әле, килмәҫ».

            Ҡыйыуланып башын ҡалҡытты, тирә-яғына ҡараны. Ҡарасы, халыҡ ҡырмыҫҡа иләүендәгеләй мыжғып тора икән бында. Һәммәһе лә ҡайҙалыр ашыға, йүгерә. Йөҙҙәре етди. Ҡайҙа ашағаһың һин, кеше? Туҡта әле саҡ ҡына, иғтибарлап әйләнә-тирәңә күҙ һал, маңлай күҙең менән генә түгел, күңел күҙең менән дә баҡ донъяға. Күктәге ҡояшҡа, зәңгәрлектә талғын ғына йөҙгән болоттарға, ана ерҙе төртөп сыҡҡан уттай ҡыҙыл сәскәләргә һөйөп төбәл, иркен итеп, күкрәгеңде тултырып, яҙғы һауаны һула, йән тыныслығы табырһың. Түбә өҫтөңдә бейек зәңгәр сатыр - ул мәңгелек! Ә һеҙҙең мәғәнәһеҙ йүгереүегеҙ ваҡсыл ығы-зығы ғына…

                                                                                                 Дауамы бар.

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: